Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Апрель 2023, 05:15

Мөхөтдин Тажи

Һәр бер аҙым һайын тоям һиндә Яңы тормош таңының һыҙатын.

Мөхөтдин ТажиМөхөтдин Тажи
Мөхөтдин Тажи

Мөхөтдин Тажи (төп исе ме — Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов3 апрель (16 апрель1906 йыл — 11 август 1991 йыл) — журналист, шағир. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы

Мөхөтдин Язар улы Тажитдинов 1906 йылдың 3 апрелендә (яңыса 16 апрелдә) Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1]  (Белорет районы) Кәртәле ауылында урмансы ғаиләһендә тыуған. Ун йәшенән ҡаҙаҡ далаларында көтөү көтә, байҙарҙа батраклыҡта йөрөй. 19201924 йылдарҙа Сермән ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Шунан һуң Өфөләге башҡорт педагогия техникумында уҡый. «Башҡортостан йәштәре», «Башҡортостан» гәзиттәрендә эшләй.

1936 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 19371954 йылдарҙа Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында, БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығында, республика радиокомитетында, «Әҙәби Башҡортостан» журналында эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

Мөхөтдин Тажи әҙәбиәткә егерменсе йылдар аҙағында килә. Уның тәүге шиғыр һәм очерктарына азат хеҙмәт кешеһен кәүҙәләндереү, уға дан йырлау характерлы. Шағирҙың 1934 йылда яҙылған «Тәлгәш ҡайын» поэмаһында башҡорт халҡының социаль аңы уяныуы, байҙарға ҡаршы стихиялы көрәшкә күтәрелеүе сағыла. Әҫәр халыҡ ижадын оҫта файҙаланыуы менән дә үҙенсәлекле. Ватан һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәре араһынан «Урал егете» поэмаһы (1941) айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Бында шағир Александр Матросов ҡаһарманлығына оҡшаш күренештәрҙең совет йәмғиәте өсөн тәбиғи икәнен күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа әҙип «Сәғиҙәнең яҙмышы» исемле повесть яҙа, тәржемә менән дә шөғөлләнә.

Китаптары

  • «Беҙҙең ил»
  • «Асыу һәм үс»
  • «Һулыш»
  • «Плакучая берёза»
  • «Һайланма шиғырҙар һәм поэмалар»
  • «Уйланыуҙар»
  • «Һайланма әҫәрҙәр»
  •  
  •  
  • Башҡортса Википедиянан. 

 

Алтын көҙ


Тыуған ерем!
Ҡырҙар биҙәр – биҙәр
Келәм төҫлө ята түшәлеп.
Алһыу, зәңгәр буяу йоҡҡан һымаҡ
Уйһыулыҡтар, тауҙар итәге.
Һағым уйнай,
Күкһел сағыу таштар.
Йәш уҫаҡтар,
сауҡа имәндәр
һәм ҡыуаҡтар.
Һары алтын кеүек,
Әбей сыуағынан биҙәлгән.
Баҫыуҙарҙың билен һығылдырып,
Өйәләр иген тауҙары.
Зәңгәр күк йөҙәнә олғашалар
Һәр тарафта
кеше шаулауы.
О тыуған ер!
Күркәм киң, мөһабәт,
Алтын көҙлө
Йомарт ҡояшлы!

Һәр бер аҙым һайын тоям һиндә
Яңы тормош таңының һыҙатын.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас