Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Сентябрь 2022, 09:58

Һыу буйында балыҡсы...

...Ришат үҙенең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен алып, йылға буйына ҡармаҡһыҙ ғына ял итергә барғандарында уларға элек атаһы менән нисек балыҡҡа йөрөгәндәрен һөйләй. Улары, ләм баҫҡан, ныҡ һайыҡҡан Инйәргә ҡарап, уның һөйләгәндәрен әкиәт һымаҡ тыңлай...

Һыу буйында балыҡсы...Һыу буйында балыҡсы...
Һыу буйында балыҡсы...

- Атый, ошо ятыу ныҡ тәрәнме? Яр ситенән үк һыу төбө лә күренмәй ҙә ул...
- Бик тәрән ерҙәре бар был Һилҡурғы тамағы ятыуының, һәр хәлдә, бөтә ерендә лә оло кеше ҡулдарын өҫкә күтәреп аяғы менән ташына тейгәнсе төшһә, улар күренмәй. Бигерәк сөңгәл урындары ла күп уның, ана тапҡырҙа ғына берәүһе күкһелләнеп күренә.

Бер, ауылдың бар ирҙәре йыйылып ошо ятыуҙы һөҙҙөк. Йылым ташҡа эләкһә, беҙ , йәшерәктәр, ысҡындырып барабыҙ, Сафый ағай, аяғы зәғиф булһа ла, беҙҙең менән. Бер ваҡыт был башын һыу өҫтөнән ҡалҡыта ла: ”Ҡарап...”,- тей ҙә кире сума, бер аҙҙан тағы ҡалҡа ла: ”Ҡарап...”,- тип әйтеп өлгөрә - кире сума. Барыһы ла тегенән көлә лә ҡуя. “Был нисек сумғаны менән маҡтана”, - тип уйлайбыҙ ҙа инде. Бер сыҡҡанында:”Ҡарап тороп...”, - тип әйтеп өлгөрҙө, шунда ғына ағайҙың: “Ҡарап тороп батырағыҙ ҙа!”- тигәнен аңлап ҡалып артынан сумдыҡ. Теге зәғиф аяғы менән йылымға сырмалған да йылым тартылған һайын быны аҫҡа һөйрәй икән. Ташҡа эләгеп туҡталыуҙар булмаһа, белмәйем, нисек булыр ине аҙағы был “ҡарап”тың. Шул туҡтаған арала йылымды һөйрәп алып өҫкә ҡалҡа алған бит әле, зәғиф булһа ла ныҡ көслө ине. Йә, балыҡ тулы йылымды нисек күтәрә алған тиң, ә. Саҡ ысҡындырып алдыҡ үҙен. Йылым ней, тиҙ генә тулды ла ҡуйҙы, ике ҙур кәмә балыҡ менән туп-тулы булды...

- Йылғаның балығы шулай күп инеме ней, атый?
- Эйе, элек бесән бөткәс, тотош ауыл менән сығып, шулай бер тапҡыр ғына һөҙөп ала торғайныҡ, ә ҡалған ваҡытта ҡармаҡ та мәҫкәү, һирәкләп сыраҡҡа төшәләр ине. Һөҙгәс, нисә кеше бар - барыһына ла тигеҙ итеп бүләләр. Ау, йылым, кәмә хужаларына ғына ике өлөш бүленә. Бер йылы ғына Әҡсән шаяртҡан бит. Ҡысҡырыусыны үҙе тәҡдим итте, кемгә ҡайһы өлөш тейерен ҡайһылай итеп һиҙҙертерен алдан аңлатҡан тегеңә. Ҡысҡырыусыны артын әйләндереп баҫтырҙылар, Әҡсән бер өйөмгә төртөп күрһәтә лә: ”Был өлөш кемгә?“- тип һорай. Ҡысҡырыусы тик ҡатнашыусыларҙы күрә, балыҡ өйөмдәрен күрмәй. Ул берәйһенең исемен ҡысҡыра, исеме сыҡҡан кеше өлөшөнә төшкәнде тоғона тултыра. Тик кәмә, йылым, ау хужаларына ҡыҙыл балыҡтар, ҙур-ҙур суртандар булған өлөш эләгә, аптырайбыҙ. Аҙаҡ ҡына беленде хәйләһе Әҡсәндең. Ҡыҙыл балыҡлы өлөшкә төртөп:”Ә-ә-ә бы-ы-ыл өлөш кемгә?”- тип, ә ябайыраҡтарына төртөп:”Бы-ы-ыл өлөш кемгә?”- тип һорай икән.Улай хәйләләшмәһәң дә, бар ауылға етә торғайны ул балыҡ. Шулай, йылына бер байрам яһап ала инек...
- Атый, беҙ Рахман менән яҙ көнө Һилҡурғыға бәрҙе нисек үрләгәнен ҡарап торғайныҡ. Гөрләүектән, әллә, өс метр бейеклеккә һикерәләр ул. Ҡайһы берҙәре ҡайнап ятҡан аҫҡа кире килеп төшә, тағы һикерәләр... Эй ҡыҙы-ы-ыҡ!

- Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, үрсем ҡалдырыр өсөн, балыҡ әллә ҡайҙарға тиклем үрләй шул, улым. Тәбиғәт шулай ҡоролған. Йыл һайын шул юлын ҡабатлай бит әле улар. Ҡайта башлаған сағында нәрәтә һалып ҡына әрәм итә ҡайһы бер йүнһеҙе, шуныһы насар. Ҡыуғын башланһа, балыҡ үрләр саҡта, түбәндә гәүендәр ҡороп, балыҡ үрләргә хут бирмәгәс, хәҙер ныҡ кәмене балыҡ Инйәрҙә. Бер йыл йәй буйына һуҙылды ла ҡыуғын, шаршыларҙа бульдозерҙар менән яһаған улаҡтарҙан, бүрәнәне берәмләп тиерлек ағыҙҙылар, күбә һымаҡ эре таштарҙы аммонал менән шартлаттылар, балыҡ ныҡ ҡырылды ул йылы...

Атай менән ул, шулай һөйләшә-һөйләшә, Инйәр ярының һул яғынан һалынған һуҡмаҡтан ауылдан үргә балыҡҡа китеп баралар. Бына Ҡаратау битенән Ҡөбәғәт аралына еттеләр, уң яҡ ярҙа - Салауат тобаһы. Бабайлар Салауат батыр шунда ат йөҙҙөргән, тип һөйләй ҙә. Унда Ришат күрше Рахман менән ҡыя ташта тороп ажау тота. Ә бөгөн атаһы уны үҙе менән Бирйән тамағынан аҫтағы “Ҡара шаршы”ға бәрҙе ҡармаҡларға алып китеп бара. Быға тиклем атаһы менән балыҡҡа йөрөһәләр ҙә, уны шаршы тамағында ярҙа ҡалдыра торғайны. Ярҙан ни, сабаҡ, ара-тирә алабуға эләгә. Ә атаһы шаршы башынан тамаҡҡа тиклем йылға уртаһынан кисеп килеп бәрҙе тота. Бөгөн Ришат башлап бәрҙегә һалып ҡараясаҡ. Бына эре ташлы Ҡотһоҙ шаршыны үттеләр, Манажы ятыуын үтеп, уның оҙон шаршыһын да уҙып баралар, атаһы теге сабаҡ ҡармаҡларға ҡалдырып киткән ергә лә еттеләр. Яр буйы күрәне, ҡамыштары бейек үҫә бында. Бәләкәй Ришат улар араһынан атаһы ҡайҙа икәнен күрмәй, ҡайһы саҡ атаһы уны ҡалдырып ҡайтып киткән, йә һыуға ағып киткән, тигән ҡурҡыныс уйҙар килеп, атаһына ҡысҡыра торған ине. Ә ул йыраҡтан һөрәнләй:”Хәҙер, улым, хәҙер килеп етәм!” Инде ҙурайҙы ул, алтынсыға күсте, былтыр өләсәһенә ҡунаҡҡа барғанда Баҫыу йылғаһында бәрҙе ҡармаҡларға ла өйрәнде. Атаһына әйләнгән һайын шул турала һөйләй торғас, бына әле ялында үҙе менән алды...

Килеп еттеләр. Атаһы яр башындағы сауҡалыҡтан һайлап ике оҙон ғына ҡайын сыбығы ҡырҡып алып, ҡармаҡ һабы рәтләне. Ниңәлер ошо шаршыны ярата атаһы, бүтәндәр йыраҡ тип, бик килеп тә етмәйҙәр. Ә Үрге ауылдыҡылар йыш килә бында. Үҙҙәренән - “Өс арал” яғынан - шаршыларҙы ҡармаҡсылап үтеп, бында килеп еткәнсе төш ауа торған. Йәй башы, ҡояш әле төшлөккә етеүгә йыраҡ, артыҡ ҡыҙҙырмай. Һыу буйында көндөң эҫелеге лә һиҙелмәй ул. Ришат, Баҫыу йылғаһындағыға... ҡарағанда, Инйәрҙә бәрҙе ҡармаҡлауҙың ныҡ айырылыуын күрҙе. Атаһы тәрәнерәктән ҡармағын ике яҡҡа сыбыртҡы сирттергән һымаҡ ырғыта-ырғыта бара. Уға балыҡ йыш эләгеп тора. Кистән ҡармаҡтарға алдатҡыс та яһанылар. Ришат йүгереп йөрөп әтәстәрен тотто, атаһы уның кикреге эргәһендәге тырпайып торған шырт йөндәрен киҫеп, ике серле(селбәрә) ҡармағын ҡуша бәйләп, шунда әтәс йөнөн йән-яҡҡа тырпайтып йәшел мүлинә ҡушып бәйләне, икеселәренә күген, ҡыҙылын ҡуйҙы. Ике ҡармаҡ бер-береһенән саҡ ҡына алыҫта һыу өҫтөндә төрлө төҫтәге себендәрҙе хәтерләтеп һикергеләй. Бәрҙеләр шул “себен”дәрҙе эләктерәм, тип ҡарпыйҙар ҙа ҡуш ҡармаҡҡа эләгә. Береһен ала алмаһа, икенсеһен барыбер эләктерә балыҡ. Малай атаһы яғына ла ташлап ҡарай, тик бәрҙеләр уның ҡармағына һикергеләһә лә, төшөп ҡалып йонсота. Атаһы яғына ырғытып ҡарай, тик әллә ни һөҙөмтә юҡ. Шунан атаһы һөйләй:
- Бер саҡ, минең менән бергә күрше ауылдың ике ағайы ошонда ҡармаҡ һала, берәүһенә ҡаба, икенсеһенә, һинең һымаҡ, бик эләкмәй. Ҡапҡаны, тотҡан һайын:”Ох, ҡара бәрҙе!”- тип маҡтанған һымағыраҡ һөйләнеп, балығын муҡсайына һала. Икенсеһе уның ҡармаҡ осона ла ырғытып ҡарай, юҡ, ҡапмағас ҡапмай инде. Тегеһе бер ваҡыт сираттағы бәрҙеһен һөйрәп сығарып:”Быныһы ла ҡара бәрҙе!”- тиеүе булды, балыҡ ҡапмаған ағай: ”Бына һиңә ҡара бәрже, бына һиңә ҡара бәрже!” - тип ағайҙың алдын ҡармаҡ сыбығы менән туҡманы-туҡманы ла, шаптырлатып кисеп, аръяҡҡа сығып ҡайтты ла китте. Ә тегеһенә, үсеккән ағай ярға сығып та етмәне, балыҡ яңынан ҡарпый башланы. - Ришатҡа ла өйрәтә :
-Һин себәләнмә улай, ашыҡма, ҡапыл тартып алаһың да, улай һуя тартһаң, төшөп ҡала инде ул...
Шулай, Ҡара шаршынан һуң Манажыла ҡармаҡлап, Ҡотһоҙ шаршыны ла үтеп, байтаҡ балыҡ тоттолар ул көндө. Ришат атаһы яғына ла ырғытып ҡараны, төрлөсә ҡыланды, шулай ҙа бик тоторға өйрәнә алманы. Әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе уға! Атаһы бәрҙеләрҙе һөйрәгәндә: “Оһо, ҡара бәрҙе..., быныһы ла ҡара бәрҙе, “- тип һөйләнә, хәйләкәр генә улы яғына ҡараш ташлай, йәнәһе, теге балыҡ ҡаптыра алмаған бабай һымаҡ, уның алдын да сыбығы менән туҡмамаҫмы икән...

... Ул замандарҙан күп һыуҙар аҡты. Инйәрҙә балыҡтар ҙа бөттө, тимер юлы үткәс, йылға буйында таҙартыу ҡоролмалары барлыҡҡа килһә лә, йүнләп эшләмәй, бар бысраҡ шул көйө генә Инйәргә ағып төшә торғас, йылға үҙен-үҙе таҙартыу һәләтен дә юғалтты. Бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ күптән “Ҡыҙыл китап”та. Балыҡ бөтөүенә кеше үҙе лә ғәйепле шул. Элек ауылда бер-ике кешелә генә булған ау-йылым урынына элекке ил тарҡалып, болғаҡ замандар башланған йылдарҙа һәр аяғына баҫҡаны, кү...енә ултырғанында тигәндәй, ҡытай ауҙары булды. “Беҙҙән һуң туфан һыуы ҡалҡһын!”- тигән боронғо хәким һымаҡ, әллә барыһы ла шулайға әйләнде ул саҡта. Инде ил кимәлендә саң һуғып ҡарайҙар ҙа, һуңғараҡ ҡалынды шул, һуңғараҡ...

..Ришат үҙенең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен алып, йылға буйына ҡармаҡһыҙ ғына ял итергә барғандарында уларға элек атаһы менән нисек балыҡҡа йөрөгәндәрен һөйләй. Улары, ләм баҫҡан, ныҡ һайыҡҡан Инйәргә ҡарап, уның һөйләгәндәрен әкиәт һымаҡ тыңлай... Ришат, әкиәти, сихри бала сағын һөйләй, ә үҙенең аңында, бына ҡасандыр барыһы ла аҡылына килер ҙә, уның яратҡан Инйәрен элекке хәленә ҡайтарырҙар, тигән бәләкәй генә өмөтө барыбер һүнмәгән. Әлегә һүнмәгән...

Ринат  Шәйбәков

Автор:
Читайте нас