Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Май 2023, 15:23

Бер ҡабым ғына... Булған хәл

Хәллерәктәр ҡырҙа, ырҙын табағында булғас, Әхиәрҙе оҙатырға туған- тыумасалары, күршеләре генә йыйылды. Улары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ: еңгәләре Фәтхиә, ҡартатаһы, күршеләре Фәриҙә, Айһылыу апайҙар, бала-саға...

Бер ҡабым ғына... Булған хәл
Бер ҡабым ғына... Булған хәл

1943 йылдың авгусында ун һигеҙ йәше саҡ тулып өлгөргән Әхиәргә лә повестка килтереп тотторҙолар. Егет быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итте: «Китергә икән, китергә!»

Ир-егеттәрһеҙ йорттар күптән етемһерәп, бушап ҡалған: бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡарт-ҡоро. Ауыл үҙе лә тештәре ҡойолоп, йөҙө йыйырсыҡланған, өҫтөнә әләм-һәләм ҡаплаған хәлһеҙ ҡарсыҡты хәтерләтә. Ир-ат юҡлығы ныҡ һиҙелә: унан-бынан яғырға тип ситәндәр һүтелеп алынған, бағаналар ауған, буяуҙары ҡубып төшкән тәҙрә ҡапҡастары ала-сола... Өй эргәләрендә кесерткән, алабутаның әҫәре лә юҡ – яраҡлы үләнде халыҡ күптән ашап бөткән.

Хәллерәктәр ҡырҙа, ырҙын табағында булғас, Әхиәрҙе оҙатырға туған- тыумасалары, күршеләре генә йыйылды. Улары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ: еңгәләре Фәтхиә, ҡартатаһы, күршеләре Фәриҙә, Айһылыу апайҙар, бала-саға... Туҡтауһыҙ яуған өгөт-нәсихәттәрҙән һуң Айһылыу йыр башланы:

Ташкеләт буйы тик ағас,

Аҡ ҡайын да ҡарағас.

Ауылыбыҙ етем инде,

Ир-егеттәр ҡалмағас.

Күлдәк осоноң еңе менән күҙҙәрен һөртөп, бошоноп ҡалған Әхиәргә ҡарап Фәриҙә таҡмаҡларға тотондо:

Әй буйҙары – әрәмә,

Ат ниместе, йәлләмә!

Пуляларҙың береһе лә

Осмаһындар әрәмгә.

Эй, сиртәбеҙ симечкә,

Эй, сиртәбеҙ симечкә.

Ҡар өҫтөндә туңған, тиҙәр,

Шулай кәрәк нимескә!

Был таҡмаҡтарҙан һуң, Әхиәргә ни хәтле генә ҡыйын булмаһын, өйгә йән инде. Күршеләрҙең дә һәр береһе егет менән хушлашты:

– Иҫән-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын!

– Сәмиғулла абзыйыңды күрһәң, беҙҙән сәләм әйт, һине көтәләр, тиң.

– Хат яҙып тор инде!

– Ниместәрҙе беҙҙең өсөн дә туҡма!

– Эй, ҡәйнешкәйем, һин дә китәһең, – еңгәһе Фәтхиә һыңҡылдап иларға тотондо, – бигерәк абзыйыңа оҡшап тораһың, атлауҙарың... Миңлеғәлием тип торамсы...

– Ҡуй, Фәтхиә килен, илама, кешене оҙон юлға күҙ йәше менән оҙатмайҙар, – Хәҙисә еңелсә генә уның ҡулбашына ҡағылды, – ризығы бөтмәһә, ҡайтыр, һәр кемде ерҙә ризыҡ йөрөтә.

Оҙатыусылар таралышҡас, өйҙө ауыр тынлыҡ баҫты.

– Инәй, мин Ташкеләт менән хушлашып киләм, йәме.

– Бар, улым, бар, түлке оҙаҡлама, тауҙың иң түбәһенә менеп теләк телә, беҙҙең өсөн изге тау бит ул, – Хәҙисә улын эргәһенән һис кенә ебәргеһе килмәһә лә, уның теләгенә ҡаршы тора алманы, тышына сығармаһа ла, эстән ут янып, бәлки, Әхиәремде һуңғы тапҡыр күреүемдер, әйҙә, тауы менән дә хушлашып китһен, тип уйланы. Ағайҙары ла китеп хәбәрһеҙ юғалды, әллә тереләр, әллә үлеләр, тигәндәй. Хәҙисә Әхиәрҙең әйберҙәрен әҙерләне, үҙе туҡтауһыҙ: «Эй, Аллаҡайым, иҫән-һау йөрөп ҡайтып, тере килеш күрергә яҙһын», – тип теләнде.

Ташкеләттең иң бейек түбәһенән бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә: әнә, Яуыш, Ясин, Иҫәнбай ауылдары, арыраҡ – Үгеҙҙәр, Йыланыш... Зәңгәр дуға булып ялтырап ятҡан Әй, уға ҡушылған матур Көршәле шишмәһе...

Ташкеләтте ысын келәт тиһәң дә ярай, исмаһам: аҡландары тулы шартлама, әбзәй еләктәре, урман тулы балан, эт мороно, энәте уның. Ҡыштарын саңғыла, санала шыуған шат бала-саға итәгендә.

Ҡосағында аунатып, туптай тәгәрәтеп, илатып-көлдөрөп, береһен дә имгәтмәй генә үҫтергән был тау Әхиәргә ҙур инәһе кеүек ҡәҙерле, яҡын ине.

Йыйылыу пунктына барып етер өсөн байтаҡ араны үтергә кәрәк. Кисеүгә барып еткәс, Әхиәр арбанан еңел генә һикереп төштө, итеген, ойоҡбашын сисеп, арбаға, төйөнсөгө эргәһенә, һалды. Баштараҡ һалҡын һыу сирҡандырып, семетеп алғандай булһа ла, аяҡтары һыуға тиҙ өйрәнде, ауылдан оҙатып килгән хәүефле уйҙары ла юҡҡа сыҡҡандай булды. Һыуҙың шаптырҙауы, аттың бышҡырып ҡуйыуы бала-сағаның иң сағыу, матур мәлдәрен иҫенә төшөрҙө.

Ҡояш рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Әхиәр һике ситенә ултырған да тәҙрәнең бер яҡ ҡырынан баҡсаны күҙәтә.

– Әйҙә һыу инергә! – Дуҫы Сабирйәндең сәрелдәк тауышы ишетелә.

Инәһе һуҡрана: «Баҡа шикеле көнө буйы быҡырҙап һыуҙа ятаһығыҙ, һыу инәһе алып китмәҫ тимә үҙегеҙҙе!»

Урамда бәхәс башлана:

– Кем күберәк һыу ингән?

– Мин – егерме, – ти Кәрим.

Фәнүр, бармаҡтарын бөгөп, иҫәпләргә тотона:

– Элгәре көн – унау, кисә – өсәү, бөгөн – дүртәү.

Баштараҡ өшөгәндәй булһалар ҙа, һыуҙың йылыһы үҙенә тарта, сыҡҡы ла килмәй, һыу терегөмөш кеүек: тирә-яҡҡа сәсрәй ҙә, ҡоя нурҙарында йылтырап, меңләгән төҫкә инә, һәр тамсы малайҙар менән шаярып-көлөп, яңынан тулҡын ҡосағында юғала. Йылға йәйғорҙай ҡыҙғылт-һары төҫтәр менән балҡый, йәшкелт-зәңгәр тулҡын туптары берсә малайҙарҙың тәндәренә килеп ҡағыла, берсә кире сигенә.

Ирендәре күгәреп, тештәре «бейешә» башлағас ҡына, «йылытҡыс»ҡа йүгерәләр. «Йылытҡыс» тигәндәре – Әй ярында ултырған буш кәрәсин мискәһе. Ул эҫе көндәрҙә, ҡояш аҫтында, мейестәй ҡыҙа. Тауыҡтар шикелле шунда ҡунаҡлайҙар ҙа еүеш кейемдәрен киптерәләр...

– Абзый, ҡайт, инәйем көтә. Ҡайт! – Ҡустыһы Тимерхан эҙләп килгән.

– Хәҙер.

Тауыш Әй аръяғындағы ағастарға, таштарға һуғылып, тулҡын шикелле кире әйләнеп ҡайта ла байтаҡ ҡына һыу өҫтөндә бәүелеп тора:

– Хәҙер-е-ер...

Арба тәгәрмәстәренең һыуҙан сығып, ваҡ таштар өҫтөндә келтерләүе Әхиәрҙе һиҫкәндерҙе, ул, йүгереп килеп, арбаға ултырҙы.

– Йылғаны ла аша сыҡтыҡ, улым, на-а-а, малҡай. – Ҡартатаһы атты юрттыра төштө. Әхиәр, урынынан күсмәй генә, артҡа табан боролоп ултырҙы, тәүҙә тыуған йорто, унан ауылы, бала сағынан яҡын, таныш булған тирәктәре, ҡыуаҡлыҡтары күҙҙән юғалғансы ҡарап барҙы.

Тау артында ҡыҙарып ҡояш байыны. Эңер төштө. Өй эсе шомло ҡараңғылыҡ менән тулды. Танауы ослайып, ҙур һоро күҙҙәре эскә батҡан, аяҡ-ҡулдары ҡороған ағас кеүек булып ҡалған Тимерхан аслыҡтан түҙә алмай үрһәләнде. Башаҡ сүпләргә тип киткән инәһе менән апаһы һаман күренмәне.

Малай оҙон нәҙек бармаҡтары менән эсен баҫҡылап та ҡарай, юҡ, ауыртыу һис кәмемәй, арта ғына, ниндәйҙер көс үҙен һурып, хәлен ала бара. Ул, һикелә ултырған килеш, түшәме ҡоромланып, ҡап-ҡара булып ҡалған өй эсен күҙҙән үткәрҙе, инәһе әйтмешләй, усҡа һалып өрөп ебәрерлек тә ашарға яраҡлы нәмә таба алмағас, мөйөшкә ҡаҙаҡланған кәштәгә үрелде. Буяуы ҡубып, йәмһеҙ хәлгә килгән кәштәнең иң өҫкө таҡтаһында ятҡан төйөнсөктө һәрмәп алды, ҡалтыранған ҡулдары менән көскә-көскә иҫке яулыҡтың төйөнөн систе. Ҡул тирмәнендә тары ярмаһын төйөп, тосораҡ булһын өсөн уға алабута, кесерткән япраҡтары ҡушып бешерелгән күмәс ине был.

Тимерхан күмәсте һаҡлыҡ менән генә алып еҫкәргә тотондо:

– Их, тәмләп ҡарарға, бер семтем генә ҡабырға ине... Юҡ, ярамай, ярамай, был – изге күмәс! Абзыйҙары Миңлеғәли, Ғәлиәскәр, Йомаҙил, Әхиәрҙең тыуған йортта көтөп торор ризыҡтары.

– Ауыҙ ит, балаҡайым, ҡалған ризығың еребеҙгә тартып торһон, – тип инәһенең, өҙгөләнеп илай-илай, Әхиәр абзыһынан күмәсте тешләткәнен ул бөгөнгөләй хәтерләй. Ул һуғышҡа киткәс, инәһе күмәсте йәшереп ҡуйҙы: «Зинһар, тейә күрмәгеҙ, туғандарығыҙ әйләнеп ҡайтҡансы ятһын», – тине.

Тимерхан күҙҙәрен йомдо, ауыҙына йыйылған төкөрөктө көс-хәл менән йотоп ебәрҙе, күмәсте иң ҡәҙерле нәмәләй күреп күкрәгенә ҡыҫты, ҡабаттан алып ирендәренә терәне. Бер аҙ ваҡыт шулай торғас, нимәлер иҫенә төшөргәндәй, тертләп ҡуйҙы, күмәсте ҡәҙерләп кенә сепрәккә төрөргә тотондо. Үҙе: «Абзыйҙарым, ҡайтығыҙ, анау нимес хәшәрәттәрен тиҙерәк еңеп ҡайтығыҙ, мин һеҙҙе һағындым, күргем килә, һеҙ булмағас, беҙгә бик ауыр», – тип шыбырҙаны.

Һауа дары, төтөн еҫе менән тулды. Әхиәр үлем менән беренсе тапҡыр күҙмә-күҙ осрашты. Хәйер, ул дуҫының һуңғы һулыш алыуын күрмәне лә. Гриша уның өҫтөнә, олонона балта сабылған ағас кеүек, ҡапыл ғына ҡолап килде лә төштө. Уның аҫтынан көс-хәл менән сыҡҡан Әхиәр дуҫын салҡан әйләндергәндә, Гришаның ауыҙынан ҡанлы күбек ағып сыҡҡайны. Әхиәр, әллә ҡурҡыуҙан, әллә үлем сәскән пуляларҙан һаҡланырға теләп, күкрәге менән ергә һыйынды. Һуғыш яланында ереңдән дә яҡыныраҡ нәмә юҡ, абынһаң да, һөрөнһәң дә, ереңә таянаһың, уға ятаһың, уға һыйынаһың...

Алыҫта туҡтауһыҙ ҡабатланып торған шартлауҙар, гөрһөлдәүҙәр уға күк күкрәүен хәтерләтте. Бала саҡта йәшен йылтырауынан, дөбөрҙәүҙән ҡурҡып юрған аҫтына сума ине улар.

– Ҡуй, ҡурҡаҡ булмағыҙ, хәҙер үтеп китер, – тип инәйҙәр тынысландырғас ҡына, бүлмә буйлап йүгерергә, шаярырға тотоналар ине.

– Бында инәйем юҡ шул, балауыҙ һығып торорға мин бәләкәй малай ҙа түгел инде. – Әхиәр көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡабаттан тороп баҫты, автоматын ҡыҫып, саҡ ҡына эйелә биреп, алға табан йүгерҙе. Эргәһендә кемдер ҡоланы, кемдер ыңғырашып сүгәләне...

Әхиәр туҡтай алмай ине, ана, алда күпме немец танкылары – иҫәпһеҙ. Әллә ер илай, тыпырсына, тулай, әллә үҙенең башы әйләнә, егеткә хатта ағастар ҙа үҙе менән бергә йүгерәләр төҫлө.

Гөрһөлдәүҙәр көсәйгәндән-көсәйә барып, ер менән күк тоташты, ҡара томан, саң эсендә бер ниҙе, бер кемде күрерлек түгел. Әхиәр нимәгәлер абынып йығылды, тағы тороп баҫты.

Ерме, ҡолаҡтарымы геүләй – тауыштарҙы айырмаҫ булды, тотош геүләү аңын томаланы. Алда танкмы, нимәлер ята. Ут яҡтыһында шәүләләр күреп, егет шул яҡҡа табан боролғайны, янбашын нимәлер өтөп алғандай булды, көслө ауыртыуҙан иҫен юғалтҡан егет йөҙтүбән ергә ҡапланды.

– Улыбыҙ әли-әли итә, улыбыҙ тәпәй китергә итә. – Инәһенең тауышы.

– Торналар, улыма аяҡ килтерегеҙ, торналар, аяҡ килтерегеҙ! – Атаһының тауышы.

Әхиәр бара-бара ла ҡолай, тора ла тағы атлай, үҙе эй ҡыуана, көлә, бәләкәс кенә ҡулдарын ҡанат шикелле елпей.

– Эй, һалам аяҡ, сүпкә лә абынып йығылып бараһың. – Инәһе Әхиәрҙе күтәреп алып, күкрәгенә ҡыҫа.

Егет тороп баҫырға итте, йөрәгенә үткән ауыртыу ҡабаттан иҫен алды, күҙ алды ҡараңғыланды, зәп-зәңгәр күк ҡоромланған быяла шикелле ҡап-ҡара булды.

...Госпиталгә килтереп һалғанда, Әхиәр күп ҡан юғалтҡайны, туҡтауһыҙ һаташты. Имеш, ул ялан аяҡ үлән өҫтөнән йүгерә. Ялан аяҡ рәхәт, аяҡ- кейемеңде кейеп, сисеп тораһы юҡ, йүгереп сығаһың да китәһең: ер йылы, үлән мыйыҡтары табан аҫтын ҡытыҡлай, ер табанды иркәләй, һөйә. Эй, рәхәт ерҙең иркәләүе, атаһының мыйыҡлы бите менән ҡағылыуы кеүек. Ҡыҙған ер табандарҙы бешерә, туп шикелле һикерәһең, ирмәк!

Әхиәр бөгөн ялан аяҡ йөрөмәй, аяҡтары ауырта, һыҙлай, хатта ҡан таптары күренә башлаған.

– Әхиәр, аяғың бәпкә сығара бит тиҙҙән, – ти инәһе, – тыңламаһаң, себешең артыңдан көсөк шикелле эйәреп, сипылдап йөрөр әле.

Йомортҡа ярылып себеш сыҡҡанын күргәне бар малайҙың, әллә ысынлап та аяҡ бәпкәһе буламы микән? Ана, тиреһе ҡалай ярғыланып бөткән.

– Ҡана, аяҡтарыңды йылымыс ҡына һыу менән йыуайым да, ҡаҙ майы һөртәйек. – Инәһе йомшаҡ ҡына ҡулдары менән Әхиәрҙең аяҡтарына ҡағыла, ауыртыу баҫыла төшкәндәй була.

– Ихтыярлы, көслө егетһең, бирешмә, – тип әллә хирургтың туҡтауһыҙ сәмләндереүе, әллә үҙенең тиҙерәк арыураҡ булып ҡайтыу теләге көс өҫтәгәндәй булды – тәки тырышып аяҡтарына баҫты, сатанлап булһа ла атлай башланы.

Госпиталдән сығырға бер нисә көн ҡалғас, уға хат килтереп тотторҙолар.

«Һаумы, ҡәҙерле абзыйым, – тип башланған ине хат, – һиңә ҡартатайымдан, инәйемдән, күршеләрҙән күп сәләм ебәрәм. Хәҙер беҙ бер урында, күмәкләп беҙҙең өйҙә йәшәйбеҙ. Күп утын әрәм иткәнсе, шулай уңайлыраҡ, ти инәйем.

Мин кистән үк йоҡларға ятам, йоҡлаһаң – һәйбәтерәк, ас икәнемде онотам. Күптәр шешенеп астан үлделәр, теге ос Наилды хәтерләйһеңме? Башы ҡортлап үлде, ашлыҡ таҙартҡанда бер ус бойҙай алған өсөн Глаша башына тимер таяҡ менән һуҡҡан. Ҡурҡып өндәшмәгән. Үлгән кешеләрҙе ҡарға күмәләр, зыяратҡа апарырға хәлдәре юҡ. Ғәлиәскәр, Минлеғәли абзыйымдарҙың «похоронка»лары килде. Беҙ ышанмайбыҙ. Көтәбеҙ. Улар үлмәгән».

Хаттың аҙағына эре хәрефтәр менән: «Абзый, ғәфү ит, мин һин тешләгән күмәстән бер ҡабым ғына ашаным, һин ҡайт, дошмандарҙы еңеп ҡайт», – тип өҫтәлгәйне.

Был юлдарҙы уҡығас, Әхиәрҙең күҙҙәренә йәш тығылды, ул, эйелеп, карауаты аҫтынан һалдат тоҡсайын тартып сығарҙы, тамағынан өҙөп, ауылға алып ҡайтырға тип йыя барған икмәк киҫәктәрен барланы. Әхиәрҙе тыуған ере, туғандары, Ташкеләте көтә. Ул, осрашыу минуттарын күҙ алдына килтереп, тоҡсайын күкрәгенә ҡыҫты.

Гөлсирә ШАФИҠОВА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: