Тормошҡа насар йәшәгәндәр зарланмай, яҡшы нәмәләрҙе күрә белмәгәндәр зарлана.
Күңел тигәнең китап кеүек, кешегә ышанып тапшыраһың – йыртып ҡайтаралар.
Һин ергә ятып, өҫтөңдән тапап йөрөргә рөхсәт ит, барыбер риза булмаҫтар, ниңә тигеҙ түгелһең тип һөйләнерҙәр. Кешеләр һинең турала нимә уйлауы бөтөнләй борсомаһын. Үҙеңсә йәшә.
Йүнһеҙҙәр менән дуҫлашма. Серек алма янына бер түгел, ун яҡшы алма ҡуйһаң да, ул яҡшырмай, киреһенсә, яҡшылары боҙолорға мөмкин.
Бөтә ябыҡ ишектәрҙе шаҡырға, бөтә асыҡ ишектәргә инергә ярамай икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың.
Күп кешеләр аҙнаны йома көтөп, айҙы байрам көтөп, йылды йәй көтөп, ғүмерҙе бәхет көтөп үткәрә. Ысынында иһә һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк.
Сығыныҡ: https://vk.com/telekanal_salyam