Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Июня 2023, 13:32

Һин әйттең, мин аңланым...

Һин әйттең, мин аңланым...Һин әйттең, мин аңланым...
Һин әйттең, мин аңланым...

Һин: “Бөгөн һин шул тиклем матурһың”, — тинең. Мин: “Башҡа көндәрҙә яманһың”,— тип аңланым.Һин: “Ҡалай ябыҡҡанһың”, — тинең. Мин: “Быға тиклем һин һимеҙ булдың”, — тип аңланым.

 

Һин: “Был төҫ һиңә киләшә”, — тинең. Мин : “Ҡалған төҫтәр һине яманайта”, — тип аңланым.


Һин: “Һин иң матуры”, — тинең. Мин: “Һине башҡалар менән сағыштырам”, — тип аңланым.

 


Һин: “Мин һине етешһеҙлектәрең менән яратам”, — тинең. Мин: “Һинең етешһеҙлектәрең бар!”, — тип аңланым.

 


Һин: “Күлдәгең ҡалай матур”, — тинең. Мин: “Күлдәгең — матур, һин — яман”, — тип аңланым.


Һин: “Бына һиңә тырнаҡ-керпектәреңә аҡса”, — тинең. Мин: “Үҙеңде ҡара”, — тип аңланым.

Айгөл СӘЛИХОВА.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас