Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Ноябрь , 20:10

Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала.

Фәрғәт Ғәлин туған халҡы йөрәгендә ихлас һәм алсаҡ ауылдаш, оло йөрәкле һәм изге күңелле ағай, тоғро дуҫ, һәм балаларының күңелендә һөйөклө атай булып мәңгегә иҫтәрендә һаҡланыр.

Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала.
Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала.

Бөгөн Ғафури районы Үзбәк ауылы халҡы ижади ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле, ихлас күңелле, эшһөйәр, ижад өлкәһендә күп хеҙмәттәр яҙған Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлинды яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыу кисәһенә йыйылды.
Фәрғәт Ғәлин туған халҡы йөрәгендә ихлас һәм алсаҡ ауылдаш, оло йөрәкле һәм изге күңелле ағай, тоғро дуҫ, һәм балаларының күңелендә һөйөклө атай булып мәңгегә иҫтәрендә һаҡланыр.
Фәрғәт ағай Ғәлин - Тыуған ауылы, районы һәм туған халҡы өсөн бик күп эштәр башҡарған оло шәхес.
Фәрғәт Тәлғәт улы 1954 йылдың февраль айында Ғафури районының Үзбәк ауылында Ғәшиә һәм Тәлғәт Ғәлиндарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Үзбәк, һуңынан Бурлы мәктәбендә тырышып уҡый. Армия сафында хеҙмәт итә, эшһөйәр һәм көслө егет булып буй еткерә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, “Ағиҙел” колхозында шофер булып эшләй. Ул бер эштән дә ҡурҡмай, һәр ҡушылған эште еренә еткереп эшләргә ярата. Эшкә яуаплы ҡарауы, аҡыллы фекере, йомарт күңеле менән халыҡ араһында хөрмәт яулай. Ул 27 йыл ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында арымай- талмай хеҙмәт итә. Фәрғәт Ғәлин 10 йыл районыбыҙҙың “Табын” газетаһында хәбәрсе булып эшләй. Юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Уның бай һәм һутлы телдә ижад ителгән шиғырҙарын туған халҡы яратып уҡый, ятлай һәм шиғри һүҙҙәрен йырҙарға һала. Тырыш, яуаплы хеҙмәте өсөн Фәрғәт Ғәлин СССР ауыл хужалығының
почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министрлығының
миҙалы менән бүләкләнгән.

Фәрғәт Ғәлинды “Йәшен” исемле шиғырында ошондай юлдар бар:
Йәшен булып йәшнәп үткән ғүмер
Йондоҙ булып, беләм, атыла.
Бер күҙ асып йомған арала ла
Мәңгелеккә етер нур ҡала.

Ысынлап та, ғүмер – ул, йондоҙ атылған кеүек, бер матур ғына мәл. Шул нурҙы мәңгелеккә еткереп, туған халҡыңа хеҙмәт итеп йәшәй белергә кәрәк. Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлиндың ижади хеҙмәте бай йөкмәткеле, фәһемле фекерле. Тыуған ере, туған халҡы шиғри күңелле ауылдашын онотмаҫ, йөрәгендә мәңге һаҡлар.

Автор:
Читайте нас в