Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Март 2023, 13:11

КИТМӘ, ЕҢГӘ!

КИТМӘ, ЕҢГӘ!КИТМӘ, ЕҢГӘ!
КИТМӘ, ЕҢГӘ!

 

Ошо арала еңгәмә ниҙер булды: тәҙрә төбөнә килеп ултыра ла, күҙҙәрен ҡайҙалыр алыҫтарға төбәп, уйға бата. Мин уны ситтән күҙәтәм, ап¬аҡ йөҙө һурыла төштө, хәрәкәттәре лә һүлпән, ҡыңғырау тауышын хәтерләткән көлөүе лә ишетелмәй башланы. Уны нимә шулай борсоғанын белһәм йыуатыр инем... Бөгөн дә уны тәҙрә төбөндә күрҙем. Яңағына таянған да, хәрәкәтһеҙ ултыра. Моғайын, ул ағайымды һағыналыр... Командировкаға китеүенә алты көн – хаты ла, хәбәре лә юҡ. Уның тиҫтерҙәре бөтәһе лә ауылда. Йә тракторист, йә шофер, йә малсы булып эшләй. Ағайымдың ғына профессияһы бер кемдекенә лә оҡшамаған – фотограф. Ауылдыҡылар уны һәйбәт төшөрә тиҙәр. Ул фотоаппаратын яуырынына аҫып ауылда күрендеме, бала¬саға уратып ала. 

– Сабир ағай, төшөр инде, – тиҙәр. Ағайым инәлтеп маташмай, үҙе менән эйәртеп Ҡыҙыл буйына алып төшә. Йылға бөгөл яһап аҡҡан ерҙә ваҡ талдар, һомғол тирәктәр үҫә. Бына ошо ерҙә фотоһүрәткә төшөрөргә ярата ла инде ағайым. 

 

Еңгәм ни эшләптер ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Мин, бесәй шикелле атлап, уның янына килеп баҫтым һәм шым ғына: "Еңгә", – тинем. Ул ҡапыл тертләне. Мине күргәс: «Ни бар, ҡараҡаш?» – тип йылмайҙы. Үкенеп ҡуйҙым: йомошом юҡ ине лә баһа. Ниңә уйҙарын бүлдем икән? Минең шым ғына баҫып тороуымды күргәс: "Яҡыныраҡ кил", – тине. Шунан сәстәремдән һыйпап, алдына ултыртты ла бит алмаларымдан супылдатып үбергә тотондо. Мин уның көслө ҡулдарынан ысҡынырға тырыштым. Тик бер нәмә лә килеп сыҡманы. Илар хәлгә еттем. 

– Һеңлем кеүек күреп яратам үҙеңде. Айырылышыуҙары үтә ауыр булыр микән, ҡараҡашым? – Ул ауыр һулап көрһөндө лә һүҙҙе ҡапыл икенсегә борҙо: – Әнисә, киске һауынға минең менән бараһыңмы? 

– Барам, еңгә, барам. 

– Бына яҡшы. Ә хәҙер баҡсаға сығайыҡ. Юҡһа сүп¬сар баҫты. 

 

Еңгәмдең ҡулы ипле: нимәгә тотонмаһын, эшләгән эше ялт итеп, көлөп тора. Әле лә ул бер юлы ике түтәлдең дә ҡый үләндәрен утай, хатта кесерткән дә уның ҡулдарын саҡмай. Ух, яратмайым шул яуызды! Ҡайһы аралалыр беләгемде семеттереп тә өлгөрҙө. Сағылған ерем шунда уҡ бүртеп сыҡты. Еңгәм миңә ярҙамға ашыҡты. Ҡоҙоҡтан һалҡын һыу алып килде. Ҡулъяулығын, еүешләп, терһәгемә баҫты. «Рәхмәт, еңгәм!» – тип әйткем килә, тик, ни эшләптер, тауышым сыҡмай. 

– Бигерәк йыуашһың шул, ҡараҡаш. Исмаһам, бер һүҙ әйтсе, – Еңгәм сиҙәмгә ултырҙы һәм тағы уйға батты. Мин ҡыяр өҙөп уға бирҙем. 

– Рәхмәт, ҡараҡаш! – Ул ашап бөттө лә миңә ҡарап йылмайҙы. – Йылғаға һыу төшөргә барабыҙмы? 

 

Көн дә эҫетте. Еңгәм, ҡолас ташлап, ағынға ҡаршы йөҙә. Мин яр буйлап ваҡ таш йыям. Төрлө төҫтәге таштарҙан ергә муйынсаҡ теҙәм. 

– Етте, ҡараҡаш. – Еңгәм ярға сыҡты. – Миңә эшкә китергә ваҡыт. 

Ҡулымды ҡаш өҫтөнә ҡуйып, ҡояшҡа ҡараным. Әле иртә лә баһа? Ҡайҙа шулай ашығалыр... Ул минең уйымды аңланы, шикелле. 

– Йәйәү барабыҙ. Таҡ¬тоҡ килеп «Беларусь» арбаһында йөрөү ялҡытты. 

 

Көнөнә ике тапҡыр: иртәнсәк һәм кискеһен һауынсыларҙы Ғәлим ағай эшкә алып бара, ҡайтарып ҡуя. Йәйләү күкһелләнеп ятыусы тауҙар итәгендә урынлашҡан. Ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта ул. Ашыҡмай атлайбыҙ. Еңгәм ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер күңелле көй көйләй. Йәйләүҙә былтыр булғайным. Ҙур булмаған ике ағас йорттоң береһендә – көтөүселәр, икенсеһендә һауынсылар йәшәй. Йылға буйында һауын аппараттары урынлашҡан. Бөгөн ғәжәпләнеүемдең сиге булманы: элекке йәйләүҙе танырлыҡ та түгел, тирә¬яҡта кирбес өйөмдәре тауҙай булып ята, ниндәйҙер торнаға оҡшаған машина ултыра, төҙөүселәр кирбестән ҙур торлаҡ төҙөй. Ана, береһе ҡулындағы кирбесте теҙеп һалды ла еңгәмә ҡарап йылмайҙы. 

– Һаумы, Хәтирә! Эшкә бик иртәләгәнһең. Беҙҙең янға мен. Ташсы һәнәренә өйрәтербеҙ. Кәрәк булыуы бар. 

Еңгәм ҡыҙыҡһынып туҡтаны. 

– Ысынлапмы? 

– Ысын, әлбиттә. Ташсы вәғәҙәһе таштан ышаныслы, ныҡ ул. – Ул күршеһенә төртөп күрһәтте. – Ана, Әнүәр шефлыҡҡа алыр. Ҡулы оҫта уның. Тиҙ өйрәтер. 

Еңгәм минең ҡулды ысҡындырҙы ла йүгерә¬атлай йортҡа ашыҡты. Бына ул таҙа кейемдәрен сисеп ташланы, трико кейҙе, башына косынка бәйләне. Күп тә үтмәне, еңгәм төҙөүселәр янында ине инде. Ни эшләптер, ҡысҡырып илағым килә. Ә уға күңелле, күрәһең. Ҡулындағы көрәккә оҡшаған нәмәһе менән кирбес өҫтөнә иҙелмә һала, Әнүәр тигәне уға ярҙамлаша, кирбес бирә, ниҙер һөйләй, күрһәтә. Еңгәм, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып, битен, муйынын һөртә, йыш ҡына ҡысҡырып көлә. Эйе, уға рәхәт, ә миңә ауыр... 

 

Бына «Беларусь» күренде. Һауынсылар һөйләшә¬көлөшә өйгә килеп тулды. Быжыр Нәсимә: 

– Нимә ҡарап тораһың? Бар еңгәң янына, юҡһа теге шабашник урлап ҡасыр, – тип хихылданы. Кемдер шым ғына көлдө, кемдер: 

– Юҡ¬барҙы һөйләр ҙә торор ошо! – тип уны битәрләне. Уғаса булмай, еңгәм килеп инде. Һауынсылар шым булды. Ҡайһыһы ойоҡбаш, бейәләй бәйләменә тотондо, Нәсимә кеүектәре иһә ауыл яңылыҡтарын көнбағыштай сиртергә кереште. Еңгәм уларҙың береһенә лә ҡатнашманы. Күп тә үтмәне, һыйырҙарҙың мөңрәшкәне, көтөүсенең сыбыртҡы шартлатҡаны ишетелде. – Ҡуҙғалдыҡ, ҡыҙҙар 

Мин еңгәмә ярҙамлашырға ашыҡтым. Тын ғына ятҡан йәйләү хәрәкәткә килде: һөт һауғыс аппараттың моторы геүләп эшләргә тотондо, һауынсылар һыйырҙарын йә иркәләп, йә бер аҙ сыбыҡлап һауыла торған махсус урындарға ҡыуҙы. Еңгәмдең һыйырҙары үтә тыңлаусан. Магазинда сиратта торалар, тиерһең. Береһе һауылып бөтөүгә, икенсеһе ҡапҡа төбөндә көтөп тора. Хәйер, еңгәм һәүкәштәрҙе генә түгел, ҡырағай йәнлектәрҙе лә тыңлатыр ине. Уның йылмайып бер күҙ һирпеүенә, яғымлы тауышына ирейһең дә китәһең. Еңгәм ашыҡмай. Башҡалар һауып та бөттө. Уның яй ҡыбырлауына быжыр Нәсимә түҙмәне: 

– Тиҙерәк бул! Кем һинең шикелле тыу икән... Мал¬тыуарҙы тәрбиәләйһе, бала¬ сағаны ашатаһы, йоҡларға һалаһы, – кемгәлер күҙ ҡыҫып. – Ир ҡуйынына инәһе бар, – тип хихылданы. Күптәр уны әсе телле, арттырып, шаштырып һөйләргә әүәҫ булғаны өсөн яратмай. Еңгәм Нәсимә менән телләшеп торманы. 

– Беҙҙе көтмәгеҙ, бикәсем менән пешком туратта ғына ҡайтырбыҙ, – тине. 

– Абау, үпкәләп тә өлгөрҙө инде, – Еңгәм яуап ҡайтармағас, быжыр Нәсимә тракторсыға ҡысҡырҙы: – Таксийыңды ҡуҙғалт, «шылт» ауылға! 

 

Һауынсылар ҡайтып киткәс, еңгәм төҙөүселәр янына ашыҡты. 

– Әйҙә, ҡалма, – тип, мине лә эйәртте. Бына еңгәм Әнүәр менән мыйыҡлы егет янына баҫты. Ҡулдан¬ҡулға кирбес күсә, күҙгә күренеп стена үҫә. Икеһе лә һөйләшмәй, дәртләнеп эшләй. Әнүәрҙең тәне, ҡояшта янып, суйындай ҡарайған, хәрәкәттәре етеҙ. 

– Оһо, – мыйыҡлы егет һүҙ бутҡаһы ҡуйыртты. – Былай булғас, Әнүәр, бер аҙнанан ферманың һөлдәһе әҙер була! 

– Маҡтанма, иртәгәлеккә цемент кәрәк булыр. Ҡом да самалы. Төҙөүселәр әйтмешләй, «кирбес бар, цемент юҡ, раствор бар, рабочая сила юҡ» килеп сыҡмаһын! 

– Беләм, беләм. Борсолма, туған. – Ул Әнүәрҙең арҡаһынан һөйҙө. – Туйға аҡса күп кәрәк буласаҡ. Ничево, ярҙам итербеҙ. 

Ул китте. Ниндәй туй? » Әллә еңгәм? Юҡ, юҡ... Был төҙөүселәр бик ҡыҙыҡ һөйләшә, оҙон сәс йөрөтә, күбеһе һаҡал¬мыйыҡлы. Береһе яңыраҡ көнө буйы йылға буйында йоҡлап ятты. Икенсеһе салбар кеҫәһенә шешәләр тығып, урам буйлап һыҙғырып йөрөнө. Тик бына еңгәмә ярҙамлашҡан, уға һөнәр өйрәткән Әнүәр генә тегеләренә һис оҡшамаған: артыҡ ҡысҡырмай, һүгенмәй, тартмай, ипле кейенә. Һуң ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Әнүәр беҙҙе оҙата барҙы. Юлда улар ашыҡманы. Мин арттараҡ киләм, һирәк¬һаяҡ уларҙың һөйләшкән һүҙҙәре ҡолаҡҡа килеп бәрелә. Әнүәр нимәгәлер аҡлана. «Мин ғәйепле», – ти. Еңгәм уны йыуата шикелле: «Үткән эштән төш яҡшы», – ти. Ауыл осона етмәҫ элек Әнүәр тороп ҡалды. Еңгәм менән ҡул биреп йылы хушлашты. Ҡапҡа төбөндә кескәй ҡустым Рәмил: "Һөйөнсө! – тип ҡаршы килде. – Ағайым ҡайтты. Тик ул эскән, иҫерек". 

Еңгәм бер һүҙ ҙә әйтмәне. Беҙ уның артынан эйәрҙек. Ағайым, ысынлап та, сисенмәйенсә йоҡлап ята, фотоаппараты стеналағы сөйҙә элеүле тора. Еңгәм ағайыма оҙаҡ ҡарап торҙо. Ауыр итеп көрһөндө. Шунан тәҙрә төбөнә барып ултырҙы. Миңә ҡарамай ғына: "Ҡараҡаш, аша ла йоҡларға ят, йәме", – тине. 

Бына ҡараңғы ла төштө. Асыҡ тәҙрә аша өйгә серәкәйҙәр килеп тулды. Еңгәмә улар теймәй, күрәһең. Көндөҙгөсә ултырыуын белә. Мин юрғанымды башым аша ябындым. Нисек йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәгәнмен. Төн уртаһы булғандыр, еңгәм менән ағайымдың һөйләшкән тауышына уянып киттем. 

– Ике айлыҡ курсҡа китәм, – тине ағайым. 

– Бармаҫҡа булмаймы? 

– Ебәрәләр бит. – Ағайым көрһөндө. – Бармаһаң, эштән сығаралар. Минең махсус белемем юҡ. Еңел эште ташлап, башҡалар шикелле көрәк, һәнәк тотоп йөрөп булмаҫ инде. 

 

Икенсе көн ағайым өйҙә юҡ ине инде. Кискә табан еңгәм мине үҙе менән эшкә алып китте. Бөгөн дә ул төҙөүселәр янына килде. Аҙнаға яҡын ваҡыт үтте. Тәүҙә быжыр Нәсимә еңгәм хаҡында: 

– Ышан хәҙерге йәштәргә, ире уҡырға киткәйне, ана нисек типтерә, – тип һөйләнеп ҡарағайны ла, оло һауынсы Хәтимә апай ауыҙын тиҙ япты: 

– Тишек йыртыҡтан көлә, тиҙәр. Үҙең нисә тапҡыр кейәүгә сыҡтың? Береһе менән дә рәтләп йәшәп китә алманың. Бер аҙна ир ҡуйынында ятыр өсөн исемемде һатмайым мин. Эй Хоҙай! Яңғыҙ йәшәүҙәре ауыр шул. Әгәр ирем тере булһа... – Ул хәтирәләргә төшөп китте. – Шулай бер лаяҡын иҫереп ҡайтҡан. «Эсәһеңме тағы?» тип ҡайыҙлайым ғына. «Башҡа ауыҙыма ла алмайым, һуҡма инде», – тип инәлә. Тәки теге шайтан ризығын ярты йылдан ашыу еҫкәп тә ҡараманы. Тора¬бара үҙем йәлләй башланым. Дуҫ бар, дошман бар. Ҡунаҡҡа йөрөшкәндә ҡыйын. Үгәйһетелгән бала шикелле кеше менән аралашмай, түңгәк һымаҡ тик ултыра. Бер мәжлестә аҫтан ғына семеттем тегене. Муйыл күҙҙәрен тултырып ҡарағайны, рюмкаға ымланым. Тик бынан һуң бер тапҡыр ҙа самаһыҙ ҡыланманы. 

 

Йома көн – еңгәмдең ялы. Әнүәр ағай менән улар күл буйына барырға һөйләште. "Бараһыңмы?" – тип һораны еңгәм. Мин риза инем. Ҡыҙыҡ, Әнүәр ағай туғаным түгел, шулай булһа ла миңә яҡын кешегә әйләнеп бара. Матур ул беҙҙең Сыбаркүл, һыуы таҙа. Уға эреле¬ваҡлы йылғалар ҡоя. Көнсығыш яры ҡомло, һөҙәк. Биҙгенде йылғаһы ҡойған ерҙә ваҡ ҡыуаҡлыҡтар үҫә. Бына беҙ күл буйында. Еңгәм менән Әнүәр ағай, оҙаҡ уйлап тормай, кейемдәрен сисеп ташланы ла ҡолас ташлап йөҙөп үк киттеләр. Ана, улар Сыбаркүлдең уртаһына етте. Уларға ҡарап көнләшәм. Ҡасан мин дә йөҙөргә өйрәнәм инде. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡып та ҡуям. Әгәр батып ҡуйһалар? Юҡ, юҡ. Ана, улар теге ярға сыҡты. Икеһе лә миңә ҡул болғаны. Еңгәмдең: 

– Ҡараҡаш, биҙрә менән һыу алып кил. Сәй ҡайнатырбыҙ, – тип ҡысҡырғаны минең ҡолаҡтарға саҡ килеп етте. Улар йөҙөп сыҡҡансы, сыбыҡ¬сабыҡ йыйып ҡуйҙым. Еңгәм Әнүәр ағайға: 

– Тағанға сәйнүкте элеп, ут яғып ебәр, ә мин Ҡараҡашты йөҙөргә өйрәтәм, – тине. Мин аяҡтарым, ҡулдарым менән һыуҙы сәсрәтәм, тыбырсынам. Еңгәм түшемдән тотҡан, ҡулдарымды алға һөйрәй. Ул ысҡындырһа, һыу башымды ҡаплап китә, күҙҙәремә, ауыҙыма тула. Еңгәм мине күтәреп ала, бер туҡтауһыҙ шаяра, көлә. Бына беҙ ярға сыҡтыҡ. Әнүәр ағай сәй ҡайнатып та өлгөргән. Ҡом өҫтөнә гәзит түшәлде, ашамлыҡтар ҡуйылды. Ни эшләп ҡырҙа сәй тәмле була икән? Эсеп туйғыһыҙ. Кәйеф тә күтәренке. Ә еңгәмде танырлыҡ та түгел – йөҙө ҡояштай балҡый. Сәй эсеп бөткәс, еңгәм менән Әнүәр ағай яр буйлап кем уҙарҙан ярышып йүгерешергә, көлөшөргә, шаярырға тотондо. Әгәр Сабир ағайым уларҙы күреп ҡалһа, берәйһе уға күл буйына килгәнде әйтһә? Ни эшләп еңгәм Әнүәр ағайҙы шулай яҡын күрә икән? Улар ҡомға ултырҙы. 

– Бөгөнмө? – Әнүәр ағай еңгәмдең ҡолағына эйелде. 

– Бөгөн! 

Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Еңгәм шундай асыҡ, аңлайышлы итеп әйтте. Хатта бөгөн һүҙенә "һөйөклөм"дө өҫтәне. Ҡайҙа китәләр, ни эшләп? Әнүәр ағай еңгәмдең биленән ҡосаҡланы: 

– Яңылыштым шул, йүләр. Әгәр шул саҡта аңлашҡан булһаҡ... 

Уларҙың һөйләшеүенән мин шуны аңланым: Әнүәр ағай менән еңгәм бер¬береһен өҙөлөп яраталар. Еңгәм ошо күл буйында Әнүәр ағайҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда көтөргә вәғәҙә биреп ҡала. Тик улар араһынан ҡара бесәй сабып үтә. Быға көнсөл, маҡтан¬ сыҡ, үҙен яратҡан минең Сабир ағайым сәбәпсе була. Ул еңгәм менән бер егеттең фотоһын эшләй һәм аҫтына "туйға саҡырабыҙ" тигән яҙыу менән Әнүәр ағайға ебәрә. Уныһы, дөрөҫлөктө белергә теләп, хаттар яҙа. Тик яуап биреүсе булмай. Еңгәмдең бер туған апайы почтальон Хариса хаттарҙы ағайыма биреп бара. Бер туған ағайым Сабир, Хариса кеүек ҡара уйлы кешеләр бар икән дә баһа беҙҙең ауылда?! Хатта ышанаһы килмәй. Мин яңы ғына был донъяла мөхәббәт, һөйөү тигән бөйөк көс барлығын тоя башланым шикелле. Бының шаһиттары Әнүәр ағай һәм еңгәм, минең яратҡан еңгәм! Улар ниндәй бәхетле! Оҙон, оҙаҡ йылдар, һикәлтәле юлдар үтеп табышҡандар, айырылмаҫҡа табышҡандар. Улар һис һүҙһеҙ китерҙәр. Еңгәм мине ҡалдырып китер... 

Ә ниндәй матур көн ине бөгөн. Ҡайҙа юғалды ул матурлыҡ? Ни эшләп күл өҫтөндә ҙур¬ҙур тулҡындар йүгерешә, ыңғырашып, яман тауыштар сығара? Тулҡындар тигәнем, күҙ йәштәрем икән, ә тауыштар – йөрәгемдең ялбарыу, үтенеү ауаздары: 

– Китмә, еңгә! Китмә... 

Мөхәмәт Моратов.

Автор:
Читайте нас