Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Июнь 2023, 11:23

Күгәрсен кисеүе. Флүрә Низамова

Әсәһе генә һиҙенде шикелле уның хәлен, күҙҙәренә тултырып ҡараны, ләкин төбөнә төшә алманы. Ул арала гөлдәй балҡып Гөлзәминә килеп инде. Иртәгә уларҙың Йомағол менән ижәбе икән, ә бөгөн беҙгә киләһең, өсөбөҙ генә ултырабыҙ аулаҡлап, тип, һөйөнсөләп сығып та китте. Әсәһе ҡыҙы ҡайтыу ҡыуанысынан йүгерендәп йөрөгән була, күршеләрҙең мунсаһын һорап тоҡандырып ебәргән. Әсәһенең һораулы ҡарашынан тартынған Бөртөкбикәгә өйҙәге ығы-зығыға ҡушылып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә мунсала рәхәтләнеп йыуынды. Бысранған тәненме, йәненме сафландырырға тырышты шикелле.

Күгәрсен кисеүе. Флүрә НизамоваКүгәрсен кисеүе. Флүрә Низамова
Күгәрсен кисеүе. Флүрә Низамова

Флүрә Низамова

 

Күгәрсен кисеүе

Хикәйә

 

Бикәнең ике күҙе тәҙрәлә, Күгәрсен кисеүендә, ә уйҙары...

Шулай шул. Кеше яҙмышында кеше ҙур роль уйнай. Нишләптер, Ғәбиҙә апайҙың шул һүҙҙәре бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып китмәне. Күңелгә инеп ояланы ла йөрәкте ҡорт кеүек кимереп тик тора. Тик кенә торһа бер хәл, кимереп төпкә төшә бара, төшә бара. Йөрәкте ашап бөтә инде. Ә бит быға тиклем ул бер ваҡытта ла һүҙ көсөнә ышанманы. Өҫтәл һуғып ҡысҡырһаң, аяҡ тибеп екерһәң, етә кеүек ине. Бөтә көс уның ҡул аҫтындағыларға шунда уҡ аңлашыла, тип уйлай ине. Ирҙәр һымаҡ дарһылдата баҫып йөрөүенән, кеше һүҙен әйтер-әйтмәҫ бороп уҡ аҡырайта ҡарап ебәреүенән үҙен көслө, тип иҫәпләне ул.

Ә бер уйлаһаң, был коллективҡа бесәй кеүек шыма баҫып килеп ингәйне. 90-сы йылдар ине. Юғарынан билдәләүҙәр тамамланып, демократияның башланып торған сағы. Демократияның ике йөҙлө кешеләргә иң уңайлы сара икәнен күптәр төшөнөп тә етмәгәндер. Гөлнәфис әхирәте аңлатты уны, әхирәт тип әйтеп булһа, әлбиттә. Ҡылнәфис килен тип атанылар уны ауыл әбейҙәре үҙҙәренең теленә яраҡлаштырып. “Ҡылнәфис түгел мин, Гөлнәфис”, - тип төҙәтеп маташты күҙҙәрен тоҙорайтып ҡарап. Әбейҙәр тиҙ генә ризалашып: “Шулайҙыр шул, Көлнәфис, шулайҙыр”, - тип килешерҙәр ине лә үҙе юҡта “ҡылыс үтмәгән ерҙә һинең һымаҡ ҡыл үтә инде” тип һығымта яһанылар.

Бына шул Гөлнәфис ул зам булып һайланғандың иртәгеһенә зәңгәр күҙҙәрен түңәрәкләндереп аулаҡта уны тотоп алды. “Кем арҡаһында зам булып үткәнеңде һиҙҙеңме? Дәдәң арҡаһында”, - тип үҙенең күкрәгенә төрттө. - Һиңә биш кенә тауыш биргәйнеләр, ә мин егерме биш иттем. Так что, запомни, тәүге награда миңә, әгәр ҙә... сама знаешь, - тип иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәк тапты.

Замдың самдан көслөрәк икәнен эшләй башлағас та һәйбәт аңланы ул. “Тәтемәйерәк торһон әле һиңә, һинән алда үҙем бар”, - тип фекер төйнәп тә ҡуйҙы. Шунда уның ҙур ғына урынды биләп ултырған алыҫыраҡ туған ағаһы иҫенә төштө. Ул ағаһы бик тә күстәнәс ярата ине. Ире менән кәңәшләште лә (кәңәшләште тигән һүҙ исем өсөн генә, йомшаҡ холоҡло ире уның бер һүҙенән дә сыҡмай ине) бер башмаҡты “күстәнәс” итеп тейәтеп ебәрҙе. Башмаҡ хаҡы оҙаҡ көттөрмәне. Ярты йыл тигәндә уға алдынғылыҡ билдәһен тапшырып та ҡуйҙылар. Юлын бер белеп алғас, хужаһына, хужа ҡатынына, дуҫтарына әлеге билдәләр яуып ҡына торҙо. Хужаның ҡатынына ғына үткәрә алмай ыҙаланылар. Дипломы буйынса математика уҡытыусыһы булһа ла, йыр дәрестәрен алып бара ине. Ахыры, уның да юлын таптылар, бер    алдынғы математиктың ҡаҙаныштарынан мәғлүмәт тултырып ебәргәйнеләр, үтеп китте. Ә Ғәбиҙә апайҙы тәҡдим итеп тә торманылар, яҡшы уҡытыусы булыу менәнме ни, ярай ҙа белергә кәрәк.

Шулай әүеш-тәүеш итә торғас, ул үҙенең шәхси тормошон бөтөнләй күҙҙән ысҡындырған. Бер һүҙенән дә сыҡмаған мәүеш ире бер көнө йортона бөтөнләй ҡайтманы. Ул тәүҙә был хәлгә әллә ни әһәмиәт бирмәне. Һуңлап ҡайтып ингән ирен генә күҙ алдына килтерҙе. Тетмәкәйен тетәсәк бит уның, күрмәкәйен күрһәтәсәк, ух, күрһәтәсәк! Тик күрһәтә торған яйы ғына күренмәй. Юғалды ир. Тетмәһен тетеү теләге ғәжәпләнеүгә әйләнде, аҙаҡ бөтөнләй уйға һалды. Ниндәйҙер фекер төйнәргә белмәй йөрөгәнендә уға һүҙ ташырға яратҡан “әхирәт”тәренең береһе иренең тәүге мөхәббәтенең эргәһенә китеүен еткерҙе.

Ҡасан да булһа был хәлдең булырын күңеле менән көтөп йөрөнө бит ул. Көткән-һиҙенгән хәлдә лә былай ҡапыл булыр, тип уйламағайны. Ҡорған тормошо тулыһынса яйға һалынғайны бит инде. Йорт тулы йыһаз, аҫалы балаҫтар, семәрле сувенирҙар (мәктәптә осрашыу ваҡытында бүләк ителгәндәрҙең арыуҙары һәр ваҡыт өйөндәге кәштәләрҙә урын ала килде). Ә хәҙер өйөндә ҡолаҡ ярғыс тынлыҡ. Бер яңғыҙ тол инәй, өйөмдә ҡолаҡ ярғыс тынлыҡ инде минең, тип зарарланғанын ишеткәс, ҡолаҡ ярғыс тынлыҡ була микән, тип көлгәйне. Бына хәҙер аңланы, була икән. “Шапылдап ашама, иҙәндә ҡыштырҙап йөрөмә”, - тип ҡысҡыра ине иренә кәйефе булмаған саҡтарҙа. Сысҡан да ҡыштырҙамай, нисек ҡурҡмай ҡыштырҙаһын инде улар, бөтә нәмәнән артыҡ күргән бохар бесәйе бар ҙа инде уның. Туҡ бесәй сысҡан баҫтырып йөрөмәй, әлбиттә. Өйҙә бесәй барын сысҡандар разведчиктан былай беләләрҙер ул.

Ә нимәшләп улай килеп сыҡты һуң. Серле төйөндө ғүмер буйы күңеленең төбөндә һаҡланы. Ныҡ һаҡланы. Ҡасандыр килеп ҡалҡып сығыр тип уйламаны, онотолдо, булған-бөткән, тип йөрәген тынысландырҙым тигәндә генә.

Айырылғыһыҙ дуҫтар булдылар бит улар, бер урамда йәшәнеләр, бер синыфта, бер парта артында ултырып уҡынылар. Араларынан һыу ҙа үткәндәй түгел ине. Ҡыҙ булып еткәндә генә үҙгәрештәр һиҙелә башланы. Гөлзәминә әхирәте артыҡ матур ҙа түгел, тик ниндәйҙер бер һөйкөмлө һөйәге бар ине шикелле, кластарындағы иң үткер, шаян егеттәр гел Гөлзәминә тирәһендә уралдылар, ә уға күҙ атыусы ла юҡ. Ҡайын ағасына һөйәлеп, башын ҡырын һалып төшкән бер фотоһы бар ине, шуға үҙе сәғәттәр буйы текләп ултыра ла нимәм оҡшамай икән, килмәгән ерем юҡ та инде, тип үҙенә-үҙе ғәжәпләнер булып китте.

Бөртөкбикә ғаиләлә баш бала булды. Уға тиклем ата-әсәләренең балалары үлеп тик торған. Шуға, был ҡыҙҙары ла үлеп ҡуймаһын тип, бер үткенсенән метр ярым ситса биреп, тәҙрә аша һатып алғандар ҙа Бөртөкбикә тип ят исем ҡушҡандар. Бөртөкбикә бөртөк кенә булып ҡалмаған, унан һуң тыуған балалары береһе лә үлмәгән, йәмғеһе туғыҙ йән булып киткән. Әсәһенән ғәжәпләнеп ул тиклем баланы нишләп таптың тигәнгә, Хоҙай биргән йәнде ҡыйырға ярамай, былай ҙа һинән алдағылары торманы, тип яуапланы. “Шунан беҙ бөтәбеҙ нисәү булабыҙ инде?” - тип көлгәйне, әсәһе: “бер ҙә көлкөһө юҡ, ана минең әсәйемдең 16 балаһы булған, беҙ һигеҙебеҙ генә тере ҡалғанбыҙ, ә атайыңдар 14 бала тыуғандар, етәүһе йәшәгән”, - тип яуап бирҙе.

Ҡалай ғына булған хәлдә лә үҙенән һуңғы һигеҙ баланың ыҙаһы баш бала Бөртөкбикәгә төштө. Асыҡһалар ҙа унан һоранылар, илаһалар ҙа ул ғәйепле булды. Әсәйҙәре, күмәк бала булғас, колхоз эшендә әллә ни интегеп эшләп йөрөмәне, ә шулай ҙа өйҙә ултырған көнө һирәк ине.

Бөткөһөҙ донъя эшенән Бөртөкбикә ялҡа торғайны, шуға ла ҡасып тигәндәй Гөлзәминәләргә йүгерә. Уларҙың ғаиләһе бәләкәй, дүрт кенә бала, атайҙары күберәк ҡырҙа эшләй, һуңынан бөтөнләй ҡайтмаҫ булды, ҡырағайланып яңы ҡатынға эйәләштеме, әллә бөтөнләй үлеп ҡалдымы, уларҙың ғаиләһендә был турала бөтөнләй һүҙ булманы. Гөлзәминәнең апай-ағайҙары эшкинеп әсәләренең ҡул араһына ингән. Әсәйҙәре колхозда һыйыр һауа, өлкән балалары утын-бесәнде үҙҙәре ҡайғырта. Колхозда эшләгән кешенең һүҙе лә үткәндер, бер ҙә ҡытлыҡ кисереп йәшәмәнеләр. Һөйкөмлө һөйәк Гөлзәминәнең холҡо ла матур, алсаҡ, илгәҙәк, әхирәте Бөртөкбикәнән бер серен дә йәшермәй.

Шул ваҡытта систе ул синыфтарындағы Йомағолдоң уға күҙ һалғанын. Бөртөкбикәнең йөрәге дерт итеп һикереп ҡуйҙы. Һуң уның да шул Йомағолға күҙе төшөп йөрөй, тик нисек итеп ҡаратырға ғына белмәй. Шунан алып Бөртөкбикәнең фекере икегә бүленде. Гөлзәминәнән дә яҡын әхирәте башҡа юҡ. Йомағолдо үҙенә нисек итеп ҡаратырға? Гөлзәминәнең Йомағол тураһындағы бер һүҙен дә ситкә сығарманы, күңел һандығына бикләп барҙы. Урыны тура килгәндә Йомағолдо хурлап, Гөлзәминәне кире ҡайырып маташты.

Һин яратҡан һине яратмай тигәндән генә тормош туҡтап ҡалмай икән. Бына улар мәктәпте лә тамамланылар. Егеттәр уҡыйбыҙ тип бик ашыҡманылар, уларға тиҙҙән әрме сафына. Ә ҡыҙҙар һәр кемеһе үҙ самаһын ҡараны. Бөртөкбикә уҡытыусы булырға ҡарар итте. Әсәһенең һигеҙ балаһын үҫтерешеп, бушҡа тәрбиәләмәне бит инде. Гөлзәминәне лә үҙе менән әйҙәне, Йомағолдоң хәлен уның аша белеп торор, исмаһам.

Тормоштоң аймылыштары һинән һорап тормай икән шул. Гөлзәминә уҡырға шәберәк булһа ла конкурстан үтмәне. Бөртөкбикә ярты йыл һынау менән тороп ҡалды ла теше-тырнағы менән йәбешеп уҡыны. Һигеҙ баланың ауыҙынан өҙөп уға кем ярҙам итә алһын. Ятаҡтан да урын булманы. Бер алыҫыраҡ туған инәй менән ағаһына фатирға урынлашты. Быныһы тағы ла отошлораҡ булып сыҡты. Бында ризыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, оло кешеләргә иҙәндәрен йыуып, ваҡ-төйәк эштәрен эшләһәң, шул етә. Стипендияға өлгәшкәс, аҡсаһының да тинен дә тәләфләмәй үҙенә генә тотондо, ҡайтып йөрөргә тура килһә, юлға кәрәк, күстәнәс тә алып ҡайтып ҡыуандырғыһы килә.

Гөлзәминә менән хатлашып торҙолар. Йомағолдоң шоферҙар курсын тамамлап  ҡайтҡанын, әрме сафына повестка көтөүен яҙған да серле генә итеп был байрамда ҡайтыуын һораған. “Сюрприз”, - тип ҡуйған. Ҡанатланды Бөртөкбикә. Стипендияһын бик һаҡлап тота, кейенергә тырыша, кейем генәһе лә наҡыҫ шул, ҡалған ғына аҡсаһын юлға, әҙ-мәҙ күстәнәс алыуға ҡалдыра. Ҡайтып йөрөү бер аҙап: берҙән, бик алыҫ, икенсенән, расход та байтаҡ сыға.

Кеше яҙмышын кеше үҙгәртә икән шул. Уның да яҙмышына килеп ингән бер кеше табылды. Бөртөкбикәнең инәләренең бик йылғыр бер күршеһе бар ине. Йомошо булһа ла, булмаһа ла инеп йөрөй. Кузовлы машинаһы менән ниндәйҙер келәттә эшләп йөрөй шикелле. Бисәһен бер ҙә күрергә насип булманы. Бальнистан сығышмай, күрәһең. Шул ир уның ауылға ҡайтырға йыйынғанын ишетте лә мине тиҙҙән шунда командировкаға ебәрәләр, үҙемә ултырып ҡайтырһың, тип шатландырҙы. Күп һорамаҫ әле, күстәнәскә лә арттыра алырмын тигән булды. Ул ирҙең  башындағы хәйләне һиҙмәне түгел, һиҙҙе, үҙе лә аралашырға ярата ине бит уның менән. Уның иғтибарын ҙур мәртәбәгә һанап йөрөнө. Ана бит, уға ла күҙ һалалар. Ауылдан килгән бер йыуаш ҡына күрмәлекле егеткә лә күҙ һалып йөрөй. Ул да битараф түгел һымаҡ. Хатта Йомағолдо ла онотоп торҙо.

Шулай итеп, бәхетле йылмайып, теге ир менән ауылға юлға сыҡты. Әсәһен дә, туғандарын да һағынған. Гөлзәминә лә серле генә итеп хат яҙған, һинһеҙ беҙгә күңелһеҙ буласаҡ тигән. Машинаға бер кемде лә ала алмайбыҙ, йөк ауыр, тип иҫкәртеп ҡуйҙы ағай кеше. Ләкин юлға сыҡҡас, йөктөң ауырлығы ла тойолманы, көҙгө туңғаҡта юлдың мәшәҡәте лә һиҙелмәй. Ярты юлда ағай машинаһын туҡтатып, капотын асҡан кеше булды, мотор ҡыҙып киткән тигән булып, машинаһын һүндерҙе.

“Әйҙә, мотор һыуынғансы беҙ йылына торайыҡ”, - тип ашамлыҡтар сығарҙы, бер сәкүшкәһе бар ине. Ите лә, икмәге лә мул күренә. Уңайһыҙ булһа ла ҡыҙ ҙа ризыҡҡа үрелде, ҡайтыу ҡыуанысынан тәғәм ризыҡ ҡапмағайны иртәнсәк. Ир кеше сәкүшкәһен боҙоп кәгеп ебәрҙе лә икенсеһен ҡыҙға тәҡдим итте. Ҡыҙ баш тартҡас: “Эс, эс, өшөмәй генә ҡайтып етерһең”, - тип ауыҙына терәне лә бөткәнсе йоттороп та ҡуйҙы. Ысынлап та, эсе йылынып, рәхәт булып китте ҡыҙға. Ә ҡалғанын ул төш һымаҡ ҡына хәтерләй. Нисек ирҙең ҡуйынына һыйынды ла, нисек уға бирелде. Яҙмыштың боролоштары уға әле билдәһеҙ ине.

Ауылына алып килеп төшөрҙө лә ағай боролоп ҡайтып та китте. Бер ниндәй йомошо ла, йөгө лә булмаған уның. Ҡыҙ әлегә ниндәйҙер фекергә килерлек хәлдә тугел.

Әсәһе генә һиҙенде шикелле уның хәлен, күҙҙәренә тултырып ҡараны, ләкин төбөнә төшә алманы. Ул арала гөлдәй балҡып Гөлзәминә килеп инде. Иртәгә уларҙың Йомағол менән ижәбе икән, ә бөгөн беҙгә киләһең, өсөбөҙ генә ултырабыҙ аулаҡлап, тип, һөйөнсөләп сығып та китте. Әсәһе ҡыҙы ҡайтыу ҡыуанысынан йүгерендәп йөрөгән була, күршеләрҙең мунсаһын һорап тоҡандырып ебәргән. Әсәһенең һораулы ҡарашынан тартынған Бөртөкбикәгә өйҙәге ығы-зығыға ҡушылып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ә мунсала рәхәтләнеп йыуынды. Бысранған тәненме, йәненме сафландырырға тырышты шикелле.

Кискелеккә Гөлзәминәләргә ихласлап әҙерләнде. Ҡусты-һеңлеләренән йәшергән аҙ-маҙ күстәнәсен төйнәгән булды. Әсәһе мунсаға киткән арала мейес артындағы мискәнән бал һоҫоп алды. Был үҙенән-үҙе тыуған хәйлә бөгөнгө көндә иң кәрәк һуңғы сара икәнен ул аңы менән түгел, йөрәге менән тойҙо, ахыры. Ни булһа булыр, бөгөн күптән уйлап йөрөгән хыялын тормошҡа ашырасаҡ. Артҡа юл юҡ. Теге йыуаш ҡына ауыл малайының һыны иреп юҡ булды. Алда бер маҡсат – Йомағол. Ҡыуанышып күрешкән булдылар. Йомағол бәхетенән сәскә атҡан. Гөлзәминәнән күҙен дә алмай. Бөртөкбикәгә күҙ һалдымы-юҡмы, бер һирпелеп ҡараны шикелле шулай ҙа.

Гөлзәминәнең әсәһе ҡунаҡҡа киткән, туғандары клубталыр инде, улар ҙа дуҫтарында ҡунырға тейештәр, шулай килешелгән.

Иртәгә ижәпкә бөтә нәмә әҙер, ит бешкән, һалма ҡырҡылған, йыуаса, табаҡ менән тултыра. Май-ҡорот мул. Шул ризыҡтар бүленеп был өҫтәлгә килде. Бында ла мейес артында һажлап ултырған бал һөҙөлөп өҫтәлгә менеп ҡунаҡланы. Табын шәп ине. Бал эстеләр, ит ашанылар. Бал эсеү тигән йола ауылда тамыр йәйә башлаған мәл ине шул. Мул һый артында Бөртөкбикәнең күстәнәсенә лә сират етте.

Әсәһенең, йоҡлай алмайым, балам, инәйеңдән һорап булһа ла йоҡо дарыуы алып ҡайт әле тигән үтенесе бына ҡайҙа кәрәк булды. Шул дарыуҙы төшөрөп алып килде бит ул сәйнүккә. Был бал уларҙың башына тиҙ етте. Гөлзәминә лә, Йомағол да, фермалағы ауыр эштән йонсоп йөрөгән кешеләр, әүен баҙарына тиҙ киттеләр. Йомағол менән Гөлзәминә үҙҙәренең бергәлектәрен күптән нығытып ҡуйғандар, уларға ижәп менән Хоҙай алдында яуаплылыҡ ҡына ҡалған. Шуға уларҙың араһына кемдер тығылыр тигән уй баштарына инеп тә сыҡманы. Бөртөкбикә был турала белһә лә ышанмаған кеше булып ҡыланды. “Йомағолоңа ышанып йөрөп, алдап ҡуйһа”, - тип аҡыл һатып, хат та яҙып маташҡайны. Гөлзәминә ултырып ҡалһа, Йомағол уныҡы буласаҡ! Бөгөн шул хыял тормошҡа аша. Барыһы ла ул уйлағанса килеп сыға. Гөлзәминә менән Йомағолдоң күҙе йомолоуға ул йәһәт кенә сисенде лә Йомағолдоң ҡуйынына һыйынды. Йомағолға шул ғына кәрәк, Гөлзәминәһе икән тип ҡыҫып ҡосағына алды.

Ҡунаҡтан ҡайтып ингән Гөлзәминәнең әсәһе өйҙәге был күренешкә хайран ҡалды. Урындыҡтың бер ситендә Гөлзәминәһе, икенсе яҡ ситендә Йомағол менән Бөртөкбикә. Нимә тип әйтергә белмәгән әсә иҫһеҙ йоҡлап ятҡан ҡыҙын уятты...

Хыял тормошҡа ашты. Был өйҙә үтә торған никах мәжлесе Бөртөкбикәнең өйөнә күсте. Йомағолдо иҫкәртеп өлгөрҙө Бөртөкбикә: “Һин мине үҙеңдеке иттең, риза булмаһаң, заявить итәм. Хәҙер ундай ғына закондарҙы беләбеҙ”, - тип өҫтәп ҡуйҙы.

Шулай итеп, Бөртөкбикә Йомағолло булды. Гөлзәминә өйҙәрендә иҫһеҙ илап ятты. Ә Йомағолдо әрме сафтарына повестка ҡотҡарҙы. Бөртөкбикәнең әсәһе ҡыҙын атай-ботай итеп уҡырға ебәреү яғын ҡараны. Ә унда барыуына теге йыуаш ҡына ауыл малайы килеп еткән булды. Булмаһа берәү ҙә булмай, булһа... Бөртөкбикә үҙен әллә кем итеп тойоп китте хатта. Йыуаш егеткә ҡаршы теге йылғыр ир килеп сыҡты. “Слушай, парень, син нәрсә ҡарап йөрөйсең бында?” - тип һорау алды. “Минең нәрсә ҡарап йөрөүем билдәле, мин ҡыҙыма килгәнмен”, - тине егет тә бирешергә теләмәй. Йылғыр ир, мыҫҡыллы йылмайып: “Ә мин ҡыҙыңны ҡатын иттем инде”, - тип ауыҙ йырҙы. Егеттең аңына был һүҙ йәшен тиҙлеге менән барып етте, ул ирҙең ауыҙына тондорғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тәгәрәп-аунап бер-береһен дөмбәҫләй башланылар. Бөртөкбикәнең инәһе килеп сыҡмаһа, нимә менән бөтөр ине.

Иртәгеһенә Бөртөкбикә училищела ул егетте күрмәне, эҙләргә лә иҫәбе булманы. Үҙенең башы тубал. Уның хәлен йүкә телефон бында ла еткергән. Уны береһе лә йәлләмәне, ә егетте һағындылар. Ауылдан да Йомағолдоң армияға киткәнен еткерҙеләр. Йомағол үҙе яҙып торманы. Гөлзәминәнең көнө етеүен яҙҙылар. Ул арала Бөртөкбикә үҙе лә аш һайлай башланы. Йылғыр ирҙең эше эҙһеҙ үтмәгән. Уның ауырға ҡалғанын белгәс, йылғыр ир ҙә юғалды. Әл дә генә башы етте Йомағолдоң ҡуйынына инергә. Хәҙер бала Йомағолдоҡо булып иҫәпләнәсәк.

“Беҙҙең балабыҙ буласаҡ”, - тип Йомағолға һөйөнсөләп хат та яҙып ҡараны, яуап булманы. Ул арала Гөлзәминәнең аҡ шалҡан шикелле малай табып алыуы тураһында хәбәр еткерҙеләр.

Бөртөкбикәнең үҙенең дә көнө етә, диплом да тапшырырға тейештәр. Йылғыр ир юғалды. Йыуаш егет уҡыуҙы бөтөнләй ташланы. Төркөмдәштәре унан йөҙ борҙо.Һабаҡташтары диплом алғанда ул балалар табыу йортонда ине.

Баланы Йомағолдоң исеменә яҙҙырҙы. Һалдат ҡатыны исемен юғары тотто. Ире, шулай тип атап булһа, өс йыл хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға мәктәпкә эшкә төшөп, мәктәп фатирына урынлашып, баланы балалар баҡсаһына урынлаштырып көтөп алды.

Ә Гөлзәминә ауылда ҡала алманы, ниҙәр кисереп, ниҙәр күргәне күптәренә билдәһеҙ ҡалды.

Йомағоло әрменән ҡайтҡас, Бикәһенә һиҙҙермәй генә (ул Бикә Шәрифовна булып киткәйне инде, ҡупшы яңғыраһын өсөн атаһының исемен дә ҡыҫҡартып “йән” тигән һүҙен алып ташлатты) һорашып та, эҙләп тә ҡараны. Эҙенә төшә алманы. Тик аҡ шалҡан шикелле малай табып алыуын, малайы һуйған да ҡаплаған Йомағол икәнен генә еткерҙеләр.

Йомағолға башҡа сара ҡалманы. Бөртөкбикәнең ҡыҙын үҙенеке һанап йәшәп китте. Бушағыраҡ Йомағолдо ҡатыны йомарлап тотто. Колхозынан сығарып алып, мәктәптә хужалыҡ мөдире итеп ҡуйҙырыуға иреште, ситтән тороп уҡырға индерҙе. Хәҙер мәктәптең маҡтаулы уҡытыусыһы булып йөрөй Йомағол. Шулай донъя түңәрәкләнде тигәндә генә бала ҡайғыһын күрҙеләр. Өс көн генә ауырып ятты ла мәңгегә күҙҙәрен йомдо сабыйҙары. Бикә Шәрифовна Йомағолдан ауырға ҡала алманы, уныһына бик эсе лә бошманы. Йомағол – уныҡы, донъяны нәйәт итеп бөтәйтеп алды. Үҙе мәктәптә “сам” булмаһа ла зам булып йөрөй, хужаһының ышанысын тулыһынса аҡлаған. Коллективты аҡҡа-ҡараға бүлеп алды, үҙенә шымсылар йыйып бөттө. Тик Йомағолдоң ғына күңеле урынында түгел икәнен һиҙенә. Әлеге күгәрсен кисеүен күҙәтергә ярата. Күгәрсендәр көн дә шунда төшәләр, гөрөлдәшеп һыу ҡойоналар, ҡыҙыл тәпәйҙәре менән тыпырлап ҡыуанышҡандарын күҙәтеүе ҡыҙыҡ күренеш икән ул. “Күгәрсен кисеүе” тип ҡушты бит Йомағол ул күләүекте.

Күгәрсендең кисеүе буламы, тине лә Бикәһе бер көндө күләүекте тупраҡ менән тултырҙы. Йомағолдоң ҡара янып асыуланғанын Бикә тәүге тапҡыр күрҙе, буғай. Күҙҙәрендә хатта йәш бөртөктәре күренде. Күләүекте яңынан таҙартып эсенә ҡом тултырҙы ла: “Ҡабат тейәһе булма!”- тип екертте.

Йомағоло өйҙән сығып киткәне бирле күләүекте Бикә үҙе лә күҙәтә. Ире ҡайтып инер тигән көндән алып күҙәтә. Төшмәй күгәрсендәр. Төшкәндәре юҡ. Ишетте бит Бикә Шәрифовна Гөлзәминәнең аварияға осрағанын. Ул ҡалала ҙур ғына предприятиела эшләй тинеләр, хәлле йәшәй, малайын уҡытҡан, уныһы ғаиләле, өләсәй бәхетен кисерә икән элекке әхирәте. Гөлзәминә үҙе лә белем алған, мастер булып эшләгән, рулдә үҙе йөрөй икән. Әсәһе аварияға осрағас, улы ла, килене лә отпуск алғандар ҙа әсәһе эргәһендә дежурлыҡ итәләр икән, тип ишеткәйне бит. Йомағолға бер нәмә лә һиҙҙермәне. Йомоҡай ғына булған Йомағоло йомаҡ та булып сыҡты. Улы менән киленен дежурлыҡтан бушатып, Гөлзәминә эргәһендә үҙе ултыра, ти. Был хәбәрҙе уға үҙенең ҡасандыр әхирәт булып маташҡан Гөлнәфис еткерҙе. Ул да, мәктәптә алырын алып бөткәс, ирен эйәртеп ҡалаға һыҙғайны. Ул хәбәре генә аҙ булып тойолдо, ахыры, теге йыуаш ауыл малайы тураһында ла һайраны. Уныһын ҡайҙан эҙләп тапҡан тиһең. Ул, училищены ташлап ҡайтҡас, әрме сафына алынған. Әрменән унды ғына бөткән бер йәш ҡыҙҙы кәләш итеп эйәртеп алып ҡайтҡан. “Уҡыған ҡыҙҙар уйнаш була”, - тигән һүҙҙәрен лаҡап итеп һөйләйҙәр, ти. Бөртөкбикә тураһында ишеткәс, яҙмышына рәхмәт уҡыған. Ике ҡыҙым, ике улым булды, балалар һөйөп ҡыуандым. Хәҙер ейәндәремде яратып туя алмайым. Бөртөкбикә шул бәхеттән мәхрүм, тип әйткән имеш. Ысын әйткәнме, әллә Гөлнәфис-ҡылнәфис үҙенән өҫтәйме, уныһы бер Хоҙайға мәғлүм.

Гөлзәминәне лә бөтөнләй иҫләмәҫкә тырышып йәшәне ул йәшәүен. Шулай иҫләтеп тороусылар табылды, әлбиттә. Гөлзәминәнең әсәһе бер тап булғанда: “Нишләй, балам, хәҙер бохар бесәйеңде генә яратаң инде, уныһын ныҡ һаҡла”, - тип китте.

“Бикә Шәрифовна”, “Бикә Шәрифовна” тип ураланып йөрөүселәр күп сағында ул үҙен шул тиклем кәрәкле кеше тип уйлай торғайны, сер уртаҡлашҡандай бер кемеһе лә юҡ икәненә әле генә килеп төшөндө.

Ә Ғәбиҙә апайҙың: “Кеше яҙмышында кеше ҙур роль уйнай шул”, - тигән һүҙҙәре йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Тура әйтеп, тапҡыр һөйләп йөрөгән Ғәбиҙә апайҙы, ниндәй яҡшы уҡытыусы булһа ла, бер арыу һүҙ ҙә әйтмәй оҙаттылар шул пенсияға.

Шуларҙы уйлап, тәҙрәнән күләүекте күҙәтә Бикә. Төшөрҙәрме күгәрсендәр. Кисерҙәрме кисеүен...

Сығанаҡ: БР Милли әҙәбиәт музейы (НЛМ РБ)

 

 

 

Автор:
Читайте нас