Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Февраль 2023, 08:19

Тимер юл ауылында хәҙер этномузей бар

Экспонаттар туплауҙа ауылдаштары ярҙам иткән.

Тимер юл ауылында хәҙер этномузей барТимер юл ауылында хәҙер этномузей бар
Тимер юл ауылында хәҙер этномузей бар

Белорет районы Тимер юл ауылында “Башҡорт мәҙәниәте йорто” этномузейы булдырылды.  

Уны урындағы ҡатын-ҡыҙҙар, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары асҡан.

 Улар экспозиция эшләү тураһында күптән хыялланған. Ошо тәҡдим менән ауыл советы башлығына мөрәжәғәт иткәндәр, етәксе башланғысты хуплаған һәм бина бүлгән. Экспонаттар туплауҙа ауылдаштары ярҙам иткән.  Бында башҡорттарҙың көнкүреше менән танышыуҙан тыш, сигеп, йөн иләп йәки бәйләп ҡарарға ла мөмкин. Музейҙа уҡыусылар өсөн экскурсиялар, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, тигән уй менән йәшәйҙәр. 

Автор:
Читайте нас