Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Ноябрь , 17:06

ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ. Лира ЯҠШЫБАЕВА

ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ. Лира ЯҠШЫБАЕВА
ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ. Лира ЯҠШЫБАЕВА

ЛИРА ЯҠШЫБАЕВА.

 

 ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ

 

 Бәхетһеҙлек бәйһеҙлектән башлана. (Халыҡ әйтеме) 

 

 Уҡытыусы Кәбирә Ильясовна бынан биш йыл элек төрмәгә эләккән уҡыусыһының әсәһен күреп, үҙе башлап һаулыҡ һорашты ла:

- Эдиктың хәлдәре нисек? Хат яҙамы?- тине. 

- Һин һорама, мин әйтмәйем инде. Ҡуйсы, ҡуйсы, кем уйлаһын һөйөп, ҡәҙерләп кенә үҫтергән балам енәйәтсе булыр тип. – Мәғишә ауыр көрһөндө.

- Эй, Мәғишә, үҙ ваҡытында әйттем бит, балаңды урынһыҙ яҡлама, артыҡ ҡурсалама, уның аҙағы насар бөтөргә мөмкин, - тинем. Тик тыңламаның шул кәңәштәремде.

- Терһәкте тешләп булмай. Әлеге аҡылым булһамы, улымды яҡлашыу түгел, мәктәптә тәртип боҙғаны өсөн үҙем сыбыҡ алып һыҙырыр инем. 

 Икеһе лә эстән генә мәктәптә бынан ете йыл элек физкультура уҡытыусыһы Раил Фаткуллович менән булған хәлде иҫенә төшөрҙө. Эдик спортзалда бер ҡыҙ баланы баҫтырып тотоп, уны бер мөйөшкә һырыҡтырып, илатып, түш тирәһен һәрмәргә маташҡан. Быны күреп ҡалған йәш уҡытыусы түҙмәгән, барып бөтә класс алдында уҡыусыға һуғып ебәргән, шунан спортзалдан ҡыуып сығарған. Эдик ҡайтып әсәһенә Раил Фатҡуллович мине туҡманы тип яманлап һөйләгән. 

 - Улың үҙе ғәйепле, яҡлашма, бер ере лә ғәрипләнмәгән, һуҡҡан-бөткән, - тип класс еткәсеһе Кәбирә Ильясовнаның әйтеүенә, ялынып өгөтләүенә ҡарамаҫтан Мәғишә тотто ла уҡытыусыны судҡа бирҙе.

- Минең ҡәҙерләп кенә үҫтергән балама ниңә ул ҡул күтәргән?! Мин уны мәктәптән ҡыуҙыртам. Башҡаларға ла һабаҡ булһын, - тип ярһыны. Ҡәһәтләнгән Мәғишә һүҙен һүҙ итте, Суд ҡарары менән уҡытыусыны эшенән бушаттылар. Тәнендә яра, күк эҙҙәре булмағас, хөкөм шуның менән тамамланды.

 Был хәлдән үҙенә ныҡлы һабаҡ алған Раил Фаткуллович:

 - Уҡыусы бөтә класс алдында тәртип боҙа, ә минең уға ҡағылырға ла хаҡым юҡмы ни? Бынан ары мәктәп тирәһенә яҡын да бармайым, - тине лә университеттың юридик факультетына уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап сыҡты. Башта адвакат булып эшләне. Яңыраҡ яҡшы эшләгәне өсөн судья итеп тәғәйенләнде.

 Ә Эдик тәртипһеҙ малай булып үҫте. Уҡыуының да рәте-сираты булманы. Әсәһенең физкультура уҡытыусыһы менән ни эшләгәнен белгәнлектән, уҡытыусылар Эдиктән белем, тәртип талап итмәне, яманатлы булмаҫ өсөндөр, уға ҡағылмаҫҡа тырыштылар. Эдик егет ҡорона тулғас, тағы нығыраҡ бәйһеҙләнде холоҡһоҙланды. Хатта, улым, берҙән-берем, тип өҙәләнеп торған әсәһенә лә көн күрһәтмәй башланы. Йүнләп бер ҡайҙа эшләмәһә лә: 

 - Ниңә ашарға әҙерләмәнең? Һин ниндәй әсәй? Бар, магазинға барып бер ярты алып кил. Аҡсаң булмаһа, бурысҡа һора, - тип әсәһен өйҙән ҡыуып сығарыр булып китте. Тора-бара Мәғғишәгә бөтөнләйгә көн бөттө. Иҫереп ҡайтып, әсәһенән аҡса таптырһынмы, ерле юҡтан өйҙә скандал сығарһынмы, өйгә теләһә ниндәй фәхишә ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып йоҡлаһынмы, йыш ҡына һуғышып ҡайтһынмы, ошондай яман ҡылыҡтары менән тамам әсәһенең үҙәгенә үткәрҙе.

- Эй, балаҡайым, күҙ нурым, берҙән-берем, тип кенә һөйөп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙем. Шулмы минең изгелегемә һинең яуабың, - тип зар илаған саҡтары булды Мәғишәнең. Ләкин әле күрәһеләре алда булған икән. 

Судлашып әсәһе мәктәптән ҡыуҙырған элекке физкультура уҡытыусыһының судья булып китеүенә Эдиктең һыны теймәне. Эстән янып, ул төрлө хәтәр пландар ҡорҙо. Барыбер йәшәтмәйәсәкмен Раилды, тине. Бер көндө эсеп алған кенәсел Эдик судья Раил Фаткулловичтың кабинетына барып инә. Һин миңә һуҡтың, үсемде алам тип, көтмәгәндә тәненә бысаҡ ҡаҙаған. Тауышҡа йүгереп ингән секретарын йыға һуғып, сығып ҡасҡан.

Енәйәтсене бер аҙна тигәндә эҙләп табып, ҡулға алалар. Суд абруйлы судьяға һөжүм итеүсегә ҡаты хөкөм сығара.. Эдикты ун йылға ҡаты режимлы төрмәгә ябалар. 

Раил Фаткулловичтың, бәхетенә ҡаршы, яраһы үлемесле булмай. Бер айҙай ятҡандан һуң, ул дауахананан һауығып сыға.

 Инде" балам" тип йән атҡан әсә класс етәксеһе Кәбирә Ильясовнаның: “Мәғишә, улыңды урынһыҙ яҡлама! Әле уҡытыусыларға көн күрһәтмәй, аҙаҡ үҙеңде лә тыңламаҫ,”- тип ялбарып әйтеүе хаҡ булғанын аңланы. Тик һуң ине шул, ныҡ һуң ине. Холоҡ төҙәтеү йортонан кешенең тағы ла нығыраҡ боҙолоп ҡайтыуы хаҡында ишетеп йөрөгән Мәғишә, яңынан дүрт йылдан ҡайтасаҡ улын ҡото осоп көттө. Әлеге аҡылы элегерәк булһамы, Мәғишә белер ине ни эшләргә.Һуң шул, һуң. Аҡыл һуң төштө шул! Үкенеүҙән файҙа юҡ. Инде үҙ башынан үткәндәрҙән сығып ата-әсәләргә: " Балаларығыҙҙы иркәләтеп, урынһыҙға яҡлашып, шаштырмағыҙ. Белем, тәрбиә бирәгән уҡытыусыларығыҙға ихтирамлы булығыҙ, тел тейҙермәгеҙ! - тип кәңәш биргеһе килә лә ул, тик һуң шул, һуң! Үҙеңә етмәгән аҡылыңды беҙгә өйрәтмә, тип әйтерҙәр кеүек. Шулай ҙа бәлки ҡайһы бер ата-әсә ошо хикәйәнән фәһем алыр, тип уйлай зари әсә..

Автор:
Читайте нас в