Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Января 2023, 06:30

Һыуығай Әлфиә АБДРАФИҠОВА

Ҡыш һыуығы үтер,теләйек беҙ, Күңелдәрҙең йылы булыуын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыуығай     Әлфиә АБДРАФИҠОВАҺыуығай     Әлфиә АБДРАФИҠОВА
Һыуығай Әлфиә АБДРАФИҠОВА

Һыуыҡтары сасҡау Һыуығайҙың
Семеттереп ала бит осон.
Ҡары ла мул яуа, быйылғы йыл
Ҡышҡа оҡшап ҡалды бит, ысын!


Юҡһа, ҡыштары ла аптыратты,
Ҡыш уртаһы ямғыр һибәләп.
Бала саҡтағылай ҡыуандырып,
Ҡарҙар яуҙы быйыл өймәләп.


Шулай итеп ҡышҡы селлә сыға,
Зәһәр һыуыҡтарын ебәреп.
Алып китһен, афәт,сир-зәхмәтте,
Ҡар-бурандар менән елгәреп!


Боронғолар изгегә юраған,
Һыуыттырып селлә сығыуын.
Ҡыш һыуығы үтер,теләйек беҙ,
Күңелдәрҙең йылы булыуын.

Автор:
Читайте нас