Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Ноябрь 2022, 10:24

Үскә үс. Юмореска

Мин икенсе көндө иртән ике ҡулға ике сумаҙан тотоп ауыл осондағы автобус туҡталышына сығып баҫтым да маршрутка автобусы көтөп торорға булдым. Үҙем баҫып торам, үҙем уйлап торам, нисек кенә уҡып сығырмын икән был китаптарҙы? Мин бит өйҙә торғанда гәзит тә уҡығаным булманы, ә бында нисә роман китап!

Үскә үс. ЮморескаҮскә үс. Юмореска
Үскә үс. Юмореска

Һис уйламағанда колхоз идараһы мине илле йәшем менән ҡотлап, шифаханаға юллама менән бүләкләне.

- Әптерәй, йыл әйләнәһенә бер тапҡыр ҙа ял итмәйсә эшләп, илле йәшкә лә еттең. Бер ҡайҙа сыҡҡаның юҡ, донъя күреп, үҙеңде күрһәтеп ҡайт, - тип күҙен ҡыҫып, колхоз рәйесе Ғата Вәлиевич йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһағанда ҡулымды ҡыҫып бүләк итте.

Юлламаны тотоп өйгә ҡайтҡансы уҡ был бүләк хаҡында минең ҡатынға еткергәндәр ине. Ҡатын мине ҡолас йәйеп ҡаршы алыр тигән инем, мин ишектән кереүемә башын да күтәреп ҡараманы.

Был кисте беҙ айырым кешеләр шикелле бер-беребеҙгә һүҙ ҡушмайынса ғына киске ашты ашаныҡ.

Иртән тороп ашап ултырғанда, мин:

- Аш өҫтәп бир әле, тамаҡ туйманы, - тигән инем йән киҫәгемә:

- Ана, барған ереңдә туйғансы ашатырҙар, етмәһә өҫтәп тә бирерҙәр, - тип тырт-пырт һөйләште ҡатын минең менән.

Шифаханаға иртәгә барам тигән кисте ҡатын миңә алмаш кейем-һалым менән тултырылған сумаҙанды ҡаршыма килтереп ҡуйҙы ла, кровать аҫтынан тағы бер сумаҙан һөйрәп сығарып:

- Быныһы егерме дүрт көнгә, көн дә уҡып ятырға, мин уҡып сыҡҡан егерме дүрт китап. Бына шуларҙың һәр береһен көн дә уҡып бараһың да, ҡайтҡас миңә нимә тураһында, ниндәй кешеләр яҙмыштары хаҡындағы эстәлеген һөйләйһең. Әгәр ҙә берәйһен генә дөрөҫ итеп һөйләмәһәң, ана һыйырың, кәзәң, һарыҡтарыңды эйәртәһең дә ата-әсәйеңдең йортона күсенәһең, - тине.

Мин икенсе көндө иртән ике ҡулға ике сумаҙан тотоп ауыл осондағы автобус туҡталышына сығып баҫтым да маршрутка автобусы көтөп торорға булдым. Үҙем баҫып торам, үҙем уйлап торам, нисек кенә уҡып сығырмын икән был китаптарҙы? Мин бит өйҙә торғанда гәзит тә уҡығаным булманы, ә бында нисә роман китап! – тип.

Тейешле шифаханаға барып, урынлашып, сәләмәтлекте һаҡлар өсөн тейешле процедуралар алып бөткәс тә, кроватыма ҡырын ятып китап уҡырға тотонам. Көн дә бер китап минең көндәлек нормаға әйләнеп китте. Бүлмәләш егеттәр киске барға барып, ҡыҙҙар менән бейеп ҡайтып ятып йоҡлаһалар, мин көнө-төнө китап уҡыйым.

Шулай көн дә китап уҡый-уҡый шифаханалағы ялым бөтөп ҡайтырға ла ваҡыт етте.

Нисек сығып киттем, шулай өйгә ҡайтып төштөм. Мин ҡатын менән, ҡатын минең менән һөйләшмәй. Үҙем дә хәҙер оҫтарып алдым, ҡатын өй эштәре ҡушһа, кейенәм дә китапханаға китап алырға сығып китәм.

- Ташла китабыңды, иртәгә уҡырһың, - тиһә ҡатын:

- Юҡ, китапханалағы апа тиҙ генә уҡып бөтөр ҙә, иртәгә үк килтереп еткер, башҡа кешеләр китапты көтәләр, - тип әйткәс, ҡатын миңә бер эш тә, бер һүҙ ҙә ҡушмай, өйҙә тып-тын. Бына шулай, мине нисек шифаханаға оҙатҡан, мин дә хәҙер унан шулай үс алыу юлын таптым.

Таһир ВИЛДАНОВ.

Сахай ауылы.

Автор:
Читайте нас