Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Ғинуар 2023, 18:40

"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе саҡыра

Быйыл ул ниндәй темаға арналасаҡ? 

"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе саҡыра
"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе саҡыра

 Быйыл ул 18 мартта үтәсәк. Был хаҡта проект етәксеһе Наилә Сәфәрғолова үҙенең сәхифәһендә белдерә.

"Был донъяла булған бар нәмә Әсә йөрәге аша үтә, уның хис - тойғоларына сорнала... Әсәй йылмайыуы, уның яратыуы, уның күҙ йәштәре, шатлыҡтары, һағыштары, өмөттәре, доғалары, юғалтыуҙары беҙҙең булмышыбыҙҙың көҙгөһө ул! Шуға ла быйылғы "Йөрәк һүҙе"н  Әсә, әсәлек темаһына бағышларға булдым һәм һеҙҙән, хөрмәтле шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр, ошо темаға арналған шиғырҙар менән, 18 мартта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙасаҡ "Йөрәк һүҙе" нә видеояҙмалар көтөп ҡалам.  Уларҙы 1 мартҡа тиклем "Йөрәк һүҙе" төркөмөнә ебәреүегеҙҙе һорайым. Быйылғы "Йөрәк һүҙе" ндә Әсә һүҙен ишетеү дөрөҫ булыр тип уйлайым мин",- ти ул.  

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: