Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Декабрь 2022, 13:59

Һуңлап табылған бәхет

Саҡ аңына килгән Ғәйшәне өйгә индереп һалдылар. Фельдшер давление үлсәне,бер –бер артлы ике-өс укол ҡаҙаны.Ишетә һалып, бикәме, ҡәйнештәре килеп етте. Ауыл геүләп эҙләргә тотондо.Урамдан сығып йөрөгән бала түгел. Ул кәртә-ҡура,баҡса ҡалманы, эҙләп бөттөләр, Сәрбиназ табылманы.

Һуңлап табылған бәхет
Һуңлап табылған бәхет
Айһылыу Юнысбаева

Һуңлап табылған бәхет

Һуңғы арала үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй,болоҡһоп йөрөгән Сәрбиназ бөгөн таң атыуға ҡояш кеүек балҡып уянды.Күптән инде өләсәһен төшөндә күргәне юҡ .Бөгөн уны шул тиклем матур итеп төшөндә күрҙе.Имеш,һаман да улар үҙҙәренең тауыҡ кетәгендәй бәләкәй генә өйҙәрендә йәшәп яталар. Йәйҙең бер көнө.Урам эсен күгүлән ҡаплаған.Ары- бире йәй көнөнә ярарлыҡ ҡына итеп үҙе таҡтанан әүәләп алған аласығында өләсәһе һөт айыра.Ҡаймағы шул тиклем дә ҡуйы матур булып сеүәтәгә ҡойола.Иң ҡыҙығы:Сәрбиназ шул ҡаймаҡҡа йүнләп ағырға хут бирмәй.Бармағын ҡаймаҡҡа ҡуйып мана ла шуны ялай ҙа ялай.Өләсәһе бер һүҙ әйтһәсе,башына ҡунаҡҡа ғына ябына торған кизе яулығын ябынып алған да күреп, туйып ҡалайым тигәндәй үҙе Сәрбиназдан күҙен алмай. Ә өҫтөндә Майшәкәр инәйҙән бер йомғаҡ майға тектереп алған балитәкле сатин күлмәк.Ней ғәжәптер,сабыр ,һөйкөмлө ,түңәрәк кенә күҙе менән Сәрбиназға оялып ҡына ҡараған төҫлө.Ошо бәхетле минуттан Сәрбиназды ваҡытһыҙ шылтыраған телефоны уятты.Тертләп уянып,ошо татлы минуттың өҙөлөүенә йәне көйгәнгәме,өҫтәлдә ятҡан телефонға теләр-теләмәҫ кенә үрелгәйне ,телефон һүнеп тә ҡуйҙы. Иртә менән кем шылтырата икән ,берәй нәмә булдымы икән тип, йөрәге жеүелдәп ҡараһа, күрше Вәсил ҡатыны икән.Ярай ,бик кәрәкһә, тағы шалтыратыр әле, юғиһә хәҙер кире шылтыратһаң, сәғәт буйы уның тәтелдәүен тыңлар кәрәк, тип теге төш менән һаташыуын дауам итте.Их, кисә һүндереп һалаһы булған икән дә бит телефонды,төшөндә туйғансы ҡарап ҡалыр ине өләсәһенә.Йә,ярай ,ошо татлы минуттар йылға етерлек көс бирә лә баһа.Бына уяныу менән бушты юҡҡа борһаланып йөрөгән күңеле тынысланды, кәйефе күтәрелде.Рәхмәт инде өләсәһенә ,үлеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә йылына бер-ике булһа ла төшөнә инеп, Сәрбиназды йә нимәнендер ҡурсалай,йә тиҙҙән шатлыҡ булырын иҫкәртә.Өләсәһе әйтмешләй төштө нимәгә юраһаң, шул була ти торғайны,шуға Сәрбиназ төшөн яҡшыға юраны,юрап ҡына ҡалманы,ышанды ,ни тиһәң дә аҡ һөт менән аҡ ҡаймаҡ насарға булмаҫ инде. Төшөн яҡшыға юрап ,өләсәһен күҙ алдына баҫтырып ,ҡәнәғәт кенә йомшаҡ диванда ята бирҙе Сәрбиназ. Бөгөн ял көнө,ҡабаланаһы юҡ.Ире эштә,көндөҙгө дежурға киткәйне, кисһеҙ ҙә ҡайтмаҫ, улы Мирас менән ҡыҙы Гөлһыуҙы кисә ҡартаталары ялға килеп алдылар.Шуға ла, ашығаһы юҡ.Бына ҡалай һәйбәт булды әле төштөң ялға тура килеүе.Эшкә булһа, Сәрбиназ күптән аяғөҫтө булып,төш онотолоп ,көндәлек мәшәҡәткә сумыр ине .Балаларҙың береһен балалар баҡсаһына ,икенсеһен мәктәпкә әҙерләргә,иртәнге аш-һыу йүнәтеү тигәндәй,һәр хәлдә бөгөнгө кеүек һағышлы ,йылы хәтирәләргә ҡайтыу өсөн ваҡыт табылмай,төш онотолоп та ҡуйыр,бәлки. Кешеләр әсәйҙәре үлеп, әсә һөйөүенә,әсә йылыһынан мәхрүм булһа,Сәрбиназ әсәһе тере көйө әсә наҙынан мәхрүм булды .Әсәһе

Мәстүрә Ғәйшә әбейҙең бер-бөртөк кенә ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы.Олатаһы Акрам бабай фажиғәле үлеп ҡалғанда, әсәһе Мәстүрә ун йәштәрҙә булғандыр.Мәстүрәгә тиклем Ғәйшә әбейҙең бер улы тыуып үлде,Мәстүрәнән һуң тыуған улы ла 6 ай ғына йәшәне лә ҡапыл ғына ауырып үлеп китте.Балалар ҡайғыһынан арынып,әллә киләсәктә тағы ла әсә булыу бәхетенә өмөт өҙмәй генә йәшәп ятҡанда Ғәйшәгә ҡайғы икенсе яҡтан ишек асты.Иртән имен генә эшкә сығып киткән ирен кискә үле килеш тейәп ҡайттылар.Тракторҙа эшләгән Акрам үҙ тракторының аҫтында ҡалып, аңына ла килмәй шунда уҡ йән биргән.Бөртөк кенә Мәстүрәһен ҡосаҡлап:

-Йә,Хоҙайым,сабырлыҡтар бирһәңсе,әле йәшәй генә торған сағы ине бит.Акрамһыҙ мин нисек йәшәрмен?Ни эшләп ҡәҙерлемде аяманың,аллаҡайым,балам бар бит,атайһыҙ ҡалдырҙың да баһа,-тип һыҡтаны йәш ҡатын.Эй, донъя, һин тигәнсә генә барһа икән дә.Акрамының ҡырҡы үткәс кенә саҡ ипкә-һапҡа килде Ғәйшә.

- Балам,Мәстүрәм бар бит,үҙемә ,Хоҙайым, ғүмер бир инде,минән башҡа уның бер кеме лә юҡ, балам хаҡына үтенеп һорайым,-тип Хоҙайҙан ғүмер һораны.Балаһын кеше итеү теләге уны артабан йәшәргә көс табырға ярҙам итте.Өйҙә иламаны Ғәйшә,төн етһә, кәртәгә сығып иланы,Мәстүрәһенә күрһәтмәне күҙ йәшен.Уйланып ҡайғырып ултырырға ваҡыт ҡалмаһын өсөн, башкөллө эшкә сумды.Ал-ял белмәй фермала быҙауҙар ҡараны.Үлер алдынан Акрамы ҙур итеп өй һалырға хыяллана ине.Юҡ шул,хыялы тормошҡа ашманы,өй бурала килеш ултырып ҡалды.Ахырҙа йыл тирәһе ултырғас ,сереп ҡуйыр тип, бураны Нуғай ауылына һатып ебәрҙе.Күрше Исмәғил: -Миңә һат әле ,еңгәй , ҡырға ебәрмә бураны, үҙем алам,-тип ҡарағайны ла риза булманы.Күргән һайын бура Акрамын иҫкә төшөрөп тик торор тип уйланы.Йәшәгән өйҙәре ҡайныһынан ҡалған өй. Үтәтмалы,бәләкәй генә өй ныҡ булып сыҡты.Шунда Мәстүрә үҫеп буй еткерҙе,аҙаҡ ҡыҙы Сәрбиназға ла шунда үҫергә насип булды.Ҡара эшкә шәп булды Ғәйшә.Ҡайғы һөйләп,бәғзеләр һымаҡ ауырыу һөйләп, кеше йонсотоп йөрөмәне.Төҫкә- башҡа ул хәтлем үк булмаһа ла сабырлығы,аҡыллы булыуы,эшкә күндәм ,тилберлеге менән абруй ҡаҙанды .Тәүҙәрәк Акрам үлгәс ҡыҙғанып : -Яңғыҙ ҡыйын булыр, килен, үҙеңә,ҡыҙ ни ҙурайып үҫер ҙә китер,сәпсим яңғыҙ ҡалырың ,урыны тура килһә ,кейәүгә сығырың ул,- тигән ҡайнағаһына: -Булмай,ҡайнаға, асыуланма,баламды тилмертеп кеше күҙенә ҡаратып ултыртып ҡуяһым юҡ,ни күрһәк тә күрербеҙ,булмай ,тигәс башҡаса һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлләм ҡарт.Үлгән артынан үлеп булмай шул ,башты ташҡа ярып та булмай.Һортыусылар булманы түгел ,булды.Шығай Ғәлимйәне әллә биш килде ҡулын һорап.Ғәйшә нисә килһә лә юҡтан башҡаны әйтмәне. Бар наҙын,бар йылыһын ҡыҙына бирҙе.Мәстүрә тип йәшәне.Ҡайҙа яҡшы ,ҡайҙа матур Мәстүрәнеке булды.Берәүҙән дә кәм-хур итмәҫкә тырышты әсә Мәстүрәһен.Өҫтәүенә төҫкә-башҡа ла бик матур ине

ҡыҙ.Ҡыйылып киткән ҡуйы ҡара ҡаш тиһеңме,шоморт ҡара ҡуйы оҙон толом,килешле генә буй- һын.Көлөп ебәрһә инде сикәһендә уйылған бәләкәй генә соҡор,ҡыҫҡаһы торғаны менән кәртинкә инде.Ҡашыҡҡа һалып йотмалы тейҙәр ундай һылыу ҡыҙҙарҙы. Акрамы төҫкә шулай таҙа,аҡ йөҙлө,ҡуйы ҡара ҡашлы,һыу һөлөгө һымаҡ ине.Кәүҙәгә лә оҙон ғына булды.Ғүмере ҡыҫҡа булды шул.Ғәйшә иҫенә төшкән һайын:

-Акрам ни эшләр ине икән ҡыҙын күрһә, ҡыҙына һоҡланып ҡыуаныр ине микән?- тип уйлап эскенәләре ҡайышып китә лә һуң. Мәстүрә үҙенең һылыу,матур икәнен бала саҡтан белеп үҫте.Эйе,кем күрһә лә уны:

- Уй ҡалай матур ҡыҙыҡай, сәстәрең бигерәк матур,был тиклем дә ҡыйғас ҡара ҡаш,-тип уны күргән һәр береһе уға һоҡланыуын йәшермәне.Ошо һоҡланыуҙар бала ғына көйө унда мин –минлек тәрбиәләне.Һауалы,тәккәбер ,үҙен генә яратып үҫте Мәстүрә.Шулай булмай ,мәктәптә лә Мәстүрәгә егеттәр тарафынан иғтибар күп булды.Класында ғына түгел мәктәптә ,бәлки,уға һылыулыҡ менән тиңләшкәндәр булдымы икән?Матур ,өҫтәүенә сынъяһау кейенгән Мәстүрәне берәй дәрәжәле генә кешенең ҡыҙы тип тә уйларға була. Холҡо,үҙен тотошо менән дә айырылды Мәстүрә башҡа ҡыҙҙарҙан.Класташ егеттәрен бөтөнләй һанға һуҡманы,ҡыҙҙарға ла бик эйәләшеп барманы.Үҙенән ҙур класта уҡыған ҡыҙҙар,малайҙар менән генә аралашты .Мәстүрәнең уҡыуға бәләкәй кластан барымы булманы,математиканы бөтөнләй үҙ итмәне.Әсәһе Ғәйшә лә ҡыҙының уҡыуҙа аҡһағанын белеп,күпме генә тырыштырып ҡараһа ла ,Мәстүрә алдыра алманы,тырышып та барманы .Урта кластарҙа инде егет-елән күңелен биләне.Ғәйшә ҡыҙына бик эшкә лә йомошаманы,уға ҡыйын булмаһын типме, бөтә нәмәне үҙе эшләргә тырышты.Эштән арып ҡайтҡан сағында ла инде буй еткән Мәстүрә уны диванда һуҙылып ятып ҡаршыланы .Әсәһенең тамаҡ йүнәтеп,ашарға саҡырыуын шулай булырға тейеш ,тип уйланы күрәһең.Арғы остан Маһира әллә нисә Ғәйшәгә:

-Ҡыҙыңды һуймаға аҫырайыңмы,эшкә өйрәт.Бик булмаһа фермаға килһен,һиңә ярҙам итешһен.Анһат,һаман ни инде.Исмаһам,ашарға бешерһен ҡайтыуыңа.Ни эшләп эштән ҡайтҡан әсәһен көтөп ята ул,тамаҡ та йүнәтмәй,бынағайыш -,тип асыуланып ҡараны.Нисә йыл бергә быҙау ҡарап ,ҡатышып йөрөгән Мәрфүға ла: -Мәстүрәне йомшамайһың бит әй.Хәҙер ошо ваҡытта ауыҙын йырып йомшамағас ,ҡасан йомшамаҡ булаң.Бөтәһенә лә үҙең.Улай булмай ҙа инде,Ғәйшә,ярай ҙа ул, ҡәҙереңде белһә.Ана ,уның йәшендәге ҡыҙҙар, һыйырына тиклем һауа,-тип үпкәләп әйтеп ҡараны. . . Бәләкәйерәк саҡта бәләкәй тип йәлләп эш ҡушманы,үҫә төшкәс ,ҡушһа ла эшләмәне Мәстүрә.Аҙаҡ инде башына төшһә эшләр әле,мин үҙем дә Акрамға кейәүгә сыҡҡас ҡына эшкә өйрәндем бит тип,үҙен йыуатты.
Эйе,бәхете Ғәйшәнең, аҡыллы ҡәйнәгә тура килде.Ун туғыҙы яңы тулған Ғәйшәне ажғырмай,екермәй ,ипле генә итеп өйрәтте эшкә

ҡәйнәһе.Атайһыҙ үҫкән Акрам үҙе лә эшкә йәштән өйрәнгән ине.Бесән сабыу,утын әҙерләү кеүек ирҙәр эшенә.
-Бер үҙемә күңелһеҙ,әйҙә һин дә минең менән-, тип бисәһен эйәртеп алып йөрөп ,үҙе өйрәткәйне ваҡ –төйәк эшкә.Ғәйшә үҙе лә әсәһе мәрхүмәгә оҡшап күндәм ине шул.Әсәһе ике балаһын ҡалдырып йәшләй генә үлеп китте.Ике бала менән тол ҡалған атаһы күп тә тормай өйгә үгәй әсәй алып ҡайтты.Үгәй әсәй ҡаҡманы ла,үҙенеке итеп йән дә атманы,йыл үтеүгә ҡустыһы тыуғас, бала ҡарау Ғәйшәнең елкәһенә ятты. Шулай Ғәйшә унынсыны бөткәнсе ата йортонда торҙо.Ул унды бөткәнсе тағы ике ҡустыһын ҙурайтты әле.Үҙенең өҫ-башын йүнәтеп, шунан берәй ергә уҡырға барырмын әле тип ,һуңғы экзамендан һуң тура ферма мөдире Азат ағайға эш һорап килде. Завферма Азат Ғәйшәне әйҙүкләп ҡаршыланы,йәй көнө һауынсы,быҙау ҡараусыларға алмаш бик кәрәк. -Иртәгә үк эшкә сыҡһаң да була,Сәлимә еңгәң туйға көн һорай ине.Урыныңа кеше табып кит тигәйнем,таба алмай ҡаңғыра , бик һәйбәт булды.Әле ул быҙауҙары янында ,барып эш рәтен белешеп ҡайт та әйҙә иртәгәнән эшкә.Көндө иртәгәнән ҡуйырмын. Бына шулай ваҡытлыса,өҫтөн бөтәйем тип кенә эшкә барған Ғәйшә пенсия йәшен уҙып киткәнсе ошо фермала быҙау ҡараусы булып ҡалды.

Ул эш башлағас та фермаға һыу һөлөгө кеуек,йәш,өҫтәүенә сибәр ,аҡыллы егет Акрам әрме хеҙмәтенән һуң һөт машинаһына шофер булып эшкә килде. Күрше өс саҡрым ятҡан Аҡҡолай ауылы егете ине ул.Буй етмәҫлек булып күренгән егеткә бик иғтибар итмәҫкә тырышты Ғәйшә.Акрам үҙе лә башта Ғәйшәне иғтибарға алманы.Шулай ҙа һуңғараҡ: -Сәләм, ҡыҙҙарҙың уңғанына!-тип үтеп киткеләне. Һуңғараҡ, ара-тирә,күреп ҡалһа,Ғәйшәнең ботлоҡ биҙрәһен күтәрешеп тә китте.Артыҡ һүҙ әйтеп маҙаһыҙламаны үҙе,шулай ҙа серле генә итеп йылмайып ҡуйғыланы. Ғәйшә быҙауҙарына,ферма коллективына ла яйлап өйрәнә төштө.Әйтергә түгел, эш ауыр ине,бөтә эш ҡул менән башҡарыла,быҙауҙар йәш бала менән бер ,саҡ ҡына һөт артыҡ эсһәләр эстәре китеп ауырыйҙар.Тәүге көндәрҙә

- Юҡ, бында оҙаҡ эшләп булмаҫ,бер –ике -өс ай эшләп өҫ-башымды ғына бөтәп алайым да,ҡалаға эшкә булһа ла китермен ,- тип үҙен йыуатты .

Өйгә ял итергә ҡайтһа ла тыныслыҡ юҡ,үгәй әсә үгәй әсә инде,ҡайтыуыңды көтөп кенә тора ул-был ҡушып йүгертергә.Шулай йөрөй торғас, Яңы йылға ла күп ҡалманы.Йәшлек ғәләмәте үҙенекен итә,арып ҡайтһа ла үгәй әсәһен һөйләндереп, бер нисә тапҡыр киноға сыҡҡыланы күршеләге Әсмә еңгәһе менән.Әсмәнең ире үлгәненә биш-алты йыл булалыр,ике бала менән йәшләй генә тол ҡалды.Шул эскелек ғәләмәте инде.Эсеп ҡайтып йоҡлап ятҡанда үҙ ҡоҫҡолоғона

үҙе сәсәп үлгән.Ярай, Әсмә йәш балаһы ауырып, балниста булып ҡалған,атыу ҡәйнәһе айғыр Яңыл:

- Ҡарамай үлтергәнең,хайырсы,иреңде үлтереп һалып ҡуйғаның,- тип өҫтөндә өйҙәй булыр ине.Ире үлер алдынан ғына колхоздың буш торған өйөн йүнәтеп күскәйнеләр.Ғәйшәләргә ҡаршы ғына.Балаһының береһе быйыл уҡыуға барҙы,икенсеһенә алты йәш тирәһе .Әсмә үҙе кәнсәнең иҙәнен йыуа.Шардауай,төҫкә-башҡа ла арыу ғына Әсмәне Ғәйшәнең үгәй әсәһе Фариза ни эшләптер өнәп етмәй.Уның менән йөрөгәнен күрһә:

-Тиңең бөткәнме ,иҫаҡай,ике балалы бисә менән йөрөмәһәң,йөрө үҙеңдең тиңең менән,һәптән Әсмә лә булғанмы кеше?- тип сағырға ғына тора.Ғәйшәнең тиңдәштәре ни ауылда юҡ тиерлек,Алмагөлдән башҡа.Ул, институтҡа һынау биреп, инә алмай ҡайтҡас, өйөнән дә сыҡмай, икенсе йылға әҙерләнә .Етмәһә, арғы оста.Етеш ғаиләлә,ата-әсәһенән иркәләнеп кенә үҫкән Алмагөл, мәктәптә уҡыған да уҡ,Ғәйшәгә танау өҫтөнән генә ҡараны.Бер класта уҡыһалар ҙа сит ине улар бер-береһенә.Әсмә менән рәхәт,ул Ғәйшәне аңлаған һымаҡ,сере лә һыя уға.Асыҡ-ярыҡ,эсендәге тышында.Уты-һыуы ла бергә булып китә.Әле кисә лә эштән ҡайтҡанда осраны ла: -Бикәс,Яңы йылға костюм әҙерләйек.Кейенеп сығайыҡ, бер ҡыҙыҡ булһын ибет.Кеше ҡарап ултырғансы,кейенеп кеше араһында йөрөйөк.Гөльямал да кейенә.Быйыл елканың бүләктәре лә арыу ти бит,- тип теңкәһенә тейҙе Ғәйшәнең. -Белмәйем,әйтә алмайым шул еңгәй.Хәҙер Фариза апай һөйләнә ул,шул ғына ҡалғайны тип.Мин кейенмәһәм ни Гөльямал менән сығырһың ,-тип ҡарағайны ла уй-вайына ҡуймай Әсмә: -Икәүләп тигәс икәүләп, һинең ваҡытың булмаһа, үҙем тегәм костюмды, һиңә лә, үҙемә лә.Һөйләнһен,Фаризаның һөйләнеүе бөтәме.Уға мәңге ярап булмаҫ.Барыбер икебеҙгә лә әҙерләйем,сығабыҙ елкаға,- тип тороп ҡалды. -Ярай һуң атыу, тиеүҙән сара ҡалманы уға.Өйҙә уға ирек юҡ шул тегенеп ултырырға,әле бына шул һөйләшеп торғанды күргән Фариза : -Тағы бер аҙ торһаң ней була, шул быйтандаҡ Әсмәң менән.Ҡуйсәле, был хәтлем дә булырһың икән,күп йөрө әле әйткәнде тыңламай, шуның менән,исемең сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырың.Күҙе- башы уйнап ,ир көҫәп йөрөгән бисә.Күпме әйтәм,тыңламай.Ана мунсаның һыуыҡ һыуын ташы ,умывальник биҙрәһен түк тә ,һыйырҙы һауып ин ,-тип йөҙләгән эшен ҡушып төпкө өйгә инеп китте Фариза.Ғәйшә Фаризаның йөҙ фарманына күнеп бөткән инде ,уға иҫе китмәне,төпкө өйҙә күҙлеген танауына һалып гәзит ҡарап ултырған атаһына хәтере ҡалды,ярай Фаризаға үгәй булһа ла уға бит үҙ балаһы.Ник әйтһә икән, исмаһам ,тамаҡ ашап алһын тип,йә әҙерәк тын алһын тип.Юҡ шул, әсәң үлһә,атаң еҙнә тигәнде белмәй әйтмәгәндәрҙер. Инеп өҫтөн алыштырып, силос еҫе аңҡып торған кейемен соланға элде лә өнһөҙ генә биҙрә алып тышҡа сығып китте Ғәйшә. Бер көндө көндәгесә йәш быҙауҙар менән айҡашып,арманһыҙ арып

саҡ ҡайтып килгән Ғәйшә ҡолаҡ төбөндә бипелдәгән тауышҡа ҡото осоп ситкә һикерҙе.Әллә ниндәй уйға батып ,арттан Акрамдың молоковозын да абайламаған.Машина ҡыҙҙың тапҡырына килеп туҡтаны .Мөләйем генә йылмайған егет : -Әйҙәгеҙ,ауылда төшөрөп ҡалдырырмын,ара йыраҡ ҡына ,ултырығыҙ машинаға, –тине яғымлы ғына.Ғәйшә ҡойолоп төштө,берҙән эш кейеменән оялды,алыштырырға уйлағайны ла бит,арығас,йә ярар, тип быҙау араһында йөрөгән әрһеҙ кейемен дә сисмәйенсә ҡайтырға сыҡҡайны.Тағы етмәһә, кофтаһының еңе лә һүтек,тегергә ҡулы теймәй йөрөй .Ҡаушауынан ҡыҙ,бурҙаттай ҡыҙарып: -Юҡ,юҡ йәйәү ҡайтам,-ти башлағайны,егет ныҡыш булып сыҡты.Кабинаһының ишеген асып ,серле генә йылмайып Ғәйшәгә: -Йә,ярай,инәлтмә,ултыртҡан өсөн аҡса алмайым,ҡурҡмағыҙ, тигәс,ирекһеҙҙән Акрамдың йәнәшәһенә инеп ултырҙы.Үҙе оялғанын бер нисек тә йәшерә алмай йонсоно.

-Ҡурҡма,ҡурҡма,мин кеше ашамайым ,-тигәс кенә әҙерәк тынысланды ла,бер нөктәгә төбәлеп ултыра бирҙе.Ауыл менән ферма араһы арыу ғына ара ,ике –өс саҡрым булыр.Егет ҡыҙҙы ҡурҡытмайым тинеме ,тағы бер күҙ һирпеп ҡараны ла ауылға еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәне.Ауылға инмәй ,оло юлдан тура маслауайға йөрөгән Акрам был юлы ҡыҙҙы ауыл эсенә индереп Әсмәләр тапҡырына ҡалдырып китте. Бына шулай башланып китте уларҙың уртаҡ яҙмышы.Ғәйшәнең ҡарар күҙгә бик салынып торған һылыулығы булмаһа ла үҙенә тартып торған ниндәйҙер һөйкөмлөлөгө бар ине. Өҫтөн бөтәрлек кенә аҡса эшләрмен дә берәй ергә уҡырға барырмын, тип йөрөгән ҡыҙ, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Ни эшләптер гел генә Акрамды күргеһе килеп тик торҙо.Ферма уның өсөн көндән –көн яҡынайҙы,эштең ауырлығы ла тойолмай ,хатта.Ҡыҙыҡ инде ,үҙе Акрамды күрергә йән атып килә фермаға, ә үҙе уның күҙенә салынырға ла ояла.Һуңғы арала Акрам үҙе лә иртә йөрөй башланы фермаға.Баштараҡ Ғәйшә эшләгән быҙау һарайына уңайһыҙланып ҡына инә торғайны.Аҙаҡ бында үҙ кешегә әйләнә башланы.Ғәйшә менән эшләгән Фатима апай көлөмһөрәп: -Их,егеттең бына тигәне һиңә ҡороҡ һалырға уйлай түгелме,ҡыҙый.Ике күҙен һинән алмай,бына бәхет ,-тип шаярта башланы.Шулай үҙенән- үҙе ике йәш йөрәк бер-береһенә яҡынайҙы.Үҙе ипле,үҙе мөләйем егет ҡыҙҙы башкөллө ғашиҡ итте үҙенә.Акрам артыҡ мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп Ғәйшәнең башын ҡатырманы ,ҡаф тауҙарын да вәғәҙә итмәне. Әммә һөйөү тулы наҙ менән бер ҡарашы Ғәйшәне был донъяла иң бәхетле кеше итте. Ярты йыл тирәһе Ғәйшә менән дуҫлашып йөрөнө лә 8 март байрамына әйттереп тә ҡуйҙы.Сәсеүгә төшкәнсе, биш- алты дуғалы итеп туй үткәрҙеләр.Шулай итеп, ул Аҡҡолай ауылы Ғәйзә әбейҙең килене булып китте.Үҙҙәренең ауылы менән ара өс-дүрт саҡрым тирәһе генә булғанға , эшен дә ташламаны,тап килһә Акрамына ултырып, тап килмәһә йәйәү тигәндәй фермала эшләүен дауам итте. Ғәйзә әбей уны тәү күреүҙән “ҡыҙым”тип өндәште,мәрхүм булғансы ла “ҡыҙым” тип үлеп китте.Яратты ул Ғәйшәне,эшенә

киткәндә самауыры менән оҙатты,эшенән ҡайтҡанда ла боҫорап ултырған самауыр,йылы ашы менән ҡаршыланы.Үгәй әсәйҙең әр-битәренән арығанғамы,аҡыллы Ғәйзә әбейҙе Ғәйшә үҙе лә бейемем тип өҙөлөп торҙо. Бер йыл үтеүгә малай тапты Ғәйшә. Акрам атлап түгел,осоп йөрөнө,малайы тыуғас. Мазһар тип исем ҡуштылар. Хас Акрамдың үҙе ине. Алты ай тигәндә ,өс-дүрт көн генә ауырып,өйҙәгеләрҙе ҡара ҡайғыға һалып мәрхүм булды Мазһар. Ир кеше ир кеше инде,тешен ҡыҫып түҙҙе Акрам.Хис –тойғоһон бик тышҡа сығарманы.Ә Ғәйшә бик ауыр кисерҙе был ҡайғыны
Ғәрифә әбей эстән үҙәге өҙөлһә лә,киленен: -Йә, ярай, ни хәл итәһең килен,хоҙай ҡушҡан эш ,хоҙайҙан уҙып бер нәмә лә эшләп булмай,-тип йыуатты.-Булыр әле,йәшһегеҙ,үҙеңде һаҡла,артыҡ көйәләнмә-тип үҙе лә ҡушылып илап ебәргеләне. Ғәйшә арыуыҡ ауырға ҡала алмай йонсоно.Бер нисә тапҡыр,әллә эсең түбәнләнеме икән тип ,Ғәрифә әбей һылап та ҡараны.Акрамына рәхмәт ,мыжыманы, балаң юҡ ,тип йәненә теймәне.Шулай ҙа бала яратҡанлығын әллә ҡайҙан белеп була ине.Ғәлләм ағаһының,Мәрүәр апаһыныңбалалары килһә ,мәш була .Шулар менән шаяра,уйнай.Йәшәүҙәренә биш йыл тигәндә бөтәһен дә ҡыуындырып Ғәйшә Мәстүрәһен тапты.Исемде Ғәрифә әбей үҙе ҡушты. Шатлыҡ менән ҡайғы бергә йөрөй тигәндәре дөрөҫтөр инде.Мәстүрә атлап ҡына киткәйне, Ғәрифә әбей ауырып китте.Больницаға барғайны,врачтар Өфөгә яҙып ҡайтарҙы.Акрам көн һорап, әсәһен Өфөгә алып китте.Өфө врачтары тикшереп, Ғәрифәлә яман ауырыу таптылар.Акрамдың үҙен генә врач бүлмәһенә саҡырып : -Эш үткән,һуңлап килгәнһегеҙ ,-тип аңлатты.Акрамды ток һуҡҡандай булды.Башы әйләнеп китте. -Ағай,операция эшләп булһа ла ярҙам итегеҙ инде ,-тип үтенде ул аҙарынып. -Булмай,шул ҡустым, йөрәге лә насар,операция өҫтәлендә үлеүе бар.Иң яҡшыһы үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ,мөмкин тиклем ҡәҙер итегеҙ,аҙаҡ үкенерлек булмаһын,уҙа барһа ярты йыл йәшәр ,-тине.-Кәрәкле дарыуҙарҙы яҙып бирербеҙ ,үҙегеҙҙең районда учетҡа алырҙар,дарыуҙар бушлай булыр.Врач бүлмәһенән нисек сыҡҡанын ,ҡайҙа барғанын да аңламаны Акрам.Яп-яҡты коридорҙа үҙен сабыр ғына көтөп ултырған әсәһен тапмай ыҙаланы.Күҙҙәре менән осрашҡас, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды .Әкрен генә әсәһенең янына ултырып ҡосаҡлап алғас та әсә йөрәге һиҙҙе.Эштәр яҡшынан түгел,улының шул тиклем дә ҡобараһы осҡанын күргәне юҡ ине әле.Шуға уны артыҡ һорауҙар биреп яфаламаны: -Бөгөн ҡайтабыҙмы ,улым?-тип һораны.Әсһенең һорауына саҡ айнып үҙен ҡулға алды Акрам: -Эйе,әсәй,хәҙер берәй ергә инеп тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа ,поезға төшөрбөҙ,-тине. Ғәйшә улар киткән көндө яман төш күреп барһаланып ,йоҡлай алмай аҙапланды.Урам аша аҡҡан йылға шул тиклем ташҡан,һыуы

болғансыҡ,бысраҡ.Бысраҡ һыу уларҙың тупһаһына килеп еткән.Ҡапыл ишек асып сығып килгән Ғәрифә тупһаны аша атлауы булды,бысраҡ һыуға төшөп аҡты ла китте.Тәҙрәнән ҡарап торған Ғәйшә ҡысҡырайым тиһә-тауышы сыҡмай,йүгерәйем тиһә-аяғы атламай,шулай ҡәйнәһенең ағып киткәнен тәҙрәнән ҡарап торҙо ла ҡалды.Баҫлығып,ҡурҡып килеп уянды ла башҡаса күҙенә йоҡо эленмәне. Киткәндәренә өсөнсө көн тигәндә Акрам әсәһе менән ҡайтып етте.Ҡайтып ингәс тә иренең төҫөнән ҡыуаныслы хәбәр көтмәне. Ҡәйнәһе ,бахыр,йылмайып килеп инеү менән йоҡлап ятҡан Мәстүрәгә йәбеште.Әллә нисек быға тиклем иғтибар ҙа итмәгәнме ҡәйнәһенә,өс көн эсендә ҡәйнәһе һурығып ,бәләкәйсәйеп киткән һымаҡ күренде Ғәйшәгә. Ире Мәстүрәһен иркәләп , ашап-эсте лә эшенә сығып китте.Ғәйшә улар Өфөгә сығырға булғас ,бер аҙнаға көн алғайны.Мунса яҡҡайны,сәй эскәс Ғәрифә ятып торҙо,Ғәйшә Мәстүрәне яҡты-күҙҙә мунса индереп ҡалайым ,тип мунсаһын тәрбиәләргә китте.Мунсаһын тәрбиәләп ҡайтҡас, Мәстүрәнең мыжыуына ҡарамай,мунсаға алып китте. Акрам бөтәһен дә бисәһенә мунсала һөйләп бирҙе,Ғәйшә өнһөҙ ҡалды.Шул саҡ иренең күҙендә йәштәр ағыуын күрҙе.Атаһы йәшләй үлеп ,әсә ҡулында үҫкән ир баланы нисек йыуатырға ла белмәне бисәһе. Ярты йыл тиһә лә врач һигеҙ ай йәшәне ,Ғәрифә әбей.Мәстүрәгә ике йәш тулған көндө баҡыйлыҡҡа күсте. Һуңғы ике айында Ғәйшә эшкә сыҡманы,матур итеп тәрбиәләргә тырышты ҡәйнәһен.Янынан китмәне,аҡтан-аҡ кейемдәр кейҙерҙе,йылы һүҙен ҡыҙғанманы.Акрамы ла эшкә көндән –көн шиңгән әсәһенең арҡаһынан ҡағып ,маңлайынан үбеп сығып китер булды.Теле яңы асыла башлаған, үҙенсә тәтелдәп маташҡан Мәстүрә генә ҡәртәсәһенең гел генә ятаҡлап тороуына ризалашмай ,унда-бында тартҡылап маташты. Донъялыҡта нисек сабыр,тыныс булған Ғәрифә,әхирәткә лә шым,тыныс ҡына күсте.Ғәйшә түгелеп иланы,ҡара йәшенән етем ҡалып, бер наҙ күрмәй,инде ҡәйнәһен әсә урынына күреп йәшәйем тигәндә, тағы ярты етем ҡалды. Ҡәйнәһенең ҡырҡын уҙғарғас та эшкә сыға алманы Ғәйшә.Бәләкәс,ҡураныс ҡына Ғәрифә әбей өйҙәң ҡото булған икән.Өй бушап ,төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек булды.Нимәгә тотонһа, шул иҫкә төшөрҙө ҡәйнәһен.Урҙалағы ҡәҙерле кейем-һалымын өсөндә,етеһендә,ҡырҡында яҡын күргән кешеләренә таратты.Түшелдереген,сәсүрмесен,үҙе алып биргән һары йылы кофтаһын,Акрамдың алып биргән быймаһын үҙенә алып ҡалды. Ҡалғанын бикәме менән Ғәлләм ҡайнағыһының бисәһе Ғәрифә әбейҙең төҫө итеп алдылар . Бер килке ҡәйнәһенең үлеменә ышана алмай ҡаңғырҙы .Бына –бына тыштан инеүгә сәй әҙерләп, көтөп торор һымаҡ ,ялтыр самауырын тотҡан һайын Ғәйшәнең йөрәге сәнсте.Ғәйшә үҙе лә һурығып ,ябығып китте.Акрам эше менән үҙен

алдарға тырышты, мөмкин тиклем бисәһенә иғтибарлы булды.Әлдә ярай йыуаныстары -тәтелдәп һөйләшеп маташҡан Мәстүрәләре бар.Акрамы эштән ҡайтһа ла Мәстүрә тип үлә. Ғәйшәнең атаһы ҡоҙағыйы үлгәс ,бер-ике тапҡыр хәл белешеп китте. Ғәрифә иҫән саҡта ла һирәк йөрөштөләр бер-бере менән.Ғәйшә ауыл аша эшкә йөрөһә лә ата йортона бик тартылып торманы.Ҡустыларын күргеһе килгән дә лә Акрам менән генә һуғылырға тырышты.Фариза ингәндән зар менән ҡаршылай, сыҡҡансы зар менән оҙатып ҡала .Әле атаһын ,әле бер әсәнән тыуған Ғәйшәнең ҡустыһы Ғәфүрҙе бушты- юҡҡа әрләп алып китә.Шуғалыр,ҡустыһы унды бөткән йыл уҡ көҙөнә һалдатҡа китте лә,шунда торҙо ла ҡалды бер мәрйәгә өйләнеп.Ике балаһы бар ,Орел ҡалаһында хеҙмәт итә.Бик һирәк ҡайта,мәрйә килен ҡайтып күренгәне лә юҡ .Хәҙер бер ике-өс йыл Ғәфүр үҙе лә ҡайтҡаны юҡ .Һуңғы ҡайтҡанында Ғәйшә Акрамы менән һарыҡ һуйып матур итеп ҡунаҡ итеп ҡалғайнылар.Ғәрифә әбей үҙе йүгергеләп йөрөп китеүенә күстәнәстәр әҙерләне алып китеүенә.Ҡаҡланған ҡаҙ,һары эремсек, тарта һалып талҡанына тиклем һалды.Юлына булыр тип мурт ҡына итеп сөсикмәгендә бешерҙе.Бахыр,әллә һуңғы күрешеүен беледеме,хатта ихлас йөрөгәйне. Элегерәк анда-һаяҡ хат яҙып һала торғайны Ғәфүр,әле хат яҙыуҙы ла онотто.Ғәйшә кеүек кешегә йылымыс түгел шул Ғәфүр ,күберәк атаһына оҡшап һалҡын,туң.Теңкәһенә тейеп мыжыған Фаризаны ла өндәшмәй еңә торғайны.Төҫө башы менән дә атаһына оҡшап нәҙек оҙон ,ҡуңыр йөҙлө. Ваҡыт дауа тигәндәре шул микән,Ғәйшә ҡәйнәһе үлеп өс-дүрт ай үтеүгә тынысланды. Күрше урамда йәшәгән Акрамдың апаһы Мәрүәргә Мәстүрәһен ҡалдырып эшенә барҙы.Акрамы:

-Әллә ҡыш сыҡҡансы өйҙә ултыраңмы?Бала ла бәләкәй.Эш тип үләһең дә тораһың,ял ит өйҙә,- тип ҡараһа ла эшен һағынғайны. Шул йылды көҙ колхозға ике яны ДТ тракторы алдылар ҙа,береһен Аҡҡолай бригадаһына бүлделәр.Колхоз рәйесе Акрамды саҡырып алып: -Ҡустым,һинән дә ышаныслы кеше тапманым,әйҙә тракторға ултыр.Мин молоковозға шофер табырмын,-тине. -Әхәт ағайға бирегеҙ,уның стажы ла бар,мин үҙемдең эшем дә ҡалайым, –тип ҡарағайны ла колхоз рәйесе: -Өр-яңы трактор туҡтамай эшләргә тейеш,Әхәт ағайың бер көн ҡыйыш тейәһә,аҙна буйына һуҙыла.Шул ҡарауылында ғына йөрөп торһа ла ярар Әхәт.Һин алаһың,- тип, уй-вайына ҡуймай тракторҙы барып алырға ҡушты.

-Армияға тиклем тракторҙа эшләнең,һинән дә ҡулай кеше юҡ,һүҙемде йыҡма инде,ҡустым,-тип торғас, ризалашты.Холҡо менән йомшаҡ,кешегә ҡаршы тороп өйрәнмәгән шул ,шуға колхоз рәйесенең дә һүҙен кире ҡаға алманы.Акрам ике көндән тракторҙы барып алды ла молоковозын үрге ос Ғәли малайы Таһирға тапшырҙы. Тракторҙа эшләгәне булһа ла ҡапыл-ғара өр –яңы тимер-атҡа өйрәнә

алмай аҙапланды бер талай.Шулай ҙа туңға һөрөүҙәр башланғансы тракторҙың бик күп серҙәренә төшөнөп өлгөрҙө.Эшләһәң эш ҡарышмай ,тигәндәй икенсе йылына уҡ ер һөрөү буйынса колхозда беренселекте алды.Колхоз рәйесе йыйылышта ҡулын ҡыҫып, премия тапшырҙы .Өс йыл рәттән район алдынғылар рәтендә йөрөнө.Ярыш алдынғыһы ,тип әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары,премиялар алды.Бер йылы колхоз хатта тана менән бүләкләне. Ғәйшәнең исеме лә гел алдынғылар сафында йөрөнө.Ферма мөдире Азат ағаһы уның эшенән ҡәнәғәт булды.Эшкә әүрәп йөрөһә лә Ғәйшәнең бала табыу теләге уйынан сыҡманы. Әллә,иренә бер баһадир ул табып бирһә ,ҡана ла һуң. Әсмә еңгәһе уны ике тапҡыр Илсеғолдағы Артыҡ әбейгә эсен һылата алып барҙы.Моғайын шул ярҙам иткәндер,Мәстүрә уҡырға бара торған йылы Ғәйшә тағы ауырға ҡалды.
)Баштараҡ үҙе лә ышанмай йөрөнө. Бер көн эштән ҡайтышлай Әсмә еңгәһенә һуғылды.Ғәйшәнән бигерәк Әсмә үрле-ҡырлы һикерҙе,әйтерһең үҙе ауырға ҡалған. -Бикәскәйем ,имен-аман ғына табырға яҙһын,бер үк ауыр нәмә күтәрмә,һаҡла үҙеңде ,кемде тапһаң да тап,алтағзаһы һау булһын.Бына ҡалай һәйбәт булған.Акрам кейәүем һикереп төшөр инде ,-тип үҙе белгән ваҡ-төйәген өйрәтеп,Акрамға әйтергә ҡушып ҡайтарып ебәрҙе.Эй,шатланды ла һуң был яңылыҡҡа Акрам.Бисәһен наҙлап ҡосағына алды,тәү күргәндәй һөйөп күҙҙәренә баҡты. -Бисәкәй,үҙеңде һаҡла,бер аҙыраҡ эшләрһең дә ялға китерһең.Бөтмәҫ колхоз эше.Мин тапҡан да етер,-тип ҡырҡа һуҡты.Дүрт айҙан улы тыуҙы.Тыуҙы ла өс сәғәт кенә йәшәп баҡый донъяға күсте.Врач менән медсестра инеп: - Улығыҙ ҡарында саҡта уҡ бер бөйөрө үҫешеп етмәгән,шуға күрә йөрәгенә лә зыян килгән ,-тип аңлата башлағас та Ғәйшә түҙемлеген юйып ҡысҡырып ебәрҙе: - Һуҙмағыҙ ,дөрөҫөн әйтегеҙ,әллә үлдеме?-тип врачҡа текәлде.Врачҡа башын түбән эйеүҙән башҡа сара ҡалманы.Башҡаһын йүнләп хәтерләмәй ҙә.Медсестра укол ҡаҙаны. Иҫенә килгәндә бүлмәләш ҡатын баш осонда ултыра ине.Сабыр,аҡыллы Ғәйшә үҙен- үҙе тыя алмай һөйләнеп-һөйләнеп иланы: Эй,Хоҙайым,ниндәй гонаһтарым өсөн,ниндәй гонаһтарым өсөн,нисә ай буйына йөрәк аҫтымда йөрөтөп тапҡан баламды ҡулыма тотоп та ҡараманым бит.Балаҡайым,балаҡайым,тартып алырға булғас,ниңә бирҙең һуң,Хоҙайым?-тип үкһене ул. Акрам килгәс: - Акрам мин бит малай булыуын теләнем, ни эшләп балабыҙға ғүмер ҙә һораманым икән?Шул тиклем ҙур өмөттәр бағлап ,өс сәғәт ғүмер өсөн генә таптыммы ни,исмаһам, ҡулыма ла ала алманым бит,һине мәхрүм иттем,ғәфү ит мине,Акрам,-тип күкрәгенә башын һалып иланы.Акрам еүешләнгән күҙҙәрен бисәһенән йәшереп ситкә ҡараны.Бисәһен ҡосағына ҡыҫып:

әйшә,илама әле,тәҡдире шулай булғандыр,илама,илау менән терелмәҫ,өмөттө өҙмәйек,һаулыҡ булһын,-тип йыуатҡан булды. Ни эшләһен башты ташҡа ороп булмай,Акрам улын алып ҡайтып Булат тип исем ҡуштырып ҡәртәсәһенең янына ҡуйҙы. Малайының үлеменән һуң бөтөрөнөп,ябығып китте Ғәйшә.Ир кеше ир кеше инде ,эстән ниҙәр кисергәндер,әммә Акрам тышҡа сығарманы,эстән бөтөрҙө.Ғәйшәне Әсмә еңгәһе тәрбиәләне,йыуатты. -Ярай,йәшең уҙмаған, насибы булһа табырһың,бик үк бөтөрөнмә ,бикәс,тип ураған һайын килде,хәлен белде.Малай насип булманы шул Акрам менән Ғәйшәгә,бер йыл тирәһе йөрөгәс,тағы ауырға ҡалды,әммә өс –дүрт айлыҡ сағында ҡорһағы төшөп,арыуыҡ ҡына больницала ятып сыҡты. Әлдә арала күңел йыуатырлыҡ Мәстүрәләре бар.Бар ҡайғыларын шуға баҫып йыуаныс таптылар.Уҡыуға оҙатып,ҡаршы алып ваҡыт үтә торҙо.Икеһе лә эштә лә ал-ял белмәй баш баҫып эшләнеләр. Шулай барына ҡәнәғәт булып,юғына сабыр итеп өй яңыртырға хыялланып ҡына йөрөгәндә Акрам фажиғәле үлеп ҡуйҙы.Өй ҡайғыһы ла китте.Ғәйшә үҙе лә саҡ арынырға көс тапты был ҙур ҡайғынан.Бала ҡайғыларынан саҡ арынып, яңы күҙен асып килгән ҡатын, шаңҡыны был ҡайғынан.Ҡатты ла ҡалды.Хатта илай ҙа алманы.Акрамдың ҡырҡын үткәргәс,хатта постелдә ятып ауырыны.Бикәме,уның балаларының хәстәре менән,саҡ аяҡҡа баҫып нығынып китте. Кире фермаға барҙы.Башкөллө эшкә сумды.Көндөҙ эш менән ,ҡайтҡас Мәстүрәһе менән ваҡыты үтә.Төндәрен үткәреүе ауыр булды,йә йоҡлай алмай,йоҡлап китһә Акрам менән һаташты.Бер -ике йыл шулай туҡтауһыҙ төшөнә инде ире.Уйҙарынан уйылған саҡтарында донъянан ваз кискән саҡтары ла әҙ булманы.Тик Мәстүрә өсөн йәшәү кәрәклеге уны артабан йәшәргә әйҙәне. Бар уйы,бар хыялы Мәстүрәне кәм хур итмәй,кеше итеү өсөн тырышты .Аҡҡан-тамғаны,тәмле-татлы тик Мәстүрәнеке булды.Үҙе алама менән йөрөнө,иллә-мәгәр Мәстүрә атайлылар кеймәгәнде кейеп,ашап үҫте.

Ҡурҡты,Ғәйшә, быныһын да юғалтырмын ,тип ҡурҡты.Өйҙә ҡул араһына инерлек булғас та йомшаманы,ваҡыты еткәс, өйрәнер әле тип йыуатты үҙен.Бөтәһенә лә үҙе тырышты,барыһына ла риза ине,тик ҡыҙына ҡыйын булмаһын,тик ҡыҙы ғына йәшәһен донъяла.Хәҙер был бөртөгөнән дә яҙһа- ул кемгә кәрәк?Бына тиҙҙән уҡыуын бөтөр,теләһә эшкә төшөр,берәй матур урыны тура килһә кейәүгә лә сығып китер.Эй,хыялдар,хыялдар,татлы хыялдар.Әсә кеше шулай бит инде,йөрәк өҙөп сыҡҡан балаһына матур киләсәк кенә теләй.Ҡайһы бер атайлы балаларҙан да бәхетле баласаҡ тәтене Мәстүрәгә.Нимә кейеп, нимә ашайым ,тип йонсоманы.Әсәһенең ҡайҙан алып,нисек тапҡанын белмәне лә белергә теләмәне.Унынсы класта уҡығанда Яңы йыл байрамына күлдәк таптырҙы.Ғәйшәнең утынға тигән генә аҡсаһы ята ине. -Балам һиңә күлдәк алһаҡ ,утынға аҡса ҡалмаҫ бит әле.

-Аҡсаң булмағас тапмаҫ кәрәк ине,бер балаңды ла көтә алмайһың ,ярай әле, тегеләрең үлеп бөткән,юғиһә, көтә алмайым тип детдомға тапшырып бөтөр инең,-тип әйткәс,ҡолап китә яҙҙы әсәһе.Ҡулындағы аҡсаһын һуҙыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Мәктәптән һуң ГПТУ ға теген һөнәренә уҡырға китте.Тәүҙәрәк ялдарға ҡайтҡыланы.Тора -бара өйрәндеме- һирәкләне, ҡайҙан тапһа тапты Ғәйшә ,ҡайтмай оҙаҡлай башлаһа, таныштар аша аҡсаһын,тамағын ебәрергә тырышты.Ҡала үтә алыҫ ара ла түгел,таныш -тоноштар аша ҡыҙының насар тәртибе тураһында имеш- мимештәр ишетелә башланы.Беренсе тапҡыр үҙенең ғүмер буйына ҡатышып,серләшеп йәшәгән Әсмә еңгәһенә үпкәләне.Эйе,Әсмә еңгәһе:

-Бикәс,Мәстүрәне ҡулында пиво шешәһе менән тәмәке тотоп торғанын Маһинур күргән.Юлдан яҙып йөрөмәйме икән ул бала?Ни эшләп кеше балалары ялға ҡайта,ялға ла ҡайтмай йөрөй ул?Ебәрмә ашарына,ҡайтып алһын.Анһат уға.Ҡайтмаһа,табып ашаһын.Асыҡһа, бик яман ҡайтып килер.Һаман Мәстүрә тип ултыраһың,үҙеңде ҡара ,етәр,- тип Ғәйшәне пыр туҙҙырҙы.Ғәйшәнең күңеле ҡалды еңгәһенә:

-Кем-кем, шул атаҡлы ләститсе Маһи һүҙен һөйләмәһә лә була бит.Маһи ни ғүмер буйы ләстит менән тамаҡ туйҙыра,- тип көйөндө. Яңы йылға етәрәк Мәстүрәнең уҡыған еренән хат килеп төштө.Хатта Мәстүрәнең айға яҡын инде уҡырға йөрөмәүе,дөйөм ятаҡтан сығып китеүе тураһында бәйән ителгән.Аҙағында уҡыуҙан ҡыуылыу ҡурҡынысы янай тиелгән.Бәғере телгеләнде,күҙ алдары ҡараңғыланды,башы әйләнде Ғәйшәнең. Тотона-тотона ултырғысҡа ултырҙы.Нисә төн йоҡлағаны,нисә көн йүнле-башлы ашағаны ла юҡ имеш-мимеш хәбәрҙәрҙән,тимәк барыһы ла ысын икән.

-Ысын икән.Бушҡа үпкәләгән Әсмә еңгәһенә.Йөҙ төрлө уй үтте башынан. Ул Мәстүрәне ,хәҙер, ошо минутта, тотоп үсе ҡанғансы туҡмағыһы килде.Эйе,үҙ ҡулдары менән үлтерергә лә риза ине ул был минутта.

-Алмалай йәш сағын,һаулығын шул бала өсөн фиҙа ҡылды.Ә ул?Уйға батты,сикәләре тартышты,йөрәге әрнеп һулҡылданы. -Тағы ни күрәһеләрем бар икән?Был тиклем хурлыҡтарға нисек түҙәйем,эй ,Хоҙайым ал да ҡуй йәнемде,хурлыҡ өсөн үҫтерҙемме ни мин уны?Ҡайҙа яңылыштым һуң,Хоҙайым,ниндәй гонаһтарым өсөн?Мин бит шул баланы кеше итәм тип тырыштым. Әҙ генә булһа ла бала бәхетенә минең хаҡым юҡмы ней? –тип һыҡтаны әсә .

Йома көнө бер йомарлам май,һөт тотоп килененең хәлен белергә Мәрүәр бикәме килде.Бик йөрөй алмай Мәрүәр,аяғына операция яһатҡайны,күберәк Ғәйшә үҙе килеп хәл белеп китә ине.Һуңғы арала һирәкләне.Килгән һайын ихлас ҡаршылаған килененең йөҙө һурышып,күҙҙәре төпкә батып киткәнен күргәс йәлләп: -Ауырыйһыңмы әллә килен,өйөң һалҡынса,әллә һыуыҡ тейҙеме?-тип түргә үтте. Икенсе көн эсендәген кемгә бушатырға белмәй йөрөгән Ғәйшә урындыҡҡа ултырып өлгөргән бикәменең алдына йығылып

буҫығып илап ебәрҙе.Аптырауға ҡалды Мәрүәр: -Ҡуйсәле ,килен,кеше ҡурҡытма,дәвленйәм күтәрелер,былай ҙа дарыу эсеп кенә сыҡҡайным.Әллә Мәстүрәгә бер нәмә булдымы? Мәстүрәнең исемен ишетеү менән Ғәйшә тағы нығыраҡ һулҡылданы. Мәрүәр эстәгеһен тышҡа сығарһын,шеше шартлаһа үҙенә лә еңелерәк булыр тип ,үҙе лә йәшкәҙәп, киленең тынысланыуын көттө. Имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе бикәме лә анда -һаяҡ ишеткәләне.Тик килененең ауыҙынан бер нәмә лә сыҡмағас,буштыр тип уйлағайны. Әле бына кисә түбәнге ос Өммөкәйҙең ҡыҙынан Мәстүрәнең күптән инде уҡыуҙы ташлап ,баҙарҙа эшләгән үҙенән күпкә оло бер ир менән йәшәп ятҡанын күршеһе инеп еткерҙе.Түҙмәне,йома һылтауынан килененең хәлен белеп ҡайтырға уйланы. Ғәйшә тынысланып бикәменә барыһын да түкмәй –сәсмәй һөйләп биргәс, Мәрүәр: -Килен,үпкәләмә,ярты ғәйеп үҙеңдә.Күпме әйттем останлатма,тый тип.Хан ҡыҙынан былайыраҡ үҫтерҙең,май эсендәге бөйөр һымыҡ.Тәүбә,оят,тоҡомда юҡ ундай хәл.Мансур ҡәйнешеңә әйтеп барып килерһегеҙ.Үҙен күр,асығын бел.Тәртипһеҙ кешене нимә итеп тотһондар,ҡыуылғандыр ҙа әле.Бик булмаһа алып ҡайтып ҡуш ана фермаға,ғүмер буйы шул фермала Мәстүрәне кеше итәм тип, һин тир түктең,хәҙер ана ул һине ҡараһын. Ғәйшә бикәменең бер һүҙенә лә асыуланманы.Үҙен ни тиклем аҡыллы тиһәләр ҙә юҡ ,ул аҡыллы булмаған,бына хәҙер генә аңланы ул ҡыҙын нисек тәрбиәләргә кәрәклеген.Үгәй әсә Фариза кәрәк булған Мәстүрәгә.Үҙендә яңылышлыҡ,бала үҫтерәм тип бәлә үҫтергәне яңы башына барып етте. Мансур ҡәйнеше менән дә,үҙе генә лә әллә нисә барҙы ҡалаға Ғәйшә.Һыу һөлөгө шикелле балҡып торған матурлыҡҡа ғашиҡ булыусылар күп була шул,шуның менән маһая Мәстүрә.Һуңғы осрашыуҙан һуң тамам өмөтөн өҙөп мәсхәрәләнеп ҡайтты ҡыҙы янынан.Ҡара халыҡ ҡосағында тәмәке борлатып торған Мәстүрә әсәһен күргәс, танымамышҡа һалышты.Ғәйшә янына барып ҡулындағы күстәнәсен булһа ла ҡалдырып китәйем тигәйне: -Эй дура,отстань старуха, ты кто такая,ненормальная –тип үҙен ҡосаҡлаған ирҙе һөйрәп тигәндәй алып китеп барҙы.Битенә йыуынты һыу ҡойҙолармы ни,Ғәйшә сайҡалып китте,йығылмаҫ өсөн ауыр сумкаһын ергә ҡуйып өҫтөнә ултырҙы.

Бер талай иҫәңгерәп ултырҙы әсә.Күҙ йәшенә лә ҡойонманы,янынан үтеп -һүтеп торған кешегә лә иғтибар итмәне.Ҡәҙерле кешеһенең мәсхәрәһе уны тереләй үлтерҙе.Ул хәҙер Мәстүрәне уйламаны: -Артабан йәшәүҙең мәғәнәһе бармы икән?-тип баш ватты. Ҡышҡы селләнең һалҡынынанмы, балаһының оятһыҙлығынанмы йөрәге өшөгәнен тойоп ҡалтырана башланы.Әллә бөтөнләй өшөп ҡуйырынан ҡурҡтымы, ҡайтыуын иҫенә төшөрҙөмө, әкрен генә тороп баҫып вокзал яғына ыңғайланы.

Ошонан һуң аҙна ятып ауырыны Ғәйшә.Әсмә еңгәһе килде ике көн янына,ауыл фельдшерын саҡыртып укол һалдыртты.Арҡаһын майланы,тәрбиәләне.Шөкөр, ауырығанын ишетеү менән Мәрүәр бикәме лә килеп етте,ауылдағы ике ҡәйнеше ураған һайын хәл белде,күрше Ҡафыя әбей ҙә ҡоротон тотоп килеп инде. -Өс көн укол һалам да, температураң төшмәһә,больницаға яҙырға тура килер,- тигәйне фельдшер.Өсөнсө көнгә ҡәҙимге булды.Жары төштө,башы ауыртыуы баҫылды. Һуңғы арала йүнле-башлы тамаҡ та ашамаған Ғәйшә Әсмә еңгәһенең ыумасын ҡоротлап эскәс, йөрәгенә йылы төшкәндәй булды.Шулай ҙа аҙнаға һуҙылды ята-тора йөрөүе. Кешегә насарлығы тейеп ,яман һүҙ һөйләп ,кеше рәнйетеп,һүҙ ташып йөрөмәне Ғәйшә.Шуға ла йәшләй генә иренән ҡалып, бер ҙә исемен сығармаған Ғәйшәне ауылда кеше ихтирам итә. Ауырып ятҡанын ишеткәс тә уйламаған кешеләр хәл белергә килде.Араһында йәлләгәндәре лә,”бирешмә еңгәй,”- тип йыуатҡандары ла бар.Бала хәсрәте менән һуңғы ваҡытта бөтөнләй ҡулынан эш киткәйне .Әле бына бер аҙ баш ҡалҡытып,әҙерәк тыныслана төшкәс, мейес ҡашағаһының ҡарайып,анда –һаяҡ саң ултырғанын абайланы.Эшкә сымыры,бөтмөр Ғәйшә ҡайғыһын эш менән баҫыу уйы менән ҡаҙанына һыу ташып йылытып алды ла көн оҙоно өйөн баҡты. Урҙаһының саңын һөртөп алды,урындығындағы ҡаралдыларын ҡағып элде,мейесен ағартып алғас,иҙәнен дә һөрттө.Өйө яҡтырып,иркенәйеп киткән һымаҡ булды. Һәүетемсә шулай көн артынан көн үтеп, йәшәү дауам итте.Әсмә еңгәһе менән Мәрүәр бикәме: -Башҡаса Мәстүрәне эҙләп барып йөрөмәйһең ,әсәй кәрәк булһа, үҙе ҡайтыр, ҡайтмаһа йөрөһөн ,үҙенә шулай оҡшағас.Күпме йөрөр тейһең,күрерһең ,ҡайтып килер әле танымамышҡа һалышҡан әсәһен эҙләп.Нисек үҫтергәнеңде,һинең кем икәнеңде,бөтәһе лә белә,үҙеңде ғәйепләп,бөтөрөнмә,-тинеләр. - Белмәйем,бала сағында әллә артыҡ яраттыҡ,әллә күҙ тигеҙҙек,шул хәтле боҙоҡлоҡҡа ҡайҙан өйрәнгәндер,-тип әсенде Мәрүәр бикәме.Исмаһам,беҙҙең балаларға ла ылыҡманы бит,бер ҙә генә апай,ағай тип өҙөлмәне.Ярай ,ҡалайтаһың ,мал түгел ,тотоп салып ташлап ҡуйып булмай.Йышыраҡ кил беҙгә лә,эшкә әйтһәләр ҙә йөрө,өйөңдә генә бикләнеп ултырма.Минең улай ураған һайын йөрөй алмағанды беләһең,- тип ҡайтып китте теге килгәнендә. Көндәр яҙға тартылды.Ҡояш бейеккә күтәрелеп,ҡыйыҡтан тамсылар тама.Көндөң оҙонлоғо ла арыу ғына булып китте.Быйыл яҙ иртәләргә уйлаймы,ҡар ҙа
Ғәйшә инде фермаға бармаҫмын тип йөрөгәйне лә : -Ял бир инде,еңгәй ,-тип килгәндәргә, кемеһенә өс көн,кемеһенә аҙналап тигәндәй ял биреп эшкә йөрөнө.Эш менән көнө үтһә лә,төнө ҡыйын.Йыш ҡына төшөндә Акрамын күрә, уянып китеп ғүмеренең иң бәхетле миҙгеле иҫенә төшһә, үҙәктәре өҙөлә..Өс айға яҡын

иҫәнлеген дә,барлығын да белгертмәгән Мәстүрәһенең бала сағын төшөндә күреп йәне әрней. -Иманына ҡайтмаҫмы ,әллә берәй көндө әсәкәйем,һағындым,ғәфү ит мине,-тип ҡайтып килмәҫ микән ни тигән өмөт йөрөтә күңелендә.Киләсәктә үҙемә терәк-таяныс булыр тип, йәнендәй күргән бөртөгөн башҡаса бер ҡасан да күрмәҫмен микән ни тигән ҡурҡыныс уйҙар йөрәген телгеләй.Мәсхәрәләнгән сағында: - Ни эшләп һине лә Хоҙайым тартып алманы икән?Исмаһам, үлделәр,тип бер илар инем дә,-тип рәнйегәйнем ,әллә рәнйешем төштө микән,бушҡа рәнйегәнмен- тип үҙен-үҙе битәрләгән сағы ла аҙ булманы. Бөгөн дә Мәстүрәһе инде төшөнә.Башына ал яулыҡ бәйләгән,яулығы тишек,ябыҡҡан,үҙе бойоҡ, гел ситкә ҡарай.Нимәгә юрарға ла белмәне.Шулай ҙа ҡайҙа йөрөһә лә имен йөрөһөн тип изгегә юраны төшөн. Яҙ ысынлап та иртә килде.Апрелдең егермеләренә һыу ташып,ярҙарына ҡайта ла башланы.Ағастарҙа бөрөләр тиртте. Кесаҙна көнө Ғәйшә эштән туҡтап торған арала әрәүахтарына аят бағышлатып алырға уйланы.Донъяһын баҡты,тупһаһын ҡырып йыуҙы,бауырһаҡ бешерҙе.Атаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә өс йыл булып киткән. -Аҡса ваҡлатайым, өҫтәлгә ултыртыуға кәнфит –бишинйәһен алайым,-тип аҡсаһын алып магазинға китте.Бер сәғәттәй йөрөп,ваҡ төйәген алып ҡайтып килһә,ҡапҡаһы асыҡ тора. -Ҡапҡаны япҡан һымаҡ инем,япмаған икәнмен,алай ҙа оҙаҡламаным,юғиһә, күршенең малы инеп яңы шытып сығып килгән үләнде тапап бөтөр ине,-тип уйлап,ҡапҡаһын бәйләп, тупһаға килгән Ғәйшә саҡ аҡылдан яҙып ҡоламаны.Тупһала ҡорһағы моронона етеп Мәстүрә баҫып тора ине.

Йәненән артыҡ күреп ,балаһынан әүмәт күрмәҫменме тип,ғүмерен ҡыҙына бағышлаған әсә балаһын ошо хәлдә күреп аңы боларҙы.Ҡайтыр тип торһа ла ятһа ла өмөт итте ,әммә ләкин ошо хәлдә ҡайтып инер тип ике ятып бер төшөнә лә инмәне.Тәүбә,тәүбә.Оятыңдан ер тишегенә инерһең.Йә,Хоҙай,ғазаптарын биргәс,сабырлығын да бир инде.Аптыраған әсә балаһын йәлләп тә,ҡыҙғанып та бер килке текләп торҙо.Шул саҡ балаһының ни тиклем ҡанлы йәш түктереп,үҙен мәсхәрәләүе Ғәйшәнең мейеһен ярып үтте. -Нимә эшләргә?Сумкаһын ҡуйып, сәсенә барып йәбешергәме?Йығып алып,көсөнән килгәнсе типкесләргә кәрәктер,бәлки.Был кешене бит хатта туҡмап үҙ ҡулдары менән үлтергеһе килгән сағы ла булды. -Йә,Ғәйшә,нимәһен булдыра алаһың,булдыр.Күрмәйһеңме ни үҙе ҡайтып килгән бит,күҙен йәшереп илап торған була,йәлләтеп.Кем ғәйепле ошо хәлгә ҡалыуында?Ни өсөн йүгереп килеп ғәфү һорап әсәһенең ҡосағына ташланмай?Бәлки,тағы ла әсәһе ғәйеплелер?Эйе,ошо мәлдә әсә башынан мең төрлө уй үтте.Йүгереп

барып һуғып ебәрергә теләне-аяғы атламаны,ҡысҡырырға уйланы-тауышы сыҡманы,үҙе һымаҡ танымамышҡа һалышырғамы әллә?Нисек кенә күрһәткәндең ҡонон ҡайтарырға уйлаһа ла йөрәге кире ҡаҡты.Эске бер тауыш: -Ул бит һинең йөрәк ярып сыҡҡан балаң.Уның кеме бар һинән башҡа?Ҡайҙа барыр был хәлендә? Аңла,Ғәйшә, үҙе йәл булмаһа ,ҡорһағындағын йәллә.Бына-бына донъяға тыуырға торған баланың ни ғәйебе бар?Өйөңә индермәй,ҡыуып та ебәрерһең,ләкин был һиңә еңеллек бирерме,төндәрен тыныс йоҡларһыңмы?Был хәлдә күргәс балаңды, һин бит хәҙер берәү түгел,икәү өсөн өҙгөләнәсәкһең.Был ғазаптар һине бит аҡылыңдан аласаҡ.Күпте күрҙең,күпте үткәрҙең йөрәк аша,бәлки, быныһы ла,быныһы ла үтер,онотолор.Бәлки,Мәстүрә тәүбәгә килгәндер.Тыуыр балаһын үҙе баҡһын.Эске тауыш еңде: -Һаумы,ҡайттыңмы,ни эшләп инмәй тораһың,асҡыс элекке урынында,-тип ҡорораҡ ҡына өндәште Ғәйшә.Шул саҡ илауынан туҡтап, Мәстүрә ҡара муйыл күҙҙәре менән, әсәһенә ҡалҡып ҡараны.Ҡорһаҡлы көйгә ҡосаҡларға уңайһыҙландымы,әсәһенә яҡын килде,әммә ҡосағына алманы. -Әсәй,теге ваҡыт өсөн ғәфү ит йәме,яңылышҡанмын.Ғәфү ит,-тип йыуашланып ,башын аҫҡа эйҙе.Эй,әсә меҫкен,бисара.Шул ерҙә күпме ғазаплы көндәр,ут йотоп аттырған таңдар онотолдомо,һағыныуы сиктән ашҡан инеме,үҙе ҡосаҡлап иланы Мәстүрәһен. Бына шулай аятҡа әҙерләнеп йөрөгән Ғәйшә,әрәүәхтарына мәсеткә барып, аят уҡытып,хәйерен биреп ҡайтырға мәжбүр булды. Хәбәр тиҙ йөрөй. Кисә Әсмә еңгәһе килде хәл белергә.Мәстүрәне күргәс: - Ғәйшә,һинән дә ошолай бала тыуыр икән?Ҡуйсы,ҡуйсы,нимә етмәгән икән,өлгөрә алмай ҡалырмын тип ҡурҡтыңмы,нишана.Йә,ҡайһы хәлдә ҡайтып ултырған була.Таныныңмы хәҙер,әпсәңде,кәрәк булдымы,әсәй?Ҡайҙа балаңдың атаһы,нишләп үҙең генә ҡайтып ултыраһың?Нимә,эшләп аҡса алып ҡайттыңмы,күстәнәскә әсәйеңә баланан башҡа тағы нимә алып ҡайттың,битһеҙ,оятһыҙ.Әсә һөтө ебәрмәй ул,әсәйеңдең фатихаһын алмай әҙәм булырмын тип уйлағаныңдыр,- тип теҙеп алып китте.

- Фельдшер Зарифаға барһын,учетҡа торамы,нимә эшләй үҙе әйтер,инде был хәлгә еткәс, балнисҡа ла ебәрер әле.Бараһың, иртәгәнән дә ҡалмай.Әсәйеңдең өйөндә табып ятмаҡ булаңмы?Егеттәр менән йоҡларға белгәс,уныһын да белергә тейешһең.Бар,ыштубы,-тип йән асыуы менән Мәстүрәнең саңын ҡағып алды.Ғәйшә өндәшмәне,элек кем нимә әйтһә лә яҡлап, ара төшә торғайны.Яҡшыны,ҡәҙерҙе белмәгән кешегә,бәлки,шулай кәрәктер, тип уйланы бөгөн.Әсмә нисек төтәп килеп инде ,шулай төтәп сығып китте.Ғәйшә үҙе ҡаты бәрелмәҫкә тырышты,бына-бына бала тыуырға тора тип уйланы.Шуға барынса бешерҙе,элекке һымаҡ өҫтәлгә барын

теҙҙе.Артыҡ бер ни ҙә төпсөнөп һораманы,тынысланғас,үҙе һөйләр тип көттө. Элек өйҙә саҡта әсәһенең бешергән ашын ашамайым,тегене ашайым,быны ашайым ,тип һайланып ултырған Мәстүрәнең асығыуы үҙәгенә үткәнме,әйтәгүр,нимә ултыртһаң да биҙаланмай ғына ашай. Ҡайтҡанының өсөнсө көнөнә ишетеп ҡалып, фельдшер Зарифа килде.Ул-был документтарын тултырып, иртәгәнән дә ҡалмай районға барырға ҡушып сығып китте.Райүҙәккә Ғәйшә лә барҙы.Ике көн тикшерелгәндән һуң анализдары насар тип ,Мәстүрәне больницаға һалдылар.

Өс аҙна тирәһе больницала ятып ҡыҙ тапты Мәстүрә.Ғәйшә ҡыҙының бала менән ҡайтыуына түрьяҡҡа Мәстүрә үҫкән сәңгелдәкте йүнәттереп ҡуйҙы. Шаршау тегә һалып элде.Тотонолмаған ҙур ғына тасы бар ине,баланы һыу индерергә шуны индерҙе өйгә.Сәңгелдәккә түшәк эшләп һалды.Ҡомалаҡ еҫе борҡотоп әсикмәген бешереп алды.Ҡафыя әбейҙең килене ҡорот менән тотонолмаған балалар йүргәктәре тотоп инде.Мәрүәр бикәме Рәйес ҡәйнешенән ярҙамдан аҡса ла биреп ебәргән.Ғәйшә үҙе ҡыҙ тапҡанда Сәрбиназ тип исем ҡушырмын тип уйлағайны ла бейеменең күңелен ҡыйманы,уның теләгән исемен ҡуштырғайны. Больницанан ҡайтып ун көн үтеүгә Шәкир мулланы алып ҡайтып, ейәнсәренә Сәрбиназ тип исем ҡуштырҙылар.Үҙе лә балалыҡтан яҙа-йоҙа сығып килгәнгәме ,аңын-тоңон аңлап та етмәй Мәстүрә.Ғәйшә бейеменең: -Һыуҙы күп индерһәң, бала күҙгә күренеп ҙурая ул ,-тип Мәстүрәне бейеменең көнөнә ике һыу индергәнен иҫенә төшөрҙө.Ғәйшә лә ай тирәһе Сәрбиназды үҙе тәрбиәләне,һыу индерҙе,майланы. Ошо кескәй генә йән эйәһе менән өйгә ҡот ингәндәй булды.Мәстүрәгә башта һөт төшмәй,балаһына һөтө етмәй йонсотҡайны ла,ҡоротлап һурпа эскәс,аҙна –ун көндән һөт төштө. Анда –һаяҡ бесән ваҡытында ҡатындарға ял бирергә Ғәйшә фермаға эшкә сыҡты,эшһеҙ ҙә булмай, аҡсаһы ла кәрәк. Сәрбиназға пособияһын юллағайнылар,ваҡ-төйәклек булһа ла ярап ҡалыр. Мәшәҡәтле булһа ла ошо тормошона риза ине Ғәйшә.Ярай әле ,Мәстүрәһе балаһын янына ҡайтып тапты.Ошо баланы хәҙер сәғәт күрмәһә, һағына.Бөтә хәсрәтен оноттора.Хәҙер инде өс айын тултырып ҡәҙимге алдарға өйрәнде. Эх ,был тормош тигәнең,ни эшләп бер алдын,бер артын күрһәтә икән?Яралар ҙа уңала төшкәйне лә баһа.Ғәйшә ошолай ғына барған тормошона ҡәнәғәт ине,шул тиклем риза ине тормошона.Юҡ шул,ни хәлдәр итәһең,һин тигәнсә генә бармай шул тормош. Райүҙәктән Сәрбиназдың пособияһын алырға тип иртүк сығып киткән Мәстүрә кисен дә ҡайтманы.Автобусҡа һуңланымы,төшкә ҡайтып етермен тигәйне лә ,әллә һуңлап кискә ҡалдымы икән тип, аптырай төштө Ғәйшә.Августың арыу ғына оҙон көнө үтеп, эңер төштө.Һауып ҡалдырған һөтө лә бөттө,аптырағас ,һыйыр һөтөнә һыу ҡушып эсереп йоҡларға һалды баланы.Бер талай ҡаңғырҙы Ғәйшә,өйөнә бер инде,бер сыҡты,тауыш –тын ишетелмәй.Ҡайҙа йөрөр икән,һуң балаһы бар бит,түше нисек шешмәй икән?Ҡараңғы булһа ла Ҡафыя әбейҙәргә инеп һөт алып сыҡты.Бала уянһа, нимә имеҙер?Әллә Ғәйшәне йәлләне,әллә Мәстүрәнең ҡайтмаҫын белдеме- бала төндә уянманы.Таңға ҡарай ни уйларға белмәй ҡайғынан ҡан ҡоҫоп ятҡан Ғәйшәнең бер аҙға күҙе эленеп ҡалған.Сәрбиназдың тауышына тертләп уянып һикереп торҙо.Таң атып килә. Мәстүрәнең урынын ҡараны,ҡайтмаған.Кистән шешәгә әҙерләп ҡуйған һөтөн йылытып эсерҙе Сәрбиназға,аҫтын алыштырҙы,сәңгелдәккә һалып әҙерәк бәүеткәйне,бала йоҡлап китте. Төш үтеп, кис етте,Мәстүрә зым-зыя ғәйеп булды.Нимә уйларға ла белмәй алйыны Ғәйшә.

Сәрбиназды өйөнә ут елпетеп яҡты күҙҙә йыуындырып,майлап алды. Һыйыр һөтөн мөһәтһенмәй генә имә,шуға Ғәйшә әҙ генә манный ҡушып ҡайнатты һөтөн.Туҡлыҡлыраҡ булыр.

-Эй, гөнаһһыҙ сабый балаҡайым,тыуыуын тыуғас ,донъяларға ,бәхеткенәң булһын инде.Бер хәл дә итә алмайым шул.Йә инде ошо хәтлем генә йән эйәһен ташлап юғалған әсәйеңде,белмәйем,нимә тип әйтергә? Әлдә тыныс,бахыр балаҡайым,аҫтын ҡоротоп тамағына бирһәң, ҡәҙимге тауыштар сығарып бармаҡ имеп ,арығансы тирә -яҡты байҡап ятҡан була.

Мәстүрә үҙе шул хәтлем илаҡ булды, бейеме менән алмаҡ-һалмаҡ ҡулда алып йөрөнөләр йәше тулғансы. -Бөгөн дә ҡайтмаһа,иртәгә силсәүит Рәйескә барырмын инде,ҡалайтһа ҡалайтыр ,бәлки, табып алып ҡайтышыр,-тип Мәстүрәнең төндә булһа ла ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй, бала йоҡлап китеү менән үҙенә лә урын һалды.Белгән генә доғаларын уҡыны,инде утты һүндереп ятам тигәндә,ҡапҡа шығырлап асылды. -Йә,Хоҙай,Мәстүрә генә булһа ярар ине тип,уйлап та бөтмәне,ишек асылып китеп Мәстүрә өйгә килеп инде.Оялмай ҙа,күҙгә ҡарап ҙур эш бөтөрөп ҡайтҡанмы ни,башын да аҫҡа эймәй,исмаһам.Ары- бире сисенеп : -Ҡайҙа,Сәрбиназ,-тип дәһәйеп тормаһынмы? -Сәсрәп киткер,тереһеңме,үлеһеңме,балаңды уйламай ҡайҙа аҙып йөрөйһөң?Һе,яңы иҫеңә төштөмө балаң,терегөйөк-тип асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Ғәйшә.-Иртән силсәүиткә барам,яҙҙырып ҡуям ҡағыҙға тәртибеңде,белеп торһондар,ошоға тиклем үҙ баламды һатмайым тип, тешемде ҡыҫтым,бынан ары ҡарап тормам.Уйнашсы,нимә, иргә һыуһап киттеңме,был хәтлем дә булыр икәнең,ҡороп ҡалғыр,йәнең сыҡҡыры нәмә.Ал,ҡара ,ана, балаңды тәрбиәләп һалғанмын, –тип йән асыуы менән екерҙе.Үҙенең шундай һүҙҙәр ауыҙынан теҙелеп сыҡҡанға үҙе ышанманы.
Янына барһам ,йә берәй нәмә елгәреп ҡуйырмын,үҙемә хуже булыр,- тип карауатҡа ята һалды Ғәйшә.Өләсәһенең тауышына аҙ-маҙ ҡыймылдаған бала, кире йоҡлап китте.Ғәйшә туҙынды , туҙынды ла:

-Ярай ҡайтты,нимә эшләр инем,ярай ҡайтты ,-тип уйланы.Әҙерәк ятҡас ,янып көйөү,өҫтәүенә йәш бала,йоҡоһоҙ төн үҙенекен эшләне.Уйҙарын ҡалдырып әүен баҙарына китеп барҙы. Ҡуй инде, төҫөнә ҡарағыһыҙ булып көйһә лә әсә йөрәге үҙенекен эшләй бит.Хатта ҡайтып инһә, шулайтырмын-былайтырмын ,ауыҙын йырырмын,силсәүиткә барырмын тип аҙарынһа ла тағы онотто Ғәйшә. Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡайҙа йөрөүен,кем менән йөрөүен төпсөнөп ҡарағайны,ундай кешеләрҙең дуҫтары бала менән әсәнән ҡәҙерле була бит инде. -Шул апайға барҙым хәлен белдем,был дуҫыма барҙым,ҡунаҡ итте ҡайтам тип сыҡҡайным ,автобус киткән ине,шунан йоҡла тип әйткәстәр, йоҡланым инде,бушҡа йөрөгән тейһеңме әллә? Бына һиңә яуап.Мейеһен сәсрәтә һуҡҡыһы килде әсәнең. -Юҡ, минән тыумаған был валлаһи,минән тыумаған.Минән тыуһа әҙ генә намыҫы булыр ине,балаһын уйлар ине. Көҙҙөң ҡара көндәре. Былай ҙа бошҡан эсте бошорған ваҡыт килде.Әсе ҡара ел өйҙөң йылыһын тиҙ ала,хәҙер инде имгәкләп өйҙә йөрөгән Сәрбиназ өшөмәһен тип,Ғәйшә мейесенә арыуыраҡ иртәле- кисле яға.Утыны самалы,ҡорораҡ утындан йәнә бер машина алмаһам,ҡышты сығыуға таҡа-тоҡо ғына булыр микән тиһә лә аҡсаһы тейешмәй китә.Был арала фермала ял һорағандары ла юҡ .Һуғым һуйырға ял ала торғандар. Ҡар һуң ятты быйыл.Ноябрь баштарында яуғаны иреп –бысратып торҙо.Һуңынан яуғаны ла иреп бөттө.Шуғалырмы, һуғымын да кеше һуйырға ашыҡманы.Ноябрь аҙағына ғына ысын ҡыш килде. Бермә-бер көн дә тиерлек ҡар яуҙы,донъя аҡҡа күмелде.Декабрь баштарында арыу ғына һыуытып алды.Инде хәҙер Яңы йылға ла күп ҡалманы.Ун-ун биш көнләп Ғәйшә фермала эшләп алды.Күрше Рәүфтән бер йөктәй ҡоро утын алды бүлеп түләүгә. Сәрбиназ күҙгә күренеп үҫте, аҡ ҡына йөҙлө,күк күҙле ҡыҙыҡай өй йәме. Әллә әсәһенең йөрөп килгәндән һуң һөтө тәмһеҙ булды,иммәйерәк маташты.Аҙаҡ эсе китеп, әҙерәк ауырыны.Фельдшер Зарифаны саҡырып,дарыу эсергәс,ҡәҙимге йүнәлеп китте.Хәҙер инде көндә бер һөнәр арттыра, кеше таный.Өләсәһенә шул тиклем шат инде,ҡайтып инеү менән талпына башлай. Иртәгә Яңы йыл.Бөтә кеше мөғжизә көтә.Кемгә нисек,кемгә ниндәй мөғжизә килер.Бер Хоҙай ғына белә. Мәрүәр бикәмен Яңы йыл менән ҡотлап килергә уйланы Ғәйшә.Алдан сәй-күстәнәсен әҙерләгән ине,бүләген алды ла йоҡлап ятҡан Сәрбиназды уятмайым тип,Мәстүрәһенә әйтеп, аръяҡҡа сығып китте.Мәрүәр бикәменә барып эс бушатып,сәй эсеп ҡайтыуына уны мөғжизә көтөп торған.Ишекте асып өйгә инһә- Сәрбиназ да,Мәстүрә лә юҡ .Ҡапыл йөрәге жыу итеп ҡалды.

-Әллә.Әллә.Юҡ.Юҡ булмаҫ.Ҡайҙа китһендәр бынан кискә? Ғәйшә йүгереп йөрөп бала менән Мәстүрәнең арыу кейемдәрен ҡарай

башланы.Эйе,арыу йылы кейемдәр юҡ.Тик ҡайҙа,кемгә,кем көтөп тора?Мөғжизә әсиргә алды Ғәйшәне.

Иҫке йылдың һуңғы сәғәттәре тоғондағы өләшеп бөтмәгән ҡайғы хәсрәт,бәхет –шатлыҡтарҙы Яңы йылға ҡалып ҡуймаһын ,тип өләшеүен дауам итә.Быйылғы йылдың һуңғы минуттары кемделер бәхет-шатлыҡтан бейетһә, Ғәйшәне баштан-аяҡ ҡайғы-хәсрәткә күмде.Хәйер, йыл буйына хәсрәттә йөҙҙө башы.Тимәк,тәҡдиренә шулай яҙылған.Күрәсәген күрмәй,ҡара гүргә кереп булмай. Бер талай нимә уйларға ла белмәй өҫтөн дә сисмәй ишек төбөндәге ултырғыста ултырҙы. -Сәрбиназ,их,Сәрбиназ,-тип һулҡылдап типте йөрәге. -Ни эшләп кенә Сәрбиназды алды икән,ҡалдырып ҡына китһәсе,- тип иңрәне әсә.Эй хоҙайым,ниңә бер туҡтауһыҙ хәсрәт менән һынайһың мине?Сабыйымды ғына бер үк һаҡла.Әллә,бәлки,үҙ баламдан күрмәгәнде унан күрермен. -Сәрбиназым,Сәрбиназымды ғына һәләк итмәһен,-тип ҡабатланы. Ғәйшәнең бейеме Ғәрифә әбей динле булды.Биш намаҙын ҡалдырманы,ураҙаһын да тотто.Ғәрәп телендәге Ҡөрьәнен ҡәҙерләп көҙгө артында һаҡланы.Татарса-башҡортса яҙылған дини китаптары әле лә шкаф тартмаһында ята. Ғәйшә яғырға әҙерләп кенә ҡуйған утыны менән мейесенә ут яғып ебәрҙе.Ҡаҙандағы йылы һыу менән йыуынып ,тәһәрәтләнде,матур яулығын башына ябынып,бейеменең дини китаптарын алды ла урындыҡҡа ултырып доғалар ҡабатлай башланы.Башҡаса әмәл юҡ.Уй-хәсрәт уны төнө буйы аҡылынан аласаҡ .Бәлки,доға баҫыр эстәге уй-хәсрәтте.Шулай тип уйланы.Инде бөтә кеше байрам табынына Яңы йыл ҡаршы алырға йөрөгәндә ,кемгә барып зар һөйләп тормаҡ кәрәк?Сәрбиназын уйлап эсе янды.Төн уртаһына тиклем доға уҡып, Хоҙай тәғәләгә ялбарып барып ятып китте. Иртәгеһенә иртүк һөт тотоп Ҡафыя әбей килеп инде.Байрам менән ҡотлап, күршеһен үҙенә Яңы йыл сәйенә саҡырҙы.Мәстүрә менән Сәрбиназды һораны.Төнө буйына доға менән таң аттырған Ғәйшә алдап торманы.Нисек бар, шулай һөйләп бирҙе.Бот сапты Ҡафыя: - Ыстағафирулла,ыстағафирулла,ул ней тағы,әсәһенә лә әйтмәй,тағы етмәһә, баланы алып тороп,ҡайҙа киткән икән латифа.Ҡуй инде,үҙе чуртисним,бала жалкы бит.Йә,белмәнем бит,кистән яныңа иптәш булып инер инем,тәҡәт тапманың инде.Ярай ҙа һуң бөгөн-иртән ҡайтып инһәләр.Күп булһа Сәфәрҙәге Алмаҡайға киткәндер.Теге ваҡыт юғалып йөрөгәнендә лә шунда йөрөнө тип һөйләнеләр бит.Үҙең дә ишеткәнһеңдер әле.Ҡайҙан тапҡан ул Алмаҡайҙы?Уның әсәһе бит ошо ауыл Мәрхәбәнең ҡыҙы.Аҡыллы ғына иргә барып,ул ирҙе ташлап сығып киткән булып,башын эскегә һалды.Алмаҡайын эйәртеп ирҙән иргә йөрөгәйне.Арыуыҡ була, һуңғы барған ире туҡмап үлтереп ҡуйҙы бит.Шул эскелек инде,эскелек.Алмаҡай шуны күреп үҫте,аптырарлыҡ түгел,ә бына Мәстүрәң нимә күрҙе ,хан һыйынан башҡа.Йөрөй ҡотороп,үҙе башына булғыры,шундалыр ,шу

әнме,йәки Мансур ҡәйнешеңә әйтһәң дә тыңлар.Анау баланы бер нәмә эшләтеп ҡуймаһындар, туплы латифа,үҙенә бер нәмә лә булмаҫ
Ҡафыя әбей сығып киткәс,Ғәйшә кейенә һалып урамға сыҡты,төнө буйы еңелсә ҡар яуған,юлды ҡаплаған.Бәҙрәф ,ҡапҡа яғына юл көрәне,тупһаһын һеперҙе,өйөнә утын индереп ут яғып ебәрҙе. Уңғансы булмай Мансур ҡәйнеше килеп инде: -Яңы йыл менән еңгәй.Иҫәнлектә,һаулыҡта йәшәйек алла бирһә.Ҡайҙа Мәстүрә менән Сәрбиназ?Байрамды кем менән ҡаршыланың? -Үҙем генә.Үҙ балам минән ҡасып байрам иткәндә, мин кемгә кәрәк.Яңғыҙым ултырҙым. Мансур эштең ниҙә икәнен аңланы.Еңгәһенең арҡаһынан ҡағып: - Ҡайҙа барыр тейһең,еңгәй,ҡайта бит ул,бушҡа ҡайғырма.Бына Сәрбиназды алып китеүе -хөрт кәнишне.Ярай,Сәфәрҙәрҙән белешермен әле,йә булмаһа үҙем барып килермен.Шул Алмаҡайҙалыр күп булһа. Ун ике йәштән әсәйһеҙ ҡалып,үгәй әсәнең нужаһын татып үҫһә лә Ғәйшә гел яҡшыға ылыҡты.Насар уйлы,насар холоҡло кешеләргә яҡын юламаны.Теләһә ул да бит эскесе булып китә ала ине.Фермала эшләгәндә уға ла рюмка һуҙыусылар аҙ булманы.Ҡатышҡан кешеләре менән ирешеп -талашып ,тәмһеҙләшеп йөрөгәне юҡ,шөкөр.Бына Әсмә еңгәһе менән ҡуша ҡартайып килә.Балалары апай ҙа апай тип өҙөлөп тора.Иң үкенеслеһе,бер бөртөк балаһынан яҡшынан яманды айырта алманы. Мәстүрәнең балаһы менән юғалыуына дүрт көн тигәндә Сәфәрҙә,Алмаҡайҙа тигән сәләм килеп етте.Күрше Рәүф ҡәйнешенә йомош менән барғанда алып ҡайтты был хәбәрҙе.Ҡафыя әбей менән Мансур дөрөҫ юраған. Түҙмәне Ғәйшә:

-Барайыҡ,барып алып ҡайтайыҡ ,үлтерә бит баланы,йә берәй ерҙә ташлап китер,йә юғалтыр,Мансур бәпәйем,барайыҡ,-тип Мансурға килде. Мансур Сәфәр ауылын яҡшы белә.Мәстүрәнең Алмаҡайға килеп йөрөгәнен дә ҡәйнештәре еткергәйне.Алмаҡай тәүге балаһын ун алты йәштә табып роддомда ташлап киткән,икенсеһенә дүрт -биш йәш тирәһе ,әле шул әсәһенең алама өйөндә йәшәй тигәйнеләр. Төштән һуң сығып киттеләр.Бер сәғәтлек ҡышҡы матур юл.Урман бәҫ менән ҡапланған.Анда-һаяҡ төрлө эҙҙәр күренеп ҡала.Был ауылға Аҡҡолайға йөрөгән автобус һуғылмай үтә.Сәфәр ике саҡрымдай ситтә ятып ҡала.Ошо ике саҡрымды бала менән йәйәү килдеме икән ,тип уйлап килде юлда Ғәйшә. Ҡәйнешенән өйөн һорашып сығып, Мансур машинаһын ҡабыҙҙы.Ҡәҙимге ҙур ауыл Сәфәр.Клубтың артҡы урамында бәләкәй генә бер өйгә туҡтанылар.Үтәтмалы йорт.Һуҡмаҡ ҡына өйгә.Юл көрәлмәгән.Мансур артҡараҡ ҡалды.Ғәйшә түҙмәне,машинанан төшөү

менән өйгә атлыҡты.Яҙа -йоҙа эшләнгән таҡта соландан эҙләп өй ишеген асып ебәреүе булды,өйҙән әселе- сөсөлө еҫ аңҡыны.Өйҙәгеләр ҡапылғара кеше ингәнен аңларлыҡ хәлдә лә түгел. Алғы өйҙә өҫтәл башында ирме-егетме башын 8алып йоҡлап ята.Мәстүрә,Алмаҡай әле булһа байрамды дауам итеп ултыра.Мейес алдында бер ир тәмәке төтәтеп маташа.Урындыҡта дүрт- биш йәшлек бала ҡулына икмәк киҫәге тотоп йоҡлап киткән .Йөрәге жыу итеп ҡалды Ғәйшәнең. -Сәрбиназ,Сәрбиназ ҡайҙа һуң?- тигән ҡурҡыныс уй башын ярып үтте.Йән асыуынан - Ҡайҙа Сәрбиназ,- тип ҡысҡырып ебәргәс кенә тегеләр иҫтәренә килде. Эсеүҙән шешенеп бөткән ике бисә шарылдап ҡысҡырып ебәрҙе.Ғәйшә атлығып төпкө бүлмәгә инде.Ней ғәжәп ,алама ғына шаршау эсендә сәңгелдәк үҙенән –үҙе бәүелә.Атылып барып Ғәйшә шаршауҙы асып ебәрһә, бил бүҫкәһенән һейлек эсендә йөҙөп Сәрбиназ ята. -Балаҡайым,тереһеңме,алтынҡайым,иламай ҙа нисек кенә түҙеп ятаһың,был тиклем күл эсендә,-тип үкһеп илай-илай баланы алып нимәгә һөртөргә белмәй торғанда, тыштан Мансур килеп инде.Өйгә йүнле-башлы яғылмаған,бахыр бала үҙен-үҙе һикертеп уйнап ятҡан була.Ғәйшә түҙмәне,эстәге кофтаһын сисә һалып шуға төрҙө Сәрбиназды. Теге яҡта Мансур әллә һуҡты,әллә төрттө Мәстүрәгә,бына китте оло талаш.Тәмәке тартырға ла эшкинмәй ултырған ир тороп Мансурға ул һуғырҙан,был һуғырҙан бәйләнә башланы.Мансур аптырап торманы , осора һуғып һалды.Сәрелдәп илап Мәстүрә Ғәйшәгә килеп йәбеште. -Бир минең баламды,ҡайҙа алып китеп бараһың?Хәҙер милиция саҡыртам.Шәп булғасың ,бала көткөң килгәс, йәш сағыңда көтөр кәрәк ине. Тапҡан берен үлтереп торғансы.Һал минең баламды,теймәйһең,барыбер бирмәйем-,тип Сәрбиназды тартҡыслап әсәһенә ынтыла башлағайны,Мансур: -Түлкә,әсәйеңә,Сәрбиназға тей,хәҙер мин һинең үҙеңде тейәп алып барам милицияға,-тип екергәс,аҡырып –аҡырып илай башланы.Былар шулай ҡаңғырған арала теге ҡолап ятҡан ир ҙә, балаһы ние менән Алмаҡай ҙа юҡҡа сыҡты. -Ҡайҙа Сәрбиназдың кейеме ,бир,мин уны алып ҡайтам,үҙеңдә эшем юҡ,ҡайтһаң да индермәйем,ошо тормош тураһында хыяллана торғас, тапҡанһың,әйҙә йөрө,ике эттең бере булып.Эскән икәнһең, тотонма Сәрбиназға,ана нисә көнлөк һейлегенә күмеп һалып ҡуйғанһың,-тип Ғәйшә бер шкаф һымаҡ нәмәне асып ебәргәйне,Сәрбиназдың кейеме килеп төштө.Ҡәҙерленән ҡәҙерһеҙгә әйләнгән Мәстүрә сәрелдәп илап тороп ҡалды,әсәһе Сәрбиназды алып ҡайтып киткәс. Сәрбиназ әллә илап арыған булғанмы,әллә аҫты ҡоро булғанғамы ҡайтып еткәнсә бер тауышы сыҡмай йоҡлап ҡайтты.Мансур «мда,мда вот эй” тиеүҙән башҡаны әйтмәне.Ғәйшә ,иң ҡәҙерле нәмәһен юғалтып ҡуймайым тигәндәй, Сәрбиназдан күҙен алманы.

Шул арала Сәрбиназ еңеләйеп ,һурышып киткән, балаҡай.Әллә ашаттылар,әллә юҡ,һигеҙ айынан уҡ йүнле -башлы әсәһен иммәй ашауға күскәйне шул.Үҙе тотоп ашай,хатта көрөшкәһен дә үҙе тотоп эсә хәҙер.Нисек үлтермәгәндәр,тип аптырап ,хәленән килгәнсә тәрбиәләгән була Ғәйшә. Ун ай тулып ,ун беренсе айы менән барған бала. Яҙға сыҡһа, йәше тула ,алла бирһә.Хәҙер инде имгәкләп,тотоноп атлап йөрөй.Ҡәҙимге иптәш бит әле.Кисә ҡутараһынан бикәме Мансур ҡәйнешенән итен-һөтөн ебәргән.Ҡафыя әбей менән килене лә бутҡаға тип, һөт индереп тора.Ғәйшә,ҡыш көнө ,йә ауырып ҡуйһа бала тип,мунсанан -мунсаға ғына йөрөтә ине. Сәфәрҙән ҡайтҡас,өйөн йылытып,мейес алдында ғына йыуындырып алды .Кейеменә генә түгел,тәненә һейлек һеңеп бөткән Сәрбиназдың. Ярай яғырға утыны етерлек,шуныһына ҡыуанып бөтә алмай.Хәҙер иҙәндә йөрөгән балаға арыуыраҡ яғып йылытмаһаң булмай.Ҡәйнәһенең төҫө итеп һаҡлаған һуғылған балаҫтарын түшәне иҙәнгә.Шөкөр,Сәрбиназ тыныс,төндәрен дә тамағын туйҙырып һалһаң, бер уянмай йоҡлай. -Эйй,бала.Тыуып өлгөрмәгәнһең нужаның әсе һурпаһын татырға ла өлгөрҙөң.Тере көйө балаһын етем итеп,әсәң йөрөй аҙып-туҙып.Хоҙайым, һаулыҡ менән ғүмер бирһәңсе,әҙерәк ошо бала күкрәк ҡалҡытҡансы,бер кеме лә юҡ бит минән башҡа,-тип Ғәйшә доға уҡыған һайын Хоҙайҙан ялбарып һораны. Мәстүрәнән өмөт өҙҙө әсә.Йәнендәй күреп,ҡәҙерләп үҫтергән балаһынан эт ашамаҫ һүҙҙәр ишеткәс,йөрәге туңды.Әле бына ай булып килә,ҡайҙа йөрөйҙөр,үлеме,тереме?Терелер,үлһә -хәбәре килер ине. Иң ҡурҡҡаны Сәрбиназды ғына алып ҡасмаһын.Алып китеп һәләк итер.Күрҙе бит алып ҡасып дүрт-биш көн эсендә ни хәлгә төшөргәнен. Шулай ҙа ай тулып килгәндә бала иҫенә төштөмө,асығыу үҙәгенә үттеме,әллә эсеп йонсономо- бер көн ҡараңғы төшөп килгәндә әсәһенең ишеген ҡаҡты Мәстүрә. Ишекте асып әсә үҙ балаһын танымай торҙо.Ҡашыҡҡа һалып йотмалы һылыулыҡ та юғала икән ,ҡәҙерен белмәһәң.Сәс-баш туҙған,башына әллә кемдең алама шапкаһын кейгән,өшөгән,ҡулында бейәләйе лә юҡ.Инде меҫкен хәлгә ҡалып Мәстүрә тора. Индерҙе Ғәйшә.Ҡыуырға ла уйлағайны ,йә Акрамының рухы рәнйер,инһен,бынан төнгә ҡайҙа барһын тип, ишек асты.Ҡараңғы юҡҡа абайламаған да,ингәс ике күҙенең дә күгәртә һуғылғанын абайланы.Ни ғәжәп,йәлләү тойғоһо булманы Ғәйшәлә. Яратыуҙың нәфрәткә эйләнеүе шулмы икән? Уйнап ултырған Сәрбиназ да таныманы әсәһен,имгәкләп килеп,мине уға биреп ҡуйма тигәндәй,өләсәһенең итәгенә йәбеште.Сисенеп,Сәрбиназға килеп йәбешмәксе ине Ғәйшә: -Теймәйәһең,балаға.Башта йыуын,кеше ҡиәфәтенә ин,теләһә ҡайҙа,теләһә кем менән ай буйы эт туйында йөрөп, тағы бында бала ҡосаҡламаҡ була.Тейеп кенә ҡара.Тағы бер тапҡыр баланы алып ҡасһаң,милицияға заявить итәм.Балам тип ҡарап тормаҫмын.Балаң

кәрәк булғас,ҡайҙа йөрөнөң быға тиклем?Бар, ана, йыуын да сөгөндә картуф ултыра, аша.Моғайын,хан һыйынан ҡайтмағаныңдыр.Шулай тип әрләне лә Сәрбиназды алып төп яҡҡа инеп китте. Йәш кеше йәш кеше шул,аҙна үтеүгә, ашап –эсеп тамағын туйҙырыу,йылы өй ,тәмле аш килешәме-баяғы Мәстүрә һылыулана ла китә.Был хәтлем дә матурлыҡ биреүен биргәс ,аллаһы тәғәлә ни эшләп аҡыл-тәүфиғын йәлләне икән?Баштараҡ эш ҡушмай йөрөй ине,мин быны һуймаға аҫырайыммы,әйҙә балаһының өҫтөн йыуһын ,исмаһам,тип кер йыуырға ҡушты. Әсәй, ҡана үҙем йыуайым, -тип әйтһәсе. Тора-бара ошо тормош йәшәү рәүешенә әйләнде.Ҡапыл ғына юғалған Мәстүрә тәүҙә айлап юғалһа,аҙаҡ ике-өс ай,яртышар йыл юғала башланы.Былтыр,имеш, кейәүгә барам тип ,бер ирҙе эйәртеп ҡайтып килде.Ул эйәреп килгән кешеһен дә әйтер инем,ир тимәһәң ,хәтере ҡалыр.Хәйер,балаһын көтмәй, урамда ем булып йөрөгән бисәгә йүнле ир эйәреп йөрөмәҫе билдәле инде.Тәүҙә өндәшмәй тыңлап торҙо Ғәйшә.Теле телгә йоҡмай теге ир алдында әсәйҙән һалдырып хәбәр һөйләмәһенме Мәстүрә. Етмәһә оялмай ҙа: - Әсәй, ризаһыңмы?- тип һорап торған була. Ошо рәүешле кешеләргә юхалыҡты ла бирһә бирә икән.Өндәшмәй бер аҙ торғас: -Ваҡыт еткән икән ,нәкәнис,кейәүгә сығырға.Сыҡ.Мин һиңә сыҡма тимәйем.Әйҙә китеп ултыр.Балаңды көтәм,үҙеңде көтәм,хәҙер ошо алашаны ла минән көттөрмәк булып алып ҡайттыңмы?Эйе,шул ғына ҡалды.Был алашаңды мин өйгә индермәйем,инәһең икән -үҙең инәһең өйгә,инмәйһең икән-дуй бынан.Күҙемә күренеп йөрөмә.Миңә тимәгәйе йөҙ иргә бармағаныңмы?-тип туҙына башлағайны, Мәстүрә: -Атыу баланы бир,Сәрбиназды алып китәм,- тимәһенме? Ҡорт саҡтымы ни Ғәйшәне: -Хәҙер тоттороп ебәрермен,балаңды нисә көн,нисә ай көттөң,бала һорап тораһың бында,әйҙә бар,ҡайҙан килдегеҙ,шунда китегеҙ,хатта бала һорап,бирермен бирмәй ҙә ни-тип, себешен һаҡлаған ата ҡаҙ шикелле, икәүһен дә ҡапҡаны сыҡҡансы баҫтырҙы. Ошонан аҙаҡ йыл тирәһе юғалып йөрөнө Мәстүрә.Анда-бында күрҙеләр кешеләр.Иҫенә төшөп ,эскенәһе өҙөлгәндә Ғәйшә: -Ҡайҙа йөрөһә лә имен йөрөһөн,үҙе һайлап алған яҙмыш тиеүҙән ары китә алманы. Өс йәшендә урамда уйнап йөрөгән Сәрбиназ ғәйеп булды.Йәйҙең эҫе мәле.Ғәйшә мунса йыуып абайламай ҡалған.Йүгереп Ҡафыя әбейҙәргә инде,юҡ,улар ҙа күрмәгән.Ары сапты-бире сапты,юҡ тапманы.Бер тотам да өләсәһенән ҡалмай эйәреп йөрөгән бала.Йүгереп Рәүефкә инде, ат егеп торған ерҙән ул урам буйына сығып китте эҙләргә.Ағарып-күгәреп Ғәйшә ишек алдына ҡоланы.Ҡафыяның килене фельдшер Зарифаға йүгерҙе.

Саҡ аңына килгән Ғәйшәне өйгә индереп һалдылар. Фельдшер давление үлсәне,бер –бер артлы ике-өс укол ҡаҙаны.Ишетә һалып, бикәме,ҡәйнештәре килеп етте.Ауыл геүләп эҙләргә тотондо.Урамдан сығып йөрөгән бала

түгел.Ул кәртә-ҡура,баҡса ҡалманы, эҙләп бөттөләр,Сәрбиназ табылманы.Ғәйшәнең янынан Зарифа китә алманы.Укол менән таң аттырҙы тиһәң дә була.Иртән иртүк түбән ос Салихтың ҡыҙы Ғәйшәләр эргәһендә туҡтап ултырған күк машина күргән тигән хәбәр килде.Тимәк,Сәрбиназ ауылда түгел.Силсәүит Рәйес милицияға хәбәр итте. Хәсрәтен биргәс, аллаһы тәғәлә лә сабырлығын да бирә икән. Былай ҙа сарбайлап йөрөмәгән,йәтеш кенә ҡаҡса буйлы,маңлайына һырҙар ятҡан ҙур күҙле Ғәйшә иртәгеһенә сабыр ғына тороп ултырҙы.Йыуынды,тупһа тирәһен һепереп алды ла сәй ҡуйған булды.Юҡ,эстәге ут- ялҡын бер сынаяҡ сәйгә һүрелмәне.Башында бер уй: -Шул Мәстүрәнең эшелер,шул Мәстүрә генә алып ҡасҡан уны.Тик ҡайҙа? Һуңғы арала ҡайҙа йөрөгәнлеге лә ишетелмәй ине бит әле. -Хаҡ тәғәләм,баламды,Сәрбиназымды ғына һаҡла.Ғүмер буйына бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәнем,хәләл көс менән мал таптым.Белмәй ҡылған гонаһтарҙан азат түгелдермен ,бәлки.Уның өсөн үҙем яуап бирермен.Тик Сәрбиназымды ғына минән тартып алма.Унан да мәхрүм итһәң,үҙемде лә ал.Инде генә яраларым бөтәшеп,инде генә күҙемде асып килә инем бит.Эй,хоҙайым, шул хәтлем дә ярлыҡамаҫ бәндәң булырмын икән? Йәйҙең түҙеп торғоһоҙ эҫе көндәре.Ҡояш өтә генә.Күләгә лә сыҙап булмай.Бала-саға менән ололар ҙа Ар буйында,сыр-сыу килеп һыу инәләр.Урам артында ашап йөрөгән йәш быҙауҙар сәнскәкләп сабыуыллайҙар күләгә эҙләп.Ауыл өҫтөндә ҡыҙыу эш.Бына-бына бесәнгә төшөргә торалар.Емеш-еләк өлгөрҙө.Кемуҙарҙан бисә-сәсә,бала-саға еләккә йөрөй.Үрге ос Хазина әбей иртәнге алтынан китә еләккә.Эҫе төшөүгә бер биҙрә еләк менән ҡайтып та килә.Хәҙер аҙна инде еләктең бешеүенә.Ғәйшә Сәрбиназ булғас, йөрөй алманы.Рәүефтең ҡыҙҙарынан бер биҙрә һатып алып ауыҙ иткәйнеләр.Ҡалғанын таҙалап киптерергә һалды.
Оҙон эҫе көн кискә һарҡты.Көн эҫеһе лә һүрелде.Шул саҡ силсәүит Рәйес килеп туҡтаны Ғәйшәләргә.Ғәйшә урындыҡ өҫтөндә доға уҡып ултырған еренән һикереп торҙо: -Йә,Хоҙайым,изге хәбәр менән килһәсе,-тип йүгерә- атлай ҡаршыһына сыҡты: -Рәйес,әйтә һал,үлеме,тереме, Сәрбиназ? -Эйе,тапҡандар,еңгәй,түлкә,ҡолап ҡуйма,эле ул райүҙәктә больницала, һиңә тиҙ генә больницаға килергә ҡуштылар-,тип әйтеп бөтөр- бөтмәҫтән Ғәйшәне килеп тота һалды. -Нимә булған,ҡайҙан тапҡандар,башы ҡороғор,шул Мәстүрәнең генә эше,Мәстүрәнең генә эше,баламды,Сәрбиназымды нимә эшләткән,нимә генә булды икән ? -Еңгәй,юлда һөйләрмен,әйҙә ишегеңде бикләп,ҡапҡаңды эл дә,- тип машинаһын ҡабыҙҙы. -Дөрөҫ һиҙемләгәнһең ,еңгәй,Мәстүрә алып ҡасҡан Сәрбиназды.Эсеп йөрөгән эшнәләре менән урлағандар. Бөгөн милицияға Яугилденән шалтыратҡандар,төштән һуң. -Эсергә яратҡан Мәхмүзәнең өйө эргәһендәге тупраҡта бер бәләкәй бала йоҡлап ята.Кемдең балаһы икән?- тип ауыл советына хәбәр

иткәндәр.Баҡһаң,Мәстүрә Сәрбиназды ошонда алып килгән кисә.Яугилденең силсәүите әйтеүенсә,бында көн- төн эскелек. -Нисек кенә тыйып ҡараныҡ,дежур ҙа ойошторҙоҡ,әлегә һөҙөмтә ноль.Хужабикәнең ире аварияла үлде.Ҡайғыһын араҡыға баҫты.Ике балаһы бар ине,йүнләп көтмәгәс,тартып алдыҡ.Бахыр,балалар астан үлмәҫ өсөн һоранырға урамға сыҡтылар .Ике йыл була инде,балаларын приютҡа ебәргәнгә.Шунан башлап айнымай эсә.Тирә- яҡтан килгән берәҙәктәр ҙә йыйыла унда.Ҡыҫҡаһы,”веселый дом”.Шул дежурство ғына ваҡ төйәк трагедияның булмауына ярҙам итә. Аҙнаһына бер үҙем дә киләм,-тип һөйләне ауылдың силсәүите. -Эскелек,эскелек инде.Унда бала ла юҡ,эш тә юҡ,аш та юҡ,ә эсергә табыла. Бына шул,Сәрбиназ да ошонда булган,төндә ҡайҙа йоҡлағандыр,билгеһеҙ.Милиция баланы больницаға алып киткән.Сәрбиназға эҫе һуҡҡан,бите,ҡулы,асыҡ ятҡан ерҙәре ҡояшта янған.Әсәһен алып килмәгеҙ,өләсәһе кәрәк, -тип шылтыраттылар больницанан.

Сәрбиназдың бите, ҡулы ныҡ янған,хатта ҡулғынаһының терһәк аҫтары,бите күберсеп сыҡҡан.Анау хәтле ҡояш ҡыҙыуында сәғәтләп ятып нисек үлмәгән?Өләсәһен күреү менән башы-ҡулы бәйле Сәрбиназ ҡысҡырып илап Ғәйшәгә килеп йәбеште. Баланы был хәлдә күреп ,Ғәйшәнең үҙенең нисек йөрәге өҙөлмәне. -Балаҡайым,нисек үлмәнең,балаҡайым,йә инде,нисек кенә харап булманың, нисек түҙер инем,ярай Хоҙай аралаған,-тип йән әсетеп һөйләнеп- һөйләнеп Сәрбиназды ҡосағына алып аҙарынып илаған Ғәйшәгә берәү ҙә тыныс ҡала алманы,хатта силсәүит Рәйес тә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.Ҡәҙимге тәтелдәп һөйләшкән Сәрбиназ -Өләсәй,һине ҡарайым,тип сыҡҡайным,ҡапҡаны кире асып булманы,инә алманым,иланым,күп иланым берәү ҙә асманы,-тип шул арала тәтелдәп һөйләп ташланы.Аҙаҡ иң ҡәҙерле кешеһенең муйынын бәйләнгән ҡулы менән һыға ҡосаҡлап алды. -Өләсәй,минең өйгә ҡайтҡым килә.Мине ул апайҙарға бирмә.Улар мине алданылар,ҡурсаҡ,матур туп алып бирәбеҙ тинеләр ҙә үҙҙәре алып та бирмәнеләр.Эй бала,алданған бала. -Юҡ-юҡ балам,бирмәйем-бирмәйем,үҙебеҙгә ҡайтабыҙ,үҙем алып бирермен ҡурсаҡты ла,тупты ла,-тип Сәрбиназын күкрәгенә ҡыҫты. Биш көн ятып сыҡты больницала Сәрбиназ менән Ғәйшә.Больницаға күренергә тип бикәме килгән ине ,Мансур менән,шулар менән ауылға ҡайттылар. - Милицияға яҙып бир,Мәстүрәне ултыртабыҙ,- тип Ғәйшәгә участковый килде. -Юҡ,яҙмайым, теләһә нимә эшләтегеҙ,уныһы һеҙҙең эш,иллә-мәгәр яҙып бысранаһым юҡ,шөкөр,Сәрбиназым иҫән ҡалған.Закон үҙегеҙҙә, нимә эшләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ.Ул былай ҙа күререн күреп йөрөй.Бер кемгә лә теләмәйем уның яҙмышын.Көтөп алынған ҡәҙерле бала , иркә ҡосаҡта үҫте,алтығәзәһе теүәл,ҡарап туйғыһыҙ ине,боҙолоп,яңылышты.Ҡәҙерленән ҡәҙерһеҙгә әйләнеп,бәхетен тамуҡҡа тығып,кеше аламаһында йөрөүе лә анһат

түгелдер.Башҡаларға,балаһына,Сәрбиназға яҙмаһын был яҙмыш.Баланың буйын ғына үҫтерәһең шул,аҡылы,тәүфиғын Хоҙайҙан һорайбыҙ ҙа ул.Эйе,мең шөкөрҙәр ҡылды Ғәйшә Сәрбиназы өсөн.Янған тиреләре ҡубып төштө.Шырам ҡалмаһа ярар ине тип,мунсала сабыу килештеме,былай беленмәне,матур уңалды ҡубып төшкән ерҙәре. Балаҡайым,шул ҡәҙәрем сабыр бит әле,бер илап мыжыһасы.Онотҡансы һөйләп маташты күргән мажараларын. Ҡурҡыттылармы,юҡмы,әллә үҙе ҡайтманымы Мәстүрә юғалды.Кәркәлелә үҙенән өлкән ир менән йәшәй,Олотамаҡта йөрөй тип тә ишеткәләне Ғәйшә.Тик әсәһенә ҡайтып күренмәне. Ғәйшә иҫенә төшкән һайын: -Ҡайҙа йөрөгән була икән?Шайтан ҡоторталыр.Эй, аллам.Ярай,Сәрбиназға теймәһә була.Әйҙә йөрөһөн,үҙенә шулай оҡшағас,үҙен-үҙе йыуатҡан булды.Инде ниэшләмәк кәрәк?

Алты йәше тулған Сәрбиназ: -Өләсәй башҡаларҙың әсәһе лә атаһы ла бар,минең әсәйем менән атайым ҡайҙа ул?Ни эшләп улар ҡайтмайҙар ҙа беҙҙә бармайбыҙ ,-тип һорамаһынмы?Бала ғына әле,нимә аңлай тип, уны-быны һөйләмәй ине шул.Әле лә: -Атайың үлгән шул балам,әсәйең алыҫта,бәлки,берәй ҡасан ҡайтыр,һине һағынһа ,-тигән булып һүҙҙе икенсегә борҙо. Йөрәк ярып сыҡҡан балаң да сит –ятҡа әйләнер икән?Эй,был тормош,әйләнә лә килеп бер баҫа. Сәрбиназ уҡыуға бара торған йылы,ни ғилләлер ҡулына уҡыу сумкаһы,эсенә ҡәҙимге уҡыу- яраҡтары һалып арыу ғына ҡыҙмаса Мәстүрә ҡайтып килде.Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр әсәһенә күстәнәскә тип, ҡуйынынан бер әсмүха сәй алып бирҙе.Инде ныҡ таушалған, йөҙө-башы һурышҡан Мәстүрәне балҡып торған һып-һылыу ҡыҙ ине тип кемгәлер ышандырып та булмаҫ.Тормош уны шул тиклем игәгән,төҫөн алған. Ҡасандыр йәндәй күргән ҡәҙерлеһен ошо хәлдә күреп Ғәйшәнең тыны ҡыҫылды,ҡыҙғанып ҡараны балаһына.Барып ҡосаҡлап алғыһы ,башынан һыйпап иркәләгеһе ,йылы һүҙҙәр әйтеп ҡосағына алғыһы килде лә бит булдыра алманы.Булдыра алманы,булдыра алманы.Талпынып ҡараны,юҡ,булманы.Сәйгә саҡырҙы,сәй эсмәне.Аптырағас Ғәйшә : -Сәрбиназ ,бына әсәйеңде һорай инең,был һинең әсәйең,һаумы тигән, тине. Сәрбиназ күк кенә күҙҙәрен тултырып өләсәһенә текләне.Мәстүрә балаһына сумкаһын тотторған булды.Ҡосағына алырға маташҡайны,Сәрбиназ ҡасты ла китте. Мәстүрә барып балаһының арҡаһынан һөйөп алды.Күҙ йәштәрен һөрттө .Әллә балаһын,әллә әсәһен ,әллә үҙен уйлаптыр инде бер һүҙһеҙ урындыҡта арыуыҡ тауыш -тынһыҙ иланы ла иланы Мәстүрә..Тыйманы Ғәйшә:

-Илама ла балаға ла теймә,- тимәне.Бер аҙ тынысланғас ,әллә алданы,әллә ысынды һөйләне Ырымбур яғындамын тигән

булды.Ошоға тиклем алданып,тәҡәте ҡороған Ғәйшә ышанып та етмәне.Гел ҡасып юғалған Мәстүрә,беренсе тапҡыр һаубуллашып автобусҡа сығып китте. Китеп юғалыуына өс ай тигәндә Ғәйшәгә Мәстүрәнең пожарҙа янып үлеүе хаҡында хәбәр килде.

Ярай әле,янында хәл белергә килгән Әсмә еңгәһе булды. Ошолайтып йөрөп туҡмалып,йә өшөп ҡалыр инде тип, йәне әсегән сағы булһа ла Ғәйшәнең Мәстүрәне янып үлер тип,башына ла килмәне.Әсмә еңгәһе: -Эй,Мәстүрә, үҙ башыңа үҙең еттең .Үҙең һайлап алған яҙмыш.Тәҡдирҙән уҙып булмай.Арты хәйерле булһын.Инде Сәрбиназыңдан әүмәт күрергә яҙһын.Быныһына Хоҙай тәғәлә тәүфиҡ ,иманлы ғүмер бирһен.Инде ҡалайтаһың.Башты ташҡа һуғып булмай. Ғәйшә һуңғы ваҡытта илағаны юҡ ине,тыйыла алманы.Теге ваҡыт йә ҡосаҡлап ҡосағына алманы,әллә ғәфү үтенеүе лә шул булғандыр.Үкенестәр өтә шул йөрәкте. Үлем хәбәре тиҙ йөрөй.Ишетә һалып Мансур менән Нур килеп инделәр: -Еңгәй,ишеттек,Олотамаҡҡа барып алып ҡайтабыҙ.Машина белештек.Акрам ағайым менән өләсәйҙең янында урын бар.Шунда ҡуябыҙ.Етәрлек ситтә яттар менән йөрөнө,исмаһам,баҡый донъяла үҙебеҙҙекеләр менән ятһын. -Кәүҙәһе бармы икән һуң ҡуйырға,ут эсендэ имен ҡалған тейһеңме?-тип һыҡтаны Ғәйшә. -Бер нәмә лә булмаған кәүҙәһенә,төтөнгә генә сәсәп үлгән.Өсәү булғандар,бер ир менән Мәстүрә үлгән,тағы бер ҡатынды алып ҡалғандар.Силсәүит Рәйес һорашып белешкән.Хәҙер ярты сәғәттән юлға сығабыҙ -,тип сығып киттеләр. Ауыл халҡына рәхмәт,уныһын-быныһын тотоп килделәр.Ярҙам итәбеҙ тип, йүгереп йөрөнөләр.Шөкөр,шуныһына ҡыуанды Ғәйшә.Береһенең ауыҙынан яман һүҙ ишетмәне.Тәрбиәләп ҡуйғандан һуң өсөн уҡытыуға силсәүит тә ярҙамдан ситтә ҡалманы,рәхмәт инде Рәйескә: -Еңгәй, хәйер итеп таратырһың, -тип ваҡлаған аҡсаһына тиклем тоттороп сығып китте.Күрше-күлән,туған-тыумасаларҙың ярҙамынан башҡа Ғәйшә бер ни ҙә эшләй алмаҫ ине. Ваҡыт дауа тигәндәй ҡырҡы үтеүгә Ғәйшә бер аҙ тынсый төштө. Ятһа ла торһа ла ҡайҙа йөрөй икән,асмы-туҡмы,үлеме-тереме тигән уй нисә йылдар мейеһен сүкене бит инде. -Алды үҙенә,арты беҙгә хәйерле булһын.Тыныс ятһын ҡәберендә ,исмаһам ,йәндәй күргән кешеләре янында ята әле ,-тигән булып,күҙ йәштәрен һөрттө. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Ғәйшәнең дә пенсияға сығыуына арыуыҡ булды.Һуңғы йылдары һаулыҡҡа ла туймай китә.Быуындары һыҙлап интегә.Сәрбиназ инде мәктәпте бөтә тиҙҙән алла бирһә.Шөкөр,тыныс,аҡыллы ғына булып буй еткереп килә.Өләсәй,тип кенә тора.Ҡайһы ваҡыт Ғәйшә арҡаһынан ҡағып:

-Әсәйеңә генә оҡшап бәхетһеҙ булмаһаң ярар ине ,балам тиһә: -Өләсәй гел генә шулай тейһең,мин әсәйемә түгел, һиңә оҡшағым килә,-тип килеп Ғәйшәне ҡосаҡлап ала.Йән атып тора инде өләсәй тип.Һыҙланыбыраҡ китһә: -Өләсәй,нимә булды,ҡана үҙем майлайым,үҙем тип кенә торған була.Ҡурҡа шул Ғәйшә.Быныһы ла матур бит.Күм күк кенә аҡ йөҙлө, алсаҡ бер бала инде,хоҙай бәхет-тәүфиҡҡынаһынан айырмаһын.Мәстүрә ни эшләптер һалҡын,туң,ҡырыҫ һымаҡ булды ул.Бикәме,бахыр, бының Фаризаға оҡшаған, холҡо менән тейер ҙә ултырыр ине. Әсмә инәһе ярата инде Сәрбиназды,үҙ балаһындай күрә.Килһә икәүһе бер булалар.Кешегә йылымыҡ шул.Бикәме Мәрүәр ҙә бик яратты,бахыр, уның да баҡыйлыҡҡа күсеүенә йыл тулып килә. Мәктәптә яҡшы уҡыны Сәрбиназ.Уҡытыусылар ураған һайын рәхмәт хаты ебәреп торҙолар.Өләсәһе менән әкренләп ҡул эшенә лә ылыҡты.Уҡыуҙы бөткәс ,уҡытыусылары медик һөнәрен һайлаһын,шунда уҡырға барһын тинеләр.Сәрбиназдың үҙенең дә теләге бар ине.Ҡулына аттестат алып,һынауҙарҙы уңышлы ғына тапшырып уҡырға инеп китте. Унда ла уҡыуға шәп булды.Арыу ғына степендия алып уҡыны. Өләсәһенән бик һирәк кенә аҡса алды.Шул степендияһын еткереп,тағы арттырып күстәнәсен дә тотоп ҡайта торғайны. Ғәйшә яңғыҙы ҡалғас, башкөллө дингә ылыҡты.Биш намаҙын уҡып,доғалар һайын Сәрбиназына тәүфиҡ,үҙенә иманлы ҡартлыҡ һораны Хоҙайынан. Сәрбиназ уҡып бөтөп, райүҙәккә фельдшер-акшер булып ҡайтып эш башланы.Ғәйшәне лә күсергә димләп ҡарағайны үҙе янына ризалашманы. -Әле үҙе йүнемде үҙем күрәм,хәҙерҙән һиңә һалыҡ булғым килмәй.Ялыңда ҡайтып хәлемде белеп китһәң, шул еткән. -Нисә йыл ғүмер иткән нигеҙем,әле генә ташлап киткем килмәй,хәлдән тая башлаһам,күҙ күрер, балаҡайым, тиеүҙән ары китмәне.Сәрбиназ ярты йылдай эшләгәс,врач менән һөйләшеп Ғәйшәне больницаға һалып дауалап алды.Быуыны һыҙлап,йөрәге ауыртып ҡаҡшай ине.Ун көндәй дауаланып ҡәҙимге булып ҡайтты.Яңғыҙлыҡ ҡыйыныраҡ инде.Әүәлерәк Ҡафыя әбей инә һалып етә тоғайны,ул да китеп барҙы.Хәҙер бер биш йыл тирәһе барҙыр. Ике йыл тирәһе эшләгәс ,Сәрбиназды Сирғолдан һората килделәр.Кейәү булаһы кеше райбольницала теш табибы икән.Шулай итеп иманлы,матур,туған-ырыулы ғаиләгә Сәрбиназ килен булып төштө.Сирғол Аҡҡолайға ун ете саҡрым тирәһе.Матур ғына туй үткәреп,барынса бирнәһе менән оҙатып барҙы Ғәйшә Сәрбиназын. Йәштәр райүҙәктә төпләнделәр.Машиналары булғас ,яйы сыҡҡан һайын Аҡҡолайға ҡайтып йөрөнөләр,анда-һаяҡ Ғәйшә үҙе лә барғыланы.Кейәү балаҡай ҡәйнәһен шул тиклем хөрмәт итте.Ҡайтҡан һайын ҡыйбатлы сәйен,тәм-томон тотоп ҡайттылар.Аяғына

быймаһын,башына дебет шәлгә тиклем алып бирҙе. Эйе,Ғәйшә күпме-күҙ йәштәре түгә-түгә ҡартлығында бәхет күрҙе,ураған һайын үҙе лә: -Аллаһы тәғәләмә рәхмәт ,был көндәрҙе лә күрергә насип итте бит,- тип шөкөр ҡылды.Сәрбиназдың ҡыҙы Гөлһыу тыуғас,Ғәйшә әбейҙе уй-вайына ҡуймай үҙҙәре янына алдылар.Бәләкәсәйеп инде туҙып та барған нигеҙҙе Мансурҙың кесе малайына биреп ҡалдырҙылар.Ул тиҙҙән бында өй һаласаҡ.Тимәк,туғандар нигеҙе ҡоромаясаҡ. Ғәйшә әбей Сәрбиназдың Гөлһыуын да, Мирасын да тәрбиәләште әле.Һыу индереп ,майлап,имләүсе лә ул булды.Гөлһыу менән Мирас йән атып торҙолар Ғәйшә әбей өсөн.Инде яраттылар,инде яраттылар.Кейәүе лә өрмәгән ергә ултыртманы ,ҡәйнәм ,тип өҙөлөп торҙо.Ҡоҙағыйҙары килеп инһә лә иң тәүҙә:

- Ҡоҙағый ҡайҙа- ,тип торалар.Мирастары тыуғас ,яңы ҙур өйгә күстеләр.Ҙурлап аят уҡыттылар.Тормош шулай һәүетемсә дауам итте. Ғәйшә ятһа-торһа шөкөр итте,балаларының бәхеттәренә күҙ теймәһен,берүк ҡырау һуҡмаһын ,тип теләне.Йылына ҙурлап әрүахтарға аятын да уҡытып торалар,килгән-киткәнде ҡәҙер итәләр. -Эй, ошо балаларҙың инде уҡыуға барғандарын күрһәм инде, -тип теләһә лә Ғәйшә әбейгә уҡыуға барыуҙарын күрергә насип булманы.Ҡара йәштән ферма эше,тормош һынауҙары уның һаулығын ҡаҡшатҡан ине.Ике көн генә ята –тора йөрөнө лә ҡапыл ғына ныҡлап ауырып, түшәккә ятты. -Больницаға алып бармағыҙ,үҙ хәлемде үҙем беләм.Ҡартайған көнөмдә ҡәҙер иттегеҙ,ул-был хәл булып китһә, шаулап илашмағыҙ.Сәрбиназ балам,кейәү һеҙгә ризамын,фатихамды бирәм,миңә күрһәткән әүмәтте үҙ балаларығыҙҙан күрерһегеҙ.Ризамын, Сәрбиназым.Рәхмәт,ҡартлығымда бәхетле иттең.Был тиклем үк өмөт итмәгәйнем.Рәхмәт,балаларым. Төндә телдән ҡалып, өсөнсө көн тигәндә баҡый донъяға күсте Ғәйшә әбей.Иламағыҙ тиһә лә өләсәһе, иланы шул, Сәрбиназ,иланы,хатта балалары ла :

-Нәнәй,нәнәй,- тип илаштылар. Ҡыштың матур бер көнөндә Аҡҡолай зыяратында тағы бер ҡәбер артты.Ҡәҙерле кешеләренең янына Ғәйшә әбей мәңгелеккә ҡайтты. Сәрбиназ йыл да аят бағышлата иң яҡын кешеләренә,Аҡҡолайға барып ҡәберҙәрен тәбиәләй, сәскәләр сәсә.Башҡалары төшөнә ингәне юҡ,иллә -мәгәр өләсәһе һирәкләп булһа ла төшөнә инә. Үҙенең төшлөгө гел яҡшыға була.Бына әле бөгөн күргән матур төшөн дә яҡшыға юрап урынынан торҙо. Сәрбиназдың кәйефе күтәрелеп , сәй эсеп алды ла өй бағырға тотондо.
Автор:
Читайте нас: