Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Декабрь 2022, 19:52

Батыр рухы. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова

Батыр рухы. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова
Батыр рухы. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова

Батыр рухы

Хикәйә

Ярты йыл самаһы Хәким сәйер ваҡиғалар солғанышында йәшәй. Әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ҡайҙа барһа ла, нимә эшләһә лә уны кемдеңдер ҙур, үткер, утлы ҡарашы күҙәтеп йөрөгән, хатта улар уйҙарын да үтәнән-үтә белгән төҫлө. Унан ҡасып та, йәшенеп тә ҡотолорлоҡ түгел. Күптән инде өңөнә әйләнә башлаған эш бүлмәһенә кереп бикләнһә генә был ҡәһәр тотҡонлоҡтан арынып торған кеүек. Шуға элекке шикелле бер осрашыуҙан икенсеһенә йөрөүҙәргә, мәжлестән мәжлескә сабыуҙарға нөктә ҡуйылды. Урамға сығып саф һауа һулап йөрөп килерлек тә тәҡәте ҡалманы. Теге ҡараш тамам хәлен ала, теҙ быуындарын ҡалтырата... 

Гел ҡурҡышынан алан-йолан ҡаранып, теле көрмәлеп бер ауыҙ һүҙ әйтә алмай торған ире менән ҡатыны Самира ла кеше араһына сығырға атлығып тормай хәҙер. Балаларын да хатта яҡын ебәрмәй башланы. “У папы паранойя, крышаһы тегеләйгә ҡыйшайған”, – тип һуҡ бармағын сикәһенә ҡуйып бороп күрһәтә лә ҡуя. Хәйер, малайҙар үҙҙәре лә аталары янына атлығып тормайҙар инде. Бүлмәһенән яндарына сыҡһа нисектер шикләнеп, күҙҙәренең сите менән генә ҡарайҙар. Тегеһе үҙен эҙәрлекләгән ҡарашты бында ла тойоп биҙгәк тотҡан кешеләй ҡалтырана башлап, эш урынына инеп китә һалһа, еңел тын алып ҡуялар шикелле. Ана бәләкәсе бер көндө мәктәптән: “Беҙҙең атай психмы ни? Нишләп миңә класташым Марсель: “Психбольной малайы менән аралашмайыҡ, ауырыуы беҙгә лә йоғор”, – ти”, – тип илап ҡайтты. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай инде. Дәрәжәң бер түбәнгә тәгәрәүгә китһә, шулай бер еүеш танау ҙа һинең менән булырға әҙер икән. Хатта, ана, әрһеҙ себендәй күҙенә инеп барған Фәнзил дуҫы ла ҡойроғон һыртҡа һалды. Исмаһам, шылтыратып хәлен дә белешмәй хәҙер.

...Һәр яҙыусыла иртәме-һуңмы ижади көрсөк мәле булып ала, тиҙәр. Хәкимгә ул уйламағанда-көтмәгәндә саҡырылмай килгән яһил ҡунаҡтай килде лә ҡуйҙы. Быға тиклем ул ҡәләмгә ниндәйҙер тема күңеленә тынғылыҡ бирмәһә, йә тормош күренештәре уйында айырым-айырым сюжет өлөштәре булып сыуала башлаһа тотона ине. Бер мәл ижад тигән татлы ғазап ташланы ла китте. “Башта , ярай, һәр кем менән дә була торған хәл”, – тип үҙ-үҙен тынысландырып маташты. Ярты йыл самаһы ваҡыт шулай татлы өмөттәр менән үтте. Тора-бара таныштары араһында: “Әллә яҙышыуыңдан туҡтап икенсе, еллерәк нәмәгә тотондоң инде?” – тип уйынлы-ысынлы шаяртып һораусылар күбәйҙе. “Эҙләнәм”, – тип ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп яуап бирә лә, әңгәмәсеһе янына тиҙерәк тайыу яғын ҡарай ундай саҡта.

Шулай ҙа бер мәл теле сиселде. Иң яҡын дуҫтарының береһе, кәрәкһә, сит кешенең өс шиғырын бергә ҡушып, “һә” тигәнсе шиғыр һымаҡ нәмә әтмәләй алған Фәнзил менән эштән һуң йәйге кафеларҙың береһенә ингән инеләр. Июль айының илерткес йылы һауаһында кинәнеп оҙаҡ ҡына ултырҙылар ул кисте. 

– Брат, нимә булды ул һиңә? Һуңғы ваҡытта үтә бойоҡ йөрөйһөң. Әллә бер-бер хәл булдымы, – тип төпсөндө әҙерәк төшөрөп алғас. 

– Миңә нимә булһын, – тип Хәким был юлы ла һүҙҙе ситкә борорға тырышты. 

– Һи-и-и, нимә-нимә, минән сер йәшерә алмайһың инде. Күҙҙәреңдән күреп торам. Хужаһы тарафынан ғәйепһеҙгә ҡыйырһытылған эттеке кеүек мөлдөрәп торалар бит. Йә, әйт, яуапһыҙ мөхәббәт утында янаһыңмы, әллә ҡатының менән борсағығыҙ бешмәй торамы? – тип ныҡыша башлағас, өҫтәлдәше түҙмәне. Асылды. Хәйер, кемгәлер хәлен һөйләп эс серен бушатырға барыбер ҙа кәрәк ине. 

 – Ундай ғына проблемаларға бирешкәнем юҡ та ул. Икенсе нәмә борсой мине, – тип алдына яңы ғына алып килтереп ултыртҡан һыраны бер нисә тапҡыр уртлап, әйтергәме-юҡмы тип тағы ла бер ҡат уйлап алғас, һүҙен дауам итте. – Илһам ҡошо мине ташлап китте. Ҡурҡытып та, әүрәтеп тә яныма саҡыра алмайынса аҙапланам. Ышанаһыңмы-юҡмы, ярты йыл самаһы бер юл да яҙғаным юҡ. Ниндәй темаға тотоноп, нимә яҙырға белмәйем. Иғтибар иткәнһеңдер, гәзиттә лә дежур һүҙҙәр теҙмәһенән генә торған мәҡәләләрем урын ала башланы. 

– Үҙең башҡаларҙың яҙғанын уҡыйһыңмы һуң? – тип әрһеҙ Фәнзил әңгәмәләшенә көтөлмәгән һорау бирҙе. – Үҙебеҙҙең, төрки, сит ил әҙәбиәте менән даими ҡыҙыҡһынып барһаң, неужели бер нәмә лә килтереп сығарып булмай?! 

– Кешенең әйберенә, тем более ижад емешенә ҡул һуҙа торған ғәҙәтем юҡ. Намыҫым ҡушмай. Уныһын яҡшы беләһең... – Хәким дуҫының ошо холҡон электән яратмай ине. Шуға ла, тотҡан урынында ҡырт киҫергә маташты. 

– Улайһа йөрө, әйҙә, бахырға ҡалып. Ана, бәғзе берәүҙәр элегерәк яҙылған ике-өс әҫәрҙе ҡушып берәү итә лә, күкрәк һуға ла йөрөй. Бының намыҫы ҡушмай имеш... – тип Фәнзил дуҫын мыҫҡыл итеп сәмләндерергә тырышты. – Балаларың ыштанһыҙ йөрөп, ҡатының: “Аҡса тапмаған был ирҙең миңә ни кәрәге бар”, – тип ситкә ҡарай башлаһа, намыҫыңа йәбешеп ятырһың йәме! 

– Нишләйем һуң? Барыһы ла һинең кеүек була алмай бит.. – Әсерәк итеп яуап бирергә теләгән еренән Хәким ҡапыл телен тешләне. – Һинең кеүек барыһы ла сос була алмай бит, – тип әйтеп ҡуйыу менән генә сикләнде. 

– Әйҙә, һин дә сос бул! Кем һине тыя!? – Әле генә бешмәгән дуҫы өсөн ҡара янып ултырған Фәнзил өгөтләүгә күсте. – Илһам килмәй тип, мыжып ултырғансы, эҙлән, уйла, яҙ! 

 – Хөрмәтле, ғали йәнәптәре. Һеҙ нимәгә, ниндәй жанрға тотонорға кәңәш итер инегеҙ? – тип Фәнзилдең осоноуона көлөп ҡарап ултырған Хәкимгә ҡыҙыҡ була башлаған ине. – Өләсәйемдең бала саҡта һөйләгән әкиәттәрен иҫкә төшөрөп фантастик әҫәр яҙа башлайыммы? Әллә кино күберәк ҡарап “һабынлы” мелодраммаларға тотонайыммы? Бәлки, тарихи әҫәрҙәр яҙырғалыр? Беҙҙә хатта ул да мәңгелек түгел бит. Яңы етәксе килгән һайын үҙгәртелеп тора. 

Икеһе бер ҡарарға килә алмайынса оҙаҡ бәхәсләште ике әшнә. Бөйөк Ватан һуғышы нисәнсе йылдарҙа булғанын да “Яндекс”ҡа инеп ҡарамайынса ғына әйтә алмаған Фәнзил дуҫын тарихи әҫәрҙәр яҙырға өгөтләне. 

– Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ әле. Бәләкәс ҡыҙың быйыл уҡырға барамы? – тип Хәким һүҙҙе донъяуи хәлдәргә борорға тырышһа ла, килеп сыҡманы. 

– Тарих тураһында елле итеп шиғыр яҙып булмай. Давай, һин бер әҫәр әтмәлә. Баш һүҙен маҡтап яҙырмын, – тип Фәнзил өҙмәне лә ҡуйманы. 

– Һуң уның өсөн йылдар дауамында архивта ултырырға, эҙләнергә кәрәк. Минең уға ваҡытым да, теләгем дә юҡ. 

– Кем һиңә бер әҫәр яҙам тип йылдар буйы этлән тигән. Элекке әҫәрҙәрҙе үҙгәртәһең дә яҙаһың. Ыңғай геройҙы – кире итеп, элек тәнҡитләгәндәрен яҡшы кеше итеп күрһәтәһең дә ебәрәһең. Күккә күтәреп маҡтай башлаһалар ағайыңа рәхмәт әйтергә онотмаҫһың... 

– Ә был эш ҡасандыр булһа ла фашланыр тип уйламайһыңмы? Беҙ ҡапсыҡта оҙаҡ ятмай бит ул. 

– Этем белер тиһеңме? Тарихи яҙған әҫәрҙәрҙе яҙғандарҙың күптәре баҡыйлыҡҡа күскән. Йә ныҡ оло йәштәгеләр. Соҡоноп ултырыусы булмаясаҡ. – Фәнзил елле идеяһынан артҡа сигенергә теләмәне. 

– Бар йәш-елкенсәк тә ТикТок, инстаграмда ултырып аҡылын юйып бөтмәгән бит! 

Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр. Хәким дә барыбер ҡотҡоға бирелде. Уҡый, эҙләнә торғас, яҙырлыҡ тарихи шәхесен дә тапты. Үткән быуат аҙаҡтарында уның тураһында күп кенә яҙылған. Тарихи роман, тарихи портрет, бер нисә ҙур ваҡиғаларҙы сағылдырған әҫәрҙәрҙә ыңғай герой булараҡ йыш һынлана. Шуныһы яҡшы – был әҫәрҙәрҙең береһе лә әҙәбиәт дәреслегенең программаһына индерелмәгән, уның хөрмәтенә һәйкәл, музей кеүек нәмәләр ҙә бөтөнләй юҡ. Тимәк, әлегә ваҡытта халыҡтың бик аҙ өлөшө генә уның тураһында нимәлер белә тигәнде аңлата был, тип шатланды Хәким. 

Яманлыҡ ҡылғанда шайтан яныңда дәртләндереп тора, тиҙәр. Хәким дә эске бер дәрт, ниндәйҙер бер көс менән арымай-талмай эшләне лә эшләне. Ижадҡа ваҡыты етмәгәс, хатта бер айға эш хаҡы түләнмәй торған отпуск та алды. Быға тиклем тейешле ялдарын да бирергә теләмәй ыңғырашып ҡына ултырған баш мөхәррир ҙә ҡаршы килмәне. Балтаһы һыуға төшкән кеүек йөрөгән кеше менән әллә ни эш ҡыйратып булмағанлығын тәжрибәле етәксе яҡшы аңлағандыр инде.   

Хәкимдең тырышыуы, ысынлап та, оҙаҡ көттөрмәне. Ер йөҙөн күктән төшкән күбәләктәр ҡаплай башлағанда тос ҡына бер китап булырлыҡ әҫәр әҙер ине. Һуңғы осорҙа күләмле тарихи әҫәрҙәр ижад ителмәгәнлектен, ысынлап та, Хәкимдең романы ҙур бер табыш кеүек итеп билдәләнде. Фәнзил дуҫы ла һүҙендә торҙо. Ваҡытлы матбуғатта ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған бер нисә мәҡәләһе донъя күрҙе. Бүтән ҡәләмдәштәре лә ҡул ҡаушырып ултырманылар. Тиҙҙән Хәким Аллабирҙин исеме әҙәбиәт күгендә яҡты бер йондоҙ булып ҡалҡты. Аҫылташҡа тиң ижад емеше нәшриәттә лә сират көтөп ятманы. Йыл аҙағында китабының исем туйын шаулатып-гөрләтеп үткәрергә тура килде яҙыусыға. Тиҙҙән ҡәләм эйәһен мәртәбәле премияға ла тәҡдим иттеләр...

Барыһы ла шулай майланған арбалай шым ғына алға тәгәрләп бара ине лә. Әммә теге юлы Хәкимдең Фәнзилгә: “Бар йәш-елкенсәк тә ТикТок, инстаграмда ултырып аҡылын юйып бөтмәгән бит!” – тийеүе бушҡа булманы. Бер йәш ғалим аҡтығы тауыш күтәреп маташып ҡараған, тиҙәр...

– Был бит үткәнебеҙҙән, ата-бабаларыбыҙ васыятынан көлөү тигән һүҙ! Нисек быға тиклем яҙыусылар, тарихсылар араһынан бер ҡаршы сығыусы кеше юҡ! Үҙ тарихыбыҙҙан үҙебеҙ көлһәк, башҡаларға ни һан! – тип туҙынды йәш тарихсы диссертацияһының ғилми етәксеһе, шул уҡ үҙе уҡытып йөрөгән факультеттың декан алдында Хәкимдең яңы китабын һалып.

Был әҫәрҙең эстәлеге менән Нур Ишкелде улы ла таныш ине. Тыныс ҡына уҡый алманы ул уны. Тик шул хәтлем хуплау һүҙҙәргә әйтелгән әҫәргә ҡарата бер үҙе баш-баштаҡланып ҡаршы төшә алманы. Һуңғы ваҡытта йөрәге лә үҙен һиҙҙертеп ҡуя, хаҡлы ялға ла тыныс ҡына сыҡҡыһы килә уның. Иң яратҡан аспирантын эстән генә хуплаһа ла, ҡаршы төштө: 

– Ҡуй, юҡ менән булашма. Башың йәш әле. Кешегә алдыңды-артыңды ҡарамайынса бысраҡ бәрмә. Уға барып етеү-етмәүе лә билдәһеҙ, әммә ҡулыңды бысратып барыбер ҡаласаҡ тиҙәр бит. Ә был әҫәр тураһында бик күп маҡтау-хуплау һүҙҙәрен уҡырға, ишетергә тура килгәндер бит һиңә? – тине ул тыныс күренергә тырышып. 

– Нимә, нимә, мин һеҙҙән бындай яуапты көтмәгән инем, – тип йәш тарихсы Марат Ҡәҙимбирҙе улы оторо ярһыны. – Ғәҙеллек яҡлы булған остазым тип йөрөй инем һеҙҙе... 

– Тыныслан. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәгәне икебеҙгә лә мәғлүм. Үҙеңдең яңы башланып торған карьераңа тап төшөрөп ҡуйма тип, һинең өсөн борсолам. Бындай осраҡтар тарихта ла йыш осрай, – тип атайҙарса хәстәрлекле тауыш менән һөйләнде ҡарт ғалим, шәкертенең үҙенә ҡарата ҡаты бәрелеүенә лә иғтибар итмәй. – Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Ваҡыты еткәс, дөрөҫлөк барыбер өҫкә ҡалҡып сыға. Быны мин оло тормош юлы үткән кеше булараҡ әйтәм... 

 Ысынлап та, иртәме-һуңмы һәр эш лайыҡлы баһаһын алмайынса ҡалмай. Хәкимгә лә еңел бирелгән дан өсөн түләү мәле оҙаҡ көттөрмәне. Республикалағы иң мәртәбәле премияларҙың береһен алып, түшенә йәнә бер значок өҫтәлеп, кеҫәһенә арыу ғына аҡса инеп ятҡас, бер нисә көн туҡтамай күңел асты. Беренсе көн, әлбиттә, тантаналы шарттарҙа был исемде биреүсе юғары дәрәжәле әфәнделәр менән улар өсөн махсус әҙерләнгән банкетта йыуҙылар. Икенсе көнөнә, бер әшнәһенең ҡала ситендәге ике ҡатлы коттежында иң яҡын дуҫтары менән шешлек ҡурып, тәгәрәгәнсе эсеп ятты. Өсөнсө көнөнә күрше-тирәһен һыйланы. Фатирҙа торһалар ҙа, күршеләре үҙҙәре менән стена аша ниндәй шәп яҙыусы йәшәгәнен күптән беләләр. Әгәр ҙә, ваҡытында улар менән шатлығыңды уртаҡлашмай ҡалһаң, әйләнгән һайын тәҡәтеңде ҡоротосаҡтарын Хәким яҡшы аңлай. Шуға Самираһын һөйләндәре-һөйләндерә булһа ла, өсөнсө ҡатлам кешеләр өсөн дә өҫтәл әҙерләтә алды ғаилә башлығы ҡатынынан.

Дүртенсе көнөнә саҡ айныҡты ул. Башы сатнап ауыртыуы етмәгән, ныҡ итеп ҡалтыратып өшөүенә сыҙай алмайынса юрғанына уранып байтаҡ ҡына урынында аунаны. Шешлек бешергәндә ел һуҡҡандыр, тип фаразланы башта үҙ хәлен. Тик тора-бара ниндәйҙер сәйер, утлы ҡараш пәйҙә булыуы, бөтөнләй хәлдән тайҙырҙы яҙыусыны. 

– Кит, кит! Һинән миңә нимә кәрәк? Минең кем икәнде беләһеңме?! – тип ҡулдарын болғап һөйләнә-һөйләнә, янынан кемделер ҡыуырға, ҡурҡытырға маташҡан иренә ҡарап Самира башта айнымай эсеүенән күҙенә күренә башлағандыр тип уйланы. Кискә табан үҙенән тотам да ҡалмайынса эҙәрләгән күҙҙәрҙән арына алмайынса аҡырып-баҡырып йөрөгән ире тамам ялҡытты ҡатынды.

 – Эй, яҙыусы аҡтығы! Һыйыр урынына эсмә тип күпме әйтәм! Һыу мейең күтәрә алмайынса берәй ерҙә шытып ятһаң, беҙҙең өсөн ояты ни тора! – тип түҙемһеҙ ҡатын ҡыҙа башланы. Кискә табан иһә: – Был псих менән төндә йоҡлап ятыуы ла ҡурҡыныс! – тип, ирен баш ҡалала иң яҡшы тип һаналған наркология үҙәгенә ебәреп ҡотолоу яғын ҡараны хәстәрлекле ҡатын. 

Түләүле дауаханала бай, дәрәжәле пациенттарҙы кәрәкһә-кәрәкмәһә лә “дауаларға” тырышыусы табиптар Хәкимдең был сәйер ҡыланышы иҫерткес эсемлектәр арҡаһында булмауын асыҡлау менән үк Самираға ирен килеп алырға ҡушып шылтыраттылар. Күрәһең, тәүлек әйләнәһенә башын ҡаплап мөйөштә һөйләнә-һөйләнә ултырыусы ысын “псих”ты тотоуы текә дауалау үҙәгенең баһаһын төшөрә ине.

Дауаханан ҡайтыу менән Хәкимдең аяҡтары үҙенән-үҙе эш бүлмәһенә табан атланы. Бар йыһаз – китап шкафы, өҫтәл менән ултырғыс һәм бәләкәй генә тәҙрәнән торған үҙ мөйөшөнә ингәс, ысынлап та, тынысланғандай булды. Үткер ҡара күҙҙәрҙең эҙәрлекләүенән бер ни тиклем арына алғас, сәйер ваҡиғалар менән үткән көндәрҙе ҡабаттан иҫенә төшөрҙө. Үҙенә урын тапмайынса бер ни тиклем ишекле-түрле йөрөй торғас, йә артыҡ һоҡланып күҙ тейҙергәндәр, йә уңыштарынан көнләшеп боҙом һалғандар тигән фекергә килде. 

 Хәләленең, әҙәп һаҡлаған булып, бер нисә тапҡыр үҙен ашарға саҡырыуына ла иғтибар итмәйенсә, тотам да ҡалмайынса йонсотҡан ҡара күҙҙәрҙән арындырыусы-боҙомсо эҙләп кисте еткерҙе. Тапты ла шикелле. Шунан был елле ҡарары менән тынысланғандай ҙа булды. Тик хәжәтен башҡарырға ғына тип бүлмәһенән сыҡҡан ине, теге ҡараштар ҡабаттан килеп сыҡты. Бәҙрәфтә ҡабалана-ҡалтырана ултырғандан һуң, яңынан теге мөйөшөнә бикләнергә тура килде байғошҡа. 

Иренең эш бүлмәһендә, раскладушкала йоҡлап йөрөүен, үҙенән һыуыныуы тип ҡабул итте Самира. 

– Берәй йолҡош таптыңмы? Яҡшы саҡта кем икәнен үҙең әйтеп ҡотол! Белеп ҡалһам башында бер бөртөк сәсен дә ҡалдырмаясаҡмын! – тип ярһыны ғына. 

Бары тик Хәкимдең аҙналар, һуңынан айҙар дауамында эш бүлмәһенән тәүлек әйләнәһенә сыҡмайынса тороуын белгәс кенә, берсә, көндәше юҡлығын аңлап шатланды, берсә, был хыялый менән артабан нимә эшләргә икән, тип хафалана башланы.

Бар тереклекте илертеүсе яҙ миҙгеле лә шулай зарыҡтырғыс булып үтеп китте Хәкимгә. Интернеттан тапҡан боҙомсо-өшкөрөүселәренең дә ярҙамы теймәне яҙыусыға. Сираттағы аҡса тоҙағы тупһаһын аша үтеү менән Самира ла ризаһыҙлығын белдереп ауыҙ эсенән генә һөйләнер, ирен йәп-йәш килеш дүрәккә әйләнеүендә ғәйепләр булып китте.

Иң ауыры йәйге селләлә фатирҙа бикләнеп ятыуылыр. Исмаһам, бер нисә сәғәткә һауа һуларға ла сығып әйләнә алмаған Хәким был мәлдә бигерәк тә хәлдән тайҙы. Көнөнә бер нисә шәшке сәйҙән башҡа тамағына тәғәм ризыҡ ҡапмаған, айҙар дауамында ҡояш күрмәгән ир ҡоро һөйәккә ҡалып ябыҡты, күҙ төптәре күм-күк булып, сырайы аҡһыл-һоро төҫкә инде. Ауылда йәшәүсе берҙән-бер һеңлеһе ағаһының хәлен килеп белгәс, үҙҙәренә ҡайтырға димләне. 

– Һөт-ҡатығы ла, саф һауаһы ла бушлай бит, – тип өгөтләне күңелсәк ҡатын ағаһын йәлләп. 

– Барлыҡ ғәм алдында автобусҡа ултырып нисек ҡайтайым? Хәлемде күреп тораһың бит, машина йөрөтөрлөк түгелмен, – тип сараһыҙлыҡтан ҡулдарын ғына һелтәп ҡуйҙы Хәким.

Эскесе, ялҡау ир менән йонсоп, иҙелеп йәшәгән Гөлсөм үҙе ағаһы янына ла Өфөгә осраҡлы ғына юлаусыларға ултырып килгән ине шул. 

Шулай ҙа, ҡала фатирының тотҡонлоғонан ҡотолоу юлы барыбер килеп сыҡты Хәкимгә. Тыуған йортона барғанда Гөлсөм ағаһының хәлен элекке күршеләре Рәүефкә һөйләгән икән. Яңы ғына өйләнеп, оло тормошҡа аяҡ баҫҡан егет аҡты-ҡараны айыра белә. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тигәндәренә лә һәр саҡ тоғролоҡ һаҡлай. Элек тә Хәкимдәр ауылға ҡайтып, тыуған тупһаһын аша атлап инер-инмәҫтән йылы һөт, яңы бешкән икмәк тотоп булһа ла “тып” итеп килеп тә етә торған ине. Бер көндө ошо күршеһе кисен Хәкимгә шылтыратып, иртәгә ҡалаға барасағын, ҡайтырға теләге булһа йыйынып-көтөп торорға кәрәклеге хаҡында әйтте.

Имгәккә әйләнгән иренән күптән ҡотола алмайынса йонсоған Самира был хәбәрҙе ишетеү менән йүгереп йөрөп юлға әҙерләй башланы. Хатта ихласланып китеп: 

– Ете-һигеҙ сәғәт һелкенеп барып асығырһығыҙ, – тип, эштән һуң ғына ҡайтыуына ҡарамаҫтан, ваҡ бәлештәр ҙә бешерҙе. 

Алан-йолан ҡарана-ҡарана машинаға бөршәйеп кенә кереп ултырған элекке ауылдашын күргәс, Рәүеф эштең, ысынлап та, хөрт икәнлегенә төшөндө. Тик юлдашын тегенеһен-быныһын һорашып зитына тейергә лә ашыҡманы әҙәпле егет. Ярты юлды шулай өнһөҙ-тынһыҙ ғына тигәндәй үттеләр. Ҡояш байып барғанда, бейек тау араһынан сылтырап ҡына ағып ятҡан шишмә янына туҡтанылар. Хәкимдең ҡурҡыу ҡатыш һораулы ҡараштарын күреп: 

– Аҡшам намаҙы етә, ағай. Ошонда йыуынып-сайынып ғибәҙәт ҡылып алғас, тамаҡ ялғап та алырбыҙ. Киленең ебәргән тауыҡ күптән беҙҙе көтөп зарыҡҡандыр, – тип хәлде аңлатып алды.

 Йәш кенә кешенең эйелеп-бөгөлөп намаҙ уҡыуын, ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер доғалар көйләүен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте Хәким. Ошо мәлдә күңеле лә нисектер тынысланып ҡалғандай булып тойолдо үҙенә. Юҡ, теге ҡараштар йортонан йөҙәр саҡрым ара үткәндә лә унан тотам да ҡалманы. Әле лә янында ғына икәнлегендә бар күҙәнәге менән тойҙо ул. Тик элекке күршеһе намаҙ уҡығанда уны сараһыҙлап хәлдән тайҙырманы ҡара күҙҙәр. Рәүеф тә яҡташ яҙыусының бер ни тиклем тынысланғанын аңланы.

 – Ашау ваҡытты алмай ул. Әйҙә, барынса етеш, ағай. Беҙҙең һый ауылса ғына инде, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Без ГМО, – тип урыҫсалап тороп һыйларға, ҡыҫтарға кереште. 

Тәмле тауыҡ ите менән күпереп бешкән ауыл икмәген апаруҡ ҡына бүҫеп ташланы Хәким. Уны шым ғына күҙәтеп ултырған Рәүеф: “Алла бирһә, дауаһын да табырбыҙ”, – тип эстән генә уйлап шатланып ҡуйҙы. Ашап туйғас, шишмәлә ҡабаттан туйғансы һыу һемереп, бит-ҡулдарын сайып, юлдарын дауам иттеләр ауылдаштар. Бара биргәс:  

– Ағай, мин намаҙ уҡыған саҡта үҙеңдә еңеллек тойманыңмы? – тип ҡапыл һорап ҡуйҙы Рәүеф. 

– Күңелемә күпмелер ваҡытҡа элекке һиллек ҡайтҡан төҫлө булды. Әммә теге ҡәһәрле ҡараштар минән бер аҙым да ситкә китмәне, – тип дөрөҫөн әйтте юлдашы. – Күрәҙәлек һәләте бармы әллә һиндә, ҡустым? – тип һорамайынса ла түҙмәне үҙе. 

– Юҡ, ағай, ғәп-ғәҙәти кешемен, – тип көлөмһөрәне егет юлдан күҙен алмайынса ғына. – Әгәр ҙә, һиндә ниндәйҙер шайтан ҡотҡоһо аша бирелгән эҙәрлекләү-фәлән булһа, яныңда доға уҡыған саҡта ғына булһа ла, улар һине тыныслыҡта ҡалдырып торорға тейеш ине. Тимәк, һин хаҡ мосолманға тел тейҙергәнһең, рәнйеткәнһең кеүек миңә. Шулай икән, тәүбәгә килеп кенә был тотҡонлоҡтан ҡотола аласаҡһың кеүек күренә миңә, ағай. 

– Әлләсе. Кеше менән йәмһеҙләшеп йөрөй торған холҡом юҡсы, – тип был һөйләшеүгә нөктә ҡуйырға ашыҡты Хәким. Үҙе тыуған ауылына инеп барғанда: “Кемдең этлеге арҡаһында ошолай яфа сигәм икән!?” – тип эстән ҡаты ғына һүгенеп, кемдәндер ғәйеп эҙләргә маташып уйланды.

Ауырыу күршеһенең хәлен Рәүеф шишмә янында туҡтаған сағында өйҙәгеләренә шылтыратып ҡыҫҡаса ғына аңлатҡан ахырыһы. Урам эсендә оҙон булып үҫкән үлән сабылған, өй йыуылып-йыйыштырылған, урын ер ҡағылып-һуғылып, унда таҙа түшәк түшәлгән. Хатта өҫтәлгә бәләкәй генә кәстрүлдә итле йылы аш, һөт-ҡаймаҡ та ҡуйылған. “Әсәйем дә әле иҫән булһа, беҙ һәр ваҡыт ошолай ҡараулы, беҙҙе ҡолас йәйеп көтөп торған өйгә ҡайтыр инек. Үҙеңде аямайынса беҙҙе үҫтерер өсөн бар көсөңдө һалдың да, йәшләй генә гүр эйәһе булдың шул, әсәкәйем”, – тип һыҡтап-һыҡранып алды Хәким, Рәүефте рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалғас.

    Тамаҡ ялғап алғас та, юрған аҫтына сумырға ашыҡты. Әллә саф һауа килеште, әллә юлда һелкенеп килеү арытҡан, тиҙ генә әүен баҙарына китте. Тик таң һыҙылып ҡына беленә башлағанда өшөү ҡатыш ҡалтыраныуға сыҙай алмайынса уянды. Теге ҡараштар ҙа үҙәген өҙә. Был хәленә түҙә алмайынса, ишек алдына сығып ҡараны. Бында ла йөрәгенә урын тапманы ул. Ары һуғылды, бире һуғылды, тора биргәс башын ҡайҙа тығырға урын тапмайынса йөрөп арығас, йүгерергә тотондо. Баҡса артына еткәс, ысыҡлы үләнгә тайып йығылды, саҡ ҡына хәл йыям, тип ятып ҡына торған ине, серемгә китте.

“Тыуған ереңде һаҡлап, ата-бабаларыңды дошман ҡулынан йолоп алып ҡалған батырҙың рухын ҡыйырһытырға нисек ҡулың барып яҙа алдың, мәкинә баш! Әжерен ал хәҙер! Ух, мин һине!” – тип әсәһе битенә ласҡылдатып ҡына төкөргән сағында уянып китте ул. Төкөрөк тигәне, битенә эт саптырып тора икән. Ярай ҙа, ваҡытында күҙҙәрен асып өлгөрҙө, әтеү әсе шыйыҡса ауыҙына ла инер ине. Этте ҡыуып ебәргәс, тороп ултырҙы Хәким. “Әсәйемдең ныҡ асыуы килгәндә шулай: “мәкинә баш”тан һалдырып әрләй торған холҡо бар ине шул. Нимә генә эшләнем һуң мин?!” – тип аптырауҙан, кемдән ярҙам һорарға белмәйенсә сараһыҙлыҡтан аптырап ике ҡулы менән башын тотоп ултырғанда: 

– Күрше, әйҙә, ҡайтайыҡ, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Рәүеф көтөү ҡыуып ҡайтып килә икән. – Ауыр булһа ла теште ҡыҫып түҙергә кәрәк, ағай. Ауылдың ҡолағы һаҡ бит ул. Әллә ниндәй ғәйбәткә тарыуың да бар, – тип үҙе күршеһен йыуатҡан булды.

Хәкимде өйөндә ҡалдырып, кисәге һауыт-һабаларын тотоп ҡайтып китһә лә, оҙаҡламай кире әйләнеп килде. Бер ҡулында ҡайнар һөтлө сәй һалынған һауыт, икенсеһендә майы ағып төрлө яҡҡа таралырға торған тары бутҡаһы. 

– Ағай, әйҙә, һыуынғансы иртәнге ашты ашап ал да, бергәләп намаҙ уҡып алайыҡ, – тип йылмая үҙе. 

– Ҡустым, мин бит Совет идеялогияһы тәрбиәһендә үҫкән кеше, – тип Хәкимдең ҡаршылашып маташыуына ла күнмәне. 

– Доғалар белмәһәң, мин уҡығанда теләктәр теләп, үҙең тарафынан ҡыйырһытыуға дусар булыусыларҙан ғәфү үтенеп, үҙең асыу-үс йөрөткән кешеләрҙе күңелеңдән генә кисереп ултыр, – тип кәңәштәрен бирҙе. 

Тәкәберлеге, мин-минлеге үҙенән алда йөрөгән ир был өгөт-нәсихәткә артыҡ иғтибар итмәне. Ҡабаланмай ғына тамаҡ туйҙырып алғас, Рәүеф намаҙ уҡығанда: “Бар нәмәне үҙ көсөм менән булдырҙым. Бер кемгә лә ауырлыҡ һалманым, бер кем алдында ла ғәйебем юҡ. Етмәһә, танау аҫты ла кипмәгән бынай малай-шалайы миңә аҡыл өйрәтеп маташа”, – тип кенә уйланып ултырҙы. 

Күршеһенең, ниҙәр уйлап, ниҙәр кисереп ултырғанын яҡшы төшөнгән Рәүеф ғибәҙәтен тамамлау менән ҡайтырға ашыҡты. Хәким иһә яңғыҙы ҡалғас ҡабаттан күңел төшөнкөлөгөнә бирелде. Бәләкәй генә ике яҡлы өйҙә толҡа тапманы. Был ҡиәфәттә ҡабаттан урамға сыҡһа, кеше һүҙенә эләгеүен дә яҡшы аңлай ине ул. 

– Көйҙөрә генә. Быйыл да сәскән-үҫкән нәмәләр ярты юлда кибеп-һарғайып бөтә икән. Тын алырлыҡ та түгел, – тип, төшкә табан һөйләнә-һөйләнә ауылдың муллаһы, тарих, шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусы абруйлы аҡһаҡал Зәйнулла ҡарт килеп инде. Ихлас ҡарт ҡаланан ҡайтҡан ауылдашының хәл-әхүәлен һорашҡан ыңғайға: “Әбейең бөгөн иртән генә бешерҙе”, – тип, ҡояштай түп-түңәрәк, хуш еҫле эремсекле бәрәмәсте өҫтәлгә ҡуйҙы. 

Тағы ла, бер ни тиклем Хәкимдең балалары, ҡала тормошо тураһында һорашып ултырғас: 

– Улым, бик яҙыҡ эш башҡарып ҡуйҙың бит әле, – тип әйтеп һалды. 

– Енәйәт ҡылғаным, хатта себен дә үлтергәнем юҡ. Рәүеф менән икәүләшеп нимә хаҡында һөйләнеүегеҙҙең мәғәнәһенә төшөнөп етә алмайым, – тип был хәбәргә Хәким ҡыҙып китһә лә, тыныс булырға тырышты.

 – Һуңғы сыҡҡан китабың хаҡында әйтәм. 

– Уже уҡып та өлгөрҙөгөҙме? – Ауылдашының үҙенең ижады тураһында һуңғы яңылыҡҡа тиклем белеүе, ишетеп, хатта уҡып та өлгөрөүенә берсә аптыраны ла, берсә эстән генә ҡыуанды ла Хәким. 

– Әҙәби әҫәрҙәрең менән генә түгел, һәр мәҡәләң менән дә танышып барырға тырышабыҙ, улым. Һиңә ихтирам йөҙөнән ауылда һәр икенсе өйҙә һин эшләгән гәзитте алдыралар, уҡыйҙар. Яҙыусы булыу, ни тиһәң дә һирәк кешегә тәтегән бәхет. Әммә һуңғы әҫәрең менән беҙҙе бысаҡһыҙ һуйҙың бит, улым. 

– Йә, нимәһе оҡшаманы һуң шул тиклем? – Йөҙө асыуынан ҡыҙарып-бүртенә башлаған Хәким сыҙай алмайынса урынынан уҡ тороп китте. 

– Яңы китабың сығыу менән Рәүеф күршең Өфөгә юлы төшкәндә унлабын үҙенең хәләл аҡсаһына һатып алып ауылдаштарына таратты. Станок йылыһы, типография еҫе лә бөтмәгән ине әле. Ҙур бер ғорурлыҡ менән ҡулға алдыҡ беҙ уны. Әммә уҡый башлағас та йөрәгем урынынан ҡупты. Тик ниндәйҙер бер көс: “Бына-бына һин кире герой итеп һүрәтләгән батырҙың ысын йөҙө асылыр ҙа, изге эштәре барлана башлар”, – тигән өмөт кенә әҫәрең менән артабан танышырға этәрҙе. Ләкин быларҙың барыһы ла буш ымһыныу ғына булып ҡалды. Бер көн эсендә яртыһын уҡыным да, ҡабат ҡулыма ала алманым мин уны. Төндә иһә ҡан баҫымым күтәрелеп әбей фильдшер саҡыртҡан. Икәүләшеп мине һаҡлап таң аттырғандар. Иртән, малын ҡарау менән Рәүеф килеп керҙе. Ҡулында әлеге һинең китап. “Бабай, был бит беҙҙең арихыбыҙ менән бергә асылыбыҙҙан да көлгән. Юғары уҡыу йортон тамамлаған кеше ләһә. Аҡты-ҡараны айыра белмәгән килеш, нисек ундай урында эшләп йөрөй икән?” – ти. Үҙе, ҡулынан тәтәйе тартып алынып ҡыйырһытылған бала кеүек, бына-бына илап ебәрер төҫлө. 

– Әпәт бер балыҡ башы. Таң менән әсәйем төшөмә кереп әллә нәмәләр тип әрләп бөткән ине. Әле килеп һеҙ шул уҡ хәбәрҙе сурытаһығыҙ. Рәүеф тә: “Ғәфү үтен, шунһыҙ был хәлеңдән ҡотолоу юҡ”, – тип тәҡәтемде ҡорота. Мужет, исмаһам, һеҙ асыҡлабыраҡ аңлатырһығыҙ? Китап сығарыуҙың ниндәй яҙыҡлығы бар? – тип Хәким һораулы ҡараштарын Зәйнуллаға төбәне. 

– Тарихыбыҙҙы үҙгәртеп яҙырға тырышып, батыр рухына ҡара яҡтың һин, улым. Этләнеүҙәреңдең дә касафаты шунан. – Әңгәмәсеһе туҙынһа ла, аҡһаҡал тураһын әйтеүҙе хуп күрҙе.  

– Бер мин генә ул тарихты үҙгәртеп яҙҙыммы ла, яҙғанмы? Бөгөнгө көндә был жанрға тотонған һәр икенсе яҙыусы, йә башҡаларҙыҡын шөртә, йә үҙе уйлап сығарып тасуирлай ҙа ҡуя! – Битенә тимгел-тимгел булып ҡыҙыл таптар ҡалҡып сыҡҡан Хәким йәнә асыуынан шартлай яҙҙы. 

– Әйткәндәрең дә дөрөҫ. Эшенә күрә баһаһын улар ҙа ваҡыты еткәс алырҙыр. Әлегә мине һинең хәлең борсой. Ауылдашың булараҡ та, әсәйең мәрхүмәнең рухына ла тоғро ҡалғым килә. Аҡыллы, уңған, сабыр ине, – тип Зәйнулла мулла бер ни тиклем хәтирәләргә бирелеп ултырҙы ла, өҫтәп ҡуйҙы: – Ҡыҙмайынса, үпкәләшмәйенсә генә һөйләшәйек, улым. Бында ирешер-талашыр өсөн килмәнем. 

– Һеҙҙең менән һүҙгә килешеү тураһында уйлағаным да юҡ. Тик әллә ниндәй кинәйәле хәбәр һөйләп башымды ҡатыраһығыҙ бит, – тип Хәким дә ыҡҡа килгәндәй булды. 

– Бынан бер нисә быуат элек урыҫ батшаһының башҡорт ерҙәренә ҡыҙығыуы һиңә мәғлүмдер. Беҙҙең яҡта ҡаҙылма байлыҡтар күп икәнлеге лә улар өсөн билдәле булған. Ә башҡорттоң тау-ташын аҡтарырға, ерен әләф-тәләф итеүгә ризалашмаҫын да улар һиҙгәндәр. Шуға ла, ошо тирәләге ир-атты ҡылыстан үткәреп, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһын ҡоллоҡҡа һатырға йыйынған ул. Хужаһыҙ ерҙә заводтар төҙөү еңел бит. Бер көсөңдө күрһәтеп алһаң, аҙаҡ башҡалар ҙа өнһөҙ-тынһыҙ ғына баш эйәсәктәр. Батша ғәскәренең был яуыз ниәтен белеп ҡалған һинең әҫәреңдең кире геройы тиҙ арала халыҡты аяҡҡа баҫтыра. Тирә-яҡ ырыуҙарҙың да батырҙарын йыйып, барынса ҡоралланалар. Асыҡ яланда батша ғәскәрен ярты юлда көтөп тороп иманын уҡытып ҡайтаралар. Әлбиттә, батша был ҡаршылыҡты ғәфү итә алмай. Оҙаҡламай халыҡты яһаҡ менән баҫа, яуҙа ҡатнашҡан батырҙарҙың күбеһен йә язалатып үлтертә, йә аҫтырта. Ә теге етәксе батыр, ярай ҙа, ҡасып ҡотола. 

– Ҡасырлыҡ булғас, батырлығы ла шул үҙе сама ғына булғандыр инде. – Һаман үҙенең әҫәренә тел тейҙергеһе килмәй ултырған Хәким батып барғанда һаламға булһа ла йәбешеп ҡалайым тигәндәй, әйтмәйенсә түҙә алманы. 

– Бер яҡлап ҡына фекер йөрөтмә, улым. Ана, Зәки Вәлидигә лә үҙ заманында илен ташлап китергә тура килгән. Сараһыҙлыҡтан бит. Яҡшы исеме лә, үкенескә күрә, үҙе үлгәс кенә халҡына кире әйләнеп ҡайта алды. Ә батырҙың халҡын ваҡытында күтәреп, иҙеүселәргә ҡаршы сығыуы һуңынан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың да изге башланғысына этәргес көс биргән, тиҙәр. Әгәр ҙә, ваҡытында халыҡты ҡырылыуҙан һаҡлап алып ҡалмаһа, әле беҙ, ошонда, бәлки, һөйләшеп тә ултыра алмаҫ инек. 

– Әтеү, бар ғәйеп миндә тиһегеҙ инде? – Хәкимдең тауышы мөшкөл генә сыҡты. 

– Ғәйепле тимәйем. Дүрт аяҡлы ат та абына. Йылдар дауамында тарихыбыҙҙан, динебеҙҙән яҙҙырыуға тырышыуҙарының һөҙөмтәһе был. Ә теге батыр диндар кеше булған. Күҙ ҡарашы менән кәрәк саҡта арбай ҙа алған, дауалаған да. Шул көсө хәҙер һине ваҡытында тәүбәгә килергә саҡыра. Барыһы ла үҙеңдән тора, улым. Зат-зәүереңә рәнйеше төшөп ҡуймаһын, тип тә борсолам. 

Нужа һурпаһын күп һемергән ҡарт теҙгенде ҡыҫҡа тотто. Тышҡа сығып тәһәрәтләнеп кергәс: “Батырҙың, ер-һыуын һаҡлап дошман ҡулынан үлгән башҡа әрүахтарҙың рухына доға ҡылайыҡ”, –тине. Рәүефкә ҡаршылашып маташһа ла, был юлы ыҡҡа килде Хәким. Моңло ғына көйләп доға уҡыған ауыл муллаһы артынан ҡабатларға тырышып ултырҙы. Тәүлектең ниндәй өлөшөндә янына керһәң дә хәҙрәт үҙенә ҡалдырып киткән доғалар китабын алдына һалып ултырған күршеһен күреү Рәүефтең дә күңелен күтәрҙе. Бер көндө ауылдаштары тарафынан бер нисә быуын кешеһе яҙған урындағы ер-һыу тарихы, сәйәси мәғлүмәттәр йыйылған, үҙе бығаса күҙ ҡараһылай итеп ҡәҙерләп һаҡлаған папканы Хәким алдына килтереп һалды. 

– Ағай, теге китабыңдың кире геройы тураһында тарихи ваҡиғаларға таянылып ошонда күп мәғлүмәттәр һаҡлана. Быларҙың күп өлөшө әсәйемдең атаһы Хәйерзаман олатайымдан ҡалған ҡомартҡы, – тип ҡалдырып китте. 

Тарихи ысынбарлыҡ менән танышҡан һайын, Хәким, берсә ғорурланды, берсә күңелен оялыу хистәре биләп алды. Тәүгеһе, әлбиттә, ата-бабаларының ҡыйыулығы, батырлыҡтары өсөн ине. Икенсеһе, үҙенең шундай аумаҡай холоҡло булыуынан ҡыҙарынды. “Әсәйем төшөмдә юҡҡа ғына: “Мәкинә баш!” – тип әрләмәгән икән. Ысынлап та, башыма сүбәк тултырылған шикелле, нишләп ҡотҡоға тиҙ бирелдем һуң?” – тигән уйҙар күңеленә тынғылыҡ бирмәне. 

Был ҡылығы өсөн тәүбәгә килер көн сәйер ваҡиғалар менән башланды. Иртә менән көн болотло ине. Төштән һуң башта Ҡыҙҙар тауына томан төштө. Тора-бара ул тотош ауыл өҫтөнә таралды. Әрә-һәрә булыуға ут һүнде. (Иртәгәһенә урман аша ултыртылған электр бағаналарының береһен урлашып ағас ташып йөрөгән иҫерек трактористың төкөүе билдәле булды). Был ваҡытта: “Төн ҡараңғыһына ғына бирешкән юҡ та ул”, – тип уйлап һыр биререгә маташмаһа ла, тора-бара күңелен ниндәйҙер шом биләп алды Хәкимдең. Етмәһә, үс иткәндәй, телефоны ла һүнеп ҡуйҙы. Төн уртаһы еткәндә сәйер ҡараш менән тәүге осрашҡандағы кеүек һаләт барлыҡҡа килде. Туҡтауһыҙ ҡалтыранды, ҡуянды арбап йоторға йыйынғандай булған теге утлы ҡараштар ҙа ваҡыты-ваҡыты алҡымынан алды. “Һинең алдыңда ҡылған гонаһтарымды тулыһынса таныным. Киләсәктә яҡты исемеңде мәңгеләштереү өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Зинһар, кисерә күр мине!” – тип туҡтауһыҙ һөйләнде. Хәле артыҡ шәптән булмаһа ла ваҡыты-ваҡыты менән, тороп ултырып хәтерендә ҡала башлаған доғаларҙы уҡыны. Бары тик офоҡтан алһыу нурҙарын һибеп ҡояш сығып килгәндә утлы ҡараштар тотҡонлоғонан тулыһынса арына алғанлығын тойоп Хәким еңел һулап ҡуйҙы.

Үткән төнө йоҡоһоҙ үтһә лә, иләмһерәп урынында оҙаҡ ятманы. Яңы эш көнө башланыу менән төҫ-башын рәткә килтереп ауыл хакимиәте бинаһына табан юлланды. Сәйер ваҡиғалар солғанышында йәшәй башлағандан алып, бөгөн тәүләп кеше араһына сығыуы ине уның. Шуға ла, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыуына үҙе лә ышанып етмәйенсә, ҡапыл теге ҡараштар йәнә ҡаршыһында барлыҡҡа килһә, тиҙ генә әйләнеүе ҡыйын булмаһын, тип ашыҡмайынса ғына атланы.

Яҙыусы ауылдашын ауыл хакимиәте башлығы урамға үҙе сығып уҡ ҡаршы алды. Күрешкәндә: 

– Ҡайтҡанығыҙҙы күптән ишетһәм дә, хәл белергә ваҡыт табып булманы инде, – тип ғәфү үтенгәндәй итеп әйтеп ҡуйҙы. 

– Зыян юҡ. Бер үҙеңә нисә ауыл халҡы ҡарап тора бит, ҡустым. Йәй – былай ҙа мәшәҡәтле осор, – тип уның уңайһыуҙланыуҙарына ирек бирмәҫкә тырышты Хәким. 

Бер ни тиклем һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләшеп торғас, Хәким үҙенең бында килеүенең маҡсаты тураһында әйтте. 

– Еребеҙҙе һаҡлаған, яҡлаған батырҙар тураһында йәш быуын бөтөнләй белмәй тиерлек. Бер нисә тиҫтә йылдан ихтилалдарға күтәрелгән ҡаһармандарыбыҙҙы, бүтәндәр ҡотҡоһона бирелеп, террорист булғандар тип әйтһәләр ҙә аптырарлыҡ түгел. Ундай яңылышлыҡ-хаталар булмаһын өсөн мәктәптә йә мәҙәниәт йортоноң берәй мөйөшөндә музей-фәлән эшләйек тигән тәҡдим менән килгән инем, – тине. 

Төптән уйлап ҡына яуап бирергә күнеккән аҡыллы ауыл хакимиәте башлығы бер ни тиклем тын торғандан һуң ғына: 

– Һәйбәт идея, Хәким ағай. Һеҙгә минең дә бер тәҡдимем бар. Мәктәп директоры булып эшләгән уҡытыусы декрет ялына сыға. Уның урынына килеп, мәғариф өлкәһендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙмы әллә? Как раз тарих уҡытыусыһы ине ул да, – тине.

 – Бер нисә көндән яуап бирермен, – тип, Хәким хакимиәт башлығы менән йылы ғына хушлашты. 

“Ҡабаттан Өфөгә юлланһам да тыуған йортом етемһерәп ҡалмаһын”, – тип һөйләнә-һөйләнә урам-тирәһен тәртипкә килтереп йөрөгәндә оло улы Искәндәр шылтыратты. Үҫмерҙең тауышы мөшкөл ине. 

– Атый, теге һинең дуҫыңды, Фәнзилде, әсәйем фатирға индерҙе. “Мигрень менән йәшәп ысын ҡатындың ниндәй булғанлығын белмәйенсә ғүмеремде әрәмгә үткәргәнмен”, – тип әсәйемә һырпаланып ҡына йөрөй үҙе. Һәр хәрәкәтемде күҙәтеп-тикшереп йөрөп, аҡырынып алһа ла әсәйем яҡлашып бер ни ҙә әйтмәй. Атый, һинең янға барһам буламы? Бөтөнләйгә, йәшәргә? – тип шылтыратыуының сәбәбен әйтте.

Ҡатынының үҙенә шулай тиҙ алмашсы табыуына, етмәһә, дуҫ тип бергә аралашып йөрөгән ғаиләле кеше менән бәйләнеүенә аптырап асыуы килһә лә, улына һиҙҙермәҫкә тырышты. 

– Улым, ҡолас йәйеп һине көтәм. Бөгөн үк шылтыратып маршрут автобусына һиңә бында килергә урын белешеп ҡуям. Ҡустың ни хәлдә һуң? – тине. 

– Бәләкәйерәк бит әле. Күп нәмәне аңлап етмәй, – тип ололар кеүек һөйләнеп уфтанып ҡуйҙы улы телефондың теге осонда. 

Бындай яңылыҡтан һуң Хәким ваҡытлыса ғына булһа ла тыуған яғында ҡалырға, улын үҙе эшләйәсәк мәктәпкә уҡырға урынлаштырырға тигән төплө ҡарарға килде. Эш көнө тамамланыр алдынан ауыл хакимиәтенә барып ризалығын белдерҙе. 

Яңы урында Хәким ең һыҙғанып эшкә тотондо. Коллектив менән килешеп бер буш торған кабинетты музей итергә булдылар.Эштәре шулай көйлө генә барһа, белем көнөндә уны асырға ла ниәтләйҙәр. Әлбиттә, ауылдаштары ла төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. 

– Миңә күсермәһе ҡалһа – еткән, – тип Рәүеф тарихи сығанаҡтар йыйылған папкаһын бөтөнләй бүләк итеп ҡуйҙы. 

Башҡалар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай. Әлеге ваҡытта көнкүрештә ҡулланылмаған, ә музей өсөн баһаһы ҡиммәтле булған әйберҙәр килтерәләр. Бер мөйөштә ихтилалдарҙа, батша яуҙарында ҡатнашҡан яҡташтарының исемлеге ҡуйылды. Теге батырҙың йөҙ-ҡиәфәтенең төҙөлөшөн төрлө тарихи сығанаҡтарға таянып өйрәнеп, Өфөлә махсус заказ менән бер рәссамдан портретын эшләтеп алдылар. 

Улы Искәндәр өсөн дә шатланып бөтә алмай Хәким. Ҡалала саҡта сүп-сар түгергә ҡушһаң да ыңғырашып ҡына эшләгән, үҙе кеүек бер нисә йоҡа елкәле тиңдәше менән урам ҡыҙҙырырға сығып тайырға ғына торған үҫмер, ауылға күскәс, күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Күрәһең, мөхит тә бала тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнайҙыр. Ауылда үҫкән балалар ул йәштә күптән ҡул араһына керәләр бит. Искәндәр ҙә атаһы иртәнән-кискә тиклем мәктәп эшенән арына алмағас, өйҙө тәртип тотоу тулыһынса уның өҫтөндә. Әллә ҡайҙан төрләндереп бешеренергә лә өйрәнеп алған. Бер нисә тиңдәше менән ныҡлы танышып, дуҫлашып алды. Балыҡ ҡармаҡларға ла, ауыл буйлап сәпиттә елдерергә лә бергәләп сығалар. Күршеләре бер нисә ай ғына ашатып һуйырҙай, апаруҡ ҙурайып, тәүге бәпкә йөндәре күптән ҡойолған ҡаҙ һатып алған ине. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, Искәндәр ҙә өҙмәне лә ҡуйманы. 

– Ҡыш бауыры оҙон. Ҡаҙ һурпаһы, бәлеше эсте тишмәҫ. Беҙ ҙә алайыҡ, – тип, атаһының ололар кеүек һөйләнеп бер нисә тапҡыр ҡолағына төшөргәс, Хәким дә ҡаршы килмәне. 

– Ярай, әләйһә, мәйелең. Улар артынан сабыуларға минең ваҡыт юҡ. Үҙең ҡарар булһаң ғына алабыҙ, – тип ризалашты.

Берсә түҙемһеҙләнеп, берсә болоҡһоп көткән көн дә килеп етте. Төрлө ерҙән саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар араһында йәш фән кандидаты Марат Ҡәҙимбирҙе улы ла бар ине. Ниндәйҙер бер төпкөлгә музей асыу тантанаһына үҙен саҡырыуҙарын белгәс, башта: 

– Белем көнөндә мин студенттарым янында булырға тейешмен, –тип ҡырҡа баш тартырға маташҡан ине үҙе.

– Йөрөгән ташты ғына мүк баҫмай. Ер-һыу күреп, халыҡ араһында йөрөп ҡайтһаң, бер ерең дә кәмемәҫ. Студенттарың да бер көн һинһеҙ әллә нимә эшләмәҫтәр, – тип Нур Ишкелде улы уның һөйләнеүҙәренә урынында уҡ нөктә ҡуйҙы. – Һинең өсөн унда бер сюрприз да әҙерләнгән икән, – тип, етмәһә, мыйыҡ аҫтынан ғына көлөп ҡуйырға ла онотманы. 

1 сентябргә арналған тантаналы линейканан һуң: “Хәҙер байрамдың икенсе өлөшөнә, рәхим итегеҙ!” – тип үҙе артынан ҡунаҡтарҙы әйҙәгән мәктәп директорын танығас, Марат Ҡәҙимбирҙе улы асҡан ауыҙын да ябырға онотоп бер ни тиклем иҫәңгерәп торҙо. “Был әҙәм аҡтығы тағы ла ниҙәр ҡыйратҡан булды икән? Был юлы түҙеп, тынып тормаясаҡмын”, – тип эстән генә туҙына-туҙына арттарынан эйәрҙе. 

Бары тик музейҙың эстәлеге менән тулыһынса танышҡас ҡына, асыуы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Үҙ машинаһында килгәнгә күрә, ситтән саҡырылған ҡунаҡтар таралышып бөтһә лә, китергә ашыҡманы ул. Ниәте, Хәким Аллабирҙин тигән яҙыусының ҡапыл ғына йөҙ туҡһан градусҡа үҙгәрә алыуының сәбәбен белеү ине. Үҙенә баянан бирле һынсыл ҡарашы менән өтөп барған йәш тарихсыға Хәким дә иғтибар иткән икән. Үҙенә саҡырҙы. 

– Ҡалала ла дүрт мөйөшкә ҡарап ултырырға өлгөрәм. Әйҙә, тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнәйек, – тип Марат Ҡәҙимбирҙе улы үҙ тәҡдимен индерҙе.

Үҙе юл буйы, әҫәре өсөн быға ҡаты бәрелеп ҡуймаһам ярар ине. Ни тиһәң дә, ҡунаҡ булһаң да, тыйнаҡ бул, тиҙәр бит, тип уйланып-борсолоп килһә лә, бер-береһен тиҙ аңлаштылар. Ғәҙәттә, маҡсаттары бер булғандарҙың һүҙҙәре тиҙ берегә шул. Тарихсы ғалим менән яҙыусы менән дә шулай булды. Башҡорт халҡының борондан төрлө тарихи ваҡиғалар ҡойононда йәшәүҙәре, әле лә заманаларҙың еңелдән булмауы хаҡында һөйләшә торғас: 

– Тарихи әҫәрегеҙҙе уҡып, һеҙҙең хаҡта бөтөнләй икенсе фекерҙә инем, – тип Марат Ҡәҙимбирҙе улы тураһын әйтте лә һалды. 

Әйтерһең, Хәким был турала һөйләшеү буласағын алдан көтөп йөрөгән.

 – Шулайыраҡ килеп сыҡты шул. Урыҫтар әйтмешләй, күрәһең, шайтан ҡотортҡандыр инде, – тине тыныс ҡына. Мәртәбәле премия алғас, үҙе менән булған сәйер хәл-ваҡиғаларҙы енәһенән ебенә тиклем түкмәй-сәсмә бәйән итте яңы танышына. – Алдан кемгәлер ғәйеп тағып, рәнйеп маташһам да, тап был ваҡиғаларҙың минең менән булыуына хәҙер һөйөнөп бөтә алмайым. Аҡылға ултыртыусы сәйер күҙҙәргә торһам да, ятһам да эстән генә рәхмәт әйтәм. Батырҙың рухына бағышлап доғалар уҡырға тырышам. Күп нәмәгә күҙемде асты ул. Яҡындарымдың кемлеген дә тап ошо ваҡытта аңланым. Ысын мәғәнәһендә тормош һабағы булды ул, – тип һүҙен йомғаҡланы. 

– Дә-ә-ә, – тине аптырап Марат Ҡәҙимбирҙе улы әңгәмәсеһенең һөйләгәндәрен тын ғына тыңлап бөткәс. – Әҫәрегеҙҙе уҡыу менән мин дә туҙындым. Асыуыма түҙә алмайынса фекеремде Нур Ишкелде улына әйтеп ҡараным. “Тарихта була торған хәл, ваҡыты еткәс, һәр береһе тейешенсә язаһын алыр”, – тип тынысландырырға маташҡанда, уны ғәмһеҙлектә ғәйепләгән инем. Күрәһең, бумеранг тигәндәре, ысынлап та, бар икән шул. 

– У-у-у, бумерангдың да ниндәйе! Нисә йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән ҡатын да ышанманы бит. Психбольной тип кенә ебәрә ине, –тине Хәким көлөмһөрәп. Ә үҙенең күҙҙәрендә бер ни тиклем ваҡытҡа һағыш, үкенеү күләгәләре сағылып ҡалды. 

– Ҡан хәтере, рух тураһында әйтһәң, күптәр ауыҙҙарын ҡыйшайтып көлөрә генә торалар. Ә бит ул, ысынлап та, булған, бар, буласаҡ та. Һинең күңелеңдә кер булмағас, батыр рухы ваҡытында һине аҡылға ултыртып, тағы ла ҙурыраҡ яңылышлыҡтарҙан йолоп алып ҡала алған, – тине Марат Ҡәҙимбирҙе улы лекция уҡығандай ҡараштарын алыҫҡа төбәп.

...Марат Ҡәҙимбирҙе улы телефондан һөйләшергә ситкәрәк киткәс, көн дауамында йүгереп талсыҡҡан аяҡтарына ял бирергә булып йөҙйәшәр имән төбөнә барып ултырҙы Хәким. Бер ни тиклем тын ғына ултырғас, сентябрь ҡояшының сағыу нурҙарына иркәләнеп күҙҙәрен йомдо. Тыуған яғына ҡайтҡас тәбиғәт ҡосағында иркенләп тәүге тапҡыр ултырыуы инең уның. 

“Ҡан хәтере, батыр рухы тураһында Марат Ҡәҙимбирҙе улы дөрөҫ әйтә, – тип эстән генә уйланы ул. – Шулай булмаһа, баҡыйлыҡҡа күскән әсәһенә тиклем төштәренә инеп улының иманын уҡытмаҡсы булып туҙыныр инеме ни?! Гелән ауыр, ҡара эштә бил бөккән, ғүмере буйы ауыл күперенең теге яғына ла сыҡмаған ҡатын тарих тураһында ҡайҙан белгән тиһең? Ә Рәүеф һуң!? Ауыл хужалығы институтын ситтән тороп ҡына уҡып, колхоз бөткәс, бер йыл да эшләп өлгөрә алмаған йәш кенә егет бит ул. Зәйнулла хәҙрәтте лә намаҙлығынан башын күтәрмәгән томана ғына бер ҡарт тип иҫәпләй ине. Күрәһең, рухлы булыр, асылыңа тоғро ҡалыр өсөн әллә ниндәй уҡыу йорттарын тамамларға ла, ҙур-ҙур түрәләр менән ҡул бирешеп йөрөргә лә кәрәкмәй икән. 

Үҙен һаҡлаған, сит-яттар тапап әләф-тәләф итмәһен, юҡҡа сығармаһын өсөн үҙен яҡлаған ошо ҡара тупраҡҡа ла, анау ҡалҡандай булып ғорур баҫып торған ҡая-таштарға ла батыр рухы һеңгән. Хатта тын ғына, ҡояш нурҙарын тулҡындарын шаян йылтыратып ағып ятҡан йылға ла тарихтың, үткәндәрҙең бер өлөшөн үҙендә һаҡлай кеүек. Ә халҡы онотоп, сит шауҡымға артыҡ бирелә башлаһа, ҡан хәтере менән ул барыбер кире ҡайтасаҡ...”

Марат Ҡәҙимбирҙе улы менән ҡайтыр яҡҡа юлға сыҡҡанда, ауылдаштарынан һорашып, архивтарҙа ултырып эҙләнеп тыуған ерен дошман ҡулынан йолоп ҡала алған батыр тураһында ҡабаттан әҫәр яҙырға ниәтләүе хаҡында әйтте Хәким. 

 Рәзинә Зәйнетдинова, Өфө ҡалаһы. 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: