

Ғәҙәттәгесә, бөгөн дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ дөнъя мәшәҡәттәренән арынып, ҡош- ҡортомдо тәрбиәләп , төшкөлөккә ашарға бешереп, ейәнсәрем Таңсулпанды мәктәптән ҡаршы алдым да, өйлә намаҙынан һуң , скандинав таяҡтарына таянып, яҡындағы урманға юлландым. Ҡайҙа барһам да артымдан ҡалмаған бесәйҙәрем алдан төштө. Көҙгө көн болотлап торһа ла, ел юҡ. Дымлы саф һауаны һулауы шундай рәхәт. Яланғасланған аҡ ҡайындар йоҡоға талған, урманда сихри тынлыҡ хөкөм һөрә. Көҙгө һиллеккә кинәнеп күп тә барманыҡ бала саҡтағы, үҫмер ваҡыттағы көйәнтәләп, Атьетәр шишмәһенә һыуға йөрөгән, таныш һуҡмаҡҡа төшөп киткәнбеҙ.
Ирекһеҙҙән күҙ алдыма, арыҡ ҡына иң баштарына көйәнтә һалып һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙыҡай килеп баҫты. Ана ул, нескә генә беләктәрен, ҡарлуғас ҡанатындай йәйеп көйәнтәгә һалған да, ана осоп-бына осоп китер һымаҡ, талпынып атлап килә. Күҙҙәремде ирекһеҙҙән йәш ҡаплай.Ары атлайым, инде миңә, нескә билле, ҙур йәшел күҙҙәре менән бар нәмәгә һөйөп ҡараған, тулы биҙрәләрен сайпылдырмай, ышаныслы аҙымдар менән, ошо сихри донъяға күктән ғашиҡ булғанда, бер мәлгә ергә төшкән ай ҡыҙы ҡаршы килә.Хыялый хәтирәләр сылбырын Таңсулпандың " Өләсәй, ошомо Бирлеташ?"-тигән тауышы мине ысынбарлыҡҡа, бөгөнгө урман һуҡмағына алып ҡайта һәм беҙ, Бирлеташ ҡаяһына үрләйбеҙ.
Бирлеташ(Бирелеташ), уны мәмерйәһе лә,ҡаяһы ла тип йөрөтәләр, ауылдың көньяҡ көнсығышында яҡын ғына урман эсендә урынлашҡан. Эре-эре таштарҙан торған ҡая. Бәләкәй генә өңөш мәмерйәһе лә бар. Ҡая эргәһенән Атьетәр шишмәһе ағып сыға .
Борон-борон заманда, бер йәш егет Атьетәр шишмәһенә ат эсереп торған. Йән-яғына ҡараһа, ҡая башында бер һылыу ҡыҙ, оҙон сәстәрен елгә таратып баҫып торған тей. Егет уға һүҙ ҡушып та, саҡырып та ҡараған. Ҡыҙ яуап бирмәгән. Егет ҡайта һалып, күргәнен бәйән итеп иптәштәре менән ҡаяташҡа килһә, берәү ҙә юҡ тей.Ҡабат ул ҡыҙҙы күреүсе булмаған имеш, ул ҡыҙҙы бире ҡыҙы булғандыр тигән хәбәр таралып киткән. Шунан бирле был ҡаяны Бирелеташ тип йөрөтәләр.Мин бала саҡта ололар беҙгә унда барыуҙы тыя, биреһе бар тип ҡурҡыта торғайнылар. Ҡоҙоҡҡа һыуға килһәк тә, ҡаяға яҡын бармай торғайныҡ, мәмерйәһенә лә инергә шикләндек.
Халыҡ Атитәр тип йөрөткән ҡоҙоҡтоң исеме боронғолар һөйләүе буйынса Атьетәр. Ҡасандыр бер ваҡыт, шишмәнән алыҫ ҡына ерҙә каруан үтеп барған. Уларҙың бер аты, аяғы аҫҡапмы, ауырыпмы тороп ҡалған. Күпмелер ваҡыт үткәс, әлеге юлсылар , үтеп барышлай, Бирлеташ янында туҡтап ял иткәндәр. Ҡараһалар, әлеге юрға шәбәйеп киткән, шишмә буйында утлап йөрөй икән. Көнө бөткәндер тип ҡалдырған ат ошо ергә килеп еткән, ошонда ҡышлаған. Шунан бирле Бирлеташ шишмәһе Атьетәр, барып ҡушылған йылғаһы Ҡышлауар(Ҡышлау яры) булып киткән.Әлбиттә , төрлө риүәйәттәрҙә ер-һыу атамалары бер үк булһа ла , төрлөсә аңлатыла, мин үҙем ишеткәндәрҙе бәйән итеп, һеҙгә тәҡдим иттем, ҡәҙерле яҡташтар.Беҙ үҙебеҙҙең еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы һаҡларға,уларҙың борондан килгән тарихи атамаларын онотмаҫҡа тейешбеҙ.Таңсулпан менән шишмәнең саф һыуынан ауыҙ итеп, аҡ ҡайындар араһында йөрөп, ҡаяға үрмәләп, мәмерйәһенә инеп ҡарап,оҙаҡ йөрөнөк. Ҡасандыр, сәсән телле, һәр әйткән һүҙе аҡылдың үҙе булған ҡәртәсәйем Сафура Хаммат ҡыҙы миңә һөйләгән ер-һыу атамаларын ҡыҙыма һөйләп, тыуған төйәгемдең иң күркәм ерҙәрен күрһәтеп, ҡәнәғәт булып, үҙем дә ошо үткән матур көнгә балаларса ҡыуанып, килгән юлыбыҙҙан алдыбыҙҙан төшкән, бесәйҙәрем артынан ҡайтырға сыҡтыҡ.
Зәкиә Сөләймәнова