Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ғинуар 2023, 10:33

6 ғинуар – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө

Атайым Миңлебулат 1941 йылдың көҙө китте. Әсәй сохариҙар ҡатырҙы, бәрәңге киптерҙе. Ул ат менән Ермолаевкаға тиклем оҙатып китте, беҙ илашып тороп ҡалдыҡ. 

6 ғинуар – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө
6 ғинуар – Һуғышта етем ҡалған балалар көнө

Хәтер – мәңгелек      Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Һуғыш балалары һөйләй

«Һуғыш бөткәндә беҙ Орехово-Зуевола торфта эшләй инек. Маруся исемле бригадир ҡыҙ «Мир!», «Мир!» тип ҡысҡырып йөрөнө. Кем илай. Кем ырғый. Ул көндө мәхшәр булды. Беҙгә ике көн ял бирҙеләр»

 Фәриҙә Миңлебулат ҡыҙы БАЙҒУЖИНА (әле СӘҒИТОВА).

1928 йылдың февралендә

Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 13 йәштә була.

Атайым Миңлебулат 1941 йылдың көҙө китте. Әсәй сохариҙар ҡатырҙы, бәрәңге киптерҙе. Ул ат менән Ермолаевкаға тиклем оҙатып китте, беҙ илашып тороп ҡалдыҡ. Атай менән бергә Закир Хәмитов, Сабирйән Ҡотлогилдин, Харис Мәзитов ағайҙар ҙа китте. Һуғышҡа китә торған һалдаттарҙы башта Алкин станцияһына йыйғандар. Әҙерәк һуғышҡа ла өйрәнеп ятҡандар. Атайымдар менән бергә киткән Ғиниәт Хәмитов ағай шул Алкинда уҡ үлеп ҡалған. Ҡатыны Нәфиғә апай хәлен белергә тип барғайны, шунда ат уйнатып йөрөгәндә аты һөрлөгөп киткән дә, Ғиниәт ағай ат аҫтында ҡалып үлгән. Нәфиғә апай һиҙенгән кеүек барған. Хәлен белеп, күреп ҡайтам тип, барған ерҙән ерләп ҡайтты.

...Зиннәт туғаныбыҙ 1941 йылда ғына тыуғайны. Беҙ балтырған бешерһәк, ашамай. Ҡапҡа төбөнә сығып илай. «Атай, ҡайт, миңә балтырған ашаталар, мин уны ашамайым, атай, ҡайт», – ти.

Яҙ, йәй ялан емешен ашайбыҙ. Ашлыҡ өлгөрһә, башын өҙөп алып ҡайтабыҙ. Әсәйемдәр шунан бойҙай ярмаһы яһай. Мәрзиәләрҙең ҡул тирмәне була торғайны. Шунда тартып алабыҙ.

Комбайнды бер урындан икенсе урынға күсерһәләр, шунда ерҙә ҡалған бойҙайҙарҙы бөртөкләп йыйып алабыҙ. Унан, тартҡас, әсәй тәбиә бешерә.

Минән өс йәшкә бәләкәй туғаным Фәрзәнә менән икебеҙгә бер пальто, бер быйма. Кем өлгөрә, шул кейә. Үҙебеҙҙең башланғыс мәктәптә дүрт класты бөттөк тә, күрше Таймаҫ ауылына барып уҡырға кейеме лә, квартираға түләргә лә кәрәк, шунан бармай ҡалдыҡ.

Ҡышҡылыҡҡа бесәнен дә, утынын да үҙебеҙ әҙерләнек. Оло Һаҙҙан бесәнде ҡул менән йолҡабыҙ. Бер-ике көн торһа, кибә. Шуны бәләкәй арба менән барып алабыҙ. Һыйырыбыҙ ҙа, бәрәстәре менән кәзәләр ҙә булды.

Аяҡҡа кейергә бер нәмә лә юҡ. Сүп керә лә сыға. Аяҡ ҡатып бөтә.

Ҡатыҡ ойотабыҙ. Ҡалаҡты ҡатыҡҡа тығып алабыҙ ҙа һыртын ғына ялап ултырабыҙ, тегеләй тиҙ бөтә тибеҙ.

Әсәй келәттә ҡарауылсы булып эшләне. Разия Вәлитова апай менән бергә ҡарауыллайҙар ине. Ҡайһы саҡта мин барып, әсәйемде алмаштырып, уны йоҡларға ҡайтарып ебәрәм.

1943 йылда Стәрлегә ФЗО-ға ебәрҙеләр. Станокта эшләргә тейеш инем. Өйрәнә лә башлағайным. Күрше ауылдан Лиза тигән ҡыҙ, мин һине ҡасырам, тине. Ишембайға поезға ултыртып ебәрҙе. Станциянан Аллағыуатҡа хәтлем килдем. Ҡайҙа ут бар, шуда өйҙәргә туҡылдатып сыҡтым, береһе лә асманы. Яҡтырғас, Мәләүезгә бара торған бартауай машинаға ултырып киттем. Өҫтә мискә бар ине. Мискә лә тәгәрләй, мин дә тәгәрләйем. Мәләүезгә килеп еткәс, колхозсыларҙың төшөп йөрөй торған йортона барҙым. Унда Хәҙисә инәйебеҙ бар ине. Ул миңә сәй эсереп, йылы нәмәләргә урап һалып ҡуйҙы. Иртәгәһенә ҡайтып киттем. Ҡайтып еткәс тә өйгә кереү юҡ әле, һарай артына барып, керергә ҡурҡып, илап торҙом. Ҡасып ҡайтҡас, әрләрҙәр, тип ҡурҡам.

Әҙ генә өйҙә торғас, әсәйем артымдан килеп алып китмәһендәр типтер инде, мине Юлдаш ауылындағы туғандарға ебәрҙе. Бер айҙан һуң килеп алдылар.

Ҡайтыу менән ауылдан дүрт ҡыҙҙы – Рәйсә Мәжитова, Мөкәрәмә Әбделмәнова, Сәғиҙә (фамилияһын онотҡанмын) һәм мине вербовка менән Орехово-Зуевоға алып киттеләр.

Вагондың тәҙрәһе юҡ. Тышты ҡарап барырға вагон стенаһын тишкәндәр. Беҙ ҙә Волганы үткәндә шул тишектән ҡараныҡ. Котелок менән һыу алып киләләр. Юлда үҙебеҙҙең ризыҡтар менән туҡландыҡ.

Барғас та мунса индерҙеләр. Мин кейемде алып ҡалдым, ҡыҙҙар мейескә киптерергә тип элгәндәр икән, янған да ҡуйған. Мунсанан сыҡҡайнылар, кейемдәре юҡ. Яланғас, илашып йөрөйҙәр. Уларға ҡыҫҡа ғына кейем, салбар, яулыҡ бирҙеләр.

Торфта эшләнек. Ике төрлө торф була. Береһе – фрезерный, уныһы ҡоро. Гидроторф тигәне ауыр, һыулы. Беҙ фрезерныйҙа эшләнек. Трактор йомшартып сыға, беҙ движкалар менән ташыйбыҙ. Бакуй эшләп һалабыҙ. Машина алып китә. Ике тәгәрмәсле тачанкаларға ла тултырып ташыйҙар.

Бер ерҙә бер йылға яҡын эшләнек. Шунан икенсе ергә күсерҙеләр. Февралдә алып киткәйнеләр, ноябрҙә генә ҡайтарҙылар.

Бүлмәлә алты ҡыҙ йәшәнек. Һалам матрас, һалам мендәр. Одеял ғына һалам түгел. Көнөнә 400 грамм икмәк бирәләр. Беҙ эшләгән ерҙә бәрәңге шәп булды. Подвалы ла яҡын ине. Керәбеҙ ҙә алабыҙ. Шәлдең эсенә урайбыҙ, ике кеҫәгә һалабыҙ. Кәнсирҙән башҡа һауыт юҡ. Шунда берәр бәрәңге һалабыҙ ҙа плитә өҫтөндә бешерәбеҙ. Утынды ла үҙебеҙ урмандан ташыйбыҙ.

Урман емешкә бай. Бушаған арала ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, күк көртмәлене йыябыҙ ҙа шуны сталауайҙа эшләгән ҡатынға бирәбеҙ. Ул беҙҙең талонды киҫеп алып ҡалмай. Икенсе тапҡыр ашарға була.

Ял көндәрендә шунда йәшәгән кешеләр эшкә алып ҡайта. Йә бәрәңгеләрен утайбыҙ, йә ҡаҙып бирәбеҙ. Улар беҙҙе матур итеп ашатып ҡайтара.

Өйҙән хат килеп торҙо. Әсәйем кешенән яҙҙыра ине. Фәрзәнә һылыуымды мамыҡ иләргә лә, шәл бәйләргә лә йөрөткәндәр. Ул бәләкәй генә сыбыҡ күрһә лә, алып инеп, орсоҡ яһап ала торғайны. Үҙебеҙҙең ауылда ғына түгел, Шәбағышҡа ла алып киткәндәр. Унда беҙҙең туғандар бар ине. Йөн иләп, мамыҡ иләп, шәл бәйләп йөрөгән.

Һуғыш башланғанда дүрт йәшлек кенә булған. Хөрмәтулла туғаныбыҙ гел тимер йыйып, тапҡанын муйынына тағып уйнай торғайны.

Атай ҙа өйгә кешенән хат яҙҙырып торған. Атлы дивизияға эләккән. Атайымдың әсәһе – Мәҙинә өләсәйемдең өс улы һуғышҡа киткәйне – беҙҙең атайыбыҙ Миңлебулат, Хәйбулла һәм Нәбиулла. Өләсәйемдерҙең өйө клуб янында ине. Уйындан ҡайтып килгән йәштәр өләсәйемдең көн дә доға уҡығанын ишетәләр икән. Келәт эргәһенә баҫып, ҡиблаға ҡарап, улдарының иҫән ҡайтыуын теләгән өләсәй. Әсә кешенең теләктәре ҡабул булып, өс улы ла һуғыштан иҫән-һау ҡайта.

Ауылыбыҙҙан күп кешеләр ятып ҡалды. Хөбөтдин Ҡунаҡҡолов ағайҙың да үле хәбәре килде. Һуғышҡа тәүгеләрҙән булып киткән Закир Хәмитов, Сабирйән Ҡотлогилдин да... Тағы бик күптәр ҡайтманы.

Кәрәк-яраҡ нәмәләрҙе Таймаҫҡа сельпоға килтерәләр, барып алығыҙ, тигәс, әсәйемдәр күрше ауылға кистән барып йоҡлайҙар. Бер нәмә лә ала алмай илап ҡайталар.

Әсәйҙәр ат урынына эшләне. Иген һуҡҡанда комбайнды күсереп йөрөткәндә бер тракторҙың ғына көсө етмәй. У-2 тигән бәләкәй тәгәрмәсле трактор була ине. Уның эргәһенә һыйыр егеп, тарттыралар.

Ауыр саҡтарҙа ла ярҙамсыл, изге күңелле кешеләр булды. Фәйрүзә Мырҙағолова тигән апай калдаушик ине. Ул нисек тә яйын табып, йәтим балаларға, ирҙәре фронтта үлгән ҡатындарға ярҙам итте. Уның исемен күптәр яҡшылыҡ менән генә иҫкә алды.

...Һуғыш бөткәндә беҙ Мәскәү эргәһендә инек. Маруся исемле бригадир ҡыҙ «Мир!», «Мир!» тип ҡысҡырып йөрөнө. Кем илай. Кем ырғый. Ул көндө мәхшәр булды. Беҙгә ике көн ял бирҙеләр. Шунда уҡ ҡына өйҙәребеҙгә ҡайтарып ебәрмәнеләр. Тағы ла ике ай самаһы эшләнек. Шунан һуң ғына ҡайтып киттек.

Фото: porechanka.ru

Автор:
Читайте нас: