Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Ғинуар 2023, 21:25

Минең ямғыр. Заһиҙә МУСИНА

Минең ямғыр. Заһиҙә МУСИНА
Минең ямғыр. Заһиҙә МУСИНА

Минең ямғыр

 

– Минең ямғыр яуа! — Ләйсән апай уйнап ултырған еребеҙҙән атылып тышҡа сығып китте. Мин артынан йүгерҙем.

– Минең ямғырҙы күрәһеңме, Зилүк?!

Ишек алдыбыҙҙың йәм-йәшел ҡуйы үләнендә һикереп йөрөгән Ләйсән апайға аптырап ҡараным.

– Ниңә ул һинеке булһын?! Ә ни эшләп минеке юҡ?

– Был ямғыр — Ләйсән ямғыры.

– Ҡайҙан беләһең?

– Ҡара һуң, ҡояш та бар, ямғыр ҙа яуа! Ошондай ямғырҙар Ләйсән ямғыры була.

Ысынлап та, ямғыр яуып тора, ә ҡояш шулай уҡ йылыта. Нисек улай була ул? Әллә болоттар юҡмы икән тип башымды өҫкә күтәрҙем. Ҡояш күҙҙе сағылдырҙы.

– Ә Зилә ямғыры буламы?

– Юҡ. Ләйсәндеке генә бар. Башҡаларҙың ямғыры юҡ. Беләһеңме нимәгә?

– Нимәгә?

– Һин берәүгә лә әйтмә! Ант ит!

– Ант итәм, — тип тешемде сирттем.

– Ләйсән ямғыры яуған мәлдә, миңә әсәйем сәләм әйтә! Ул күктән миңә ҡарап ултыра ла: “Ләйсән! Һаумы, ҡыҙым!” — ти.

Мин тағы күккә ҡараным. Ләйсән апайҙың әсәһен бер күрергә ине. Ул унда юҡ ине. Ҡояш ҡына. Әсәһе Хоҙай олатай эргәһендә, ти Ләйсән апай. Мин уның аҫылынған икәнен дә беләм, атай әйтте. Тик Ләйсән апайҙың үҙенән һорағым килмәй. Илап ҡуйһа шунан?

– Әсәй күренмәй унда, — тип көлөп ебәрҙе Ләйсән апай минең һауаға ҡарағанымды күреп. — Ул хәҙер күренмәҫ донъяла. Беҙ уны күрмәйбеҙ ҙә, ишетмәйбеҙ ҙә. Ул беҙҙе күрә лә, ишетә лә. Минең менән әсәй ошолай ямғыр аша ғына һөйләшә. Шуға ла тик Ләйсән ямғыры бар. Шуға ла минең ямғырым ул.

Шулай шул. Ләйсән апай кеүек кеше лә башҡа юҡ бит. Уның менән күңелле. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмай. Күп нәмәне белә лә. Минән ҙурыраҡ та инде. Ул дүртте бөттө, ә мин саҡ бергә барам. Һе, атыу ул минән һәр саҡ аҡыллыраҡ булырмы икән? Етмәһә, Ләйсән апайға атаһы бөтә нәмәне рөхсәт итә. Аҡса ла бирә ҡайһы саҡ. Теге юлы, яҙ, Ләйсән апайҙың өйгә эшен эшләп ултыра инек, атаһы яҫтығы аҫтынан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән аҡса сығарҙы ла Ләйсән апайға:

– Мә, берәй нәмә алығыҙ ҙа, усаҡлыҡта уйнағыҙ, — тип аҡса тотторҙо. Миңә улай аҡса бирмәйҙәр, һораһам да әсәй: “Аҡса үҫтермәйбеҙ”, — ти. Атайҙан һорамайым, ул: “Һиңә түгел, тәмәкегә аҡса юҡ, төпсөктәр тартып ултырам”, — тип әрләй. Шуға ла Таһир ағай аҡса биргәс, ҡыуандым. Берәй тәмлекәс алырбыҙ. Ләйсән апай һаран түгел, уның аҡсаһы булһа ла, бөтә нәмәне тигеҙ ала. Өйҙәренән сығып китергә лә шатмын, атыу бында һаҫыҡ еҫ сыға. Таһир ағай эсеп ҡайтһа, урынына бес итә. Үҙе ҙур, үҙе һаман урынына бес итеп ята... Һәйбәт бит, өйҙән дә сығып китәбеҙ, тәмлекәс тә алабыҙ. Тик Ләйсән апай ғына шатланмай. Таһир ағай аҡса бирһә, ул гел шулай күңелһеҙ йөрөй. Әллә атаһының аҡсаһы бөтөр тип ҡурҡамы икән? Тәмлекәс алғас ҡына яйлап күңелләнеп китә ул.

Ләйсән апай битен ямғырға ҡуйып, күҙҙәрен йомдо. Шул саҡ миңә һауанан ниндәйҙер йомшаҡ ҡул һуҙылып, уның битен һыйпағандай тойолдо. Әсәй ҙә минең битемде шулай һыйпай. Мин дә Ләйсән апайға ҡушылып, ямғырҙа өйрөлөп алғым килде, тик уның әсәһен ҡурҡытып ҡуйырмын тип уйланым да, урынымда ҡыбырламай торҙом. Ямғыр ҡапыл тынды ла ҡуйҙы. Ҡалай ҡыҫҡа булды.

— Һау бул, әсәй! — тине Ләйсән апай һауаға ҡул болғап. Мин дә ҡул болғаным. Шул саҡ кәртәбеҙ асылып китте. Арт яҡтан ат килеп инде. Атай. Бөгөн ныҡ иртә ҡайтҡан. Ләйсән апай менән бер-беребеҙгә ҡараныҡ та, уларға йүгерҙек. Ләйсән апайҙар ҡаршыла ғына йәшәй. Көндөҙ, атай өйҙә булмағанда, беҙҙә уйнайбыҙ, кискеһен ул ҡайтҡас, Ләйсән апайҙарға, усаҡлыҡҡа, йүгерәбеҙ. Атыу атай ҡайһы бере эсеп ҡайта ла, кәйефһеҙ йөрөй, йә мине, йә әсәйҙе әрләп ташлай. Ә Ләйсән апайҙың атаһы эсһә, ята ла йоҡлай. Бер кемгә лә бәйләнмәй ҙә, һөйләнмәй ҙә. Минең атайым шулай булһа ине.

Урамға йүгереп сыҡҡайныҡ ҡына, унда Сәлим ағай менән Фәрит олатайға тап булдыҡ.

— Һаумыһығыҙ, — тинек бер тауыштан. Фәрит олатай — һунарсы, мылтығын да тотоп алған. Сәлим ағай Тузикты алған, тик нимәгәлер сынйырға бәйләп тотҡансы.

— Һаубыҙ әле, — тинеләр ҙә беҙгә иғтибар итмәй, юлдарында булдылар.

– О, һунарға киттеләр. Теге юлы кеүек ҡуян тотһалар, ҡарарға барырбыҙ, йәме? Әй, юҡ айыу тотһондар! — тип хыяллана башланым.

– Алйот, – тине Ләйсән апай. — Улар Тузикты атырға китеп бара.

– Нисек?

– Һуң нимәгә атыу мылтыҡ тотҡандар, ә Тузикты бәйләгәндәр? Ҡасмаһын өсөн!

Тәнем зымбырлап китте. Тузик шундай матур, ҙур, ҡап-ҡара аҡыллы күҙле! Ул һунар эте, тик хәҙер ҡартайған һәм Сәлим ағай ҡаланан яңынан һунар эте алып ҡайтты, ә Тузикты үҙе менән алып йөрөтмәй. Уға шуға ла бик күңелһеҙ. Тузик урамға сыға ла урман яғына көнө буйы ҡарап ята, ә төндә йән өшөткөс итеп олой ине. Шуға беҙ уны үҙебеҙ менән уйнарға алып йөрөй башланыҡ. Һуңғы арала ул иртәнсәк үҙе үк беҙгә килеп көтөп ултыра. Көнө буйы беҙҙең арттан эйәрә лә, төндә генә ҡайта. Беҙҙең менән йәшәгән һымаҡ инде. Һе, Ләйсән апай менән минең кеүек инде: ул да бит беҙҙең менән йәшәй тиһәң дә була. Бергә уйнайбыҙ, бергә ашайбыҙ, ҡайһы саҡ хатта беҙҙә йоҡларға ҡала.

— Әйҙә улай булғас, Тузикты үҙебеҙгә алып ҡалайыҡ! — тигән уй килде минең башыма.

– Әйҙә, — тине Ләйсән апай, күрәһең, ул да алдан ошоно уйлап торған. Беҙ тегеләрҙең арттарынан йүгерҙек.

– Сәлим аға-а-ай!

– Әү, — тип Сәлим ағай туҡтаны. Тузик беҙҙе күреп ҡойроғон болғай башланы.

– Тузикты атмағыҙ, беҙгә бирегеҙ! Беҙ уны ҡарайбыҙ, ашатабыҙ! — Ләйсән апай ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

– Беҙҙә эт ояһы ла бар! — Мин дә һүҙһеҙ тормайым тип, ҡушылдым.

Сәлим ағай аптырап китте, шикелле. Ул бер Фәрит олатайға, бер беҙгә ҡараны. Ҡайҙан белгәндәр тип уйланымы икән?

– Атмайбыҙ беҙ уны, — тине ҡаты итеп Фәрит олатай. — Бар уйнағыҙ!

Фәрит олатайҙың тауышы ҡурҡыныс, ул уҫал, бөтәбеҙ ҙә унан ҡурҡабыҙ. Шуға ла артта ҡалдыҡ.

— Ана бит атмайбыҙ ти, — тинем ҡыуанып.

— Ул беҙ эйәрмәһен өсөн шулай тине.

— Атыу алдаймы? Алдашырға ярамай бит.

— Ул ҙур бит, уға ярай. Ҙурҙарға бөтә нәмә ярай...

— Нимә эшләйбеҙ инде Тузикһыҙ?

Арттарынан барыр инек, Фәрит олатайҙан әрләнербеҙ һымаҡ. Атмайбыҙ ҙа тине бит үҙе. Атмағастар, ниңә уны бәйләп алып китәләр һуң?.. Урам уртаһында ҡатып ҡалдыҡ. Күҙем мәсеткә төштө.

– Әйҙә, — тинем мин дәртләнеп, — Хоҙай олатайҙан һорайыҡ!

– Нимә тип?

– Тузикты атмаһындар тип! Ул беҙҙе тыңлар! Һин әсәйеңдән һорарһың! Ул бит Хоҙай олатай эргәһендә. Әсәйең, моғайын, һине тыңлар ул!

Ләйсән апай уйланып китте.

— Әйҙә һуң. Тик мәсеттең ишек алдына инәйек, шулай беҙҙе нығыраҡ ишетер.

Өс өй аша урынлашҡан мәсеткә йүгерҙек. Ҡапҡаһы йоҙаҡҡа бикләнгән булып сыҡты. Тик был беҙҙе туҡтатманы, ҡойма аша төштөк. Шунан мәсет тупһаһына тубыҡланып ултырып, ҡулдарҙы ай һымаҡ тоташтырҙыҡ. Инәйҙәрҙең шулай ултырғанын күргән бар.

– Һин нимә тип әйтергә беләһеңме? — тип һораным, мәсеттә ниндәйҙер доғалар әйткәндәрен беләм, тик тел әйләнмәй.

– Бисмилларәхмәнирәхим тиер кәрәк, шунан һорарға. Тик эстән һора, — тине Ләйсән апай һәм үҙе шыбырлай башланы.

“Бисмилларәхмәнирәхим... Хоҙай олатай! Тузикты атмаһындар ине! Атмаһалар, уны үҙебеҙ ҡараясаҡбыҙ, ашатасаҡбыҙ, ул беҙҙе яҡлап йөрөр. Беҙ ҙә уны. Хоҙайым, үтенеп һорайым... Тағы нимә өҫтәргә икән?.. Хоҙай олатай, унда мин гел әсәйҙе тыңлап йөрөрмөн. Унан һорамайынса бер нәмә лә эшләмәҫмен...”

– Ах, эттәр! — тигән тауыш беҙҙе бүлдерҙе. Хөсәйен мулла ҡапҡа эргәһенә килеп асҡысын сығарырға кереште. — Һеҙ, эттәр, инмәһен тип бикләп ҡуям, улары, юҡ, инәләр! Ҡайҙан инәләр тиң!

Беҙ тертләп киттек.

– Ҡастыҡ, — тине Ләйсән апай тиҙ генә һикереп тороп. Мин артынан йүгерҙем. Хөсәйен ҡарт ҡапҡаны асып, беҙҙең арттан таяғын болғай-болғай етеп килә.

– Эскесе балалары, бөтөрәһегеҙ инде донъямды емереп... уйнарға урын бөткәнме, эттәр! Кәрәгегеҙҙе бирәм мин... — Беҙ йән- фарман ҡасып өлгөрҙөк. Ҡурҡыштан хатта нисек ҡойма аша һикереп төшкәнде лә һиҙмәй ҡалдыҡ. Ләйсән апайҙарҙың өйөнә тиклем йүгереп килдек һәм усаҡлыҡҡа инеп йәшендек.

– Шунан артыбыҙҙан килһә? — Нисек беҙҙе әрләйәсәген күҙ алдына килтереп, ҡотом осто.

– Ул бында инмәҫкә тейеш, — тине Ләйсән апай, йүгереүҙән тынын рәткә килтереп.

– Ҡайҙан беләһең?

– Былтыр ҡәртәсәй үлгәс, атай уны саҡырырға ҡушҡайны, эскесе йортона аяҡ та баҫмайым тип, мине кире ҡайтарып ебәрҙе.

Урамға сыҡҡан тәҙрәнән ипләп кенә ҡараныҡ. Хөсәйен бабай күренмәй.

– Әсәйеңә Тузик тураһында әйтеп өлгөрҙөңмө?

– Эйе.

– Мин Хоҙай олатайҙан һораным. Ишеттеме икән?

– Ишеткәндер. Балаларҙың һорауын нығыраҡ ишетә ул. Хәҙер Сәлим ағайҙарҙың ҡайтҡанын көтөргә кәрәк.

Ултырғыс алып тәҙрә төбөнә ултырып алдыҡ. Тышҡа сыҡһаҡ, Хөсәйен бабай килеп сығыр һымаҡ. Тәҙрәнән беҙҙең урам күренә. Өҫтәрәк мәсет, шул яҡтан уҡ Сәлим ағайҙар кире ҡайтырға тейеш. Ҡаршыла беҙҙең өй. Унда атай урамдағы эскәмйәлә тәмәке тарта. Бөгөн айыҡ ҡайтҡан. Былай булһа бер урында тик ултырмаҫ ине. Әсәй ҡайтҡансы ишек алдын, өйҙө туҙҙырып, һауыт-һабаны ташлап бөтөр ине. Ул әсәйҙе йортон ҡарарға эшкинмәй ти, шуға яңынан рәтләһен өсөн боҙрата.

— Ләйсән апай, — тинем мин атайға ҡарап ултыра торғас. — Уйнаш нимә була ул?

— Ҡайҙан ишеттең ул уны?

— Атай эсһә, әсәйҙе шулай тип әйтеп туҡмай. Эштә уйнаш итәһең ти, Таһир ағай менән уйнаш итәһең ти. Әсәй “юҡ” тип илап та ҡарай, атай тыңламай. Мин дә әсәйҙең уйнап йөрөгәнен күргәнем юҡ ул...

— “Уйнаш” уйнай тигәнде аңлатмай бит ул... — Ләйсән апай тынып ҡалды. Мин артабан нимә әйтерен көтөп, ауыҙ асып ултырам. — Зарифа апай ныҡ матур, шуға атайың шулай тиҙер уға... Башҡаға китмәһен тип ҡурҡалыр... Ниңә улар айырылышмайҙар һуң?

— Нисек айырылышалар ул?

— Айырым йәшәйҙәр. Зарифа апай менән һин, ә атайың айырым.

— Ә атай ниндәй өйҙә йәшәй инде шунан? Беҙҙең бит бүтән өй юҡ... Белдем! Ул һеҙгә күсә, ә һин беҙгә!.. Әй, улай ул килеп туҡмай ала инде барыбер...

— Сәлим ағайҙар киләләр! — тип ҡапыл ҡыс ҡырып ебәрҙе Ләйсән апай тәҙрәгә төртөп. — Ҡалай тиҙ...

– Сыҡтыҡ урамға! — Мин түҙмәй йүгерҙем.

Урамға сыҡҡас, Сәлим ағай менән Фәрит олатай икәү генә икәнен күрҙек. Бәлки Тузик артталыр? Беҙгә яҡынлағас, Сәлим ағайҙың ҡулында сынйыр күреп ҡалдыҡ.

– Атҡанда-ар, — тип Ләйсән апай ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе, ҡурҡыштан үҙем илай башланым.

Сәлим ағай йүгереп беҙҙең эргәгә килде.

– Ул бит ҡарт ине... — тип аҡланырға кереште.

– Булһасы-ы...

– Ул инде бер нәмәгә лә эшкинмәй ине бит, күҙе күрмәй, теше үтмәй, хәле бөтә, йөнө ҡойола. Һунарға йөрөргә лә бармай. Бер нәмәгә лә инде кәрәкмәй...

— Беҙ ҡарар инек. Миңә кәрәк ине. – Ләйсән апай ярһып-ярһып иланы.

– Миңә лә кәрәк ине, – тип мин унан нығыраҡ ҡысҡырып илап ебәрҙем.

— Бына ҡайҙа был ике бисура. — Ҡаршыбыҙға ҡапыл Хөсәйен бабай килеп сыҡты. Мин тертләп, хатта өнһөҙ ҡалдым.

– Һеҙ минең бер рәшәткәмде емергәнһегеҙ! — тип ул илауыбыҙға ла иҫе китмәй, йоҙроҡ болғап, әрләй башланы. — Инде мәсеткә аяҡ баҫа булмағыҙ!

– Кәрәкмәй миңә һеҙҙең мәсет! Кәрәкмәй Хоҙай олатай ҙа, — тип Ләйсән апай, уны этеп, ишек алдарына йүгереп инеп китте. Мин уның артынан йүгерҙем. Беҙ тағы ла усаҡлыҡҡа барып индек. Усаҡлыҡта рәхәт. Бында беҙҙең уйынсыҡ өйөбөҙ. Бында бер кем дә инмәй.

Ләйсән апай урындыҡҡа ятып, мин һандыҡҡа ултырып илауҙы дауам иттек. Тузик йәл. Ниңә шунда китеп барғанда тартып алманыҡ. Беҙгә бирһәләр, ҡарар инек бит. Һарандар!

— Фәрит олатай алданы-ы-ы... — тип илау аша күңелемде өйкәгәнде саҡ әйтеп һалдым. Хоҙай олатай тыңламаны тип әйтергә теләгәйнем, тик башыма һуҡһа, тип ҡурҡтым.

— Ҙурҙар һәр ваҡыт алдай. Уларға тик файҙаһы булғандар кәрәк, — тип тыны быуыла-быуыла әйтте Ләйсән апай.

— Күрҙеңме, Тузикты алып китеп барғанда, уның да күҙ йәше бар ине... Ҡотҡарығыҙ тип ҡаранымы икән? Ярҙам итмәгәс, беҙҙе ҡарғармы икән?

— Юҡ, ул уны атҡан кешеләрҙе ҡарғаясаҡ. Беҙ балалар, улар ҙурҙар. Беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ бит уларға ҡаршы. Эттәр аҡыллы ул... Улар вис аңлайҙар...

Тузиктың беҙгә үпкәләмәгәнен белгәс, бер аҙ тынысландым. Ләйсән апай ҙа тороп ултырҙы һәм илауынан туҡтаны.

— Бәлки, уға шулай рәхәтерәктер ҙә? — тине Ләйсән апай тынлыҡты боҙоп.

— Нисек? Үлгәсме ни?

— Эйе. Хәҙер уға урманды ҡарап, һағынырға кәрәкмәй. Яңы эт тә уға өрмәй... Яңыһын иркәләткәндәренә күҙе ҡыҙып ҡарағандыр әле...

— Әллә...

Кемгә үлгәс, рәхәт булһын инде? Ләйсән апайҙы аңламайым, ҡыҙыҡ хәбәр һөйләп ҡуя ул.

— Атыу ул хәҙер әсәйең эргәһендәме икән? Ул да ямғыр менән сәләм әйтерме икән? Шәп булыр ине!

Ләйсән апай уйланып китте. Күҙенән тағы йәштәр килеп сыҡты.

— Юҡ. Ул унда юҡ.

Нисек юҡ? Эттәр айырым ергә барып эләгәме икән ни? Уларҙың икенсе төрлө Хоҙай олатайҙарымы икән? Башымда мең төрлө уй йүгерҙе. Һорауҙар бирәм тип кенә ауыҙҙы асҡайным, тышта тауыштар ишетелде.

– Мин балаңды ҡарап тормаһам, күптән астан үлер ине!

Ишек алдында ирешәләр. Ләйсән апай башын шунда уҡ күтәрҙе.

– Гөлфиә апай!

Мин урынымдан ырғып торҙом. Шул ғына етмәгәйне.

Гөлфиә апай ул — Ләйсән апайҙың әсәһенең бер туған һеңлеһе. Аръяҡта йәшәйҙәр. Ул мине яратмай. Ләйсән апай күп ваҡыт беҙҙә йоҡлай, улар Ләйсән апайҙы алып ҡуйырбыҙ, тип ҡурҡа. Хатта әсәйҙе теге юлы әрләп тә сыҡты. Мин әсәйгә унан алда ғына: “Әйҙә, Ләйсән апайҙы ҡыҙ итеп алайыҡ та ҡуяйыҡ”, — тип әйткәйнем, әллә шуны ишеткәндәр? Әсәй уның туғандары булғас, беҙгә бирмәйҙәр, тине. Атайың да риза булмаҫ, тигәйне. Шуға ла хәҙер бергә уйнағаныбыҙҙы күрһәләр, Ләйсән апайҙы ла, мине лә әрләп ташлаясаҡтар.

– Ас йөрөгәне юҡ әле, — тине Таһир ағай.

– Ҡайҙан беләһең? Һин эсеүеңдән бушағаның бармы?

– Пенсияһы булмаһа, Ләйсән һиңә лә кәрәкмәҫ ине!

– Шулайҙыр! Бәлки, һин үҙең уны пенсия өсөн генә аҫрайһыңдыр? — тине Гөлфиә апай. — Ҡайҙа Ләйсән? Хәҙер үк алып ҡайтам. Һинең эскелегеңде еҫкәп ятҡансы, беҙҙә саф һауала баҡса ҡарашыр, сепей көтөр! Ләйсән! Ләйсән!

— Урындыҡ аҫтына ин! — тине иғтибар менән тыңлап ултырған Ләйсән апай. Мин тиҙ генә йәшендем.

– Ләйсән йөк атымы әллә һеҙгә? — тип ҡысҡырҙы Таһир ағай.

– Атыу һиңә шешә ташыһынмы?!

– Уҡыу ваҡытында ерле алам тимәнегеҙ!

– Уға бынан яҡыныраҡ! Быйыл алып ҡайтам!

– Ә-ә-ә, — тине Таһир ағай, әҙерәк тынып торғас. — Һинең үҙеңдең ҡыҙың уҡырға инде түгелме? Ҡашығаяҡ йыуырға кеше кәрәкме? Әллә Ләйсәндең аҡсаһы кәрәкме уҡытырға?

– Инһәсе! Эшең булмаһын!.. Ләйсән! Ләйсәән!

Усаҡлыҡҡа тауыштар яҡыная башлағас, Ләйсән апай йүгереп сығып китте.

– Йыйын, киттек беҙгә! — тине Гөлфиә апай.

– Бармайым!

– Йыйын тинем!

– Мин һеҙгә Тузик түгел! — тип Ләйсән апай ҡысҡырҙы. Тауышы артынан ҡапҡа шартлап ябылды. Гөлфиә апайҙың да: “Ниндәй Тузик? Туҡта! Йыйын тим!” тигәне генә ишетелде һәм тауыштар тынды.

Оҙаҡ ҡына урындыҡ аҫтында яттым. Ләйсән апайҙы алып ҡайтып китһәләр, нимә эшләйем? Тузик та хәҙер юҡ. Атай менән әсәй ирешкәндә, Ләйсән апайға инә торғайным, хәҙер тыңлап ултырырмынмы икән? Ҡасан үҙем ҙураям инде, ул ҙурҙарҙың береһен тыңлап тормаҫ инем... Үҙем мәсет төҙөр инем дә, Хөсәйен бабайҙы индермәҫ инем. Гөлфиә апайға сығыр инем дә: “Ләйсән апай барғыһы килмәй, уға бында рәхәт!” — тип ҡысҡырыр инем... Ә атай әсәйҙе туҡмаһа, үҙен туҡмар инем... Ух, уларҙы!..

...Инде Гөлфиә апай ҡайтҡандыр тип, урындыҡ аҫтынан сығып, тәҙрәнән ҡараным. Ишек алды буп-буш. Ләйсән апай ҙа күренмәй. Алып ҡайтып китмәгәндер инде? Юҡ, ҡасып сыҡты бит. Ҡайҙа китте икән? Моғайын, йылға буйындалыр. Беҙ гел шунда уйнайбыҙ. Ләйсән апайҙы әллә ҡайҙан таныным. Ул яр буйында аяҡтарын ҡосаҡлап, сүкәйеп ултыра ине.

— Гөлфиә апайҙар ҡайтҡан, шикелле, — тип еңел тын алып, өндәштем. Ләйсән апай миңә ҡараманы ла. – Алып ҡайтам, тиҙәрме әллә?

Ләйсән апай тағы ла өндәшмәне.

– Эй, — тип төрттөм. — Һаңрауландыңмы әллә? — Ләйсән апай ҡыбырламаны ла. — Һи-не а-лып ҡайталармы әл-лә? — тип ҡысҡырып әйтеп ҡараным.

Ул шул уҡ ергә ҡарап ултыра бирҙе.

– Атыу мин дә һинең менән һөйләшмәйем!

Эргәһенә уны эләкләп ултырып алдым. Тик бер урында оҙаҡ ултыра алманым. Түҙмәй, тороп, һыуға таш ташлап ҡараным. Ләйсән апай һаман тик ултыра.

– Эй, һөйләшмәгәс, мин һиңә үсектем! Ҡайттым, — тип яр буйына менеп киттем. Килмәйме икән тип, әйләнеп ҡараным. Юҡ. Шул килеш тик ултыра.

– Мин ҡайттым! — тағы ла ҡысҡырҙым. Ҡыбырламаны ла.

Өйгә килеп ингәндә, әсәй өҫтәл ултыртып йөрөй ине.

– Ҡайҙа Ләйсән? Әйт, килеп аш ашаһын.

– Ләйсән апай яр буйында тик ултырасы. Миңә өндәшмәй. Ҡыбырламай.

– Һе, — тип әсәй эшенән туҡтаны. — Үсегештегеҙме?

– Гөлфиә апаһы килгәйне. Алып ҡайтам, тине. Шуғалыр.

– Әйҙә, күрһәт әле ҡайҙа ултырғанын.

Әсәйем Ләйсән апайҙы ярата. Атай ҡаршы булһа ла, беҙҙән ҡайта белмәй тип, ҡайһы саҡ иреш башлаһа ла, әсәй, былай саҡта һүҙ әйтмәһә лә, уға ҡаршы өндәшә. Теге юлы ла Гөлфиә апай килеп әсәйҙе әрләп ташлағас, атай эсеп ҡайтып, әсәйгә һуҡҡайны. “Таһир менән уйнаш итәңдер, шуға етем эйәләтәһең!”— тип ныҡ ҡына ҡысҡырҙы, әммә әсәй барыбер Ләйсән апайҙы ҡыуманы, миңә уйнама тип әйтмәне.

Әсәй менән яр буйына төштөк. Ләйсән апай һаман шунда ултыра ине.

– Ләйсән, ҡыҙым, — тине әсәй, эргәһенә сүгәләп. – Нимә булды?

Ләйсән апай өндәшмәне. Мин уларҙан ситтәрәк баҫып ҡарап торам.

– Миңә генә әйт әле нимә булғанын, — тип арҡаһынан һыйпаны. — Ҡыҙымды, — тип һөйөп тә ҡуйҙы.

Ләйсән апайҙың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне.

– Нимә булды? — тине әсәй, ҡосаҡлап уны.

– Мине бер кем дә яратмай... Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем, — тип илап ебәрҙе Ләйсән апай.

– Мин һине яратамсы. Зилә лә һине ярата, — тине әсәй, үҙенең тауышы ҡалтыранды. — Һин беҙгә кәрәк.

— Әсәй ҙә мине ишетмәй... — тип нығыраҡ илап ебәрҙе Ләйсән апай.

— Ул бит хәҙер теге донъяла. Унан ишетеүе еңел түгел... Ул хәҙер һине ҡарап тора. Балам, илама инде ти... Яратам ти һине...

— Юҡ... Мин уға кәрәкмәйем.

— Китсе! Ниндәй әсәгә балаһы кәрәкмәһен?! Һине яратҡан бит ул...

Әсәй уны ҡосаҡлап алды. Ләйсән апай тағы ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. Улар шулай оҙаҡ ултырҙылар. Мин урынымдан ҡыбырларға ҡурҡып торҙом.

– Әйҙә, ҡыҙым, киттек тамаҡ эсәйек, — тине әсәй бер аҙ ултырғас, Ләйсән апайҙы, ҡосаҡлап торғоҙоп һәм етәкләп, өйгә ҡарай алып китте. Мин ипләп кенә арттан атланым. Бында мин үҙемде көсһөҙ итеп тойҙом. Мәшәҡәтләгем килмәне. Уларҙы күҙәтеп барам. Ләйсән апай әсәй эргәһендә шулай бәләкәй генә икән...

Өйгә килеп еткәс, әсәй икебеҙҙең дә битен йыуып, сәй эсергә ултыртты. Атай ҙа беҙҙең менән ултырҙы. Айыҡ. Шешенеп бөтөп илағаныбыҙҙы күреп, әрләр тип ҡурҡҡайным. Күрмәне, шикелле. Сәйҙе беҙ һөйләшмәй генә эстек. Әсәй ҙә өндәшмәне. Ул гел шулай сәй эсә. Бер нөктәгә ҡарай ҙа шунан оҙаҡ ҡарашын айырмай ултыра, ҡайһы саҡ хатта ашарға ла онота, шикелле. Атай өндәшһә генә, яуап биреп ҡуя.

Был юлы ла әсәй тороп барышлай ғына беҙгә һүҙ ҡушты.

– Ләйсән, беҙ бөгөн ҡунаҡҡа барабыҙ. Һин ҡал беҙҙә, йәме, Зиләгә иптәш булырһың.

Мин шунда уҡ атайға ҡараным. Атай йөҙөндә үҙгәрмәне, тимәк ул да риза. Ләйсән апай менән һүҙһеҙ генә төп яҡҡа инеп ултырҙыҡ.

— Урын һалығыҙ ҙа, ятығыҙ. — Был атайҙың тауышы. Мин шунда уҡ уны тыңлап, урын һалдым. Ләйсән апай мөйөштә тыныс ҡына ҡарап ултырҙы ла, урын һалынғас, килеп ятты. Уны ҡосаҡлағым килде. Мин бит уны яратам. Ул бит миңә кәрәк. Тузикты беҙгә бирһәләр ҙә була инде!.. Гөлфиә апай килмәһә лә була инде!.. Ошо уйҙар менән шунда уҡ йоҡлап киткәнмен.

— Арыттың! — тигән тауыштан төн уртаһында уянып киттем. — Түҙә алмайым башҡа. Хәлем юҡ... — Сит яҡта әсәй илай. Мин Ләйсән апайға боролдом. Ул да уянған.

Әсәй менән атай ҡунаҡтан ҡайтҡан инде атыу. Атай эсеп, тағын әсәйҙе туҡмағандыр инде.

– Үҙемә ҡул һалам. Ишеттеңме, үлтерәм үҙемде! — “Әсәй илап тышҡа сығып китте.” Үҙемә ҡул һалам.

Минең йөрәгем туҡтағандай булды. Күҙҙәргә йәштәр килеп тулды. Ләйсән апай ҙа миңә ҡарап ҡатҡан.

— Теләһә нәмә эшлә! — Атай нимәнелер бәрә һуғып, урынына ятты. Өйҙә тыныслыҡ урынлашты. Минең ҡысҡырып илағым килде. Быны һиҙеп ҡалған Ләйсән апай бармаҡтары менән “тсс” тине. Үҙем дә беләм, атай әсәй менән ирешкәндә, минең илағанды яратмай. Шуға йәштәремде йоттом.

– Шунан ысын үлһә? — тип Ләйсән апайға саҡ бышылдап әйттем.

– Алйотһоңмо әллә? Һине ҡалдырып, үлмәй инде! Үҙе әйтте бит, бер ниндәй ҙә әсәй яратҡан балаһын ташлап китмәй... Йоҡла! — тип мине тынысландырып, ҡосаҡлап алды. Ысынлап та, мине әсәй ташлап китмәй инде. Былай, атайҙы ҡурҡытырға әйткәндер...

Иртәнсәк күҙҙәремде асҡанда, Ләйсән апай юҡ ине. Уяна һалып, ҡайтып киткәндер. Ҡапыл иҫемә кисә төндә булған хәл килеп төштө. Урынымдан тороп сит яҡҡа ҡараным. Сәйнүк ҡуйып йөрөгән әсәйҙе күреп, тынысландым. Ләйсән апай, дөрөҫ әйткән икән, мине ташлап әсәй үлмәй инде... Һе, ә Ләйсән апайҙың әсәһе үҙе аҫылынған бит. Әллә уны яратмағанмы икән?

– Зилә? Уяндыңмы? — тине әсәй минең ҡыбырлауҙы күреп. Күҙҙәре шешкән. Атай тағы ла туҡмаған.

— Еңгәй, еңгәй!.. — Соланда Таһир ағайҙың тауышы яңғыраны. — Ләйсән! Ҡыҙым... — тип өйгә килеп ингәс, илап ебәрҙе.

— Нимә булды? Ләйсәнгә нимә булды?!

— Үлгән... Аҫылынған... Усаҡлыҡта...

Мин Ләйсән апайға барам тип, урынымдан ҡалҡындым.

— Сыҡма бер ҡайҙа ла, — тине әсәй ҡаты итеп һәм Таһир ағайҙы эткесләп тышҡа сығарып алып китте. Мин уларҙы тәҙрәнән күҙәтеп ҡалдым. Әсәй Таһир ағайҙан алда уҡ йүгереп инеп китте.

Ләйсән апай аҫылынған тисе. Нисек инде, әсәһе һымаҡмы икән? Арҡанды ҡайҙан алды икән ул? Ә ниндәй ҡаҙауға ҡуйған икән? Ә, сәңгелдәктеке бар ине, шуға элгәндер арҡанын. Нисек буйы еткән икән? – Күпме тырышһам да, Ләйсән апай аҫылынып, тора тип күҙ алдына килтерә алманым. Уның йә арҡаны өҙөлә, шунан ҡолап төшә лә бергә көлөшәбеҙ, йә миңә аҫылынған урынынан хәбәр һөйләп алып китә... Ултырып түҙә алманым, барып ҡарарға кәрәк. Тышҡа сығам тиһәм, әсәй ишекте терәтеп киткән. Мин сыҡҡанды белгәндер инде.

Тәҙрәнән ҡарап ултырыуҙан башҡа бер ни ҙә ҡалманы. Тиҙҙән Ләйсән апайҙар эргәһенә машиналар йыйылып китте. Әсәй сыҡмай ҙа сыҡмай. Атай ҙа эштән ҡайтты. Өйгә инеп, ишекте асһа, мин сығып китер инем. Тик ул инмәне, урамдағы эскәмйәлә тәмәке тартып тик ултыра. Тиҙҙән Ләйсән апайҙың ҡапҡалары асылып китте. Әсәйҙер тиһәм, Гөлфиә апай килеп сыҡты. Ул тиҙ-тиҙ аҙымдар менән беҙгә табан атлай. Мине әрләргә килә яталыр инде, тип тәҙрәнән алыҫҡараҡ ҡастым. Тик ул атайға нимәлер ҡул болғап тороп һөйләнде. Атай тәмәкеһен ташлап, артынан эйәрҙе. Бер нисә минуттан, атай әсәйҙе ҡулынан һөйрәп Ләйсән апайҙарҙан алып сыҡты. Тағы ла һуғышалар... Мин ғәҙәтем буйынса Ләйсән апайҙарға сығып китергә уйлағайным, ишек бикле булғас, сыға алманым. Нимә эшләргә? Берәй ҡайҙа йәшенгем килде. Тиҙ генә үҙем йоҡлаған карауат аҫтына индем дә, ҡолаҡтарымды ҡаплап яттым.

Ләйсән апай юҡ шул эргәмдә... Хәҙер ул башҡа булмайҙамы? Үлгән тинеләр бит. Әсәһе кеүек бөтөнләй булмаймы? Тузик кеүекме? Хәҙер улар бергәме? Ләйсән апайға хәҙер рәхәт инде атыу... Унда Гөлфиә апай ҙа юҡ, минең атай ҙа, Хөсәйен бабай ҙа... Тын алыуы ауыр булып китте. Ҡысҡырып илағым килде, тик илап булмай. Танауымдан һыу ағасы... Һыу түгел дә ул, был бит ҡан! Уйламаҫҡа ине был турала. Уйламаҫҡа. Ҡулымды ҡолағымдан алырға ҡурҡып, нығыраҡ бөрөшөп яттым. Мин ҡайһы саҡ шулай ирештәр башланһа, йоҡлап китә алам. Хәҙер ҙә йоҡлаһам, шәп булыр ине. Уянғас ирешеп бөткән булалар. Был юлы мин бик тиҙ ойоп киттем.

Күҙемде асҡас, ҡапыл ҡайҙа икәнемде аңламай ҡалдым. Эргәмдә Ләйсән апай ятмаймы тип, ҡулым менән тирә-яҡты тотоп ҡараным. Бер кем юҡ. Ә, мин карауат аҫтындамын бит. Өйҙә тынлыҡ. Талаш бөткән. Ипләп кенә карауат аҫтынан килеп сыҡтым. Эргәләге икенсе карауатта әсәй күҙҙәрен йомоп ята. Эсен тотҡан. Тын алышын хатта ишетәм. Ҡашы эргәһе ҡанаған. Күҙҙәре йомоҡ, ә үҙҙәренән йәш аға. Йоҡлайым тип алдап ятамы икән әллә?

— Әсәй, — тинем мин уға ипләп кенә. Әсәй күҙҙәрен асманы. Ауыҙы ғына саҡ ҡына асылды. Ирендәрендә лә ҡан. Әммә өн сыҡманы. Уны йәлләп киттем. Ипләп кенә башын һыйпаным.

— Әсәй... Әйҙә икәүләп аҫылынайыҡ та ҡуяйыҡ. Беҙгә лә унда Ләйсән апайға кеүек рәхәт буласаҡ бит... Атай ҙа унда булмай. Унда Тузик та бар...

Әсәй күҙҙәрен асты, әммә бер нәмә лә өндәшмәне. Мин уның эргәһенә яттым. Әгәр атай тағы берҙе тейәм тиһә, уны үҙем туҡмайым. Ә Гөлфиә апай килеп инһә, үҙен әрләп сығарам...

...Атай төндә ҡайтманы. Иртәгеһе көнгә иртәнсәк үк беҙ әсәй менән өләсәйҙәргә киттек. Башҡа ауылыбыҙға барғаныбыҙ булманы. Ләйсән апай мине һаман усаҡлыҡта көткән һымаҡ. Мин уны һағындым. Тик әсәһе ҡайтмаған кеүек, ул да башҡа миңә килмәйәсәк. Ә теге юлы беҙ уның менән һөйләштек! Ләйсән ямғыры ваҡытында. Хәлдәре яҡшы, тине. Тузик та унда. Әсәһе лә сәләм әйтте миңә. Тағы ла: “Зарифа апай атайыңдан айырылып, шәп иткән”, — тине.

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: