Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Ғинуар 2023, 17:34

Васыят итеп әйтәм...

Васыят итеп әйтәм...
Васыят итеп әйтәм...

 

 Йәйге көн. Автовокзалдамын. Өфөгә китеп барам. Туҡталышта сағыу кейемле бер ҡыҙ күҙемә ташланды. Улай сынъяһау кейенеп туйға йә берәй байрамға ғына бара торғандарҙыр. Ә ул автобусҡа билет алды. Бигерәк сибәр ҡыҙ: ҡара күҙҙәр, ҡыйылып торған ҡара ҡаштар, ҡара сәстәре яурынына төшөп ятҡан. “Ҡалаҡҡа һал да йот инде!” – тиҙәр уның һымаҡтар хаҡында. Тик ҡара күҙҙәре генә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш түгә, һағыш ҡына ла түгел әле... 

 Минең баянан бирле үҙенән күҙемде ала алмауымды аңғарҙымы, был ҡыҙ миңә яҡынлашты. Бер автобусҡа билет алдыҡ бит, ярты сәғәт тирәһе көтөргә. Һөйләшеп ултырһаң, ваҡыт та ырай ул... 

- Һеҙ ҙә Өфөгәме? – тип һүҙҙе үҙе башланы. 

- Эйе. 

 Күреп торам, был ҡыҙҙың кем менәндер һөйләшкеһе, эсен бушатҡыһы килә. Ҡыйыу ғына, юҡ, был студент түгел. Ауыл ерендә ҡайҙалыр эшләп йөрөгәнгә оҡшаған. Әңгәмәне ялғарға тырышып, тегене-быны, ҡайһы ауылдан икәнен һорашам. Үҙем дә ул ауылға бәйле хәбәрҙәремде теҙәм һәм шуны асыҡлайым: эйе, ауылда фельдшер булып эшләй икән. Әле курсҡа китеп бара. Ҡапыл юлдашым: 

- Һин минең сағыу кейемемә аптырайһың шикелле?! – тигәс, ултыра төшә яҙҙым. Ул тиклем үк туралыҡты көтмәгәйнем. Аптырауым шулай йөҙөмә ныҡ сыҡтымы икән?!. 

- Эйе, иғтибарҙы тарта шул матур кейенеүең, - тип әңгәмәне көйләгән булам. – Ғәҙәттә, юлға әрһеҙерәк кейем кейәбеҙ, - тип үҙемдең джинсы салбар, аҡһыл блузкаға ымлайым. - Ә һин сағыу күлдәктә! 

-Эйе, матур кейенергә яратам мин, - тип торҙо ла ҡапыл ҡыҙ һығылып төштө: 

- Әсәйем үлде минең... 

 Ә-әә... бына ниңә ҡыҙҙың күҙҙәре тулы һағыш икән... Ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, бер аҙ ултырғас, дауам итте: 

- Кисә ҡырҡын уҡыттыҡ. Яман шеш менән ауырыны. Тамағынан аш үтмәне һуңғы ваҡытта. Әле һөйләшкән сағында мине саҡырып алып әйтте: 

- Ҡыҙым, һүҙемде берүк тыңла, васыят итеп әйтәм. Ғүмер буйы донъя йыйҙым. Ашарымдан ҡыҙғанып, кейеремдән ҡыҙғанып, донъя ҡаралтыһы йыйҙым. Һандығымда күпме кейелмәгән сағыу күлдәктәрем ята, хәҙер уны кем кейә? Һеҙгә улар кәрәкмәй... Кемгә бынау саҡлы ҡаралтылар? Ашауымдан ҡыҙғана торғас, һаулығымды бөтөрҙөм, хәҙер бына ашайым тиһәң дә ашап булмай. 

 Ҡыҙым, ғүмерең зая үтмәһен тиһәң, минең кеүек булма: матур кейен, нимә теләйһең, шуны аша! Аҙаҡ үкенесле булмаһын! – тине әсәйем. 

 Ҡыҙ сүгәләгән еренән торҙо, башын юғары күтәрҙе лә сәстәрен һелкеп ебәрҙе. Ҡара сәстәре ат ялы һымаҡ ҡояшта ялтырап китте. Тамағындағы төйөрҙө йотоп ебәрҙе, буғай, йөҙө асылып, балҡып китте. 

- Бына васыят үтәйем, - тип сағыу күлдәгенең итәктәрен тартҡылап торҙо. Матур ғына бәләкәй сумочкаһынан ҡара очки килтереп сығарҙы, кейҙе лә китеп барҙы... 

Земфира Аҡбутина.

Автор:
Читайте нас: