Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Апрель 2023, 15:32

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА менән осрашыу үтте

"Ике миллионға яҡын башҡорттоң миллионы китаптарымды уҡыуы тураһында хыялланам. Һеҙ, бөгөнгө осрашыуға килеүселәр — шул хыялға юл һалыусы. Йырсыларҙы, артистарҙы алҡыштар оҙата. Ә яҙыусыға ошондай осрашыуҙар оло бер бүләк," — ти яҙыусы.   

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА менән осрашыу үттеГөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА менән осрашыу үтте
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА менән осрашыу үтте

Бөгөн, 13 апрель, "Китап" магазинында популяр яҙыусы, журналист, тəржемəсе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара тулы дипломанты, Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллина менән ижади осрашыу булды.

 

Осрашыу Гөлсирә Мирза ҡыҙының "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабына арналды. 

"Ике миллионға яҡын башҡорттоң миллионы китаптарымды уҡыуы тураһында хыялланам. Һеҙ, бөгөнгө осрашыуға килеүселәр — шул хыялға юл һалыусы. Йырсылар, артистарҙы алҡыштар оҙата. Ә яҙыусыға ошондай осрашыуҙар оло бер бүләк," — ти яҙыусы

 

Сара барышында Гөлсирә Мирза ҡыҙы тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, уй-фекерҙәре, кисерештәре менән ихлас бүлеште. Ижадын һөйөүселәр авторҙың әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларға, геройҙары ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. 

 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас