Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Ғинуар 2023, 15:21

Төҙөүсе тигән даны бар...

Мине лә йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, күп йорттарҙың буш тороуы, йәки “дачник”тарҙыҡы ғына булыуы борсой. Шулай ҙа ауылда рәхәтләнеп донъя көтөргә мөмкин бөгөн.

Төҙөүсе тигән даны бар...
Төҙөүсе тигән даны бар...

Руслан Зәйнетдинов байтаҡ йылдар төҙөлөштә хеҙмәт итә. Ташсы һөнәрен үҙ аллы үҙләштереп, ошо йүнәлештә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Бынан тыш, тыуған төйәге – Ғафури районы Юлыҡ ауылында фермерлыҡ эшен йәйелдерергә ниәтләй. Дөрөҫөрәге, бер нисә йыл рәттән бөртөклө культуралар үҫтереп, был өлкәлә лә ярайһы ғына тәжрибә тупларға өлгөргән ул. Һәр көнөн планлаштырып, ҙур маҡсаттар менән йәшәргә өйрәнгән ир-уҙаман үҙ мәлендә төрлө тормош һынауҙарын да лайыҡлы үтә алған. Ифрат тырыш, бар күңеле менән тыуған төйәген, ерҙе, хеҙмәтте һөйгән ябай ғына башҡорт егетенең күңел байлығы, тамырҙарына ҡарата булған ихтирамы, бөгөнгө йәшәйешебеҙ, тормошто тағы ла күркәмерәк, мәғәнәлерәк итеү хаҡында уйҙары кемделер, бәлки, ниндәйҙер матур башланғыстарға илһамландырыр...

‒— Руслан, төҙөлөштәге эшең ҡасан һәм нисек башланды? Ғөмүмән, һөнәрең буйынса кем һин? Был йүнәлеш буйынса махсус уҡыныңмы?
— Мәктәптән һуң иретеп йәбештереүсе, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерҙем. Ә төҙөлөш буйынса махсус белемем юҡ. Барыһына ла үҙ аллы өйрәндем. Республика менән Мортаза Рәхимов етәкселек иткән осорҙа мәктәптәр күп төҙөлдө бит. Әйткәндәй, әле лә шундай уҡ хәл күҙәтелә. Минең был өлкәләге эш тәжрибәм дә үҙебеҙҙең районда нәҡ мәктәп төҙөүҙән башланды. Унда үҙемде ташсы ярҙамсыһы булараҡ һынап ҡарағайным, нисектер оҡшап китте. Өлкәнерәк ағайҙар, булдыраһың, ҡустым, ҡулыңдан килә, тип дәртләндерҙе. Ҡыҙыҡһыныуым артты, был эш күңелемә ятҡан кеүек тойолдо. Әйткәндәй, эш дәүеремдә барлығы дүрт мәктәп төҙөүҙә ҡатнаштым. Һуңғыһы Өфө районының Нуғай ауылындағыһы булды. Заманында Стәрлебашта дауахана ла төҙөнөк. Ә беҙ һалған йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡ инде хәҙер...
—‒Һәр эштең үҙенә күрә нескәлеге була. Төҙөлөш тә, һис шикһеҙ, оҫталыҡ, эшкә ижади ҡараш талап итәлер?
‒ — Эйе, төҙөүсе һөнәре лә оҫталыҡ талап итә. Уға бер көндә генә өйрәнеп булмай. Эштең серҙәренә яйлап төшөнәһең. Тәүҙә минең һымаҡ ярҙамсы булып урынлашаһың, һуңынан, бер аҙ оҫтарып алғас, үҙ аллы эшләй башлайһың. Кирбестән төрлө биҙәүҙәр яһарға тура килеүе лә ихтимал. Бигерәк тә шәхси йорттар төҙөгәндә төрлө төҫтәге кирбестәр менән эшләргә кәрәк булыусан. Бынан тыш, төҙөлөштә һин һыҙымдар буйынса эш итәһең. Әммә уны бөтәһенә лә белеү мөһим түгел. Шулай ҙа күп ҡатлы йорттар төҙөгәндә, улар һәр саҡ янда ята. Бөтә ерҙә лә мастерҙы көтөп ултырмайбыҙ. Эште үҙебеҙ башлайбыҙ. Әйтәйек, ун һигеҙ ҡатлы йорт төҙөгәндә, дүртәр бригада эшләй. Ә мастер берәү генә. Ул барыһына ла өлгөрә алмай. Төҙөлөштә күберәге үҙҙәре өйрәнгән кешеләр нығынып эшләп китеүсән. Ә махсус белем алып ҡына төҙөүсе булыу мөмкин түгелдер. Уҡыу – бер, оҫталыҡ икенсе нәмә.
‒— Бөгөн күп ир-аттар сит тарафтарға, шул иҫәптән Себер яҡтарына китеп эшләй. Унда ла төҙөлөштә йөрөгәндәр осрай. Беҙҙә лә шул уҡ аҡсаны эшләп алырға мөмкинме?
— ‒Мөмкин. Хатта беҙҙә Себерҙә ошо өлкәлә эшләүселәргә ҡарағанда күберәк тә аҡса табырға мөмкин, миңә ҡалһа. Эйе, төҙөлөш эше еңел түгел, әммә Себерҙә лә һаулыҡ бөтә. Ғөмүмән, төҙөлөштә эшләһәң, тиҙ арала мул ғына аҡса эшләп алырға була. Бына әле төҙөү миҙгеле башланды. Эш күп беҙҙә. Байтаҡ йылдар ошо өлкәлә хеҙмәт иткәс, ҡайҙа яҡшыраҡ түләйҙәр, шунда барып эшләргә тырышабыҙ. Һайлау мөмкинлегебеҙ бар. Һәр өлкәлә лә һөйләшә белеү мөһим. Түләрҙәй төҙөлөш ойошмаларына, түләрҙәй хужаларға ғына барыу яҡшы. Түләү мәсьәләһен алдан уҡ һөйләшеп килешеп ҡуйырға кәрәк. Беҙ, ғәҙәттә, аҙна һайын эш хаҡын биреп барыуҙарын һорайбыҙ. Юғиһә, ҡайһы бер хужалар эшләгән саҡта өндәшмәй генә йөрөй ҙә, эш тамамланһа, шул ере оҡшамай, был ере дөрөҫ түгел тип аҡсаны тотоп ҡалыу юлын эҙләй башлай. Кемдәрҙер аҙыраҡ түләр өсөн ситтән килгән халыҡты эшләтеүҙе хуп күрә. Әммә улар артынан, ғәҙәттә, барыбер үҙебеҙҙең егеттәргә барып яңынан эшләп ҡуйырға тура килә. Ситтән килеүселәр, тәжрибәләре булмаһа ла, беҙҙең ҡулдан килә тип, һәр эшкә йәбешеп яталар ҙа бит. Әммә төҙөлөштә оҫталыҡ кәрәк шул. Хужалар арзаныраҡ түләйбеҙ тип үҙҙәре үк алдана. Һуңынан ул объекттарҙы тапшыра алмай бер булалар. Йыш ҡына башҡа бригада саҡыртып, яңынан эшләтергә тура килә. Беҙҙең егеттәр төҙөү эшендә алдыра. Ситтән килгәндәр бинаның эске яғындағы ваҡ-төйәкте матур башҡара, тиҙәр...
— Ә бына һеҙҙең бригадала сит тарафтарҙан килгән кешеләрҙең булыуы ихтималмы?
— Юҡ, ғәҙәттә, уларҙың үҙҙәренең бригадаһы була. Беҙҙең бригада ете кешенән тора. Барыһы ла ауыл егеттәре. Шуларҙың бишәүһе – башҡорт, ҡалған икәүһе мари һәм латыш милләтенән. Ә былай төҙөлөштә башҡорттар һәм мариҙар күп. Үҙебеҙҙең райондан был өлкәлә эшләгән бер-ике генә кешене беләм. Ә бына Баймаҡ районынан бик күптәр улар. Хатта ауылдары менән килеп эшләп йөрөйҙәр.
— Төҙөлөш – ни тиһәң дә, хәүефле эш, шулаймы? Бигерәк тә күп ҡатлы йорттарҙы төҙөгәндә ҡолап төшөп, имгәнеү осраҡтары ла була торғандыр?
‒— Ысынлап та, бик иғтибарлы булырға кәрәк. Имгәнеү өсөн күп кәрәкмәй бында. Хатта үлем осраҡтары булғылай. Минең иң яҡын дуҫым, ете йыл элек өсөнсө ҡаттан ҡолап төшөп, мәрхүм булып ҡалды. Ярай әле төҙөлөш ойошмаһы ғаиләһенә бер миллион һум күләмендә страховка аҡсаһын түләне. Һуңынан хужа кеше уларға фатир алырға ла ярҙам иткән, тинеләр. Тағы ла бер танышым йығылып төшөп имгәнеп, операция эшләтте. Уға ла ойошма ярҙам итте. Һәм ул бөгөн дә төҙөлөштә эшен дауам итә. Ә бына бер дуҫым хәҙер һигеҙенсе йыл — инвалид коляскаһында. Ул да шулай уҡ өсөнсө ҡаттан ҡолап төшөп, бик ҡаты тән йәрәхәттәре алғайны. Үкенес, әлбиттә. Уға ярҙам итеүсе лә булманы... Шуға ла рәсми рәүештә эшләү яҡшы. Ул осраҡта эш хаҡы мотлаҡ түләнеүенә лә, зыян күргәндә, матди ярҙам алыуға ла гарантия бар.
‒— Әйткәндәй, һин дә егет сағыңда ауыр ғына тән йәрәхәттәре алғанһың икән...
‒— Эйе. Алтынсы класта уҡығанда урамда малайҙар менән көрәшеп, аяҡты һындырғайным. Ун һигеҙ йәштә иҫерек мотоциклсы тапап китеп, йәнә бер тапҡыр аяғым һынды. Йәйәү инем. Башҡа аяҡҡа баҫа алмаҫ, тип тә фаразлағайнылар. Бик ҡатмарлы операция үткәрергә тура килде. Табиптар ике һөйәкте ялғап ҡуйҙы. Хәҙер егерме йыл инде аяҡта һигеҙ саморез һәм бер пластик тора.
‒— Һин, йәш кеше, был ауырлыҡтарҙы нисек үткәрә алдың?
‒— Бик ныҡ ауыр булһа ла, бүтән аяҡҡа ла баҫа алмам инде тип өмөтһөҙлөккә бирелә яҙғанда ла, күңел кисерештәремде яҡындарыма һиҙҙерергә тырышманым. Түҙҙем. Сөнки үҙемдән бигерәк минең өсөн ут йотҡан инәйемде йәлләнем. Хәҙер көндәр болотлап китһә лә, ул аяғым үҙен һиҙереп ҡуя. Әммә, Хоҙайға шөкөр, бирешкән юҡ. Ауырлыҡ алдында һынып ҡалмаҫҡа ярҙам иткән Аллаһы Тәғәләгә һәм яҡындарыма рәхмәт.
‒— Ә ниндәйерәк ғаиләлә үҫтең һин, Руслан?
‒— Бер апайым, ике һеңлекәшем бар. Атайым — мал табибы. Үҙ мәлендә ферма мөдире лә ине. Әсәйем ғүмере буйы бухгалтер булып эшләне. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Бала сағым ауылда үҫкән башҡа йәштәштәремдекенән айырылмағандыр. Беҙ, ауыл малайҙары, бала саҡтан уҡ хеҙмәттең тәмен белеп, бесән сабып, утын ярып, кәртә тирәһендәге барлыҡ эштәрҙе еренә еткереп башҡарып үҫтек. Ул саҡта бесәнде ҡул менән саба инек. Бишенсе класта уҡығанда уҡ, атайым ҡулға салғы тотторҙо. Хәҙер тормош еңелләште инде, ауылда ҡул менән бесән эшләгән кеше лә юҡ бөгөн.
— Әйткәндәй, киләсәктә фермерлыҡ эшен йәйелдерергә теләүең хаҡында ла мәғлүм беҙгә...
‒— Эйе, бер нисә йыл элек пай ерҙәре алып, фермерлыҡ эшен башлағайным. Яйлап үҙемә кәрәкле техникаға эйә булып киләм. Тракторым, сапҡыс, урғыс, һабан кәрәк-яраҡтарым бар. Хәҙер комбайн алырға тигән маҡсат ҡуйғанмын. Йәнә иген һаҡларға келәттәр төҙөү эше лә тора алдымда. Ул саҡта, бәлки, төҙөлөштән китеп, фермерлыҡ менән генә шөғөлләнермен. Әле иһә ул ерҙәрҙең бер нисә гектарында иген, арпа үҫтерәм. Ә төҙөлөш – ул йәштәр эше. Илле йәштә һинең төҙөлөштә кәрәгең юҡ. Сөнки был һөнәр етеҙлек, күҙҙәрҙең үткерлеген талап итә. Унан тыш, ун ете-ун һигеҙенсе ҡатҡа көнөнә ике-өс тапҡыр менеп төшөргә кәрәк. Элек кенә кешеләр окладҡа эшләгәндә пенсияға етәрәк тә төҙөлөштә ҡала алған. Ул саҡта эшләмәй генә көн үткәреп ҡайтырға ла мөмкин булғандыр. Ә хәҙер эштең күләмен иҫәпләйҙәр. Күпме эшләйһең – шунса аҡса алаһың. Йәнә шуныһы бар: төҙөлөштә эскән кеше эшләй алмай. Ундай кешене алмайҙар. Сөнки уның әлеге шул ҡолап төшөү хәүефе ҙур һәм шулай уҡ һыҙымдарҙан ситләшеп, бөтөн эште юҡҡа сығырыуы ла бар. Шуға ла төҙөлөштә эскеселәр йөрөй тигән фекер төптө дөрөҫ түгел.
— Эш мәлендә үҙең —‒ Өфөлә, ғаиләң ауылда йәшәй инде?
‒— Эйе. Ял көндәрендә генә ауылға ҡайтып йөрөйөм. Сәсеү мәлендә йыл да бер аҙна-ун көн самаһы ауылда булып, яҙғы ер эшен тамамлап китергә тырышам. Ялдарҙа ауылдағы эштәрҙән бушап булмай инде.
Сағыштырмаса һуңыраҡ, егерме ете йәштә генә өйләндем мин. Кәләш алмаҫ элек ауылда йорт һала башлағайным. Үтә ҙур түгел ине. Сөнки Өфөлә йәшәрмен тип уйланым. Был йорт йәй көндәре тороп китергә яраһа, еткән тинем. Тик ғаилә ҡороп, балалар тыуғандан һуң, барыбер ауылға ҡайтып төпләнергә кәрәк буласағын аңлап, өйҙө кирбес менән уратып, ҙурайтып ебәрҙем. Әлбиттә, был эштә атайым менән инәйемдең ярҙамы ҙур булды. Мин юҡта нимәнелер теүәлләп ҡуйһындармы, ауыл буйлап эшсе эҙләһендәрме, тигәндәй. Хәҙер күп ваҡыт аҡса түләп тә эшләргә кеше табып булмай бит.
Йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырғас, ғаиләмде ауылға алып ҡайтып ҡуйҙым. Ҡатыным Гүзәл – һөнәре буйынса акушер. Өйләнгәс, биш йыл Өфөлә торҙоҡ. Ул күрше ауыл ҡыҙы. Салауат ҡалаһында реанимация бүлегендә, Өфөлә хәрби госпиталдә эшләне. Тәүҙә ауылда эш булманы уға. Сөнки, хәтерегеҙҙәлер, бер мәлде ауылдарҙа ФАП-тар ябылды. Беҙҙә ике фельдшер, бер акушерҙан бер фельдшер ғына ҡалғайны. Әммә республика менән Радий Хәбиров етәкселек итә башлағас, хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Иҫегеҙҙә булһа, ул эште медицинанан башланы. Власҡа килеп ике аҙна ла үтмәне, ҡатынды районға дауаханаға саҡыртып алып, квалификацияһын үҫтереп ҡайтып, эшкә тотонорға тәҡдим иттеләр. Шулай итеп, ул ике ай Өфөлә уҡып ҡайтты ла акушер булып эшкә сыҡты. Беҙҙең ауыл советына дүрт ауыл ҡарай. Уға ҡалған өс ауылға ла йөрөп эшләргә тура килә. Аллаға шөкөр, ғаиләбеҙҙә ике малай үҫә. Олоһо Динислам — дүртте, Ильяс беренсене тамамланы.
‒— Хәҙер ауылда ла үҙ-ара ихласлыҡ юғалып бара. Һәр кем үҙ донъяһы, үҙ хәстәре менән генә йәшәй, тигән фекер бар. Һеҙҙең ауылда ла шулаймы?
‒— Ауылда беҙ үҫкәндәге ихласлыҡ, алсаҡлыҡ кәмегән һымаҡ шул. Бәлки, аралашып, ҡатышып йәшәргә үҙемдең йәштәштәрем булмағанға шулай тойола ғыналыр. Мине лә йәштәрҙең ауылда ҡалмауы, күп йорттарҙың буш тороуы, йәки “дачник”тарҙыҡы ғына булыуы борсой. Шулай ҙа ауылда рәхәтләнеп донъя көтөргә мөмкин бөгөн. Һуңлап булһа ла газ үткәс, тормош айырыуса еңелләште. Һис шаштырыу түгел, Радий Хәбиров власҡа килгәс, донъялар яҡтырҙы. Хәҙер ауылдарҙа ла ҡалалағы кеүек уттар балҡып тора бит. Был күренеш ауылға йәм, ҡот өҫтәне. Тағы ла ҡышҡы бурандарҙа юлдар үҙ мәлендә таҙартыла башланы. Элекке ише юлһыҙ ҡалып, ауылдан сыға алмай ятҡан саҡтар булмай ҙа тиерлек. Ҡыҫҡаһы, ауылда ҡалалағынан кәм булмаған уңайлыҡтар тыуҙырып, матур йорттар төҙөп, кинәнеп йәшәргә мөмкин хәҙер. Эшләйем тигән кешегә эше лә, ҡалымы ла табыла. Теләк кенә кәрәк. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйем: әлеге шул пай ерҙәрен алып, күптәр сабынлыҡ урынына ғына тота. Ул ерҙәрҙе ағас баҫып бөттө хәҙер. Әммә шуны ла онотмайыҡ, ул мал аҙығы әҙерләү өсөн түгел, иген культуралары үҫтереү өсөн бирелде. Шуға ла тиҙҙән эшкәртелмәй ятҡан ерҙәрҙе тартып алып, ситтән килгән башҡа берәүҙәргә бирәсәктәр. Мин үҙем дә әлегә ул ерҙәргә тулыһынса иген сәсә алмайым. Сөнки комбайным юҡ. Эйе, иген үҫтереү ҙә анһат ҡына түгел. Ул, дөрөҫөн әйткәндә, кәрт уйыны һымаҡ. Йылдың нисек килеүенә бәйле. Йә отаһың, йә отолаһың. Яғыулыҡтың саманан тыш ҡиммәт булыуы ла ауыл кешеһенең бәкәленә һуға. Шулай ҙа ниәт итеп ҡурҡмайынса ер, фермерлыҡ эшен үҫтерергә кәрәк бөгөн егеттәргә. Яҡын-тирәлә тирмән тотоусылар булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Сөнки беҙҙең ише ер эше менән булышҡандар унда үҙенең һис ниндәй химияһыҙ үҫтергән таҙа игенен күмәртәләп тапшыра алыр, улар халыҡты сифатлы он менән тәьмин итер ине. Бөгөн кибеттәрҙә юғары сортлыһынан башҡа он табып булмауына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Беҙҙең кеүек ауылда үҫкәндәр ондоң өс сорттан тороуын яҡшы белә. Тимәк, бөгөн беҙгә, нигеҙҙә, төрлө химикаттар ҡушылған һаулыҡ өсөн зыянлы он ғына тәҡдим итәләр. Халыҡ колхоздарҙы үҙе бөтөрҙө лә, үҙе үк ошондай хәлдә тороп ҡалды. Ә ундағы техника, шул уҡ тракторҙар, комбайндар металл булараҡ тапшырылды. Эйе, бер мәлде, ситтән аҙыҡ-түлек күпләп индерелгәс, колхоздар “убыток”ка эшләне. Шул арҡала юҡҡа сыҡты ла улар. Халыҡ үҙе бөтөрҙө тиеүем шунан: юғарынан бойороҡ булған осраҡта ла уны һаҡлап алып ҡалырға мөмкин ине. Ҡайһы бер колхоздар бөгөн дә үҙ эшен дауам итә бит! Күп нәмә урындағы етәкселәрҙән тора. Шуға ла ошо өлкәлә эш башлаған кешеләр яҡшы ғына килемгә өлгәшер ине, минеңсә. Бәлки, башҡа райондарҙа тирмән тотоусылар барҙыр, әммә үҙебеҙҙең тарафтарҙа был хаҡта ишеткәнем юҡ әлегә.
— Аңлауымса, һин дин юлындаһың?
— ‒Аллаға шөкөр, байтаҡ йылдар инде диндәмен. Бала саҡта күп ваҡытым олатайым менән өләсәйем янында үтте. Уларҙың тәрбиәһе лә йоғонто яһағандыр. Әсәйемдең өләсәһе Камила өләсәйем дә йөҙ йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Олоғайған көнөндә лә намаҙын ҡалдырманы. Ул баҡыйлыҡҡа күскәндә, олатайыма етмеш өс йәш ине инде. Әйткәндәй, әсәйемдең олатаһы йәғни минең ҡарт олатайым да шәп кеше булған. Заманында беҙҙең ауылда дүрт хәлле ғаилә йәшәгән. Кемдәрелер – малсылыҡ, кемдәрелер умартасалыҡ менән шөғөлләнгән. Ә минең ҡарт олатайым игенселекте үҙ иткән. Әммә утыҙ етенсе йылда булған мөлкәттәре тартып алынып, халыҡ дошманы тип иғлан итеп, атаһы менән икеһен Себергә һөргәндәр. Үкенескә күрә, әйләнеп ҡайта алмаған улар. Иреккә сығырға ике аҙналап ҡына ваҡыт ҡалғас, ҡарт олатайым донъя ҡуйған. Камила өләсәйемә ул йылдарҙа балалары менән мунсала йәшәргә тура килгән. Ана шул тотош быуатты күргән өләсәйем 1998 йылда донъя ҡуйҙы. Ул мәлдә унынсыла уҡый инем. Иманлы кешенең нигеҙенә иманлы кеше генә килә, тиҙәр бит. Бәлки, был хаҡтыр ҙа. Минең йортом да ана шул дин тотҡан ҡарт өләсәйемдең нигеҙендә һалынған. Ә үҙемдең дингә килеүем былайыраҡ булды: егерме дүрт йәшемдә Санъяр исемле намаҙ уҡыған Баймаҡ егете менән аралашып, уға эйәреп мәсеткә йөрөй башланым. Яйлап мин дә намаҙға баҫтым. Шунан һуң тормошом ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Эсеүемде ташланым. Үҙ-үҙемә ышанысым артты. Бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәндем. Тормошомда бәрәкәт артты. Хәләл көсөм менән эшләп тапҡан аҡсамды әрәм-шәрәм итмәй, йорт төҙөп, үҙемә ер эшендә кәрәкле техника алыу өсөн тотондом. Затлы машина тип тә ҡыҙыҡманым. Хәлемдән килгәнен генә ҡороҡланым. Юғиһә, беҙҙең төҙөлөштә эшләгән егеттәрҙең күбеһе, торор ерҙәре булмаһа ла, эшләп тапҡан аҡсаһын иномаркаларға һалды. Ә миңә ер эше өсөн кәрәкле техника алыу мөһим ине. Шул яҡтан ғына ҡарағанда ла дин мине ниәт һәм маҡсат менән йәшәргә өйрәтте тип әйтә алам.
Дин – ул тәрән нәмә. Һәм кешене тәртипкә өйрәтеүҙең иң яҡшы ысулы ла. Беҙҙең халыҡты эскелектән йолоп алыу өсөн дә дин кәрәк. Был афәттән Аллаһы Тәғәләгә инанып, тыйылғандарҙан тыйылып, хаҡ юлдан барыу ғына ҡотҡара алалыр тип уйлайым. Һәм, шуныһы ғәжәп, дингә килһәң, юлдар асыла. Сөнки йылдар дауамында хәләл ит менән туҡланып, хәләл ризыҡҡа ғына өҫтөнлөк биргән кешенең йөрәгендә ҡурҡыу хисе ҡалмай, ихтыяр көсө арта. Быны хатта медицина иҫбат иткән. Намаҙҙың рухи һәм физик сәләмәтлек өсөн файҙаһы хаҡында ла күп һөйләйҙәр бөгөн. Аллаға шөкөр, хәҙер һәр ауылда мәсет бар. Халҡыбыҙ яйлап иманға ҡайта. Ә бөгөнгө йәштәргә дингә килеүе тағы ла еңелерәк. Сөнки улар халыҡтың ҡабаттан дингә ылыға башлаған мәлендә донъяға килгән. Тимәк, дингә килеүселәрҙең һаны тағы ла күберәк буласаҡ...
— Йорттар һалыусы ғына түгел, һәр көнөңдө бәрәкәтле үткәреп, матур киләсәгеңде лә төҙөүсе икәнһең, Руслан! Иҫән-имен эшләп, маҡсаттарыңа өлгәшергә яҙһын!

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: