Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Декабрь 2022, 20:06

Һөйөү тураһында йыр. Гөлназ ҠОТОЕВА

Һөйөү тураһында йыр. Гөлназ ҠОТОЕВА
Һөйөү тураһында йыр. Гөлназ ҠОТОЕВА

Һөйөү тураһында йыр 

 Хикәйә

Нәсимә мөхәббәт тураһында яҙырға теләгәйне. Күңелдәрҙә илаһи бер моң уятып, иң нескә ҡылдарҙы тирбәтергә, илерткес бер тулҡында бәүелтергә, йәнде күктең етенсе ҡатына мендерергә тейеш ул йыр. Тантана ла, төпһөҙ һағыш та, ихласлыҡ та, иң мөһиме, һөйөү, яратыу баҙларға тейеш унда. Ул илаһи моң күктән ишетелергә, илһамлы сәғәттәрҙә нотаға һалынырға ла тейеш... 

Һөйөү йыры. Йөрәкте уртаға телергә һәләтле аҡҡош йырымы, әллә күңел бөтөнлөгөн, донъяларҙың шул хәтлем гүзәл, йәшәүҙәрҙең татлы икәнлеген тойҙороусы рухландырыу моңо булырға тейешме ул? Уны Нәсимә әлегә белмәй. Тик күңел төпкөлөнән һыҡрап сығып, үҙеңдең генә иңрәүең булып, башҡаларға ла етергә, тетрәндерергә, ауаздашын табырға тейеш. Тағы ла тейеш... 

Йософҡа ғашиҡ Зөләйха, Мәжнүндең Ләйләһе, Заятүләктең Һыуһылыуы һөйөү ҡанаттарын елпкәндә күңелендә ниндәй моң ишетте икән? Нәсимә тәҙрәгә төбәлде. Көҙ. Ана, урамда бөршәйешкән кешеләр, тиҙ-тиҙ генә атлап, өйҙәренә ашыға. Йылыға. Еүеш асфальтҡа һап-һары япраҡтар йылышҡан. Күктә — болоттар, болоттар... Болоҡһоу. Әммә рәхәт. Тәҙрә яңағына һөйәлеп, ошолайтып баҫып тороу. Шул һағышты тойоу. Көҙ һағышын. Нәсимә, ирендәрен ҡымтып, ҡарашын алыҫта килә ятҡан һынға төбәне. Ирек ҡайтып килә. Эштән. Башын эйгән дә, ҡыҙыу-ҡыҙыу баҫып, атлай. 

Нәсимә, ирен танып алыу менән, аш бүлмәһенә сығып, газ плитәһен тоҡандырҙы. Аш һыуынып өлгөргән. Сәйҙе лә тыжлатып алырға кәрәк. Өйҙәге тынлыҡты сәйнүктең күңелле йыры боҙҙо. Бүлмә яҡтырып киткәндәй булды. 

Нәсимә тағы теге бүлмәгә сығып, тәҙрәгә күҙ һалды. Ире буйтым яҡынайған. 

Икәүләп бергә тормош ҡороуҙарына ла байтаҡ ваҡыт үтеп киткән икән. Ҡыш ун йыл туласаҡ. Малайҙары быйыл беренселә уҡый. Йәшәр урындары — ике бүлмәле фатирҙары бар. Ирек — фән кандидаты. Бик мөһим ғилми эш менән шөғөлләнә. Ә Нәсимә музыканан уҡыта. Йырҙар яҙа. Дөрөҫөрәге, элек яҙа ине. Баш осонда күңел һандуғасы һайрап-һайрай ине. 

Үҙен һәйбәт хужабикә, өлгөлө ҡатын, һөйәкле әсәй рәтенә ҡуйһалар, бер ҙә уңайһыҙланмаҫ Нәсимә. Иренә, балаһына йәшәгән өйҙәре ожмахтың бер мөйөшө булып тойолһон, улар шулай эштән, урамдан ашҡынып ҡайтһындар өсөн барыһын да эшләргә тырыша ул. Нәсимә сынъяһау итеп биҙәлгән бүлмәһен тағы күҙҙән үткәрҙе. Барыһы ла үҙ урынында. Ҡарашын тағы тышҡа төшөрҙө. Тәҙрәгә ҡарармы Ирек? Үҙен дүрт күҙ менән көткән ҡатынын күрерме? 

Нәсимә, өмөтләнеп, аяҡ ослап баҫты хатта. Күтәрелеп кенә ҡараһын. Ҡул болғар. Мин көтәм, һине күреүемә шатмын, йәнәһе. Ҡапыл тышта ла өйҙәге кеүек йылы, рәхәт һымаҡ тойолдо Нәсимәгә. Баяғы һағыштың әҫәре лә ҡалмағайны уның йөҙөндә. Ирек күтәрелеп ҡараманы... 

Шундай ғәҙәтигә әйләнеп бара лабаһа уларҙың мөнәсәбәттәре. Бер ғаилә булып йәшәүсе ир менән ҡатын ваҡыт үткән һайын әҙерәк һөйләшә, тигәндәре дөрөҫтөр. Күҙ ҡараштарынан аңлай улар бер-береһен. Артыҡ һүҙ ҙә кәрәкмәй кеүек. 

Өс минуттан өйҙә буласаҡ. Бишенсе ҡатҡа ул йәйәү менәсәк. Нәсимә ишек төбөндә торған көҙгөгә күҙ һалды. Шыма ҡара сәстәрен тараны. Ҡашын тотто. Иренен, тешләп, ҡыҙартты. Йүгереп барып, ҡайнап сыҡҡан сәйнүген һүндерҙе. 

Ишекте Ирек үҙе асып инде. Уның менән фатирға саф һауа килеп тулғандай тойолдо. Нәсимә иренә аш бүлмәһенән күҙ һирпеп кенә алды. Бына ул, күн курткаһын сисеп, сөйгә элде. Нәсимә ул арала өҫтәлгә икмәк телеп ҡуйҙы. Тәрилкәләргә боҫорап торған аш һалды. Ирек борослап ашарға ярата торған. Һыуытҡыстан алып, ҡорот иҙҙе. 

– Ирек! 

– Ә? 

– Ашарға. 

Ирек, ҡулын йыуғас, өҫтәл артына килеп ултырҙы. Тәрилкәһен үҙенә табан яҡынайтып, ашына борос, мул итеп ҡорот һалып болғаны. Икмәк алып, ҡайыра тешләне. Нәсимә күҙәтмәһә лә, бының нисек, ниндәй тәртиптә башҡарылыуын белә. Иренең ашты һурпылдатып ашауына ла күнеккән. Көтә. Иренең уға күтәрелеп ҡарауын. Нимә тиерен. Ул өйгә килеп инеү менән, уныңса уйлай, әйберҙәргә уныңса ҡарарға тырыша ҡатын. 

– Сәй яһа! 

Ҡуйы итеп яһалған сәйҙе өрә-өрә рәхәтләнеп эсә ире. Өндәшмәй. Эсеп бөткәс, йәһәт кенә урынынан ҡуҙғала. Нәсимә яртылаш бүҫкәргән сынаяғын, ашығып, өҫтәлгә ҡуя. 

– Эс инде, ҡана, яһайым. 

– Булды. 

Тиҙ генә өҫтәлде йыйыштырғас, Нәсимә телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай башлаған ире эргәһенә сығып, дивандың ҡырыйынан урын алды. Ирек, ниһайәт, Нәсимәгә боролдо. Һиҙә ҡатын, ниндәйҙер мөһим хәбәре бар иренең. 

– Мине ебәрәләр? 

– Ҡайҙа?! 

– Мәскәүгә. Курстарға. Нәсимә еңел тын ала. 

– Бар һуң. 

– Ҡайтҡас, бүлек мөдире итеп ҡуябыҙ, тиҙәр... 

Ирек унда барырға тейеш. Нәсимә иренең юлына хәстәрләй. Таҫтамал, бритва, теш пастаһы, һабын, одеколон, алмаш кейем... Иртәгә юлға... 

 

* * * 

Ирек өйҙән сығып киткәндә ағастарҙа һары япраҡтар елберҙәшә ине әле. Хәҙер улар ергә, ҡаҡ асфальтҡа түшәлгән. Ана, урам һепереүсе бабай уларҙы өйә лә тоҡҡа тултыра. Нәсимә күҙе талғансы шул бабайҙы күҙәтә. Яйлап, рәхәтләнеп башҡара эште. Туҡтап үткән-һүткән кешенең артынан ҡарап ҡала. Бейәләйен сисеп, тәмәкеһен борҡота. 

Нәсимә күңелендә ниндәй көй уйнауын һиҙә. Баяғы көй. Ләйләнең Мәжнүнгә хисе. Күктең етенсе ҡатына алып менеүсе мөхәббәт хистәре. Бүлмәгә йәй еҫе, күтәренкелек, салт яҡтылыҡ килеп тулғандай була. Күңел ҡошо талпынып ҡуя. Сәғәт ике. Өстә уның дәресе башлана. Ҡайтҡас, яҙыр. Күңелдәген теркәп ҡуйыу ауыр булмаҫ. Йылыраҡ кейенергә кәрәк. Ана бит ағастар елгә бөгөлә яҙып ултыра хатта. 

Нәсимә, башына аҡ береткаһын кейгәс, сөм ҡыҙыл пальтоһына үрелде. Кәйеф шәп. Күңелдә бер моң сыңлап-сыңлай. Тышта ғына һыуыҡ. Етмәһә, автобус көтөргә. Нәсимә, ишеген бикләп, тышҡа сыҡҡас, туҡталышҡа йүнәлде. Еле әсе. Ҡалтырата. Ҡатын, үҙен кемдер текләп күҙәтеүен һиҙеп, боролдо. Бер ҙә таныш кеше кеүек түгелсе. Ҡайҙалыр күргәндәй ҙә була. Туҡта, өндәшә түгелме? 

– Ә? 

Өшөйһөгөҙ бит, ышыҡҡараҡ, бындараҡ тороғоҙ. – Нәсимә уның һүҙҙәрен ишет¬мәмешкә һалышты. 

– Нимә, әллә башығыҙға берәй ҡайғы төштөмө, хатта йылмайманығыҙ ҙа. – Изгелек теләүсе, сәсенә сал йүгергән ағай уға өндәшә ине. 

– Ә-ә, юҡ, юҡ, рәхмәт. – Нәсимә һаран ғына йылмайған булды. 

– Һеҙ шулай етди кешеме? 

Ҡатын аптыраны. Эстән асыуы ла килеп ҡуйҙы. Ә ниңә ҡыҙыҡһынып китте һуң әле был кеше уның менән? Нәсимә күңелендәге ҡоштоң һағайып ҡуйыуын тойҙо. 

– Юҡ. 

– Әйҙә, улай булғас, мин һеҙҙе сәй эсергә, анау кафеға саҡырам. 

– ??? 

– Ризаһығыҙмы? 

– Юҡ. 

– Ә ниңә? – Ир, мин шул хәтлем насармы, ҡарт күренәмме, тигән шикелле, Нәсимәгә текәлде. 

– Юҡ. Ваҡытым юҡ. 

– Ә, ваҡытығыҙ булғанда саҡырырға мөмкинме? Гел ашығып, ваҡыт һанап йөрөргә ярамай, ғүмер шундай ҡыҫҡа... 

– Беләм. 

– Тимәк, бер ҡасан да һеҙ минең саҡырыуымды ҡабул итмәйәсәкһегеҙ? 

– Юҡ. 

Ҡырҡа итеп әйтелгән «юҡ» ирҙең сәменә тейҙе шикелле. 

– Хатта остоҡ та өмөтөм юҡмы ни? 

– Юҡтыр... Юҡ. 

Ир ныҡыш булып сыҡты. 

– Ҡатын-ҡыҙ бит серле булырға тейеш. Хатта осрашыу мөмкин булмаған хәлдә лә һеҙ өмөт ҡалдыра белергә тейешһегеҙ. 

Нәфисә күңел ҡошоноң тағы ла һағайыуын тойҙо. 

– Әлләсе. Мин... – Нәсимә тотлоҡто. Юлға текләгән булды, автобус килмәйме, йәнәһе. Ирҙең дәрте ҡайтты булһа кәрәк, ситкә ҡарап тора башланы. Нәсимә, ҡыҙыҡһынып, күҙ сите менән генә уны күҙәтте. Кем ул был кеше? Ҡайҙа эшләй? Былай матур кейенгән. Бөхтә. Өҫтөндә – өр-яңы плащ. Эшләпәһе лә шәп кенә. Үҙенең күңелен нимәлер тырнайҙыр был бәндәнең. Шулай булмаһа, минең башымдағы ҡайғы-хәсрәт уға нимәгә? 

Нәсимә тағы юлға күҙ һалды, автобус һаман юҡ. Ир, шул арала алыҫтан берәүҙе шәйләп, балҡып китте лә, Нәсимәгә боролоп, нимәлер өндәште. Тик тауышы шау-шыуға күмелеп ҡалды. Әле генә барып етте Нәсимәнең башына был һүҙҙәр, ана, һеңлем дә күренде, тине түгелме? 

Ир һеңлеһен барып ҡосаҡлап алды. Тегеһе, нәҙек кенә бер остоҡай, уның муйынына аҫылынды. Оҙон үксәле туфлиҙары бер нисә секундҡа һауала эленеп торғандай булды хатта. Ир «һеңлеһенең» ирененән, муйынынан үпте. Күктең етенсе ҡатына мендеме ни ҡыҙыҡай. Йөҙө ҡояштай балҡыны. Биленән ҡосаҡлаған көслө ҡулдарға буйһондо. Һуңынан улар, ҡосаҡлашҡан килеш, урам буйлап аҫҡа төшөп, күҙҙән юғалдылар... Нәсимә ирекһеҙҙән уларҙы ҡарап ҡалды. Автобус килһә, ултырыр ҙа китер ине, тормаҫ ине былай шаңҡып. Нәсимәнең кәйефе ҡырылды. Вәт әй, һөйәркәһен көтөп ала алмағас, миңә бәйләнгән икән, хәсрәт. Өмөт ҡалдыр, имеш. Моғайын, был сибәркәй оҙаҡлағас, үҙе өмөтһөҙлөктөң сигенә сығып ултырғандыр әле, бахыр. Нәсимә гөлт итеп эсендә ытырғаныу тойҙо. Бая уйнай ғына башлаған моң баҫылғайны, күңел һандуғасы тынғайны... 

Автобусҡа инеп ултырғас та, Нәсимә иртәгә Ирек ҡайтырға тейешлеген иҫенә төшөрҙө. Эштән ҡайтҡас, иренең яратҡан бәлешен, бешерер. Шул уйынан донъялары яҡтырыр киткәндәй булды ҡатындың. Ирек һүҙгә һаран, һағындым, тимәҫ. Бәлки, әйтер ҙә, уларҙың былай оҙаҡ ваҡытҡа айырылышып торғандары юҡ бит. Хәйер, һүҙҙең кәрәге бар микән? Тауышынан, атлап йөрөшөнән аңлар Нәсимә уның күңелендәгең. 

...Ул иртәгә таңда ҡайтыр. Нәсимә берәй сәғәт алдан уяныр, йүгереп йөрөп, бөтәһен дә әҙерләр ҙә юрған аҫтына сумыр. Ирек, йоҡлайҙарҙыр, уятмайым, тип, ишекте шым ғына асып инер. Аяҡ ослап йөрөп кенә сисенер, йыуыныр. Ҡатынына, тигеҙ тын алып, рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан улына һоҡланып ҡарап торор. Юҡ! Нәсимә, ул йыуынып бөткәс, ипләп кенә торор ҙа, артынан барып, муйынына аҫылыныр! Һағыныу булып, йыр булып! 

Нәсимәнең күңел ҡошо йәнә талпынды, тирә-яҡ моңға сумғайны. Йөрәк өҙгөс һағыш та, һағыныу ҙа, ...һөйөү ҙә бар ине ул моңда. 

Сәғәт әле 3 тула ун минуттан. Эшкә ул ваҡытында барып етер. Дәрестән һуң ҡайтып, әле генә күңелен сорнаған йырҙы яҙыр. Һәм был йыр уларҙың ғына, бергә ғүмер иткән ире менән икәүһенең генә, йыры булып яңғырар.

Гөлназ Ҡотоева. 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-44394438_2169

Автор:
Читайте нас: