Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Ғинуар 2023, 19:47

Был ауылда бер юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлмәгән

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә ғәҙәти булмаған композицияның - дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең һәм патруль автомобиленең боҙ скульптуралары фотоһы киң таралды.

Был ауылда бер юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлмәгән
Был ауылда бер юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлмәгән

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә ғәҙәти булмаған композицияның - дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең һәм патруль автомобиленең боҙ скульптуралары фотоһы киң таралды һәм ыңғай фекерҙәр тыуҙырҙы.

Күптән түгел иһә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре скульптура авторы - Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе Фәйзә Фәттәховаға юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның хаҡында беҙ ҙә төркөмдә хәбр иткәйнек.

Скульптуралар Яңы йыл алдынан барлыҡҡа килгән.

- Учалы районында йәшәүсе ҡатындың креативэшмәкәрлеге урындағы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү эшендә ярҙам итте. Оҙайлы ял көндәрендә был ауылда бер юл-транспорт ваҡиғаһы ла теркәлмәгән, - тип билдәләйҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Мәғлүм булыуынса, Яңы Байрамғол ауылы халҡын районда сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған әүҙем кешеләр тип беләләр, бында төрлө йүнәлешле спорт, рухи-мәҙәни саралар йыш үткәрелә. Шулай уҡ улар «Айыҡ ауыл» республика конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, быйыл Учалы райыоны данын «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Илсеғол ауылы яҡлаясаҡ.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас: