

Хәйҙәр Тапаҡов (4)
Шәүлә
Повесть
Бикә – күрше ауыл ҡыҙы. Бер мәктәптә, бер класта уҡынылар. Ул гел алғы партала ултырҙы, лидерлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа ынтылды. Мәктәпте тамамлағас, класташтарының күбеһе юғары уҡыу йортон һайланы, ә Бикә һатыусылар курсын ғына бөтөрҙө лә әрһеҙлеген, тырышлығын егеп үҙ эшен асып ебәрҙе. Үткән йыл балаларына тәмле-татлы алайым тип магазинға һуғылды, Бикә лә шунда икән. Тауар алып килеп тапшырып тора. Уны күргәс, ҡыуанып китте. Ниндәй йомош менән ингәнлеген белгәс, кәнфиттәрҙе үҙ ҡулдары менән үлсәп уның ҡултығына ҡыҫтырҙы ла яғымлы өндәште: “Балаларға күстәнәс… – Көтөлмәгән тәҡдим яһаны: – Әйҙә, миңә барып сығайыҡ!” “Һин бит күрше ауылдан”. “Биш саҡрым йыраҡлыҡтағы ауылда. Минең иномарка өсөн һинең йәйәүләп өйөңә ҡайтыр ваҡыт. Фәрит өйҙәме?” Икеләнеп ҡалды: “Өйҙә лә ул...” “Улайһа, киттек!” Иномарка иркен, тышта өтөп алып барған эҫе, ә бында салонда һалҡынса һауа тәнде иркәләй. Радиоалғыстан күңелле көй ағыла. Бикә осло тырнаҡлы, еренә еткереп тәрбиәләнгән бармаҡтарына затлы сигарет ҡыҫтырҙы. Уның яғына һауалы һирпелеп-һирпелеп ала. “Йәшәй ҙә һуң кешеләр! Юғары белеме лә юҡ, шулай ҙа көнбайыштағы журнал тышындағы ялтырауыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер ҙә ҡайтыш түгел… “ Бикәнең йорто ауыл ситендә, ике ҡатлы, ҡыҙыл кирбестән күтәрелгән. Эстәге зауыҡ менән теҙелгән ҡаралтыны күреп, иҫе китте. Ҡайтып ингәс, Бикә иҙәнгә һөйрәлеп торған оҙон, йомшаҡ, ҡиммәтле халат кейеп алды, уның алдына затлы ризыҡ ҡуйҙы. Оҙаҡ ултырҙылар. Йәйге селлә булыуға ҡарамаҫтан, улар ултырған залдың иҙәне ныҡ һалҡын ине, йомшаҡ ҡаталар аша ла беленә хатта. Стеналарҙан да еләҫлек килеп торғандай. Ни тиһәң дә, яңғыҙ кеше йәшәгән таш донъя шул, таш диуар. Бикә өйөнә ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙы. Мейеһен оялыулы уй йыбырлатты: “Уны ла инергә, сәйгә саҡырырға ине лә бит, алама көнитмешемде күрһәтәйемме?..” Икеләнеүен һиҙҙе Бикә. Саҡырылмаһа ла, итәғәтле баш тартты:
– Бик ҡабалан бараһы ерем бар ине, һеҙгә инеп тормамдыр… Икенсе, ҡулайлыраҡ мәлдә яйын тап килтереп ултырып алырбыҙ, бәлки, кем белә... Һинең тормошоң минекенә ҡарағанда, бәлки, мәғәнәлерәк тә, ҡотлораҡтыр ҙа, сөнки йүнһеҙ булһа ла ирең, балаларың бар… Әлегә өйөрөнән тибәрелгән тайҙай йәшәргә тырышып йүгермәләйем дә бит, ауыр хәлгә тарыһам, кемдән ярҙам өмөт итә алам? Тирә-йүндә халыҡ күп, ирҙәр күп, ә мин яңғыҙмын… – Рулгә маңлайын терәне, ҡыҫҡа сәстәре биттәрен ҡапланы. – Был донъяла һәр кем үҙенсә бәхетле, һәм үҙенсә бәхетһеҙ… Бына минең ирем дә, балаларым да, хатта дуҫтарым-әхирәттәрем дә юҡ, аҡсам, күп аҡсам ғына бар… Ә ул йәнһеҙ банкноттар ғаиләгә, балаларға торошло түгел. Аҡса кешене етеш һәм бойондороҡһоҙ ғына итә, әммә бәхетле итә алмай. Мин был донъянан шәүләләй үтеп барған, онотолған әҙәм… Киләсәгемдең шыҡһыҙ шәүләһе ҡурҡыта. Ныҡ ҡурҡыта... Үҙ яртымды табыу өмөтөн күптән һүндергәнмен инде. Хәйер, ысын ирҙәр ҡалғанмы икән бөгөн? – Үҙе үк яуап бирҙе. – Икеле. Ир юғарылығының бары шәүләһе генә ҡалған хәҙер. Ярай, үҙ яртымды табып кейәүгә сыҡтым да икән, ти, шәүлә ҡатын, шәүлә ир яҡтылыҡ тыуҙыра алмай, быныһы көн кеүек асыҡ!
– Бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйһең, Бикә. Әгәр һин булғандарың менән бәхетһеҙ икән, тағы ла күберәк булдырып бәхетле була алырһыңмы?
– Һорауыңа яуабым юҡ, Гөлнур… Ҡотһоҙлоҡҡа бәрәкәтһеҙлек өҫтәү менән байып китеп булмай. Килем артынан ҡыуыуға ҡоролған сауҙа алдыҡҡа тиң, был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйтелгән. Ә арттырып һатыу – алдыҡтың үҙе инде. Дөрөҫ, алдыҡтан әлегә бер кемдең дә үлгәне юҡ, әммә ул йәнде, дуҫлыҡты, ышанысты үлтерә, алдаҡсыны яңғыҙлыҡҡа дусар итә. Бына шуның өсөн дә мин яңғыҙмындыр. Йә, ярай, хушлашайыҡ. – Бикә крем-буяҡтар ҡатламына йәшеренеп битлекте хәтерләткән йөҙөн көсәндереп йылмайҙы.
Машина саң борҡотоп ҡуҙғалып китте лә, ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡты артылғас, күҙҙән юғалды. Туҙан күккә ауаланы ла, бер аҙҙан ер өҫтөнә йәйелеп таралып, бөтөнләй юҡҡа сыҡты...
Хакимиәткә ингәндә бирге яҡты йыйыштырып йөрөгән Кәримә уны күргәс, эшен ташлап, асыуланғандай һыртын ҡуйҙы.
– Һаумыһығыҙ? Башлыҡ үҙендәме?
Кәримә бурҙай эттәй өрҙө:
– Һау! Ишек төбөнә һалған еүеш сепрәккә аяғыңды һөртөп индеңме? Юғиһә, һинең һымаҡ һөйрәлкеләрҙән һуң иҙән әшәкеләнә!
– Хәкимйән үҙендәме, тим, хөрмәтле өлкән техничка?
– Таң тишегенән ҡайҙа сыҡҡан тиһең, һеҙҙең яҡын әшнәләрегеҙҙе, йыйын алкаштарҙы, буҙандарҙы, бурҙарҙы саҡыртып һөйләшә.
Тулҡынланыуын еңә алмай урынында тапанып, дермантин менән көпләнгән кабинет ишегенә ымланы ла бындағы әрләште ишеттереп ҡуйыуҙан тартынғандай тауышын баҫып шыбырҙаны:
– Инергә мөмкиндер?
– Ниңә уны минән һорайһың, саҡыртҡас, мөмкиндер!
Ҡыйыуһыҙ ғына кабинет ишеген асты, Кәримәгә биргән һорауын ҡабатланы:
– Инергә мөмкинме?
“Т” хәрефенә оҡшатып урынлаштырылған өҫтәлдең түрендә ҡағыҙҙар ҡараштырып ултырған Хәкимйән башын ҡалҡытты:
– Ә, Гөлнур Шамилевна, һаумыһығыҙ! Килдегеҙме? Үтегеҙ!
Ҡыйынһынып ҡына стена ҡырлатып теҙелгән ултырғыстарҙың ситкеһен биләне. Тынлыҡ урынлашты. Хәкимйәнгә күҙ һирпте. Йөҙө йонсоу һымаҡ күренә, сикә сәстәренә лә һиҙелер-һиҙелмәҫ сал йүгергән. “Уға бит әле иртәрәк…” Ә сәстәре һаман да өтөрөй, танау төбөндәге миңе хәҙер ҡалҡып сөйәл һымаҡ күренә икән дә баһа. Яңы беленә башлаған маңлай һырҙары, күҙҙәре аҫтындағы күләгәләр барыбер йөҙөн боҙмайҙар, киреһенсә, уны һөйкөмлө итәләр. Әллә уға ғына шулай күренә микән?
Рөхсәт тә һорап тормай ҡаты баҫып килеп ингән Кәримә, ултырғыстарҙы шарт та шорт шылдырғылап, иҙән йыуырға керешеп китте.
– Кәримә, һуңынан эшләрһең эшеңде, миндә бит кеше бар, – тип ипле иҫкәртте Хәкимйән.
– Кеше, тиһеңме? Кешелеге ҡалмаған уның бик беләһең килһә, эшлектән сыға барған алкаш ул! Килеп инеү менән коридорға көмөшкә еҫе тулды!
– Кәримә, тим, сыҡ!
Тегеһе енләнеп ингән етеҙлегендә сығып китте.
Үҙҙәре генә ҡалғас, Хакимйән уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, бер аҙ ғәжәпләнә биреп, шелтәләп ҡараны. “Кемгә нимә иҫбатлайым инде, кемгә ҡарышам, булғанын кейеп ҡуҫтарланһам, бер ҙә артыҡ булмаҫ ине. Моғайын, ул элекке йәш студентка менән бөгөнгө ауыл ҡатынын сағыштырып ултыралыр. Оят… “ Арзанлы дермантин итектәрен йәшереп аяҡтарын ултырғыс аҫтына тартты.
– Хәлдәрең нисек, Гөлнур?
– Уны ҡатынығыҙ аңлатты түгелме?
– Әй уны, һөйләй инде юҡ-барҙы.
– Ниңә саҡырттығыҙ? – Кәйефе киткәнгә, ары һөйләшергә теләмәгәнгә ҡыҫҡа тотто.
– Ә мин һеҙҙе ҡыуандырырға ултырам…
“Әллә эшкә сығаралар микән?..” Күңелендә кинәт балҡып киткән шатлығын эсенә йомоп ҡырыҫ яуапланы:
– Мин ҡыуаныр нәмәләр ҡалмай бара хәҙер.
– Райондан шылтыраттылар. Һине “Әсәлек даны” билдәһе менән бүләкләргә тейештәр. Республика гәзитенең бөгөнгө һанында яҙғандар шул хаҡта. Уҡымағанһыңдыр ҙа әле?
– Мин гәзит-журналдар яҙҙырмайым күптән. Аҡса еткереп булмай! – Һуңғы әйткәндәренә баҫым яһаны.
– Шулайҙыр инде, – тине башҡа һүҙ тапмаған башлыҡ, шунан саҡыртыу сәбәбен йомғаҡлағандай өҫтәне. – Райондан шылтыраттылар, ошо аҙна аҙағында юлға сығырға йыйын. Барлыҡ бүләкләнеүселәр ойошҡан рәүештә бер автобус менән бараһығыҙ.
Эшкә төшөү өмөтө һүнгәнгә күңелендә яралған шатлыҡ йораты һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты:
– Хәкимйән… Фазылйәнович нимәгә миңә ул нәмә? Эш кәрәк, ике ҡулыма шөғөл кәрәк, аңлайһығыҙмы, Хәкимйән Фазылйәнович?! Яңы ҡатынығыҙ әйтте бит, минән ысынлап та көмөшкә еҫе килә. Һуң башҡаса ҡайһылай итәйем, балаларҙы нисек тә аҫырарға кәрәк! Айырма нимәлә, Бикә магазинда араҡы һата, мин өйҙә көмөшкә, бер үк эскелек түгелме ни? Уҡытыусы ни тиклем генә ауыр хәлдә ҡалмаһын, һуңғы сиктә ул барыбер уҡытыусы булып ҡалырға тейеш, ә мин муйынымдан тормош һаҙлығына баттым! Бында осто-осҡа ялғай алмай ҡаңғырам, ә Фәрит ҡайтып эшләгән аҡсаһын туҙҙырып бөтә лә кире китә! Нимә эшләргә миңә, Хәкимйән? Белә-күрә гәзит уҡыйһыңмы, тиһең, уның ҡайғыһымы миндә?! Һауаһы һурҙырып алынған вакуум эсендәгеләй тоям үҙемде. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт көрәшергә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп йәшәргә бурыслы, ә минең хәлдә нимә эшләргә, Хәкимйән Фазылйәнович?! – Ике сикәһен ҡуш услап йәштәренә төйөлөп тынып ҡалды.
Уның тынысланғанын сабыр ғына көттө Хәкимйән, шунан һүҙ ҡыҫтырҙы.
– Башҡа шөғөл дә етерлек бит.
– Яңы әйткән алыпһатарлыҡмы? Уны башлап ебәреү өсөн дә аҡса кәрәк. Тағы тауар ташыу өсөн техникаһын ҡайҙан алаһың? Һыйырҙарымдың ағы менән һатыу итергә йыйынғайным, ә ул барып ҡайтҡан юл хаҡын да ҡапламай. Ҡайҙа барып төртөлһәң дә, таш стена ише ҡаршылыҡ. Өмөтһөҙлөккә бер мин генә бирелгән тип уйлайһыңмы, Хәкимйән? Тотош ауыл, юҡ, ауылдарҙа йәшәгән халыҡ мөйөшкә ҡыҫырыҡланған ҡырағай хәлендә. Элекке бүлексә ерҙәренә, исмаһам, бер сеүәтә орлоҡ сәселдеме быйыл? Нимә ашап йән аҫырарға тейешбеҙ? Бөтөрөлгән хужалыҡ ҡаралтыһы яу үткәндәй сәсрәп ята. Мин әйтмәйенсә лә аңлайһың, һинең дә сараһыҙлыҡтан йөрәгең әрней, шулай түгелме ни, йә, яуап бир? Әҙәм балаһы йәшәү өсөн иң тәүҙә күңел түрендә өмөт, шунан киләсәккә ышаныс йөрөтөргә тейеш. Кешене үлтереү кәрәкмәй, уны өмөттән яҙҙырыу ҙа етә.
– Гөлнур, әйҙә һөйләшмәй генә ултырып торайыҡ бер аҙ… – Хәкимйән шулай тине лә тынып ҡалды, шунан кеҫәһенән сигарет сығарҙы. – Тартып алырға мөмкинме?
– Элек тартмай инең бит?
– Өйрәндем. Төтөн йотһаң, еңел булып ҡала һымаҡ.
– Минән һорап торма инде, үҙ кабинетың.
Башлыҡтың аҡыллы күҙҙәре ҡыҫыла төштө: уларҙа хәсрәт, эске көйәләнеү ярылып ята. Ауыҙынан сыҡҡан тәмәке төтөнө лә көйрәгән йөрәгенән быҫҡып һығыла төҫлө. Бына ул тартып бөттө лә төпсөктө көл һауытына тызыны.
– Борон, урта быуаттарҙа әле, Испаниялағы бер ярлы утын әҙерләү менән тамаҡ туйҙырған. Утынды был әҙерләп өйә, ә ҡаланан килгән кеше башҡарылған хеҙмәт өсөн мул ғына аҡса түләп һатып алып тора икән. Беләһеңме, ни өсөн ҡим-мәт хаҡҡа алғандар утынды? Ул инквизиция усағы өсөн кәрәк булған. Тимәк, ярлының утыны менән тереләй кешеләрҙе өткәндәр. Бына һин көмөшкә ҡойоп һатаһың, ә шуның арҡаһында күпме яҙмыштар емерелә, ғаиләләр тарҡала… Етештергәнеңде тәмләп ҡарап, үҙең дә эскелеккә тартыла бараһың. Һуң булып ҡуйыу ихтималлығы бар, һиңә бит балаларыңды ир еткерәһе, шул хаҡта уйланыңмы?
– Ҡайһы ваҡыт уйламаҫ өсөн эсәм шул…
– Ә һин уйла, ауыр булһа ла уйла. Балаларыңдың әсәйһеҙ ҡалған мәлен күҙ алдыңа килтер.
– Нимә эшләргә миңә?
– Башта үҙеңдең холҡоңдо төҙәтергә тырыш. Башыңа төшкән бәләләрҙең төп сәбәпсеһе...
– Фәҡәт һин үҙең, тимәксеһеңме? Ә әйләнә-тирәбеҙ, беҙ йәшәгән мөхит?
– Дөм ҡараңғы бүлмәлә бесәйҙе эҙләп табыуы ҡыйын, әгәр ул ҡара төҫтә икән, бигерәк тә... Шуға ҡаранан ҡара эҙләмәйек. Мин әле типовой балалар баҡсаһын төҙөү артынан йөрөйөм, күптән түгел проект-смета документтарын район хакимиәтендә раҫлатып мәғариф министрлығына алып барҙым. Ул төҙөлә ҡалған хәлдә һине тәрбиәсе итеп эшкә алырға мөмкин.
– Балалар баҡсаһы?! Мәктәптә балалар һанының кәмей барыуын яҡшы беләһең, һин төҙөгән йортҡа кем йөрөр икән? Төҙөлә башламаған, хатта нигеҙ ташы ла һалынмаған балалар баҡсаһы, ул кемгә һәм нимәгә кәрәк?! Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер күлдәк, тип әйткән ти борон бер килен.
– Һин әйткән өмөт ошо була инде.
– Бөгөн ауылдарҙа мәктәптәр ябылып ятҡанда һиңә балалар баҡсаһы төҙөүгә аҡса биреүҙәре икеле. Ярай, тырышып йөрөп теләгеңә өлгәштең дә икән, ти. Балалар баҡсаһы асыла ҡалған хәлдә ҡатының Кәримәгә лә урын кәрәк.
– Күрә йөрөйһөң, Гөлнур, ул бит тәрбиәсе түгел. – Башлыҡ һөйләшеү темаһын үҙгәртте. – Әле ҡабаланып ултырам. – Ул яҡын кешеһе менән кәңәшләшергә теләгәндәй әйтте. – Районға Тажикстандан инвесторҙар килгән, шулар беҙҙең көтөүлектәрҙе ҡарарға тейештәр.
– Ауылыбыҙға килеп көтөү көтөргә йыйыналармы әллә?
– Беҙҙә һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү яйҙары. Емерек ферманы ремонтларға тейештәр, тоҡомло һарыҡтар килтерәләр. Райондан әйтеүҙәренә ҡарағанда, тулайым килемдең етмеш биш проценты уларға, ҡалғаны беҙгә.
– Һин бит математик, Хәкимйән.
– Һуң ҡайһылай итәйем, килешеүгә район башлығы ҡул ҡуя, мин түгел. Беҙҙең өсөн файҙаһы шул ғына. Исмаһам, ферманы ремонтларҙар, кешегә эш урындары булыр.
– Тимәк, үҙ еребеҙҙә сит-яттарға көтөүсе булып ялланабыҙ инде.
– Һин хаҡлы, шулай килеп сыға.
– Хәкимйән, кеше үҙ йөҙөн юғалтмаһын өсөн иң әүәл хеҙмәт итергә бурыслы. Бөтә нәмәнең дә башында хеҙмәт ята бит. Беләһең, мин бит насар уҡытыусы түгелмен. Сәбәпһеҙ эштән бушаттылар. Ғәҙеллек ҡайҙа?
– Һүҙем юҡ, һин һәйбәт уҡытыусы. Ғәҙеллеккә килгәндә, бөгөн күптәр уны Сталиндың шәүләһенән эҙләй, өмөтһөҙлөктән киләлер был. Ә ул шәүлә тигән нәмә көнитмеште йәмләй ҙә матурлай ҙа алмай. – Башлыҡ еңелсә итеп өҫтәлгә устары менән һуҡты. – Йә, ярай, зарланыу, кемдәрҙелер ғәйепләү менән генә тормош алға бармаҫ, беҙгә йәшәргә, беҙгә эшләргә, инде конкрет ҡына итеп һинең Өфөгә барып-ҡайтыуың хаҡында һөйләшәйек.
– Өфөгәме? Мин унда бармайым!
– Нисек инде бармайһың? Уны мин генә хәл итә алмайым шул, һеҙҙе әҙерләп, кейендереп-яһандырып, район үҙәгенә алып барырға бурыслымын.
– Һеҙҙе, тиһең?
– Тағы ла Рәйсә бара.
– Рәйсәме?! – Ул ире менән аҙналар буйы һөйрәлеп йөрөп эсә. Нисек кенә булһа ла ул уның кимәленә төшмәгән әлегә, шуға тауышын күтәреп, аптырай биреп һораны.
– Ул беҙҙең ауылда берәү генә, һинең биш балаң булһа, уныҡы – етәү…
– Ана шул Рәйсәне әҙерләгеҙ, ә мин бармайым! Табығыҙ һылтауын, сырхап китте тип һылтаулағыҙ, ышанмаһалар, хәл өҫтөндә ята тип тә өҫтәгеҙ!
– Был аҡланыуҙарың урынһыҙ, барырға тура килер!
– Бармайым, йөрөмәйем, тинем бит, башҡаса саҡыртып мәшәҡәтләнмәгеҙ, Хәкимйән Фазылйәнович! Хушығыҙ! – Ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде, тик яһилланманы, ипле генә итеп ишекте этте лә, ябылғас, ҡәҙерле нәмәләй күреп һыйпап та ҡуйҙы хатта...
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.