Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Май 2023, 16:19

Һуңғы аҙна. Хикәйә

– Нимә, ағай, беҙгә Мысырға бармағыҙ, тиһеңме. Беҙ был ялды йыл буйы көттөк. Тура килеүен әйт.– Ниңә беҙгә ҡарайһығыҙ? – тине Айрат. – Барығыҙ. Заманаһы шундай, кешеләр көн һайын үлә. Беҙгә ҡарап тормағыҙ.

Һуңғы аҙна. Хикәйә
Һуңғы аҙна. Хикәйә

Киске эңер, барыһы ла өйҙәренә тарала, миллион кеше йәшәгән ҡалала тормош һүнеп барған һымаҡ. Туҡталышта автобустан төшөп ҡалған ир фатиры урынлашҡан йорт яғына ыңғайланы. 

  Үҙҙәренең тәҙрәһендә һүрән генә утты күреп, кәйефе тағы ла боҙолдо. Фатирына ингәс кенә Айрат ошо аҙнала үҙенең ни тиклем ныҡ арығанын, һуңғы көндәрҙә өҫтөнә ишелеп килгән ҡайғы-хәсрәттән туйғанын һиҙҙе. Арымаҫлыҡ, туймаҫлыҡ түгел шул. Унан ҡотолорлоҡ бер әмәл дә юҡ. Бына бер ай инде дауаханала ҡатыны йәшәү өсөн көрәшә. Тәүҙә әлеге тажлы зәхмәтте йоҡторғайны. Етмәһә, кеше һүҙенә ышанып, вакцина ҡабул итеүҙән дә баш тартҡайны. Ире әллә күпме хәйер өләште, мәсеткә барып килде. Кем белә, бәлки, белер-белмәҫ уҡыған доғалары ла ярҙам иткәндер. Ҡатыны был бәләнән ҡотолғандай булды. Үҙе лә тырышты Айрат. Таныш врач аша реанимацияға индертте, әллә нисә көн үпкәһен елләтеп ятырға мәжбүр булды ҡатыны. Йүнселдәр һәр ваҡыт яйын таба шул. Маҡтай-маҡтай бер ифрат ҡиммәтле дарыу һондолар. Бурысҡа батһа-батты, әммә дарыуын алды. Уны ҡараған табип та бер һүҙ өндәшмәй теге дарыуҙы алып, шәфҡәт туташына ҡаҙарға ҡушты. Батып барыусы һаламға йәбешә тигән һымаҡ, Айрат үкенескә ҡалмаһын тип, барыһын да эшләне. Инде ҡатыны төҙәлеп тә килгән һымаҡ ине, эш, тип йөрөп үҙен ҡарамаған шул. Диспансеризация үтмәгән, инде сығам, тигәндә, бауырының сирле икәне асыҡланды. Тегендә йүгерҙе, бында йүгерҙе, тағы дарыу эҙләне. Ҡала дауаханаһының уға тәғәйен бүлегенә күсерҙеләр. Тәүҙә эш араһында йөрөгәйне, өйҙә дүрт бала, уларҙы ла ҡалдырып булмай. Эргәләге ҡасабанан һеңлеһе эргәһендә йәшәгән әсәһен алып килергә тура килде. Өлкән улы Ильясҡа өмөт иткән булғайны, уныһы яңы эшкә урынлашып йөрөй. Эшен һылтаулап сыға ла китә, һуң ҡайта. Ҡайтмай ҡалған көндәре лә бар. Уға нимә әйтәһең инде. Бер ауырлыҡ күрмәй, ҡайғы-хәсрәттең ни икәнен белмәй йәшәгәйнеләр бит бығаса.

Әнисәһе һуңғы осор ябыҡты. Тире лә һөйәк тип әйтһәң дә уңайһыҙ. Бахыр ғынаһы, хәҙер белә, түҙеп ята. Иренә бәлә һалмаҫҡа, мыжымаҫҡа тырыша.
Ә өйҙә әсәһе яңғыҙы балалар менән айҡаша. Бәләкәйҙәре менән ифрат ауыр. Саҡ ҡына һүҙ әйтһәң, илап баралар, ҡурсалау эҙләп, әсәләрен таптыралар, бер-береһен ошаҡлайҙар. Әсәһе лә арыны. Әле керһә, йомшаҡ ултырғыста йоҡлап ултыра. Айраттың тауышы ишетеү менән уянды, килеп тә сыҡты.
– Йә, улым, килендең хәле нисек? Әнисә төҙәләме?
Айрат бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Өндәшһәм, илап ебәрермен тип ҡурҡты. Икәүләшеп аш бүлмәһенә үттеләр.
– Насар, әсәй, киленеңдең сыҡмаған йәне генә бар.
– И-и-и, киленкәйем. Бер ҙә терелерлек түгелме ни?
– Юҡ, әсәй. Табип әйтте, оҙаҡҡа бармаҫ тине.
– Хоҙайым, табип әйткәс, насарҙыр инде. Һуң, ҡарайҙармы унда?
– Ҡарайҙар, ләкин файҙаһы юҡ, әсәй.
– Эй, улым, балаларҙы нисек ҡарарһың икән? Бер үҙеңә бигерәк ауыр бит.
– Әлдә һин бар әсәй, һин өйҙә булғас, күңелем тыныс. Әле өлкәндәре ҡайҙа?
– Мәктәпкә киттеләр, драмтүңәрәк тинеме. Бәлки, сығармаҫҡалыр.
– Түңәрәккә булһа, барһындар.
Бәләкәйе лауылдап, йүгереп килеп инде:
– Таһир мине этеп ебәрҙе, әсәйем ҡайҙа ул, мине яҡлар ине. Атай, ниңә әсәйем ҡайтмай?
– Саҡ ҡына көт, балам, әсәйең ҡайтыр, – тине Айрат һәм ситкә ҡарап күҙ йәштәрен һөрттө. Ҡысҡырып илап ебәрә яҙҙы.
Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ҡасабанан һеңлеһе икән. Тауышы шат, хатта яңғырап тора. Ҡыуанмай ни, ире вахтанан ҡайтҡан. Яңы автомобиль һатып алғандар.
– Ағай, бар эшеңде ташла ла, әсәй менән еңгәне тейәп, иртәгә беҙгә ҡунаҡҡа кил. Шунда тәгәрмәстәрҙе йыуырбыҙ, – тип һөрәнләне хәл белешеп, һорашып та тормайынса.
– Кейәү нимә эшләй, – тип кенә һорай алды Айрат.
– Уға нимә булһын, кисә ныҡ булған. Ҡустыһы килгәйне, бисәһе менән. Хәҙер ята, ана, тороп килә, мә, үҙе менән һөйләш.
Кейәү нәмәлер мөңгөрләне. Уның һөйләнеүенән шуны ғына аңланы. Мысырға ун көнгә путевка алған. Өс көндән ҡуҙғала, етте һиңә, ҡайнаға, әсәйҙе беҙгә лә килтер, ти.
Телефонды һеңлеһе тарып алды:
– Кейәүең дөрөҫ әйтә, әсәй гел һеҙгә булмай инде. Саҡырған ваҡытта килеп етегеҙ. Әсәй әйберҙәрен тейәп алһын. Беҙ киткәс, өйгә, балаларға хужа булып ҡала, – тип ҡысҡырынды.
– Еңгәңдең хәле насар бит әле, – тип кенә әйтә алды Айрат. Һеңлеһе менән айҡашырға көсө етмәне.
– Бәй, еңгәнең хәле нисек, һорамай ҙа торам. Әле һаман сыҡманымы ни? Үткән шылтыратҡанда терелеп килә, тигәйнең дә инде.
– Һылыу, еңгәңдең хәле насар.
– Нисек насар? Тағы, мин әйтәм, иркәләнеп ятмаймы?
Айрат һылыуының һүҙҙәренә яуап биреп өлгөрмәне. Аңғармаҫтан телефонды һүндереп ҡуйҙы.
Унан ҡотолоп буламы һуң инде:
– Ниңә ташлайһың? – тип шылтыратты.
– Юҡ, яңылыш баҫтым.
– Йә, киләһегеҙме? – Һеңлеһе һаман ныҡыша.
Айрат бар көсөн йыйҙы.:
– Еңгәң үлеп бара. Әҙер булығыҙ, ошо көндәрҙә.
Теге башта тын ҡалдылар.
– Булмаҫ, ышанмайым, ағай.
Айрат башҡа һүҙ таба алманы, хушлашып бәйләнеште өҙөп ҡуйҙы.
Уф, бер сәғәттән тағы ла шылтыратты. Тауышы үҙгәргән, был юлы хәсрәтле һымаҡ.
– Нимә, ағай, беҙгә Мысырға бармағыҙ, тиһеңме. Беҙ был ялды йыл буйы көттөк. Тура килеүен әйт.
– Ниңә беҙгә ҡарайһығыҙ? – тине Айрат. – Барығыҙ. Заманаһы шундай, кешеләр көн һайын үлә. Беҙгә ҡарап тормағыҙ.
Һеңлеһе өндәшмәгәс, Айрат оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Быға тиклем иғтибар итмәгәйне, кеше көн һайын ишетелеп торған үлемгә күнде түгелме һуң? Хатта кешеләр үлгән һымаҡ та түгел. Эйе, эйе, бер ҙә вафат булмай, тереләр исемлегенән генә төшөп ҡалған һымаҡ. Ҡарале, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә унан һуң онотолоп та ҡуя.
Ә һеңлекәш ныҡыш, үҙе теләгәнде ишетергә теләй.
– Еңгә оҙаҡ ятырмы икән һуң?
– Кем белә. Бәлки, бер аҙна, йә бер көн.
Арып, башы ҡатып, саҡ ҡотолдо Айрат һеңлеһенән.
Ҡатыны менән булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Ҡатыны бөгөн күберәк балаларҙы һорашты. Дәрескә йөрөйҙәрме, татыуҙармы, бер-береһен рәнйетмәйҙәрме.
– Юҡ, юҡ, хатта күңелле уйнайҙар.
Ҡайҙан күңелле уйнаһындар инде, тип уйланы эстән генә Айрат. Дүртеһе дүрт мөйөштә һуғыша башлаһа, фатир дер һелкенеп тора, күршеләр шаҡый башлай.
– Үҙеңде ҡарап йөрө, – тине ҡатыны. – Күлдәгеңде көн һайын алыштыр. Мин һиңә был айға етерлек күлдәк ҡалдырҙым. Ҡара уны, оҙаҡҡа һуҙма, мин фатихамды бирәм, һиңә өйләнергә тура килер.
– Ҡуйсы, ҡабаландырма, – тип баҙнатһыҙ ғына ҡаршылашты ире.
– Бушты һөйләмә, һин үҙ аллы донъя көтә, балаларҙы ҡарай торған кеше түгел. Шуға барыбер берәйһен алып ҡайтырға тура килер. Уф, сыға алманым бит. Берәйһен димләп китер инем. Үҙемдең таныштар араһынан барлап ҡарайым, юҡ, бер йүнлеһе юҡ инде. Йә эсә, йә аҙғын, йә ҡаты ҡуллы.
– Ҡуй, Әнисә, был хаҡта һөйләшкем дә, ишеткем дә килмәй.
– Атаһы, алып ҡайтырға тура килер. Тик теләһә кемгә йәбешмә. Ҡара уны, беҙҙең балаларҙы яҡын күргән ҡатын тап. Шулай булһын.
Айрат ҡайтып килгәндә ҡатынының элекке әхирәте Миңниса менән осрашты. Хәл белештеләр. Яңғыҙ йәшәп ятҡан була. Бер ҡыҙ үҫтерә. Айрат бер мәл ишеткәйне, баяғы, бисәһе һөйләгәйне шикелле. Ире булған, әллә ташлап киткән, әллә ҡасҡанмы, бик эсә, эсһә ҡулы оҙон, ҡаты йоҙроҡло, тигәйне. Әнисәнең хәле тураһында ишеткәс, Миңнисаның аптыраныуҙан эйәге һалынды, күҙҙәре йомроланды. Әллә ни һорауҙар бирмәне, былай ҡурҡынғаны һиҙелде:
– Мин дә прививка эшләтмәгәйнем, – тип ҡуйҙы.
Икенсе көнөнә тағы Әнисәһен юллап барҙы. Бик йәне үртәлгәйне, саҡ ҡына эсеп алған булды. Ҡатыны һиҙгер шул, шунда уҡ һиҙеп ҡалды.
– Уф, Аллаһым, тағы эскәнһең бит. Әлеге миңә һылтаулағанһыңдыр инде.
– Юҡ, юҡ, эштә егеттәр ҡойоп бирҙе, – тип саҡ ҡотолдо.
Ҡайтып килә ине, әлеге Миңниса тура килде. Уралтып-суралтып торманы:
– Дауахананан киләһеңдер инде, Әнисәң ни хәлдә? – тип һораны.
– Насар, нисек ярҙам итергә лә белмәйем, – ти өҙгөләнде Айрат.
– Бәлки, ярҙам кәрәктер, әле ялдамын. Ҡыҙым да командировкаға китте. Уңайһыҙланып торма, саҡыр, ҡулдан килгәнсә ярҙам итермен. Әнисәгә берәй нәмә бешереп килтерәйемме әлле?
Кисен Миңниса бер кәстрүл итеп тары ярмаһынан ҡыҫтыбый килтерҙе. Ашхана аҙығынан бүккән Айрат үҙе өстө ашаны, балалар ҙа ташыны, Әнисәһенә икәүҙе алып ҡалды.
Кис ҡатыны янына барғас, ҡыҫтыбый менән һыйламаҡ булғайны, Әнисә шунда уҡ берәүһен тешләп тә алды, ауырлыҡ менән булһа ла йотоп ебәрҙе.
– Тәмле икән, кем бешерҙе? – тине.
– Миңниса килтерҙе, – тип бер ҡатлы Айрат дөрөҫөн әйтте лә ҡуйҙы.
Уф, ҡатыны илап ебәрҙе:
– Ҡабаланмаһын, әйт, мин үлгәнде көтһөн. Ул әрһеҙ нәмә килеп тә инер инде. Нимә әллә һин дә түҙмәйһеңме? Көтөгөҙ. Түҙә алмайым, бар әле уколын килтерһен. Бынау еремдән тереләй һуйған кеүек.
Өйөнә ҡайтһа, Миңниса еңдәрен һыҙғанып хужабикә булып йөрөп ята. Балаларҙы йыуындырып сығарған, өҫтәрен алыштырған. Ҡулдарында үҙе бешергән әлеге ҡыҫтыбый. Аптырарһың кешегә. Ҡайҙа ҡабалана инде. Әнисә дөрөҫ әйтә бит. Ниңә ашығырға? Аш бүлмәһенә үтһә, әсәһе килеп ҡолағына бышылданы, ул да килештермәгән. Үҙем ҡарай алам, теләһә кемде йыйма, тине.
Айрат үҙе былай Миңнисаны еңел генә итеп ҡайтарып ебәрҙе ул, иң бәләкәй ҡыҙы әүрәгән дә ҡуйған инде. Илап артынан эйәрҙе. Миңнисаға өйөнә алырға тура килде. Эйәрһә лә ғәжәп түгел, иң бәләкәйе әсәһе наҙлап ҡына үҫтергән бала, ай була инде әсәһен күргәне юҡ.
Икенсе көнө ял ине. Әнисә эргәһенә барҙы Айрат. Күренеп тора, хәле насар. Тартышып ҡуя, өҙөк-өҙөк тын ала.
– Йоҡлай, – тине иренә шәфҡәт туташы.
– Ҡайҙан йоҡлаһын, бындай хәлдә кеше йоҡлаймы ни? Ваҡыт-ваҡыт һушын юғалта, бары шул ғына, – тине Айрат.
– Өйөгөҙгә алып ҡайтығыҙ, – тине шәфҡәт туташы. – Юғиһә, бында моргҡа алып баралар һәм ярасаҡтар.
Ярай, алып ҡайтыр, ҡайҙа һаҡлар һуң?
– Алып ҡайтыу мотлаҡмы? – тип һораны ир.
– Мөдир менән һөйләшһәгеҙ ҙә була.
– Айрат, Айрат, – тип һаташты ҡатыны, әллә өндәште. – Мине алып ҡайт, бында ҡалдырма.
– Ярай, хәҙер мөдир менән һөйләшәм, – тине ире.
– Китмәй тор, көтөп тор. Әйт әле, килдеме?
– Кемде әйтәһең, ҡәйнәмме?
– Юҡ, Миңнисаны әйтәм, килдеме?
– Мин уны ҡайтарып ебәрҙем.
– Уф, ниңә ҡайтарҙың, балаларҙы кем ҡарай?
– Үҙең әйттең, өйөндә көтһөн, тинең. Шуға ҡайтарҙым.
– Бушты һөйләмә. Мин һиңә ул хаҡта өндәшмәнем. Ул ирен бик ярата ине. Бер мәл осрағайны. Илай-илай һөйләне. Ире уны зерә рәнйеткән икән. Ҡара уны, туҡмама. Бисә туҡмау көсһөҙ ирҙәр тәхеле ул.
– Ярай, һин теләгәнсә булыр, – тип ҡатынын тынысландырырға тырышты Айрат.
– Мин аңламайым, – тине ҡатыны, – мин дауаханала ятам, ә өйөмдә икенсе хужабикә, балалар үҙен оҡшатһа ярар ине. Ҡуй инде, килеп тә еткәндәр. Бик оҡшамаһа, һин уны ҡыу ҙа ҡайтар.
Өйөнә ҡайтһа, төпкө бүлмәлә әсәһе турһайып ултыра. Ә кухняла ҡәйнәһе хужабикә хәҙер.
Айрат килеп инеү менән ҡыҙымдың бынауында ҙур табаһы ултыра торғайны. Күренмәй. Ҡоҙағыйҙан һорағайным, белмәй. Үҙе ҡайтып төшһә, оҡшатмаясаҡ. Ә хәйерлектәрең, кейәү, әҙерме? Кәфенлек һатып алдығыҙмы?
– Ҡәйнәм, улары нимәгә ул, хәҙер үк?
– Нисек нимәгә? Бөгөндәре үлеп китһә, ҡайҙан тапмаҡ булаһың?
Көс-хәл менән иртәгә хәстәрләргә килештеләр. Ауыр йоҡланы Айрат. Һаташып-һаташып, уянғылап та ҡуйҙы. Бер мәл телефоны дерелдәгән һымаҡ тойолдо. Әнисәһе эргәһендә, имеш. Ике-өс ҡат килде, телефоныңды ал, ниңә миңә яуап бирмәйһең, ти ҙә ҡуя. Иртән биштәрҙә ҡараңғылы-яҡтыла уянып китһә, әллә ун тапҡыр шылтыратҡандар инде. Ауыр тойғолар менән телефонды алды һәм кире шылтыратты.
– Һеҙҙең ҡатынығыҙҙы бер сәғәт элек кенә мәйетханаға алып киттеләр, – тип яуап бирҙеләр.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: