Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
29 Май 2023, 08:08

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (4)

– Моғайын, ишеткәнһеңдер инде уның кем менән сыуалғанын...

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (4)
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (4)

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА

Ҡашлы йөҙөк

Повесть(4)

Һалҡын, яҙғы ташҡын шауҡымы бөтмәгән күлдең икенсе яғына сыҡҡас, утыҙ биш йәштәр самаһындағы бер ҡатын башта бер ни тиклем яңы ғына ҡурпылап ер өҫтөнә йәшел бәрхәт балаҫ кеүек түшәлгән үлән өҫтөндә өнһөҙ-тынһыҙ ғына ятты. Хәл йыйҙымы, әллә артабан нисек йәшәргә план ҡорҙомо, быныһын бер үҙе генә белә. Ҡараңғы тамам төшөп, яҡындағы Туҡһанбай ауылының һуңғы өйҙәренең тәҙрәләрендә ут һүнгәс кенә, тәнтерәкләп шул яҡҡа ыңғайланы. Әллә өшөүҙән, әллә үҙе менән булып үткән ваҡиғалар ҡойононан һаман да арына алмауҙан тештәре тешкә тейеп ҡалтырай, үҙе юлында берәү ҙә осрамаһа ярар ине, тип теләй-теләй, ниһайәт, үҙенә кәрәкле йорттоң соланының ишеген тартты. Бәхетенә күрә, ул эстән бикһеҙ ине. Оҙон итеп эшләнгән соландың һул яғындағы бүлмәгә ышаныслы аҙымдар менән атлап керҙе.
– Хәтирә-ә-әү!
– Ай-й-й! – Ҡаршыһында баҫып торған ялбыр башлы, ярым шәрә ҡатынды күреп тегенеһе ҡысҡырып ебәрҙе.
– Се-е-еү! Был, мин, Тамара...
– Тамара?! Атаҡ, нишләп йөрөйһөң төн йөҙөндә? Етмәһә, бынау ҡиәфәттә?!
– Башта ҡоро кейем бирһәңсе... – Саҡырылмаған ҡунаҡ ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Хәҙер, хәҙер... – Яңы ғына серемгә китеп, йоҡонан ҡапыл уянған Хәтирә ҡапыл албырғап, бер ни тиклем юрғанында буталып ултырғандан һуң, аяғына тороп баҫты. – Һиңә йылы сәй ҙә эсергә кәрәк. Һалҡын тейҙереп ауырып китеүең бар...
– Ҡуй, әсәйеңдәрҙе уятып йөрөмәйек. Минең һеҙҙә икәнде берәү ҙә белмәһә, яҡшыраҡ булыр ине...
– Улар ҡунаҡта. Ҡустымдың ҡайныһының тыуған көнөнә киттеләр. Балалар ҡәйнәмдәрҙә. Һинең менән нимә булды? – тип һораны Хәтирә, ут яҡтыртып әхирәтенә йәнә күҙ йүгертеп сыҡҡас.
– Мине үлтерергә уйланыла-а-ар... – Тамара бала кеүек һыны ҡатып иланы ла ебәрҙе.
– Ыста-а-а, кем?!
– Кем булһын инде, Азаттың һөйәркәһе.
– Ә?!
– Моғайын, ишеткәнһеңдер инде уның кем менән сыуалғанын...
– Теге юлы һинең менән осрашып ҡайтҡас, әсәйем әйтеп һалған ине лә ул. Ышанманым. Һеҙҙең кеүек матур пар араһынан ел дә үтмәҫлек ине бит. Нимә булды һуң?
– Иремә күңел йылым етмәгәндер инде-е-е. Ҡатыны күккә күтәреп маҡтап, наҙлап торһа, ирҙәр ситкә ҡарамай бит...
– Кит, ошо хәлдә лә һаман шул нәмәне яҡлап тора бит әле... – Иң яҡын әхирәтен кәмһеткән кешегә асыуы килеп, өҫтәлгә сынаяҡтарын дөп иттереп килтереп ҡуйҙы. – Һуҡтымы? Үлем менән янанымы теге дала килмешәге?
– Кем икәнен дә беләһеңме ни? – Ауылға йәйге ялға бер аҙна элек кенә ҡайтып төшкән әхирәтенә аптырап ҡараны Тамара.
– Беләмсе. Һин генә мине әҙәмгә һанамай сереңде һөйләмәй йөрөгәс тә әллә! Ябай физкультура уҡытыусыһы ниндәй кәңәш бирер тип уйланың инде, ивитә? – Хәтирәнең тауышында үпкәләү ауаздары ишетелде.
– Ниңә юҡты һөйләйһең ул?!
– Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, төкөрмәй торған холҡоң барлығын беләм инде. Йә, исмаһам, бөгөн нимә булғанын һөйлә! – Хәтирә өҫтәлгә ашамлыҡтар теҙә-теҙә әхирәтенең был ҡиәфәттә килеп кереү тарихын тыңларға әҙерләнде.
...Тамара бәләкәйҙән янған утҡа, аҡҡан һыуға мөкиббән китеп ҡарап ултырырға яратты. Шәүрә өләсәһенең: “Ҡайғы-хәсрәтеңде аҡҡан һыуға һөйлә”, – тигән кәңәше, ире ситкә йөрөй башлағас, бигерәк тә ярап ҡалды. Азаттың: “Район түрәләре менән уйнаш итәһең”, – тип күрәләтә яла яғыуына түҙмәй йөрөгән сағы ине. Өйҙәренән бер нисә метр йыраҡлыҡта урынлашҡан, был ваҡытта Еҙем йылғаһы менән бергә ҡушылған Төпһөҙ күл янына барып, рәхәтләнеп илап, бер кемгә лә һөйләмәгән хәсрәттәре менән уртаҡлашты аҡҡан һыуға, киткән боҙға ҡарап. Еңел булып ҡалды үҙенә. Ер-һыу кипкәс тә, йыш килде. Бит-ҡулды сайҡарлыҡ булғас, иртәле-кисле шунда төшөп йыуына ла башланы. Бүтән күлдәр кеүек көндәр йылына башлау менән насар еҫ сығып, өҫтөндә себен-серекәй уйнап тормай унда. Еҙем йылғаһы йәй көндәрендә лә үҙенең таҙа, саф һыуы менән саҡ ҡына ямғыр яуһа ла бүлешә лә, күл йәнә йәшәреп ала ла китә.
Был күл аша ер аҫты мәмерйәләренә барып та була икән, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Булыр ҙа. Тәрәнлеген самалап белгән кеше лә юҡ, шикелле. Һыуға төшкәс, бер метр самаһы ғына тубыҡҡа тиклем. Һуңынан ҡапыл убып алған кеүек тәрәнәйә лә ҡуя. Тамара күңелен тынысландырған был урынға көн дә яңғыҙы килергә тырышты. Үҙе һыуҙың ситенән бер аҙым да ситкә китергә тырышмай. Тәбиғәттең был мөғжизәле өлөшө, шулай берсә үҙенә тарта, берсә күңеленә шом да һалып ҡуя.
Тик был ҡыуанысы ла оҙаҡҡа барманы. Бөгөн йәшелсә баҡсаһында саҡ морон төртөп шытып килгән кишер, сөгөлдөрҙө күмеп барған ҡый үләндәрен утап оҙаҡ ҡына йөрөнө. Талған билен саҡ-саҡ яҙып, күл буйына йыуынырға китте. “Бер нисә көндән балалар каникулға ҡайтасаҡ. Иртәгә өйҙө йыйыштырып, бешеренеп әҙерләнергә кәрәк. Оҙайлы каникулдарҙа Айһылыу менән араларҙы яйға һалырға тырышып ҡарарға ине. “Ма, теге кәрәк, ма, был кәрәк”, – тип туҡтауһыҙ нимәлер һорағанда ғына минең барлыҡты иҫкә төшөрә башланы. Көнө буйы йоҡлап, һыу инеп, кино ҡарап, телефонда соҡсоноп ятыуҙан башҡаны белмәй, әтеү”, тигән уй менән йыуынып торғанда, йылан ыҫылдаған һымаҡ тауышҡа терт итеп ҡалды.
– Убырлы ҡарсыҡтар эҫене лә, һыуыҡты ла һиҙмәй, тигәндәре дөрөҫ икән... – Башын күтәреп ҡараһа, ҡап-ҡара спорт кейемендә ҡулын ҙур таш тотҡан Гөлгөнә тора.
– Убырлы ҡарсыҡты күргең килһә, һыуҙағы сағылышыңа ҡара, – тине Тамара, был ҡатындың килеп сығыуына аптырауын һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Күреп торам, һыуға ҡарамаһам да, ха-ха-ха!.. – Иренең һөйәркәһе аңламағанға һалышты.
– Уйнашсы ғына түгел, аңраһың да икән... – Гөлгөнә менән беренсе тапҡыр икәүҙән-икәү генә осрашып, күҙмә-күҙ осрашҡан Тамара бирешергә теләмәне. – Азатты эҙләп артынан уҡ килеп етер көнгә төштөңмө?
– Юҡ, миңә һин кәрәк!
– Ә миңә – юҡ!
Бит-ҡулын йыуып торған Тамара алдында шап итеп бер таш килеп төштө.
– Нишләүең был?!
– Һыуҙан сыҡма! Был яҡҡа табан тағы бер аҙым атлаһаң, икенсе таш мейеңде сәсрәтәсәк! – Икенсе ҙур таш тотоп алған Гөлгөнә, ауыҙын йәмһеҙ салшайтып, Тамараға ҡарап тора ине.
– Мине үлтереп Азатты үҙеңдеке итергә уйланыңмы? Китер булһа, күптән китер ине. Башыңда, ысынлап та, ел уйнай икән дә... – Үҙенә таш күтәреп торған ҡатынды юхалар, был аҙымға бармаҫҡа саҡырырға тейеш Тамара, киреһенсә, мәле тура килгәндә күңелендә иренең һөйәркәһенә ҡарата йыйылған асыу-нәфрәтен сығарырға булды ла китте.
– Эйе, һине күптән юҡ итергә ине. Икебеҙҙең арала ҡара шәүлә – убырлы ҡарсыҡ булып йөрөйһөң...
– Азат менән һине бары түшәк кенә бәйләй. Ниндәйҙер мөнәсәбәт тураһында һүҙ ҙә юҡ бында. Шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй! – Тамара үҙе килгән яҡҡа ҡороға сығыу мөмкинлеге ҡалмағас, ярҙың икенсе яғына күҙ һалды. Ҡараңғы төшөп килһә лә, күлдең киңлеген самалап өлгөрҙө. Йөҙә белгән, йөрәге еткән, үҙенә ышанған кеше һә тигәнсе сығып етәсәк. Ә ул үҙе буйлыҡ тәрәнлеккә лә барырға ҡурҡа. Етмәһә, бер аҙна самаһы туҡтамай яуған ямғырҙан һуң, күл күҙгә күренеп тәрәнәйеп, киңәйеп киткән ине.
– Уныһын ваҡыт күрһәтер! Ҡырҡыңды уҡытҡанда, бер юлы беҙҙең никахҡа ла кеше йыйырбыҙ! Һинең менән бында оҙаҡ һөйләшергә уйым юҡ! Төпкә кереп баҫ! Йә улың менән ҡыҙың Өфөнән ҡайтып етә алмаясаҡтар!
– Хәҙер уларға ла бәйләнә башланыңмы? Уларҙың ни ғәйебе бар?! – Тамараның асыуҙан тамағы ҡарлығып китте.
– Ҡабатлап әйтәм. Йә һин ошонда һыуға батасаҡһың, йә уларҙың иртәгә берәй төҙөлөш майҙанында кәүҙәләрен табасаҡтар. Апайымдарға килеп йөрөгән ағайымды күргәнең бармы? Шул яңы ғына төрмәнән сыҡты. Әйтһәм, көсөктәреңде хәҙер быуып ырғытасаҡ. Ҡурсаҡ урынына ғына яратып үҫтергән һеңлеһенең бер теләгенә лә ҡаршы килгәне юҡ...
Тамара алдына йәнә бер таш шап итеп килеп төштө. Икенсеһе, өсөнсөһө... Оҙаҡ уйлап торһа башына таш тейеп мейеһен сәсрәтәсәген аңлаған Тамара төпкәрәк атланы ла атланы. Муйынына тиклем һыуға кергәс, аяҡ-ҡулдарын аҡҡош ҡанатылай итеп йәйеп ебәрҙе лә, алға ынтылды. Бер метр самаһы ла китмәне, алдына йәнә бер таш шап итеп килеп төштө. “Эшен аҙағынаса еткерергә уйланы, ҡәһәрең”, – тип уйлап, киләһе таш башына эләкмәһен өсөн, тыны еткәнсе сумып та барҙы. Аяҡтары ҡабаттан ташҡа тейгәс, үҙенең ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмауын аңлап, эләгә-тәгәрәй ҡоро ергә сығып ауҙы...
– Һин йөҙә белмәйһең дә инде?! – Тамараның һөйләгәндәрен мажаралы кино һымаҡ итеп күҙ алдына килтереп ултырған Хәтирә ҡапыл һорап ҡуйҙы.
– Ҡуян бүренән ҡурҡып һыуға ингән дә йөҙөп бара, ти. Йылғаның ҡап уртаһына еткәс, үҙенең йөҙә белмәүен иҫенә төшөрә һәм шунда батып үлә. Мин ярай аяҡтарым ташҡа тейгәс кенә үҙемдең йөҙә белмәүемде иҫкә төшөрҙөм... – Тамара күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы.
– Полицияға хәбәр итергә кәрәк! Ул ҡәбәхәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел!
– Нимә тип? Үлтерергә уйланы, балалар менән ҡурҡытты типме? “Әлегә берегеҙгә лә насарлыҡ эшләмәгән бит”, – тип ғаризаны ла ҡабул итмәйәсәктәр. Икегеҙ бер ирҙе бүлешә алмағанһығыҙ икән, ул һеҙҙең проблема, тип, көлөп, мыҫҡыл итеп сығарырҙар әле...
– Әммә кешегә таш күтәреп, балаларының үлеме менән янап торған әҙәм аҡтығы ла язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел инде! – Хәтирә асыуынан йәнә ҡыҙып китте.
– Ике йыл элек беҙҙең класташ Мәрүәнең атаһы менән нимә булғанын иҫләйһеңдер. Кисен урамға тәмәке тартырға сыҡҡанында башына һуғып иҫәңгерәтеп киттеләр. Ай буйы аңына килә алмай ятты бахыр. Хәҙер ана баш өйәнәге менән яфалана. Шул көндө иртән Тәскирә еңгәнең баҡсаһына һарығы ингән булған. Үҙҙәре ҡапҡаларын япмай йөрөгәс ни. Ул ваҡытта ла төрмәнән башы сыҡмаған ҡустыһының эше, тинеләр... Тик күреүсеһе булмағас, һыуҙан ҡоро сыҡты.
– Ыста... – Хәтирә аптырауҙан ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.
– Ә ул минең йөҙә белмәгәнде ҡайҙан белде икән? – Тамара ҡапыл һорап ҡуйҙы.
– Күрәһеңме, ул һинең башыңа етеү тураһында алдан уҡ план ҡорған. Ҡаршыға осраһа, нисек итеп йылмая, таныш булмаған кешенең дә эс-бауырына инеп бара, юха йылан! Нисек шундай ике йөҙлө кешене ер йотмай икән?! – Һауыт-һаба йыуып йөрөгән Хәтирә асыуынан өҫтәл һөрткән сепрәген атып бәрҙе.
– Кеше этлек эшләгән һайын, күңеле үҫә бара, ти бит...
Ике әхирәт таң атҡансы серләштеләр. Яңы көн тыуғанды белдереп Саҡматаш ҡаяһы артынан ҡыҙарып ҡына ҡояш сығып килгәндә, юлға сыҡтылар. Хәтирә Сочи ҡалаһында Башҡортостандан үҙҙәре кеүек күсеп килеп йәшәгән ғаилә дуҫтарына Тамараны ултыртып ебәрергә төн уртаһында булһа ла шылтыратып һөйләшеп, килешеп ҡуйғайны.
Хәтирә – Тамараның класташы, балалыҡ әхирәте. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булды. Һөнәрен дә шул йүнәлеш буйынса һайланы һәм студенттар араһында үткән бер ярышҡа барғанында Сочи ҡалаһына ғашиҡ булып ҡайтты. Ҡулына диплом алғас, мәктәп эскәмйәһенән үк дуҫлашып йөрөгән Рәмилен үҙе менән алып китеп, шунда төпләнеп ҡалдылар. Балаларының каникулы башланыу менән тыуған яғына атлығып тора үҙе, сит мөхитте үҙ итһә лә. Быйыл да май аҙағында уҡ ике ҡыҙын, бер йәшлек кенә улын ултыртып ҡайтып та төштө. “Үҙемдән бигерәк, балаларымдың ғүмере өсөн ҡурҡам. Үҙе кеүек үк ағаһы ла йәнһеҙ булһа, уларға әллә ниндәй этлек ҡылып ҡуйырҙар. Минең йөҙә белмәүемә тиклем һөйәркәһенә һөйләп ултырған ир аҡтығы янына ла ҡайтҡым килмәй”, – тип һөйләп илаған әхирәтен Ҡара диңгеҙ буйына китергә күндерҙе.
Әхирәтенең өй туйына бынан ун йыл самаһы элек килгән ине Тамара. Олимпиада уйындары үткәс, ҡала күҙгә күренеп үҙгәргән. Уйын, спорт ҡаласыҡтары өсөн яҡын-тирәләге ауылдар күсерелгән. Урындағы халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүен уҡып, ишетеп белгән ине. Ҡунаҡ килер булһа, малыңа ҡаза төшә, тигән кеүек инде. Тик бында ерле халыҡты кендек ҡаны тамған ерҙәренән айырғандар тип уфтанып уйланды ҡаланың ситенә лә сығып йөрөгәндә. Килеүенә өс көн үткәс, диңгеҙ буйында урынлашҡан асыҡ һауалағы бер кафеға официант булып эшкә урынлашты.
– Теге ир аҡтығы һинең юҡлыҡты икенсе көн төшкә табан ғына аңғарып ҡалған. Уныһын да Азамат: “Әсәй нишләп иртәнән бирле бәйләнешкә инмәй”, – тип шылтыратҡас ҡына. Дала килмешәге танауын күккә сөйөп йөрөй әле. Үҙенең “батырлығына” башы әйләнгән, ахырыһы. Тамарочкам, китеп яҡшы иттең, – тип Хәтирә телефон аша ауылдағы Тамараға ҡағылышлы хәбәрҙәр менән бүлеште. Күл янындағы кейемдәрен тапҡас: “Һыуға батып үлгән”, – тип полицияның уны эҙләү эшен ябып ҡуйыуын да һуңғараҡ әхирәте аша белде.
Ял итеүселәр араһында яҡташтары осрап, үҙен танып ҡуймаһындар тип, башына сәллә урап, йә оҙон күлдәк, йә итәк, йә киң балаҡлы салбар кейеп йөрөргә лә күнекте. Быға тиклем өҫ кейемдәре тубығынан саҡ ҡына аҫҡа төшөп торһа ла, үҙен әбей кеүек тоя ине. Баҡһаң, бындай кейемдәр гүзәл заттың кәүҙәһен һомғолораҡ, оҙонораҡ, үҙен серлерәк итеп күрһәткәнен аңланы. Ауылдан килеп, уны күргәс, Хәтирә лә: “Бәй, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәнһең дә!” – тип һоҡланыуын белдерҙе.
Тик имидж үҙгәртеү генә ярҙам итмәне. Таныусылар барыбер табылды. Асыҡ һауала эшләгән кафеның был миҙгелдә ябылғансы эшләргә лә, икенсе эш эҙләй башларға кәрәк тип йөрөй ине Тамара. Үҙе хеҙмәтләндергән өҫтәлдәрҙең береһенә ҡәһүә тулы сынаяҡты ултыртып та өлгөрмәне: “Тамара?! Һеҙме ул?” – тип бер ир ҡулынан тотто. Ҡатын тертләүҙән һауытындағы ҡайнар эсемлекте ҡулына түгеп ебәрҙе. Тиҙ генә кире боролоп китергә уйлаған ине: “Ғәфү итегеҙ! Нишләп яуап бирмәйһегеҙ?!” – тип көслө ҡулдар икенсе яҡтан икенсе ҡулын тотоп алды. Ҡараштары осрашҡанда уҡ Тамара уны таныған ине. Бер эштән икенсеһенә күсеп йөрөп, ҡатыны менән айырылышыр хәлгә еткән Марат исемле ир кәңәш һорап килгән ине уға бер нисә йыл элек. Ярҙамы тейгән, күрәһең. Сочиға эшлекле осрашыуға килгән икән.
– Эштәрем яйға һалынғас, һиңә рәхмәт әйтергә барған инем, “ул юғалды” тинеләр, – тине ул аптырап.
– Шулай тура килде. Зинһар өсөн, мине бында осратыуығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ инде, – тип инәлеп, был юлы ирҙең үҙенән ярҙам һорарға тура килде.
Кисен был хаҡта Хәтирәгә һөйләне һәм бында артабан да ҡала алмаясағын әйтте.
– Күлдең икенсе яғына сығып яңы тормош башлаған кеүек, һиңә әле берҙән-бер юл – Ҡара диңгеҙҙең икенсе яғына китеү, – тип ҡулдарын йәйҙе Хәтирә. – Университетта уҡығанда төрөк телен дә уҡының түгелме?
– Эйе. Беҙҙең курс егеттәре уларға барҙы, төрөктәр беҙгә килеп уҡынылар, – тине Тамара сит телде белеүен раҫлап. – Уларға гид ролендә Башҡортостандың төрлө урындарын күрһәтеп йөрөргә лә тура килгән ине.
Рәсәй туристары “бәрхәт миҙгел” тип Төркиәгә ашыҡҡан ваҡытта ялған документтар менән унда эләгеү әллә ни ауырға тура килмәне. Хәтирәнең унда йәшәүсе дуҫтары аша барған көндө үк фатирға ла урынлаша алды.
– Йәшәгән өсөн аҡсаң кәрәкмәй. Урамды тәртипкә килтерергә миңә ярҙам итһәң, еткән. Баҡса ҡарай беләһеңме? – тине үҙенә индергән алтмыш йәштәрҙәге ҡатын.
– Беләм.
– Динең ниндәй?
– Мосолман.
– Намаҙ уҡыйһыңмы?
– Юҡ.
– Нишләп? Динеңде яратмайһыңмы ни?
– Яратам.
– Яратҡас һуң... – Ҡоро итеп бер-бер артлы бирелгән һорауҙар яуҙырған йорт хужабикәһенән шөрләп тә ҡуйҙы Тамара. – Исемең нисек? – Дин тураһында өйҙәшенән йүнле яуап ала алмаясағын төшөнгән Хаят ханым икенсе һорауға күсте.
– Тамара.
– Йәһүдме ни?
– Юҡ, башҡорт.
– Башҡорт?!
– Эйе...
– Ниңә, башҡорттарҙың үҙҙәрендә исемдәр бөткәнме ни? – Саф башҡорт телендә бирелгән һуңғы һорауҙан Тамара терт итеп ҡалды.
– Һеҙ башҡортса ҡайҙан беләһегеҙ? – тип, Тамара һорауға һорау менән яуапланы.

Дауамы бар.

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: