Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Июнь 2023, 17:05

ЕТЕМЛЕКТЕҢ БЕР КӨНӨ Хикәйә Сәғәҙәт Анарҡолова

Унда бурһып күгәреп кипкән йәшел төҫтәге икмәк киҫәктәре ята ине... Беҙ икебеҙ ҙә күҙ йәштәребеҙҙе тыя алмай илап ебәрҙек.

ЕТЕМЛЕКТЕҢ  БЕР  КӨНӨ   Хикәйә  Сәғәҙәт Анарҡолова
ЕТЕМЛЕКТЕҢ БЕР КӨНӨ Хикәйә Сәғәҙәт Анарҡолова

Сәғәҙәт АНАРҠОЛОВА Үзбәкстандың Һырдаръя өлкәһе Сардаба районында донъяға килгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты.
Тормош иптәше менән Азиз исемле ул тәрбиәләйҙәр.

 

Разве ты сирота?... Успокойся, родной!
Словно доброе солнце, склонясь над тобой,
Материнской, глубокой любовью полна,
Бережет твое детство большая страна.
Здесь ты дома. Здесь я стерегу твой покой.
...Что такое сиротство – спроси у меня.
Малышом пятилетним в десятом году…

Был юлдар Ғ. Ғөләмдең шиғырынан. Эйе, һеҙ етем түгелһегеҙ. Етемлектең нимә икәнен дә белмәйһегеҙ. Был турала минән һорағыҙ. Ә мин һеҙгә етемлектә уҙған ғүмеремдең бер киҫәге тураһында һөйләп бирермен.
Үзбәкстан үҙен үҙ аллы республика тип иғлан иткәндән һуң, республикала баҙар иҡтисадына күсеү осоро башланды. Был осорҙағы көрсөктө һәр кем үҙ аллы кисерҙе. Совхоздарҙа һәм ҡышлаҡтарҙа кешеләр аслыҡтан, һыуһыҙлыҡтан һәм хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе кеүек бәләләрҙән ныҡ интегә ине. Ҡайһы берәүҙәр өйҙә бойҙайы бөткәс, дәүләт келәтенән ағыуланған бойҙай урланы һәм шуның арҡаһында үлеүселәр ҙә булды, ә икенселәре бойҙай менән һепертке орлоғон1 тирмәндә тарттырып ашаған, тағы кемдәрҙер кукуруз ононан икмәк бешерә башлаған ваҡыт ине. Ташкентта бындай хәлдәр булмағандыр, әммә Ислам бабабыҙ2 дәүләт менән идара иткән осорҙа ауылдағы хәлдәр тик ошолай була торғайны.
Ғаиләбеҙ ҙә был иҡтисади көрсөктө үҙенсә үткәрҙе. Әсәйебеҙ һәр ваҡыттағыса эштә. Беҙ, бәләкәйҙәр, көн оҙоно өйҙәбеҙ. Бер көн һеңлем менән икебеҙ ныҡ итеп асығып киттек. Рәхмәт яуғыры, ҡәҙерле ҡырғыҙ күршеләребеҙ беҙгә һәр ваҡыт икмәк йә он бирәләр ине, әммә беҙ уларҙан гел-гел икмәк һорарға ояла башланыҡ.
Әсәйебеҙҙең ике ҡустыһы булып, улар беҙҙән йөҙ мәртәбә яҡшыраҡ йәшәй ине. Оло ағайҙың ҡатыны һәр ваҡыт әсәйҙең тауыҡтарына тип ашъяулығында ашалмайынса тороп ҡалған, ҡатҡан икмәк киҫәктәрен килтерә торған ине. Ҡайһы бер саҡта был киҫәктәр араһына баҙарҙың аҡ икмәге йә перәник киҫәктәре кеүек тәмлекәстәр ҡушылып килә. Беҙ һеңлем менән ошо икмәк ҡатыларын йорт уртаһындағы көн сыуаҡҡа, йәғни ҡояш йылытҡан урынға ултырып, һыуға ебетеп ашарға ярата инек. Шуны иҫләп тә беҙ өлкән еңгәй ҡырына барып икмәк һораныҡ.
– Еңгә, тауыҡтар өсөн икмәк киҫәктәре йыйманығыҙмы?
– Йыйманым әле. Йыйғас, үҙем илтеп бирермен.
– Яҡшы, – тип, өйгә ҡайтып киттек.
Беҙҙең ҡорһаҡ ас. Һаман да икмәк ашағыбыҙ килә. Ҡайҙа барырға белмәй аптырап уйлана-уйлана кесе еңгәй янына килдек. Икенсе ауылдан килен булып төшкән кесе еңгәй беҙҙең кеүектәрҙе яратмай торған, ҡаты күңелле, оҙон танаулы һәм оҙон буйлы. Оло еңгәй йомшаҡ күңелле, яғымлы, асыҡ, аҡ йөҙлө кеше булһа, быныһы – ҡап-ҡара йөҙлө, һаран бер кеше.
– Еңгә, әсәйебеҙ эштә, ә беҙ бигерәк асыҡтыҡ. Аҙ булһа ла икмәк бирегеҙ әле. Ашағыбыҙ килә.
Ул ҡара ҡаштарын уртаға йыйырып, уҫал итеп бер ҡарап торҙо ла:
– Беҙҙең дә икмәгебеҙ юҡ! – тип яуап бирҙе.
– Еңгә, бәлки, ҡатҡан икмәгегеҙ барҙыр? – тип ҡабат һораныҡ. Сөнки башҡаса бер кемдән дә һорай алмаҫыбыҙҙы белә инек.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул һөйләнгән килеш янсыҡ кеүек бер бәләкәй сепрәк тоҡто сығарып беҙҙең яҡҡа ырғытты.
– Бына, алығыҙ! Урамда асмағыҙ, йортта ғына асырһығыҙ, – тип өҫтәне ул. Беҙ һеңлем менән бик шатландыҡ. Өләсәйемдәрҙең өйө менән беҙҙең арала дүрт-бишләп йорт булыуына ҡарамаҫтан, аяҡтарыбыҙҙа түгел, ҡанаттарҙа осоп ҡайтҡан кеүек.
Өйгә ингәс, һеңлем менән икәүләп көн сыуаҡҡа ултырып, теге сепрәк тоҡто аса башланыҡ. Эсендә киптерелгән икмәк тауышы тугел, ә икенсе бер тауыш шығырҙай ине.
– Нисек уйлайһың, эстә нимә булыуы мөмкин? – тип һораны һеңлем.
– Әллә-ә. Ғәҙәти булмаған нәмә. Кәнфиттер, моғайын! Ул беҙгә тик өйҙә генә асырға ҡушты бит.
– Әйҙә, тиҙерәк ас! – тип, түҙмәйенсә ашыҡтыра һеңлем.
Икәүләп ашыға-ашыға сепрәк тоҡсайҙы астыҡ. Унда бурһып күгәреп кипкән йәшел төҫтәге икмәк киҫәктәре ята ине... Беҙ икебеҙ ҙә күҙ йәштәребеҙҙе тыя алмай илап ебәрҙек. Юҡ, аслыҡтан түгел, ошо тормошҡа һәм кешеләрҙең таш кеүек ҡатҡан күңелдәренә әрнеп иланыҡ беҙ. Шул мәлдә урамдан беҙҙең өйгә табан аҡрын баҫып килгән аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡапҡа асылды һәм өләсәйем килеп инде. Ул йортҡа ингәс, яныбыҙға килеп, беҙҙе йыуата башланы:
– Иламағыҙ, балаҡайҙарым! Һәй, килен булмағыр! Баламдың балаһына – ейәндәремә – күгәргән икмәк биргән ҡулдары ҡороһон! Бындай хурлыҡты күргәнемсә, үлгәнем хәйерле булыр ине лә, – тип, үҙе лә илаған килеш оҙон еңле сапаны кеҫәһенән яңы бешкән эҫе икмәк сығарҙы.
Беҙ һеңлем менән әле генә илағаныбыҙҙы ла онотоп, мейестән яңы сыҡҡан икмәкте күреп аптыраштыҡ.
– Икмәкте ҡайҙан алдығыҙ? – тип һораныҡ.
– Мин өйҙә инем, аҙға ғына ойоп киткәнмен. Тауышығыҙҙы ишетеп уяндым. “Балалар нимә һөйләй? Балалар нимәгә килгәндәр?” – тип һораным еңгәгеҙҙән. “Һәр ваҡыттағыса һеҙҙең теләнсе ейәндәрегеҙ икмәк һорап килгәндәр. Ошо етемдәрҙән арыным! Улар беҙгә башҡаса килмәһен өсөн тауыҡ та ашамай торған икмәк бирҙем”.
Мин уның һүҙҙәрен ишеткәс тә, һеҙҙең артығыҙҙан ашыҡтым. Һеҙ шул тиклем шәп йүгерҙегеҙ, хатта һеҙҙе ҡыуып етә алманым. Был бурһыған икмәктәрҙе ашап ҡуймаһындар тип ҡурҡтым. Аллаға шөкөр, иҫән-һауһығыҙ. Аллаға шөкөр! – тине ул.
Шул ваҡытта ҡапыл ғына әсәйем эшенән ҡайтып инде. Ул, нимә булғанын белгәс, беҙҙе мамыҡтың ҡороған ботаҡтары менән туҡмай башланы.
– Тағы бер тапҡыр икмәк һорап берәйһенә барһағыҙ, тағы ла бер тапҡыр кешеләрҙән икмәк һораһағыҙ, мин һеҙҙең аяҡтарығыҙҙы һындырам йә туҡмап үлтерәм! – Шулай һөйләнә-һөйләнә туҡманы беҙҙе әсәй.
Аҙаҡ өләсәй менән ултырып оҙаҡ илаштылар. Һүҙ араһынан әсәйҙең: “Ниңә киленегеҙ минең балаларҙы улай мыҫҡыллай?!” – тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡала ине.
Шул ваҡыттан алып беҙ бер кемдән дә бер нәмә лә һорамаҫҡа һәм үҙебеҙ эшләп ашарға өйрәндек.
Аллаға шөкөр, был көндәр артта ҡалды. Ерҙә тәгәрәп ятҡан икмәктәрҙе күрһәм, был ваҡиғаны хәтергә төшөрәм. Хәҙер кешеләр тыныс һәм етеш тормошта йәшәй. Ҡала ерҙәренә барһаң, йыш ҡына сүп-сар бактарында һәм ерҙә тәгәрәп ятҡан яҡшы икмәк киҫәктәрен күрергә мөмкин. Бәғзе бер кешеләр өйҙәренән дә сыҡмайынса, күгәрсендәрҙе ашатам тип, тәҙрәләренән бөтөн икмәк бәрәләр. Хәҙерге кешеләр мохтажлыҡтың нимә икәнен белмәйҙәр, ахыры. Беҙҙең кеүектәрҙең ҡатҡан икмәк киҫәктәренә лә зарығып үҫкәндәрен улар ҡайҙан белһендәр инде?

Автор:
Читайте нас: