Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Ноябрь , 18:29

Бар ине шул замандар... Мотал Рәмов

Бар ине шул замандар... Мотал Рәмов
Бар ине шул замандар... Мотал Рәмов

 

Элек, өйҙәрҙә телевизорҙар һирәк булғанда, интернет кешеләрҙең ике ятып бер төшөнә инмәгән саҡта, клубтарҙа һәм кинотеатрҙарҙа күрһәтелгән йүнлерәк киноларға халыҡ эркелеп барыр ине. Ағас эскәмйәләр етешмәгәнлектән, ауыл халҡы үҙ ултырғыстарын тотоп барҙы... Олоһо ла, кесеһе лә экрандағы геройҙар менән бергә шатланды, улар менән бергә көйөп-янды... Бигерәк тә һинд фильмдарын яратты халыҡ, аҙаҡ оҙаҡ ваҡыт оҡшаған киноһын телдән төшөрмәнеләр...

 

...Өфөлә йәйге сессияла йөрөгәнебеҙҙә “Родина” кинотеатрында япон режиссеры һәм сценарисы Сёхей Имамураның “Нараяма хаҡында легенда” киноһын күрһәтәсәктәре тураһында ишетеп ҡалдыҡ. Йәш саҡ – дыуамал саҡ... Нисек тә билет алып, киноны күрергә булып киттек. Егеттәр-ҡыҙҙар үлтереп маҡтайҙар киноны! Бер-ике парҙан ҡасып, киттек өсәүләшеп кинотеатрға. Иртәрәк барғанбыҙ – ишектәр асылмаған әле... Ә халыҡтың күплеге! Бер нисә өлгөр кеше килгән һәр берәүгә өс-дүрт хаҡҡа ҡыйбатыраҡтан билеттәр тәҡдим итә... Студенттарҙың хәлен үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде – һәр тинебеҙ иҫәптә... Сиратҡа баҫтыҡ. Оҙаҡламай астылар ишекте... Бына шунда башланды ла инде мәхшәр! Сират һаҡлау юҡ – барыһы ла алға ябырылды. Этеш-төртөш... Ҡысҡырышалар, ирешәләр, талашалар... “Әй, күрмәгәнем киномы – инмәйем дә ҡуям...” – Иң олобоҙ Ғилфан ағай кире сыҡмаҡсы булды... Тик ҡайҙа инде кире сығыу – тыштағылар бер-береһен этеп-төртөп, алға ынтыла... Беҙҙе лә эстәге стенаға алып барып терәнеләр, тын алырлыҡ та хәл юҡ... Илләалла менән саҡ боролоп, ағайҙарымды эҙләйем... Күрәм, уларҙың да хәлдәре мөшкөл – ҡыҫырыҡлауҙан күҙҙәре шарҙай булып, стенаға һырлыҡҡандар... Фәрит ағай ҡулдарын күтәреп ишек яғына күрһәтә: “Кире сығайыҡ нисек тә, юҡһа, ҡыҫып үлтерәләр!” Сосораҡ булдым микән, ба р көсөмә тыпырсына торғас, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән кешеләрҙең баштарына менеп яттым. Мине эттән алып эткә һалып әрләйҙәр, кемдәрелер семетеп тә ала... Шулай, кешеләрҙең баштарында шыуышып, ишек төбөнә барып еттем...

 

–Һай, егет, үлемдән ҡотолдоңмо? Билет ала алдыңмы һуң? – Оло ғына йәштәге апай көлә-көлә миңә аяҡтарыма баҫырға ярҙамлаша.

 

–Төкөрәйем дә киноһына... – Өҫ-башымды рәтләй-рәтләй күҙҙәрем менән ағайҙарымды эҙләйем... Байтаҡ ваҡыттан ишектә Фәрит ағайым күренде, башҡаларҙы эткеләп, уға иреккә сығырға ярҙамлашам. – Ғилфан ағайҙы күрмәнеңме?

 

–Ғилфан ҡайғыһымы? Үҙем саҡ тере ҡалдым... – Фәрит ағай, бурҙаттай ҡыҙарып, арыуҙан саҡ тын алып, көскә яуап бирә. – Нишләп кенә индек, тигән көнгә төшөлдө бит, әй... Һиңә рәхәт, кешеләрҙең башына таянып сыҡтың да киттең...

 

–Төймәләрең һыпырылып бөткән бит, ағай, – Бер аҙҙан уның костюмына иғтибар иттем

 

–Үҙеңдекесе! Етмәһә, яурының йыртылған...

 

–Ба-а-а, уларын күрмәйем дә ул мин, – Ысынлап та, минең дә төймәләр ҡойолған, костюмымдың һул яурыны төптән һүтелгән...

 

...Сәғәткә яҡын көтә торғас, Ғилфан ағайыбыҙ пайҙә булды.

 

–Һеҙгә эйәргән мин алйот... ат аламаһы тайға эйәрә... Тере сыға алмаҫмын, тигәйнем...

 

Беҙ рәхәтләнеп көләбеҙ:

 

–Уның ҡарауы, бер ерең дә йәнселмәгән!

 

Көлөшә-көлөшә кейемдәрҙе ипкә килтереп, фатирға йүнәлдек.

 

–Үәт, һәйбәт кино! Ғүмер буйы һөйләргә була... 

 

–Фатирҙа ла эш була – төймәләрҙе ҡаҙап, ҡустының йыртығын ямарға кәрәк...

 

–Уға нимә, Маһира апа үҙе эшләй ул вис...

 

–Хужабикәбеҙ шәп! Әйт кенә...

 

...Оҙаҡ онота алманыҡ “Нараяма хаҡында легенда”ны. Әле булһа, иҫкә төшөрөп алабыҙ...

Автор:
Читайте нас в