

13.
Халыҡтар атаһы Иосиф Виссарионович Сталин бына нисә тәүлек инде йоҡлай алмай интегә. Төшө буталды, имеш, йылмайып ҡаршы килгән фюрер, ҡапыл убырлы ҡарсыҡҡа әүрелә лә, боғаҙына йәбешә. Ялтылдап киткән ҡаҙыҡ тештәрен ап-асыҡ күреп ҡала хатта. Һыуыҡ тиргә батып уяна ла башҡа йоҡлай алмай ята, тороп төрөпкәһен тоҡандыра, ут ҡабыҙмай ғына тәҙрә янына барып ултыра. Ай яҡтыһында күренгән һаҡсы шәүләһен күҙәтә, уйҙарына сума. Таң беленә башлағас ҡына кире түшәккә ята, йоҡоға тала.
Һуғыштың тәүге көндәрендә лә шулай яфаланғайны – төшөндә лә, өнөндә лә Гитлерҙан ҡасып ҡотола алмай аҡылдан яҙа яҙҙы ул мәлдә. Танһа ла, үҙенән нисек кенә йәшерергә тырышһа ла, төптә, бик тәрәндә – аҫҡы аңында – Өсөнсө Рейхты ҡорған һәм етәкләгән кешенән ҡото осоп ҡурҡыу ятыуын һиҙемләй. Үҙенең ипле хәрәкәте, талғын ҡуҙғалышы, йөҙөндә ҡатып ҡалған таш сырайы, баҫалҡы тауышы һәм… Герман халҡы юлбашсыһының импульсив киҫкен хәрәкәттәре, югерек аҙымдары, миллионлаған кешене ауыҙына ҡаратып тыңлата алған оратор һәләте, бар тойғо-кисерештәре йөҙөндә уйнаған теремек мимикаһы, йәшлеге (ун бер йәшкә айырма) – былар барыһы ла башҡаса, икенсе төрлө, көнләштергес тәьҫирле. Өсөнсө Рейх көсәйә, ил артынан илдәрҙе баҫып алып, тотош Европаға хужалығын йәйелдерә барған һайын халыҡтар атаһы Сталин эстән һыҙҙы, күңел теүәллеген юғалтты. Бәлки, шуға ла утыҙ туғыҙынсы йылда фашист Германияһы менән һөжүм итмәү тураһында килешеүгә барҙы, ҡырҡ беренсе йылда Рейх армияһының өҙлөкһөҙ провакацияларына яуап бирмәҫкә бойорҙо, бына-бына һуғыш башланасаҡ, тип хәбәр иткән, хатта уның теүәл көнөн атаған совет разведчиктарына “паникер” мөһөрө һуҡты. Ун бишенсе июндә: “Ҡабатлайым: 22 июндә немец армияһы Советтар иле сигенә һөжүм итәсәк! Рамзай!” – тип хәбәр итте Мәскәүгә данлыҡлы разведчик Рихард Зорге. “Ике көндән СССР менән Германия араһында һуғыш башланасаҡ. Ул кисектергеһеҙ”, – тип ул 20 июндә тағы Үҙәкте иҫкәртте. “Ышанмайым! Паникер!” – тип асыу менән екерҙе Сталин донесениены алып килгән Ҡыҙыл Армияның разведка идаралығы начальнигы генерал Голиковҡа.
Һуғышҡа тиклем үк ата фриц, Бөйөк юлбашсының өрәйен алып, аңын, һиҙгерлеген томалағайны шулай.
Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсе йылдың июль уртаһында Иосиф Виссарионовичҡа күңел шомо кире ҡайтты, бар булмышын солғап, тағы ҡурҡыуға һалды. Мәскәү эргәһендәге еңеүҙән һуң был тойғонан арынған һымаҡ ине лә, иртәрәк күңеле хушланған икән, Гитлерҙың йоғонтоһонан, эргәһендәге уның шәүләһенән ҡотолдом, тип.
Дошман, ҡыҙған бысаҡ майға үтеп ингән кеүек, совет ғәскәрҙәре оборонаһына ҡаҙалды ла, көн һайын утыҙ-ҡырҡ саҡырым араны үтеп, бына-бына Сталинградтың үҙенә сығасаҡ. Ҡырым фронты ҡыйратылды һәм Севастополь баш һалды, немец Кавказ һыртына менде, Донды кисте, Ҡыҙыл Армияны Волгаға – Рәсәй-әсәгә йәшәү һуты биргән йылғаға – батырмаҡсы хәҙер. Тәре менән мөһөрләнгән тимер армаданы туҡтатыр көс тә, хәрби таһыллыҡ та, полководец аҡылы ла, ҡорал да, кеше резервы ла юҡ төҫлө совет илендә. Харьков ҡамауында – ике йөҙ етмеш мең, Воронеж һәм Ростов өсөн барған һуғыштарҙа өс йөҙ алтмыш мең, Ҡырымда ике йөҙ мең һалдат һәм офицер башын һалды, әсир төштө. Немец-фашист илбаҫарҙары ике аҙна эсендә генә баҫып алған Советтар иле биләмәләрен тағы ла урыны менән биш йөҙ – алты йөҙ илле саҡрымға тиклем киңәйтте. Сталинградҡа етһә, Волганы быуһа Грозный һәм Баку нефтен ташыу юлы, шул иҫәптән стратегик тимер юл магистралдары өҙөләсәк. Сталинград заводтарын ҡалдырыу ҙа – ҡыйратылған ил сәнәғәте өсөн бик ҙур юғалтыу… Данлыҡлы Т-34 танкыһын сығарған трактор заводын нисек дошманға бирмәк?..
“Юҡ, ярамай… Бирмәҫкә!..” – Ғәҙәттәгесә таңға тиклем йоҡоһоҙ ултырған Юғары Баш командующий, ниһайәт, ауыр һәм буталсыҡлы уйҙарының осона сыҡты.
– Хөрмәтле Уинстон әфәнде, быйыл да икенсе фронт булмай, тиһең инде… Һиңә, инәңдең… империалист аҡтығына, көнөм ҡалғаны юҡ. Халыҡымдың яртыһын ҡорбан итһәм итәм, әммә ләкин һеҙ үҙегеҙ СССР-ға ҡаршы һөсләткән Гитлерҙы боғаҙлап ташламаһам, ҡорос Сталин булмам! Килеп миңә баш эйер көнөгөҙ алда әле… – быны Сталин, эске кинәнес тойғоһо кисереп, үҙ алдына әйтте.
Кисә, ун һигеҙенсе июлдә, Бөйөк Британияның премьер-министры Уинстон Черчилль үҙенең депешаһында, быйыл икенсе фронтты аса алмайбыҙ, тип хәбәр иткәйне.
Уның, Иосиф Виссарионович Сталиндың, ғүмерен революцияға бағышлаған, донъялағы иң ҙур дәүләтте етәкләгән, власты арҡадаштарынан тартып алған, бының өсөн барыһын да язаларға йә илдән ҡыуырға мәжбүр булған, Рәсәй империяһын яңынан тергеҙгән һәм бына ошо ҡулдарында сикһеҙ – абсолют – власть туплаған, ике йөҙ миллионлыҡ совет халыҡын дер ҡалтыратып тотҡан кеше бынан ары ла сигенә, барлыҡ яулауҙарын юғалта аламы? Юҡ һәм юҡ! Ун һигеҙенсе йылда, граждандар һуғышы ҡыҙған мәлдә, контрреволюцион көстәр большевиктарҙы Үҙәк Рәсәй сиктәрендә һәр тарафтан ҡамауға алды. Дондағы Ростовта – немецтар, Волга буйы һәм Уралда – баш күтәргән чехославак корпустары, Һамар, Ҡазан һәм Пензала Учредитель Йыйылышы Комитеты (КомУЧ) ғәсҡәрҙәре торҙо. Аҡ гвардияға, сит ил интервенттарына ҡаршы көрәш менән бер рәттән ҡырҡыу хәрби шарттарҙа Ҡыҙыл Армияны, завод-фабрикалар эшселәрен икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ, ҡорал менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә лә кәрәк ине. Сталин көньяҡ төбәктәрҙә иген йыйыу һәм уны Үҙәккә сығарау буйынса ВЦИК-тың тулы хоҡуҡлы вәкиле булды. Шундай архи киҫкен хәлде нисек йырып сыҡтылар? Нисек революция дошмандарын һәм аслыҡты еңделәр?
Бөйөк Ленин – Владимир Ульянов – революция тураһында Маркс һәм Энглес тәғлимәтен үҫтерә килеп, пролетариат диктатураһының ҡорал, эшселәр һәм крәҫтиәндәр власын нығытыу өсөн тупаҫ көс ҡулланыуға тулы һәм һис шикһеҙ хоҡуҡлы булыуын әйтә килде һәм был алымды Совет власын нығытыуҙа эҙмә-эҙлекле ҡулланды. “Эшсәндәр массаһының ышанысһыҙ һәм аумаҡай элементтарына ҡарата революцион көс ҡулланыуҙы ла инҡар итеп булмай”, – тип тә өйрәтте ул. Сталин үҙе власты алыу өсөн ошо тәғлимәт менән файҙаланманымы ни? Һәр саҡ, көрәштең һәр этабында, илдә, власть даирәләрендә хәл киҫкенләшкәндә фәҡәт ҡыҙыл террор, репрессиялар ярҙамға килде уға.
“Әгәр яғыулыҡ мәсьәләһе хәл ителмәһә, мин үҙем шәхсән Оборона Советында һәм ЦИК-та яуаплы кешеләрҙе ҡулға алыу менән генә сикләнмәй, уларҙы аттыртасаҡмын…” – тип Ленин ун һигеҙенсе йылдың июнендә тимер юлында яғыулыҡ ҡытлығы тураһында докладҡа үҙ резолюцияһын һалды.
Шул уҡ йылдың авгусында: “Артыҡ игенде алыу өсөн мөмкин булған барлыҡ сараларҙы ла ҡулланығыҙ. Бының өсөн һәр волостан кулактар, байҙар, хәллеләр араһынан аманаттар билдәләгеҙ, уларға, атып үлтереү менән янап, һалынған йөкләмәләрҙе мотлаҡ үтәү бурысын ҡуйығыҙ. Был эш рәхимһеҙ рәүештә киҫкен саралар менән бик тиҙ атҡарылырға тейеш!” – тип Царицындағы Сталинға телеграмма һуҡты. Пензаға ебәргән телеграммала: “Иртәштәр! Волоста баш күтәргән кулак сығыштары рәхимһеҙ баҫтырылырға тейеш. Башҡаларға өлгө өсөн бойорам:
– кәмендә йөҙ кулакты, байҙы аҫырға;
– уларҙың булған игенен революция мәнфәғәтенә конфискацияларға.
Йөҙ саҡрым аралағы халыҡ күрһен, белһен, ҡурҡып ҡалтыранһын: кулакты быуабыҙ һәм быуасаҡбыҙ”.
Ә Ҡыҙыл Армияла нисек дисциплина булдырылды һуң? Эйе, танымай хәле юҡ: Троцкийҙың тырышлығы менән йәш республика армияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дәһшәтле көскә әүерелде, бөтә фронттарҙа ла еңеү артынан еңеүгә өлгәште. Хәрби революцион Советы рейесе Троцкийҙың ялҡынлы оратор һәм ойоштороу һәләте генә түгел, ә самаһыҙ ҡатылығы һәм бәғерһеҙлеге лә төп ролде уйнаны. Ул позицияны үҙ белдеге менән ташлаған Петроград полкының командирын, комиссарын һәм һәр унынсы һалдатын саф алдына сығарып аттырҙы. Был тәртипте артабан Ҡыҙыл Армия буйынса үҙ бойороғо менән нығытты.
Эйе, Лев Давидович – уның ҡан дошманы булды. Дошман ҡайҙа ла дөмөктөрөлөргә тейеш. Ҡырҡынсы йылда НКВД-ы агенты Рамон Меркадер приказды кәрәгенсә ғәмәлләштереп ҡуйҙы, боҙ сапҡыс балта менән, ысын мәғәнәһендә, Троцкийҙың мейеһен сәсрәтә һуҡты.
“Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!” – Бына ошо өндәмә-саҡырыуҙа, дөрөҫөрәге – ҡәтғи киҫәтеүҙә, алдағы еңеүҙәр асылы, рухи күтәрелеш нигеҙе, хәрби дисциплинаны ҡоростай нығытыу сараһы ятасаҡ!
– Иптәштәр, Юғары баш командование ағзалары!.. Хәҙер һеҙгә иптәш Поскребышев приказ уҡып ишеттерә… Ҙур иғтибар менән ныҡлап тыңлағыҙ… – Сталин, һәр һүҙенә баҫым яһап, һәр һөйләмдән һуң оҙаҡ паузаға туҡтап, Молотов, Буденный, Ворошилов, Тимошенко, Шапошников һәм Жуковтың һәр береһенә һынамсыл текләп, уларҙың ни өсөн саҡырылыуҙарына асыҡлыҡ индерҙе.
Сталиндың ярҙамсыһы, Үҙәк Комитеттың махсус секторы мөдире Александр Николаевич Поскребышев ҙур ҡыҙыл папкаһынан ҡағыҙ бите сығарҙы ла көслө тауышы менән, һәр һүҙҙе асыҡ әйтеп, интонацияны, баҫымдарҙы урын-еренә еткерә ҡуйып, уҡырға кереште:
– Ике йөҙ ҙә егерме етенсе һанлы приказ.
Дошман, ҙур юғалтыуҙары менән иҫәпләшмәй, фронтҡа яңынан яңы көстәрен ташлай… Көньяк фронт ғәсҡәрҙәренең бер өлөшө, паникерҙарға эйәреп, үҙҙәренең байраҡтарын хурлыҡ менән буяп, Мәскәүҙән приказ булмай тороп һәм етди ҡаршылыҡ күрһәтмәй Ростовты һәм Яңы Черкасскты ҡалдырҙы…
Һөйөү һәм ихтирам менән ҡараған илебеҙ халҡының күңеле Ҡыҙыл Армияна төңөлә башланы, уға ышанысын юғалта, халҡыбыҙҙы немец золомо аҫтында ҡалдырып көнсығышҡа ҡасҡаны өсөн Ҡыҙыл Армияны ҡәһәрләй…
Һәр командир, һәр ҡыҙылармеец һәм политеҙмәткәр беҙҙең мөмкинлектәр сикһеҙ түгеллеген аңларға тейеш…
Беҙ 70 млн. кеше, йылына һалғанда, 80 млн. боттан ашыу икмәк һәм 10 млн. тоннанан ашыу металл юғалттыҡ. Бынан ары кеше ресурстары буйынса ла, икмәк запасы буйынса ла немецтарҙан өҫтөнлөгөбөҙ юҡ. Тағы ла сигенеү – тимәк, үҙеңде һәләк итеү һәм шуның менән Ватаныбыҙҙы ла һәләк итеү…
Ошонан сығып әйткәндә – сигенеүҙе туҡтатырға ваҡыт.
Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә! Беҙҙең төп өндәмә шулай булырға тейеш.
Ныҡышмалы, һуңғы тамсы ҡанға тиклем һәр позицияны, совет еренең һәр метрын һаҡларға, совет еренең һәр остоғона йәбешеп ятырға һәм уны һуңғы мөмкинлеккә тиклем яҡларға…
Нимә етешмәй һуң беҙҙә?
Роталарҙа, полктарҙа, дивизияларҙа, танк частарында, авиация эскадрельяларында тәртип һәм дисциплина етешмәй.
Артабан да үҙ белдектәре менән хәрби позицияларҙы ҡалдырыусы частарҙың һәм берләшмәләрҙең командирҙарына, комиссарҙарына һәм политеҙмәткәрҙәренә ҡарата түҙемле була алмайбыҙ.
Панекерҙар һәм ҡурҡаҡтар урында юҡ ителергә тейеш.
Бынан ары, юғары командованиеның приказынан тыш артҡа бер аҙым да сикмәҫкә, тигән талап һәр командир, һәр ҡыҙылармеец, политеҙмәткәр өсөн дисциплинаның ҡорос законы булып торорға тейеш.
Юғарынан приказ булмай тороп хәрби позициянан сигенгән рота, батальон, полк, дивизия командирҙары, уларҙың комиссарҙары һәм политхеҙмәткәрҙәре Ватан алдында хыянатсы булып тора. Бындай командирҙар һәм политхеҙмәткәрҙәр менән Ватан алдында хыянатсылар менән эш иткән кеүек мөғәләмә кәрәк.
Ватаныбыҙҙың саҡырыуы шулай…
Ҡыҙыл Армияның Юғары Баш Командованиеһы бойора:
б) фронт командованиеһы приказынан тыш тотҡан позицияны үҙ белдеге менән ҡалдырған армия командирҙарын вазифанан бушатырға һәм хәрби судҡа тарттырыу өсөн Ставкаға оҙатырға;
в) фронт сиктәрендә 1-ҙән 3-кә тиклем штраф батальондары ойошторорға (800-әр кешелек), уларға ҡурҡаҡлыҡ йәки йомшаҡлыҡ арҡаһында дисциплина боҙған урта һәм юғары командирҙарҙы һәм политхеҙмәткәрҙәрҙе йүнәлтергә, Ватан алдында енәйәттәрен ҡан менән йыуыу өсөн батальондарҙы фронттың иң ҡатмарлы урындарына ҡуйырға…
б) армия сиктәрендә яҡшы ҡоралланған 3-5 ҡамау отрядтары (һәр ҡайһыһында 200-әр кеше) ойошторорға, уларҙы тотороҡһоҙ дивизияларҙың тылына ҡуйырға, әгәр дивизия частары паникаға бирелеп тәртипһеҙ сигенһә, панекерҙарҙы һәм ҡурҡатарҙы урында атыу бурысы ҡуйырға, шул рәүешле дивизияның намыҫлы яугирҙарына Ватан алдында үҙ бурыстарын үтәргә булышлыҡ итергә;
в) армия сиктәрендә 5-тән 10-ға тиклем штраф роталары ойошторорға (150 – 200-әр кешелек), уларға ҡурҡаҡлыҡ йәки йомшаҡлыҡ арҡаһында дисциплина боҙған рядовой һалдаттарҙы һәм кесе командирҙарҙы йүнәлтергә, Ватан алдында енәйәттәрен ҡан менән йыуыу өсөн роталарҙы армия тотҡан фронт участкаларының иң ҡатмарлы урындарына ҡуйырға…
Приказды барлыҡ роталарҙа, эскадрондарҙа, батареяларҙа, эскадрельяларҙа, командаларҙа, штабтарҙа уҡырға.
Оборонаның халыҡ комиссары И. Сталин.
28 июль 1942 йыл.
Ҙур тексты Поскребышев бер тынала уҡып сыҡты. Башын күтәргәйне, маршал һәм генералдарҙың һынағастай тура ҡатып ҡалғандарын, хәрби булмаған Юғары баш командование ағзаларының да әҫәрләнгән ҡиәфәттә һындарын күреп аптырап ҡалды. Сталин тантана иткән ҡиәфәттә төрөпкәһен тотоп уларҙы күҙәтә.
– Был – еңеү, иптәш Сталин! – маршал Жуков беренсе булып һушын йыйыҙы.
Ул ҡырҡ беренсе йылда уҡ Ленинград фронтында, дисциплинаны нығытыу өсөн, үҙ белдеге менән сигенгән командирҙарҙың ғаиләһен ҡулға алыу тураһында приказ сығарғайны.
– Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә, иптәштәр! – Юғары баш командующий, ғәҙәттәгесә, һуңғы һүҙҙе әйтте.
14.
– Улым, атайыңдың хаты килде… Иҫән, Аллам биргәненә шөкөр, мә әле, нимә яҙа, уҡый һал, – ҡабаланып ҡайтып ингән Хәлимә Төхвәткә йәһәтләп өсмөйөш ҡағыҙ тотторҙо.
– …Госпиталгә эләктем, снаряд ярсығы тейҙе. Ярам ауыр түгел, тик санитарҙар килеп тапҡансы аяғым өшөгән, – ошо урында Төхвәт ҡыҫҡа ғына пауза яһаны ла, әсәһенә күҙ һирпте. “Йә, йә инде, артабан ни?” – Тип уҡыны әсәнең йөҙөндәге өнһөҙ ашҡыныуҙы. – …Әлегә атлай алмайым, тороп китермен, тип уйлайым. Бөгөн, ә февралдә, Сталинградта ҡамауға алынған фашистар ҙур маршалдары менән баш һалған. Паулюс тей ул дөмөккөрҙөң исеме. Хат барып еткәнсе ишетерһегеҙ әле был еңеү тураһында. Генерал үҙе килеп беҙҙе, яралы һалдаттарҙы, ҡотланы. Байрам тип берәр бөртөк алма бирҙеләр. Ҡыш уртаһында уны ҡайҙан алғандарҙыр инде, ғәжәп. Их, шул ҡыҙыл алманы Гөлйемеш ҡыҙыма бирергә ине, тип хыялый булып яттым. Ҡайһылай ҡыуаныр ине…
– Әсәй, алма нимә була ул? – Гөлйемеш әсәһенә шыбырҙап ҡына бирһә лә һорауын, Төхвәт хатты уҡыуҙан кинәт туҡтаны. Күрәһең, ныҡ асыулынып ҡараны һеңлеһенә, ҡыҙсыҡ ғәйепле төҫтә күҙҙәрен иҙәнгә төбәне.
– Аҙаҡтан әйтермен, ҡыҙым. Төхвәт уҡы, улым, уҡы, – Хәлимәнең тауышында – сабырһыҙланыу, хафа һәм шатлыҡ.
– …Бының был яғына немецты ҡыуып китербеҙ инде. Хәҙер беҙҙекеләрҙең танкыһы ла, самолеты ла күп. Үҙегеҙ нисек ятаһығыҙ? Ҡыш һыуыҡ, мейескә яғырға бармы? Балалар ҙурая, тамағы ла, кейеме лә кәрәк. Хәлимә, түҙегеҙ, сабыр итегеҙ, ошо ҡышты сыҡһағыҙ, артабан еңелгә китер. Төхвәт улым, һин хәҙер үҫкәнһең, әсәйеңдең беренсе ярҙамсыһы, ҡустыларыңды, берҙән-бер ҡарындашыңды асыҡтырма, өшөтмә…
– Хафаланма, Төхвәткә һүҙ тейгеҙә алмайым, беренсе ярҙамсым, – балалар аптырашып әсәләренә текләне. – Уҡы, улым, уҡы, – бигерәк бирелеп тыңлап киткән дә баһа иренең сәләм-хатын.
– …Ауылдың, тыуған-ырыуҙың хәлдәрен белгем килә. Колхозда көлтә һуғыу тамамландымы? Трудоденға бер аҙ ашлыҡ тейерҙәй сама бармы? Бөтәһен дә тәфсирләп яҙ, Төхвәт улым. Хәлимә, һин әйтеп ултыр. Хатты Мийәкә районы Сатый ауылынан Борхан атлы узамандан яҙҙырттым. Ул да иҫкән елдәр арҡылы сәләмдәрен ебәрә. Барығыҙҙы ла һағынып ҡалам. Ҡыҙылармеец Хисмәт Моталлаповтан ҡатыны Хәлимәгә, улдары Төхвәт, Хөрмәт, Маратҡа, ҡыҙы Гөлйемешкә хат-сәләм”.
Өй эсен һил тынлыҡ сорнаны. Төхвәт әсәһенә, шунан хатта һанап үтелгән тәртиптә туғандарына берәмләп күҙ йөрөттө. Әсәһе, ҡайҙалыр йөрөгән кеүек, донъялыҡтан ситләшкән ҡарашын үҙенә йүнәлткән, бер ни ҙә күрмәй төҫлө шуға. Ә бәләкәстәр хат уҡыусынан тағы ниҙер көтә, унан күҙҙәрен алмай тын ултыралар.
– Хәҙер, балалар, – Хәлимә ҡапыл йәнләнеп китте. – Хәҙер ҡурмас ҡурып бирәм, бейәләйҙәр өсөн бөгөн һоло яҙҙылар заготконторҙа. Мария күберәк тә һалып ебәрҙе, рәхмәт төшкөрө. Хәҙер ҡурам... Шунан, торараҡ, һурпа эсербеҙ, өшә менән... Ит һалайым ҡаҙанға. Ҡыуаныслы хәбәр бит, атайығыҙ иҫән-һау һеҙҙең бәхеткә. Шуның хөрмәтенә булыр һыйлы табыныбыҙ. Иртәгә Әбделәхәт олатайығыҙға хәйер биреп килермен, доға уҡытып, – һүҙсәнләнеп киткән әсәләре янында ураланды бәләкәстәр, Төхвәт тышҡа, һыйырҙы ҡураға ябырға сыҡты.
– Әсәй, алма нимә була? Әйтмәнең дә баһа, – алдарына ҡуйылған һауытҡа ҡалаҡлап ҡурылған һоло һалған әсәһенә Гөлйемеш тағы һорауын бирҙе.
– Балаҡайым, ғүмереңдә лә күрмәгән нәмәне нисек һүҙ менән аңлатайым икән? Ашай торған ағаста үҫкән емеш була. Үҙе ҙур, ошолай, минең ике усымды йомһаң, ҡорот сәпәкәйләгән кеүек, нәҡ эсенә инеп ятыр, моғайын. Бер баш ҡорот һымаҡ инде… Вағыраҡтары ла була. Атайыңа ҙурын биргәндәрҙер, алып ҡайтһаң ине, тип хыялыйланғас… Тәүҙә йәшел көйө ағаста эленеп тора, шунан ҡояшта йә һары, йә ҡыҙыл булып бешә. Емеш шулай бешә бит. Ҡырҙағы еләк шикелле. Тешләһәң, эсе картуф һымағыраҡ, тик ярмаланып тора, шәрбәт кеүек татлы үҙе. Ауылда теге остағы уҡытыусы Әхмәт ағайҙа үҫә. Үҙе һуғышҡа киткәс, алма биргәне юҡ, ти ҡатыны, Әҡлимә инәйең. Атайың иҫән ҡайтһа, беҙ ҙә ултыртырбыҙ ояртыға алма ағасын, Алла бирһә. Шунда үҙең өҙөп ашарһың уны, ҡыҙым…
– Мин дә асармын, – Марат әсәне бүлде.
– Ашарһың шул, улым, ашарһың...
– Мин дә ашайым, ағастың башына менеп ултырып алам әле, – Хөрмәт тә өндәшмәй ҡала алманы.
Ит бешеп сыҡҡас, һурпа эстеләр, шунан йән һәм тән рәхәтенә кинәнеп, кис башҡара торған эштәренә тотондолар – ойоҡ-бейәләй бәйләргә.
Етеле шәмдең яҡтыһы урындыҡтан ары китмәй. Төхвәт үҙ бармаҡтарын, ойоҡ энәләре остарының йөрөшөн, эләктереп алған бәйләме элмәктәренең бер энәнән икенсеһенә йылдам күсә барыуын йыбырлау рәүешендә генә күрә. Нисек яңылышмауына, күҙ төшөрөп ҡалдырмауына аптырай. Яҙа-йоҙа әсәһе яғына күҙ ташлай – юҡ, нисек кенә тырышһа ла, уға етермен тимә. Ул бер пар бейәләй бәйләп бөтөүгә әсәһе икенсеһенең бер һыңарын тамамлап ҡуясаҡ бөгөн дә.
Мейес яғын да байҡап өлгөрә: ит бешкән йылы мейес башында Гөлйемеш тетеп ултырған йөнө өҫтөнә ҡолап йоҡлап киткән. Хөрмәт, йоҡоһо менән көрәшә-көрәшә бәүелеп, ойошҡан сайырлы йөндө бәләкәс бармаҡтары менән тетә бирә. Ә Марат әллә ҡасан әүен баҙарына киткән инде. Бәләкәстәр теткән йөндө әсәһе төнгә иләп ятасаҡ.
– Беҙ бәйләгән йөн ойоҡ атайға эләкмәгән инде, әтеү аяғын өшөтөп ятмаҫ ине, – Төхвәт үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйҙы.
– Унда, фрунтта, ни тиклем ғәскәр, бөтәһенә етеү ҡайҙа...
– Берәйһенең эсенә хат яҙып һалайыҡ, бәлки, еткерерҙәр. Алһа, эй, ҡыуаныр ине атай, ивет, әсәй...
– Ҡана һуң, барып эләкһә... – Ошо урында хәбәрҙәре өҙөлөп ҡалды.
Хәлимә быйыл ҡыш йөн әйберҙәр бәйләп тамаҡ аҫырай балалары менән. Бригадир рәткә йә бесән-һалам ташырға, йә фермала ҡар көрәргә әйтә. Ҡайһы саҡ Төхвәт менән бергә сығалар колхоз эшенә. Ни генә булмаһын, көн һайын өй башына ике пар йә бейәләй, йә ойоҡ бәйләп тапшырмай ҡалғандары юҡ. Бәйләм өсөн хаҡын шунда уҡ биргәс, тырышалар шулай. Тамаҡты алдап булмай бит. Һәр унынсы ойоҡ-бейәләйҙе фронтҡа ярҙам иҫәбенән бушлай тапшыралар.
15.
Дауамы бар.