Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Май 2023, 18:00

Бер туған шағирҙарға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Билдәле шағирҙар, журналистар ағалы-ҡустылы Венер һәм Рәмил Йәнбәковтарҙы яҡташтары онотмай. Үкенескә күрә, уларҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. Бөгөн Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында ошо шәхестәргә арналған матур сара үтте

Бер туған шағирҙарға иҫтәлекле таҡтаташ асылдыБер туған шағирҙарға иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Бер туған шағирҙарға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

 

 

Йәнбәковтар үҙҙәре тере саҡта тыуған яҡтарына йыш ҡайтты, ауылдарының тәбиғәтен ижадтарында маҡтаны, һағыныуҙарын шиғыр юлдарына һалды. 

Башҡортостан халҡы уларҙың әҫәрҙәре аша Ҡабырғай тауы, шишмәһе, Берғашыҡ, Берсүмес йылғалары менән танышты.

Яҡташтары шәхестәрен онотмай, хөрмәт итә, шиғырҙарын ятлай, китаптарын уҡый.

Бөгөн, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, ауылдың мәҙәни-социаль үҙәге бинаһына ағалы-ҡустылы Йәнбәковтарға хәтер таҡтаһы тантаналы асылды.

Таҡтаташты Венер Йәнбәковтың улы Марат үҙе дизайнлап, Рәмил Йәнбәковтың улы Таһир ярҙамында эшләткәндәр. Был сарала улар ҙа ҡатнашты. Венер Әхмәт улының ҡатыны Зөлхиә еңгә лә ҡайтты.

Ауылдаштары, туғандары, дуҫтары уларҙы иҫкә алды, шиғырҙарын һөйләне.

Әйткәндәй, таҡтаташ асыу алдынан Еңеү көнөнә арнап, хәтер сараһы ла үтте. Килеүселәр яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, обелискка гөлләмә һалды.

Матур концерт та әҙерләнгәйне. Социаль-мәҙәни үҙәктә йөкмәткеле күргәҙмәләр ҙә ойошторолған. Өфөнән "Педкитап" ғилми-методик үҙәге директоры Т.Хоҙайғолов китаптар килтергән, крайҙы өйрәнеүсе С. Алсынбаев археологик табыштарын ҡуйған.Йәнбәковтарҙың китаптары ла урын алған.

Ауыл мәсете имамы, ошо матур сараларҙы ойоштороусы Ишмөхәмәт Арыҫланбәков билдәләүенсә, ҡайыптар мәрхүм ветерандарҙы ла, билдәле шәхестәре Йәнбәковтарҙы ла гел яҡты хәтирәләр менән иҫләй. Афарин уларға!

Донъялар тыныс булһын! Бер кем дә онотолмай!

Алһыу Ишемғолова.

Фото: автор фотоһы.

 

Автор:
Читайте нас