Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Октябрь 2022, 16:17

"Сәскәләр уяныр" таланттар аса

Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән өлкән булған үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, йыр коллективтары саҡырыла.

"Сәскәләр уяныр" таланттар аса"Сәскәләр уяныр" таланттар аса
"Сәскәләр уяныр" таланттар аса

18 ноябрҙә Благовар районында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсы була. "Сәскәләр уяныр" тип аталған сара арҙаҡлы композиторҙың ижад емештәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән өлкән булған үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, йыр коллективтары саҡырыла. Улар жюри тарафынан айырым баһаланасаҡ.

Заявканы 2022 йылдың 11 ноябренә тиклем ошо электрон адрестарға ебәрергә кәрәк: blag_rdk@mail.ru, lena.v@inbox.ru, natalia_konda@mail.ru. Төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү өсөн телефон:: 8(34747) 2-25-17.

Рим Хәсәнов – башҡорт совет композиторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ССССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы, Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы. Шулай уҡ Рим Мәхмүт улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән наградланды.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас