Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Февраль 2023, 19:35

Айһылыу Ғарифуллинаны татар дуҫтарыбыҙ ҡыуандырған

Беҙ ҙә шағирәне оло ҡыуанысы менән ихластан ҡотлайбыҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Айһылыу Ғарифуллинаны татар дуҫтарыбыҙ ҡыуандырған
Айһылыу Ғарифуллинаны татар дуҫтарыбыҙ ҡыуандырған

Ошо көндәрҙә ике "бишле" билдәһе алған яратҡан шағирәбеҙ Айһылыу Ғарифуллинаға татар ҡәрҙәштәребеҙ ҙур бүләк әҙерләгән. Был хаҡта шағирә  үҙенең битләүендә былай тип яҙа:"Әлхәмдүлилләһ, тоҡос февраль ҙур ҡыуаныстары менән башланып китте - Татарстанда " Миңле бәхет" исемле китабым баҫылған! Был хаҡта кисә генә тәржемәсем Наилә ханым Зыятдинова менән редакторым, танылған шағир Рифат Сәләх хәбәр иттеләр. Күрше республикалағы серҙәш, рухташ, имандаш, йәнгә яҡын кешеләрем улар хәҙер, сүбхәналлаһ, һау ғына булғырҙары! Китаптың тышлығын да, Рифат ҡустым аманат, тигәс, хатта ғаиләмә күрһәтмәнем, сөнки мосолман мосолманға аманат итеп тапшырылған нәмә үтәлергә тейеш!
Яңы китап сығыуҙың ижад кешеһе өсөн ниндәй бәхет икәнен аңлатып тормайымдыр - ошоно татығандар белә!
Алла бирһә, тиҙҙән автор өсөн тәғәйендәре килеп етер".

МИҢЛЕ БӘХЕТ
Миңле бәхет, минле бәхет
Миңә генә тәғәйен.
Хәләл булһын кейгәндәрем,
Ҡапҡан һәр бер тәғәмем.
Миңле бәхет тик минеке –
Йәшәй-йәшәй төшөндөм.
Тормош һынауҙары ҡаты –
Йә яндым, йә өшөнөм.
Миңле бәхет түгел тәхет,
Миңле бәхет – яҙмыштан.
Башҡаларға һис үпкәм юҡ,
Ғәйеп миндә – яң(ы)лышһам.
Миңле бәхет сәйлән төҫлө
Өҙөлә лә ялғана.
Мин риза ошо өлөшкә –
Рәхмәтлемен Аллама!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: