Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Июнь 2023, 15:41

Азат Бадранов Башҡортостан яугирҙәренә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

"Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Эшегеҙ өсөн оят түгел."

Азат Бадранов  Башҡортостан яугирҙәренә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы
Азат Бадранов Башҡортостан яугирҙәренә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булды. Алғы һыҙыҡта яугирҙәребеҙгә наградаларҙы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Беренсе вице-премьер уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм республика үҙенең батыр улдары менән ғорурланыуын билдәләне.

«Наградаларығыҙҙы намыҫ менән тағып йөрөгөҙ. Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Эшегеҙ өсөн оят түгел», - тине Азат Бадранов.

Шулай уҡ Бадранов хәрбиҙәргә тиҙҙән уларға отпуск биреләсәген хәбәр итте.

«Кемдең ҡасан ялға сығыуы батальон командованиеһы кимәлендә хәл ителә. Уның позицияһы — отпускылар туҡталырға тейеш түгел. Бурысыбыҙ — һеҙҙе бер ни ҙә борсомаһын һәм хеҙмәтегеҙҙе яҡшы башҡара алһын өсөн», - тип билдәләне Азат Бадранов.

Бынан тыш, Азат Бадранов яраланыу буйынса мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әгәр ҙә медицина хеҙмәте теге йәки был сәбәптәргә бәйле госпиталдәргә ебәрмәгән, йәрәхәттәргә тейешенсә иғтибар бүлмәгән икән, был мәсьәлә хәл ителер, тине ул.

 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-06-08/azat-badranov-vruchil-medali-generala-shaymuratova-voennosluzhaschim-iz-bashkirii-v-zone-svo-3291929

Автор:
Читайте нас: