Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Март 2023, 15:08

ГҮЗӘЛ ЗАТҠА БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕ ТАБИП. Хикәйә

ГҮЗӘЛ ЗАТҠА БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕ ТАБИП. ХикәйәГҮЗӘЛ ЗАТҠА БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕ ТАБИП. Хикәйә
ГҮЗӘЛ ЗАТҠА БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕ ТАБИП. Хикәйә

 

– Әйҙәгеҙ, Тәслимәкәй, операция өҫтәленә. 

– Мин операция яһатыуҙан баш тартам, Мария Ивановна! 

– Хәҙер һуң инде...Дауаланыу ҡағиҙәләре менән танышып, ризалығығыҙҙы биреп, ҡултамға ҡуйҙығыҙ бит, ингәс тә... 

– Кире уйланым...үлһәм үләм... тик ғәрип булаһым килмәй! – тине ярһыған, һылыу йәш ҡатынҡай, йыш-йыш тын алып. 

Дауалаусы көтөлмәгән хәлдән йөҙәп ҡалды. Ул ошоғаса уны ыңғай характерлы тип белә ине...Ни булды? 

Тәслимә сумкаһынан ашыға-ашыға әйберҙәр сығара башланы. 

– Бына, бына...был бюстгальтерҙарымды күрәһегеҙме-е? Яңы фасонлы, иң-иң һуңғы модала тегелгәндәр. Бындайҙарҙы Рәсәй кибеттәренән эҙләһәң дә тапмаҫһың. Ә быныһын Япониянан алып ҡайтты...Тәңкәләр баҫылғанын Төркиәнән...Суҡлы таҫмалыһын Һиндостандан...Һинд ҡыҙҙары ошондайҙы кейә, Мария Ивановна! Ирем дә оҡшатты, ҡыҙыл суҡтар менән биҙәлгәнен, тип түштәренә терәне...Башын уңға-һулға бороп, уғата ла ләззәтле хистәргә бирелеп, күҙҙәрен йомоп, оҙон керпектәрен елпене.. . – Тәмле хушбый һипкәндә-ә-ә... классно буласаҡ! Бәлки... берәйһен һеҙгә бүләк итермен... Ҡайһыһы күңелегеҙгә хуш килә? Тартынмағыҙ, һайлағыҙ, һайлағыҙ!

– Матурҙар шу-у-ул...Борсолма,... ваҡыты етер, кейерһең, һылыуҡай... 

–Һылыуҡа-а-ай?! 

– Һе-е-е...мин хәҙер генә һылыуҡаймын һеҙгә, ә аҙа-а-аҡ... минең өсөн өҙөлөп торған бер кем дә булмаясаҡ! Ирегем дә... Ул... ул мине ошо күкрәктәрем өсөн яратты...Күкрәгемә башын терәп йоҡлар ине...Ә нисек үбә ине-е-е...Үбеп туймаҫмын да тине... 

– Ярата икән, ниндәй булһаң да яратасаҡ... Иң беренсе һаулығыңды һаҡлап ҡалыу мөһим. Әлегә ваҡыттың һәр минут ҡәҙерле...түш биҙҙәреңдәге метостаза аҙғынып китеүе бар... Киттек, беҙҙе көтәләр... 

Тәслимә башын сайҡай-сайҡай, түштәрен устарына мыҡтып ҡыҫып тотоп, артҡа сигенеп барып, стенаға һөйәлде. Ярҙам, яҡлау эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранып бер аҙ торҙо ла, ят тауыш менән:

– Юҡ, юҡ ҡағылаһы булмағыҙ түшемә! Зинһар ҡайтарығыҙ мине! Ҡайтарығы-ы-ыҙ, үтенеп һорайы-ы-ым, һеҙҙән! – тип асырғанып ҡысҡырҙы...

– Тыныслан-тыныслан, аҡыллыҡайым... Барыһы ла яҡшы буласаҡ... Иреңдең номерын бир әле? 

– Мин иремдән түшемдә яман сир барлығын йәшерҙем, белмәүе хәйер... 

– Ниндәй эш хәйерле икәнен бер аңларһың...Һине яратҡан кешеңдең ниндәй хәлдә булыуыңды белеүе әле һуң түгел. 

Албырғанып ҡалған ҡатынҡай мендәре менән башын ҡаплап, койкаһына йөҙ түбән ауҙы... 

– Ишетәһем дә килмәй, ишетәһем килмә-ә-әй, Ирегемдең ни тигәне-е-ен! А-а-а-ай! – тип, илай-илай, аяҡтары менән алмаш-тилмәш постелен һуҡҡысларға тотондо. Шул ваҡыт, палатаға йүгерә-атлай шприц тотҡан, шәфҡәт туташы килеп инде. 

– Эх, һин аны-ы--ы, ни эшәүең, ә-ә! Ярамай, ярамай ҡаңғырырға, ныҡлап сирләп китерһең бит! Укол ҡаҙайым, тулама, йә, тик ят! 

 Мария Ивановна тумбочканан Тәслимәнең телефонын алды. Күп тә үтмәй бәйләнешкә инде.

– Эйе...кисекмәҫтән операция яһар кәрәк, Ирек. – Һылыуҡайы-ы- ым, һинең менән ирең һөйләшәһе килә, – тип Тәслимә янына килеп ултырҙы. 

– Йәнекәйем, берҙән-берем минең! Һинһеҙ миңә бәхет юҡ! Һиңә тиҙерәк- тиҙерәк һауығырға кәрәк! Ҡатынҡай ғәзиз кешеһенең тауышын ишетеп, әкрен генә урынынан ҡалҡынды. Аяҡтарын иҙәнгә төшөрөп, бер нөктәгә текләп ҡатып ҡалды. 

– Мин үҙемә ышанмайым....күтәрә алырмынмы ғәриплегемде-е-е? 

– тине ҡатын, Мария Ивановнаға күтәрелеп ҡарап.

Табиб егермеһе генә тулған йәш ҡатындың йөҙөнә олоғайыу сырайы ингәнен шәйләне. Таныш уға был хәл. Бигерәк тә йәш ҡатындар операция өҫтәленә ятыр алдынан стресс кисерә. Берәүҙәре шымып ҡала, икенселәре ҡуҙғыусанға әүерелә. Ҡайһылары ашауҙан баш тарта, кеше күҙенә ҡаса, йә көн буйына койкаһында өнһөҙ-тынһыҙ аунаҡсый... Һәләтле онколог Тәслимәнең туҙған сәстәрен рәтләп һалды, ҡалтыранған бармаҡтарын устарына алды. Ҡатмарлы операцияның уңышлы үтеүенә дауаланыусыһының йән тыныслығы, йәшәргә ынтылышы кәрәк... 

– Йә - йә, хәҙер үтер, еңелерәк тә тойорһоң үҙеңде...Бына күр ҙә тор, барыһы ла яҡшы буласаҡ...Операция уңышлы үтәсәк.

– Эйме-е-е, Мария апай?

– Әлбиттә, һин йәшһең,. Оһо - һо-о-ой, һиндәге энергияның осо-ҡырыйы бармы икә-ән? Тәслимәнең күҙҙәренән осҡондар сәсрәне. 

– Мария Ивановна, мин, мин бит үҙемде генә уйлайым даһа, һанты-ый! Ул тора һалып телефонын алды. 

– Ирек, Ире-ек, мин һине ныҡ яратам, үлеп ярата-а-ам, ишетәһеңме-е! Операцияға ризамын! – тип дауахананы яңғыратып ҡысҡырҙы. Палата ишеге төбөнә сирлеләр йыйылды. Был дауаханалығы сирлеләр башҡа төрлө сирлеләрҙән айырылып тора. Бер-береһен яҡшы аңлайҙар, нисек тә ярҙам ҡулы һуҙырға, яҡшы кәңәш бирергә әҙерҙәр. Күпкә сабыр холоҡло, түҙемлеләр ҙә....Тормоштоң әсеһен күберәк татығандар ҙа ундайҙар....

– Уф-ф, ҡотто осорғайны.... Аллаға шөкөр, үтте, үтте, – тине йылмайып шәфҡәт туташы.

– Аңлашылды ла...былай булғас, ул һуңынан да һынылмаясаҡ, – тине Мария Ивановна.Тик ул йәш ҡатынға ярҙам итеп өлгөрөргә тейеш... Ул ғына ҡотҡара ала...Ошондай нисә яҙмыш уның ҡулдары, йөрәге аша үтте. Пациенттары менән бергә иланы, шатланды. Үткән көндәрҙең тик сағыу биҙәктәрен хәтирәләргә йыйырға, дәртле моңдарға һалырға, ә ҡараларын бөтөләйе менән кире боролмаҫлыҡ ағым һыуға ағыҙырға, елдәргә осорорға кәрәклеген өйрәтеп, йәшәү мәғәнәһенең ниндәй ҡиммәт икәнлеген аңлатып, моңһоуланған болоттарын яҙҙы. Керпек ҡаҡмаған төндәрендә лә, сирлеләргә тамсы арыуын белдермәне, киреһенсә күтәренке кәйефтә уларға аяҡҡа баҫырға, сирҙе еңергә ышаныс тыуҙырҙы. Хатта күстәнәстәрен ҡуйып, бер өҫтәлдә сәй эсте, серҙәре менән бүлеште. Олоһона ла, кесеһенә лә Һылыуым, Аҡыллым, Матурым, тип исемләп, яҡты йөҙҙә өндәште. Уларҙың серҙәше, әхирәте лә... Улай ғына ла түгел, пациенткалары яратҡан табибын балаларына өләсәй булыуын һораны. Мария Ивановна ҡушҡуллап риза булды. Рәсәй ҡалаларындағы, ауылдарындағы, әллә күпме ейән- ейәнсәргә өләсәй арҙаҡлы шәхес.

Табибтың күңел түренә биләп һалған, үҙе генә белергә тейеш тип һанаған, йәшерен сере лә бар. Уның да шул уҡ сир менән ауырыуы әсә булыу бәхетенән мәхрүм итте. Ләкин көслө ихтиярлы ҡатын үҙенә яҙмаған бәхетте, сирлеләрҙе һауыҡтырыуҙан тапты. Әсә -ҡатын булыуҙарын һаҡлап алып ҡалып, ғаилә усағына көс, наҙ өҫтәне. 

 

*** 

Башҡалала йүкәләр сәскә атҡан матур миҙгел. Ҡояшлы иртәлә бал еҫе аңҡый. Аллея буйлап ир бала етәкләгән йәштәр атлай. Йөҙҙәрендә – шатлыҡ нурҙары. Ирҙең ҡулдарында бер ҡосаҡ алһыу розалар гөлләмәһе. 

– Ана, беҙҙең, өләсәй килә-ә! – тине һылыу ҡатынҡай. 

– Өләсә--әй, өләс-ә-ә-әй, мин һине бик-бик һағынды-ы-ым! – тип, ҡаршы яҡта килеүсе мөләйем йөҙлө оло ҡатынға табан йүгерҙе, ҡоластарын яҙып бала. 

– И-и, балаҡайым, мин дә һағындым һине. Бына ҡайһыла-а-ай ҙур үҫкәнһең! 

– Беҙгә бәхет бүләк иткән көн менән ҡотлайбыҙ! 

– Бәхет бүләк иткән көн менә-ә-ән? – тип, һораулы ҡарашын, алмаш-тилмәш бер иргә, бер ҡатынға төбәне өләсәй. 

– Бөгөн Марселебеҙҙең тыуған көнө. Улыбыҙға алты йәш. 

– Шулай уҡ булып та киттеме ни-и-и? 

– Һеҙ минең ғүмеремде әжәлдән ҡурсалап алып ҡалыуығыҙға ла, быйыл теүәл алты йыл.... Ә быныһы...«Красноусольск» ял йортона путевка. Ғафүри районының шифалы һыуы, матур тәбиғәте килешер ҙә. Алып барып уҡ ташларбыҙ, бер айҙан барып алып ҡайтырбыҙ. 

– Рәхмәт! Ҡайһылай мине ҙурланығыҙ.... 

– Һеҙ шундай хөрмәткә, бәхеткә лайыҡ шәхес. Мария Ивановнаның ҡосағындағы алһыу розалар тирә-яҡтҡа яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркә. Был минутта бар ғүмерен изге эштәргә бағышлаған табибҡа күктәге салт ҡояш та ап-аҡ нурҙарын һибеп, һоҡланып ҡарай ине. 

06.03.23й.Нәсимә Ғайсина

Автор:
Читайте нас