

Бер мәл Хоҙай барлыҡ йән эйәләрен йыйып, ғүмер йылдарын бүлеп биререгә була. Иң беренсе кешене саҡыра:
“Ҡалай аҙ”, — тип уйлай кеше, әммә бәхәсләшергә ҡыймай. Хоҙай эшен дауам итә.
Эт тә өс тиҫтә йыл буйына бәйле ултырғыһы килмәй. 15 йылын кешегә тәҡдим итә. Бесәй ҙә 20 йылдың унын кешегә бүләк итә, сөнки ул тиклем ваҡыт сысҡандар менән генә туҡланыу күңеленә ятмай.
Ошо ваҡыттан кеше шулай көн итә лә инде... Башта 20 йыл үҙенең рәхәт тормошон кисерә, ҡайғы-хәсрәт белмәй. Бынан һуң ат бүләк иткән 20 йыл башлана: бөтмәҫ эшкә бата, сөнки елкәһендә ғаиләһе бар.
Кеше ғүмеренең киләһе 20 йылы — һыйырҙыҡы. Уны балалары “һауа”: кемеһен уҡытырға, кемеһен өйләндерергә, кемеһенә өй йә фатир алырға кәрәк... Шунан инде уны эт йылдары көтә — өйҙән сыҡмай донъя ҡарай, ейәндәрен тәрбиәләшә.
Ә иң аҙаҡ бесәй йылдары башлана. Бында инде нисек килеп сыға: йә тибеп осоралар, йә баштан һыйпайҙар...
КЕШЕНЕҢ ҒҮМЕРЕ ТӘҮ ҠАРАШҠА БАШҠАЛАРҘЫҠЫНАН АЙЫРЫЛМАЙ ҘА КЕҮЕК: УҠЫУ, ЭШ, ХАҠЛЫ ЯЛ... ӘММӘ ҺӘР КЕМ ҮҘЕНСӘ МӘҒӘНӘ, ЙӘМ ТАБЫП ЙӘШӘЙ. ТИК ТОРМОШ КӨТӨРГӘ ЫНТЫЛҒАНДЫҢ ҒЫНА ҺӘР ЙЫЛЫ, ҺӘР МИҘГЕЛЕ МАТУРЛЫҠҠА СОРНАЛА!