Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Ноябрь , 09:40

Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына - 95 йыл

ХИСМӘТУЛЛИНА Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында тыуған. “Дим тамсыһы” исемле тәүге китабы 1976 йылда сыға. “Ерәнсәй” (1997) шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Бесәй китте еләккә” (1978), “Себештәр ҡунаҡ һыйлай” (1992) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. “Ҡала ҡыҙы” (1987) йыйынтығына ингән повесть һәм хикәйәләренең төп темаһы – кешеләр араһындағы ихлас мөнәсәбәт, ғаилә бәхете. Х. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына - 95 йыл
Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына - 95 йыл

Йәй

Ерҙә ысыҡ ялт-йолт килә,

Хәс тә көмөш һибелгән.

Алмағас алмалар элеп,

Башҡайын түбән эйгән.

 

Сәскәләр ысыҡ эсәләр,

Хуш еҫтәрен бөркөтөп.

Бал ҡорттары һут эсәләр

Осоп килеп бер көтөү.

 

Их, йәйҙең матур саҡтары,

Һис уйнап туйып булмай.

Ниңә икән ҡыш булмайса,

Йәй генә булып тормай.

 

Фото: ba.wikipedia.org

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в