Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Май 2023, 11:58

ҠИБЛА ҠАЙҺЫ ЯҠТА. Хикәйә

Оҙон-оҙон күренгәйне лә шул ғүмерҙәр! Ә ул һалмауыр шайылай шыйылдап үтте лә китте.Үпкәһе юҡ Йәғәфәрҙең мөҡәддәренә – ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың нығын ҡуша бирҙе Хоҙай уға. Үҙенә рәттәш түгел, байтаҡҡа йәшерәктәр ҙәхәҙер инде арала юҡтар! Ә ул – һыр бирмәҫһыпата, донъя көтәм тип тырмашаланып ятҡанбула…

 

Ҡыбырлаған һайын шығырлаған тубыҡ һөйәктәрен яҙырға теләп кенә эшкә тотонғайныЙәғәфәр ҡарт. Эш тигәс тә, әллә нимәҡыйратҡаны ла юҡ, шулай ҙа ауыл ерендәуныһын һалып, быныһын һөйәһәң дә арыттыра.Эшкә ашмағанын белә-күрә эш артынантыпырлап йөрөүен әйтсәле. Әле лә башгүҙлеккенә тигән эше ҡояш төшкөлөккә боролғансы етәяҙҙы.

Арыуы ла үҙенекен итте булһа кәрәк: аяҡбыуындары ҡапы- лайымға йомшаны, ширегә ҡалған тарамыштары тартышып ҡуйҙы. Ҡартлас болдорона ҡарай тәнтерәкләне. Ыңһарлап болдор баҫҡысына терәлде.

Ҡартайҙың, Йәғәфәр! Улай ғына ла түгел,бәлтерәнең! Ғүмер ҡояшыңдың йылыһы ла шөйләһүрәнәйҙе. Ул меҫкене офоғоноң ҡай осонанбайырға икән тип һанырап тора-тора ла, изембулмағас, күҙҙән юғала. Көн дә шулай. ӘЙәғәфәрҙең, иншалла, елеге һурылған сираҡ аяҡтары шамтырап төшкән кәүҙәһен өҫтөрәп һаман да йөрөп ята. Йөмлә йорт менән бергә ята ла, тау аҡтарырға йыйынған эшем эйәһеләй, һин дә мин килә лә тора! Эх! Ә шулай ҙа оһолло саҡтарға етәме һуң? Кәүҙәгә артыҡ ырамалы булмаһа ла, тауҙа ғына үҫкән ҡыҙыл сайырлы«кандауай» ағастай ныҡ, тос булды йәшлегендәЙәғәфәр. Беләҙек тамырҙарында тиртеп-бүртеп аҡҡан ярһыу ҡаны эштең алҡымынан тотҡанда һытылып түгелерҙәй ине.

Оҙон-оҙон күренгәйне лә шул ғүмерҙәр! Ә ул һалмауыр шайылай шыйылдап үтте лә китте.Үпкәһе юҡ Йәғәфәрҙең мөҡәддәренә ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың нығын ҡуша бирҙе Хоҙай уға. Үҙенә рәттәш түгел, байтаҡҡа йәшерәктәр ҙәхәҙер инде арала юҡтар! Ә ул һыр бирмәҫһыпата, донъя көтәм тип тырмашаланып ятҡанбула…

Биш тауыҡты бер итеп борҡолдатҡан ҡыҙыләтәс ҡапыл туҡтаны ла, хужаһы ҡаршыһынакилеп баҫты. Ник хәсрәткә батып ултыраһың  тигәндәй, бабайға ҡарап ҡыҙыл кикерегентегеләй-былай ҡаҡайтып тора бирҙе. Хужаһыныңиғтибарһыҙлығына үртәлепме, әле генә таҙалап һеперелгән келән таҡтаға шыйыҡ нәжесен сырҡылдатып ҡойҙо ла, башын текә тотоп төнлөк яғына юл тотҡайны… Һыртына артыш таяғы ҡополдауға йыһан ярып ҡысҡырып, әллә ҡайһы арала юҡ булды.

Йәғәфәр ҡарт өйөнә йүнәлде. Алаҡ-һолаҡ ҡапҡылаған иртәнге тамағы асҡайны. Ул-был иткеләр ҙә, түшәк-яҫтығына терәлеп алыр.Йоҡламаһа ла, серем иткән булыр. Унан индеофоҡто бөләнгерт нурҙарға мансып май эңеретартылыр.

Эш бөтмәгән әле – күршеһе Заһиҙулланы күрәһе бар. Ҡыуанысына ла, хәсрәтенә ләултырҙаш булған балаһы һағышташ Заһиҙуллаға әйтәһе һүҙҙәре күп. Ана шул ниәттәрен бөгөндән ҡалдырмаҫҡа булды. Донъяның ни эше юҡ бөгөн бында, иртәгә – тегендә.

Заһиҙулла мал-тыуарын теүәлләп йыйып алһын да, шунан изем итер. Унса булмай, шығырлап солан ишеге асылды. Тупһала ҡулына сеүәтәтотҡан күршеһе күренде.

Бөгөн күренмәне тип инеп килешем. Хәлдәреңнисек, апа? Киленең тауыҡ һурпаһы бешергәйне. Ҡоротланған. Әйҙә, эҫеһендә ашап ал! Заһиҙулланың гөрөлдәк тауышы өйҙө тултырҙы.Үҙе йәтешләп ҡартлас ҡаршыһына ултырғысын тартты. Бабай туҡтауһыҙ хәбәр сурытты, тегенеһе иһә йылмая-көлә тыңланы. Йәғәфәр ҡарт ҡапыл шымып ҡалды. Төп һүҙен ниҙән башларға белмәне. Ул иңкәйеп урындыҡ аҫтынан семәрле һандыҡ һөйрәп сығарҙы. Һандыҡ ҡапҡа- сынабергилке бармаҡтарын бейетеп ултырҙы.
Минең ҡырға, шәйт, үҙең инеп йәп иттең. Ошонда бар монаятым, – тип һөйләнә-һөйләнә, бабай шыпа тултырылған һандыҡты асты. – Күҙ терәгем – һин. Йортом да, әҙ-мәҙ аҡсаларым да һиңә тәғәйен яҙылған.

Заһиҙулла аптырауҙан һүҙҙән ҡалды.

Һуң, апа, минән башҡа туғандарың бар ҙабаһа?
Ә һин, балам, ошонда йәшәгәне бирле миңә кемдең булһа ла килгәнен күргәнең бармы?
Күрмәһәм дә…
Ни әйтереңде самалап торам. Серек өйгә ләталашыусылар табыла ул, тиһеңме? Һиңә һис борсолорға урын юҡ. Көллө ҡағыҙҙар ҙа нотариусаша раҫланған. Зат-зәүерем талашмаҫлыҡ итеп.Һиңә бер генә үтенесем бар: еренә еткереп арыуларһың. Миңә, Алексейға аят уҡытып,саҙаҡаһын биреп торһаң, шул еткән. Йәнбикәмәрхүмәкәйемә кесе йома уҡ бирерһең. Мәрхүмәәруахтар сыҙамһыҙ була.
Алексей тиһеңме?
Йән дуҫым ине. Урыҫ тип ғәжәп итәһеңме? Беҙһәммәбеҙ ҙә Хоҙай балалары.
Һы! – Заһиҙулла сикәләрен ыуып ҡыҙартып бөттө. – Һы! – тағы ҡабатланы. – Әллә апам бөтәүләй китергә йыйынған ул. Әле һин нийәштәргә биргеһеҙ, осорта баҫып йөрөйһөң!
Бүтәне бүтән, һәр хәлдә әжәл килмәй ҡала торғандан түгел. Береһе оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереп,туҡһанды туңҡайтҡан ҡарт, икенсеһе бер утыҙын көскә ашатлаған йәш кеше ҡыҙыл эңер ергә ҡарапәрҙәһен элгәнсе сөкөрҙәштеләр…

Үткән көнөнән ифрат ҡәнәғәт ҡалған Йәғәфәр ҡарттың талсыҡ- ҡан тәне ҡапыл йоҡоға тартты.

Тәрән йоҡо аралаш ыңғырашты. Баҫлыҡты. Тегеләй-былай бәрге- ләнде. Ыһылдап-ныйылдап ята торғас, көскә уяна алды. Төш күрҙе булһа кәрәк. Төштөр, шулай булмаһа, күргәндәрен мәле-мәле менән генә иҫләр инеме ни?

Туҡта!.. Кем менәндер бура бурайҙар ине түгелме? Кем булды ул кеше? Һын-һыпаты Заһиҙуллаға тартым, буғай. Бит-йөҙ өлөшөн төҫ-мөрләй алмауы аяныс. Йәғәфәр ҡарт тегенениңәлер сәбәләнеп ҡыуырға маташа. Ә уныһыоторо ныҡыша, оторо анталаша. Киҫекһеҙ икән. Үҙен аямай. Ҡапыл бүрәнә башы ысҡынды. Йәғәфәр ҡарт алға табан ҡулын һуҙғайны – ҡулы етмәне, ниҙер әйтергә уҡталғайны – телеәйләнмәне. Теге ҡәһәр һуҡҡан бүрәнәЗаһиҙулланы һағалай түгелме? Заһиҙуллау, ҡас, балам, торма бында! Өлгөрмәне. Һуҡты,иҫәңгерәтә һуҡты. Соңҡаһынан ҡан урғылды. Киҫкәләй ауҙы бахыр бала… Ыһ!

Шул уяныуҙан Йәғәфәрҙең күҙенә башҡа йоҡо төйөлмәне.

Тигенгә түгел был төш! Хәйерлегә түгел! Изгегә булһасы! Әжәл үҙенә килә ятһа, хуш, ашарын ашаған, йәшәрен-йәшәгән, тигәндәй.Уйҙарынан убылыр сиккә етеп йөрәге сәңкене.Үҙен тыныслан- дырырға теләп түшәмтаҡталарын һанай башланы. Ҡолһыуаллаһынҡабатлай-ҡабатлай түшәгенән ҡалҡынып килгән саҡта ҡапҡаһын доңғорҙаттылар.

Асҡаҡ кәүҙәһен еңел генә ҡуҙғатып болдорҙанйүгереп тигәндәй төштө.

Әй, әттәгенәһе, ауыҙыңа май тулғыры. Былай ҙа ауырға торған ҡапҡамды шутиклем ҡаҡмаһаң ни була? Заһиҙулла ошо арала рәт- ләрментигәйне лә. Мөңгөрләй-һөйләнә ҡартлас ҡапҡабиген күтәрҙе. Әхмәҙулла икән. Йөҙө ҡомһарыпкиткән.
Ҡапҡаңдан алда үҙе йығылып киткән ағайым, тине Әхмәҙулла алҡымына тығылған төкөрөгөнкөскә йотоп.
Атаҡ, ҡайҙа киткән? Кис ҡорон ғына буйтым һөйләшеп ултыр- ҙыҡ. Һурпа индергәйне.Ҡайҙалыр китерен аңғартмағайнысы.

Хәлдең айышына төшөнгәс, кинәт зиһене буталды, быуындары ҡороно. Йығылдым тигәндәгенә, көслө ҡулдар уны ҡармап тотто ла болдорбаҫҡысына терәне. Берғауым һеңгәҙәп ултырғас,һорауҙарын ҡайтанан ҡабатланы ҡарт. Йөрәкөҙгөс иңрәү менән, ҡушарлаған тубығына башынһалып бәүелеп, өнһөҙ генә һыҡтаны. Күҙҙәренсылт-сылт йомғоланы күҙ йәше сыҡманы.Әхмәҙулла ниҙер һөйләп маташты, бабайаңламаны. Бөтә ғәм-уйын тотошлайы менәнЗаһиҙулланың көтөлмәгән вафаты биләп алды. «Һы, кисә кис кенә ҡапма-ҡаршы ултырып ихлас гәп һатҡан күршең таң атҡансы юҡ булһын әле.Кемде-кемде лә, иллә Заһиҙулла түгел ине. Эх,Заһиҙулла, ташланың да киттең. Тамырынанһурылған ҡыуалдай япа-яңғыҙ тор ҙа ҡал хәҙер.Өрлөктәй бейек, йәҙрәләй ныҡ шул әзмәүерҙе ләаямағас, Хоҙайым, һиңә үпкәләнең ни ҙә,үпкәләмәнең ни?»

Яурынынан еңелсә генә ҡаҡҡан Әхмәҙуллаға бабай сәйерһенеп ҡараны. Мәрхүм өйөнә инергәикәнлеген аңлатҡас, һеүҙәп кенә уның артынанэйәрҙе.

Ҡайғынан һығылған Мәхмүзә киленен күреүгәйөрәгенә тағы ҡан һауҙы. Мәрхүмде мәйетханаға алып китмәҫ борон тип ясин сығырға ултырҙы.Йыйылған әбей-һәбейгә арыулауҙа кәрәгер кәрәк-яраҡтар әҙерләргә ҡушты, дүрт-биш иргә истинжә ҡылыу түгел, тулы тәһә- рәтле килергә бойорҙо. Ә үҙе Зөлфаятты егелгән атына ултыртып, әруахтар йортона юл тотто.

Зыяратта кеше байтаҡ ҡына йыйылғайны. Эшкә тотонмағандар, әйтерһең, кемдеңдер килепәйтерен көтәләр. Берәүҙәре зыярат ҡыҙыра, бәғзеләре Бәхтегәрәйҙең туҙға яҙмаған лөғәтен тыңлай, ер һелкетеп көлөргә лә тартынмайҙар.Бәхтегәрәйҙең йүнле хәбәре бармы инде, эткә һалһаң, эт еймәҫ һүҙҙәренән ниндәй кинәнес таба-ларҙыр, аңламай Йәғәфәр ҡарт.

Ғүмерендә күпте күргән Йәғәфәр ҡарткешеләрҙең ҡылыҡтарын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һаман да төшөнөп бөтә алмай. Әле лә килеп еткәс тә һәр ҡайһыһының йөҙөнә текәлде. Уларҙа йәлләү, хәсрәт ғәләмәттәре юҡ икән дәһә. Кешеүлеме һуҡыр бер тингә лә тормай!

– Оһо! Комендант килә! – буштан-бушҡа устарын шапылдатҡан Бәхтегәрәйгә бабай уҫал итеп ҡараны. Биреһе һөймәй ошо әҙәмде.Донъяла йәшәй бит Хоҙайҙың мөхәббәтһеҙбәндәләре лә. Шайтандың да иманлыһы булалыр, иллә-мәгәр бисмиллаһыҙ яралған был иблистәуның осмото ла юҡ. Кеше вафатынаҡыуанысының сиге булмай. Емтек көҫәгән ҡоҙғонише элмәндәп алдан саба. Эшенең рәте-сиратыбулһа ни асыу. Комендант тигән ҡушаматты лаошо мөрәүәтһеҙ таҡты. Уныһы ла кәп кенәҡартыңа йәбеште лә ҡуйҙы. Үпкәләмәй ул. Әйҙә, әйтһендәр. Хатта ғорурланып та ҡуйғандай. Йыназа тәртип- тәрен уның шайы атҡара белгәнкеше ауылда юҡ тигәндәй.

Үзбәк илендә ислам ғилемдәренә лә ап-аруҡөйрәнеп ҡайтҡайны. Зирәк Заһиҙулланың да дингә барымы булманы түгел, булды, йәһәт кенә уныһын-быныһын эләктерә һалыр ине. Бына бит ҡайһы яҡтан килеп кәкте яҙмыш.

Кәре бар саҡта мәрхүмдең үлсәмдәренә ҡарап ҡәбер ҡаҙҙырыр ине. Хәҙер нишләйҙәрҙер, һуңғыосорҙа бында килгәне юҡ.

Иҡсанбай Йәғәфәр ҡарттың ырыяһыҙ йөҙөнәҡарап көрәккә тотондо. Унан күрмәксе өс ир ҙәҡуҙғалды.

Иркенерәк алығыҙ, бөкшөрөп ней. Заһиҙулламәрхүмдең ниғоро дәү икәнен беләгүрә. – Күҙҙәре соҡорҙа булһа ла, күңеле өнһөҙ генә һеүҙәгәнбабай ирҙәрҙең зыулаған тауышына айнып китте.Бәй, ҡәберҙе ыратып ҡаҙып ташлағандар икән.Ере шау ҡара тупраҡ, балсыҡ-маҙар күренмәй.Ҡай аралалыр соҡорға һикереп төшкәнБәхтегәрәй ҙур ғына баш һөйәген өҫкә күтәрҙе.
Комендант, ҡарале, нимә таптым! – тип һөрәнләне. – Һин хан заманынан башты төньяҡҡа һалып әҙәмде һандыратҡанһың. Ә был һөлдә башы көньяҡтан килеп сыҡты. Ҡибла ҡайһы яҡта булғанын аңлат хәҙер.

Бабай өндәшмәне. Йүнһеҙ хәбәр менән мейенесарға кеүек игәгән теге үжәткә һарғылткүҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп ҡарапҡуйыуҙан үтә алманы. Соҡорҙа торған Иҡсанбайға һөйәктәрҙе өҫкә сығарырға ҡушты:

Аҙаҡ аят уҡытып, Заһиҙулла мәрхүмдең аяҡ осона күмербеҙ.

Бәхтегәрәй үҙенең тотҡан табышына тәғәйениғтибар даулай алмағанға көйөнөп, бурҙаттайкөрәнәйҙе.

Зыяратҡа килгән кешеләрҙең әле генә хакимлыҡ иткән Бәхтегә- рәйҙән йөҙ бороп, бөтәһе лә шымтыраған Йәғәфәр ҡартҡа әйләнепкиткәндәренә эсе көтөрләне.

«Ҡартығыҙ доңғорлап китеп барһа, белермен мин һеҙҙең менән ҡалайтырға». Эстән үртәлде Бәхтегәрәй, ҡара янды. Бабайҙың йөрә- геншартлатырҙай һүҙҙәр эҙләне.

Комендант, ҡарале, һин үлһәң, урыныңа мин ҡалам, шәйт. Ныу ҡылам бит ҡылыҡты-ы-ы.Бисәңә аяҡташ һалам, валлаһи! Әйҙә, ятығыҙтибешеп, тип һөрәнләне.

Тегене шаштырғандай, бүтәндәр хихылдашты.Йәғәфәр ҡарт күкһел ирендәрен ҡанатҡансы ҡымтыны. Тормошто төрлө сүрәттәрҙә күреп сыныҡҡан Йәғәфәрҙе бер әтрәғәләмдең һүҙҙәре һындыра алмаҫ ине лә, тик себенде лә сиртмәҫЙәнбикәнең рухына бысраҡ теле менән йоғона ла баһа. Әрнене Йәғәфәр, эй, әрнене. Тарамыштарыһытыла яҙып семетеп ҡуйҙы, сикә тамырҙары бүлтәйҙе. Эх, һеңдерә әйт ине шуға. Аҡыллы һүҙ ҙә һөйләү фәтүәһеҙ. Хәйер, ахмаҡҡа аҡыл өйрәтеп кенә шул халәтенән арындырып булһасы.

Бабайҙы эстән ниндәйҙер хөсөтсө уйҙар, әйт-әйт, тип ойотҡо- лағандай булды.

Ишшу, кем-кемде күмер әле!

Ҡот осҡос һүҙ ауыҙҙан атылып сыҡты лайөрәккә уҡ булып ҡаҙалды.

Бабайҙан үс алырға тип соҡорҙан тарбаланыпсыҡҡан Бәхтегә- рәйгә ирек бирмәнеләр.

Тимерхан дәү кәүҙәһе менән Йәғәфәрҙеҡапланы.

Әмәлгә ҡалғандай, Вәлинурҙың: «Әхмүш килә, әйҙәгеҙ!» – тигән һөрәне ишетелде. Бәхтегәрәй ҙәбуш ҡалмағайым тип, шул яҡҡа сапты.

Был мөртәттәр, байуҡ Әхмәҙулланан көмөшкәтаптыра ине. Ҡәберҙе ҡаҙҙырмау менән дә янаған шикелле, Бәхтей, – тип хәлгә асыҡлыҡ индерҙеТимерхан. Һәр хәлдә, уға ҡарап ер өҫтөндәмәйет ҡалдырылмаҫ та.

Төрмәнән башы сыҡмаған, хилафлыҡ ҡылыр өсөн генә яралған Бәхтегәрәйҙән ир-аттың шөрләңкерәгәнен аңғарғайны ҡарт. Икмәкшүрлегенә менергә күп һорамаҫ Бәхтегәрәйҙәрменән кемдең бысранғыһы килһен. Ғауға сығырғасәбәпсе булған баш һөйәген ҡулына алғанТимерхан: «Бына ғәләмәт, был баш һөйәге нисеккөньяҡҡа барып ятты икән?» – тип аптыраны. Тел араһынан арына алмай торған Йәғәфәр ҡарттыңйәне көйҙө.

Ярты быуат йәшәгәнһең, кем, Тимерхан, шуныла төшөнмәйһең.

Ауыл буймы, арҡырымы?

Буй-буй, тиеште ирҙәр.
Зыярат та буй. Шуның өсөн ҡәберҙе лә буйынаҡаҙабыҙ. Мәрхүмдең кәүҙәһе көньяҡтамы, төньяҡтамы – уныһы мөһим түгел. Бары башты ҡиблаға дөрөҫ итеп бороп һалыу ҙа етә. Бынан ары мәрхүмдең йөҙөн Туҡалтау тәңгәленәборһағыҙ ана шул булыр беҙҙең ҡибла.
Бына хикмәт!
Әтнәкәһе шунда булған икән.

Кескәй балалар һымаҡ шаулашҡан ир-атҡаризаһыҙ ғына ҡарашын төбәп: «Араҡы менән мейеһе шыйыҡланып бөткән теге дәжжәл хаҡлы. Йәштәргә тәғәйен бер нәмә лә өйрәтмәйбеҙ. Һәр кем үҙе өсөн генә мулла. Музей экспонаты һымаҡ мәңгелеккә килгәндәй йәшәйбеҙ. Ололарйәштәрҙе, йәштәр ололарҙы аңламай», тинеҡартлас һыҡранып.

Заһиҙулланың йыназаһын буйраҡ ҡына хәтерләй Йәғәфәр ҡарт. Күңеле түренән иңҡәҙерле әйбере һурылып юғалғандай хәтһеҙкөндәр кәйефһеҙ йәшәне. Тышҡа сыҡһа, ҡоймаһыаша үрелеп ҡараш- тары менән күршеһен эҙләне. Ана-бына Заһиҙулла килеп инер тип көттө.

Нужа баҫҡан тиер инең, етеш йәшәне. Өйөндә лә татыулыҡтың сиге булмай торғайны. Заһиҙулланың ҡара йәшенән йөрәк өйәнәге менәняфаланғанын белмәй ине бабай. Шуға ла яҡынкүргән кешеһенең диванға терәлгән килеш үлепултырғанын ҡабул итә алманы. Уның үҙ туҡһанытуҡһан.

Һы, нужа, имеш. Улайға китһә, Йәғәфәргә лә ул нужа әсе һурпа- һын әҙ һөрпөлдәтмәне. Яҙмышы тормошон сәрпәкләтеп ҡайҙарға ғына бырағытманы. Һынманы, бөгөлмәне, бар хәселен һалып сәмлә- шеп йәшәне. Өс йәшендә генә үкһеҙетем булып, апайҙары ҡулына ҡалды. Ҡалды,имеш. Әйтеүе генә анһат, апай тигәндәренеңбереһенә биш, икенсеһенә һигеҙ йәш булғандыр. Үҙҙәре бәндә көнлө. Етем ҡорһағы ете ҡат тигәндәй, кем саҡырһа, шунда туҡландылар.

Илдә сыпсыҡ, ысынлап та, үлмәй икән. Йәғәфәрҙе күрше Ғәфүрә әбей бауыры аҫтына баҫты. Ауылды ташлап, ҡырға сығып китеүенә ләшул инәһе сәбәпсе булды.

Йәғәфәрҙең ун бишенсе йәшен тултырған йәйуртаһы ине. Ихатала балта һабы сабып торғанүҫмер малай-шалайҙың сырсыулап йүгергәнен,эттәр лауҡылдағанын ишетеп, ҡойма ашаһонолдо. Урамдан һыу буйындай һуҙылғанылауҙар үтеп бара ине.

Әллә утыҙ, әллә ҡырҡ, шутына ласығалмаҫһың, тип ҡарһаланып Ғәфүрә инәйөйҙән сыҡты. Йәғәфәр ҙә йән-фарман ылауҙар туҡтаған ергә – мөгәзәй ҡырына сапты. Ылаусылар араһында күрше ауылдарҙан да, Иҙелһыулап ятҡан ауылдарҙан да таныш кешеләр байтаҡ күренә. Ғәфүрә әбей ҙә ҡай ике арала килеп етеп, танышын табып, һөйләшеп тә тора.

Юлаусылар оҙаҡ тотҡарланманы, кис һарҡыуғапоезд ҡуҙғала тип бер-бер артлы аттарыныңянбаштарына ҡаҡтылар. Тимер юл станцияһыЙәғәфәрҙең ауылынан хәтһеҙ генә саҡрым ята шул.

Йөрөшләтеп кенә барһағыҙ, аттарығыҙбирешмәҫ. Бүртәләрегеҙ ҡарамаҡҡа былай сыҙамғына күренә, тип ҡысҡырып ҡалдыюлаусыларға Данияр ҡарт.
Эй Алла! Анау өсөнсө арбаны тартҡанмалҡайҙың кикелен киҫһәләр ни була инде, тинеөҫтәп.

Кемдер Йәғәфәрҙең бөйөрөнә төрттө. Ғәфүрәинәйе икән.

Улым! Бында һине нимә көтә? Мин бөгөн бар,иртәгә юҡ. Кемгә морон төртөрһөң?Апайҙарыңдың һинән башҡа ла ҡашыҡтотоусылары бихисап. Эйәр ҙә кит былар менәнтуҡ яҡҡа, тип ылаусылар яғына ҡул иҙәне. Туҡ яҡ һүҙен ишетеүгә Йәғәфәрҙең күҙ алдына ашъяулыҡта өйөлөп ятҡан әпәкәйҙәр килде. Аяҡтары үҙҙә- ренән-үҙҙәре сәфәр сығыусыларартынан атланы.
Бар-бар, балам, йүгер, хәҙер тороп ҡалаһың. Бәхил бул! Бынан ахыры һине күрә алмам инде, тине Ғәфүрә инәй, боһанып.

Үҙ ҡанаты аҫтына алған, әсәһе кеүек яҡынкүргән әбейҙән айыры- лыуы ҡыйын ине үҫмергә. Ғәфүрә ҡарсыҡтың күҙ йәштәрен күреү күңелен йомшартты, китеү уйынан кире һүргәндәй булды.

Инәкәй! Йән асыуы менән ҡысҡырҙыЙәғәфәр. Түҙмәне, инәйенә ҡаршы китте. ЛәкинҒәфүрә ҡарсыҡ малайҙы ҡулынан эләктерә һалып, арбалар артынан өҫтөрәне. Иң һуңғы ылауға этептигәндәй ултыртып ебәрҙе.
Мостафа! Минең малайҙы күҙ уңынан ысҡындырма. Башкөллөһө менән һиңә тапшырам, тип тәбәнәк буйлы кешегә һөрәнләне. Ә үҙеяулыҡ осон ирененә ҡымтып, йәшкәҙәгәнкүҙҙәрен улына күрһәтмәҫкә итепме, бертултырып ҡараны ла, кинәт кенә ауыл яғына боролдо. Йәғәфәр инәйен күҙҙән юғалғансыҡараны. Күҙҙәрендә ниндәйҙер өмөт сатҡыларыяралды. Хәҙер-хәҙер аҡ яулығын елберҙәтеп,йәшел камзуллы инәкәйе, ҡуй, улым, минеташлап китмә, тип йүгереп кире артынан килер!

Ғәфүрә әбей күренмәне. Аңын-тоңонбелештермәйсә йыраҡ, билдәһеҙ тарафтарғаҡапылғара юлланыуына үкенеп тә ҡуйғандайүҫмер. Ҡулында, исмаһам, төйөнсөгө лә юҡ.Хәйер, булыу менәнме, төйөнсөккә һалырризығың, төйнәр кейемең булмағас. «Ят бауыр-ҙарға үҙенең балаһын тағып ебәрмәҫ ине әле»,тип күңеленән Ғәфүрә ҡарсыҡҡа үпкәләп тә алды.Дегете йыуылған арба тәгәрмәстәре лә малайғабирешмә, бирешмә тип шығырлағандай тойолдо.«Биреш- мәҫкә!» Йәғәфәр тамағы төбөндә ҡатыпҡалған төйөрҙө йотто ла башын күтәрҙе. ХоҙайТәғәлә әҙәм иңе күтәрә алмаҫтай һынауҙарҙыбирмәй ул тип ҡабатларға ярата бит Ғәфүрә инәйелә. Ниһайәт, Йәғәфәр үҙе ултырып китеп барғанарбалағы кешеләргә күҙ йүгертеп сыҡты. Арҡаға-арҡа терәгәндәй ултырған ҡыҙ ялп иттереп әйләнде лә, ҡара күҙҙәрен тултырып егеткә ҡарапйылмайҙы. Йәғәфәрҙең арҡа буйынан ниндәйҙерһалҡын тулҡындар йүгереп үткәндәй булды.Тормош бит хәсрәте лә, шатлығы ла, игеҙәкбалалай, йәнәш йөрөй. Әле генә тыуған ауылын,туғандарын, Ғәфүрә инәкәйен юғалтып, үҙенүкһеҙ етем итеп тойоп килгән Йәғәфәрҙеңкүңелендә үҙе төшөнә алмаҫлыҡ йылы хистәряралды. Йөрәге ярһып дөпөлдәне. Поездһикеһендә лә йәнәш килде урындары. Ғәфүрәинәкәйе тигенгә Мостафаға тағып ебәрмәгәндер,был ғаиләнән бүтәнсә айырылманы Йәғәфәр,киреһенсә, уларҙың ғаилә ағзаһы булып китте.Ғәфүрә ҡарсыҡтың туҡ яҡ тигәне Үзбәкстанбулып сыҡты. Йәғәфәр күҙ төбәп барған ер ҙурғына совхоз ине. Ыстанда аш беше реүсе булып эшләгән Катерина исемле мәрйә ике үҫмерҙе – Йәғәфәр менән Алексей тигән малайҙы үҙенәфатирға төшөрҙө. Башта үҫмерҙәр төрлө эштәрҙәйөрөһәләр ҙә, эшкә әрһеҙлектәрен, һерелектәренкүреп, икәүһен дә механизаторҙар курсындауҡытып алдылар. Тора-бара Йәғәфәргә мамыҡйыйыу комбайнын да ышанып тапшырҙылар.

Ҡәһәрле һуғыш башланғандың көҙөнә икеһен дә хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. «Н» станцияһында уҡ икеһе ике тарафҡа юлланды. Ҡаты алыштарҙа Алексейҙың батырҙарса һәләк булғанын ишетеп, иңрәп ҡайғырыуын күҙ алдынала килтерә алмай ине Йәғәфәр.

Яҙмышына рәхмәтле булды егет. Баштан аҙағына тиклем һуғыш ғәрәсәттәрен кисһә лә, алты һаны ла һауһаҡ Йәғәфәр оҙаҡ уйлапторманы, тура үзбәк иленә юл тотто.

Үҙе менән бер арбаға тәл килгән Йәнбикәһе менән мәңгелеккә бергә ҡалырға ниәте.

Мостафа ҡыҙына ҙурлап туй үткәрҙе. Ҡыҙыҡ үтте туй мәжлесе. Кемдәр генә булманы унда:үзбәге лә, башҡорттары ла, сыуашы ла…

Ҡатын бәхете менән йәшәне Йәғәфәр. Беряратты, берәгәй яратты. Бер-береһенә ҡабаған һүҙәйтмәнеләр. Тормоштарының бер генә яғы китек булды. Йәнбикә йөккә уҙманы. Ғүмер үткән һайын тыуған яҡтар йән әрнетеп иҫкә төштө.Йөмһүриәттәр үҙ-ара айырым ил булырғаҡырталашҡан осорҙа башҡорт иленә бөтөнләйгәҡайттылар…

Инде нисәнсе көн рәтле йоҡо күргәне юҡЙәғәфәр ҡарт. Йоҡо тип әйтерең бармы, ҡошкеүек төнәп ала.

Ҡиәмәт һандығының да урынын һыуытманы.Көн һайын тартып сығара ла, бөтә әйберенеңетеш, таҫлап һалынғанын белһә лә, йыбанмай яңынан барлай. «Дүртмөйөшкә» тәғәйен йөҙәр һумлыҡтар ҡулъяулыҡтарға төрөлгән, Ҡөрьән сыҡҡан муллаға мең һумлыҡты конвертҡа яҙып һалған, гүр хәйеренә тигән тояҡлы мал Мәхмүзәкилендең кәртәһендә, ҡәбер ҡаҙыусыларға ла етерлек аҡса бүленгән. Ваҡ тинлектәр ҙә үҙмөҙҙәтен көтә.

Һуңғы көндәрҙә ҡиәмәт һандығына муллаисеменә аҡ ҡағыҙ киҫәге лә инеп ятты. Унда үҙен ерләгәндә араҡы тигән хәрәмдең әруахтар йортона индерелмәүен үтенеп яҙған ине. Эйе, бөтәһе лә әҙер, теүәл, тик әжәл тигәне генә күренмәй. Ул күҙе тонған ғазраил бабайҙыңйәндәй күргән яҡындарын ала ла китә.

Йәненең әрнеп һыҙлауҙарын баҫалмай сәғәттәрбуйы урындыҡта аунап ятҡан саҡтары ла булды. Нишләйһең, түҙергә тура килә.

Бер көндө хәсрәттәрен яңыртып, ҡиәмәт һандығын таланылар. Эйе, көпә-көндөҙ,Заһиҙулла мәрхүмдең йәне ерҙән айырылып күккәосҡан көн ине. Мәхмүзә килененең йортона,мәрхүм рухына аят уҡып сыҡҡан арала ғына,йоҙаҡ-ниҙе ватмай-емермәй генә солан иҙәненеңтаҡтаһын шылдырып, тауыш-тынһыҙ ғына өйгә үткәндәр мөртәттәр. Бөтөн аҡса, байтаҡ ҡынаәйберҙәре лә аяҡланғайны.

Бүтән ерҙә лә әйбер етерлек ине бит. Матрас аҫтында аҡсаһы ла ята ине. Ҡиәмәт һандығынакөндәре төшмәһә. Күңеленән ауыл кешеләрен барланы. Кинәт кенә Бәхтегәрәй иҫенә төштө. Шул мөрәүәтһеҙҙең этлеге булһа кәрәк.

Килер ҡаза шуның менән бөтһөн, яңынан барлар әле тип үҙен йыуатты Йәғәфәр ҡарт.

Ахирәт монаяттары таланыуҙың өсөнсө көнө булһа кәрәк, төнгө өстәр тирәһендә шипкерт кенәтәҙрә ҡаҡтылар. Ҡартты өркөтөп ҡуймайымтигәндәй, Тимерхан үҙенең кемлеген белгертәһалды. Төнгө йомошсо өйгә үтте.

Йәғәфәр аға, теге ней бит әле, Бәхтегәрәйкитеп барған.
Ҡайҙа киткән?
Эңерҙә Нәсибәнән сыҡҡанын күргәндәр. Ҡулында баллоны ла булған.
Уныһы нимә тағы?
Бер өлкән шешә спирт апсыҡҡан. Вәлинуры әйтә, ике рүмкәһе әйбәт кенә барҙы, ти. Өсөнсөһөн эсәм тигәндә ауыҙ-ҡолағынан ҡанборхолданы, ти. Иҙәнгә ҡолаған да, хырылдапшунда уҡ йән биргән.
Милитсийәгә әйтер кәрәк. Мин адуакатмыәллә һиңә? Йәғәфәр бабайҙың һаман даБәхтегәрәйҙең ҡылыҡтарын онотмауы һиҙелептора ине.
Ул көмөшкә һатҡан бисәләрҙе милиция түгел, аждаһа ла еңә алмаҫ. Аяҡтарынан аҫып ҡуйыпҡына алдарына сыҡмаһаң. Инде нисәмә кешенең башына еттеләр, фашистар, – тине йәне үртәлепТимерхан. Һиңә тәңгәлләп килеүем шул иртәгә мәрхүмде арыулап ерләргә ине. Мөртәт булһа ла, үҙ кеше бит. Байгилде мулла барырғабаш тартты.
Көтөргә кеше бармы һуң?
Шешәләштәре инә-сыға йөрөй. Төн йөҙөн йыртып унда барып тормайым мин дә.
Унда бармағас, ни бысағыма мине бимазалап йөрөйһөң? Йәғәфәр ҡарт элеүле торған салбарынаүрелде.

Бабай Бәхтегәрәйҙең тупһаһында күренеүменән, Вәлинур башын эйеп сығып тайҙы. Тиҫбе тартҡан ыңғайҙа зыяратта йән асыуынанБәхтегәрәйгә ысҡындырған һүҙҙәре бабайҙың эсен тырнаны, йөрәген өйкәне. «Асыу алдан,аҡыл арттан. Эй Хоҙайым, ҡарт иҫәрҙекисерһәңсе, ярлыҡасы фәҡиреңде, эй, Раббым!» – тип шыбырланы ирендәре.

Еренә еткереп арыулатты Бәхтегәрәйҙе Йәғәфәр ҡарт. Ҡиәмәт һандығынан ҡалғанәйберҙәрен алдыртып хәйер итеп тараттырҙы.

Шешенеп-буҙарынып йөрөгән шешәләштәретауыш-тынһыҙ ғына хәйерлеккә эләккән биш тәңкәлектәрҙе устарына йомдолар ҙа зыяраттан һыҙыу яғын ҡаранылар. Ә айырылмаҫ дуҫы булып һаналған Вәлинур Йәғәфәр бабайҙан кисереү һорағандай, сәбәпһеҙгә ҡулын күкрәктәңгәленә ҡуйып башын эйеп сығып китте.

Иҡсанбай, мәрхүмдең башын ҡиблағабороңҡора, тине Йәғәфәр ҡарт.

Бер аҙҙан ул бәүелеп кенә ауыл яғынаыңғайланы.

Сәғирә Шәрәфетдинова

 

ҠИБЛА ҠАЙҺЫ ЯҠТА. Хикәйә
ҠИБЛА ҠАЙҺЫ ЯҠТА. Хикәйә
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: