Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Май 2023, 18:17

Күңел нуры. Хикәйә

Көтмәгәндә беҙгә йәнә: «Күсергә», – тигән яңы хәбәр килеп төштө. Йәнә тип шуға әйтәм, беҙ бер урында оҙаҡ йәшәй алмай инек, хеҙмәтем буйынса мине әле бер, әле икенсе районға күсереп кенә торалар ине. 

Күңел нуры. Хикәйә
Күңел нуры. Хикәйә

Рәис Низамов

КҮҢЕЛ НУРЫ

(хикәйә)

Көтмәгәндә беҙгә йәнә: «Күсергә», – тигән яңы хәбәр килеп төштө. Йәнә тип шуға әйтәм, беҙ бер урында оҙаҡ йәшәй алмай инек, хеҙмәтем буйынса мине әле бер, әле икенсе районға күсереп кенә торалар ине. Яңы урынға ерһенеп кенә еттем тигәндә, сиғандар һымаҡ, әйберҙәреңде тағы төрә башлайһың. Хатта Аҫылбикә ҡыҙым үҙенең ҡайҙа тыуғанын да ныҡлап белмәй.

– Йыраҡ-тааа, – тип ҡуя ул, ҡулын һуҙып.

Йыраҡта шул, бик алыҫта, Урал артында тыуҙы Аҫылбикә. Ике йәше тулыр-тулмаҫтан, ошо Ҡошйылға поселогына күсеп килдек. Тыуған ерен хәтерләй алмай. Күрәһең, сабый күңеленә бер нәмә лә һеңешеп өлгөрмәгән. Киреһенсә, әлеге Ҡошйылғаны үҙенең тыуған төйәге кеүек тойҙо. Тәүҙә йыуаш ҡына, күрше-тирәнең ҡыҙҙары янына тартынып ҡына сыҡҡан Аҫылбикә тора-бара ҡыйыуланып, саяланып китте. Үҙ ҡыҙыңды маҡтау килешмәй, әлбиттә, бер телгә алғас, әҙерәк һөйләмәй мөмкин түгел. Әйткәнемсә, Аҫылбикәнең тауышы ишек алдында арыу ғына яңғырай башланы. Йә ул иптәштәренә ниндәйҙер уйын өйрәтте, йә эргәләге сауҡалыҡҡа сәскәләр йыйырға алып китте. Ҡайһы мәлдә, көҙгө себештәрҙәй, үҙ-ара сиҡылдашып та алдылар. Аҫылбикәнең йәштәрен ағыҙып, йүгереп кергән саҡтары ла булғыланы. Йәнәһе, уны тыңламайҙар, баш бирмәйҙәр. Бәй, күп тә үтмәй, уның сыйылдаған тауышы яңынан тышта ишетелә башлай.

Быйыл Аҫылбикә башлап мәктәпкә төштө. Бер ҡулына портфелен, икенсеһенә сәскәләр букеты тотоп атланы ул ҡояшлы сентябрь иртәһендә. Мин уны оҙата барҙым. Ҡыҙым күбәләк һымаҡ осто. Ҡыуанып бөтә алманым, бер Аҫылбикәгә, бер иптәштәренә йылмайып баҡтым. Гүйә, мин дә улар менән беренсе мәртәбә мәктәп ишеген астым һәм сәстәренә сал төшкән уҡытыусыға мөлдөрәп төбәлдем.

– Рәхим итегеҙ, балалар, – тине оло ғына сырайлы, мөләйем йөҙлө Гөлбаныу апай. Һиҙелеп тора, ул да тулҡынлана. Уның йылы ҡарашын кемдәр генә тоймаған да кемдәр генә уны йөрәгендә йөрөтмәгән тиһең! Эй тәүге еҙ ҡыңғырау тауышын ишеткән минуттар! Бик алыҫта ҡалды шул. Эй был күңел тигәнең, әллә ҡайҙарҙағы ваҡиғалар йәнә иҫкә төштө. Тәүге уҡытыусы... Хәрефтәрҙе танытып бөткән көндө генә уны һуғышҡа алып киттеләр. Дәрес тамамланғас, ул бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, тәрән һулап:

– Бына, балалар, һеҙҙең менән һаубуллашыу сәғәттәре лә һуҡты, – тине. – Мин һуғышҡа үҙ теләгем менән, алданыраҡ китәм. Һеҙҙе башҡа уҡытыусы уҡытыр. Инде хәрефтәрҙе таныйһығыҙ, мин һеҙгә фронттан хаттар яҙырмын, мин һеҙҙе иҫемдән сығармам. Яҡшы уҡығыҙ. Ауыр булыр, ләкин бер генә еңеү ҙә ауырлыҡһыҙ бирелмәй. Ә мин фашистарға мәргән атырға, бөтәбеҙ өсөн дә үс алырға тырышасаҡмын.

Уҡытыусыбыҙ кластан сығып киткәс, беҙгә бик күңелһеҙ булып ҡалды. Барыбыҙҙың да баштар аҫҡа эйелде. Күптәребеҙ, мышнап, танауҙарын тартты.

Беҙ байтаҡ ҡына ваҡыт яңы уҡытыусыға өйрәнә алманыҡ. Дөрөҫ, яңы уҡытыусы ла һәйбәт ине, беребеҙгә лә ауыр һүҙ әйтмәне. Әммә «А» хәрефен башлап өйрәткән кеше күҙ алдында баҫып тик торҙо. Бына-бына класс ишеген асыр ҙа көлөп килеп керер төҫлө тойолдо. Юҡ, ул инмәне. Оҙон дауыллы юлдар үтте. Уның хаттары беҙҙе шатландыра һәм шул уҡ ваҡытта фашистарға ҡарата асы нәфрәт тыуҙыра ине. Үкенескә ҡаршы, тәүге уҡытыусыбыҙ ауылға, беҙҙең янға әйләнеп ҡайта алманы, сит ерҙәрҙә, балаларҙы үлем тырнағынан ҡотҡарып, һәләк булды. Ләкин ул һаман да беҙҙең арала йәшәгән төҫлө...

Аҫылбикә көн дә мәктәптән ҡанатланып ҡайтты. Гөлбаныу апаһының ҡыҙыл ҡара менән ҡуйған «дүртле» һәм «бишле» билдәләре мине, атаны, бик ҡыуандырҙы. Мин ҡыҙым менән ғорурландым.

Ҡапыл: «Күсәбеҙ», – тигән һүҙҙе ишеткәс, Аҫылбикә:

– Ә мәктәп? Ә иптәштәрем? – тине миңә һораулы ҡараш менән.

– Ҡала инде, – тинем.

– Нисек ҡала? Ә Гөлбаныу апайҙы мин нисек ташлап китәйем, ти?

– Унда, ҡыҙым, ҡалала икенсе уҡытыусың, икенсе иптәштәрең булыр.

–Ҡала ҙурмы һуң ул?

– Ҙур, ҡыҙым, унда бик күп кешеләр йәшәй.

– Мәктәптәр ҙә күпме?

– Мәктәптәр ҙә, уҡытыусылар ҙа күп.

– Унда беҙҙең Гөлбаныу апай ҙа барһын ине шул.

– Улай булмай, ҡыҙым. Гөлбаныу апайыңа – бында, беҙгә тегендә йәшәргә кәрәк. Кешеләр бөтәһе лә бер ерҙә тора алмай.

– Гөлбаныу апай кеүектәр йәшәһендәр ине шул. Ул бит бик һәйбәт. Көн дә минең башымдан һыйпай, яныма ултырып, дәфтәремде ҡарай. Яңылыш хата яһаһам да, әрләмәй, төҙәтә лә ҡуя.

Ҡыҙымды төрлөсә йыуаттым. Иртәгә китәбеҙ тигән көндө, мәктәбенә барып, документтарын алдыҡ. Гөлбаныу апай Аҫылбикәне ҡосағынан ебәрмәне. Әйтерһең, мин ҡыҙымды – Гөлбаныу апайҙың һәм иптәштәренең тамыр йәйергә өлгөргән гөлдәрен йолҡоп алып киттем.

Машина ҡуҙғалғас, Аҫылбикәнең иптәштәре һаман беҙҙең арттан йүгерҙе. Ҡыҙым түҙмәне, күҙҙәрен һөрттө.

Минең дә күңел тулды. Бына ошолай тейәнеп, нисәнсе мәртәбә инде ят яҡтарға юл тотабыҙ. Өйрәнгән йортоң, ғәҙәтләнгән күршеләрең ҡул болғап, хәйерле юл теләп ҡала. Әҙме-күпме көн күргән ерең мәңгелеккә һинең йөрәгеңдә урын ала. Һуңынан һин уларҙы йыш ҡына иҫкә төшөрәһең, улар һинең күңел күгеңде биҙәй. Әле лә уйланып барҙым да: «Был тормош осрашыу менән айырылышыуҙан ғына торалыр», – тип ҡуйҙым эстән генә. Шулай ҙа инде. Бына беҙ кемдәр менән генә осрашманыҡ, ниндәй генә ерҙәрҙә усаҡ яҡманыҡ! Әй, Һаҡмар, Дим, Ыҡ буйҙарында беҙ ултыртып киткән ағастар шаулап үҫә.

Ҡалаға күскәс, Аҫылбикә кинәт һүнгәндәй булды. Мәктәптән ҡайтты ла көндәр буйына өйҙә ултырҙы. Шулай итеп, сәсрәп торған ҡыҙҙың тауышы тынды. Мин өндәшмәнем, күҙәттем.

Күпме түҙергә мөмкин, бер көн:

– Ҡыҙым, ниңә бер аҙ тышта уйнамайһың? – тинем. – Башың да ял итер.

– Ни эшләйем унда? – тине ул. – Иптәштәрем юҡ.

– Әле танышманыңмы ни?

– Юҡ.

– Беҙҙең йорттан бергә уҡыған иптәштәрең бармы һуң?

– Бар, ниңә? – Ҡыҙым теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарҙы. Ул әле һаман да ҡала тормошона өйрәнеп етә алмай ине шул.

– Әллә, ҡыҙым, ҡала оҡшамаймы?

– Белмәйем, атай. Бында кешеләрҙе һанап бөткөһөҙ икән. Ҡайҙа бараларҙыр? Беҙҙең йорт алдында ла ҡыҙҙар күп. Кем менән уйнарға ғына белмәйем. Барыбер Ҡошйылғаға етмәй.

– Ул – поселок, был – ҡала, ҡыҙым...

– Шулай ҙа бит.

Мин Аҫылбикәне, яҡ-яғына ҡаранып, ят йорттоң ишеген асырға ҡыя алмай торған балаға оҡшаттым. Күнегеп китер әле, тинем, үҙемде тынысландырғандай итеп.

Шулай бер көн командировканан ҡайттым да Аҫылбикәнең бүлмәһенә индем. Үҙе өйҙә юҡ ине. Дәфтәрҙәрен ҡарарға керештем. Матур ғына яҙған, хисаптарын да дөрөҫ сығарған. Тик шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы: Гөлбаныу апайҙың билдәләренән башҡа дәфтәренең биттәрендә бүтән билдәләр күрмәнем. Аптыраным, әсәһенә кәңәш иттем. Ул: «Айрат, сабыр итәйек, бәлки, яңы бала тип һанайҙарҙыр», – тине. Ярай, тинем, артыҡ ҡәнәғәт булмайынса.

Бәй, башта иғтибар итмәгәнмен икән, өҫтәл ситендәге бер ҡағыҙ күҙемә салынды. Хат табаһа. Эйе, эйе, был Аҫылбикәнең Гүзәлиәгә – Ҡошйылғалағы иптәшенә яҙған хаты ине. Сабый ҡулдары һәр бер хәрефте тултырып, матур итеп яҙырға тырышҡан. Уҡып сыҡҡас, эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Бер һүҙен аңламай торҙом, хәрефтәре йәйелгәйне. Әллә һыу тамған? Юҡ, был һыу тамсыһы түгел, был күҙ йәше ине. Хатҡа ҡат-ҡат күҙ йүгерттем, ҡулдарым ҡалтыранды. «...Гүзәл, мин инде яңы мәктәптә уҡыйым. Уҡытыусыбыҙҙың исеме – Сабира Исламовна. Әле ул минең дәфтәрҙәремә бер ниндәй ҙә билдә ҡуйманы. Дәрестәрҙе лә һорамай. Көн дә: «Бөгөн Сабира Исламовна һорар», – тип барам. Һорамай ҙа ҡуя. Гөлбаныу апай һымаҡ, яныма ла килеп ултырмай, башымдан да һыйпамай. Парта араларынан йөрөй башлаһа, минең янға ла туҡтар, тип өмөт итәм. Балалар бигерәк күп шул. Беҙҙең класта ҡырҡ уҡыусы. Кемдең янына туҡтарға өлгөрһөн инде. Берәй көндө, Гөлбаныу апай кеүек, минең яныма ла туҡтар, башымдан да һыйпап үтер әле... Шулай бит?

Гүзәл, мин һине бик һағындым. Минән башҡа уйнауы һеҙгә күңелһеҙ түгелме? Ә миңә күңелһеҙ. Хәҙер саңғы шыуаһығыҙҙыр инде. Аҡтүш һинең арттан эйәреп, урманға барамы? (Аҡтүш – Гүзәлдәрҙә ҡалдырып киткән беҙҙең эт ине.) Һин уны ҡара, ашат, етемһерәп, мине эҙләп йөрөмәһен. Һәйбәт бит ул...»

Мин ошо минутта мәктәпкә сығып йүгерергә, Сабира Исламовнаны күрергә, уға бөтәһен дә һөйләп бирергә әҙер инем. Ләкин тағы үҙемде тыйҙым, бындай ҡылығым менән яңы уҡытыусыны ҡыйырһытырмын, үҙе беләлер әле, тинем. Ошо көндән ҡыҙым менән бергә яңы уҡытыусының тәүге билдәләрен көтә башланым. Һәм ул көн тыуҙы, Аҫылбикә йылмайып ҡайтып керҙе.

– Таныш бул, атай, минең иптәштәрем – Рита менән Һәҙиә. Беҙ хәҙер өсәүләп катокка китәбеҙ, конькиҙарым ҡайҙа икән?

Мин ҡыуанысымдан ни эшләргә белмәнем...

Ҡала тормошо шулай бер көйгә аҡты. Ҡыҙым мәктәпкә йырлап сығып китте, йырлап ҡайтып керҙе. Бойоҡҡан саҡтары ла булғыланы: Гөлбаныу апайҙы онота алманы, күңелгә башлап яҡты нур сәскән кешене оноторлоҡмо ни! Улар хаттар алыштылар. Гөлбаныу апай хаттарҙы бик йылы итеп яҙҙы. Аҫылбикә, моғайын, был йылылыҡты һәр саҡ тойоп, артабан килер көндәргә атлар.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/nlmrb

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: