Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
7 Июнь 2023, 14:28

Уҡыусылар табып алған аҡсаны хужаһына тапшырғандар

Ә янсыҡ хужаһы 78 йәшлек пенсионер Зөһрә Әбделғужина булып сыҡҡан.

Уҡыусылар табып алған аҡсаны хужаһына тапшырғандар
Уҡыусылар табып алған аҡсаны хужаһына тапшырғандар

5 июндә Сибайҙың 9-сы лицей уҡыусылары – өсөнсө класта уҡыған Ислам Таһиров һәм алтынсы класс уҡыусыһы Айгиз Юнысбаев мәктәп янында самокатта йөрөгән саҡта янсыҡ табып алған. Малайҙар уның эсендә мең һум аҡса һәм банк карталары ятҡанын асыҡлағас, хужаһына ҡайтарып бирергә ҡарар иткән.

Уҡыусылар шунда уҡ полиция бүлегенә юлланған. Табышты бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор Радмир Зарипов ҡабул иткән. Ә янсыҡ хужаһы 78 йәшлек пенсионер Зөһрә Әбделғужина булып сыҡҡан. Полицейскийҙар уға юғалтҡан әйберен алып барып тапшырған.

Автор:
Читайте нас: