Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Сентябрь 2022, 10:39

Боралҡы

Ғиләж Мөҡсинов бүтәнсә күсенеп йөрөмәҫкә ныҡлы ҡарарға килде, ахыры. Ташҡыяның үркәс-үркәс тауҙары, һырғый ҡарағай урмандары әсир итте, ауылдың ҡап уртаһынан ҡаранлап ҡына аҡҡан саф һыулы йылғаһы күңеленә хуш килде. Ауылға инеп тирә-йүнде байҡағас, һатып алырға тип, буш өй һораша башланы. Элгәре йәшәгән ерҙәрендә ваҡытлыса торлаҡ әтмәләр ҙә йөрөр ине. Был таулы төбәккә китеүенең үҙ сәбәптәре лә бар. Был турала бүтән кеше түгел, хатта Ғәлиәбаныуы ла, уйлап-уйлап та, сырамыта алмаҫ. Ғиләж ағай, йомоҡ уҡ булмаһа ла, ҡаты сер тота белгән кеше. Ташҡыя халҡы яңы кешеләр килеүе элгәре «боралҡыларҙың» ниндәйерәктәр икәнлек тәрен белеү өсөн төрлөсә лаҡап һаттылар. Берәүҙәре, был әҙәм ҙур сауҙала эшләп, хаттин ашҡан «ристарат» сығарып, был яҡҡа һөрөлгән икән, тинеләр. Икенселәре, туҙға яҙмаған хәбәрҙәре менән кемуҙарҙан бер-береһен ышандырырға тырышты.

БоралҡыБоралҡы
Боралҡы
Боралҡы килһә, Боронғоға урын юҡ.

Халыҡ әйтеме

1

Яңы кешеләр

Ғиләж Мөҡсинов бүтәнсә күсенеп йөрөмәҫкә ныҡлы ҡарарға килде, ахыры. Ташҡыяның үркәс-үркәс тауҙары, һырғый ҡарағай урмандары әсир итте, ауылдың ҡап уртаһынан ҡаранлап ҡына аҡҡан саф һыулы йылғаһы күңеленә хуш килде. Ауылға инеп тирә-йүнде байҡағас, һатып алырға тип, буш өй һораша башланы. Элгәре йәшәгән ерҙәрендә ваҡытлыса торлаҡ әтмәләр ҙә йөрөр ине. Был таулы төбәккә китеүенең үҙ сәбәптәре лә бар. Был турала бүтән кеше түгел, хатта Ғәлиәбаныуы ла, уйлап-уйлап та, сырамыта алмаҫ. Ғиләж ағай, йомоҡ уҡ булмаһа ла, ҡаты сер тота белгән кеше. Ташҡыя халҡы яңы кешеләр килеүе элгәре «боралҡыларҙың» ниндәйерәктәр икәнлек тәрен белеү өсөн төрлөсә лаҡап һаттылар. Берәүҙәре, был әҙәм ҙур сауҙала эшләп, хаттин ашҡан «ристарат» сығарып, был яҡҡа һөрөлгән икән, тинеләр. Икенселәре, туҙға яҙмаған хәбәрҙәре менән кемуҙар ҙан бер-береһен ышандырырға тырышты.

Ауыл кешеһенең ҡанына һеңгән ғәҙәте шул: һәр яңылыҡтың төймәләйен дә, дөйәләйен дә һағыҙ кеүек сәйнәй-сәйнәй ҙә, тәме бөтһә, төкөрөп ҡуйыусан. Ташҡыяға әүәл-әүәлдән килә-китә торҙо лар. Күп тә үтмәй, был турала онотоп та ҡуялар. Ә Ғиләж ағайҙың күсенеп килеүе һәүетемсә генә көн күргән ауылдың тормошон ҡырҡа үҙгәртмәһә лә, йән өргәндәй итте.

Һатып алған иҫке генә өйөн һүтеп ташлап, үҙенсә күтәреп ултыр тыуынан башланды. Өй алдына эшләгән емеш-еләк баҡсаһы ла ауылда беренсе һәм берҙән-бер ине. Йортон рәтләү менән өй артын- дағы еренә ҡутарып картуф ултыртты, кишер, сөгөлдөр һәм башҡа лары тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Ҡыярға тип, теплица һын да әтмәләп ебәргәс, ауыл бисәләренең һушы китте. Ташлы ерҙә бер нәмә лә үҫмәй тигән ялҡау ҡараштар Ғиләждең емерелеп уңған йәшелсә- ләренән һуң кирегә үҙгәрҙе. Боралҡының һәр эшләгән эшенә таш ҡыялар сәйерһенеп ҡараны. Күршеһе Мәликәнән һыйырҙың нәжесен һорап ингәндән һуң, бот сабып көлдөләр. Унан ғәйәр йәй уртаһында Ғиләж балаларының ҡыштырлатып ҡыяр кимереп йөрөгәнен күргән Мәликә: «Мал буғынан үҫкән нәмәне ашамаһам-аша мам, бат уҡымам», – тип ғәжәп итте. Ғиләждең өлкән ҡыҙы Мәрфуғаның ҡыяр ҡабыҡтарын битенә йәбештереп йөрөгәнен ҡойма ярығынан күҙәтеп торған әлеге Мәликә ауыл буйлап һөйләп йөрөргә лә йыбанманы. Ҡыяры ҡыяр ҙа, ер өҫтөндә тупылдашып тәгәрәп ятҡан ташҡабаҡ, ҡауындарҙы йомошҡа кергән бисәләрҙең күреп сығыуы әкәмәт тыуҙырҙы. Ташҡыя ирҙәренә көн бөттө. Бисәләре һәр хәбәрен, «Ана, Ғиләж былайтҡан да, Ғиләж тегеләйткән», тип сурытыр булды.

«Һин, Ғиләж, шурты-муртыларың менән беҙҙең бисә-сәсәне юра- мал ҡотортоп ҡайтараһың шикелле. Йә уларға ҡыярға һауыт, йә ташҡабаҡмы кәрәк, кәртүк ашаһалар ҙа еткән», – тип килеп әйткелә- гән ирҙәре лә табылды. Ғиләж ағай,

ғәҙәтенсә, мыйығы аҫтынан хәйләкәр генә йылмайып: «Ҡыярға һауыттан алда, яланғас осаларға һауыт кәрәкмәҫ микән?» – тине. Был ирҙәрҙең бәҙрәфтәре юҡлығына төрттөрөүе ине. «Юҡһа, минең төпсөк малай, Хәбибйән, һинең ялан ғас осаңды беҙҙең тәңгәлгә төҙләгән һайын эсе ҡатып көлә торғас, сирҡана башланы», – тип өҫтәне. Кисен Хәбибйәндең ситәненә бер-ике таҡтаны шапылдатып ҡағып йөрөгәнен күргән Ғиләж ағай малайына ҡарап: «Хәҙер кәртешкәгә төшөрә алмаҫ инде», – тип мәрә кәләне. Уның менән генә бөтһәсе. Һил генә көн күргән ауыл ирҙәре нең тыныслығын боҙған Ғиләжде әленән-әле «тешләргә» теләүселәр табылып ҡына торҙо. Иртүк баҡсаһына һыу ташыған Ғиләждең юлына Ғофран арҡыры баҫты.

– Һин, Ғиләж, кулак малайы булғаның шәйт. Атайыңдың ергә күмелгән алтын-көмөштәрен шыпайтып, беҙҙең яҡтарға тигенгә килеп сыҡмағанһыңдыр, – тип ыҡылданы һаҡау теле менән.

– Мин бит, ҡорҙаш, уңыш бирә торған тупраҡҡа терекләтә ярау итеп йөрөмәйем. Эшкәртәм дә, файҙаһын күрәм. Ни төртһәм дә май төртәм тигәндәй, көллөһөнә ярап ҡала мин үҫтергән уңыш, – тине лә юлын дауам итте.

Бармаҡҡа-бармаҡ һуҡмаған Ғофран да, бүтәндәре лә нисек бар, шулай ғүмер һөрҙө, боралҡы Ғиләж, үҫмәгән ерҙә үлән үҫтереп, гөрләтеп донъя көттө.
2

Әгүрсә малайы

Ташҡыяның ыуаҡ малайҙарына теплицанан ҡыяр сәлдереп аша тып йөрөһә лә, Ғиләждең төпсөк малайы Ғилемхандың улар менән борсағы бешмәне. Ҡыян малайҙар өлкәндәрҙең хәбәрен йөрөттө. Балыҡ ҡармаҡларға барайыҡ тигән булып, ыштан төптәренә селбәрә ләй генә ҡыярҙарҙы тултырып алалар ҙа яр буйына һыпырталар. Ҡыярҙарҙы һоғалап бөткәс, тотоналар Ғилемханды кәзәкәләргә. Хәләф тигәне Ғилемханды көрәшеп еңә алмағас, «Әгүрсә малайы, әгүрсә малайы!» – тип үсекләне. Малайҙар бер-береһенең яғаһына йәбеште.

Хәләф ҡанға туҙҙырылған тигән хәбәр икеләтә арттырылып ауылға таралды. Сәлиха малайын елтерәтеп тигәндәй Ғиләж йортона килтерҙе. Тын ғына тыңлап торған атаһы Ғилемханға ҡарап: «Ҡыяр ашатыуҙың ҡоһоро инде был», – тине.

Ғилемхан бала аҡылы менән Ташҡыя малайҙарының үҙҙәрен өнәп бөтмәүҙәрен, бөтөн монаятыңды бирһәң дә ярап булмаҫын тоя ине. Шуға күрәлер, уйнаһа, ара балалары менән генә аралашты. Ҡыярҙан тамам бүкте, хатта күрә алмаҫ сиккә етте. Үҫә төшкәс тә Ғилемхан үҙен ситен хис итте. Оҡшатып йөрөгән ҡыҙыҡайы Фазила ның сумкаһын мәктәптән ҡайтышлай күтәрешеп килгәндә, әлеге Хәләф менән Фазыл туҡмап киттеләр.

Ауыл кешеләренә күңеле ҡатып буй еткерҙе Ғилемхан.

3

Донъя – ҡуласа

Сөм йәшел сиҙәмдә, фанилыҡтың бөтөн рәхәтлектәрен үҙ иңендә татып, тилерткес хыялдар шауҡымында илереп бер кеше ята. Ҡояш- тың тап эҫеһе боролған ерҙә ятҡанғамы, кәпәсен йөҙөнә ҡаплаған. Сискән ыңғайҙа сатай-ботай бырағытылған кирза итектәре бер-бер артлы тауҙан төшөп барғандай. Тәпәрләнеп бөткән бумазый сылғау- ҙары аяғынан сиселеп бөтмәгән. Кеше ым-ишараһыҙ, хәрәкәт һеҙ ята. Башының осонда маҙаһыҙлап себен бызылдай башланы. Ул бәйләнсек себенде йыға һуҡҡандай булып, тупыс бармаҡлы һул ҡулы менән һауаны иҙәп ала. Түҙмәне, торҙо. Был – Ғилемхан. Бөгөн ул – донъя тотҡаһы. «Һыртығын» күтәргәндә лә булыр ине. Ҡайһы берәүҙә рен йөгөндөргәндә лә ярап ҡалыр ине. Заманы ҡулай уйниәттәрҙе бойомға ашырырға. Ләкин Ғилемхан ундай юл менән абруй яулай алмаҫын белә.

Колхоз мәшәҡәттәренән саҡ ҡына арынып ял итеп ала торған еренә – тау түбәләсенә килә ул. Бында килеүенең үҙенә күрә сере лә бар. Шул арала ҡолағына һыйырҙарҙың күмәк мөңрәүе салынды. Ҡатын-ҡыҙҙың сыр-сыулашыуҙарын ишетеп, Ғилемхан ҡарашын шул яҡҡа күсерҙе. Төшкө һауынға ҡайтҡан малдарҙы аҙбарҙан сығаралар икән. Бисара ҡатындар ҡайһыһын һуҡҡылай, бәғзеһен этә-төртә. Ана, береһе хатта мөгөҙҙәренә барып йәбеште. Бәй, был Фазила түгелме? Ҡай хәтлем сая, һыйырҙың һелтәнеүенән дә ҡурҡмай. Егет тең йөрәге жыу итеп ҡалды. Ул ҡабаланып түбәнгә йүгерҙе. Колхоз рәйесенең йәнтәслимгә килгәнен күргән бисәләр бер-береһенә һағайышып ҡараны. Улар төшкө һауынға Ғилемхандың килмәүенә күнеккәйне.

– Беҙҙең аҡҡа ҡул һуҙғанды берәйһе тишкәндер, – тине Ғил- миниса хафаланып.

Ләкин Ғилемхан аҙбарҙың бөтөн ишектәрен шарран асты ла, малдарҙы ҡыуаланы. Үтеп барғанында Фазилаға яндырай ҡараш- тарын тоҫҡаны.

«Эх, Фазила, Фазила! Ғүмерем буйына һин тип янып өтөлөрмөн микән? Ниңә һанламайһыңдыр мине? Килмешәк булғанғамы? Әллә… Ғилемхан да ил һаҡларға китмәҫ инеме ни? Әлеге лә баяғы, эскә йомолған бармаҡтарында бар ғиллә. Аҡайып торған баш бармаҡтан фәтүә юҡ».

Ҡайнар һурпалы сөгөнгә таянғанын саҡ ҡына хәтерләй ул. Бе шеүҙән саҡ-саҡ аңын юғалтмаған малайҙың сей яраһына күршеләге Бикә ҡарсыҡ тоҙ һиптерткән. Наҙан әбей яраһы тиҙерәк ҡатһын тигәндер. Унан ғәйәр шаҡрайтып бәйләп ҡуйыуҙарын әйтсәле. Йомоҡ көйө ҡатып уңалған бармаҡтар ҡабат яҙылманы. Ғәлиәбаныу апай терекләтә улын ғәрипләүенә ятҡан-торған һайын йөрәк майын һыҙырҙы. Эшкә ашырҙай барса ир-аттар һуғышҡа китеп бөткәс, белеме лә бар, эштең дә рәтен-сиратын белә тип, ике ауылды берләш- тергән «Таң» колхозына Ғилемханды рәйес итеп ҡуйҙылар. Ауыл кеше ләре был яңылыҡты хәүефләнеп ҡабул итте. Аҙаҡ, «Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ташламаҫ», тиештеләр.

Ул йыл ҡара көҙҙән ҡырыҫ килде. Тейешле ямғыры ла яуманы, ҡары ла аҙ булды. Етмәһә, яҙ оҙоно ҡара һыуыҡтары менән биҙрәтте. Сәскә һалҡындары үткәс, май аҙағына ғына көндәр имшене. Йәшел үлән һәлкәү генә моронланы. Ҡап-ҡара ер ялап ҡайтҡан малдар үлә башланы. Эш аттары ҡорсаңғыланды. Аттарҙы бәләнән

йолоп алыу өсөн Ғилемхан будкалар эшләтте. Был ҡоролмаларҙы үҙҙәренсә газ камералары тип йөрөттөләр. Ҡорсаңғы йоҡторған аттарҙы ошонда ыҫланылар. Өмөтһөҙ хайуандарҙы колхоз рәйесе салдырырға мәжбүр булды. Баҫыу ыстанында бешерелгән итте әллә салынған, әллә юҡ, тип ерәнеп ашамай тороусыларҙы Ғилемхан әрләп алды.

– Төйөр ашҡа ни етә? Үткәндә район үҙәгендә эвакуацияланған ғаиләне күрҙем. Ленинградтың үҙенән. Күн ботинкаларҙы ағарт ҡансы бешерҙек, иң тәмле ере теле икән тип һөйләп торҙолар, – тине. Колхоз эшендә йөрөгәндәрҙе нисек туйындырыу ине ниәте уның. Ҡорсаңғы ҡазаһы үтмәҫ борон, аттар бетләй башланы. Ғилемхандың үҙенең Һараты, яман шешенеп, бураҙна буйында ятып үлде. Өйҙә ҡалған ҡарт-ҡороноң, бала-сағаның хәле мөшкөл. Көҙҙән ҡара ер өҫтөндә ҡалған өшөгән картуфты иҙеп-төйөп, мейес өҫтөндә күм-күм итеп ҡатырып крахмал ашағандарҙың да ризығы наҡыҫланды. Йыуа, ҡуян тубығы эҙләп табалмаған малайҙар тауҙарҙан танау төшөрөп ҡайта. Ауыл халҡының көллөһөнә ярҙам итә алмағанына әсенә Ғилемхан. Тормошҡа зирәк ҡарашлы атаһы булһын ине эргәлә, тип йышыраҡ уйланды ул.
 
 
Автор:
Читайте нас