Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Сентябрь 2022, 13:38

Албаҫты. Хикәйә

Соланда һөт айыртырға йөрөгән Гөлшат асыҡ ишек аша барыһын да ишетеп, биттәре янып китте. Уны яҡлап, кем менәндер һүҙгә килешеп йөрөгән ҡәйнәһен йәлләп ҡуйҙы. Үҙенең уй-ҡайғыларынан арына алмай, эргәләге кешеләрҙе бөтөнләй уйламаған! Оло кешеләрҙең йөҙөн йыртып, ғәйбәт таралыуға сәбәпселек итеп ултырырға кем әле ул! Юҡ, Гөлшат артабан быға юл ҡуймаясаҡ!

Албаҫты. Хикәйә
Албаҫты. Хикәйә

Бабайына күҙ һирпеп кенә ҡарап алды ла, ашығып самауырын өҫтәлгә ҡуя һалды Сәмиғә әбей.

- Бынау киленде әйтәм, шул хәтле оҡшатмағас Ғәзизде, нишләп эйәреп килде икән? - тине ул ҡапыл.

Тыштан инеп, ҡул-битен сайып торған Низам ҡарт, аптырап:

- Аһ-аһ… Эйәреп килде, тисе… Никахлап барып алғас, килә инде, - тип яуапланы.

- Яратмай ул Ғәзизйәнде. Эргәһенә лә килтермәй! Әллә ниндәй ҡырағай нәмә булып сыҡты ла баһа! - хужабикә асыулы ҡиәфәттә һауыт-һабаһын, тәм-томдарын өҫтәлгә теҙә башланы.

Ашыҡмай ғына сәсен, һаҡалын тарап, көҙгөгә ҡарап алғас, өй хужаһы өҫтәл артына килеп ултырҙы.

Әбейенең холҡон күптән белеп бөткән инде ул. Иртәнсәктән дарҫ-дорҫ баҫып, уфылдап йөрөгәнен күреп, ҡасан “шартларын” көтә ине былай ҙа.

- Яратмай тип ни… Тороп тор, өйрәнер, ҡул араһына керер. Ул һиңә бесәй балаһы түгел дә, ҡапыл йүгереп китергә. Үзеңде иҫлә әле, килен булып төшкәс, минән нисә көн ҡасып йөрөнөң?

Ҡапыл янып киткән сикәләрен яулығы менән һөртөп, Сәмиғә, бабайына асыулы ҡарап ҡуйҙы.

- Үлгәнсе төрттөрөр инде! Ҡасмай ней... Мин һиңә килгәндә 17 йәшлек еләк инем! Бының һымаҡ… ултырған ҡыҙ булманым һәр хәлдә…

- Йә, ярар, етте! - Низам ҡарт әбейенә тауышын күтәрә биреберәк өндәште. - Ғәзиз дә йәш бала түгел, утыҙға етеп бара. Самай ана шул, силәгенә күрә ҡапҡасы.

- Әллә инде… Ошо йәшкә тиклем буш ултырған тиһеңме? Берәй әтнәкәһе барҙыр әле… Йөрөгән нәмәһе лә булғандыр ауылында.

Низаметдин бабай, тотҡан кәсәһен “шап” итеп өҫтәлгә ҡуйҙы ла, әбейенә бер аҙ текләп ултырғандан һуң:

- Әбей, һин юҡты һөйләп йөрөмә улай. Тел төбөңде аңлап торам, нимә әйтергә теләгәнеңде. Килен алай-былай… йөрөгән ҡатын булып түгел, ә саф ҡыҙ булып килде! Белгең килһә, беҙ - ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙың эстәлеген үҙен нисек тотоуынан, хатта атлауынан һиҙеп-белеп торабыҙ.

Сәмиғә тағы ла ниҙер өндәшмәк ине лә, ҡапыл, әйтелгән һүҙҙәр башына барып еттеме, ауыҙын ҡымтып, тынып ҡалды. Ысынлап та, улы өсөн йөрәге һыҙлап, асыуы ҡайнауҙан кеше балаһына нахаҡ һүҙ ташларға тора түгелме?! Китсе, гонаһы ни тиклем! Дарҫлап киткән йөрәген ыуып, ипләп кенә хәләленә ҡарап ҡуйҙы. Олпат өй хужаһының абруйы ҙур ине был йортта. Уны асыуландырмау хәйерлерәк.

- Саҡыр килен балаҡайҙы ла сәйгә. Тораһың аптырап!

- Сығыр тиһеңме ул ашарға… Тышта атай-ботай йөрөп әйләнә лә әпәт инеп боҫа төп бүлмәгә, - тип һөйләнә-һөйләнә, туйтаңлап, Сәмиғә әбей өйҙөң икенсе осона йүнәлде.

Ҡәйнәһенең һәр бер һүҙен ишетеп ултырған Гөлшаттың тамағына тағы төйөр килеп тығылды. Оят! Ҡайһылай оят, тип үрһәләнде ул. Нисек бында килеп эләкте?! Ниңә өнһөҙ быҙау һымаҡ эйәреп килде?

"Әллә ҡасып ҡына ҡайтып китергә инде?! Йәшәй алмам мин бында!"

Ҡасып та ҡайҙа бараһың, тип бышылданы эске тауыш. Ауылдаштарының мыҫҡыллы, әсәһенең аптыраулы ҡарашын күҙ алдына килтереп, Гөлшат дерелдәп ҡуйҙы.

- Ней, килен, әйҙә сәй эсергә, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте ул.

Ҡәйнәһенең үткер ҡарашынан башын эйеп:

- Юҡ, рәхмәт, мин асыҡманым, - тип кенә әйтә алды.

- Нисек инде асыҡманың? Һуң йүнләп ашағаның да юҡ бит! Әйҙә, әйҙә, ултырма етем ғошап. Кеше ыңғайына тамаҡ ялғап ал.

- Мин… Аҙаҡтан… Ғәзиз ҡайтҡас, уның менән бергә ашармын…

Тамам аптыраған Сәмиғә, йәш килененә иҫәргә ҡараған һымаҡ тексәйеп торҙо ла, тағы өгөтләргә тотондо.

- Ай, аллам… Ул Ғәзиз ҡасан ҡайта әле ул! Ҡыҙыу ураҡ мәле, көнө-төнө баҫыуҙа. Бөгөн ҡайтмаҫҡа ла мужыт… Ас ултырмайһың инде, иреңде көтөп! Шунан теге, аслыҡтан аяҡ һуҙһаң, ҡоҙағыйға ни тейербеҙ?!

Былай ҙа саҡ ултырған йәш ҡатын ҡапыл күҙҙәрен ҡаплап:

- Әй, үлһәм ни, үләйем дә ҡуяйым! - тип мендәргә ауып илай башланы.

Бындай уҡ боролошто көтмәгән Сәмиғә ҡаушап ҡалды. Тапанып бер аҙ торғандан һуң:

- Ааһ-аһ… - тип әйләнеп сығыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Гөлшаттың килен булып төшөүенә ике аҙна үтеп китте. Йәш килен иренә лә, ҡайны-ҡәйнәһенә лә, ғөмүмән, яңы тормошона өйрәнеп китә алмай аҙапланды. Ярай әле ире көнө-төнө баҫыуҙа, ике-өс көнгә бер ҡайтып, мунса инә лә, һары таңдан тағы сығып китә. Бер ауыҙ һүҙ әйтеп һөйләшкәндәре лә юҡ. Эшләп арыған ир түшәктең бер осонда ятып йоҡлай ҙа, беренсе әтәстәр ҡысҡырыр алдынан юҡ та була. Хәйер, Гөлшат бөтөнләй ҡаршы түгел. Был ҡап-ҡара, йөнтәҫ, етмәһә һаҡаллы кешенең хәләл ире икәненә һаман ышанып етә алмай. “Албаҫты” тип эстән генә ҡушамат та тағып өлгөрҙө үҙенә. Бер күтәрелеп ҡарамаһа ла, һөйләшмәһә лә, йәш ҡатын унан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа, ләкин шул уҡ ваҡытта төндәрен бәйләнмәгәнгә рәхмәтле ине.

Иңке-таңҡы йөрөп, уйланып, илап үтә күпселек көндәре…

Әйтерһең,19 быуат урамда, тип мөңгөрләп асыуланып та китә. Совет власы сәскә атҡан етмешенсе йылдар бөтөп бара!

Хәйер, бәләкәй генә төпкөл ауылда үҙенең йолалары һәм ҡанундары… Ҡыҙ бала егермене үтһә, тиҙерәк кейәүгә биреп ҡотолоу яғын ҡарайҙар. Ҡарт ҡыҙ, имеш!

Гөлшат менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты инде.

Ул ике ағаһы, бер ҡустыһы менән сыр-сыу килеп, яҡлаулы-арҡалы булып үҫте. Ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙ булғас, йорт мәшәҡәттәре күбеһенсә уның һәм әсәһенең иңдәренә төштө. Мәктәпте бөткәс тә, ҡырға китеп торманы. Ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләй башланы. Ағайҙары бер-бер артлы үҙ йәрҙәре менән ҡауышып, өй һалып, айырым йәшәргә сыҡтылар. Армиянан ҡайтҡан ҡустыһы ла, ҡапыл ғына өйләнеп, кинйә булһа ла, ауылда йәшәргә теләмәне - баш ҡалала төпләнде.

Егерме бишенә ҡараған Гөлшат әсәһе менән генә тороп ҡалды.

Бер ҙә бошонмай ине ул! Көндөҙ яратҡан эшендә - китаптар һәм хыялдар донъяһында, кисен өй мәшәҡәттәре. Ҡош-ҡорттарҙы ҡарап, әсәһенә һыйыр һауырға ярҙам итеп, арманһыҙ булып йоҡлап китә ине.

Шулай үҙ яйы менән йәшәп ятҡанда, майҙың бер илерткес кисендә, баҡсалағы эскәмйәлә уйланып ултырған Маһира апай ҡыҙы менән һөйләшеп алырға булды.

- Ултыр әле, ҡыҙым. Бер бөртөгөм минең, алтыным… Өндәшмәй ҙә булмай инде…

Бер алмағастарҙы, бер муйылдарҙы кинәнеп еҫкәп йөрөгән Гөлшат әсәһенең моңһоу күҙҙәреренә аптырап ҡараны.

- Ни булды, әсәй?

- Булды тип… Йәшең бара бит, балам. Кейәүгә сығырға, балалар үҫтерергә күптән ваҡыт.

- Эй, әсәй! Ниндәй кейәү ти инде. Һине ташлап ҡайҙа ғына китәйем! Япа-яңғыҙ ҡалаһың бит, - тине ҡыҙ вайымһыҙ ғына.

- Ғүмер буйы мине һаҡлап ултыра алмайһың инде! Ағайҙарың алыҫ төпләнмәнеләр, ураған һайын килеп торалар... Бөтөнләй ҡарыуым ҡайтһа, күсереп алырҙар. Һин минең өсөн борсолма. Үҙеңде уйла әле. Егерме бишең тула быйыл, тағы күпме йөрөмәксеһең?

Гөлшат килеп әсәһен ҡосаҡлап алды. Үсекмәҫкә тырышһа ла, тауышында үпкәләү сатҡылары ишетелеп китте.

- Ҡарт ҡыҙ, тимәксеһең инде?

- Кеше һүҙ йөрөтә бит, ҡыҙым! Минең өсөн ҡолонсаҡ ҡына булһаң да, ултырған ҡыҙ, ҡарт ҡыҙ, тип ғәйбәт һаталар. Теләһә кемгә ҡушып һөйләргә лә күп һорамаҫ ауыл халҡы! Ҡустың да һинән алда өйләнеп ҡуйҙы, ҡарышҡан шикелле…

- Һуң, тота килеп, кемгә сығайым? Бер йүнле әҙәм юҡ та баһа!

- Беҙҙә булмаһа ни, күрше ауылда бар.

Маһира башын эйеп, сырыш ҡулдары менән бер аҙ итәген һыйпап ултырҙы. Нисек әйтергә белмәй ине, буғай…

- Кисә… Низаметдин ҡарт килгәйне. Улы Ғәзизйәнгә димләй…

Гөлшат ҡорт саҡҡан һымаҡ ырғып тороп китте. Был хәбәрҙең тиккә генә сыҡмауын, өлкәндәрҙең күптән һөйләшеп ҡуйыуын аныҡ аңланы.

- Кит инде, әсәй, шул белмәгән-күрмәгән кешегә тоттороп ебәрәһеңме?

Ҡыҙҙың күҙҙәрендә ынйылай йәштәре ялтырап китте. Әсәһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, ә ул… Күҙгә көйөк булмаһын тигәндәй, әллә кемгә тейәп тә оҙатмаҡ!

Маһира, ҡыҙының янына килеп, ҡаты ҡағылмаҫҡа тырышып, арҡаһынан һыйпап әкрен генә өндәште.

- Насар кешеләр түгел улар. Атайың иҫән саҡта ҡорҙаштар ҙа булып йөрөгәйнеләр. Тырыш, эшлекле ғаилә. Шул кинйә улдары Ғәзизйән өйләнмәй ҡалды инде… Колхозда эшләп йөрөй, комбайнер булып. Сыҡ та ҡуй ҡыҙым, алам тип торғанда. Барыбер күҙләп, яратып йөрөгән егетең юҡ…

Ҡапыл һиҫкәнеп китте Гөлшат.

- Нисек булмаһын! Бар ул минең һөйгәнем! - тип әйтеп һалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

- Аһ… Кем һуң ул?! Нишләп миңә өндәшмәнең?

Маһира аптырап ҡыҙына текәлде. Уйынға сыҡмай, берәү менән дә хат алышмай, хәҙер килеп егетем бар, тип торасы! Бына һиңә мә!

Гөлшат иһә, яуап бирергә ашыҡманы. Ирендәрен тешләп, тегеләй ҡарап, былай ҡарап, тапанып тора бирҙе.

- Кем балаһы ул? Ҡайҙан? Гөлшат, тим!

- Уф, әсәй! Мин белмәйем… кем икәнен дә… исемен дә…

Тамам хайран ҡалды әсә.

- Нисек инде?! Кем менән аралашҡаныңды белмәйһеңме ни? - тип һорауҙар яуҙыра башланы.

Гөлшат ҡапыл нисектер бәләкәсәйеп, йонсоп ҡалғандай булды. Әллә сараһыҙлыҡтан, әллә уны аңламаясаҡтарын алдан тойғандан, йөҙө һурылып, күҙҙәре тоноҡланып китте.

Яуап көткән әсәһенә барыбер аңлатырға кәрәклеген, былай ғына ҡотола алмаясағын һиҙгән ҡыҙ әкренләп һүҙ башланы.

- Иҫләйһеңме әсәй, миңә ун биш йәштәр булғандыр… ауылға сиғандар килгәйне? Еҙ самауырҙар, йөн-йомортҡа, тағы әллә нимәләр йыйып йөрөнөләр…

- Ул ас ҡарғалар йыш үтеп китә беҙҙең ауылдан, шунан ни булған һуң?

Йылмая биреп, Гөлшат дауам итте.

- Беҙ, бер төркөм ҡыҙҙар, ҡыҙыҡ күреп, йәшенә-боҫа шуларҙы күҙәтеп йөрөнөк. Эй, ҡатындары шундай сағыу бит әле ул, күлдәктәре, биҙәүестәре ни тора! Бер заман, шулай шырҡ-шырҡ ултырған ерҙә, йәш кенә ҡатын үҙе беҙгә килде лә:

“Ҡыҙҙар-матурҙар, кем киләсәген белгеһе килә? Кәрт тә һалам, ҡулға ҡарап та әйтәм”, - тимәһенме!

Беҙ тәүҙә хәтәр ҡурҡтыҡ. Тик ҡыҙыҡһыныу еңде инде. Кемдер ваҡ аҡсаға, кемдер йомортҡаға кәрт һалдырырға керешеп китте. Мин дә елдереп ҡайтып, егермеләп йомортҡа алдым да, киттем киләсәгемде белергә!

Сиратым еткәс, теге ҡатын ҡулымды ғына алды ла: ”Ә һин бәхетле булаһың. Баланан да бәхетең бар, ирҙән дә уңаһың. Бөҙрә сәсле була ирең”.

Шулай тип кенә әйтте лә, артабан китте. Ә мин тулҡынланыуымдан, ҡурҡыуымдан, шатлығымдан йөрәгем шартларҙай булып тороп ҡалдым… Үәт… ул ҡатын миңә бәхет вәғәҙә итте, аңлайһыңмы?

Ҡыҙын иҫе китеп тыңлап ултырған Маһира, сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

- Шунан, шул сиғанға ышанып, бөҙрә сәсле ирҙе көтөп тик ултырҙыңмы?

Төрттөрөп әйтелгән һүҙҙәр йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалһа ла, Гөлшат йылмайып маташты. Әсәһе лә аңламағас инде…

- Көттөм шул! Һаман да көтәм. Беләһеңме, ул әллә нисә йылдар инде төштәремә керә. Минең менән һөйләшә, эҙләп табырға вәғәҙә бирә…

Уның ҡарашын, ҡулдарын, һүҙҙәрен ятлап бөттөм инде. Күңелемдә ныҡлы урын алған ул. Ҡасандыр осрашасағыбыҙға һис шигем юҡ!

Ойоған аяҡтарын ыуа-ыуа торҙо ла әсә, нисектер үкенеү ҡатыш аптырау менән әйтеп ҡуйҙы:

- Һин ҡыҙый, китаптарың араһында бөтөнләй тилеләнеп бараһың да баһа! Кешегә һөйләй күрмә тағы, көлөп күҙеңде лә астырмаҫтар! Был барыһы ла башыңдағы хыял ғына. Ә йәшәү, тормош - икенсе төрлө. Мин дә инде, ҡарт алйот, һине әпәүләгән булып…

Һөйләнә-һөйләнә өйгә инеп барған Маһира ошо мәлдә ныҡлы ҡарарға килгән ине инде…

Ысынлап та, күп уйламай, матур август айында никах уҡытып, хәленән килгәнсе туй яһап, Гөлшат әйтмешләй, тейәп тә ебәрҙе.

Ҡыҙыҡ ҡына үтте уларҙың мәжлестәре… Туған-тыумасалары зыҡ ҡубып күңел асҡанда йәш кәләш тә, кейәү балаҡай ҙа өндәшмәй генә, баш баҫып ултыра бирҙеләр. Ғәзизйән ара-тирә Гөлшатҡа ҡараш ташлаһа, ҡыҙ иһә, уға бөтөнләй күтәрелеп тә ҡараманы. Нисектер вайымһыҙ, арыған төҫ менән үткәреп ебәрҙе ул үҙенең тормош байрамын… Юҡ, әсәһенә лә, буласаҡ иренә лә асыу һаҡламаны. Тик үҙен генә, мөхәббәтенә, хыялына хыянат итеүсе тип, эстән ашаны.

Шулай уйҙарынан, бошоноуҙарынан алйып йөрөй торғас, бер ай ҙа үтеп китте. Ҡулына эш бармаһа ла, тик ултырып өйрәнмәгән ҡыҙ, яйлап йорт-ҡурала булыша башланы. Емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән мәл, барыһын да йыйырға, эшкәртергә кәрәк… Ҡәйнәһенең арманһыҙ булып сапҡанын ҡарап ултыра алмай инде! Уның хыялдары тормошҡа ашмағанға был оло кешеләр ғәйепле түгел бит. Улар ҙа беҙгә ярҙамсы булһын, тип алғандар киленде.

Тик күршеләр менән аралашырға, ауыл кешеләре менән танышырға һаман да тартынды. Шул сәбәпле, ҡәйнәһенең һыйырҙарын һыуҙы, әммә башҡа килендәр кеүек көтөү ҡыуырға оялды…

Был хәл дә оҙаҡҡа барманы, иртәнсәк ҡәйнәһе менән ҡайныһының һөйләшеүен ишетеү нөктә ҡуйҙы.

- Анау Сәбиләне әйтәм, килен булып төшкәненә өс йыл, миңә ауыҙы остаңлап хәбәр ҡушып тора! - ҡәйнәһенең асыуы ҡабарған ине. Дарҫ-дорҫ баҫып, иртәнге сәй әҙерләп йөрөүе. - Нишләп киленең һыйыр ҡыумай әле, уятырға ҡурҡаһыңмы ней, тип тора, оялмай! - Ээй, ошо бисәләрҙе, тауыҡ һымаҡ ҡытҡылдашып алаһығыҙ ҙа китәһегеҙ! Низам бабайҙың тауышы асыулы сыҡты. Яратмай ине ул шундай ығы-зығыны.

- Һин дә инде, оло башыңды кесәйтеп, ошаҡлашып торған булаһың! Тапманыңмы ни әйтер һүҙ?

- Ниңә, әйттем инде…

- Нимә тинең?

- Кеше сәйнәгәнсе, кишер сәйнәһәңсе, файҙа булыр, тинем…

Ҡайныһы ҡапыл һаһылдап көлөп ебәрҙе.

- Һаай, минең әбей! Бер ҙә бирешеп тормағанһың әле, тужы тәмле һоғондорғанһың! Бабыйының көлөүенән, үҙенә яратып ҡарап ҡуйыуынан күңеле күтәрелә биргән Сәмиғә лә йылмайып, маһайып китте:

- Бирешергә ни әле мин…

Соланда һөт айыртырға йөрөгән Гөлшат асыҡ ишек аша барыһын да ишетеп, биттәре янып китте. Уны яҡлап, кем менәндер һүҙгә килешеп йөрөгән ҡәйнәһен йәлләп ҡуйҙы. Үҙенең уй-ҡайғыларынан арына алмай, эргәләге кешеләрҙе бөтөнләй уйламаған! Оло кешеләрҙең йөҙөн йыртып, ғәйбәт таралыуға сәбәпселек итеп ултырырға кем әле ул! Юҡ, Гөлшат артабан быға юл ҡуймаясаҡ!

Иртәгәһенән башлап, күршеләрҙе бер аҙ аптыратып, йәш килен һәүкәштәрҙе һай-һайтлап көтөүгә ҡыуып алып китте.

Баҡсала эшләп, саф һауала йөрөп Гөлшаттың илауҙары ла кәмене. Күҙҙәренең шешенеүе бөтөп, төҫ ҡунғандай булды. Ара-тирә йылмайғандай ҙа итә… Быны күргән Сәмиғә әбей, тыныслана төштө. Йыш ҡына бабайына мәғәнәле ҡараштар ташлап ҡуя, йәнәһе, “ипкә килеп бара был”.

Тик “Албаҫты” менән генә борсаҡтары бешмәне йәш килендең… Һаман бер-береһенән ситләшеп, икеһе ике мөйөштә йоҡлап төн уҙғарҙылар. Иренең йылмайып өндәшеүенә Гөлшат шул хәтле ҡурҡып ҡарай ине, хатта Ғәзиз үҙе лә тертләп, уңайһыҙланып китә.

Улының тағы ла нығыраҡ ябығып, яурындары төшөп, кәйефһеҙ йөрөгәнен күргән әсәнең ни тиклем эсе бошмаһын, ир менән ҡатын араһына ҡыҫылырға баҙнат итмәне. Яйлап өйрәнерҙәр бер-береһенә, килененең ҡырағайлығы ла баҫылыр, тип өмөт итте.

Тупһала хуш еҫле алмаларҙы ҡайнатмаға турап, үҙ уйҙарына батып, мөңгөрләп ултырған Сәмиғә әбей бөгөн айырыуса ҡәнәғәт ине. Кисә генә ҡоҙағыйы килеп ҡайтты. Самауыр яңырта-яңырта оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар. Килененең дә кәйефе күтәрелеп китте. Шулай булмай, әсәй бит ул, бәлки ҡатын-ҡыҙ ғына белә торған кәңәш тә биргәндер…

"Йә, бәрәкалла, тынысланып бара, ниһайәт," - тип һөйләнеп ҡыуанып ултырған хужабикә килененең өйҙән сыҡҡанын ишетмәй ҙә ҡалды. Нимәлер тип өндәшкәс кенә артына әйләнеп ҡарап, ҡурҡып китте. Йөҙө ап-аҡ булған, күҙҙәре тәрилкәләй ҙурайған Гөлшатҡа ҡарап:

- Нимә булды? Ауырып киттеңме әллә? - тине аптырап.

Гөлшат ниҙер әйтмәксе ине лә - өнө сыҡманы. Балыҡ һымаҡ ауыҙын бер асып, бер ябып өндәшмәй тора бирҙе.

Яңы ғына өйҙө йыйыштырып, иҙәндәрҙе йыуып, һин дә мин йөрөй ине лә баһа!

- Һуң нимә булды? Әллә берәйһе бер нәмә әйттеме? Килен!

Тамам ҡурҡҡан Сәмиғә әбей, ҡалтыранып тупһа яңағына һөйәлеп торған Гөлшаттың янына килеп, күҙенә ҡараны.

Ҡапыл тертләп, ҡәйнәһен беренсегә күргән һымаҡ ҡараш ташланы ла, йәш килен ҡулындағы ҙур ғына фотоһүрәткә ымлап:

- Был кем? - тип бышылдап һораны.

- Ә?

- Кем ул?

Бер нәмә аңламаған Сәмиғә, фотоһүрәтте ҡулына алып, насар күргән күҙҙәрен секерәйтеп, яҡтыраҡ яҡҡа бороп, бер алыҫайтып, бер яҡынайтып ҡараны.

- А-а, кем тисе, үҙ иреңде танымайһыңмы әллә? Ғәзизйән бит.

Тағы ла аптырабыраҡ ҡараған килененә аңлатырға теләгәндәй теҙеп алып китте:

- Нишләп аптырайһың? Был ней, әрмегә китер алдынан төшкән кәртешкәһе. Эй, шулай матур ғына, бөҙрәкәй генә ине ул. Хәҙер генә эҫе тип, башын ҡыра ла ташлай… Һаҡалын ҡырһа ине лутсы, йөрөй шунда бабай ғошап. Балаҡайым һурығып, ҡарайып та китте нишләптер…

Гөлшат уны тыңланымы юҡмы, "Аһ! " тип фотоны ҡәйнәһенең ҡулынан тартып алып оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Иҫе киткән Сәмиғә әбейҙе тағы ла нығыраҡ аптыратып, "Ғәзиз! " тип ҡысҡырып ебәрҙе лә йүгереп сығып китте.

Тупһанан менеп килгән Низам ҡарт та, ситкә сайпылып, саҡ ҡоламай тотоноп тороп ҡалды.

- Тағы нимә булды инде? Нимә бүлешә алманығыҙ? - тине ул ҡырыҫ ҡына.

Ни тип әйтергә лә белмәгән Сәмиғә бер бабайына, бер шартылдап ябылған ҡапҡаға ҡарап торҙо.

- Нимә булғанын ҡайҙан беләйем мин? Ана бит, Ғәзиз дә Ғәзиз тип сабып сығып китте! Ҡуйсы-ҡуйсы, әллә ниндәй дикый нәмә булды ла баһа! - тине ниһайәт аптыраған ҡәйнә.

Аяғына кейергә лә онотҡан Гөлшат арыу-талыуҙы һиҙмәй йүгерҙе лә йүгерҙе. Хәҙер ошо урманды үтһә, уның артындағы тауҙан төшкәс колхоз баҫыуҙары башлана. Машиналар, комбайндар гөрһөлдәүе алыҫта ишетелеп тора. Ғәзиз дә шунда ҡайнайҙыр… Унда булмаһа ла, кешенән һорашыр, һис шикһеҙ эҙләп табыр, барыһын да аңлатыр!

Һуҡыр! Тома һуҡыр икәнһең, тип ҡайыҙланы ул үҙен аҙым һайын. Һөйгәнеңде ҡар баҫһа ла, йөн баҫһа ла танырға тейеш инең!

Ҡапыл тыны бөтөп, бер ҡайынға тотоноп һығылып илап ебәрҙе Гөлшат. Ике саф шишмәләй, тыйып булмаҫлыҡ көс менән йәштәре аҡтылар ҙа аҡтылар… Әйтерһең дә, ниндәйҙер ҡыҫып торған ҡоршау ысҡынып китте.

Әйҙә аҡһындар, улар бит әсе ҡайғы йәштәре түгел!

Ошо мәлдә яйлап ҡына бөтә үкенестәрҙән, ҡурҡыуҙан һәм көтөп арыуҙан арынған өп-өр яңы бәхетле ҡатын яралды. Ә фотоһүрәттән уға йәштән һөйгән, төштәренә инеп йөҙәткән икенсе яртыһы йылмайып ҡарай ине...

 

Яҙгөл Байрамғолова

 

Автор:
Читайте нас: