Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Апреля 2023, 15:17

Аҙаплы юл. Хикәйә

Аҙаплы юл. ХикәйәАҙаплы юл. Хикәйә
Аҙаплы юл. Хикәйә

Ғәйнәфә ҡарсыҡ, ҡартына бер килке ҡарап торҙо ла икеләнеүен еңеп, һүҙ башланы:

– Әмәлетдин, соланда нисәмә тоҡ симешкә тора, ҡалаға алып барып, һатырға кәрәк!

– Ир башым менән симешкә һатып ултырырға башыма тай типмәгән әле! – Әмәлетдин ҡарт һаҡалын һыйпаны.

– Ир ни, бисә ни – хәҙер донъя буталған. Телевизорҙан күрәбеҙ бит: ауыҙҙарын ҡыҙылға буяп, бисәләр күлдәге кейеп, яулыҡ ябынып, күпме ир әртис кәмит күрһәтә, аҡса эшләй.

– Симешкә һаттырып, мине лә кәмитсе итмәксеһең инде, ә?! – Әмәлетдин ҡапыл ҡыҙып китте.

– Кәмитсе түгел, кәрмилсем бит һин: күҙ терәгем, таянысым, – ҡартының яман ҡарашын күрмәгән кеше булып, Ғәйнәфә ҡарсыҡ хәбәрен икенсегә борҙо, – ауыл ерендә резина итек-калушһыҙ йәшәп булмай. «Өфөнөң күмәртәләп һатыу базаларында шулар ифрат осһоҙ икән: калуштар йөҙ, итектәр йөҙ илле һум тора» тиҙәр. Байзәһәрҙең бисәһе Йәүирә менән бишләтә арттырып һатырбыҙ. Йәй етте: талашып алырҙар. Хәтһеҙ аҡса булыр. Әйткәндәй, Байзәһәр менән бергә йөрөгөҙ. Ул иҫәп-хисапҡа шәп!

Шул саҡта йәлпелдәп Йәүирә килеп инде:

– Әле симешкә ҡыҙҙыра инек. Әҙерләнәләр микән тип, Байзәһәр белешергә ебәрҙе. Күршебеҙ Малик менән һөйләште Байзәһәр. Пенсиә килергә аҙна-ун көн бар. Ҡалаға алып барғанына, алып ҡайтҡанына симешкә аҡсаһы менән иҫәпләшергә килештеләр.

– Улай икән... Байзәһәр ҙә ризалашҡас, иртәгәнән ҡалмай, ҡуҙғалырбыҙ, – Әмәлетдин яйлап ыҡҡа килде.

...Ғәйнәфә ҡарсыҡ ҡарты менән төнө буйы көнбағыш ҡыҙҙырҙы.

Таксист Малик һары таңдан ҡалаға алып китте.

– Ҡаланың нәҡ үҙәгенә алып бар, кеше күп йөрөгән ергә! – тип бойорҙо Әмәлетдин.

Малик ауылдаштарын ҡала урамдарының береһендә ҡалдырҙы ла, аҙаҡ килеп алырға һүҙ биреп, йомош-юлына китеп тә барҙы.

Һәйбәт ҡурылған, тос емле, эре көнбағышты си­рат тороп алдылар.

Юл уңһа, уңа ла ҡуя: төш етеүгә тоҡтарҙағы көнбағыш һатылып бөтә яҙҙы. Әммә... ҡарттарҙы ҡапыл әзмәүерҙәр уратып алды.

– Тинен дә ҡалдырмай, аҡсағыҙҙы ошонда һалығыҙ! Тиҙ булығыҙ! – Битен тотош ҡара һаҡал баҫҡан кеше пакет һондо.

– Иғәнә йыяһығыҙмы, мәсет һалдыраһығыҙмы? – Әмәлетдин уға мыҫҡыллы текәлде.

– Телеңә күп һалышһаң, «мәсетте» мин һиңә шундай итеп һалырмын, өс көндән өсөңдө уҡырҙар! – Быныһы Әмәлетдингә ҡунып бара.

Ҡара һаҡал янындағы һонтор бәндә усын асты:

– Ошоноң көсөн татығанығыҙ бармы? Күп һөйләнһәгеҙ, хәҙер тәмләтәм!

– Кәстит...– Байзәһәр ағарынды.

Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында өс асарбаҡ бөтә аҡсаны алып китте.

Ҡалған көнбағышты һатып бөтөүгә эргәләренә полиция килеп баҫты. Уны күргәс, ҡарттар ярышып зарланырға тотондо:

– Ҡустым, мында беҙҙең хәлдәр бик насар!

– Иртәрәк килһәң, беҙҙе таларға өлгөрмәҫтәр ине.

Мыҡты кәүҙәле, мыйыҡлы ир ҡарттарҙың һүҙен бүлде:

– Бисәләргә оҡшап, сыуылдашмағыҙ әле! Тейешһеҙ урында симешкә һатҡанығыҙ өсөн һеҙҙән берәр мең һум штраф! Тиҙерәк булығыҙ!

Ҡарттар шаҡ ҡатты.

– Тәүләп килеүебеҙ. Ауылдыҡылар бит беҙ! – Байзәһәр аҡланырға тотондо.

– Мә, симешкә ал, бушлай бирәбеҙ, күстәнәс булһын! – Әмәлетдин, штраф түләмәҫкә әмәле сыҡты, тип ҡыуанды, ахыры, йөҙө яҡтырып, кеҫәһенән бер ус көнбағыш сығарҙы.

– Уңайһыҙланма, ҡустым, ал, сиртеп йөрөрһөң! – Байзәһәр ҙә, һүҙгә ҡушылды.

– Мыҫҡыллайһығыҙмы?!. Ә мин шундай итеп «сиртермен» – ғүмер буйына онотмаҫһығыҙ! Хәҙер икегеҙҙе лә ябып ҡуям! – тип аҡырҙы тәртип һаҡлаусы.

Кемдең рәшәткә артына эләккеһе килһен, ҡарттар йәһәт кенә һуңғы аҡсаларын һондолар, шулай итеп, ҙур бәләнән ҡотолдолар.

Оҙаҡламай Маликтың машинаһы күренде.

– Йылдамыраҡ ҡыймылдағыҙ: Ғәйнәфә апай менән Йәүирә апай базаға инеп, калуш-итектәр алырға ҡушҡайны бит, өлгөрәйек! 8 Март байрамына ҡарсыҡтарыбыҙға бүләктәр ҙә ҡарарбыҙ, тигәйнегеҙ! Бүләк һайларға ла хәтһеҙ ваҡыт кәрәк.

– Ниндәй 8 Март? Ниндәй бүләк, ти, ул? Аҙаплы юлға сыҡҡанбыҙ икән... – Башы ҡаңғырған Әмәлетдин ҡарт үрһәләнде.

– Ҡустым, базаларға бармайбыҙ, тура ауылға һыпырт! – Байзәһәр ҡулын ауыл яғына һелтәне.

– Йә инде, һиңә түләрлек тә аҡса ҡалманы...– Әмәлетдин ҡарт тәрән көрһөндө.

– Уныһына ҡайғырмағыҙ, пенсиәләрегеҙҙе алғас, түләрһегеҙ, – Малик ҡара көйгән ауылдаштарын тынысландырырға тырышты... 

 

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас