Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Ноябрь 2022, 12:35

Һәйкәл булып китаптары донъя күрә

Француз яуына быйыл 210 йыл тулыуға арналып сығарылған был китапта, ғалим ике быуат элек сәсәндәребеҙ, йыраусыларыбыҙ ижад итеп, изге йәдкәр сифатында беҙгә ҡалдырған ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған фольклор әҫәрҙәргә байҡау яһаған,

Һәйкәл булып китаптары донъя күрәҺәйкәл булып китаптары донъя күрә
Һәйкәл булып китаптары донъя күрә

Билдәле ғалим-фольклорсы, Башҡортостан Республикаһы Академияһының Почетлы академигы Әхмәт Сөләймәновтың яңы "Яуҙаштар һәм дандаштар" тигән китабын ҡулға алыу бәхетенә ирештек.Был хаҡта ғалимә Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдинова үҙенең сәхифәһендә яҙа. "Ул башҡорт фольклорында 1812 йылғы Ватан һуғышы сағылған материалдарҙы үҙ эсенә алған. Ошо француз яуына быйыл 210 йыл тулыуға арналып сығарылған был китапта, ғалим ике быуат элек сәсәндәребеҙ, йыраусыларыбыҙ ижад итеп, изге йәдкәр сифатында беҙгә ҡалдырған ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы идеяһы менән һуғарылған фольклор әҫәрҙәргә байҡау яһаған, билдәле булған йыр, бәйет, легенда һәм риүәйәттәргә яңыса ҡараш менән күҙәтеүҙәрен килтергән.
Ғалим китһә, һәйкәл булып уның китап, хеҙмәттәре ҡала, тигәндәре ысын икән...", - ти Нәркәс Әхмәт ҡыҙы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас