- Кә-күк, кә-күк...
-Бер, ике,өс, дүрт...
-Ҡәһәр һуҡҡыр ҡош! Тағы ла нимәңте саҡырып ултыраһың, хаслыҡлы нәмә! Көш-ш-ш! Үҙеңә булһын саҡырыуың, башың ҡороғор! Вәт йүнһеҙ, етмәһә, ауыл уртаһындағы ҡайынҡа ҡунып ҡаза саҡырып ултыра. Ашағаны таш булғыры! Көш-ш-ш...
Ҡәһәрләп ҡысҡырыуға тертләп китте Моталлап. Уның баш осонан ғына фыр-р-рлап осҡан таяҡ ағас олонона барып тейҙе. Маһиҙә апайҙың зәһәрле тауышы,үҙҙәренең соланына инеп киткәс тә, тынманы. Үҙенә табан осоп килгән таяҡтан ҡото алынған кәкүк тә тотлоға-тотлоға, тамағына таш тығылғандай йәмһеҙ өндәр сығарып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, тау яғына ялтанды.
“Их, унға тиклем саҡырғанын тағы ла ишетмәнем, һанай алманым. Гел шулай! Туғыҙынсы бармағымды бөкләгәнсе генә саҡыра ла оса ла китә”. Ниңәлер кәкүк унға тиклем саҡырһа, әсәһе уны алып ҡайтыр кеүек тойола Моталлапҡа. Бына бөгөн дә уларҙың ауыл уртаһына уҡ осоп килеп, ботаҡтарын тарбайтып үҫеп ултырған ҡарт ҡайынға килеп ҡунды ла саҡыра ғына башлағайны... Бәлки ул, әле ете йәшлек кенә Моталлапҡа әсәһенән хәбәр алып килгән булғандыр. Тик Маһиҙә апай уны таяҡ менән һалмауырлап ҡыуып ебәрҙе. Моңло-зарлы был ҡошто ауылда ниңәлер яратмайҙар. Ана, “ҡар-ҡар-ҡар-р”килеп, ҡарҡылдашып, ҡарғалар осоп йөрөй, “Үҙенә иш эҙләгән ғәйбәтсе бисә кеүек, ала һайыҫҡан да шыҡырыҡлап, һарай тирәһендә өйрөлә. Белә Моталлап, ул хәйләкәр аҙаҡ урлап эсер өсөн, тауыҡтарҙың йомортҡа һалғанын күҙәтә. Был ҡоштарҙы ла ауыл әбейҙәре яратып етмәй, әленән-әле әрләп кенә торалар, ә бына ауылға осоп килгән кәкүк уларҙа айырыуса ҡурҡыу уята. Уны күрһәләр, өй ҡыйығына ут ҡапҡан тиерһең. Ҡулдарына ни эләгә-шуны бәргесләп ҡыуалар. “Мине лә шулай...”
Ауыр уйҙарға бирелгән Моталлап өйө яғына ыңғайланы. Өйө тигәс тә, аяғы тартмай уны был йортҡа. Унда бөтә нәмә ят, хатта эсендәге еҫ тә күңелен болғандыра. Аңғармаҫтан арҡаһына гөп итеп ҡалған тап Моталлапты уйҙарынан айырҙы. Артына әйләнеп ҡараһа, ҡорбанына ябырылырға торған бүреләй үрге ос малайҙары тора. Ошо ауылға килгәне бирле тынғы бирмәнеләр уға был малайҙар. Араларындағы иң оло, кәүҙәгә лә башҡаларҙан аша ҡарап торған Фәттәх:
-Эй, Мишка, килмешәк, нишләп йөрөйөң беҙҙең урам яғынта?- һүҙен әйтеп тә бөтөрмәй, ул Моталлаптың яңағына тондорҙо. Күҙенә күренгән йондоҙҙарҙан күңеле болғанып, сайҡалып киткән Моталлап йығылманы. Мыҫҡыллы йылмайып торған тешһеҙ Саҙрый менән таржыҡ Нәҡип алдында мах биргеһе килмәне. Бите уттай янып, башы сатнап ауыртһа ла, һытылырға торған күҙендәге йәштәрен тыйып аяҡтарында ныҡ торорға тырышты. Ана илай, бына илай, тип сираттағы кәмит көтөп торған малайҙар, Моталлаптың ҡымшанмай ҙа торғанын күреп, аптырап ҡалдылар. Быға тиклем бер һуғыуҙан илап ҡайтып китә торған малайҙың ҡылығы сәйер тойолдо уларға был юлы. Ауыҙын ҡолағына еткәнсе көлөп торған Саҙрый ҙа етдиләнеп, Моталлаптың ныҡлығына һоҡланды. Эргәһендә бөтәһен дә ҡурҡытып тотҡан Фәттәх булмаһа, Моталлапты дуҫ итеп тә уйнар ине ул.
- Вәт әй, күҙ йәҫе лә ҫыҡманы ла ул. Ниҫауа ғына булып киткән тәһә был килмеҫәк Миҫка,-тип телен сыртлатып алды Саҙрый.
Мин дә ситтә ҡалмайым әле тигәндәй, былай ҙа ҙур танауын тағы ла тыржайта биреп Нәҡип тә үҙ тауышын сығарҙы:
-Һы, таптың нишауаны. Мына ике һикереп бер типһәм ята ла ҡуя ул ошонта,- тип аяҡтары менән каратеға оҡшаған хәрәкәттәр эшләп,шунан теш араһынан ғына сыртлатҡансы төкөрөп ҡуйҙы. Былай итеп төкөрөргә ағаһынан өйрәнеп алғайны ул. Йәшенеп кенә мунса артында тәмәке тартҡас, шулай оҫта итеп теш араһынан төкөрөргә өйрәнеп алды . Нәҡип, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, Моталлапты уратып ҡарап сыҡты ла Фәттәх эргәһенә килде:
-Әллә, мин әйтәм, әпәй шүрлегенә менеп төшәйемме, Фәттәх?
-Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡлаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!
Фәттәх,һыҙғыра-һыҙғыра аяҡ аҫтында ятҡан ташты осора типкәс, был өсәү үрге осҡа шылдылар. Тәгәрәп китмәҫ элек күҙ йәштәрен еңенә һөртөп, йоҙроҡ яндырған битен ыуалап, рәнйеүҙәрен “йотоп” ҡалды Моталлап. Уларҙың Мишка тип әйтеүҙәре лә ғәрлегенә ныҡ тейә.
-Ой, Мишенька, нимә булды? Әллә һуҡтылармы һиңә?- тип килеп тотҡан Сайраның ҡулынан ысҡынып ҡасты Моталлап. Был ят ҡулдар шундай һалҡын һәм ҡужырмаҡлы, ә инәһенең наҙлы, йомшаҡ ҡулдарынан һәр ваҡыт тәмле еҫ килә торғайны. Сайраның “Мишка, Мишенька” тип әйтеүе Моталлаптың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала. “Юҡ, мин Моталлап”, тип тә ҡараны, ләкин үҙен “әсәгә” һанап йөрөгән был ҡатын үҙенекен тылҡыны. “Моталлап тип әйтеүе бик оҙон, тел әйләнмәй,йәнәһе, мин үҙемсә генә һине Мишка тип йөрөтөрмөн”,- тип ныҡышты. Ул ире Ғиндулланы ла Гена тип йөрөтә. Үҙе башҡорт булмағанғалыр инде, мулла ҡушҡан исемдәрҙе үҙенсә еңелләштерә, йәнәһе.
Сайранан ҡасҡан Моталлап күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ихатаға йүгереп килеп инде лә, йәшенергә һарай башына менеп китте. “Ҡытаҡ-ҡытаҡ” тип ҡысҡырышып һирпелешкән тауыҡтарға ла иғтибар итмәй, ул үҙенең йәшенергә яратҡан бесән араһына сумды. Тирә-яғын бесән ҡаплаған ҡотҡарыусы был мөйөш, уны үҙ ҡосағына алды. Баш осонда ғына йомортҡа һалырға ятҡан сыбар тауыҡ ҡымшанманы ла хатта. Башҡалары кеүек яр һалып сығып та ҡасманы, ә үҙенең ялтырап торған муйылдай йомро күҙҙәрен Моталлапҡа төбәп, башын баҫып, ята бирҙе. Бармағын ирендәренә килтереп “сеү” тигәндәй малай уға мөлдөрәп ҡарағас, аңлағандай, “ҡы-ы-ыҡ” тигән өндәр сығарҙы ла шымып ҡалды.
Бына, малай, ниһайәт яңғыҙ, хәҙер ул туйғансы илай ала. Сыбар тауыҡ барыбер бер кемгә лә әйтмәйәсәк. Ила, Моталлап, ила. Ана, алыҫта, тау яғынан кәкүк тауышы килә. Бер, ике, өс,... ете... Эх, тағы ла унға тултыртманы. Моталлап быға түҙә алманы, әллә түҙергә теләмәне, күҙ йәштәренә ирек бирҙе, ә улар, шуны ғына көткәндәй, янған сикәләрен тағы ла нығыраҡ өтөп, тәгәрәне лә тәгәрәне. Ила, Моталлап, ила. Бөгөн һин беренсе тапҡыр үрге ос малайҙарынан ҡурҡманың, бер тамсы күҙ йәше лә сығарманың, туҡмалһаң да. Ила әйҙә... Артабанғы тормошоңда ла бер тамсы күҙ йәше сығармаҫҡа тейешһең. Буҫлыҡҡан Моталлап бөгәрләнеп кенә йоҡлап китте. Эх, сыбар тауыҡ... Был баланың түгелгән күҙ йәштәренең сәбәбен белмәйһең шул...
******
...Тәмле ҡоймаҡ еҫе танауын ҡытыҡлағанға уянып киткәйне ул көндө Моталлап. Ҡояш апай уның күҙҙәренә нур һибеп шаяра, тышта ҡоштар һайрай. Оҙайлы ҡыштан һуң йылы көндәр килгәнгә һөйөнөпмө, улар бөгөн бигерәк тә дәртләнеп һайрағандай. Сәғирә улының уянғанын күреп, үҙен көскә ҡулға алып, илап ебәрмәҫ өсөн бар ҡыйыулығын йыйып, Моталлап эргәһенә килде.
-Тор, балам, тор. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә, матур кейемдәреңде кейәйек, әйҙә ҡоймаҡлап сәй эсеп ал. Битеңде, тештәреңде йыу ҙа.
-Ниндәй ҡунаҡтар, инәй? Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?
-Эйе, улым, әпкилерҙәр.
Сәғирә, тамаҡ төбөнә тығылған төйөрөн көскә йотоп, башын тәҙрә яғына борҙо.Шул ваҡыт тәҙрә аша ҡара тауыҡтың үҙ себешен суҡығанын күреп ҡалды. Улының яңы күлдәген тиҙ генә уның ҡулына тоттороп, тышҡа сығып йүгерҙе.
-Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың бит ә!
Ап-аҡ һигеҙ себеше араһында бер бөртөк кенә булып үҙенә оҡшап ҡап-ҡара булып тыуған себешен һыйҙырманы был тауыҡ. Әйләнгән һайын йә суҡып ала, йә ем эҙләп тупраҡ араһында тибенгәндә, юрамал йыраҡҡараҡ тибеп осора ҡараҡайҙы. Башҡа себештәрен “тыҡ-тыҡ-тыҡ” тип саҡырып ашата, ә ошо себеше йүгереп килһә, сырҡылдатҡансы уның башын суҡып ала. Хужабикәһе әрләшеп килеп сыҡҡас, үҙенең боҙоҡлоғон йәшерергә тырышып, хәстәрлекле әсәйҙәй булып, “ҡорт-ҡорт” тип балаларын үҙ янына саҡырып алған булды. Меҫкен ҡара себеш әсәһенең наҙлы ҡорҡолдауын ишетеп, һөйөнөп уның эргәһенә йүгереп барып ҡанатына һыйынды. Ниндәй йылы һәм рәхәт икән әсәй ҡанаты аҫтында...
Себештәрен үҙ янына йыйып тынысланған тауыҡты күргәс, Сәғирә өйгә инеп китте. Бына-бына килеп төшөрҙәр, ваҡыт та һанаулы ғына ҡалып бара. Ингәс тә биттәрен таҙа итеп йыуып, матур күлдәген кейеп , өҫтәл артында ултырған улын күргәс, саҡ илап ебәрмәне, йөрәгенең һыҙлап ҡуйыуынан күкрәген тотоп аш бүлмәһенә үтте.
-Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше шулай балаһын суҡымай инте ул, ивет?!
Шул саҡ Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле кеүек йыш-йыш һуға башланы, күҙе лә маңлайынан бына-бына атылып сығыр кеүек тойолдо. Баяғы йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына килеп тығылды ла, ҡабат йотолманы.
-Мә, улым, сәй эс,- тип көскә-хәлгә генә әйтә алды ул һүҙҙәрен.
-Эй ҡоймаҡ тәмне, инәй, телеңте йоторлоҡ. Инә-ә-әй, телемте йотоп ҡуйһам нәмә булыр икән?
-Аша, улым, аша, сәйеңте лә эсеп ал.
-Инә-ә-әй, беләңме, был донъяла иң тәмне ҡоймаҡты тик һин кенә бешерәң. Мин белә-ә-әм.
Шулай телен сыртлата-сыртлата, майға буялған бармаҡтарын ялай-ялай, Моталлап тирләгәнсе сәй эсте. Шул ваҡытта ул йөҙө ағарған, күҙҙәренә йәш тулған әсәһенә, әллә бәләкәс булғанға, әллә мөкиббән китеп ҡоймаҡ ашағанға, иғтибар итмәне:
-Әллә һәппәр, инәй, тәмне булты!- тип битен ҡулы менән һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы.
-Ҙур үҫ, бәхетле бул, балам,- әллә тауышы сыҡты Сәғирәнең, әллә шым ғына әйтте. Улы ишек яғына атлағанын күргәс, ул хәҙһеҙләнеп, мейес буйлап шыуып иҙәнгә тубыҡланды ла үкһеп илап ебәрҙе.
Моталлап соланға сыҡты, баянан бирле уның уянып тышҡа сыҡҡанын көтөп торған Аҡтырнаҡ, шатлығынан үрә тороп, ҡойроғон болғай-болғай, малайҙың өҫтөнә һикерҙе.
-Аҡтырна-а-аҡ, һикермә миңә, күрмәйеңме, мин өр яңы күлмәк кейҙем, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә, мәмәй алып киләләр. Һиңә лә эләгер?
Аҡтырнаҡ дуҫын аңлаған кеүек, уның аяғына ҡата кейгәнен сабыр ғына көтөп, ҡайҙа барабыҙ тигәндәй, ҡарап тора бирҙе. Шулай бер-береһенә ҡарап торған ике дуҫты яҡында ғына саҡырған кәкүк тауышы һиҫкәндерҙе. Күршеләге икенсе класта уҡыған Ғәлинурҙың әйткәне иҫенә төштө Моталлаптың. “Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?”- тип һорағас, уның йәшен һигеҙ тапҡыр ҡысҡырып күкүлдәгәйне. Һанай белмәһә лә, Моталлап үҙ йәшен бармаҡтарына ҡарап әйтә белә. Шуға ла ул кәкүк ҡысҡырған яҡҡа, аҙбар артына йүгерҙе, Аҡтырнаҡ та артынан ҡалманы.
-Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?
-Кә-күк, кә-күк...
Моталлап тәүҙә баш бармағын бөкләне, шунан һуҡ бармағын, урта бармаҡ,...сәтәкәй бармағын бөкләгәндән һуң кәкүк шымып ҡалды. Биш бармағын да бөкләгән малай, шатлығынан һикерә-һикерә, этен ҡосаҡлап өйрөлдө.
-Дөрөҫ әйтте кәкүк, дөп-дөрөҫ, миңә ошолай йәш бит!- тип ул Аҡтырнаҡҡа биш бармағын күрһәтте. Ә Аҡтырнаҡ Моталлаптың майлы ҡоймаҡ тәме килеп торған бармаҡтарын ялай-ялай, унан да нығыраҡ ҡыуанды. Улар бер-береһен баҫтырып ялан буйлап йүгерештеләр, хәлдәре бөткәнсе уйнап, яңы ғына сыҡҡан, хуш еҫле йомшаҡ үлән өҫтөнә һуҙылып яттылар шунан.
-Аҡтыра-а-аҡ, ә һин беләңме, бөтә ер шарында иң тәмне ҡоймаҡты минең инәйем генә бешерә белә. Эйе-е-е. Мына бөгөн мин инәйем бешергән өс ҡоймаҡты эсемә һалып ҡуйҙым,- тип ул яңы күлдәген күтәреп ҡорһағын һыйпаны. Аҡтырнаҡ ҡыҙыҡ күреп мороно менән уның эсенә төртөп ҡарағайны, ҡытығы килгән Моталлап тәгәрләп-йөрөп көлә башланы. Аҡтырнаҡ дуҫының уң яғына ла, һул яғына ла һикереп шаярҙы. Тағы ла күпме дауам итер ине икән был икәүҙең әңгәмәһе, ҡыҙыл кикерекле, ураҡ ҡойроҡло әтәстең “ҡыт-ҡыт-ҡыта-а-аҡ” тигән көслө тауышы иғтибарҙы бүлмәһә. Хәстәрлек менән ҡысҡырған тауышҡа Аҡтырнаҡ алданыраҡ йүгереп китте. Моталлап тыны ҡыҫылып барып еткәндә, теге ҡара тауыҡтың сепейен суҡыған мәленә тура килде. Йүгереп барып,ҡанаттарын йәйеп үҙенең өҫтөнә һикерергә йөрөгән тауыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, ерҙә ятҡан себеште күтәреп алды. Бахыр себеш, малайҙың йылы усына инеп ятҡас, сипылдап башын ҡалҡытты. Моталлап уны ҡуйынына ҡыҫып өйгә алып инеп китте. Үҙ ҡылығына үҙе маһайып, ҡара тауыҡ ҡанаттарын йәйеп урамда өйөрөлдө, уның эргәһендә ҡәнәғәтлек өндәре сығарып, бер ҡанатын ерҙән һөйрәп, бейеү хәрәкәттәре эшләп, әтәс тә тантана иткәндәй тойолдо. Аҡ себештәр бер нәмә лә булмағандай, сипылдашып бәләкәй генә тәпәйҙәре менән өй нигеҙендә тибенеүҙәрен дауам иттеләр. Аҡтырнаҡ ҡына ҡара тауыҡҡа асыулы ҡарап, дуҫы менән ихлас уйнауын бүлгәненә асыуланыпмы, ҡойроғон ерҙән һөйрәп, ояһына инеп ятты.
Сәғирә улының себеште ҡуйынына алып өйгә ингәнен күргәс, хәлде шунда уҡ аңланы. Себештәр йомортҡанан сыҡҡас та һалып ҡуя торған иҫке бүректе улына бирҙе. Моталлап себеште шул бүреккә һалып карауатына ҡуйҙы.
-Инәй, себеш үлмәй бит ,ивет?
-Тыныслан, йүнәлер ул. Һин бит уны ҡотҡарғанһың, үлмәҫ ул, йәшәр.
Урамда Аҡтырнаҡтың ауалауы, ҡапҡаның асылып ябылғаны ишетелде. Ниңәлер малайҙың йөрәге жыуланы, Сәғирә лә ят кешеләрҙең урамға инеп килгәнен күргәс, үҙенә урын тапманы. Ул соланға сығып та өлгөрмәне, теге кешеләр ишекте шаҡылдаттылар.
-Инегеҙ.
-Һаумыһығыҙ.
Ишектән ирле-ҡатынлы ике кеше күренде. Моталлаптың был кешеләрҙе бер ҡасан да күргәне юҡ. Вата-емерә башҡортса һөйләшкән ошо кешеләрҙе көттө микән ни инәһе? Кем улар? Ниңә килгәндәр? Малайҙың башын ошо һорауҙар биләне. Мәмәй алып килделәр микән исмаһам?
Себештең үҙәк өҙгөс сипылдауы,Моталлапты уйҙарынан айырып, себеш эргәһенә йүгертте. Ҡараҡай себеш, бар көсөн йыйып, торорға маташа ине.
-Һыуһаныңмы әллә?-Моталлап уның суҡышын ауыҙына килтереп уға төкөрөгөн эсерергә уйланы. Ул гел шулай “һыйлап” өйрәнгән уларҙы, яңы ғына йомортҡанан сыҡҡан себештәр, суҡыштарын ҡыймылдатып, һыуһын ҡандыралар. Ә ҡара себеш ниңәлер төкөрөк менән һыйланғыһы килмәне, суҡышын нисек йомған, шулай ҡалдырҙы. Моталлап уны урынына һалды ла шым ғына мейес араһынан аш бүлмәһенә күҙ һалды. Теге ят кешеләр әсәһе бешергән ҡоймаҡты ҡомһоҙланып һыпыра-һыпыра сәй эсәләр. Үҙҙәре Моталлапҡа аңлашылмаған телдә әллә нәмә һөйләйҙәр, ҡәнәғәт ҡиәфәттә бер-береһенә ҡарашып алалар. Ә бына инәһенең төҫө ниңә ҡасҡан икән? Ниңә уның бите ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булған, ниңә күҙҙәре төпкә батҡан, илап ебәрерҙәй булып ирендәре йәмшәйгән? Эх, шул саҡта Моталлапҡа биш кенә йәш булмаһа, ул ошо һорауҙарына яуапты тиҙ табыр ине ул. Бәләкәс шул әле....Бәләкәс...
Оҙаҡ ҡына һөйләшкәндән һуң, теге кешеләр өҫтәл артынан тороп оло яҡҡа сыҡтылар, диуарҙағы сәғәткә күҙ һалғандан һуң, ир кеше:
-Ваҡыт! Һуңға ҡалмайыҡ, ҡайтырға кәрәк, малайканы килтерһен Сәғирә ханым,-тине.
-Эйе, Сәғирә аппағым, юл аҙабы-гүр ғазабы, тигәндәй, юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы, Муталлапчикты алайыҡ та,- быныһы теге ҡатындың тауышы булды. Ул Сәғирәнең ҡулына бер ҙур ғына төргәк тотторҙо. Был сәйер һөйләшкән ҡатындың һүҙҙәренән үҙенең исеме яңғырауын ғына аңлай алды малай.
Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә уны туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙ көнө ялтырап туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап-аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ өшөгән ҡулдар кеүек һалҡын. Ә тауышы?! Тауышы шундай ят һәм һалҡын, тәндәр зымбырлап китә.
-Әйҙә, кейен, һин китәһең, улым!
-Ҡайҙа, инәй? Беҙ ҡайҙа барабыҙ? Һин мине өләсәйгә ҡунаҡҡа апараңмы?
-Юҡ, һин генә китәһең! Бына был ағай һәм апай һине үҙҙәренә алып ҡайталар.Улар һинең ғаиләң була.
Моталлап ҡатып ҡалды. Әсәһенең уға сит кешегә әйткән кеүек һалҡын тауышы, әллә ниндәй яңы ғаилә тураһындағы һүҙҙәре уға шаярыу кеүек тойолдо. “Сип” тигән тауышҡа әйләнеп ҡарағайны, бүрек эсендә ятҡан себеш ниңәлер бер яҡ яғына ятҡан да аяҡтарын оҙон итеп һоноп ебәргән, күҙҙәре йомолған,ул саҡ ҡына ҡыбырлағандай итте лә ҡатып ҡалды. Моталлап уны барып тотҡайны, тертләп китте, себештең тәне ҡатып та өлгөргән, һыуынған.
-Үлгән ул, һал урынына, әйҙә,- тине лә әсәһе, себеште Моталлаптың ҡулынан тартып алып бүреккә ырғытты. Малайҙы етәкләп оло яҡҡа сыҡты. Шунан бер нәмә лә аңламаған Моталлаптың ҡулын теге ят ҡатындың ҡужырмаҡ ҡулына алып барып тотторҙо.
-Бына Моталлап, ул хәҙер һеҙҙең улығыҙ,- тигәс, ҡырҡа боролоп йоҡо бүлмәһенә сығып китте.
-Ну, Муталлапчик, айда кайтайык.
Ҡапыл ҡужырмаҡтан ысҡынып, малай әсәһе яғына йүгерҙе.
-Мин бер ҡайҙа ла ҡайтмайым, инәй,әйт уларға, мин бит өйҙә. Инәй, мин һинең менән ҡалам.
Әсәһенең муйынына сат йәбешкән малайҙы теге ир килеп айыра башланы.
-Инәй, миңә бер нинтәй ҙә мәмәй кәрәкмәй. Инәй, миңә һин кәрәк. Әйт уларға. Минең һинең улың булғым килә. Инәй, мин себештәрҙе лә ҡарайым, тауыҡтан соҡотмайым.
Таш кеүек ҡатҡан әсәһенең муйынынан Моталлапты айырып алған ир, уны күтәреп өйҙән алып сығып китте.
-Инәй, инәкәйем...Бирмә мине уларға, инә-ә-әй!!!
Ҡунаҡтар сығып китеүгә генә, йөрәген ваҡ өлөштәргә телгеләп, кәүҙәһен таш һынға әйләндергән Моталлаптың һуңғы һүҙҙәре Сәғирәнең аңына барып етте. Өйҙә ике мәйет кенә ҡалды: береһе-әле генә донъя менән хушлашҡан үле себеш, икенсеһе-“тере мәйет” булып ҡатҡан Сәғирә. Урамдағы Аҡтырнаҡтың үҙәк өҙөп олоуын, сеңләп илауын Сәғирә ишетмәне. Ҡайҙалыр, тауҙар артында зарығып кәкүк саҡырҙы. Кә-күк, кә-күк....
******
Ҡояш нурына сорналған, ҡоштар моңона мансылған йәйге иртә. Һауала бейәләй ҙурлыҡ та болот юҡ, ә иртәнге ысыҡта ҡойонған үләндәр тирә-яҡҡа хуш еҫ тарата, күбәләктәр сәскәләрҙән-сәскәләргә баҫтырышып уйнай, бал ҡорттары йүкә сәскәһенән кем уҙарҙан бал ташый. Бындай йәйге иртәне йоҡлап үткәреүе яҙыҡ. Сәғирә лә ҡояштың тәүге нуры тәҙрә аша танауын ҡытыҡлау менән уянды ла, ҡоштарҙың һайрауын тыңлап, хыялдарға сумды. Бөгөн ул әхирәте Кәримә менән еләккә барырға һөйләшкәйне, оҙаҡ көттөрмәҫ, һә тигәнсе ул да килеп етер. Кәримә бит атлап түгел, осоп йөрөй. Сәғирә шулай ҙа торорға ашыҡманы, иркәләнеп ятыуын дауам итте. Йәй көнө соланда йоҡлау бигерәк тә рәхәт. Ул тирә-яҡтан ишетелгән тауыштарҙы тыңларға ярата, бигерәк тә әсәһенең гөбөрләтеп һыйыр һауыуы, атаһының “һәш-һәш”ләп һыйыр ҡыуыуы ошо йәйге иртәгә ниндәйҙер йәнлелек өҫтәй. Һыйыр имсәгенән аҡ нур булып биҙрәгә һауылған һөт гөбөрләүе иртәнге моңға ауаздаш. Һыйыр ихатанан сығып, баҡыра-баҡыра башҡа малдарға ҡушылғас, урман яғына ыңғайлаған көтөү тауышы иртәнге симфонияны тамамлау партияһы булып яңғырай.
Соланға инеп,әсәһенең һөт һарҡытыуын, шым ғына баҫып бәләкәй өйгә атлағанын тыңлап ятты Сәғирә, уның һөт еҫе аңҡып торған наҙлы ҡулдары менән ҡап-ҡара сәстәренән һыйпап уятыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Ниһайәт, ғүмеренең иң татлы мәле етте: Сәғирәнең әсәһе карауатҡа ултырҙы.
-Хоҙайым, бәхетле, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булып үҫһен балаҡайым. Ошо берҙән-беребеҙҙең киләсәктә шатлығын күрергә беҙгә лә ғүмер бир, һаулыҡ бир.
Сәғирә әсәһенең йылы ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты.
-Рәхмәт, инәй.
Әсәһенең “берҙән-беребеҙ” тигәндә тауышы ҡалтырап китеүен тойоп, илап ҡуймаһын тигәндәй, ул тиҙ генә күҙҙәрен асты. Әсмә апай менән Бирғәле ағайҙың Сәғирәгә тиклем тыуған балалары ниңәлер йәшәмсәк булманы. Йә үле, йә тыуғас та үлеп торҙолар. Ауыл ҡарттары уларға боронғо йола буйынса киләһе тыуасаҡ балаларын “һатып алырға” кәңәш итте. Сәғирә тыуғас, кендек әбейе уны өйҙән алып сығып, тәҙрә аша Бирғәле ағайға бер яулыҡ хаҡына “һатып бирҙе”. Шулай Хоҙайҙан үтенеп кенә һорап алған балалары уларҙы һөйөндөрөп үҫеп китте, уны күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына үҫтерҙеләр Әсмә апай менән Бирғәле ағай. Олоғайған көндәрендә уларға таяныс та, ышаныс та, күңел йыуанысы ла булһын тип.
- Һине көтөп бешкән еләктәр өҙөлөп төшәм тип түҙмәй ултыраларҙыр, ҡыҙым, әйҙә тор, сәй эсеп алайыҡ. Атайың да ҡайтып етер. Кәримә әхирәтең дә ҡоралай кеүек һикерәңләп бында булыр.
Атаһы менән әсәһенең урталарында ғына ултырып , ҡаймаҡлап сәй эсеп бөтөүгә Кәримәнең тауышы ишетелде.
-Сәғирәү, әйҙә, киттек еләккә.
Әҙер төйөнсөгөн алып, еләккә йөрөтә торған матур биҙрәһен эләктереп, Сәғирә лә әхирәте артынан сығып йүгерҙе.
- Алыҫ китмәгеҙ, аҙашырһығыҙ. Итегеңте кей, йылан-фәләнгә баҫып ҡуйырһың. Ярай, ипләп кенә йөрөгөҙ.
Ҡыҙҙарҙың урамға сығып киткәнен хәсрәтләнеп ҡарап ҡалдылар атай менән әсәй. Ә тегеләре, осрашып алғас, хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй, тау яғына атланылар. Уларҙы бер ни ҙә ҡурҡытмай. Күп һөйләүсе шаталаҡ Кәримә Сәғирәнең уң яғына ла, һул яғына ла сығып әллә нәмәләр һөйләне, әхирәтенең алдына ла сығып өйөрөлөп китә, артта ла тороп ҡалып, тағын ҡыуып етә, хәс тә хужаһына эйәреп барған көсөктәй. Тау артынан бәләкәй генә бер болот ҡалҡып килеүен дә күрмәне ҡыҙҙар. Еләкле тауына менеп еткәс, хәл йыйырға ултырҙылар. Эх, ошо тауҙан уларҙың ауылы бигерәк матур күренә бит ул, әйтерһең дә бишектә бәүелгән сабый. Шул тиклем йәмле төбәкте табып урынлашҡан бит уларҙың ата-бабалары. Тирә-яҡта ҡалҡандай тауҙар, ә ауылдың уртаһынан йәмле Инйәр аға.
-Мин ауылымтан бер ҡайҙа ла китмәйем, ошонта йәшәйем,- ти Кәримә.- Ә һин, Сәғирә, ҡалала йәшәрһең ул, һин бит шунтай матур, актрисалар һымаҡ.
Әхирәтенең гел шулай тип әйтеүенә өйрәнеп бөткән Сәғирә, төйөнсөгөн ағас төбөнә ҡуйҙы ла еләк йыя башланы.
-Әйҙә, Хыялбикә, еләк йыяйыҡ, юғиһә һиңә ҡалдырмайым.
-Ә мин бына ошолай итеп йыям, теге әкиәттәге ҡыҙыҡай һымаҡ.
Бер еләкте алам,
Икенсеһен ҡарайым,
Өсөнсөһөн ҡабам,
Дүртенсеһе үҙе һикерә,
- тип көйләй ҙә, Сәғирәнең биҙрәһенән шаярып бер еләкте сәлдереп тә ҡуя.
Шулай донъяларын онотоп, еләк йыя-йыя, ҡыҙҙар тауға үрмәләнеләр. Төйөнсөктәре лә, шаян ҡуян кеүек, улар артынан бер-береһен уҙышып, ағас төбөнән ағас төбөнә “һикерҙе”, “һикергән” һайын еңеләйҙе. Түтәлдән яңы ғына өҙөлгән ҡыярҙар, араһына ҡаймаҡ һөртөлгән күмәс телемдәре әйтерһең дә ҡыҙҙарға тауға менеүгә көс биреп торҙо.
Биҙрәләре лә ҡып-ҡыҙыл булып бешкән еләк менән тула башланы. Әллә арыуҙары етте, әллә ваҡ себендәрҙең ай-вайға ҡуймай күҙгә, ауыҙға, танауға инергә маташыуҙары ҡыҙҙарҙы шөғөлдәренән туҡтарға мәжбүр итте, улар биҙрәләрен ергә ҡуйып, төйөнсөктәге һуңғы ике ҡыярҙы ашарға ултырҙылар.
-Инәйем әйтә, ваҡ себен күҙгә, танауға керә башлаһа, ямҡыр яуа, тей. Әллә ямҡыр яумаҡсы микән, Сәғирә?
-Атайым та миңә, ҡара ҡырмыҫҡа ҡанатланһа, ямҡыр яуа, ти.
Эргәлә бер-нисә ҡанатлы ҡырмыҫҡа күргән Кәримә һикереп торҙо:
-Ҡарале, ысынлап ҡырмыҫҡаның ҡанаты бар.Көн ҡояшлы бит, ямҡыр ҡайҙан яуһын инте.
Ҡыҙҙар баштарын күтәреп ҡаранылар ҙа, ағастар үтә ысынлап та болоттар ҡарайып төйөрөлгәнен күреп, шымып ҡалдылар. Бына ямғыр еле лә килеп етте, тау артынан күк тауышы ишетелде. Еләккә әүрәп, улар бик бейеккә күтәрелгәндәр икән дәһә, ауыл әллә ҡайҙа түбәндә ҡалған, аҫҡа ҡараһаң, баштар әйләнерлек. Йә, ултырмағыҙ, тигәндәй, ел тағы ла көслөрәк иҫеп ағас баштарын шаулатты. Бар ҡайтығыҙ, тигәндәй, яҡында ғына ер һелкетеп тағы күк күкрәне. Ҡурҡышҡан ҡыҙҙар тора һалып,биҙрәләрен эләктереп, тау аҫтына шылдылар. Тулы биҙрәләр менән текә тауҙан төшөүе анһат түгел икән. Етмәһә, көслө ел ҡоро ботаҡтарҙы һындырып төшөрә башланы, күк күкрәүенә шарт та шорт ҡамсыһын һелтәп ялағай ҙа ҡушылды. Ҡыҙҙар “тфү-тфү-тфү, бисмиллаһи рахмани рахим” тип, яурын аша төкөрөп, ергә сүгәләйҙәр. Тауҙың яртыһына төшөп еткәс, ауыл яҡынайғандай булды, әхирәттәргә йән керҙе. Ҡурҡышынан шымып ҡалған Кәримә тағы тәтелдәй башланы:
-У-у-у, ауыл күренте, Сәғирә, хәҙер ҡайтып етәбеҙ.
Ошо һүҙҙәре менән ул әхирәтенән бигерәк үҙен йыуатты шикелле. Шул ваҡыт тып-тып килеп эре күҙле тамсылар төшә башланы. Тынысланмай тороғоҙ әле, тигәндәй, бер-икеһе Сәғирә менән Кәримәнең битенә лә килеп тейҙе. Ҡыҙҙар аҙымдарын йышайтты, әммә шыйғалаҡ үләндән атлауы ауыр, ашығып еләкте түгеүең дә ихтимал. Күкте болот баҫҡансы мыжғып торған бөжәктәр ҙә әллә ҡайҙа булып юҡҡа сыҡты. “Тауҙы ғына төшһәк, тигеҙлектән ҡайтып етеүе ауыр ҙа булмаҫ ул, тауҙы ғына...”
Тау итәгенә төшөп еткән ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарап йылмайҙы, хатта аҙымдарын яйлаттылар. Әммә тәбиғәттең дә кешегә әҙерләгән һынауы күп. Береһен үтеүгә, икенсеһе әҙер тора. Шул арала ер һелкенгәндәй булды, күҙҙе сағылдырып ялағай ялтыраны ла артынса көслө күкрәү ишетелде. Шул тауышҡа ҡушылып, эргәләге ҡарт имәндең гөрһөлдәп ауыуы ҡыҙҙарҙың йөрәген “табандарына төшөрҙө”. Кәримә менән Сәғирә ни эшләргә белмәй, ҡурҡыштан бер-береһенә тотоношоп, ҡатып ҡалды. Ҡойоп ямғыр яуа башлағас ҡына, улар аңдарына килеп, ауылға ҡарай атланы. Уларҙың күңеленән ашығыу ҙа, ҡурҡыу ҙа үткәйне инде. Биҙрәләрендәге һеңеп кәмегән еләккә лә иғтибар итмәнеләр. Юлға төшөп күп тә үтмәнеләр, күләүектәге һыуҙы сәсрәтеп, эргәләренә машина килеп туҡтаны. Кабинанан Ғәфүрҙең тауышы ишетелде:
-Ҡыҙҙар, һикерегеҙ тиҙ генә!
Ҡурҡыуҙан да, өшөүҙән дә ҡалтыранған ҡыҙҙар, иларға ла, шатланырға ла белмәй, машина эсенә инеп ултырҙылар. Йәйге еңел күлдәктәр һыуланып тәндәренә йәбешкән, яңы тиртеп килгән күкрәк остары беленеп, ҡыҙҙарҙың һомғол кәүҙәһенә тағы ла зифалыҡ өҫтәгән. Матур толомдары еүешләнеп биленә төшөп торған Сәғирә лә, бөҙрә сәстәре таралып маңлайына һылашҡан Кәримә лә шундай һылыуҙар. Ғәфүрҙең, ҡыҙҙарҙы оялтмаҫ өсөн артҡа боролоп ҡарамай ғына ултырыуы тынысландырһа, көҙгө аша ялағай һымаҡ өткән утлы ҡараш Сәғирәне уңайыҙландырҙы. Был ҡараштан уның һыуыҡ тәне менән янған йәне көрәшкәндәй, дер ҡалтыраны, ул ирекһеҙҙән әсәһенең ризыҡ төйнәгән яулығын алып күкрәгенә ҡапланы. Руль артында ултырыусы ят егет көҙгө аша Сәғирәнең һылыулығына һоҡланды. Күҙ ҡырыйы менән Йыһангирҙың көҙгө аша тишерҙәй булып Сәғирәне күҙәтеп барыуын күргән Ғәфүр:
-Йыһангир, алтыңа ҡара, мынта һиңә ҡала юлдары түгел,-тине , уның тауышында асыу ҡатыш көнләшеү тойолдо. Ауылдағы иң һылыу ҡыҙға Ғәфүр ҙә, бөтә ауыл егеттәре лә ғашиҡ. Сәғирә улар өсөн буй етмәҫлек гүзәллек алиһәһе ине. Шуға күрә , дуҫы булһа ла,бер килмешәктең Сәғирәгә йоторҙай булып ҡарап килеүенә йәне көйҙө Ғәфүрҙең.
-Эйе, юғиһә, ике күҙең беҙҙең яҡта бит, ҡылыйланып ҡуйма,- тип өҫтәне йылынып өлгөргән шаян Кәримә.
Ҡыҙҙары өсөн борсолоп, үҙҙәренә урын тапмаған Әсмә апай менән Бирғәле ағай, ҡапҡа алдына машина килеп туҡтауын күргәс тә, урамға атылдылар. Лысма һыу ҡыҙҙарының өҫтөнә йылы кейем ҡаплап, Әсмә апай уларҙы өйгә алып инеп китте. Бирғәле ағай Ғәфүр менән ҡала егетен оҙатып ҡалды.
Ҡойма ямғыр нисек тиҙ килһә, артынан йәйғорон күккә элеп, үтеп тә китте . Тын алыуҙары иркенәйеп, ҡоштарҙың һайрауы йәнләнеп, ауыл халҡы өйҙәренән сығып, мал-тыуар мөңөрәп, ҡош-ҡорт сырҡылдап тормош та үҙ юлынан барыуын дауам итте.
Ауыл яғына боролғас , иҫ китмәле хозур тауҙарына, ағастарына һоҡланып килгән Йыһангир, ауылдың үҙен күреп хушын юйғайны. Иҫе китере алдараҡ булған икән: машинаһына инеп ултырған Сәғирәне Йыһангир онота алманы. Асһа ла, йомһа ла күҙ алдында ошо һылыу торҙо. Ҡала ҡыҙҙары Сәғирәнең тырнаҡ осона ла тормайҙар, уларҙа яһалма матурлыҡ, ә Сәғирә... Унан шундай сафлыҡ, илаһилыҡ, әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар уятыусы көс бөркөлә.
Буйға оҙон, тулҡынланып торған ҡуңыр сәсле булыуына ҡарамаҫтан, асыҡ йәшел күҙле, аҡ йөҙлө Йыһангир күп ҡыҙҙарҙың хушын алып, ғашиҡ итеп өйрәнгән. Бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарынан ситтә ҡалмаған егет, үҙен һәр ваҡыт ышаныслы тотто. Йыһангир Сәғирәгә бер күреүҙән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Дуҫына аҙна-ун көнгә генә ҡунаҡҡа килгән егет, ҡайтырға ашыҡманы ла. Эш яратып етмәһә лә, бесән сабырға ла йөрөнө, хатта башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып, кәбән һалырға ла булышты. Ғәфүрҙәрҙең сабынлығы Сәғирәләрҙеке менән йәнәш урынлашҡан. Сабынлыҡҡа барғас, Йыһангир бөтөнләй ултырманы, барыһын да аптыратып бесән сапты, күтәремдәрҙе һәнәк осона элеп кәбән башына ырғытты. Ҡайҙан килгәндер уға шул тиклем көс?Бирғәле ағай менән Әсмә апай ҙа быға иғтибар итмәй ҡалманы:
-Ҡалай мынау Ғәфүрҙең дуҫы сос, эшкә шәп, бер ҙә ҡалала үҫкән тимәҫһең.
Бер ҡырҡымды сабып бөткәс, ата-әсәһе ял иткәнсе, Сәғирә шишмәнән һыу алырға китте. Сылтыр-сылтыр аҡҡан тау шишмәһен ярата ул, һыуы теште һындырырҙай һалҡын. Йырлай-йырлай Сәғирә иң тәүҙә шишмәлә битен йыуып ала, бесән эшләп арығандан һуң көс ингәндәй була, шунан рәхәтләнеп йәнгә-тәнгә сихәт булған һыуын эсә. Ҡыҙҙың тәбиғәт менән ҡушылып, бер бөтөндө хасил итеүен ағас артынан Йыһангир күҙәтеп тора. Уның һәр хәрәкәте ымһындырғыс, тауышы моңло, ә ҡояшта янған бит алмалары, әйтерһең дә, һурып үбер өсөн генә яралтылған. Өркөтөп ҡуймайым тигәндәй, һаҡ ҡына күҙәтеп тора ла, ҡыҙ ҡуҙғала башлағас ҡына, ул ағас артынан сыға.
-Сәғирә, китмәй тор, бик һыуһатты, бәлки шишмәнән һыу алып эсергә көрөшкәңде биреп торорһоң.
-Мә, йәл түгел,- тыйнаҡ ҡына килеп өндәшкәс, Сәғирә лә ҡаршылашмай.
Һауытты ҡыҙҙың ҡулынан алғанда Йыһангир эҫе устары менән уның бармаҡтарын һыйпап ала. Ток һуҡҡандай, ҡыҙҙың тәне зымбырлап китә. Яҡындан күҙҙәре тағы ла матурыраҡ икән, ҡап-ҡара муйылдай , ә бүлтәйгән ирендәре бешкән сейәләй, өҙөп кенә ал да ҡап. Юҡ, был һылыу мотлаҡ Йыһангир өсөн үҫкән, уны бер кемгә лә бирмәйәсәк. Тик бына Сәғирә бер ҙә уға иғтибар итмәгән кеүек. Урамда осраһа, боролоп өйөнә ҡаса, киске уйынға сыҡмай, усаҡ яғып саҡыралар,төрлө һылтауҙар табып, унда ла килмәй. Сәғирәнең Йыһангирға иғтибар итмәүенә Ғәфүр һөйөнә генә,сөнки уға булған мөхәббәте йөрәген тултырып аша.
Бына әле лә шишмә яғына киткән Сәғирәнең яңғыҙ ҡайтып килеүен күргәс, күңеле тынысланды, танауы төшөп кенә атлаған Йыһангирға төрттөрҙө:
-Нимә, тотоп булманымы һандуғасты?
-Ул барыбер минеке буласаҡ, бына мин әйтте тип әйтерһең!- Йыһангирҙың тауышында үпкәләү ҡатыш асыу ишетелде.
Эҫе көндәрен артта ҡалдырып йәй аҙағына яҡынлашты. Ауыл егетенә әйләнде Йыһангир, ҡалаға бер-ике көнгә генә ҡайтып, ата-әсәһен күреп килде лә, тағы ауылға һеңде. Кәримәнең өгөтләүҙәренә ҡаршы төшмәй, Сәғирә лә бер нисә тапҡыр киске уйынға сығып ҡайтты.
-Сәғирә, аптырайым та ул һиңә, нәмәһе оҡшамай Йыһангирҙың, шул тиклеп шәп егет, ҡалала йәшәй. Их, миңә булһа ине ул, ҡалаҡҡа ғына һалып йота торған егет бит, ә?
Кәримәнең сираттағы өгөт-нәсихәтенә Сәғирә йылмая ла ҡуя. Шулай ҙа был егеткә ниндәйҙер хистәре уяна башлағанын тоя, аңлап етмәй әлегә.
Ул кисте усаҡ яҡтылар, Сәғирә менән Кәримә лә барҙылар. Йәйҙең һуңғы көндәре булғанғамы, йәштәр күп йыйылғайны. Усаҡ тирәләй түңәрәккә ултырып төрлө йырҙар йырланылар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләп көлөштөләр. Йыһангир Сәғирәнән күҙен алманы. Ул көндө Ғәфүр ҙә Сәғирәгә генә ҡарап ултырҙы, ҡарамаҫлыҡ та түгел шул. Үҙенә килешле итеп тегелгән алһыу күлдәк кейгән, гел үреп йөрөткән сәстәрен һүтеп арҡаһына тулҡынландырған. Шағир әйтмешләй: “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар, ят та үл инде...”Ауыл егеттәренең күҙҙәре, башҡа ҡыҙҙарҙы көнләштереп, Сәғирәнең һылыулығын күҙәтте.
...Август айының кистәре һалҡын, Сәғирә өшөгәндәй булды. Шуны ғына көткән Йыһангир тиҙ генә курткаһын уның яурынына япты һәм эргәһенә үк килеп ултырҙы.
Ул кисте Йыһангир Сәғирәне оҙатып барҙы. Шулай улар осраша башланы, егет үҙен шатлығынан түбәһе күккә тейгәндәй тойҙо. Ғәфүрҙең, киреһенсә, балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөнө. Киләһе осрашыуға Йыһангир машинаһы менән килде. Сәғирә ҡаршы төшһә лә, юха телләнеп,уны машинаһына ултыртты. Оло юл буйлап ауылдан алыҫыраҡ китте улар. Урман яғынараҡ барып туҡтанылар ҙа , машинанан сығып, яр буйына төштөләр. Йыһангир Сәғирәне наҙлап ҡына ҡосағына алды. Егеттең киң күкрәгенә һыйынып торғас, ҡыҙ үҙен шундай нескә, бәләкәс итеп тойҙо, иркәләнеп уға арҡаһын терәне. Шулай тын ғына йылға ағышын күҙәттеләр.
-Сәғирә, мин һине яратам. Был һүҙҙәрҙе мин әле бер кемгә лә әйткәнем юҡ. Мин һине яратам, йәнем!
Йыһангир Сәғирәнең күҙҙәренә ҡараны.
-Ә һин? Һин мине яратаһыңмы, Сәғирә?
Йылға тулҡындары ярға бәрелде, алыҫта “һаҡ-һаҡ” тип бер ҡош ҡысҡырҙы. Сәғирә Йыһангирҙың йәшел күҙҙәренә батҡан, уның йылы ҡосағына сумған, мөхәббәтенән иҫергән.
- Эйе, Йыһангир, яратам!
Шуны ғына көткәндәй, Йыһангир Сәғирәнең ирендәренә үрелә, ниндәй йылы, наҙлы, татлы улар. Күпме ирендәрҙе үпкәне булды егеттең, ләкин бындай ҙа татлы, бешкән сейә һымаҡтары осраманы. Ирендәрен һурып үбеүҙән Сәғирәнең быуындары йомшарҙы, ул беренсе тапҡыр үҙе лә аңлай алмаҫлыҡ татлы тойғолар кисерҙе. Ҡыҙҙарҙың хушын алыуҙа тәжрибәле Йыһангир ҡулдары менән уның нескә биленән ҡосто, эҫе тыны менән яндырып муйындарын, яурындарынан иркәләп утте. Бөтөнләй иҫен юғалтҡан Сәғирә, быуынһыҙ ҡалып, егеттең ҡулдарында ирене. Иҫенә килеп күҙен асҡас, ул баш осондағы йондоҙло күкте күрҙе лә, алыҫтағы бер ҡоштоң “һаҡ-һаҡ” тигән киҫәтеүен генә ишетте. Әммә ҡыҙ ләззәт даръяһына сумып өлгөргәйне инде.
Бер аҙнанан Йыһангир ҡалаға ҡайтып китте. Сәғирә менән хат яҙышырбыҙ тип вәғәҙәләшеп айырылыштылар. Ләкин бер аҙнанан да, бер айҙан да хат килмәне. Үҙе килер тип көтһә лә, өмөтө бушҡа булды ҡыҙҙың.
Бер тапҡыр шулай ни эшләргә белмәй, уйға батып ултыра ине, ата бесәй Мыраубай өйгә сысҡан тотоп индергән дә эй уйната тегене. Бахыр ҡасам ғына тиһә, һикереп тотоп ала ла уны туп һымаҡ һикертеп уйнай. Бисара сысҡан хәлһеҙләнгәнсе уйнап, ҡыҙығын бөтөргәс, Мыраубай уны тырнаҡ осона эләктереп ситкә быраҡтырҙы ла ,бер ни булмағандай, сираттағы ҡорбанын эҙләп сығып та китте... Үҙен сысҡан хәлендә тойған Сәғирәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө. Бисараның әжәленә ҡамасаулай алмағанына үкенеп, Сәғирә ҡойроҡ осонан ғына тотоп, уны тышҡа алып сыҡты. Урамға сығып аҙбар яғына атлап та өлгөрмәне, әллә әлеге үлем күренешенән, әллә ҡулдағы үле сысҡандан, уның йөрәге болғанып ҡоҫҡоһо килеп китте, башы әйләнеп эргәлә ултырған түмәргә сүкте. Көҙҙөң һалҡын еле уның уҡшыуҙан тирләгән арҡаһын зымбырлатып үтте.
Әсә йөрәге һиҙгер була шул. Әсмә апай ҡыҙының көндән-көн һарғайып, күҙҙәре эскә бата барыуын күрҙе. Ашауы ла бер-ике ҡалаҡ ризыҡ ҡабыу ғына булғас, борсоуға ҡалды. Ни булды берҙән-берҙәренә? Бала ҡайғыһын күп күргән атаһы ла Сәғирәнең хәлен күреп уғата ныҡ бошондо.
Әсәһенең шомланыуы тиккә булманы, ҡурҡытҡан уйҙары раҫҡа сыҡты- Сәғирә ауырлы ине. “Йәй аҙағында бик осоноп йөрөнө шул, ниңә тыйманым икән. Аҡыллы ғына күренә, егәрле лә тип,теге “тәтәй”енә ышанып, ҡаршы төшмәнем шул...Пар килеп торалар, ошоға тиклем бер егет менән дә осрашҡаны булмағас, яҙмышылыр тип уйлағайным. Хәҙер ни эшләргә? Нисек итеп Бирғәлегә әйтергә? Ҡайҙа барһа ла, минең ҡыҙым, тип маҡтанып, ғорурланып йөрөгән атай кеше был хәбәрҙе күтәрә алырмы? Ә ауылдаштар? Дуҫы бар, дошманы... “Ҡырҡ йылдан һуң да беленер ҡырын эште” йәшереп буламы ни... Йыһангирын саҡыртып никах уҡытырға ла ҡалаға оҙатырға кәрәк.”
Ошо юлды иң дөрөҫө тип тапты Әсмә апай. Йыһангирҙы Ғәфүр аша эҙләттеләр, хат та яҙҙылар, әммә яуап булманы.
Бирғәле ағай был хәбәрҙе ишеткәс, үҙ -үҙенә йомолдо, һөйләшмәҫ булды, урамға ла һирәк сыҡты. Һуңғы сәстәре лә ағарып, ҡартайҙы ла ҡуйҙы.
Тышта йән өшөткөс көҙгө көндәр. Урам буйлап килгән Сәғирәнең күҙ йәштәрен көҙгө һалҡын ямғыр йыуа, итектәренә батҡаҡ йәбешә, әсе ел битен, ҡулдарын семетә. Быларына түҙер ҙә ине, йәнен өшөтөүсе йөрәк аҫтындағы сабый булмаһа. Үҙенән бигерәк атаһы менән әсәһен йәлләй Сәғирә. Ғүмерҙәрен уны үҫтереүгә бағышлаған ғәзиздәренә нисек яуап бирҙе ул... Бөтә халыҡ алдында йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтерҙе. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа ул”, “Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа эш боҙа ти”, “Машинаға ғына ултырып кататься иткәс ни...” тигән һүҙҙәр ауыҙҙан ауыҙға, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа йөрөнө. Уның һылыулығынан көнләшеп йөрөүсе ҡыҙҙарға шул ғына кәрәк ине, улар үҙҙәренә ҡарамаған егеттәрҙән мыҫҡыл иттеләр : “Йә, ауыҙ һыуығыҙҙы ҡоротоп маҡтай инегеҙ, күрһәттеме алиһәгеҙ!” Егеттәрҙең Сәғирәне теге елғыуарҙан ҡурсалап ҡала алмауҙарына асыуҙары килде. Ғәфүр ҙә үҙенә урын тапманы, дуҫ тип йөрөгән кешеһенең, һөйгән ҡыҙын мәсхәрәләп китеүен кисерә алманы. Өйҙәренә барҙы, ата-әсәһе уның сит ҡалаға сығып китеүе тураһында ғына хәбәр иттеләр. Шунан һуң Ғәфүр күп уйлап тормай, тәүәккәлләп, ҡайтҡас та Сәғирәне һоратты. Әсәһе, туғандары ҡаршылашһа ла, ул үҙ һүҙендә торҙо.
-Кеше балаһын үҫтерәңме инте хәҙер? Миңә үҙ ейәнем кәрәк, зина ҡылып яралған тыума түгел!-тип әрләшкән әсәһенә:
-Мин Сәғирәне яратам, инәй!-тип яуапланы ла кәләшен өйөнә алып ҡайтты.
Ул ҡыш бигерәк оҙон тойолдо Сәғирәгә. Ғәфүргә күңеле ятмаһа ла, яҙмышына буйһондо, әсе һүҙҙәр менән әленән-әле төрттөрөп торған ҡәйнәһенең ҡылығына ла түҙҙе. Һығылып илаған саҡтарында йоморайып килгән ҡорһағын туҡмап иланы. Бөтә күңеле менән баланың тыумауын теләй ине ул. Ҡыҙыу мунсаға йөрөнө, сөнки оло инәйҙәрҙән бала төшөрөүҙең бер сараһы эҫе мунса икәнен ишетеп белә ине. Әхирәтенең ошондай хәлгә ҡалыуында үҙен дә ғәйепле һанаған Кәримәнең :“ Еҙтөймә төнәтмәһен эсеп бала төшөрәләр икән,”-тигән һүҙҙәренә ышанып, һары сәскәле үләнде лә ҡайнатып эсте. . Әммә Сәғирә нисек кенә тырышмаһын, йөрәк аҫтындағы бала йәшәүгә сат йәбеште.
Бирғәле ағайҙың ғына йөрәге быны күтәрә алманы. Ҡапыл ғына, аяҡтан йығылды. Төнө буйы ҡоторған буран үтә һуғып һыуынған өйҙө йылытайым тип, иртәрәк тороп мейескә ут яҡты ла ҡабат барып ятҡан урынынан торалманы ла ҡуйҙы.
Мәрхүмде оҙатырға бөтә ауыл килде. Түгелеп илаған Сәғирәне берәүҙәр йәлләне, икенселәре “Атаһының башына етте”, тип, йөҙ борҙолар.
Әсмә апай яңғыҙы ҡалғас, ҡыш үткәнсе генә, тип Сәғирә әсәһе эргәһенә йәшәргә ҡайтты. Ғәфүр ҙә арымай-талмай ике йорт араһында йүгерекләне. Утын- бесәне лә, ирҙәр ҡулын ғына талап иткән башҡа эше лә эт тубығынан ул ауылда.
Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәй, һәр ерҙә лә ағыу сәсеүселәр табылып тора. Ғәфүрҙең ҡәйнә йортонда йышыраҡ булыуын күреп, “Ғәфүр килен булып төшкән икән дә”, тип мыҫҡыл итеүселәр ҙә табылды. Әлбиттә, Ғәфүр быға бик иғтибар итмәне, ул һөйгәненә терәк булыу маҡсаты менән йәшәне. Ә шулай ҙа, тамсы тама-тама ташты тишә, тиме...
Шаулап-гөрләп яҙ килде. Сәғирә яҙҙы ярата. Тәбиғәт уяна, яңыра, ҡояш нығыраҡ йылыта. Яҙғы сәскәләрҙең сыҡҡанын көтөп ала алмай зарыҡты ул. Шунан һыуға ултыртам тип, һарай башына менеп, бесән араһынан кипкән сәскәләрҙе йыйып алып төштө. Уларҙың, барыбер терелмәҫен белһә лә. Бер өҙөлгән сәскәгә һулып кибеүҙән башҡа юл юҡ. Ниндәй бер ҡатлы, ғәмһеҙ булған икән ул ошоға тиклем...
-Боҙ ҡуҙғалды!
-Боҙ китә!!!
Урамдағы шау-шыуҙы ишетеп, Сәғирә тәҙрә янына килде. Йыл да ауыл өсөн ҙур ваҡиға булған Инйәр боҙоноң китеүен бөтә ауыл тамаша ҡыла. Тәүҙә тығын тығыла, шунан яйлап ҡына боҙ ҡуҙғала, эре-эре боҙҙар “мин алдан да мин алдан” тигәндәй, бер-береһен этешеп алға ынтыла, яр баштарына ла сығып, тауҙай өйөлөшөп китә хатта. Боҙ киткәндә иң ҡурҡынысы шул: ҡалын боҙҙар бөгөлдәге шаршыла тығылып, ҡайҙа ағырға белмәгән һыу урамдарға сыға, баҙға төшә. Быйылғы дәррәү ирегән ҡар һыуына йылға ярҙары тулы булғас, боҙ ҡаршылыҡһыҙ ғына китте лә барҙы. “Аллаға шөкөр, быйыл тыныс булты,”-тип ололар эскәмйәләрҙә ултырып доға уҡыһа, йәш-елкенсәк, бала-саға “Эй-й-й, ҡыҙығы булманы-ы-ы”,-тип ҡәнәғәтһеҙлек белдереп ҡул һелтәнеләр.
Урамдағы халыҡ таралышҡас, Сәғирә тышҡа сығып, аҫмалы күпер яғына ыңғайланы. Тау-тау булып өйөлөп ятҡан боҙҙарҙың ҡалынлығына аптырап бара торғас, күпер эргәһенә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Даръялай йәйелгән Инйәргә һоҡланып та, шомланып та ҡарап торҙо ул. Тулҡындар: “Әйҙә, Сәғирә, беҙҙең менән, уйнай-уйнай алыҫҡа ағырһың. Бына күрәһеңме беҙ ниндәй көслө,хатта дөбөр-шатыр килтереп боҙ батшалығын емереп ташланыҡ”,-тигәндәй. Инйәр: “ Ҡыш буйына кешеләр ташлап бысратҡан ярҙарымдан сүп-сарҙы мин һә тигәнсе тулҡындарым менән йыуып алам, әйҙә, Сәғирә, һин дә ҡушыл миңә. Күңелеңдәге ауыр уйҙарҙы, күңел бошонҡолоҡтарыңды алыҫ-алыҫтарға алып барып ташларбыҙ. Әйҙә...”
Сәғирә, үҙ- үҙен белештермәйенсә, бәүелеп торған, таҡтанан ғына эшләнгән аҫмалы күпергә атланы. Бер, ике аҙым... Бына ул күпер уртаһында.
“Ниндәй шат аға тулҡындар, әйтерһең дә һалҡын боҙ аҫтынан иреккә сығыуҙарына шатланып ҡайнашалар. Минең дә гонаһтарымды, ҡайғыларымды алып китһәләрсе... Ана, тирә-яҡ нисек таҙара! Өйөлөп ятҡан бысҡы ваҡтары, ватыҡ һауыт-һаба, сепрәк-сапраҡ, мал тиҙәге-барыһы ла тулҡындар араһына инеп юғала. Алып китегеҙ миндә йыйылған бысраҡлыҡтарҙы ла! Алып китегеҙ, зинһар, мине лә!..”
Сәғирә алға ынтылдым ғына тигәндә, ҡапыл эсенең аҫ яғы бысаҡ менән телгән кеүек ауыртып, ул күпер өҫтөнә бөгөлөп төштө. Шашып аҡҡан тулҡындар шауын түҙеп торғоһоҙ ауыртыу томаланы. Ҡайһы арала килеп еткән Ғәфүрҙең көслө ҡулдары уны күтәреп алды. Күп тә үтмәй, донъялағы хоҡуҡтарын даулап, яңы тыуған бала ауаз һалды.
“Кәкүк йомортҡаһының себеше сыҡҡан”,-тиеште халыҡ, “Теге кәнтәй көсөгөн тыуҙырған икән”, “Ғәфүр, ул гонаһ шомлоғоңто дывурыма ла интереп йөрөйһө булма!”- тип ҡаршыланы был гонаһыҙ баланы Сәғирәнең ҡәйнәһе. Баланың балаһы балдан татлы тиһәләр ҙә, ейәненең тыуыуын битараф ҡабул итте Әсмә апай. Башҡа ваҡыт булһа, шатлығынан түбәһе күккә тейеп йөрөр, улым тыуҙы тип бөтә донъяға яр һалыр Ғәфүр ҙә баланы ҡулға алып, йәп-йәшел күҙле, аҡ йөҙлө бәләкәсте күреп, уны кире урынына һалды ла әйләнеп сығып китте. Ә Сәғирә, кендек әбейе сабыйҙы күкрәгенә килтереп һалғас, аңлашылмаған тойғолар кисерҙе. Тиҙ арала мыҫҡыллы йылмайған алдаҡсы Йыһангир ҙа, донъянан төңөлөп шымып ҡалған әсәһе лә, сал сәсле моңһоу атаһы ла, төкөрөк сәсеп әрләп торған ҡәйнәһе лә күҙ алдынан үтте уның. Ә сабый әсәһенең күкрәгенә ятҡас, һәр йән эйәһенә хас инстинкт буйынса, йәшәүгә сат йәбеште: әсәһенең имсәген табып, шуп та шуп килтереп имергә тотондо.
Моталлап шулай теремек, мыҡты булып үҫеп тә китте. Үҫкән һайын, атаһына нығыраҡ оҡшап,әсәһенең яраларына тоҙ һалды. Ғәфүр бер тапҡыр ҙа “улым” тип әйтмәне уға, исеме менән генә өндәште. Уның ҡарауы, йыш ҡына эсеп ҡайтып, ҡатыраҡ бәрелгән саҡтары йышайҙы. Ауылдаштары, дуҫ-иштәре лә яйын сығарып төрттөрөп кенә торҙолар. “Аҫыраған быҙау артҡа тибә ти”, “Был малайың үҫеп еткәс ни эшләр инте. Дуҫыңа рәхмәт әйтерең микән”,- тиештеләр. Сәғирә менән бергә йәшәүҙәренә дүрт йыл булып килә, ниңәлер уртаҡ балалары тыуманы.
Бер көн әсәһенә бесән ташыған Ғәфүр сығырынан сығып ҡайтып инде., Уныһы киленен яманлап, улын эсереп ҡотҡо һалып ҡайтарҙы. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ҡайтып ингән Ғәфүр Сәғирәне һуғып осорҙо ла, атай тип ҡаршыһына йүгереп килгән Моталлапты елкәһенән тотоп һалҡын соланға сығарып быраҡтырғас, ишекте шартлатҡансы ябып ҡуйҙы. Шунан мөйөшкә боҫҡан Сәғирәне беләгенән елтерәтеп ултырғысҡа ултыртты:
- Күрше ауылға балаһыҙ бер ғаилә күсеп килгән, ти инәйем. Уллыҡҡа бала эҙләйҙәр икән, көсөгөңтө шуларға бирәһең, юғиһә...
Ул башлаған һүҙен дә әйтеп бөтөрмәйенсә, торған еренән салҡан ауып, хырлап йоҡлап китте. Сәғирә, туңып шыңшыған улын тыштан индереп, тиҙ генә шымырға ҡушты. Әсәһе иҫән саҡта Ғәфүр былай уҡ шашынмай ине әле, ҡәйнәһенә ихтирамлы ине ул. Әсмә апайҙың үлеүенә ике йыл тигәндә, әйтерһең дә Ғәфүрҙе ен алыштырҙы.
Ул иртәгәһенә баш баҫып, бер ни ҙә өндәшмәй йөрөнө, тик был дауыл алдынан була торған тынлыҡты ғына хәтерләтте. Тағы ла ярһыулыраҡ талашыу ваҡыттары яҡынайғандан яҡынайҙы.
Ниһайәт,түҙемлеге юйылған Сәғирә тәүәккәлләне: теге балаһыҙ ғаиләгә хәбәр ебәрҙе.
******
-Кәкүк!
-Ун! Ун тапҡыр ҡысҡырҙы! Ур-р-ра!!! Инәйем мине килеп аласаҡ!
Ағас ботағынан һикереп төшкән Моталлап, йомғаҡ кеүек тәгәрләп, йән-фарман өйөнә ҡарай йүгерҙе. Талпынып типкән йөрәге, күкрәгенән бына сығам, бына сығам тип ярһыны. Ул күҙ алдынан бөтә буласаҡ ваҡиғаны үткәрҙе... Бына инәһе киләсәк тә йомшаҡ ҡулдары менән башынан һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйәсәк. Ә Аҡтырнаҡ дуҫы, шатлығынан үрә һикереп, Моталлапты ҡаршылаясаҡ. Нисек һағынды ул тыуған йортон... әйтеп аңлатҡыһыҙ.
-Ун тапҡыр күкүлдәне, ун... Их, үҙ өйөмә ҡайтасаҡмын!
Уҡтай осоп ихатаға килеп ингән Моталлап, ялбыр-йолбор солан аҫтына тәгәрләне. Үҙҙәренә алып ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә Сайра, Моталлаптың әйберҙәрен алмаштырып, уның күлдәк-ыштандарын сүп-сар араһына һалып яндырырға уйлағанда, малай күлдәген алып ҡасып, солан аҫтындағы бер мөйөшкә йәшереп ҡуйғайны. Әсәһе килеүгә шул күлдәген кейгеһе килде уның. Йәшерткән урындан хазинаны алғандай, һаҡлыҡ менән генә күлдәген тартып сығарҙы ла, өҫтөндәгеһен сисеп, уны кейергә тотондо. “Инәйем бешергән ҡоймаҡ еҫе килә...” Был уйынан уның йөрәге урынынан һикереп сығырҙай типте. Тик, был ни хикмәт!? Күлдәкте бик ҡыйынлыҡ менән кейҙе малай, ең остары ла таржыҡ Нәҡиптең саҡ тубығына етеп торған ҡыҫҡа ыштанына оҡшап, терһәгенә генә етерлек. Ә төймәләрен элермен дә тимә. Ҡултыҡ аҫтындағы йөйҙөң ептәре, усаҡта сытырлап янған шыршы йәйеге кеүек, шытыр-шытыр килде. Ҡорһағы асыҡ ҡалһа ла, күлдәкте кейеү уйынан Моталлап кире ҡайтманы. Солан аҫтынан сығып йылғыр ғына урам яғына юлланды. “Ҡайһы яҡтан килер икән инәйем? Әһә, ана алыҫ түгел ҡалҡыулыҡ бар. Шунан ауылға илткән бөтә юлдар ҙа асыҡ күренә...” Шатлығынан һикерәнләй-һикерәнләй, малай ауылдың ситендә урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа осто. Уның иң түбәһенә менеп еткәс, иғтибар менән тирә-яҡты күҙәтә башланы.
Ҡояш, таңдан сәфәргә сыҡҡан юлсылай, арып, күктең ҡап уртаһына килеп туҡтап ҡыҙҙырғанда ла Моталлаптың күҙҙәре ауылға ингән юлдарҙа булды. Ошо ҡояш кеүек уның әсәһе лә ана теге тау артынан, йәки ана теге урман яғынан килеп сығыр ҙа улын алып ҡайтыр. Һис шикһеҙ алып ҡайтыр...Аяуһыҙ ҡыҙҙырған июнь ҡояшы малайҙың тәнен, битен көйҙөрҙө. Тамағы кибеп, эҫегә әлһерәһә лә, Моталлап урынынан ҡуҙғалманы. Ул әсәһен күрмәй ҡалыуҙан ҡурҡты. Торған ерендә бешкән бер-нисә еләк өҙөп ҡапҡас, тонған күҙҙәре асылып, кәйефләнеп китте. Ул ауылда күренгән бер хәрәкәтте лә күҙ уңынан ысҡындырманы.
Ана, Нәзифәләрҙең ҡаҙҙары, һап-һары йомғаҡтай бәпкәләрен эйәртеп, үлән йолҡалар. Ғорурлығы саманан ашҡан ата ҡаҙ, үҙенең көсөн күрһәтер өсөн, яҡын йүгереп үткән бесәйҙе лә ыҫылдап баҫтырып ҡала. Шунан, күрҙегеҙме мине , тигәндәй, муйынын һуҙып, ҡаңғылдап, инә ҡаҙҙар менән бәпкәләренә маҡтанырға килә. Тегеләре лә, ғаилә башлығының батырлығын хуплап, яуап бирәләр. Ҡыуанысын нисек күрһәтергә белмәгән “ғаилә башлығы” шатлығынан ырғып-ырғып бейеп ала.
Алыҫтан тауыш сыҡҡан яҡҡа күҙ һалды малай. Өмәгә сыҡҡан ир-егеттәр бура бурай. Оҫталарҙың ҡулдарындағы балта сыңы йырға оҡшап ҡуя, туҡылдатып ҡыҙыуыраҡ сапһалар, шуның ыңғайына (тактына)бейеп китергә лә була. Ә инде бүрәнә әрсегән тауыш та өҫтәлһә, торғаны бер оркестр инде.
Яҡындан ғына, иңдәренә биҙәкле көйәнтәләрен һалып, шырҡылдығын сығып, ҡыҙҙар Ҡаран һыуына китеп баралар. Бындай селләлә тешеңде һындырырҙай Ҡаран һыуы иң тәмлеһе бит ул... “Эх, әле бер генә ижау булһа ла эсеп ебәр ине, шуны...” Моталлап тамшанып, кипкән ирендәрен ялап ҡуйҙы.
Тирә-яҡтан күҙен алмаған малай, үҙенә табан килгән өсәүҙе танып ҡалды. Шулар. Моталлапты күреп ҡалғандар, ахыры. Шәп-шәп баҫып, ашығып туп-тура киләләр. Дүртенсеһе кем икән? Ҡыҙ кешегә лә оҡшаған. Малай быларҙы таныһа ла борсолманы. Киреһенсә, шатлығын һөйләргә тип ултырған урынынан һикереп торҙо.
-Нәмәңте ҡарап беҙҙең ҡалҡыулыҡта ятаң? Һиңә башҡа урын бөткәнме?- тип сәрелдәне Нәҡип.
-Ҡояҫта ҡыҙынып беҙҙең еләкләрҙе аҫап ята инте,- тип ҡыҫылды Саҙрый.
Фәттәх, эттәрен һөсләтеп, табыш көткән һунарсы кеүек, ситтән генә күҙәтте.
-Бөгөн минең инәйем килә. Ул мине алып ҡайта.- Моталлаптың тыныс, ғорур яңғыраған тауышына Фәттәхтең йәне көйҙө. Ул, һеләүһен кеүек, күҙ асып йомғансы, табышына йәбеште:
- Һинән кемең килә тип һорамайлар, килмешәк! Нәмәңте ҡарап беҙҙең ҡалҡыулыҡҡа хужа булып ятаң?
Моталлаптың күлдәк ептәре бына-бына өҙөлөрҙәй булып шытырланы.
-Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға һатҡан! Инәйем шулай тине.
Моталлаптың өҫтөнә боҙло һыу ҡойҙолармы ни. Ул Фәттәхтең көслө ҡулдарынан ысҡынып, Нәҡипкә килеп йәбеште. Шуны ғына көткән таржыҡ танау, Моталлаптың биленән матҡып тотто. Улар көрмәкләшеп ергә ауҙылар.
-Юҡ, килә минең инәйем! Ул мине һатмаған!
-Килмәй! Һатҡан!
-Нәҡип, биреҫмә! Ҫәҫенә йәбеҫ, типкеҫлә үҙен!-тип утҡа май һипте тешһеҙ Саҙрый.
-Һатмаған! Ул бөгөн килә!
-Әһә, килде тей, һатлыҡ!!!
Ике малайҙың өҙгөләшеүен Фәттәх кинәнес менән күҙәтте. Был ситтә торған Нәзифәгә генә оҡшаманы. Ул, Моталлапты йәлләп, ирендәрен бүлтәйтеп, иларға ла әҙерләнгәйне. Моталлаптың ике еңенә йәбешкән Нәҡип, уларҙың һүтелеп китерен уйламаны ла. Бөтә көсөн йыйып дошманын ергә ҡуша һуғырға уйлағайны, ҡулына тотҡан еңдәр шытырлап өҙөлөп китмәһенме!.. Шул ыңғайға Нәҡип ултыра төшөп тәкмәсләп китте. Ике ҡулына ике ең тотоп тәгәрләп киткән Нәҡип тә, өҫтөндә ялбырап ҡалған сепрәк киҫәктәренә төрөнөргә тырышҡан Моталлап та ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине был мәлдә.
Тешһеҙ Саҙрый төкөрөктәрен сәсеп көлөргә тотондо. Дуҫының көлөүенә йәне көйгән, көлкөгә ҡалған һәм ергә ҡаты ғына төшөп ауыртынып ғәрләнгән Нәҡип, йүгереп килеп бөтә көсөнә Саҙрыйға тондорҙо. Күҙ төбөнә елле генә эләккән малай сәрелдәп иларға тотондо.
-Әлем-м-м, күҙемде ҫығарҙы. Инәйемә әйтәм мин һине, таржыҡ!
-Нәмә тинең!? Саҙрый-маҙрый, тешһеҙ һантый!
Фәттәх ҡыҫылмаһа, был икәү үҙ-ара өҙгөләшерҙәр ине, биллаһи.
-Йә, етте! Һеҙ мынта нимәгә килгәнегеҙҙе оноттоғоҙ түгелме? Мишка беҙҙең ҡалҡыулыҡҡа хужа булып ята, ә был мөртәттәр икәү-ара үлешәләр!
Күлдәгенең имен өлөштәрен ипләп маташҡан Моталлапҡа, асыуҙан ҡанһыраған күҙҙәрен алартып, өс ас бүреләй, яҡынлашты улар. Фәттәх Моталлапты йыға һуҡты, тегеләре бер ниндәй аяуһыҙ уны типкесләргә тотондо.
-Һатлыҡ!
-Килмешәк!
-Ҫайраның көҫөгө!
Моталлаптың ҡояшҡа янған тәне тегеләр типкән һайын әрнеп ауыртты. Ул башын ҡулы менән ҡаплап, ыңғырашып ятты. Нимә булыр ине икән, әгәр ҙә Нәзифә йәнасыҡҡа ҡысҡырып теге өсәүҙе туҡтатмаһа:
-Туҡтағыҙ! Үлтерәгеҙ бит!
Ярһыған малайҙар ерҙә хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡорбандарын күреп, ҡурҡыштарынан тирә-яҡҡа саптылар.
Ыңғырашҡан Моталлапты йәлләп, Нәзифә илай-илай уның эргәһенә килде. Йыртылған күлдәк ярпылары сей яраларына йәбешкән. Ҡояшҡа янған тәне ҡып-ҡыҙыл булып бүртенгән. Күп уйлап тормай, ҡыҙыҡай ярҙам саҡырырға йүгерҙе.
“Һатҡан...ул һине һатҡан...һатлыҡ...” Был һүҙҙәр Моталлаптың яралы тәненә, ҡанһыраған йәненә бысаҡ булып ҡаҙалды. “Төргәк...” Шул саҡ, теге ваҡытта Сайраның әсәһенә биргән ҙур ғына төргәге иҫенә төштө. Нимә булды икән унда? “Һатҡан...төргәк...һатлыҡ...” Башына сүкеш менән һуҡҡан кеүек был һүҙҙәр. “Һатҡан... һатҡан...” Малай иҫен юғалтты.
******
...Оҙаҡ ауырыны Моталлап. Аҙна буйы тәне ут кеүек янды, шыбыр тиргә батып уянды, теше тешкә теймәй дер ҡалтыраны. Ике һүҙҙе ҡабатлап һаташты: “Төргәк...һатҡан...”
Хәле арыуланырҙай булмағас, ырымсы Барый мулланы саҡырҙы Сайра. Ул башта артыш төтәтеп өйҙө ыҫланы. Шунан малайҙы өшкөргәс, кейемен систереп бер төйөнсөккә бәйләп, уҡынып, һыуға ағыҙҙы. Малай өсөн бөтә ауыл борсолдо. Әбейҙәр йомғаҡлы май, ҡатыҡ, йомортҡа тотоп хәл-әхүәл белешергә килеп, баланың һауығыуын теләп доға уҡынылар. Нәзифәнең әсәһе андыҙ тамыры килтереп кистәрен өйҙә уны төтәтергә кәңәш итте. “Күмәкләгән-яу ҡайтарған”. Ике аҙна тигәндә Моталлап күҙҙәрен асты. Ул беренсе булып күҙенә салынған, уның һауығыуына шатланышып карауаты янында торған Фәттәх менән Саҙрый һәм Нәҡипкә ҡарап йылмайҙы. Был йылмайыуҙың тылсымы, болот араһынан күҙ ҡыҫҡан ҡояш кеүек, баштарын аҫҡа эйеп ғәйептәренән нисек ҡотолорға белмәй торған малайҙарға йән керетте. Һаҡау күп һөйләр тигәнде раҫлап, Саҙрый түҙмәне:
-Моталлап, мына һиңә еләк әпкилдем. Һауыҡ йәме, тыҫта рәхәт, бергә һыу инербеҙ.
Тотлоға-тотлоға Нәҡип тә ҡыҫылды:
-Ней, ней...теге ҡ-ҡ-ҡалҡыулыҡта бергә уйнарбыҙ. Мә.- ул әсәһе бешергән күмәсте Моталлапҡа һондо.
“Ҡалҡыулыҡ” тураһында иҫтәренә төшөргән Нәҡипкә шелтәле ҡарап, Фәттәх карауат эргәһенә яҡынлашты:
-Ғәфү ит, Моталлап. Һин, теге ней, ауырыма йәме. Бына.-кеҫәһенән рогаткаһын сығарып бирҙе.
Мәргәнлектә бер сәпте лә имен ҡалдырмаған, һәр ваҡыт урам малайҙарының күҙен ҡыҙҙырған рогаткаһын Моталлапҡа һонғас, Саҙрый менән Нәҡиптең күҙҙәре таҫырайҙы. Шул мөғжизәле ҡоралды тотоп ҡарар өсөн генә лә Фәттәхкә күпме инәлергә тура килә торғайны. Ә бында, мә, һиңә!!!
-Рәхмәт,- тип көс-хәлгә әйткән Моталлаптың шатлығы эсенә һыйманы. Малайҙарҙың ауыҙынан үҙ исеменең дөрөҫ яңғырауы уның йөрәгенә майҙай яғылды.
******
“Балам, сыҡ, ниңә улай оҙаҡ инәһең һыуҙы, сыҡ. Моталлап, тәрәнгә китмә, йә, сыҡ инде...” Һаташып уянып китте Сәғирә. Ошо көндәрҙә төштәре боларҙы уның. “Моталлап, улым ”-тип ҡулын һуҙһа, уныһы төргәккә әүерелә лә ҡуя. Төргәкте тағатһа, үле себеш хасил була...
Моталлапты биреп ебәргән көн иҫенә төшкәс, тамағына төйөр тығылды, йөрәге алҡымынан алды. “Инәй, мин һинең улың булғым килә...” Ошо һүҙҙәр бына ике йыл инде туҡтамай, ҡолағында сыңлай. Йыһангирҙән үс алдымы, әллә атаһы менән әсәһенең үлемендә ғәйепләнеме баланы, бәлки ҡәйнәһенең өнө тығылыр тип өмөтләнгәндер... Ауылдаштырының имеш-мимештәре кәмер тип уйланымы? Бала йөрәк аҫтында булғанда тыуған нәфрәт ҡамасауланымы? Улай булғас, ниңә шул тиклем ауыр икән?.. Сайра тоттороп киткән төргәк таш булып йөрәген ҡыҫты, тынын ҡурҙы. Ғәфүр?.. Батып барғанда йәбешергә алдатҡыс һалам ғына булды бит ул. Яратмаһа ла, егәрле, изгелекле булғаны өсөн хөрмәт итте уны Сәғирә. Ҡойоп ҡуйған бәләкәй Йыһангир-Моталлапты күргәндә моңһоуланып киткән күҙҙәрен, күкрәк төбөнән сыҡҡан ауыр һулауын һиҙмәнеме ни ҡатыны?.. Яраларын уңалдырырҙай дауа ла табылманы- уртаҡ балалары ла тыуманы бит, исмаһам. Береһен үҙ иткәндә, икенсеһен дә ят итмәҫ, ҡыр типмәҫ ине. “Игәү” әсәһен тыңлап Ғәфүрҙең көн дә ғауға ҡуптарыуын да аңлай Сәғирә. Тик нисек итеп йөрәкте ҡыҫҡан “ ташты” алып ташларға? Нисек?
Ояһын таба алмай сәбәләнгән ҡош кеүек, яуапһыҙ һорау ҡатындың мейеһен ҡайнатты. Имеш, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырған тартай, уның мейеһен тишеп һорауҙарға өндәү билдәһе ҡуйғас ҡына тартылдауынан туҡтаны. Таң һыҙылғас ҡына, башҡа ҡоштарға һүҙ бирелде. Тегеләре шуны ғына көткәндәй, кем уҙарҙан һайрай башланылар.
Боларған төштәренән, йоҡоһоҙ үткән төндән ҡотҡарған ҡоштарға рәхмәт уҡып, Сәғирә тышҡа сыҡты. Саф һауа башын әйләндереп, саф уйҙар бүләк итте уға. “Моталлапты алып ҡайтырға кәрәк...”
Аҙна буйы юлға әҙерләнде әсә. Ғәфүргә белдермәйенсә генә барып алырға ҡарар итте. Әгәр ҙә ҡаршы булһа, айырылыр ҙа китер, бала хаҡына. Иренең баҫыу кәртәһен тоторға сығып китеүе булды, Сәғирә лә юлға сыҡты. Уның сәғәт-сәғәт ярымлыҡ ҡына юлды үткәндә лә кисереп өлгөргән уйҙары бер ғүмерлек. Уларға яуап табып бөтөү мөмкин түгел. Үҫте микән улы? Танырмы? Ғәфү итерме? Әгәр ҡасып китһә, ҡайтмайым тиһә? Ике йыл күрешмәүен, күрәләтә ят кешеләргә биреп ебәреүен нисек аңлатыр уға? Әллә кире боролорғамы? Уйҙарының осона сыға алманы йәш ҡатын. Ошо мәлдә бер туҡтап, бер яйлап, бер шәбәйеп, сайҡала-сайҡала барыусы Сәғирәне берәйһе күрһә, иҫәрләнгән икән был, тип уйлар ине һис шикһеҙ.
Алда ауыл күренде. Нимә көтә унда? Сәғирәнең йөрәге иҙәнгә ҡуша һуҡҡан туп кеүек ҡаҡлығып, бына-бына күкрәген ярырҙай булып һикерә башланы. Ул ҡапыл кире боролоп, ҡайтыу яғына йүгерҙе. Шәп йүгереүҙән тыны ҡыҫылып туҡтағанда ауылдан байтаҡ йырағайғайны инде. Йылға буйына төшөп ташҡа ултырҙы. Шаян ел йылға өҫтөндә яһап уйнаған тулҡындарҙы күҙәтте ул. Ел ни тиклем генә көслө иҫмәһен, йылғаның ағышына ҡаршы тора алмай. Асыуланып, көслө итеп тә өрөп ҡарай, әммә һыу таштан ташҡа һикереп сылтырап ағыуын дауам итә. Битен йыуырға төшкән Сәғирәнең дә бармаҡ араларынан тамсы-тамсы һикерешеп ҡасып бөттөләр. Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай, ваҡыт та шулай икән, тип уйланы Сәғирә.. Бына шулай ике ауыл араһындамы, әллә буйһонмаҫ яҙмыш ҡосағындамы аҙашҡан Сәғирә лә төш еткәнен һиҙмәй ҡалды.
Ҡурҡыу тойғоһон балаһына булған һағышы еңде. Ул ҡабат йылға үренә атланы. Ауыл осонда осраған кешенән Сайраларҙың өйөн һорашып, туп-тура шунда ыңғайланы. Ҡапҡа эргәһендә шау-гөр уйнап йөрөгән бала-саға тауышын ишетеп туҡтаны. Быуындары бушап, ҡайҙа барырға белмәй, йыуан тирәк артына сығып сүгәләне.
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
-Аҡ тирәк, күк тирәк
Беҙгә Нәзифә кәрәк!
-Нәзифә, ҫәп йүгер, өҙ тегеләрҙе йәме.
-Ур-р-ра! Маратты ал, ул көслө.
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Сәғирәнең йөрәге ярылырҙай булды. “Кем кәрәк? Моталлап кәрәк! Миңә улым кәрәк!”
-Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙгә Моталлап кәрәк!
Күҙ алды ҡараңғыланды ҡатындың, быуындары тотмай сүгәләгән урынынан да тора алманы.
“Ана уның ҡолонсағы... Нисек буйсанланып үҫеп киткән улыҡайы...”
-Балам...- Сәғирәнең тауышы сыҡманы.
-Ур-р-ра, Моталлап маладис! Шәп малай, өҙҙөң әй! Маратты кире алып ҡайт!
“Кире алып ҡайт...” Имеш, уйында ғына шулай булалыр инде. Бар көсөн йыйып, күҙ йәштәрен һөртөп, әсә ултырған еренән торҙо. “Хәҙер барам да “Һаумы, улым. Мин һине алып ҡайтырға килдем,әйҙә”- тип әйтәм”.
-Әйҙәгеҙ йәшенмәк уйнайыҡ!
-Әйҙә. Саҙрый гөргөлдәй!
-Гөр-гөр-гөр, гөр-гөр-гөр
Мин утыҙға һанағанҫы
Һин йәҫенеп өлгөр!
Күҙ асып йомғансы, ҡапҡа төбөндә күҙҙәрен ҡаплап һамаҡлаған Саҙрый ғына ҡалды. Шәп-шәп атлап килгән Сәғирә, бәпкәләре йөҙөп киткәс, яр ситендә ҡалған тауыҡ кеүек, ҡайҙа барырға белмәй, баҙап ҡалды. Бүрәнә артына, кесерткән араһына, яр аҫтына, баҡса мөйөшөнә ҡасып боҫҡан балалар араһында уның улы. Тик ҡайҙа? Уйынға мөкиббән киткән балалар , төрлө яҡҡа өҙгөләнеп талпынған ҡатынға иғтибар ҙа итмәнеләр.
-Муталлапчик, айда ашарга кайт!- тип килеп сыҡҡан Сайраны күргәс, Сәғирә йүгереп тирәк артына йәшенде. Ҡото осоп, күҙ йәшенә быуылған ҡатындың дер ҡалтырауына шунда йәшенеп ултырған Нәзифә генә шаһит булды. Әммә дуҫтары тарала башлағас, ул да өйөнә ҡарай йүгерҙе. Йәшенгән урынынан сыҡҡан Моталлап, дуҫтары менән һаубуллашты ла, Сайра менән урамдарына инеп китте. Артынса ел дә үткәрмәҫ урыҫ ҡапҡаһы шартлап ябылды.
*****
Йөҙө ағарған, бер нөктәгә ҡарап өнһөҙ ятҡан ҡатынын күргәс, Ғәфүрҙең ҡото осто:
-Сәғирә, ни булды? Берәй ерең ауыртамы әллә?
“Ауырта, Ғәфүр... Тик ҡайһы ерем икәнен үҙем дә белмәйем...”-тип әйткеһе килһә лә, шымып ҡалды йәш ҡатын. Шунан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, итәгенә ут ҡапҡандай, тышҡа атылды. Солан бүрәнәләренә баҫҡыс итеп ҡағылған тимер тотҡаларға йәбешеп йылғыр ғына ҡыйыҡ башына менеп китте лә төргәк төшөрөп, урамға йүгерҙе. Уны тағатып та тормай йәйгелеккә урамға ҡуйылған тимер мейес ауыҙына алып барып тыҡты. Ҡуҙланып ятҡан торомбашҡа етә генә ҡалды: төргәкте тирә-яҡтан төтәтеп быҫҡытты ла дөрләтеп яндырып та ебәрҙе. Мөрйәһенән ҡуйы ҡара төтөн сығарған мейес быны-бына ҡысҡыртып китеп барыр паровозға оҡшап ҡалды. Бер-нисә минут эсендә көлө күккә осто төргәктең.
Әллә ауыр таш-төргәктән ҡотолғанғамы, әллә бына инде бер-ике көн йөрәк аҫтында нимәлер ҡыбырлап ҡуйғанғамы, еңел һулап, Сәғирә өйөнә инде. Өҫтәлдәге яңы ғына йыйылған бер кәсә еләк менән боҫорап ултырған самауырҙы күргәс, яраларына шифа һалғандай булды. Күҙ төптәре күгәреп, йөҙө ағарып, һурығып киткән ҡатынының һаран ғына булһа ла йылмайыуын күреп, Ғәфүр ҙә дәртләнде.
-Әйҙә, кәләш, ултыр, һиңә тип еләк йыйҙым. Икәүләп кенә сәй эсеп алайыҡ.
Бер ҡасан өсәүләп тә булыры, ике ятып бер төшөнә лә инмәй ине әле ирҙең.
...Атай булыу шатлығы тормошона йәм, ғүмеренә мәғәнә өҫтәне Ғәфүрҙең. Аяғы ергә теймәй, осоп йөрөнө улы тыуғас. Бар донъяға яр һалып ҡысҡырғыһы килде. “Мин атай. Улым тыуҙы!” Утыҙға ингән ир-егеттең нәҫелен дауам итеүсеһе тыуғас, бигерәк тә ҡыуанысы, ғорурлығы әйтеп бөткөһөҙ. Бына улы үҫер, “атай” тип әйтер, үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтер уны Ғәфүр. Атанан күргән-уҡ юнған бит, уның да ҡолонсағы атаһынан ҡалышмаҫ, уҙҙырып та ебәрер әле. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, атаһы белмәгән һөнәрҙәргә лә эйә булыр. Ир-егеттәр яуламаҫ үрҙәр бармыни? Ана, әҙәм балаһы яңы ғына йыһанға осто. Уның да улы бәлки космонавт булыр әле. Йә булмаһа офицер, йәки инженер... Иң мөһиме, ысын кеше булһын.
Атай... Ошоға тиклем дә уға был һүҙҙе әйтеүсе бар ине бит. Ниңә шуны ишетеүҙең кинәнесе булманы? Ғорурлығы һөйгәненә булған мөхәббәтенән көслөрәк булдымы? Сәғирәһен Йыһангирҙән көнләшеү. Шул көнсөллөк Моталлаптың, атай, тип өндәшеүен ишеттермәҫ өсөн уның ҡолаҡтарын томаланымы? Һөйөп танһығы ҡанмаған Ғәфүргә Сәғирәһен ҡосаҡлатмай, туп кеүек тәгәрләп араларына инеп ятҡан малайҙы ят бауыр итеп күреүҙәнме? Кәләше лә бит, мөмкинселеге булһа ла, төрлө сәбәптәр табып, улын үҙ янында тотто. Йәнәһе, бәләкәс әле, ҡурҡыр, өшөр,.. Сәғирәнең бөтә мөхәббәтен, иғтибарын, наҙын шул малай һурып торҙо бит. Йылдар үткәс, бәлки үҙгәрештәр ҙә булыр ине лә? Тик ҡалала Йыһангирҙы осратыуы түҙемлегенең һуңғы тамсыһы булды Ғәфүргә. Үҙе кеүек йәшел күҙле “ҡурсаҡты” ҡосаҡлап үтеп барғанда дуҫын күреп туҡтап ҡалды ул. Ғәфү үтенер, үкенер, Сәғирәне һорашыр тип өмөтләнгән Ғәфүргә бысраҡ һыу ҡойҙолармы ни.
-Шунан, папаша, хәлдәр нисек? Минең малай үҫәме? Һин ысын дуҫ!-тип уның ҡултыҡлап алған һары сәсе менән көлөшә-көлөшә китеп барыуы арттан килеп бысаҡ ҡаҙағандай булды Ғәфүргә.
Әле уйлай ҙа Ғәфүр: күпме бәхеттән мәхрүм уның “дуҫы”. Улыңдың тәүге аҙымдарын күреү-үҙе бер ғүмер бит. Әйтерһең дә, һинең ғүмерең яңынан башлана. Кескәй генә тәпәйҙәре менән ул һинең эҙеңдән атлаясаҡ, бейеклектәргә үрмәләйәсәк, дала киңлектәрен күрәсәк, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе гиҙәсәк. Һинең көслө ҡулдарыңа тотоноп, бер нәмәнән ҡурҡмай алға барасаҡ. Ә инде тәтелдәк теле ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ менән тултырасаҡ. Әй, Йыһангир, буш бит һинең йыһаның. Йөрө инде хәҙер, шул бушлыҡты гиҙеп. Сәскәнән сәскәгә ҡунып йөрөп ғүмереңдең көҙө еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, сиңерткә!
******
Моталлап ауырығанда эргәһенә барып хәлен белешеүҙе батырлыҡҡа һананы Фәттәх.
-Әйҙәгеҙ, хәлен белергә барайыҡ, ғәфү үтенәйек,- тигәс, дуҫтары аптырап та, ғорурланып та ҡуйғайнылар. Әллә ҡасандан Моталлап менән дуҫлашырға йән атҡан Саҙрый уғата шатланды:
-Эйе ҫул, барайыҡ, йыуаҫа апарайыҡ. Инәйем гел ҫулайта, ҫауап була тей.
Фәттәхкә үҙе генә дуҫ булып өйрәнгән Нәҡип ҡаршы төшкәйне лә:
-Сайра менән Ғиндулла ағай туҡмап сығарһа? Уның ауырыуы беҙҙең арҡала икәнте бөтә ауыл белә бит.
-Мына шуның өсөн мотлаҡ бармаға кәрәк! Кем ҡаршы, ул дуҫ түгел!- тип Фәттәх һүҙҙе ҡыҫҡа тотто.
Хәҙер улар бергә уйнайҙар. Моталлап бик сос дуҫ булды. Йүгереүҙә Нәҡипте уҙа, Инйәр буйында таш кәлейләткәндә иң оҫта Саҙрыйҙан ҡалышмай. Ә мәргәнлектә инде Фәттәхкә еткерә яҙып ҡуя. Ни тиһәң дә, рогатка шәп бит!
Бала күңеле уйын менән дауаланды. Ошо ауылға, урамға, кешеләргә, өйгә, Сайра менән Ғиндуллаға яйлап өйрәнде малай. Иң мөһиме - кәкүк тауышын онотто. Ғөмүмән, уға иғтибарламаны: һыуындымы, үпкәләнеме, асыуы килдеме...
Маһиҙә апайҙың һәм башҡа кешеләрҙең ҡәһәрләп ҡыуыуы ғына уны аптырата ине, ул һорауына ла яуап тапты малай. Көҙ еткәс, Нәзифәнең олатаһы Нуриман бабай менән өсәүләп Өкө тауына туйра (имән сәтләүеге) йыйырға сыҡтылар. Шунда Моталлап:
-Нуриман олатай, ә ниңә ауыл халҡы кәкүкте ҡәһәрләй ул?-тип һорағас, алтмышты уҙҙырған аҡһаҡал ауыр һулап:
-Эй-й-й, балаҡайҙар,ундай көндәрҙе башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен инде. Теүәл егерме бер йыл элек шул тиклем матур йәй килде. Зифа буйлы ҡайындар йәшел шәлдәренең суғын йылғала сайҡаны, тауҙарыбыҙҙа ер еләге, тупар түшәлеп уңды, эңер йондоҙҙары күҙ ҡыҫышып йәштәрҙе күҙәтте, уларҙың мөхәббәте бөрөләнеүенең шаһиты булды. Һәр йылдағыса ҡоштарҙың һайрауы атҡан таңдарыбыҙға йәм өҫтәне, уларға ҡушылып ҡысҡырған кәкүктән оло йәштәгеләр ғүмерен һынатты, йәштәр хыялдарын бүлеште, ҡыҙҙар төштәрен юратты. Ә ул көндө бер аҙашҡан кәкүк ауылыбыҙҙың ана теге ҡарт ҡайынына ҡунып өҙлөкһөҙ ҡысҡырҙы. Өй ҡыйыҡтарына ҡунып та зарыҡты меҫкен. Таң атыуға һуғыш тигән һүҙ бөтә йәнлелекте йылан кеүек быуҙы ла ташланы. Бәләкәс кенә төйәгебеҙҙән ярты ауыл ир-егет әсәләрен зар илатып, ҡатындарын ҡалдырып, балаларына һағыш өҫтәп, бер ҡосаҡлап үбеп тә өлгөрмәгән һөйгәндәребеҙҙе һарғайтып ил һаҡларға яуға киттек. Яртыбыҙ әйләнеп ҡайтманы. Бына шуға ла ауылға кәкүк килеп ҡысҡырһа, халыҡ ҡазаға юрай.
-Фашист кем у, олатай? Ул берәй йәннекме? Әллә теге әкиәттәге кеүек аждаһамы?- Нәзифә һорауҙар яуҙырҙы.
-Бына быйыл мәктәпкә барағыҙ, шунда уҡытыусығыҙ барыһын да аңлатыр.- Нуриман олатай һуғыш тураһында күп һөйләргә яратмай. Үҙҙәрен бөтәһенән дә өҫтөн ҡуйған, ике аяҡлы йыртҡыстарҙың ҡулында тотҡонда булып, кәмһетелеп, контузия алып ҡайтҡан ветеранға уңалмаған яраларын ҡутарыу еңелдән булмағандыр, күрәһең.
Ерҙә тулып ятҡан туйраларҙы йыйып тоҡҡа тултырыуы күңелле шөғөл булһа, уларҙы тауҙан аҫҡа төшөрөп алып ҡайтыу- бигерәк тә мәрәкә. Нуриман олатай ҙур кесерткән тоҡтарҙың (кесерткән сүсенән иләнгән тоҡ) ауыҙын йүкә менән ныҡлап бәйләй ҙә ҡалған эште балаларға ҡуша:
-Әйҙә, кемдең тоғо алғараҡ?
Нәзифә менән Моталлап тау түбәненә тоҡто тәгәрләтеп ебәрәләр, тегеләре тәүҙә үсеккән кеүек яй ғына тәгәрләп баралар ҙа, тауҙың текәрәк еренә еткәс кем уҙарҙан сабыша башлайҙар. Ҡаршыларына осраған соҡорҙарҙа һикереп-һикереп китәләр. Ҡыҙ менән малай фашист-аждаһаларҙы онотоп тоҡтарының артынан саба. Ә Нуриман бабай әллә шатлығынан, әллә һуғыш яланында ятып ҡалған ауылдаштарының ошо гүзәл тормошто күрә алмауына әсенеүенән күҙҙәренә йәш алып, һәлмәк кенә тау түбәненә атлай. Күкрәк ярып сыҡҡан тауыш менән әкрен генә көйләй:
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды,
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым...
Тау аҫтында әҙерләп ҡалдырған ҡул арбаһы эргәһенә төшөп еткәс тоҡтарын ҡыуып әлһерәгән балалар ергә лыпын ултырып олаталарын көттө.
-Күрҙеңме, Моталлап, минең олатайым батыр ҙа, көслө лә булған. Ул әле лә шулай. Мына ошо тоҡтарҙы ул һә тигәнсе арбаға тейәйәсәк.
Моталлап тоҡто күтәреп ҡараны, тик урынынан да ҡуҙғата алмағас:
-Һинең олатайың имән кеүек ивет,- тип телен сыртлатып ҡуйҙы.
-Эйе-е-е...Кеше үҙ ерендә көслө һәм кәрәкле була ти ул. Ул вит ошо ауылда тыуған, ошонда үҫкән, ошонда үлһәм ине, ти. Йырлап та ҡуя, етмәһә.
Сит ерҙәрҙә ҡәберемде
Ҡаҙҙырмаһын хоҙайым, ти.
-Уның теләге ҡабул булған бит, Нәзифә. Яраланһа ла, һуғыштан тыуған еренә ҡайтҡан.
-Йә, хәбәр тоҡсайҙары, елдереп килеп тә еттегеҙме?
Һәлмәк кенә һеңдерә баҫып атлап килгән олпат кәүҙәле олатаһы ысынлап та имәнгә оҡшаған икән дә.
-Был тиклем туйра өсөн рәхмәт әйтер инде малҡайҙар. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, үҫкәндәрем. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Эшләгән эшегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә. Гел шулай изгелекле булығыҙ яраймы, изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай,-тип балаларҙың арҡаһынан һөйөп алды ҡарт. Шунан ике тоҡто ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып арбаға килтереп һалды ла, өсәүләп сөкөрләшә-сөкөрләшә ауылға табан атланылар. Ике быуын осрашҡас, һис шикһеҙ, һөйләшәһе һүҙҙәр күп булғандыр. Тәгәрмәс шығырлауы ғына уларҙың серен йотоп барҙы.
Ваҡыт арбаһы ла шулай үҙ ыңғайына бер туҡтауһыҙ тәгәрләне. Моталлаптың был ауылға килеүенә тиҫтә йыл үтеп киткән. Күпме күҙ йәше, ихласлыҡ, дыуамаллыҡ, тәүге хис-тойғолар, икеләнеүҙәр, юғалтыуҙар-барыһы ла бала саҡ арбаһында тороп ҡалған. Ҡайһылары тиҙ арала онотолған, бәғзеләре йөрәккә, күңелгә, хәтергә уйылып һеңеп ҡалған. Һәр баланың хыял елкәнендә йөҙә торған мәлдәре ғүмерлеккә онотолмаҫ була. Кемдәрҙелер шул елкәндәр сикһеҙ даръяларға сығарып йә аҙаштырып, йә батырып та ҡуя шул...
Ул йылды ҡыш оҙаҡ килде. Сатлама һыуыҡтары ҡара көҙҙә үк башланһа ла, ҡары яуырға ашыҡманы. Ер шыҡрайып туңды, ә йылғалағы боҙ “көҙгө”гә әйләнеп бөтә балаларҙың уйын майҙансығы булды. Саналар, саңғылар, быймаға кейҙерелгән конькиҙар, хатта иң шылғаҡ итектәр ҙә боҙ өҫтөндә эшкә егелде.
Бер төркөм үҫмерҙәр, ул заманда модаға ингән клеш салбарҙар кейеп майҙанға йыйылды. Ел көслө генә иҫкәндә был салбарҙар уларға елкән булып хеҙмәт итә. Моталлаптар бер һыҙыҡҡа теҙелешеп баҫып “елкән”ле ярыш үткәрергә ҡарар итте. Салбарҙың ҡыя клешын ике ҡул менән тотоп теҙелеп баҫҡан ярышсылар Моталлаптың “Марш!” тигән тауышы ишетелеү менән, конькиҙарын тормоздан ысҡындырып уҙышты башлап та ебәрҙе. Китте уҙыш, китте ярыш... Әлеге лә баяғы Фәттәх алға төштө, уның артынан бер тотам да ҡалышмай Моталлап бара. Ағаһының оло салбарын кейеп алған Саҙрыйҙың балаҡ-елкәндәре киң булғанлыҡтан, артыҡ эйелмәй генә елдерә, тик конькийын үткерләмәгәнлектән, тегеләрҙе ҡыуып етеүе ауырыраҡ. Нәҡип тә танауын мыш-мыш тартып быларҙың артынан шыуыша, үҙе бер туҡтауһыҙ:
-Әй, көтөгөҙ әле, малайлар, минең конькиҙы нығытып алырға кәрәк.
Шул тиклем көсөргәнешле ярыш мәлендә Нәҡиптең конкийында бер кемдең дә ҡайғыһы булманы. Атаһының үҙе тиклем ҙур быймаларын кейеп сыҡмаһын бүтән.
Шулай елкән-балаҡтарын йәйеп апаруҡ ара үтелгәне һиҙелмәгән дә. Моталлап алға төшкән, әйтерһең дә, уның хыял ҡанаттары үҫеп сыҡҡан.
-Их, ошолай ҙур елкәндәр элеп оло диңгеҙҙәрҙә йөҙһәң ине ул!
-Моталлап, әйҙә үҫкәс моряк булайыҡ та , караптарҙа йөҙөрбөҙ,-тип хыялдарҙы ҡуйырта Фәттәх.
-Әй, мине лә ҡалдырмағыҙ, мин тә һеҙҙең менән йәме,-арттағы тауыш Саҙрыйҙыҡы. Бер төркөм малайҙарҙан былар өсәү генә ҡалғайны.
Бына алда өйҙәр күренде. Бәй, күрше ауылға тиклем шыуып килгән дә ҡуйған, дыуамалдар. Малайҙар батырланып китеп үҙ-ара ярыша башланы. “Елкәндәрен” йәйеп, хыялланып килгән Моталлап ҡапыл боҙ уртаһында туҡтаны. Фәттәх уның эргәһенән выжт итеп үтеп тә китте. Конькийын туҡтата алмай маташҡан Саҙрый, боҙға ултыра төшөп, арты менән бер-нисә метр шыуып барғас ҡына туҡтаны.
Ярыш тураһында онотоп туҡтаған Моталлаптың хәтер ебе тағатылды. “Бына ошо ярҙа Аҡтырнаҡ менән баҫтырышып уйнай торғайныҡ. Ҡыш көнө уны санама ат итеп егеп йөрөнөм. Яҙ етһә, ошо урамдан яр аҫтына йырғанаҡтар йырып ағас караптар ағыҙҙым, йәй көнө ошо баҫма эргәһендә ташҡа тотоноп һыу индем, ә көҙөн...” Шул саҡ үҫмерҙең ҡарашы мәкенән һыу алған ҡатынға төштө. “Инәйем?..Эйе, ул. Шул уҡ ҡара толом, шул уҡ буй-һын...”
Аяҡтарын боҙҙан саҡ айырып утлы ҡарҙан атланы үҫмер. Әсәһенә өс-дүрт аҙым ҡалғас, ҡатын башын ҡалҡытты...
Шул ваҡытта ер менән күк тоташып Ер күсәренән ысҡынғандай булды. Йыһандағы барлыҡ ел-бурандар, дауылдар бергә тупландымы ни?
Донъялағы иң ғәзиз кешеһен осратыу, күпме көтөп тә көтөп ала алмайынса һағынып зарыҡҡан әсәһен күреү Моталлапты әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар ҡойононда өйрөлттө.
Ҡаршыһында баҫып торған улын күргән әсәнең зиһенен ут ялманы. Утта ҡыҙҙырған кеүек ниңәлер ҡапыл эҫегән ҡылысы менән уның ҡулдарын өтөп, биҙрәләре лә ысҡынып төшөп киттеләр. Береһе мәкегә төшөп, һыңар ҡолағын күрһәтеп әҙ генә ятты ла, һыу йотоп тонсоҡҡандай бөтөнләй күҙҙән юғалды. Йәнһеҙ биҙрә лә был осрашыу мәлен күрергә теләмәйенсә шым ғына һыу төбөнә йәшенде. Сәғирә лә уйылып шул мәкегә сумыр хәлдә ине, биллаһи, тик аяҡтары боҙға ҡуша туңдымы ни, ә ҡаршыһында мең һораулы күҙҙәр менән тишерҙәй ҡарап улы тора. Нисек ҡурҡты ул ошо күҙҙәрҙән, нисек оялды... Күпме тапҡыр улы эргәһенә барып та ошо күҙҙәрҙән ҡасып кире әйләнде бит.
Өрккән ҡоралайҙай баҫып торған әсәһен күргән Моталлап уның йәш тулы күҙҙәренән ҡарашын айырманы. Ниндәй матур уның күҙҙәре, ниндәй нурлы, йылы һәм ғәзиз. Ошо күҙҙәргә мәңге ҡарап торорға риза булыр ине малай. Бер ҡасан да уларҙан йәш тамыҙмаҫ ине. Әсәһенең ҡып-ҡыҙыл булып өшөгән ҡулдарын йылытҡыһы килде. Ҡайһылай яҡын йәшәгән икән дә ул... Килеп күрер өсөн бары тик салбар елкәндәрен генә ҡорорға кәрәк булған да бит...Ә хәҙер? Хәҙер ни эшләргә? Ауыр тынлыҡ...
-Инәй, мин өшөнөм, әйҙә ҡайтайыҡ!- тигән тауыш ишетелде.
Сәғирә һиҫкәнеп яр башына йүгерҙе, ялан баш торған бот буйы ғына малайҙы күтәреп алды. Артына әйләнеп, бер һирпелеп ҡараны ла, абына-һөрөнә атлап, күҙҙән юғалды.
-Инәй, мин дә өшөнөм...- тип Моталлаптың да ирендәре өнһөҙ генә шыбырлашты.
*****
...“Инәй, өшөнөм...” Бәләкәс кенә шыҡһыҙ өйҙөң ҡаҡ иҙәнендә өшөп уянды Моталлап. Һуңғы аҙнала ул бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Ғүмер буйы кеше фамилияһы, Ғиндулла улы тигән танытма менән йәшәгән, сәстәре салланып ир уртаһына еткән кешенең яҙмышына һорауҙары сикһеҙ күп ине. Яҙмышты төҙәтеп, яңылышты йүнәтеп йәшәп булһа икән дә бит...Улайһа, бер кешегә бер-нисә ғүмер кәрәк булыр ине. Күңелен ҡатырып барлыҡ ҡатын-ҡыҙға ҡарата яралған нәфрәт таяғының йыуан башы яратҡан Нәзифәһенә төштө бит. Яратышып донъя ҡороп, мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары тыуғас нисек шатланғайны улар. Ниндәй шайтан ҡотҡоһо инде араға? Иң яратҡан кешеләренән айырылыу һағышы тынғы бирмәне Моталлапҡа. Үкенеүҙәр...Бәлки әле һуң түгелдер... Секундтары, минуттары ҡыҫҡа булһа ла, башланмаған көнө, аҙна, айҙары, йылдары бар бит әле... Һынған икмәкте бөтәштереп булһа икән дә... Шул саҡ өҫтәлдә ултырған иҫке генә радионан йыр ишетелде:
Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Кәкүк, кәкүк, ниңә улай
Һүҙең һаран: бер, ике, өс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс...
Әлиә САМАТОВА