Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Май 2023, 18:25

ИХ, ФИРҘӘҮЕС!..

Балларҙың атаһын-Фәрихты күрергә китеп барыуым.Мотлаҡ һабантуйында булыр, райондың бөтөн ауылдарынан халыҡ йыйыла торған.Түрә бит ул үҙенә күрә,килер!Ҡара ҡырандаста йөрөй ул.Атын да таныйым. Ҡара айғырҙы Фәрих кенә егеп йөрөй.

ИХ, ФИРҘӘҮЕС!..
ИХ, ФИРҘӘҮЕС!..

Лысма һыу булып уянып китте Фирҙәүес.Яман төш күрҙе,баҫлыҡты.Уяна алмай ыҙаланы.
Һабантуйҙа йөрөй, имеш ,Фирҙәүес.Тирә -яҡ йәшеллек тә, шау сәскә.Бала-саға,ҡатын-ҡыҙ зыу киләләр ,имеш.Фирҙәүес аҡтан ғына кейенеп-яһанған,иңбашына ҡара кизе шәл һалып алған,беләгендә көмөш беләҙектәр ҙә,бер бармағында шәмсыраҡ ҡашлы йөҙөк имеш,камзулына өрфөйәләр баҫылған.
Майҙандың уртаһында ойотоп баҫып бейеп йөрөй икән.
Дөм-ҡара ат егелгән ҡырандас килеп туҡтаны ла, бер ҡураныс ҡына ир кеше шунан һикереп төшә килеп, Фирҙәүесте баҫтыра башланы ,үҙе ҡарлыҡҡан тауыш менән ,,Сәлихйәнемде бир",тип һөрәндәй,имеш.Халыҡ өйкөмөнән Салихы ,сеп-сей генә балаһы, килеп сыҡты , һыны ҡатып илай икән уныһы.Балаһын камзулының эсенә ,ҡуйынына тығып алып йүгерә икән тей Фирҙәүес,аяҡтары ишелеп китеп,йүгерә алмай аҙаплана.Баяғы ир ҡыуып етеп, Фирҙәүестең шау сәскәле ҡара кизе шәленә йәбешкәйне,уянып китте.
-Буҡ-һейҙек !Ҡалай яман һаташтырҙысы...
Фирҙәүес аяҡтарын иҙәнгә һәлберәтеп тороп ултырҙы.
,,Әллә ниткән карауат,ҡыбырҙар әмәл юҡ,шағырҙығы сығаларсы,тарттырып булмай микән бружинаһын?
Күрше бүлмәлә сабый бала һөрән һалды.
Бәй,мин һаман уянмағанмынмы әллә,һаман төш күрәмме?Сәлихым илай түгелме?!!!
Ниндәй төн булды был?Иҫен йыя алмай,сикәләрен ыуып ултырҙы бер аҙ.Бала тымманы.
-Сәлих!Килен...-Фирҙәүес һәрмәнеп барып утты яндырҙы,-балағыҙҙың шарылдағанын да ишетмәйһегеҙме?Кеше шулай ҡаты йоҡтар икән...-үҙе килене йоҡлаған бүлмәгә үтте.Сәңгелдәктә тулап,йүргәген типкесләп ятҡан сабыйҙы ипләп кенә күтәреп алып,килененең ҡуйынына һалды.
-Бисмиллаһ.Уян әле,килен,-үҙе ипләп кенә килененең яурынына төрттө,-атаҡ-атаҡ,шулай ҡаты йоҡтармы кеше.
-Килен тейем,-Фирҙәүес был юлы ҡатыраҡ төрттө ,-балаң асыҡҡан,имсәгеңде бирә һал.Бөтөн ятаҡты уята бит был малай.
Килене уянды,халатының төймәләрен ысҡындырып,балаһына имсәген сығарып ҡаптырҙы.
-Килен,Сәлих ҡайҙа һуң ул?Урынында юҡ түгел ме?
-Ул гастролгә китте бит,ҡәйнә.
-Кәстрүлгә?Бынан төнгә кәстрүлде ниметәһегеҙ?
-Кәстрүл тимәйем бит,гастроль!Командировка,-килене ипләп кенә көлөп ҡуйҙы,шунан улының маңлайынан үбеп яратты,арҡаһынан һөйҙө.
-Әәә.Ярай,имен йөрөһөн...
Фирҙәүестең йөрәк тапҡырында бер тамыры тартылып ҡуйған һымаҡ булдысы.Баяғы төшө тағы иҫенә төштө.
-Яман төш күреп,ҡотом осоп уяндым,килен.
Инде йоҡо ла осто.Йөрәк дөпөлдөгө сығып,күкрәкте тишеп апарасы.
-Хәҙер дарыу тамыҙып бирермен,ҡәйнә.
-Мин самауырҙы токка төртәйем .Тамаҡ кипкән дә киткән.Эскә берәй сынаяҡ сәй төшөрмәй булмай.Бәпәйҙе йоҡлатҡас,үҙең дә сыҡ килен.
Икмәккә май һылап,сәй эсһәң дә һөт төшәр үҙеңә.
Ике сынаяҡ сәй яһаны Фирҙәүес.Икмәк телде,май ҡуйҙы өҫтәлгә.Шунан килененең бүлмәһенә башын тыҡты.
-Сәй яһалған,сыҡ,һыуый әтеү.
Стаканға һыу алып,дарыу тамыҙып уртлап ҡуйҙы үҙе.
Сәсе туҙыңҡыраған килене сығып,сәйгә ултырҙы.Йоҡоһо ла туймайҙыр инде килененең,өс бала баға бит.
-Майға,икмәккә ҡушып эс,-сынаяҡты килененә яҡыныраҡ этеп ҡуйҙы Фирҙәүес,-Мин иртәнән дә ҡалмай ҡайтырмын ул,килен.Балалар менән йөрөүҙе ҡыйын тимәһәң,үҙеңде лә апҡайтам.Сәлих ,ней, кәстроле бөткәс,ҡайтыр ауылға.
-Ҡай,беҙ йөрөмәйбеҙ.Өс баланы нисек итеп һөйрәтеп йөрөтмәк?Әллә күпме ер ҡайтыр кәрәк,поезд,автобус,попуткы...Сәлих ҡайтҡас,бесәнгә ҡайтабыҙ әсәйемдәргә.Бесән бөткәс,һеҙгә барырбыҙ,йәме,ҡәйнәм?
-Йә...Шулайтырһығыҙ.
-Ята бирһәң ни булған,ҡәйнәм?Мал юҡ ҡураңда...
-Әллә,ҡайтҡым килде лә ҡуйҙысы.Һабантуйҙы күргем килә.
Осоп ҡына бейеп йөрөнө бит әле төшөндә! Бейегеһе килеп,күңеле елпенде.
-Сәлихем ошо һинең Раяның һымаҡ бәләкәс ,дүрт айы тулғайны . Райондың Һабантуй көнө ине .Ҡояш ҡалҡмаған да ине,баламды йүргәккә төрөп алып,сыҡ та кит Йомағужаға.Яҡын ерме инде!Егерме дүрт киламитрҙа ятҡан ер.Ат юлынан атламайым,тура юлдан,һуҡмаҡлап киттем.
Балларҙың атаһын-Фәрихты күрергә китеп барыуым.Мотлаҡ һабантуйында булыр, райондың бөтөн ауылдарынан халыҡ йыйыла торған.Түрә бит ул үҙенә күрә,килер!Ҡара ҡырандаста йөрөй ул.Атын да таныйым. Ҡара айғырҙы Фәрих кенә егеп йөрөй.
Һағынғайным үҙен.Әллә улын күрһә,күңеле ирер ,тип өмөтләнеп барҙым.Ял итергә туҡтайым да,баламды имеҙеп алам,эҫе лә төшә башланы.
Кеше араһына барам бит,ҡупшы кейенергә тырыштым,баяғы төшөмдәге һымаҡ аҡтан кейенгәнмен,шәл бөркәнеп алғанмын.Батинкаларым аяҡ бармаҡтарымды өйкәп,саҡ барып еттем һабантуйға.Теҙелеп киткән ылауҙар араһынан Фәрихтең ҡырандасын эҙләйем,күренмәй.
Кесе бәйге тамамланып,оло бәйге башланырға тора икән.Халыҡ өйкөмө гөж килә.Арыраҡ тирмәләр теҙелеп,ҡаҙандар аҫҡандар.Кеме ҡурай тартып,кеме ҡымыҙ эсеп,кеме йыр йырлаған ҡайҙа.Тал төбөнә сәңгелдәк элеп бөткән бәпәйлеләре,бала-саға уйнай.
-Тррррр,оңҡот!
Минән саҡ ҡына ары китеп,ҡырандас егелгән ҡара айғыр килеп туҡраны бит.Фәрих бит был!
Йөрәк сығырҙай булып тулап алып китте,ауыҙ кипте.Йүгереп барып ҡырандасҡа мен дә ултыр.Алмаша.
-Инәңде ҫҫ...еберәйем бисә,төш хәҙер үк,юғал күҙемдән!
-Улыңды күрһәтәйем,тигәйнем...Сәлих исеме...Сәлихйән...Ул таптым,һораның бит...Тегенеһен ҡыҙ, тип яратманың бит,-ауыҙым һөйләгәнде ҡолаҡ ишетер хәлдә түгелмен.Телгә нимә килә-теҙәм генә!
-Минең улым юҡ!Талаҡ!Талаҡ!Баян талаҡ!-төкөрөктәрен сәсеп,өҫтөбөҙгә менеп килә быным.
Балам илай,мин илайым,Фәрих аҡыра,Беҙҙең аҡырышҡанды хайран булып ҡарап торҙо халыҡ-һабантуйҙы гөрләттек!Ат сабыш ҡайғыһы киткән.Хөрмәтле түрәнең енләнгәненә иһ-аҡылдары киткән халыҡтың.
Елкәмдән алып елтерәтеп төшөрҙө лә,атын шәп иттереп ҡыуып алып китте Фәрих.Ҡара тупраҡта баламды ҡосаҡлап ,сеңләп илап ултырып ҡалдым.Бер изге күңелле ҡатын мине ҡосаҡлап торғоҙҙо,тирмәһе янына алып килеп,бер туҫтаҡ һурпа ҡойоп бирҙе.Тирә -яҡҡа ит,тултырма еҫе таралып киткәйне,һаман хәтерләйем...Самауыр боһорап ҡайнап ултыра ине.
Ҡайтып киттем.Бөтә районға рисуай булдым.Ярты юлды үткәс,бер түбәләскә менеп аяҡтарымды һоноп ултырып,баламды имеҙеп алдым.Үҙем үкереп иланым.
Насибыңдан ҡасып буламы ни?Был ҡәҙәре лә бәхетһеҙ бисә булдым.Тәүге иремдән ҡалдым,ике балам ҡыҙылсанан мандый алманылар,өсәүләшеп теҙелешеп яталар ана зыяратта.Йылғаға һыуға барам да,зыярат яғына ҡарап тороп,сеңләп илай торғайным..
Шунан Фәрих яусыланы.Ҡыҙ таптым.Ул тапманың,тип турһайып йөрөнө,яратманы ҡыҙын.
Сығып китте.Ауыҙҙан өҙөп,һыйырыбыҙҙы етәләп алып сығып китте ҡәйнә.Ҡаҡҡа таянып ҡалдыҡ.Ашауыбыҙ таҡы-тоҡо ғына.Бирешмәнем,эшләнем.Бесәнен дә саптым,утынын да быстым.
Үҙем өй бурап индем,ырып ҡоймалар эшләп ҡуйҙым,һыйырлы ла булдым.
Һоратып килделәр абышҡалар.Кире борҙом килгәндәрен.
-Ай-һай ҡарашың һалҡын ,тигән булдылар,не хороша!
-Эҫе итеп ҡарай белмәйем,тинем.
-Үҙе ир бит ул Фирҙәүес!Тоҡсаһы ғына юҡ,тиеүселәр булды...
Һылыу ҙа инем.Йәш саҡта кем матур булмай .Һылыулығыма ымһыныусылар,ғорурлығыма көнләшеүселәр булды,ҡатындар ирҙәрен ҡыҙғанып яфаланылар.
Иртәгеһен Учалы-Күмертау поезына ултырып,ҡайтып китте Фирҙәүес.
Поездан төшкәс,Йомағужа автобусына билет алырға ,тип кассаға сират торҙо. Бер йонсоу ,тәбәнәк кенә ир кассаға еткәс,тишеккә башын тыға биреп,билетын алды,кассирға комплимент яуҙырҙы,шунан Фирҙәүес яғына әйләнде.
Йөрәге жыу итте Фирҙәүестең.Төшөнә инеп Фирҙәүесте баҫтырған ҡураныс ир үҙе тора ине.Таныны Фирҙәүес-Фәрихы !
-Фирҙәүес!Бына осрашыу,исмаһам!
Ҡосағын йәйеп теге ир Фирҙәүескә ҡаршы атланы.
Ҡатындың бәхетенә,
Йомағужа автобусы килеп туҡтаны ла,Фирҙәүес шәп итеп атлап автобусға инеп китте,артынан Фәрих тәнтерәкләне.Фәрихтың һуҙылған ҡулы Фирҙәүестең башындағы яулығын һыпырып өлгөрҙө,автобустың гармун һымаҡ ишеге Фәрихтың танауы алдында шап итеп ябылды.
-Ииих,Фирҙәүес!..
Инәңде ҫҫҫ...еберәйем..-Фәрих Фирҙәүестең яулығы менән танауын япты.
Ә иртәгәһенә Фирҙәүес Һабантуйға барҙы.
Аҡтан кейенеп,иңбаштарына ап-аҡ кизе шәл һалып.Майҙанда ойотоп баҫып бейене лә бейене Фирҙәүес!

С.Тамимдар.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-59192618_18115?access_key=4ce9781b9ba651c549

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: