Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ғинуар 2023, 20:04

МӘМЕРЙӘЛӘ БАШЛАНҒАН МӨХӘББӘТ....

МӘМЕРЙӘЛӘ БАШЛАНҒАН МӨХӘББӘТ....
МӘМЕРЙӘЛӘ БАШЛАНҒАН МӨХӘББӘТ....

 

Бөгөн Алмаз эштән алдараҡ сыҡты, иртәгә иртә таңдан ғаиләләре менән сәйәхәткә сығалар,ҡайсандан бирле йыйыналар ошо сәйәхәткә,бер ваҡыт етмәй ҙә ҡуя.Ышанаһығыҙмы-юҡмы 15 йыл инде шул ниәттәрен тормошҡа ашыра алмайҙар. 

Алмаз заводта алдынғы иретеп-йәбештереүсе,әрме хеҙмәтенән ҡайтҡандан һуң шунда урынлашҡан ине,бына нисә йылдар инде ал-ял белмәй эшләй.Ә тормош иптәше Ләйсән мәктәптә уҡытыусы.Мөхәббәт емештәре Айзилә менән Айгиз мәктәптә уҡыйҙар. 

Ябай эшсе булып эшләһәләр ҙә йыл да ял итергә диңгеҙ буйына баралар. 

Ә бына иртәгә барасаҡ сәйәхәт үҙенсәлекле,тарихи,ул балаларына ғаилә тарихы менән таныштырыу ниәтенән. 

-Ләйсән,йыйынаһығыҙмы? 

-Эйе,мин бар кәрәк әйберҙәрҙе лә әҙерләнем буғай-тине Ләйсән. 

-Ә балалар,Айзилә,Айгиз һеҙ әҙерме? 

-Ой,атай,бәлки беҙ өйҙә генә ҡалырбыҙ,әллә ҡайҙа тау-таш араһына,ниндәйҙер мәмерйәгә бер ҙә барғы килмәй-тип яуапланы Айзилә . 

Алмаз балаларына берҙә ҡаты бәрелмәй,һәр саҡ матур мөғәләмә итергә тырыша,тик ҡыҙының ошо яуабы уны асыуландырҙы. 

-Айзилә,беҙ иртәгә барыбыҙ бергә мәмерйәгә сәйәхәткә барабыҙ,был хәл ителгән,мин барам,бармайым тигән һүҙҙе башҡа ишеткем дә килмәй. 

Уйланылғанса, иртә таңдан бар кәрәк -яраҡты машинаның багажнигына тултырып "Бисмилла"әйтеп изге юлға сыҡтылар. 

"Еңеү"мәмерйәһе ҡаланан бик йыраҡ түгел,шуға ике сәғәт тигәндә барып та еттеләр.Юл буйына машинала музыка уйнаны,һәр кем үҙ уйы менән барҙы. 

Мәмерйә йылға аръяғында, шуға машинаны ,яҡындағы ауылға таныштарына ҡалдырып,бар кәрәк-яраҡтарҙы алып йылғаны аҫылма күпер аша үттеләр. 

Балалар теләр-теләмәҫ кенә ата-әсәһенең артынан эйәрҙеләр. 

-Айзилә,Айгиз беләһегеҙме ни өсөн беҙ һеҙҙе ошонда килтерҙек? 

-Юҡ,тинеләр моңһоу ғына итеп. 

Бынан 20йыл элек ошо мәмерйәлә беҙ әсәйегеҙ менән таныштыҡ.Ләйсән әйҙә һин һөйләп ебәр тарихты.... 

....Һәр йыл уҡыуҙар бөткәс уҡыусыларҙы төрлө ерҙәргә экскурцияга, иҫтәлекле,матур тәбиғәт ҡосағына йөрөтәләр.Ләйсәндәрҙең синыфы "Уҡлы ҡая"ға былтыр барҙылар,ә быйыл "Еңеү"мәмерйәһенә баралар.Ләйсәндәрҙең синыфында 15уҡыусы,7ҡыҙ,8егет,ә бына экскурсияга ни эшләптер ҡыҙҙарҙан тик Ләйсән генә барҙы,ярай уҡытыусылар араһында Миңнира апа бар ине,ул булмаһа Ләйсән боролоп ҡайтып китәр ине. 

Эй күңелле барҙылар,йөк машинаһында,юл буйына йырҙар йырлай,көләмәстәр һөйләшеп. 

Тәбиғәт һоҡланғыс,хозурлык,тирә-яҡта урман,йәшеллек,ҡоштар сутылдаша, күбәләктәр йәйғор һымаҡ теҙелешеп осалар. 

Мәмерйәнең янына тиклем машина менән барып етеп булмай,шуға "Уҡлы ҡая" ситендә машинанан төшөп,Еҙем йылғаһын кисеп сыҡтылар ҙа,йәмле урын табып,урынлаштылар.Малайҙар кем уҙарҙан ҡоро-һары йыйып усаҡ яғып ебәрҙеләр,ә Ләйсән Миңнира апа менән яланда өҫтәл әҙерләнеләр,һәр кем өйҙән төрлө тәмлекәстәр килтергән ине . 

Ултырып тамаҡ ялғап алғас,мәмерйәгә юл тоторға булдылар.Шул ваҡыт улар ултырған ергә бер төркөм уҡыусылар килделәр,улар Ауырғазы районы Ғүмәр ауылынан,шулай уҡ 8синыфты тамамлаған уҡыусылар ине 8-10 егет,ике уҡытыусы.Ләйсән моңһоу ғына ҡарап ҡуйҙы, ҡыҙҙар юҡ,һаман да шул малайҙар. 

Улар килеп еткәс таныштылар ҙа,бергәләп ултырып сәй эскәс,күмәкләшеп бергә барырға кәңәш иттеләр. 

Мәмерйәгә юл алыҫ түгел,бары ике саҡрым,урман,тау,йылға буйлап.Бына ҡаҙҙар кеүек теҙелешеп,шау-гөр килеп юлға сыҡтылар,һәр кемдең ҡулында фонарик,арҡаһында рюкзак, мәмерйәлә һыуыҡ кейенерга кәрәк,ә фонарик юлды яҡтыртырға,уҡытыусыларҙың факелдар бар. 

Юл тәүҙә еңел барҙы, тигеҙлек,һуңынан ағастар араһынан юл үтте,ә иң ҡурҡынысы тауҙың итәгенән,ҡая таштарға тотоноп үтеү,башҡа юл юҡ,тар ғына һуҡмаҡ,бик иғтибарлы,һаҡ булырға кәрәк.Бына шунда үтеп барғанда Ләйсәндең аяғы тайып китте,ярай әле арттан килгән бер егет ярҙамға килде,ҡулынан тотоп өлгөрҙө.Шулай итеп танышып киттелар ҙә инде Ләйсән менән Алмаз.Мәмерйәлә улар айырылышманылар,етәкләшеп кенә йөрөнөләр.Ләйсәндәр кис менән ҡайтырға йыйындылар,машинаға ултырырға торғанда Алмай йүгереп килде лә , Ләйсәндең усына бер ҡағыҙ киҫәге тотторҙо: 

-Бына,был минең адрес,хат яҙырһың-тине. 

Ләйсән оялышынан ҡыҙарынып ҡына ҡағыҙ киҫәген алды ла: 

-Ярай,язырмын-тине. 

Ләйсән оҙаҡ ҡына хат яҙыр 

ға баҙнат итмәне,Алмаз уға бик оҡшаны, зәңгәр күҙле, үҙенсәлекле ҡуңыр сәсле,һомғол,оҙон буйлы егет уға иғтибар итеүенә ышана алмай ине.Шулайҙа хат яҙып ҡарарға булды, һалҡын ғына,бер бит сыймаҡланы ла ебәрҙе,күп тә үтмәне наҙлы,беренсе һөйөү осҡондары менән тулы яуап хаты алды.Алмаз Ләйсәнде "Бөрлөгәнем"тип кенә яҙған. 

Хаттар аша башланды мөхәббәт шишмәһе,урғылып,ярҙарына һыймай аға башланы.Уҡыуҙар башланғас,Алмаздарҙың синыфы Мәжит Ғафури музейына экскурсияга килделәр,шунда күрештеләр Ләйсән менән.Һуңынан бер-ике хат булды ла,туҡтаны. 

Ғүмер үтә торҙо,Ләйсән 9сы синыфты тамамлап ҡалаға уҡырға инде,Алмаз һыуға батҡандай юғалды, бер-нисә тапҡыр хат яҙып ҡараны,яуап булманы. 

2се курста уҡығанда,курсташ Элмира исемле ҡыҙ яңлыштан ғына Ләйсәндең анкетаһын (бәлки иҫләйһегеҙҙер беҙ мәктәптә, колледжында уҡығанда анкеталар тултыра торған инек)дәфтәрендә Алмаздың адресын,исем шәрифен күреп ҡалды: 

-Ә,һин Алмазды ҡайҙан беләһең?-тип һораны . 

Ләйсән барыһында яйлап һөйләп бирҙе,Элмира Алмаздың ике туған һеңлеһе булып сыҡты. 

Элмира Ләйсәнгә бынан ике йыл элек Алмаздың әсәһе мәрхүм булыуы,улар атаһы менән Татарстанға күсеп китеүҙәре тураһында бәйән итте.Ә әлеге ваҡытта ағаһы әрме хеҙмәтендә Волгоград ҡалаһында тине.Ләйсән сәләм әйтерһең ,тине. 

Күпмелер ваҡыт үткәс Элмира Ләйсәнгә Алмаздың адресын бирҙе: 

-Хат яҙ Алмазға ул көтә,тине. 

Ләйсән күп уйлап тормай шул көндө уҡ хат яҙып һалды.,бына шулай тағы башланып китте ялҡынлы ,һөйөүгә тулы хаттар яҙышыу.Бер йыл хаттар аша аралашҡандан һуң,Алмаз отпускаға ҡайтты ике аҙнаға.Шул арала туғандар менән танышып,Алмаз армиянан ҡайтҡас та никахлашырға һүҙ ҡуйыштылар. Артабан тағы бер йыл хаттар аша мөхәббәт нығынды. 

Ләйсән 4се курсты тамамланы,Алмаз армиянан ҡайтты. 

Күпкә һуҙмай никах-туйы үткәрҙеләр. 

Йәш ғаиләнең шатлығы булып бер-бер артлы мөхәббәт емештәре Айзилә менән Айгиз донъяға килделәр. 

...Был ғаилә тарихын балаларға һөйләгәндәре юҡ ине,ошо мәмерйәгә килгәс һөйләрбеҙ,тип. 

Айзилә менән Айгизгә мәмерйәгә ҡарағанда,ғаилә тарихы нығыраҡ оҡшаны. 

Беренсе мөхәббәт иң саф,керһеҙ һәм мәңгелек!

 

Лена Шәйәхмәтова

 

Сығанаҡ: "Хикәйәләр" төркөмө 

Автор:
Читайте нас: