Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Февраль 2023, 15:34

Ҡошҡа әйләнермен мин... Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

– Һеҙҙең балағыҙ табылды. Белоретта. Дауаханала ята... – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәгем атылып сыға яҙҙы.

Ҡошҡа әйләнермен мин... Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВҠошҡа әйләнермен мин... Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ҡошҡа әйләнермен мин... Повесть (3) Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Ҡошҡа әйләнермен мин...

Повесть (3)

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ

Мин – атай

Йөрөгән саҡта ғына ҡыҙҙар шәп икән. Төҫкә һылыу, һүҙҙәре татлы, үҙе тәрбиәле, итәғәтле. Имеш, шул ярамай, был ярамай. Өйләнешеп, бала тыуғас, ен алмаштырҙы тиерһең – үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙан килә бындай яһиллыҡ?! Минең дә бит матур итеп баламды үҫтереп, тәрбиә биреп, йәшәһе килә ине. Ә уға бер нәмә лә оҡшамай. Дуҫтарым килһә – талаш, әсәйем берәй кәңәш әйтһә – ҡысҡыра, теләһә кемдән көнләшә. Хатта тәмәке тартырға сыҡҡан арала ла, теләһә кемдән көнләшеп, юҡ-бар уйлап хәлде ала. Телефонды ҡалдырыр әмәл юҡ, соҡона. Берәй кем шылтыратһа, “кем менән һөйләштең” “нимә тине” “һин уға нимәгә кәрәк булдың” тип һорашып, ҡаҡ быуынға төшә. Шофер булып эшләгәс, ниндәй генә хәлдәр булмай, эштә һуңға ҡалырға ла тура килә. Был бисә аңын-тоңон белмәй, эшкә шылтыратып, мине таптыра, етәксе менән талаша. Хәҙер шул арҡала кешегә күренергә ғәрләнәм. Ошо булдымы тормош?!
Бына әле лә телефон тынғаны юҡ. Беренсе шылтыратҡанында уҡ иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ, йыртыла яҙып ҡысҡыра башланы:
– Хәҙер үк баланы ҡайтар! Әгәр тыңламаһаң, минең кешеләр килеп үҙеңде ҡанға батырасаҡ! Аяғыңа ла баҫа алмай, инвалид коляскаһында ултырырһың!..
– Таңһылыу, ишет мине! Балаға теймәнем. Әле үҙем эштән бушаған юҡ...
– Алдама! Һинең генә этлегең! Яҡшылыҡ менән әйткәнде тыңла! Аҙаҡ үкенерһең! Әсәйеңә лә, үҙеңә лә йәшәргә бирмәйәсәкмен! Минең менән шаярмағыҙ!
– Етәр тинем! Юғалғас, бергәләп эҙләйек. Ул да бит минең берҙән-бер балам!
– Ул һинеке түгел! Һин тапманың! Суд баланы миңә бирҙе! Ниңә генә үлмәйһең икән?! Сәсрәп киткере! Бөтә бәхетһеҙлегем һинең арҡала! Уйларға бер сәғәт ваҡыт бирәм! Аңламаһаң, минең кешеләр килеп аңлатырҙар! Ныҡ итеп аңлатырҙар! Аяғымды үберҙәй булырһың да!..
– Һин мине ҡурҡытма, Таңһылыу!
– Ҡарарбыҙ әле... Мин шаярта тип уйлайһыңдыр.
Шул ғазраилдың тауышын ишетмәҫ өсөн һөйләшеүҙе өҙҙөм. Юҡ инде, барыбер тынғы бирмәй. Телефон аша бер-бер артлы ҡурҡыныс һүҙҙәр яҙа: “Ҡатын төҫө күрмәһәң ярар ине! Аяҡ-ҡулдарың тартышып, ауыҙыңа бер тамсы һыу ҙа һалырлыҡ кешең булмаһын! Минең хәсрәттәрем һиңә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Ләғнәт яуғыры!”
“Эшеңдән ҡыуҙыртам! Һине фаш итеп телевидениеға интервью бирәм! Мин һиңә устрою!”
“Һин ир түгел! Бисәкәй! Мин һине ҡарғайым. Үлһәң ярар ине! ”
“Минең күҙ йәшем төшәсәк. Әле мине илатып, берәүҙең дә бәхетле булғанын күргән юҡ. Ҡайтар баланы. Ҡайтармаһаң, үҙеңде иртәгә аяғың менән алға өйөңдән алып сығасаҡтар. Минең кешеләр юлда. Көт...”
“Үҙеңә зыяраттан урын эҙләй тор!!!”
Шундай береһенән-береһе әшәке хәбәрҙәрҙе уҡып өлгөрөп булмай. Ҡалғанына күҙ йоморға була. Тик үлем менән ҡурҡытып әллә нимәләр яҙа бит. Был яһил бисәнең башында нимә икәнен белеп булмай. Бәлки, ысынлап, минең менән берәй нәмә эшләтергә уйлайҙыр... Юҡ, былай ғына ҡалдырырға ярамай. Полицияға барып, бөтәһен дә әйтеп ҡуйыуым яҡшыраҡ. Үҙен генә аҡыллы тип уйламаһын. Үлем менән ҡурҡытҡаны өсөн дә закон бар! Әйҙә үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирһен!..

Мин – бала

Тау итәгендә – атай менән әсәй тора. Ҡулға-ҡул тотошҡандар, йөҙҙәре шат, ихлас йылмаялар. Мин икеһен күптән шул килеш бергә күргәнем юҡ ине. Уларҙы ошондай ҡиәфәттә күреп, үҙемде лә сикһеҙ бәхетле тойҙом. Ә мин тау башында торам. Шатлығымдан ҡолас йәйеп уларҙың ҡаршыһына йүгерәм. Улар минең ҡаршыға йүгерә. “Балаҡайым! Ҡайҙа юғалып йөрөнөң?” – ти иламһыраған тауыш менән әсәйем. “Инде өсәүләп бергә йәшәйәсәкбеҙ”, – ти атайым. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин талпынып тағы нығыраҡ сабам. Күптән көттөм бит ошо татлы минуттарҙы. Юҡ, сапмайым, ҡулдарымды йәйеп осам, шикелле. Әйтерһең дә, мин ике ҡуллы кеше түгел, ә ҡанатлы ҡош! Бына, хәҙер, хәҙер атай-әсәйемдең ҡосағында буласаҡмын! “Мин һеҙҙе яратам” тип ҡосаҡлайым тигәндә генә, ике ҡулым – ике ҡанатҡа әүерелеп, күккә остом да киттем. Нисек инде улай?! Мин ҡошҡа әйләндемме хәҙер?! Ата-әсәйем иларҙай булып, ерҙә аптырап тороп ҡалды. Уларҙың мине ҡосаҡларға тип һонолған ҡулы ҡапыл һулып төштө. Ә мин тағы бейекә осам, осам, осам...
– Малай, уян, уян... – тип һаҡ ҡына кемдер еңемдән тартҡанға уянып киттем. Күҙҙе асһам – тирә-яҡ ап-аҡ. Аҡ карауаттар, бүлмә уртаһында аҡ өҫтәл, ҡорғандар ҙа аҡ төҫтән. Мин ятҡан карауаттағы мендәр ҙә, түшәк тә аҡтан. Аҡ халат кейгән апай ҡаршымда баҫып тора ине.
– О–о–о, терелде, – тине ул, шатланғандай. – Нисек эсәгең әйләнеп сыҡмаған. Үлә яҙғансы ашап...
Бер һүҙ ҙә әйтмәй, башымды ситкә борҙом. Инде аңланым – мин дауаханала ятам. Тик бында нисек килеп эләккәнемде асыҡ ҡына хәтерләмәйем. “Скорыйҙа” китеп барғанда ныҡ итеп өшөгәнемдән берҙе уянғаным хәтерҙә. “Тиҙерәк булығыҙ! Ул күгәрә башланы!” – тип ниндәйҙер ҡатындың ҡысҡырғанын иҫләйем. Шунан тағы аңымды юғалттым. Икенсе тапҡыр ауыҙыма оҙон трубка тығып, шуның аша ниндәйҙер тоҙло һыу ҡойғандарын да иҫләйем. Трубка тамаҡты шул тиклем ҡыра, мин ауыртыуға тыпырсынам, тик ысҡына алмайым. Ике ҡулымды кемдер ныҡ итеп артҡы яҡтан ҡосаҡлап тотҡан да ебәрмәй. Тағы аңымды юғалттым.
Әле палатала ятам. Битемде, ҡулымды тотоп ҡараным. Үҙемде тоям. Тимәк, теремен. Юрғанымды ситкә алып, торорға маташтым.
– Юҡ, юҡ! Әле торорға ярамай! – тип тыйҙы апай. – Һиңә хәл йыйыр кәрәк. Башың әйләнмәйме?
– Юҡ, – тинем ишетелер-ишетелмәҫ.
Палатаға тағы бер аҡ халатлы апай килеп инде. Уныһы йәшкә олораҡ. Ҡулына папка тотҡан. Яңы ингән апай усын маңлайыма ҡуйҙы:
– Температураһы төшкән. Быныһы яҡшы.
Шунан миңә һынамсыл ҡарап ҡуйҙы.
– Һинең картаңды тултырыр кәрәк. Ней бер документың да үҙең менән юҡ. Йә, һөйлә – исемең, фамилияң, нисә йәш...
Был апай нимәгә төпсөнә икән? Әллә теге полиция эҙләй микән? Баҙарҙа урлашып йөрөгәнем өсөн, билдәле, башымдан һыйпап ҡуймаҫтар. Моғайын, әле хәлем яҡшырғанын ғына көтәләрҙер. Хәҙер дөрөҫөн әйтеп бирһәм, үҙемә насар эшләйәсәкмен. Әллә бөтөнләй иҫләмәгәнгә һалышырға микән? Шулай дөрөҫөрәк булыр.
– Ну, аҡыллым... тыңлайым.
– Иҫләмәйем, – тинем ҡыйыу ғына.
– Нимәне иҫләмәйең?
– Бер нәмәне лә иҫләмәйем.
– Исемеңде генә әйтә алаһыңдыр. Беҙгә артығы кәрәкмәй.
– ...
– Ҡайҙа йәшәйһең һуң?
– Белмәйем. Баҙарҙа башым менән иҙәнгә ҡоланым. Шунан бер нәмә лә иҫләмәйем.
– Ата-әсәйең бармы һуң? – тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.
– Бар!
– Бик яҡшы! – Икеһенең дә йөҙөндә йылмайыу сағылды.– Исемдәре нисек?
– Атайым – Варис, әсәйем – Таңһылыу.
Ике апай ҙа көлөп ебәрҙе:
– Бик ҡыҙыҡ икән. Ата-әсәйеңдең исемен иҫләйһең, ә үҙеңдекен юҡ.
Тотолғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙер апайҙар алдағанымды аңланы, күрәһең. Асыуымдан ирендәремде ҡымтыным.
– Ярай, – тине олорағы. – Әлегә ятып тор. Палатанан сығып йөрөмә. Хәл йый. Медсестра дарыуҙар алып киләсәк, һин уларҙы ташлама, эс, тиҙерәк төҙәлерһең. Төшкөгә бутҡа ашарһың. Әлегә күп ашарға ярамай, үҙеңә ҡыйын булыр. Аңлашылдымы?
– Эйе, – тинем ғәйепле генә. Ике апай ҙа палатанан сығып китте. Мин палатала бер үҙем генә түгел икән, әле генә шуға иғтибар иттем. Минең йәштәге тағы өс малай ята. Һәр кеме үҙ эше менән була. Береһе китап уҡый, икенсеһе – телефонында соҡона, өсөнсөһө ҡолаҡсындар кейеп, музыка тыңлай. Улар миңә бер нәмә лә тимәгәс, һүҙ ҡушып торманым. Дөрөҫөн әйткәндә, әле уларҙың ҡайғыһы юҡ. Башымда мең төрлө уйҙар ҡайнаша. Артабан нимә эшләргә? Миңә бит нисек тә булһа атайым янына барып етер кәрәк. Әсәйем дә мине эҙләй башлағандыр. Әгәр ошондағы табиптар әсәйемә тапшырырға булһалар?! Эш улайға китһә, шәп түгел. Ҡасҡаным өсөн әсәй кәрәкте бирер...
Уйланып ята торғас, тағы йоҡлап киткәнмен. Кемдеңдер ипләп кенә еңемдән тартҡанына уянып киттем. Алдымда полиция кейемендә ағай тора! Терт итеп ҡалдым! Төрмәгә алып китергә килдеме икән?!
– Бына ошо малай була инде. Нисек килеп эләккәнен беләһегеҙ, – тип миңә ымланы табип. – Үҙенең исемен иҫләмәйем, ти. Ата-әсәһенең исемен белә. Асарбаҡ тиһәң, йолҡошҡа оҡшамаған. Өҫ-башы ҡараулы, кейеме таҙа...
– Дә-ә... – Полиция ағай карауат янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ҡара портфеленән ҡағыҙҙар, ручка сығарҙы ла, нимәлер яҙа башланы.
– Ҡурҡма, малай. Беҙ һиңә бер нәмә лә эшләмәйбеҙ. Киреһенсә, һиңә ярҙам итергә тырышабыҙ. Йә, һөйлә, нимә булды. Тик дөрөҫөн генә. Полиция кешеһенә алдашырға ярамай. – Был һүҙҙәрҙән ирендәрем ҡалтырап китте. Оятымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Был ағайҙың һәр әйткән һүҙе шул тиклем ҡурҡыта. Дөрөҫөн әйтмәһәң, тағы ҡурҡынысыраҡ.
– Исемең нисек әле? – тип дауам итте ул. – Әсәйең менән атайың һине юғалтҡандарҙыр, уларға ла хәҙер ҡыйын. Бәлки, ошо ваҡытта әсәйең һине эҙләп, илап йөрөйҙөр. Атайың да үҙенә урын тапмайҙыр...
Ағай үҙәккә үтерлек итеп әйтте, түҙмәнем, илап ебәрҙем.
– Ярай, бөттө, бөттө, тыныслан! – Табип башымдан һыйпап алды. Бер аҙ тыныслана биргәс, барыһын да һөйләп бирергә булдым.
– Әйҙә яңынан башлайыҡ. Исемең нисек? – тип күҙемә ҡараны ағай.
– Ласын.
– Хәтәр исем! Ыласындар – көслө ҡоштар ул! Бейектә осалар, – тип маҡтап ҡуйҙы ул. – Фамилияң?
– Шаһиев.
– Бик шәп! Әйҙә ата-әсәйең тураһында, үҙеңә нисә йәш – һөйләп ебәр.
– Атайымдың исеме – Варис, әсәйемдеке – Таңһылыу. 10 йәштәмен.
– Бик яҡшы, Ласын. – Полиция барыһын да яҙып барҙы. – Ә ҡайҙа йәшәйең?
– Өфөлә, әсәйем менән.
– Һммм. Ә атайың?
– Атайым айырым йәшәй, Сибайҙа.
– Бына нисек! Ә Белоретҡа нисек килеп эләктең?
– Атайыма китеп барам. – Ирендәр ҡалтырай, иламайым тип саҡ үҙемде тыям. – Һағындым.
– Күрерһең атайыңды, күрерһең. Борсолма. – Табип тынысландырырға тырышты.
Полиция ағай портфеленән бәләкәй фотоаппарат сығарҙы. Теге малайҙар айыу бейеткәндәй тексәйеп миңә ҡарай.
– Ҡурҡма, был фото яҡындарың өсөн кәрәк, – тип бернисә мәртәбә мине төшөрҙө. – Хәҙер бит балалар күп юғала. Фото буйынса һине әсәйең таныр ҙа килеп алыр.
Ағай фотоаппаратын кире һалды ла табип менән сығыу яғына ыңғайланы.
– Әйҙә, бөркөт балаһы, төҙәл. Тиҙҙән әсәйең һинең артыңдан килер, – тип ҡул болғаны ла сығып китте.
Полиция сығып киткәс, тынғылығымды юғалттым. Хәҙер минең менән нимә булыр икән? Моғайын, тиҙ арала әсәйемде табырҙар. Ул минең арттан килеп етер. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәйемде лә ныҡ итеп һағындым. Мин өйҙән сығып киткәндә был тиклем бәләгә тарырмын тип көтмәгәйнем. Берәй машинаға ултырып, атайыма еңел генә барып етермен тип уйланым. Беҙҙең осрашыу нисек буласағын да күҙ алдына килтерҙем: мин ҡыңғырауҙың төймәһенә баҫам, шунан атайым ишекте аса, мине күреп, аптырап ҡала, беҙ ныҡ итеп ҡосаҡлашабыҙ. Өләсәй тәмле итеп аш бешерә. Аҙаҡ туйғансы һөйләшәбеҙ, уйнайбыҙ, алыҫ араны ҡурҡмай үтә алыуыма икеһе лә аптырайҙар, маҡтап башымдан һыйпап алалар...
Әсәйем – насар кеше түгел ул. Тик атайым менән аралашырға ҡушмай. Шуныһы иң ҡыйыны. Бер йыл элек атай менән нимәгәлер талаштылар ҙа, ул мине алып, Өфөгә күсеп китте. Атайҙы ныҡ итеп һағынғас, әсәйҙән гел уның тураһында һораша башланым. Тик атайҙың исемен ишетеү менән, әсәйҙең ҡобараһы оса, әрләшергә тотона:
– Шул әҙәм аҡтығын бүтән иҫемә төшөрмә! – ти ул, асыуланып. – Ҡәһәр һуҡҡырҙы күргем дә, ишеткем дә килмәй. Ул һиңә башҡаса атай түгел! Ишетһең ҡолағың! Йыбытҡы, хөрәсән, әсәһенең бәпәйе! Шуға кейәүгә сығып әрәм булдым. Ҡайҙан юлыма осраны икән шул мәхлүк! Мин дә иҫәр – шуға кейәүгә сығып барам бит әле. Башыма тай типте тиерһең. Бөгөн килеп, һинең өсөн генә донъяла иң һуңғы ир ҡалды тиһәләр ҙә, боролоп ҡарамаҫ инем...
Шулай итеп, әсәй оҙаҡ тыныслана алмай әрләшә бирә. Мине атай менән ҡабат күрештермәҫ өсөн дә икенсе ҡалаға күсереп алып китте. Телефоным да юҡ. “Атайың менән һөйләшкәнеңде белһәм, муйыныңды борам!” – ти. Берәй ҡырын эш эшләһәм, гел бер төрлө әрләй: “У-ух, атайыңа оҡшап! Уның бөтә этлектәре һиңә күскән! Нәҫелдәре менән хаслыҡлы бит улар!”
Уның һөйләгәндәрен тыңлап торһаң, атайҙан да насарыраҡ кеше юҡ донъяла! Ә атай ундай кеше түгел! Әсәйем уны ниңә шул тиклем күрә алмайҙыр, белмәйем.
Әгәр әсәй иртәгә артымдан килеп етһә, ҡолаҡты бороу менән генә сикләнмәҫ. Атайҙы күрер өсөн ҡасҡанымды белһә, бөтөнләй үлтерәсәк. Нимә эшләргә?
Уйлап ҡараһаң, Сибайға тиклем ярты юлды үткәнмен. Әллә артабан юлды дауам итергә инде? Тик кеҫәлә бер тин дә аҡсам юҡ. Шул саҡ ҡулымдағы елле генә сәғәткә күҙем төштө. Был электрон сәғәтте әсәйем алып биргәйне. Бик шәп нәмә ул! Көнөнә күпме аҙым үткәнемде күрһәтә, йөрәк тибешен иҫәпләй, ҡараңғыла экраны яна, уятҡысы ла бар.
– Кем һатып алырға теләй? – тип күрһәттем бүлмәләштәргә. Сәғәтте күргәс, малайҙарҙың күҙҙәре бәзләп китте. Ҡулдан ҡулға йөрөтөп ҡарап сыҡтылар. Тик үҙҙәре менән аҡсалары юҡ тинеләр. Берәүһе рюкзагына алыштырам тип ныҡышҡайны, риза булманым:
– Миңә аҡса кәрәк, – тип ҡырт киҫтем.
Гел телефонында уйнап ятҡан малай (исемен дә һорашып торманым) сәғәтте яман ныҡ оҡшатты.
– Ике йөҙ һум ғына аҡсам бар. Бүтән юҡ. Әгәр риза булһаң, алам, – тине.
Был сәғәттең хаҡын яҡшы беләм. Ул ике меңдән дә кәм түгел. Һатырғамы, һатмаҫҡамы тип оҙаҡ икеләндем.
– Ярай һуң, ал әйҙә, – тип ҡул һелтәнем, ахырҙа. Теге малай сәғәтте эләктергәс, ауыҙы ҡолағына етте. Саҡ сәғәттең эсенә инеп китмәй, ян-яғына әйләндереп ҡарай, “бына, күрегеҙ” тигәндәй бүтән малайҙар алдында күрһәтеп ала.
– Шә-ә-әп сәғәт! – тип маҡтай бүтәндәр.
– Ә һин ниңә осһоҙға һаттың ул? – тип төпсөндө китаптан айырылмаған малай.
– Кәрәк шул. Бик кәрәк, – тинем дә, артығын һөйләп торманым. Ниәтемде бүтәндәр белергә тейеш түгел...

Мин – әсәй

Икенсе көн үҙемә урын тапмайым. Йоҡо ҡайғыһы бөттө. Ҡайҙа ғына шылтыратманым, кемдәргә генә ярҙам һорап инәлмәнем. Ер упты тиерһең! Балам тураһында уйлана торғас, аҡылдан яҙыр сиккә еттем. Полицияның да аҫтын-өҫкә әйләндерҙем. Тик ятмаһындар, әйҙә эҙләһендәр, уларҙың эше шул! Юҡҡа аҡса алып ятырға тимәгән! Сәғәт, минут һайын ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр көттөм. Тик бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Түҙмәнем. Инде үҙем Сибайға барып, теге бирәндең алҡымынан алам тип йөрөгәндә генә телефон шылтыраны:
– Һеҙҙең балағыҙ табылды. Белоретта. Дауаханала ята... – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, йөрәгем атылып сыға яҙҙы. Нисек инде Белоретта?! Бер тин аҡсаһыҙ! Кем ҡотортто икән?! Етмәһә, дауаханала тисе. Юҡ, мин бер нәмә лә аңламайым. Башым уйларлыҡ хәлдә түгел ине.
– Нимә булған һуң балама? Иҫәнме? – полиция хеҙмәткәренә тотлоға-тотлоға һорауҙарымды яуҙырҙым.
– Иҫән! Бер нәмә лә булмаған. Һеҙҙе көтә. – тине полиция. Күңелде аңлата алмаҫлыҡ еңеллек биләне. Йә Хоҙай! Имен генә булһын инде бәпкәм! Берҙән-берем! Йәшәүемдең мәғәнәһе. Тормошомдоң дауамы... Тиҙ генә такси ялланым да, таулы-урманлы яҡҡа һыпырттым.
...Юл буйына күҙемдән йәш кипмәне. Таксист “һеҙгә ҡыйынмы?” тип ҡат-ҡат һораны. Юҡ тигәндәй өнһөҙ генә баш ҡаҡтым. Баламды барып ҡосаҡламайынса, йөрәгем урынына ултырмаҫ инде. Ниңә генә шулай бәхетһеҙмен икән?! Кешесә йәшәйем тиһәң, берәй нәмәһе сығып ҡына тора. Юл оҙон. Юлдан да оҙонораҡ уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Әллә нисә йыл элекке көндәргә әйләнеп ҡайтам да уфтанып ҡуям.
...Варис менән осрашыуыбыҙ көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Мин Өфөлә училищела бухгалтерға уҡып йөрөйөм. Бер көндө әхирәтем тыуған көнөнә саҡырҙы. Бармаҫҡа тырышып, мең төрлө сәбәп уйлап сығарып маташтым. Дөрөҫөн әйткәндә, бик теләп барыр инем, бүләк алырға кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Буш ҡул менән барыу оят бит! Етмәһә, диплом эше менән баш ҡатҡан. Тик әхирәтем ай-вайына ҡуйманы:
– Киләһең! Башҡа яуапты ишеткем дә килмәй! Бер ниндәй ҙә бүләк кәрәкмәй, һин үҙең бүләк! – тип ҡырт киҫте. Ахырҙа, ризалаштым. Оят булһа ла, курсташ ҡыҙҙан аҡса һорап торҙом да, магазиндан матур ғына ваза һатып алып, киттем.
Фатирға барып инһәм, байрам гөрләй. Миңә таныш булмаған ҡыҙҙар, егеттәр йыйылған. Өҫтәл туйға шикелле йәйелгән. Китте мәжлес. Төрлө көләмәстәр һөйләп көлдөрөргә яратҡан, яғымлы ғына һөйләшкән, аҡ йөҙлө, ҡуйы ҡара сәсле егет шундуҡ эргәмә килеп ултырҙы. Бейеү көйө башланһа ла, саҡырып бер булды. Өҫтәлгә ултырһам да, эргәмдән китешмәне. Үҙе автотранспорт колледжында уҡый икән. Ғаиләлә бер бөртөк малаймын, әсәйем почтала эшләй тип һөйләп алып китте. Варис менән тәүге күрешеүем шулай булды. Был егет әллә ни иҫ китерлек тә түгел, шулай ҙа әҙәплелек һаҡлап һүҙ ҡушҡан булдым.
Тыуған көн үткәндән һуң, иртәгеһе көнөнә мине эҙләп ятаҡҡа килеп еткән. Ҡулына сирень сәскәһе тотҡан бит әле! Бындай иғтибарҙы күреп өйрәнмәгәс, ебенем дә киттем. Уҡыу менән былай ҙа баш ҡатҡан ваҡытта егеттәр менән йөрөргә ваҡыт та юҡ ине. Варистың күңелен ҡыймайым тип кенә ике-өс тапҡыр паркка йөрөргә сыҡтым. Һиҙмәҫтән шулай үҙем эҫендем дә киттем. Йәйҙең матур көнөндә туй үткәрҙек!..
...Дауаханаға атылып тигәндәй барып индем. Баламды күрһәтегеҙ тип талап итһәм дә, медсестра ашыҡманы, тәүҙә бүлек мөдире менән һөйләшергә тип уның кабинетына индереп ебәрҙе.
– Шаһиев Ласын ошо бүлектә ята бит! Мин уны алырға килдем, – тинем инеү менән.
Мөдир мине күргәс, ағарып китте. Нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ итте.
– Ней бит әле... ханым, ул... Нисек шулай килеп сыҡҡандыр...
– Нимә булды?! Әйтегеҙ асыҡ ҡына. – Үҙем ҡаты ғына һөйләшергә тырышам, эстән йөрәк тулап сығып килә.
– Ул иртәнсәк кенә палатаһында ине. Аҙаҡ ҡараһаҡ...
– Йә, нимә булды?! Иҫәнме ул? Палатаһында булғас, күрһәтегеҙ! Мин улымды алам тип Өфөнән килеп еттем!
– Малайығыҙ ҡасҡан, – тине аҡ халатлы ханым, ғәйепле башын эйеп. – Тәҙрәнән сығып тайған...
– Нимә-ә-ә?! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ ул?! Күрһәтегеҙ баламды!
– Һеҙ борсолмағыҙ. Беҙ уны эҙләйбеҙ. Бәлки, ҡалаға йөрөп килергә генә сыҡҡандыр... Ундай хәлдәр булғылай.
Көсһөҙлөктән саҡ үкереп илап ебәрмәнем. Инде баламды таптым тигәндә генә юғалтыуҙан да ауыр тойғо юҡтыр. Ошо көндәрҙә эсемдә йыйылып килгән бөтә ярһыуым йырылды ла китте:
– Нисек инде ҡасты?! Минең йәнде көйҙөрмәгеҙ! Баламды хәҙер үк тапмаһағыҙ, былай ғына ҡалдырмайым! Мин һеҙҙең башығыҙҙы төрмәлә серетәсәкмен! Һеҙгә бала ғына түгел, этте лә ҡарауға тапшырырға ярамай!
– Зинһар, тынысланығыҙ. Табыласаҡ балағыҙ.
– Тынысландырмағыҙ мине! Ә һеҙ ҡайҙа ҡаранығыҙ! Хәҙер үк прокуратураға барам! Президентҡа хат яҙам! Һеҙ... беләһегеҙме кем: лжеврач! Был балалар бүлеге түгел – шарашкина контора! Шундай йүнһеҙ кешегә кем бала ғүмерен тапшырған? Нисек инде уны көпә-көндөҙ күҙҙән яҙҙырғанһығыҙ? Бында нимә – тәртип юҡмы?
– Әйҙәгеҙ ипләп һөйләшәйек... Беренсенән, беҙгә балағыҙ өйҙән килеп эләкмәне, һеҙ бит уны үҙегеҙ юғалтҡанһығыҙ. Икенсенән, беҙ уны былай ҙа ауыр хәлдән ҡотҡарҙыҡ.
– Шулайтҡан тей! Судта һөйләрһегеҙ был әкиәтегеҙҙе! – Асыуым килеп мөдирҙең өҫтәленә шапылдата һуҡтым. – Мин эште былай ғына ҡалдырмайым. Ғәфү үтенмәгеҙ ҙә! Аңлағыҙ: бала ғына бит ул! Бала-а-а! Нисек уның ғүмере менән шулай шаярырға мөмкин?
– Беҙгә эләккәндә уның хәле яман насар ине. Ярай әле...
– Етә-ә-әр! – тип бүлдерҙем мөдирҙе. – Һеҙҙең арҡала баламдың башынан бер бөртөк кенә сәсе төшһә, башығыҙҙы ашайым!
Ишекте шапылдата ябып сығып киттем.

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас