Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Ғинуар 2023, 15:42

Муйылға барғанда...

Эх,ниндәй бәхетле бала саҡ булған икән....Йәй башланһа урмандан ҡайта белмәй инек,тәүҙә ер еләге,ҡурай еләге,ҡарағат ,ә август айында муйыл,балан йыйырға йөрөүҙәр.Иң иҫтә ҡалған бер ваҡиғаны һеҙгә лә бәйән итеп китәйем.Ныҡлап ҡына хәтерләмәйем,миңә 6-7йәштәр самаһы булғандыр,өс апайым һәм ағайым менән урманға муйыл йыйырға булдым.

Муйылға барғанда...
Муйылға барғанда...



Эх,ниндәй бәхетле бала саҡ булған икән....Йәй башланһа урмандан ҡайта белмәй инек,тәүҙә ер еләге,ҡурай еләге,ҡарағат ,ә август айында муйыл,балан йыйырға йөрөүҙәр.
Иң иҫтә ҡалған бер ваҡиғаны һеҙгә лә бәйән итеп китәйем.
Ныҡлап ҡына хәтерләмәйем,миңә 6-7йәштәр самаһы булғандыр,өс апайым һәм ағайым менән урманға муйыл йыйырға булдым.
Апайҙарым ике ҙур биҙрә муйыл тирергә,бәләкәй генә балаҫ,муйыл тирегәндә ултырырға тип,асығып китһәк ҡапҡылап алырға икмәк,печенье,кәнфит ,термос менән сәй яһап алдылар.
Ә бына иң кәрәк нимә бәләкәй бысҡы өйҙә булмай сыҡты,шуға уны күрше Таңһылыу апайҙан алып торорға булдылар.
Мине иң бәләкәй булғас апайҙар күҙ менән ҡаш араһында ғына йөрөтәләр,һәр саҡ ҡарап,бар нимәнән ҡурсалап,муйыл урманды яҡын ара түгел,шуға юлда әҙерәк күтәреп тә алып баралар.
Апайҙар менән күңелле,улар юл буйы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләйҙәр.Шулай яйлап муйыллыҡҡа ла барып етәбеҙ.
Муйыл ағастары күп,барыһы ла сөм ҡара муйыл тәлгәштәре менән һығылып торалар,тиҙерәк беҙҙең муйылдарҙы тиреп алығыҙ, тигән һымаҡ.
Лилиә апай,буйға иң бәләкәйе булһа ла,йәшкә иң олоһо булғас,барыбыҙға ла етди ҡарап,командаларын бирә:
-Так,Лена менән Флорида балаҫты йәйеп ултырып тороғоҙ,ә мин Флида һәм Ильшат менән муйыл ботаҡтарын бысып төшөрәбеҙ,тине.
Илшат абзый,егет кеше иң беренсе булып ҙур ғына ағасты табып,өҫкә үрмәләп,эйеп төшөрҙө, Лилиә менән Флида апай тиҙ генә бәләкәй бысҡы менән муйыл ботаҡтарын бысып ала башланылар.Илшат ул арала икенсе ағасҡа менеп китте,Флорида апайым тик тормаҫ ине,оло апайҙар күрмәгәндә миңә:
-Лена,һин ошонда шым ғына ултырып тор,мин Илшат эргәһенә барып киләм .-тип,үҙе абзыйым ергәһена йүгерҙе.
Бына абзый ағастың башында муйыл ашап ултыра,Флорида апайым уның ултырған ағасына, бәләкәй маймыл һымаҡ, үрмәләп менеп бара.
Бер заман Флорида ағастың яртыһына менеп кенә еткән ине,ағас аҫтан серек булғандыр инде,шатыр-шотор итте ла,күҙ асып йомғансы һынып та китте.Мин шым ғына ҡарап ултырған ерҙән сай итеп ҡысҡырып ебәрҙем,ныҡ ҡурҡан инем.Оло апайҙар бар эштәрен ташлап йүгереп килеп еттеләр минең янға.
Һынып төшкән муйыл ағасы яғынан Флорида апайымдың тауышы ишетелде:
-Ильшат,һин үлмәнеңме?-тип.
Тегенеһе яуап итеп:
-Юҡ,үлмәнем-ти.
Асыуҙарынан Флориданы тотоп туҡмарға әҙер торған апайҙар,тегеләрҙер һөйләшкәндәрен ишетеп,эстәрен тотоп ,тәгәреп көлөргә тотондолар.
Алла һаҡлағандыр инде,Флорида ла, Илшат та бер тән йәрәхәттәре ла алмағандар ине.
Һынып төшкән муйыл ағасында емеше мул булды,ике биҙрәне лә тултырҙыҡ.Тултырҙыҡ тигәнде дөрөҫ түгел инде,мин шунда буталып йөрөгәнмендер инде.
Муйыл тиреп бөткәс күмәкләшеп ултырып сәй эстек,шунда Флорида апайым хәбәрен һөйләп алды.
-Бая,Илшаттың артынан ағасҡа менеп барам,үҙем уйлайым,әгәр ағас һынып китһә, Илшат йыгылып үлә бит инде,-тип.Шул саҡ,минең уйҙы ғына көткән һымаҡ,ағас һынды.Бер нисә секунд эсендә ҡыҫҡа ғына ғүмерем күҙ алдынан үтте,ә иң ҡыҙғанысы Илшат ҡустыма бер-бер хәл булмаһа ярар ,ине тип уйланым.Шуға ергә килеп төшөү менән һораным да инде:Илшат,һин үлмәнеңме ?-тип.
Эй,был Флорида,бигерәк шуҡ булған да инде.Ул бит ҡайтып килгәндә тағы бер эш эшләне,юлда ял итергә туҡтаған да,ерҙә ятҡан бысҡының өҫтөнә баҫып урталай һындырҙы.
Күрше апайға һынған бысҡы урынына бер биҙрә муйыл бирергә тура килде.Ә ата-әсәйгә урмандағы мажаралар тураһында һөйләмәҫкә булдылар,был беҙҙең бәләкәй генә сер булып ҡалды.Ниңә уларҙы юк-бар хәбәр менән баштарын ҡатырырға,борсолмаһындар.Лилиә апай әйтмешлай:
Барыбыҙ ҙа иҫән-һау,муйыл йыйыу,ә әйткән сәғәткә ҡайтып еттек,ҡалғандарын белмәһәләр ҙә ярай-тине.
Беҙ алып ҡайтҡан муйылдан Әсәй апайҙар менән ҡайнатма эшләнеләр.
Атайҙың эштән ҡайтыуына муйыл пирогы ла әҙер ине инде .
Бына шулай күңелле итеп үтә торған ине бәләкәй саҡта йәй көндәре.Һағынып иҫләргә генә ҡалды.....

 

Лена Шәйәхмәтова

 

Сығанаҡ:Хикәйәләр

Автор:
Читайте нас: