Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Декабрь 2022, 13:46

УЛАҠ ҠЫҘЫ. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Йәштәр етәкләшеп ауылға ҡарай китте лә остағы ҙур булмаған йорттоң ихатаһына инде. Эстә ҡыҙ утты ҡабыҙманы, мейес ҡапҡасын ғына асып ҡуйҙы. Ут тәпәш өй эсен ярайһы яҡтыртты. Ҡыҙ мейес плитәһендә ҡайнап ултырған сәйнүктән сәй яһаны, бәләкәй генә табын ҡорҙо. Шәриф уның ихлас хужабикә булып йөрөгәнен күҙәтеп ултырып сыҙамай китте лә, ырғып тороп ҡосаҡлап алды: – Ләйлә! Һин минең кәләшем булып ошолай йөрөйһөң кеүек.

УЛАҠ ҠЫҘЫ. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
УЛАҠ ҠЫҘЫ. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Улаҡ һыуын алырға туҡталдылар. Был ауыл ситендәге муйыл шырлығы араһында сихәтле һыу ятҡылығы бар. Оҙон тау итәгенең ҡырҡылып туҡтаған еренән генә урғылып сығып ята. Борондан уның шифалы булыуы тураһында һүҙ йөрөй һәм ауыл халҡы ла, ошо тирәнән үтеп барғандар ҙа һыуға туҡтап, һауыттарын тултырып алып китә. Алһындар әйҙә, унан һыу бөтмәй, ә күпме кеше тереһыу тапҡандай булып ҡыуана. Шәриф тә, әсәһе һорауы буйынса, улаҡ һыуына тип ҡайырылды был юлға. Ә үҙҙәре улар оло юл буйындағы ауылдыҡылар. Капрон бидондарын тотоп шырлыҡҡа ыңғайланы, әсәһе төшөп мәшәҡәтләнмәне, ултырып ҡалды. Егет, яҙҙың йәйгә инеп барған ыуыҙ йәшеллегенә һоҡланып, күкрәк тултырып тын ала-ала, тар һуҡмаҡтан атланы. Ян-яҡта уҙышып ҡоштар сырҡылдаша, аяҡ аҫтында бөжәктәр йүгерешә, ҡояшҡа үрелеп күтәрелеп барған үлән, ай үҫәһен көн үҫеп, йомшаҡ балаҫ булып йәйелгән. Сәскәһен ҡойоп бөтөп, емешкә тумалған муйылдар илаһи бер халәттә иҙерәшеп ултыра. Улар, әлеге шишмә атылып сыҡҡан ерҙе йәшерергә теләгәндәй, сырмалып, тармаҡланып, шырлыҡ яһағандар. Әллә ниндәй илаһи уйҙарға сумып, һыу тултырып тора ине, икенсе тәңгәлдән килгән һуҡмаҡтан бер ҡыҙ килеп сыҡты.

Көтөлмәгәнлектән егет бер аҙ ҡаушап ҡалды. Хас әкиәттәге һымаҡ булды был күренеш. Егет ҡыҙға ҡараны ла ҡатты. Хатта эргәһенә килеп баҫып, бер арауыҡ торғанда ла өндәшмәне. Һәм, ахырҙа, иҫенә килеп, телен әйләндерә алды:

– Һау-умыһығыҙ...

Ҡыҙ уны баштан-аяҡ һынап ҡарап, саҡ ҡына һауалыраҡ төҫтә йылмайҙы:

– Һаумыһығыҙ.

Ап-аҡ ҡына йөҙлө, ҡара сәсен артҡа йыйған, өҫтөндә – ябай күлдәк тә аяҡтарында – иҫкерәк сандалий. Ҡулына ла тутыҡҡаныраҡ һыңар тимер биҙрә тотоп алған ҡыҙҙың ошо ауылдан булыуы аңлашылып тора, тик ул шулай алыҫҡа һыуға килгәнме? Көнкүреш өсөн һыу үткән бит инде ауылға, урамдарҙа электр колонкалары тора. Уның был уйын уҡығандай, ҡыҙ көлөмһөрәне:

–Теге яҡтараҡ бура бурайбыҙ.

Егет баш һелкте:

– Ә-әә... Ә беҙ... мин... һыу алам.

– Күрәм. Һауытың ашып түгелде инде.

– А-ай! – Шәриф инде көлә-көлә бидонын ситкә шылдыра ла ҡыҙға юл бирә. – Әйҙә, һеҙ алып китегеҙ.

Ҡыҙ ҡыйыу ғына килеп биҙрәһен улаҡтан сөпөрләп аҡҡан ағым аҫтына ҡуя. Үҙе һаман ҡаш аҫтынан күҙҙәрен көлдөрөп егетте күҙәтә. Был бик шаян һәм сая ҡыҙға оҡшаған. Нимәнәндер көлкө табып мыҫҡылларға торғандай. Уның бындай ҡарашы аҫтында уңайһыҙлана төшкән егет тиҙ генә сәс-башын һыпырғыланы, салбарына, кроссовкийына күҙ һалды. Уның был ҡыланышы ҡыҙҙың күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатты. Шәриф тамам баҙаны, ә ауыҙы йыйып ала алмаҫлыҡ булып йырылды:

– Һеҙҙе күреп баш әйләнде бит...

– Мине күргән барыһы ла шулайта, – тип үк ебәрҙе шул саҡ ҡыҙ, – унан үлеп ғашиҡ булалар ҙа ҡолға әйләнәләр.

– Ай-һай, хәтәр икән! Мине лә ҡолдар отрядына ал, улайһа?

– Әйҙә.

Егет ҡыҙға күрешергә һуҙылды:

– Шәриф.

Ҡыҙ уның ҙур усына ап-аҡ нәфис ҡулын һалды:

– Ләйлә.

Ләйләнең ҡулы шундай йомшаҡ ине, әйтерһең, унда һөйәктәр бөтөнләй юҡ. Уны ҡыҫа төштө лә, ауырттырып ҡуйыуҙан ҡурҡып, тиҙ генә бармаҡтарын яҙҙы егет. Ҡыҙ тағы көлдө:

– Ҡурҡтың әллә?

– Эйе, – тип ҡуйырға мәжбүр булды Шәриф, сөнки был һылыуҡай уның уйҙарын әйтә лә һала ине.

– Һеҙ ошо ауылданмы?

– Эйе.

– Суббота клубҡа сығаһығыҙмы?

– Клубҡа? Әллә... – ҡыҙ ҡаштарын дуғаландырҙы. – Кеше күп урынға йөрөргә яратмайым былай.

– Ә башҡа урынға?.. Ялда... кис... берәй ергә килә алаһығыҙмы? Һеҙгә уңайлы булған ергә?

Ҡыҙ йылмайып башын ҡырын һалды, инәлтергә булды:

– Әллә...

Шәриф, уның кире ҡағып ҡуйыуынан шөрләп, ашығып теҙҙе:

– Бик булмаһа – көндөҙ. Ҡасан әйтәһегеҙ, шул ваҡытҡа килеп етермен. Күрешкем килә һеҙҙең... һинең менән... Бик тә.

Ләйлә биҙрәһен тотоп сайпылдыра-сайпылдыра үҙ һуҡмағына төштө, унан артынан ынтыла биреп ымһынып ҡалған егеткә утлы ҡарашын атты ла әйтте:

– Шәмбе кис баҫыу ҡапҡаһы янына килерһең.

Шәриф уға эйәрә бирҙе:

– Нисәгә? Нисәләрҙә көтәйем?

– Ҡараңғы төшкәс.

Һылыуҡайҙың тал сыбыҡтай һомғол кәүҙәһенең биҙрә ыңғайына бәүелеп барғанын күҙәтеп һәм ағастар араһына инеп юғалыр алдынан тағы боролоп ҡарап ҡуйыуынан тамам әҫәрләнеп, әле бер килке шул урынында баҫып торҙо егет. Ҡапыл һалҡын ел иҫеп ебәрҙе лә, татлы солғанышынан арындырып, донъяһын иҫенә төшөрҙө. Йәһәтләп икенсе бидонын тултырып машинаға килгәндә, әсәһе хайран булып ултыра ине:

– Китте лә юғалды... Бер нәмә булдымы, тип, борсолоп бөттөм. Килеп тороп йөрәкте шом баҫты... Ҡысҡырам – ишетмәйһең. Әпәт был машинаңды ташлап китә алмайым. Нимә таптың унда?

Шәрифтең йөҙө бәхеттән балҡый:

– Таптым, әсәй! Үҙемә кәрәген таптым.

 

Шәмбе кисен саҡ еткереп, улаҡлы ауылға елдерҙе Шәриф. Ауылдың ҡапҡалы яғына сығып етеп туҡтаны ла, фарҙарын һүндермәй, юлға төбәлеп ҡалды. Урам яғынан килер ҡыҙ уны ҡырҙан аңғарһын, тип уйлап өлгөрмәне, машинаһының тәҙрәһен сирттеләр. Тертләп китте. Быяла аша йылмайып-балҡып торған Ләйлә ине.

– Мин һине ауыл яғынан көтәм, – тигән булды егет аҡланып.

– Ә мин был яҡтан килдем, – ҡыҙ ябай ғына итеп яуапланы.

Ул арала ялпылдап машинаһына инеп тә ултырҙы. Үҙ бәхетенә үҙе ышана алмаған егет уйынлы-ысынлы өндәшә:

– Ҡолоңа ниндәй бойороҡтар булыр?

– Бойороҡтарға ризаһыңмы? – ҡыҙ ҙа шаярырға ғына тора.

– Әлбиттә! Ҡайҙа теләйһең шунда осабыҙ хәҙер!

– Ҡайҙа теләйемме?.. – Ләйлә бер-нисә секунд ҡына уйланып ала ла теләген  әйтә:

– Бөгөн йәштәр ҡырҙа уйнай. Әйҙә, шулар янына?

– Әйҙә! Давай, юлды күрһәт.

Ҡыҙ ҡулын алға һуҙа:

– Ошо яҡҡа!

Ҡырҙар буйлап арыуыҡ ҡына барҙылар, ағаслыҡтар, убасыҡтар тәңгәлендә боролдолар ҙа елдерҙеләр.

– Был яҡҡа!.. Хәҙер борол... Алғараҡ... Йылғаны үтәбеҙ...

– Ҡалай алыҫҡа киткәндәр ул? Аҙашманыҡмы? – тип хафалана ла бирҙе егет.

– Юҡ, – ти уға ҡыҙ, ышаныслы итеп, – булғаным бар унда. Хәҙер етәбеҙ.

Ысынлап та, күҙ күреме арауыҡта ҙур усаҡ шәйләнә. Шуға тоҫҡап баралар ҙа, ситтәрәк машинаны ҡалдырып, йәйәү яҡынлайҙар. Ут тирәләй йырлашып-бейешкән йәштәр уларҙы ихлас сәләмләп ҡаршы ала:

– Хуш килдегеҙ!

– Әйҙәгеҙ байрамға!

Ҡыҙҙар төрлө яҡтан килеп һырып та ала:

– Сибәр егет алып килгәнһең.

– Егетең аҫыл...

– О-о! Көс-ғәйрәтле!

Шәриф Ләйләне етәкләп үк ала, ҡолағына эйелеп шыбырлай:

– Был ауыл ҡыҙҙары бик ҡыйыу икән дә...

– Беҙҙә шулай, – ти уға ҡыҙ. Ул арала килеп бейергә саҡыралар. Күмәк бейеү, парлап бейеү, сынйырҙа әйлән-бәйлән... Яҡшылап бейей ҙә белмәгән көйө, ҡолас ташлап һикерәнләп йөрөп, шыбыр тиргә төштө Шәриф, тик арыманы ла, ялыҡманы ла. Уның күҙ алдында тик Ләйләнең сибәр йөҙө лә һығылып-бөгөлөп торған нәҙекәй биле генә булды.

Бер мәл ҡыҙ уны ҡармап ҡосаҡлап алды:

– Һыуһаныңмы? Әйҙә, йылға буйына...

Етәкләшеп йылғаға йүгерҙеләр ҙә, ҡыҙ уға усы менән һыу һуҙҙы:

– Эс.

Унан тағы, тағы эсерҙе.

Егет ҡыҙҙың ике ҡулын ҡуш усына ҡыҫа тотоп һыуын һемерҙе лә һемерҙе. Танһығы ҡанғас, устарҙың эсен алмашлап үпте һәм сихырланған ҡараштары менән аҫтан өҫкә баҡты. Ләйлә уның сәсен һыйпаны, наҙлы бармаҡтары менән битен һыпырҙы. Унан етәкләп тағы ут яғына әйҙәне:

– Әйҙә... йәнем.

– Нимә тинең? Ләйлә?.. “Йәнем” тинеңме? – тауыштарҙы баҫырға тырышып ҡысҡырып һорай Шәриф.

– Эйе! Һин минең йәнем...

Егет ынтылып ҡыҙҙың биленән ала, шул килеш әйләнәләр. “Йәнем! Йәнем! Йәнем...” тигәне ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик торған һымаҡ. Шул әйләнеүгә урталағы усаҡ, эргә-тирәләге урмандар шәүләһе, күктәге йондоҙҙар ҡушыла. Ер әйләнә, күк әйләнә, донъя әйләнә... Ә ҡаршыла Ләйләнең ынйы тештәре генә емелдәй... Ләй-лә...

 

...Уянып китһә... Башын ҡалҡытып алан-йолан ҡаранды. Өйҙә, үҙ карауатында. Ана, түрбашта әсәһе тын ғына радиоһын уйнатып ҡуйған. Тимәк, барыһы ла яҡшы, барыһы ла тәртиптә. Тик ҡасан, нисек ҡайтып, ҡалай инеп ятҡанын иҫләй алмай ғына аҙаплана. Ә Ләйлә? Ләйләкәй һуң?.. А-ах! Исмаһам ауылына алып барып ҡуйҙымы, оҙаттымы ул ҡыҙҙы? Әллә һылыу үпкәләп ҡайтып киттеме? Күпме генә сетерәйһә лә хәтерен аса алманы егет. Шуға йөрәге ҡубып һикереп килеп торҙо ла бәләкәй яҡҡа сыҡты.

– Әсәй! Әсә...

– Атаҡ! Ни булды?.. – шым ғына журнал уҡып ултырған әсәһе, ҡаршы ҡалҡынды, – бында мин, бында.

– Мин кисә нисәлә ҡайттым ул?

– Таңға ғына...

– Машиналамы?

– Эйе лә һуң.

– Ә-ә...

Шәриф әсәһен тамам аптыратты:

– Әсәй... Мин айныҡ инем дә ул, ивет?

Әсәһе уға төбәлеп китте:

– Айныҡ булғанһыңдыр... Рүлдәһең дә инде. Машинаңды гаражға кереттең, тауыш-тынһыҙ, матур итеп инеп яттың. Еҫкәп-ҡарап йөрөмәнем инде... булмаған хәлде ней.

Егет баш һелкеп кенә ҡуйҙы ла кире бүлмәһенә китте. Унда карауатына ултырып кисәге хәлдәрҙе иҫендә теҙергә тырышты: Ләйлә... бейеү... ут... йәнем... Артабан ҡараңғы... Был ни хикмәт?...

 

Аҙна буйына зарыҡты егет, ялдарҙы саҡ көтөп алды. Йома көн эшен осланы ла ауылға сапты. Ҡайтып ул-был итте лә теге улаҡлы ауылға юлланды. Ҡараңғылатып ҡына барып инде ауылға. Урам буйлап яйлап ҡына бара, берәйһе осраһа, Ләйләнең ҡайҙа йәшәүен һорамаҡсы. Тик, берәү ҙә тап булмағас, ауыл клубын эҙләп китте. Һәм, бер-ике тыҡрыҡ үтеүгә, уттары балҡып торған мәҙәниәт йортон аңғарҙы ла. Юл ситенә машинаһын ҡуйып, клуб болдоронда тәмәке көйрәткән егет-елән төркөмөнә юлланғайны ғына, йорттан ситтәрәк баҡса мөйөшөндәге ағастар ышығына йәшенә биреп торған Ләйләне күреп ҡалды. Ҡыҙ уға ҡул болғаны. Шәрифтең аяғы аҫтынан ер шылғандай булды. Ул эләгә-тәгәрәй шул яҡҡа йүгерҙе.

– Ләйлә!!!

– Әү, – тип көлөп тора һөйгәне.

– Мин алйый яҙҙым... Теге мәл... теге көн...

– Әйҙә, ситтә иркенләп һөйләшәйек. Һин ауыл ситенә сыҡ, мин шунда көтөрмөн.

– Машина бында, ултыр.

– Юҡ, йәнем, ауылдаштар алдында улай сит кешегә ултырып китеү килешмәҫ. Мин һине тегендә көтәм, -- тине лә ҡыҙ, баҡсаға инеп тә китте. Шәриф ашығып машинаһын ҡабыҙҙы ла ауыл ҡапҡаһы яғына елдерҙе.

Барып етһә Ләйлә көтөп тә тора. Осоп килгән тиерһең.

– Һин нисек улай тиҙ?

– Баҡсалар аша тура юл бар, – ти, ҡыҙ, үҙе килеп тә һырына, – Һағындым һине...

Шәрифтең бөтөн бирер һорауҙары башынан сығып оса, ул һылыуҡайҙы ҡосағына алып иркәләй. Балауыҙҙай булып тәне, йәне иреп төшә. Баш мейеһендә йылы тулҡындар сайҡалып, уларҙың ҡаҡҡан тауышы сикәләрендә ишетелә башлай. Бына хәҙер-хәҙер... нимәлер булыр һымаҡ...

– Йәнем... әйҙә минең инәйҙәрҙең өйөнә барайыҡ, – тип татлы шыбырлай ҡолағына ҡыҙ.

– И-инәй?.. Ниндәй инәйеңә?

– Ошонда ғына, оста. Ул бөгөн өйҙә юҡ, йортон миңә ҡалдырып китте. Унда аулаҡ...

Йәштәр етәкләшеп ауылға ҡарай китте лә остағы ҙур булмаған йорттоң ихатаһына инде. Эстә ҡыҙ утты ҡабыҙманы, мейес ҡапҡасын ғына асып ҡуйҙы. Ут тәпәш өй эсен ярайһы яҡтыртты. Ҡыҙ мейес плитәһендә ҡайнап ултырған сәйнүктән сәй яһаны, бәләкәй генә табын ҡорҙо. Шәриф уның ихлас хужабикә булып йөрөгәнен күҙәтеп ултырып сыҙамай китте лә, ырғып тороп ҡосаҡлап алды:

– Ләйлә! Һин минең кәләшем булып ошолай йөрөйһөң кеүек.

– Абау... Ҡолатаһың.

– Ләйлә, һиңә өйләнгем килә... Тиҙерәк алып ҡайтайым үҙемә.

– Өлгөрөрһөң, – тип сылтыратып ҡына көлә һөйгәне.

– Ысынмы? Сығаһыңмы миңә? – егет хәҙер уны күтәреп үк ала.

– Ашыҡма. Барыһы ла үҙ мәлендә булыр, – ҡыҙ уның муйынына ҡосаҡлап ирендәренән һурып үбеп ала, – ә хәҙер, әйҙә, сәй эсәйек.

Шәриф уға буйһона. Ҡыҙҙы урындыҡҡа ултырта ла үҙе ҡаршыһына ҡунаҡлай. Һөйгәне унан эше тураһында һораша. Егет, сихри күҙҙәрҙән ҡарашын айырып ала алмаҫтан арбалып, бөтөн яңылыҡтарын теҙә. Иң йәшерен пландарын, серҙәрен асып һала. Шулай булмай һуң? Был ғәзиз кеше тиҙҙән уның ҡатыны буласаҡ бит. Уларҙың бөтә нәмәләре лә уртаҡ буласаҡ: яҙмыштары, донъялары, уйҙары... түшәктәре...

 

...Күҙҙәрен асһа – әсәһе тора. Улының битенә эйелеп үк тексәйгән.

– Йә, Хоҙай!.. Уяныр көнөң бар икән.

– Әсәй?.. Нимә?..

– Бына мин һинән һорайым тигәйнем “нимә?” тип. Ҡайҙа йөрөйөң ул юғалып? Аҙыраҡ әсәңде уйларға булмаймы? Әйткән юҡ, ниткән юҡ – сыҡ та юғал, имеш...

Шәриф тороп ултырҙы:

– Нисек “юғал”?

– Ике көн ҡайҙа булдың?

– Ике көн?..

– Һуң? Йома төнгә ҡарай ут ҡапҡандай сығып саптың да бөгөн бына – йәкшәмбе таңында ҡайтып яттың.

– Как так? – Шәриф, әсәһенә ышанмағандай, күҙҙәрен киң асып төбәлде.

– Килен алырға йөрөһәң ярай ҙа ул. Улай булһа ғәйеп юҡ. Тик әйтеп йөрөргә булмаймы? Көйөнөп ике төн йоҡлаған юҡ...

Шәриф әсәһенә ҡаршы нимә тиергә, нисек аҡланырға йәки аңлатырға белмәй ултыра бирҙе. Ә әсәһе һаман ныҡышты:

– Нимә? Килен таптыңмы? Ә?..

Егет саҡ һығып сығарҙы:

– Эйе... әсәй... килен...

Әсәһе шундуҡ бөтөн ҡайғыһын онотоп һикереп төштө, әйтерһең, ике көн йоҡламай интекмәгән, улын юғалтып көйәләнмәгән:

– Бирһен Хоҙай! – Унан һорауҙар менән күмеп ташланы. – Ҡайҙыҡы? Кем балаһы? Уҡыймы-эшләйме, тигәндәй?

Егет, унан былай ғына ҡотола алмаҫын аңлап, урыҡ-һурыҡ яуапланы:

– Күрше ауылдан... Ата-әсәһен белмәйем әле...

– Фамильяһы кем һуң? Мин ул яҡтарҙың күптәрен беләм ул.

Улы яурынын ғына йыйырҙы:

– Белмәйем.

Әсәһе бот сапты:

– Үәт, диуана! Икешәр көн ҡайтмай йөрөп фамильяһын да белмәй, имеш... Кит, был хәҙерге йәштәрҙе... ыстырам.

Шәрифкә яңғыҙ ҡалырға кәрәк ине, ул салбарына үрелде:

– Әсәй, мин кейенеп алайым әле?

– Ярай. Ашағас, һарыҡ һуяйыҡ. Бер тыу бәрәнде алып ҡалғаным.

Әсәһе сығып киткәс тә оҙаҡ ҡына түбәгә төбәлеп ятты егет. Ул ике көн ҡайҙа булыуының серенә төшөнә алмай ине. Иҫләгәне шул: Ләйлә... төнгө ауыл... йылы ғына кескәй йорт, сәй табыны... Ләйләнең сибәр йөҙө, нурлы ҡарашы, ынйы тештәре...

 

 

Киләһе ялына ныҡ тәүәккәл ниәттәр менән ҡайтты Шәриф. Мул ғына итеп күстәнәс тейәп алды, бер ҡиммәтле коньяк та ҡыҫтырҙы. Ләйләнең ай-вайына ҡуймай өйөнә барасаҡ, ата-әсәһе менән танышасаҡ, тәҡдим яһаясаҡ. Ул инде башҡаса ҡыҙһыҙ йәшәй ҙә, хатта тын ала ла алмай. Ризалыҡтарын алып, йәһәтләп туйға әҙерләнергә кәрәк.

Машинаһына ултырыр алдынан шуға оҙата сыҡҡан әсәһенән һөйөнсө алды:

– Әгәр барыһы яҡшы үтһә, иртәгәләре киленеңде алып ҡайтып күрһәтәм.

Тегеһе сарбаулап китте:

– Йә, Хоҙа! Ҡапҡа төбөндә әйтә! Шуны теге мәл аңғартһаң, ҡалаға берәй бүләккә әйтеп ебәрә инем үҙеңә. Э-эй, ошо ирҙәр нәмә рәтен беләме?..

Шәриф көлә-көлә газға баҫты. Әсәһе ашығып өйөнә йомолдо. Хәҙер шкафтарын ҡутарып, һандығын әйләндереп, бүләк йүнләй инде.

 

Был юлы тура ҡоҙаларына барып туҡтаны Шәриф. Яҡын булмаһа ла, ҡоҙа тейеш кешеһе йәшәй бында, унан олораҡ, ғаиләле. Һирәк кенә лә түгел, тәүге тапҡыр килеп торған ҡунаҡты әйҙүкләп түргә саҡырҙы хужалар. Сәй ултырттылар. Өҫтәл артында йөрөү сәбәбен дә әйтте егет.

– Ләйлә?.. – ҡоҙаһы маңлайын ыуаланы, – белмәйемсе... йәш ҡыҙҙарҙы белмәйемдер, бәлкем. Ә һин? – ҡатынына өндәште. Уныһы, бармаҡтарын бөгөп, ауыл өйҙәре буйлап барланы:

– Зифа... Айгөл... Көнһылыу... Сара... Кәмилә... – оҙон ғына теҙмә барлыҡҡа килде, – һы... юҡсы... юҡ... Ләйлә тигәнен... нүжәли ауыл ҡыҙын хәтерләмәҫ инем икән?

Шул саҡ Шәриф ярҙам итергә булды:

– Ауыл осонда инәһе йәшәй. Ауыл ҡапҡаһы төбөндә генә.

Ҡоҙаһы ҡатыны менән ҡарашып алдылар, тағы аптыраштылар:

– Остағы ике өй буш тора унда. Икенсе йортта яңғыҙ Зариф ҡарт йәшәй... Унан ары Гөлниса апайҙар...

Шәриф уны бүлдерҙе:

– Нисек буш тора? Прәме иң ситке өй. Мин унда булдым бит. Ут яғылған ине... йылы. Беҙ сәй эстек.

Хәҙер тағы хужалар хайранға ҡалды, ҡарашып, күҙҙәре түңәрәкләнде.

– Әллә... Берәйһе инһә лә белер инем... Көн дә шул яҡҡа көтөү ҡыуабыҙ, – тип кенә ҡуя алды хужабикә.

Быға ышанмай, егет, хужаны машинаһына ултыртып, ауыл ситенә алып китте. Барып етеп, ҡыйшайған ҡапҡаны саҡҡа асып, урамға үттеләр. Соланда боронғо йоҙаҡ аҫылынып тора. Уны тартҡылап ҡарап, тәпәш өйҙөң тәҙрәһенә йомолдо Шәриф. Эстә уртала һерәйеп торған мейес тә ҡаҡ иҙән менән һике ине. Йән әҫәре генә юҡ түгел, бында күптәнән әҙәм аяғы баҫмағаны ла күренеп тора: саң, түрбаш тәҙрә ярыҡ, мейестең плитәһе ҡутарып алынған, иҙән таҡталары серей башлаған...

– Ҡайҙа таныштың һуң ул ҡыҙ менән? – тигән һорау килде, ниһайәт, ҡоҙаһының башына.

Шәрифтең һеңгәҙәүҙән теле көрмәлде:

– Нейҙә... Ур-ма-манда... У-урманда тип... улаҡ эргәһендә.

– Может, үрге ауылдыҡы булғандыр? Улаҡҡа бөтә район...

– Юҡ! Мин уға ошонда килдем. Нисә тапҡыр! Үткәндә бер... Ә-ә! Ауылдағы йәштәрҙән һорарға кәрәк! Теге мәл беҙ ауыл йәштәре менән ҡырға бейергә сыҡтыҡ. Костерға!

– Костерға?..

– Эйе. Ауылдан ҡырҙараҡ... арыуыҡ ҡына ҡырҙа ине. Ошонан әллә күпме ҡыҙҙар-егеттәр булды. Давай, кем бар йәштәрҙән?

Ауыл буйлап барып, өс-дүрт өйҙә туҡтанылар, ҡоҙаһы өс егетте, бер ҡыҙҙы саҡырып сығарып һорашты, тик уларҙың береһе лә ике аҙна элек урманға костерға бармаған булып сыҡты... һәм ундайҙы ишетмәгән дә.

– Хәҙер ундай нәмә юҡ та ул... Кем йөрөһөн ҡырҙа ут яғып... етмәһә, бейеп?.. – тиеште һәр береһе. Шәрифтең мейеһе ҡайнаны. Ул инде үҙен аҡылдан яҙғандай итеп хис итте. Ҡоҙаһы ла шундайыраҡ фекергә килә башланы шикелле,  ялп-йолп итеп ҡарап-ҡарап алды һәм ҡайтырға тәҡдим итте:

– Слушай, ҡоҙа... Беҙ былайтып йөрөмәйек инде, халыҡты бимазалап... Әйҙә әле өйгә...

Кире табын артына ултырғас, Шәриф инде һөйләшерлек хәлдә булманы, ә хужалар һаман яҡын-тирә ҡыҙ-ҡырҡынды барланы. Шул ваҡыт төпкө бүлмәнән ҡоҙаһының олатаһы килеп сыҡты. Таяғына таянып, аяҡтарын саңғы һымаҡ ҡына шылдырып, әкрен генә яҡынлашты ул. Хужа уға ҡаршы барҙы:

– О! Олатай сыҡты! Әйҙә бында, олатай. Бына, ҡунаҡ бар.

Бабайҙың тауышы ла саҡ ишетелерлек:

– Эһе-е... эһее... Ишетеп ятам...

Ҡарттың алдына сәй ҡуйҙылар, аҙыҡ-түлекте шылдырҙылар. Тик ул бер нәмәгә лә үрелмәне, ә сәпек күҙҙәре менән ентекләп Шәрифкә ҡараны.

– Шуна-ан?.. – тине аҙыраҡ ултырғас, һуҙып, – улаҡ ҡыҙын осраттыңмы?

Өҫтәл артындағылар барыһы бер юлы яуапланы:

– Эйе!

– Күҙең төштө инде?..

– Т-төштө... Өйләнешергә һөйләшкәйнек.

– Күптәнме инде?

– Ай була...

Ҡарт тағы бер аҙ шымып торҙо ла дауам итте:

– Һирәкләп булһа ла ир-егеттәр осрата уны. Ғашиҡ булып, баштарын юйып, әллә ниҙәр ҡылып бөтәләр. Бисура ул, ҡыҙ түгел. Улаҡ бисураһы. Минең тиҫтер Абдулланы шулай хайран иткәйне. Алйытып, көс-ғәйрәтен һурып, ҡоро һөйәккә ҡалдырҙы. Бисуралар бисә затынан ғына булып, әҙәм ирҙәрен аҙҙырып үрсей икән. Ны-ыҡ һылыу булалар тей үҙҙәре. Минең күргәнем юҡ инде, ололар һөйләгәндән... Исемдәре лә беҙҙеңсә була тей.  Шул, Абдулла, аҙаҡ, бисураһы килмәй башлағас, һағыштан һарғайып йөрөп, зарын күтәрә алмай, һыуға төшөп батып ҡуйҙы.

Шәриф, оло кешене бүлдерергә ҡыймаһа ла, тынып ҡалғас әйтеп ҡуйҙы:

–Ҡуй, олатай, юҡты бар менән бутамағыҙ. Әкиәт тыңлар ваҡыт түгел.

Бабай ҙа ныҡышманы:

– Шулайҙыр-шулайҙыр, уландар... Минең иҫ буталған инде... Ә теге ҡыҙ тағы килһә – һөйләшмә. Ни эшләһә лә, нимә тиһә лә, булмаған-күрмәгән кеүек тик тор. Шулайтһаң, яйлап һыуына тей ул...

Шәриф уның хәбәрен тыңлап тормаҫтан өҫтәл артынан ҡалҡынды:

– Ярай, ҡоҙалар, ҡуҙғалайым. Ғәфү итегеҙ инде, ныҡ ҡаңғырттым...

– Йә, булды инде, – тип көлөштө хужалар, – беҙ бында һорашырбыҙ әле. Энә түгел дә инде ул табылмаҫҡа.

Унан ҡоҙаһы, күҙ ҡыҫып, мәрәкәләп өҫтәп тә ҡуйҙы:

– Олатай әйткән бисура булып ҡына ҡуймаһа!

 

Уйҙарының осо-ҡырыйына сыға алмай, ялан юлы буйлап ҡыуҙы машинаһын. Ҡалаға ҡайтырға ла кисекмәҫтән табипҡа күренергә, башын тикшертергә. Ә бына йөрәкте нишләтергә? Уға бит әлеге фантазияһындағымы... хыялындағымы... төшөндәгеме ҡыҙ кәрәк...

– Ләйлә кәрәк! Кәрәк! Йә, Хоҙай! Ҡайҙа һин, Ләйлә?.. – асырғанып үҙ алдына ҡысҡырҙы егет һәм шул секундында уҡ йән көсөнә тормозға баҫып, ғажылдап барып туҡтаны. Юл ситендә йылмайып Ләйлә тора ине. Ул үтеп китә биргән егеткә ҡул болғаны. Туҡтағас та тәҙрә тәңгәленә йүгереп килде. Шәриф аҡтара яҙып ишеген асып ебәрҙе лә атылып сыҡты:

– Ләйлә!! Мин һине эҙләйем! Һин ҡайҙа...

Ҡыҙ уның сикәһенә һуҙылып бармаҡ остарын тейҙереп алды:

– Йәнем... Һағындым һине...

Шәрифтең әйтер һүҙҙәре тел осонда көрмәлә бирҙе лә ҡайҙалыр осоп таралды. Тәненә рәхәтлек, күңеленә һиллек йүгерҙе. Ул һөйгәнен ҡосаҡлап сәстәренән, муйынынан үпте. Үҙе туҡтауһыҙ шыбырланы:

– Мин һинең ҡолоң... Ни теләйһең шуны эшләйем... Тик китмә... Ишетәһеңме, берҙән-берем, һылыуым, ташлама мине...  

 

Автор:Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Автор:
Читайте нас: