+21 °С
Болотло


Ҡазандың Толстой урамындағы 16 A йортта яҡташыбыҙ, Халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Был йортта шағир 2000 - 2022 йылдарҙа йәшәгән. Сарала ТР Дәүләт кәңәшсеһе Минтимер Шәймиев, ТР Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәммәтшин, ТР Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары Марат Әхмәтов, ТР Мәҙәниәт министры Ирада Әйүпова, ТР Яҙыусылар союзы рәйесе Ркаил Зәйҙулла, Роберт Миңнуллиндың яҡындары, яҙыусылар һәм шағирҙың ижадын яратусылар ҡатнашты.
Мемориаль таҡта авторы – йәш скульптор, Рәсәй
рәссамдар союзы ағзаһы Тимофей Тюрин, инициаторҙары – шағирҙың ғаиләһе һәм Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы берлеге.